рабочие программы

Рабочие программы по башкирскому языку и литературе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bash_yaz_i_lit_6_klass_2017.docx100.68 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

основная общеобразовательная школа с. Урметово

муниципального района Илишевский район РБ

Рабочая программа

«Родной (башкирский) язык и литература»

6 класс

2016/2017 учебный год

Гимазова Альмира Фанисовна

Уровень образования:основное общее образование, 5-9 кл.

                                                                                                       

6-сы  класс өсөн туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

1. «Туған (башҡорт)  теле һәм әҙәбиәте” предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре

   Төп  мәктәпте тамамлап сығыусы уҡыусыларҙың «Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған  шәхси һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

  • шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;
  • танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр, энциклопедиялар, Интернет-ресурс һ. б.).

        Төп урта мәктәптә «Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  • проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;
  • эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;
  • төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.

        Төп урта мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙа фән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1) танып белеү сфераһында:

  • башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау;
  • художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;
  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;
  • әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идея-художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау (филологик анализ элементтары);
  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү;

2) ҡиммәт-ориентация сфераһында:

  • башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи- әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;

        башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау:

  • өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу (айырым осраҡтарҙа);
  • автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;
  1. коммуникатив сферала:
  • төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;
  • проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;
  • тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;
  • өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;
  1. эстетик сферала:
  • һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;
  • әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;
  • башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.

                         70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙыу, инша ижад итеү, тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белеү;

Уҡыусылар белергә тейеш талаптар:

  • өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең исемен һәм авторын белеү;
  • әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы (сюжетты, геройҙарҙы, геройҙар менән ваҡиғаларҙың үҙ-ара бәйләнешен) аңлау;
  • әҫәрҙең композицияһын аңлата белеү;
  • юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең төп билдәләрен белеү;
  • портрет, пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет төшөнсәләренең төп билдәләрен белеү;
  • ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр тексын белеү;
  • өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;
  • әҫәрҙәге ваҡиғалар араһындағы ваҡыт һәм сәбәп-һөҙөмтә бәйләнешен билдәләй белеү;
  • яҙыусы ижад иткән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырыу;
  • әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы характерлауҙа мөһим урын тотҡан эпизодтарҙы айырып күрһәтеү;
  • өйрәнелгән әҫәрҙә сюжет элементтарының (экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү) идея- художество урынын билдәләү;
  • телдең һүрәтләү сараларының (шул иҫәптән метафораның) контекстағы идея-художество урынын билдәләү;
  • уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау нигеҙендә әҫәрҙең геройын характерлау;
  • авторҙың мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында өйрәнелгән әҫәрҙең ике геройын үҙ-ара сағыштырыу;
  • эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә төрлө характерҙағы план төҙөү;
  • телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү;
  • үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп) яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү;
  • һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм сағыштырма) характеристика биреү;
  • өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү характерындағы инша яҙыу;
  • художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;
  • эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә тулы итеп йәки һайлап, ҡыҫҡартып һөйләп биреү (изложение төҙөү); эпик, лирик, лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү:

  • уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;
  • теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү;
  • мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү;
  • билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.

  • билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.

2. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

5 класс

Туған (башҡорт)теле һәм  әҙәбиәте.

М.Ғафури “Нурлы мәктәп”, ,М.Кәрим “Уҡытыусыма”, Н.Нәжми т “Беренсе дәрес” (2  сәғәт).

Әҫәрҙәрҙә уҡыусыларҙың йәйге каникулын һәм уҡыуҙың  тәүге көнө беренсе сентябрҙы тасуирлау. Уҡытыусы образы. Хеҙмәткә, уҡыуға мөхәббәт  тәрбиәләү  яғынан әҫәрҙәрҙең әһәмиәте. Әҫәр теленең образлылығы. Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Р.Байбулатов “Ағас һәйкәл”  Әҫәрҙә дуҫлыҡ тойғоһо,уның әһәмиәте.Төп образдар(2  сәғәт).

Л.Яҡшыбаева “Бәхетең үҙең менән”.Әҫәр йөкмәткеһен үҙләштереү.Кешенең уңыштарын күрә,һөйөнә белеү.Уҡытыусы хеҙмәтенең баһалап бөткөһөҙлөгөн асыҡлау(1   сәғәт).

Д.Юлтый  “Көҙ”, Ғ.Рамазанов “Ураҡ өҫтө”.Шиғырҙарҙа игенсе хеҙмәтен данлау,юғары баһалау,халыҡ тормошондағы әһәмиәтен аңлатыу.Игенсе образы(1  сәғәт).

А. Карнай. «Урманда»(1  сәғәт) .

Хикәйәлә көҙгө тәбиғәтте тасуирлау. Йөкмәткеһенең аллегорик характерҙа булыуы. Төп образдар. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен уҫтереү маҡсатында образлы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе уҙләштереү. Тәбиғәтте тасуирларға өйрәтеү.

Әҙәбиәт теорияһы. Тасуирлау тураһында төшөнсә.

Ф.Аҡбулатова. «Атай икмәге»(1  сәғәт).

Әҫәрҙе тасуири уҡырға өйрәнеү. Бөйөк Ватан һуғышы, уның зыянын аңлау.Икмәк ҡәҙерен белеү.

     Әҙәбиәт  теорияһы.Хикәйә тураһында төшөнсә.

Ҡ.Аралбай “Башҡорт теле”,Б.Бикбай “Туған тел”, “ Рус теле”, Р.Ғарипов “Туған тел” (1 сәғәт).

Шиғырҙа туған тел һәм рус теленең халыҡ тормошонда тотҡан әһәмиәтен, матурлығын, байлығын данлау, телгә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү,шиғыр теленең байлығы, образлылығы өҫтөндә  күҙәтеүҙәр.

Х.Тапаҡов”Бибинур улуәсәй” ( 2 сәғәт) .

Хикәйә жанрында образдар бирелеше менән танышыу.Туған телгә һәм өлкәндәргә ихтирам тәрбиәләү.

М.Ғафури”Балалар һәм китап”,Я.Ҡолмой”Ҡыҙыҡлы китап”Н.Иҙелбай

“Иң яҡын дуҫ”Р.Фәхретдин “Китап һәм уҡыу” (1  сәғәт).

Шиғырҙарҙа автор позицияһының сағылышын аңлау.Шиғырҙың идея- тематик йөкмәткеһен билдәләү.

Д.Бүләков ”Яралы китап” (1 сәғәт).

Йөкмәткене үҙләштереү.Хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһе, һөйләнелгән хәл-ваҡиғалар аша китапҡа ихтирам тәрбиәләү.

               Башҡорт халыҡ ижады.Әкиәттәр  (4 сәғәт).

Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һэм яҙма әҙәбиәт.Әкиәттәрҙең халыҡ ижады әҫәрҙәренең бер төрө булыуы. Уларҙың художестволы үҙенсәлектәре.Тормош-көнкүреш әкиәттәре. «Әминбәк», «Кәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәттәре. Халыҡтың хеҙмәтте юғары баһалауы һәм хеҙмәткә өндәү идеяһы. Әкиәттәге төп образдар.Предмет-ара бәйләнештәр. Башҡорт теле, һүҙҙәрҙең тура һәм күсмә- мәғәнәһе.Әҙәбиәт теорияһы. Әкиәт тураһында төшөнсә.

        Йомаҡтар  (1 сәғәт).

Халыҡ ижадының бер төрө булыуы яғынан йомаҡтар. Уларҙа халыҡтың тапҡыр аҡылы, зирәклеге, ижади фантазияһының сағылыуы.

Әҙәбиәт теорияһы. Йомаҡтар тураһында төшөнсә.

     Мәҡәлдәр  (1 сәғәт).

Халыҡтың зирәклеген, тапҡыр аҡылын сағылдырыусы халыҡ  ижады төрө.Мәҡәлдәрҙең сағылышы, тематик төрлөлөгө. Туған  ил, тәбиғәт, хеҙмәт, халыҡ азатлығы өсөн көрәш, батырлыҡ, дуҫлыҡ, иптәшлек тураһында мәҡәлдәр.

Әҙәбиәт теорияһы. Мәҡәл тураһында төшөнсә.

Башҡорт халыҡ йырҙары .

Башҡорт фольклорында йыр жанры. Оҙон һәм ҡыҫҡа көйлө йырзар. Таҡмаҡтар. Уларҙың айырмаһы, художество уҙенсәлектәре. Йырҙарзың халыҡ һәм айырым яҙыусылар тарафынан ижад ителеүе.

              Элекке башҡорт әҙәбиәте өлгөләре  ( 3 сәғәт).

С. Юлаев. «Ҡайтып киләм», «Яуҙа яраланғас», «Йырҙарҙан...».

       С.Яҡшығолов  «Дим буйында яҙғы таң».

Ғ.Усман.”Ҡармасан менән Сәрмәсән”

Халыҡ ижады һәм әҙәбиәт.

Килеп етте ҡыштың һалҡыны (  2 сәғәт).

Н.Нәжми “Беренсе ҡар”,Г.Юнысова “Ҡотло булһын яңы йыл”Х.Назар “Яуа ҡарҙар”С.Сурина “Ҡышты ҡаршылағанда”.

Башҡортостан – тыуған төйәгем (3  сәғәт).

Р.Ғарипов “Башҡортостан”,И.Кинйәбулатов “Дуҫлыҡ төйәге”.

М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр.

«Өс таған» повесында балалар тормошон, улар араһындағы дуҫлыҡ тойғоһон һүрәтләү. Әҫәрҙәрҙең  идеяһы һәм образдары.

Уралҡайҙан   бейек ,ай, тау булмаҫ (2 сәғәт).

P. Hиfmәtи. «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар».

Р.Шәкүр “Урал батыр  иле –сал Урал”.

А Йәғәфәрова “Урал иле”.

Әҫәрҙең йөкмәткеһе, идея мәғәнәһе, төп образдары.

Әҙәбиәт теорияһы. Йәнләндереү туpahында төшөнсә.

Изгеләрҙән –изге әсәйҙәр (2 сәғәт).

К. Кинйәбулатова. «Әсә күңеле». Ғ.Вәлиев “Әсәйем фатихаһы” X. Назар. «Таҡта сәй».

       Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе һәм мәғәнәһе. Әҙәбиәт теорияһы. Шиғри телмәр hәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

Яҙ килә,яҙ! ( 2 сәғәт).

Р.Назаров “Яҙ башы”,Ш.Биҡҡол “Яҙғы уйҙар”.

Д.Бүләков “Яҙғы ташҡын менән килгән бәхет”.

Әҙәбиәт теорияһы.Эпитет,йәнләндереү тураһында төшөнсә.

Бер кем дә,бер нәмә лә онотолмай! (4 сәғәт).

      РНиғмәти”Еңеүселәргә дан!”М.Кәрим “Билдәһеҙ һалдат”.

Й. Мостафин “Ыласын”.

Т.Ғинәтуллин “Миҙал”.

Әҫәрҙәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы ocopҙaғы тормошто, халыҡтың көрәше, фажиғәләрен, батырлыҡтарын, хеҙмәтен, ауырлыҡты еңә белеүҙәрен тасуирлау. Әҫәрҙәрҙәге төп образдар.

Әҙәбиәт теорияһы. Хикәйә тураһында төшөнсә.

Тәбиғәт донъяһында  ( 7 сәғәт).

Р.Ғарипов “Һабантурғай”.

      А.Карнай “Турғай”.

3. Хисмәтуллин. «Урман ҡунағы».

Т.Йосопов “Ерән ҡашҡа”.

С.Агиш “Турыҡай”.

Әҫәрҙәрҙә  урман-тәбиғәтте, йәнлектәрҙе һурәтләү. Олатай һәм уның ейәне, уларҙың тәбиғәткә мөнәсәбәте.

Йәмле йәй килә ( 5 сәғәт).

К.Кинйәбулатова “Барыһы тыуған еремдә”.

Ф.Иҫәнғолов “Хәмит күпере”.

А.Игебаев “Һыу буйында балыҡсы”.

М.Әбсәләмов “Йомағужа тирәктәре”.

Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте ( 2 сәғәт).

       М.Йәлил.Йырҙарым.

      Дәрдмәнд “Нурый менән Зәйнәб”.

Ятлау  өсөн әҫәрҙәр:

Р.Ниғмәти. “Хәйерле юл һеҙгә!” шиғырынан “Мәктәпкә” бүлеге.

М.Кәрим “Уҡытыусыма”.

Р.Ғарипов “Башҡортостан”.

Р.Ниғмәти “Ҡыҙымдың  һорауҙарына яуаптар” (өҙөк).

А.Игебаев “Һыу буйында балыҡсы”.

      Мәҡәлдәр, йомаҡтар,йырҙар (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр:

  М.Иҙелбаев “Йыр дәресе”.

 “Башҡорт халыҡ әкиәттәре”,Рус халыҡ әкиәттәре”, “Монгол халыҡ әкиәттәре”,Бер туған Гриммдар. “Немец халыҡ әкиәттәре”,В.Бианки. “Әкиәттәр һәм хикәйәләр”.

Б.Бикбай “ Әсә рәхмәте”.

Н.Мусин “Төлкөнө алдап буламы?”

Н.Мусин“Ғүмерҙең бер мәле”

Я.Вәлиев “Хәйерле иртә,Исмаил!”

М. Горький. «Мин нисек уҡырға өйрәндем».

С. Агиш. «Атлы Илмырҙа», «Петька Якушин һәм Петька Байрамголов».

К. Мэргэн «Бабайым балтаһы».

Ф. Рәхимролова. «Һаумы, яҙ!»

Р. Низамов. «Ят кешеләр».

6 класс

Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте

Дәреслек:Башҡорт әҙәбиәте/Дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек-хрестоматия,М.Б.Юлмөхәмәтов,М.Х.Иҙелбаев,Ә.М.Сөләймәнов,З.И.Яйҡарова,-Өфө: Китап, 2012

                                                                             Эш программаһы 105 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт).

         

     Ф.Ғөбәйҙуллина “Башҡортостан флагы” (1 сәғәт).С.Әлибаев“Мәктәп юлы”,Я.Вәлиев”Беренсе  көн” (1 сәғәт). Я.Ҡолмой”Мәктәп”,

Р.Фәхретдин”Мәктәп” (1 сәғәт).

 3.Биишева.«Башҡорт теле»(1 сәғәт).Ҡ.Аралбай“Башҡорт ҡоролтайына” (1 сәғәт).,

Р.Бикбаев”Халҡыма хат”(Поэманан өҙөк) (1 сәғәт).

Эҫәрҙәрҙә яҡтылыкты, яңылыҡты данлау ,йәмғиәтте яңыртыу . Туған телдең матурлығын, нәфислеген, яғымлылығын данлау.

Г.Юнысова”Ер улына” (1 сәғәт),Д.Бүләков”Ҡара икмәк” (1 сәғәт).

Ф.Чанышева”Икмәк еҫе” (1 сәғәт).

Ә.Вахитов”Өс бөртөк бойҙай” (3 сәғәт).

Хеҙмәт кешеһенә маҡтау,  икмәкте ҙурлау, yғa хөрмәт тәрбиәләү.

«Урал батыр»әкиәте(3 сәғәт).

Әкиәттең йөкмәткеһе. Халыктың ауыр тормошон кәүҙәләндереү. Урал батыр образында халыҡ бәхете өсөн көрәш һәм халыҡҡа хеҙмәт итеү идеяһының сагылышы. Әкиәттең художество уҙенсәлектәре (эпитет, гипербола, ҡабатлауҙар), теленең байлыгы, образлылыгы.

«Ҡариҙел» легендаһының йөкмәткеһе, жанр уҙенсәлектәре ерлегендә куҙәтеүҙәр(2 сәғәт).

Әҙәбиәт теорияһы. Әкиәт,легенда тураһында төшөнсәне ҡабатлау. Гипербола тураһында төшөнсә.

Бәйеттәр  (2сәғәт).

Халыҡ ижадының бер төрө булыу яғынан бәйет. Бәйеттэрҙең тарихи ерлеге. Уларҙың тематикаһы (hyғыш, тормош-көнкүреш бәйеттәре), төрлө осорҙарҙың сағылышы.

Бәйеттәрҙең уҙенсәлектәре: сюжетлы булыуы, йырҙар менән оҡшашлығы, традицион алым менән башланыу һәм тамамланыуы.

«Герман hyғышы бәйеттәре». Беренсе Бөтә донъя һуғышы картиналарын кәүҙәләндереү. Империалистик һуғыштың  халыҡ мәнфәғәттәренән алыҫ булыуын, һалдаттар араһында революцион фекер тарала барыуын, уларҙың азатлыҡҡа, тыныс тормошҡа ынтылыуын күрһәтеү.

Әҙәбиәт теорияһы. Архаизм һәм диалектизм, варваризм тураһында төшөнсә.

“Дон далаларында”бәйете. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауыр һалдат юлын бәйән итеү. Бәйеттәрҙең яңы йөкмәткеле, яңы идея йүнәлешле һәм оптимистик характерҙа булыуы.

Әҙәбиәт теорияһы. Бәйет тураһында төшөнсә.

       Таҡмаҡтар (1 сәғәт).

«Егеттәр» таҡмаҡтарында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алып барылған Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашҡан башкорт егеттәренең, батырлыҡтарын, еңеүгә булған ышанысын һәм рух кутәренкелеген курһәтеү.

Әҙәбиәт теорияһы. Таҡмаҡтар тураһында төшөнсә.

К.Кинйәбулатова”Уҡытыусым!”,Л.Яҡшыбаева”Уҡытыусы-ул белем биреүсе лә,икенсе әсәй ҙә...”,Р.Шаммас”Уҡытыусыға”,Ф.Иҫәнғолов”Уҡытыусы Ғүмәров” (4 сәғәт).

Әҫәрҙәрҙә уҡытыусы образының  бөйөклөгөн,ихтирамлылығын сағылдырыу.

Әҙәбиәт теорияһы.Сюжет,ритм,рифма,строфа.

Бopohfo  әҙәбиәт.

Ҡол Ғәли.“Йософтоң матурлығы” (“Йософ” ҡиссаһынан өҙөк) (1 сәғәт).Табын ҡабиләһенең Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһе.Шәжәрә тураһында (1 сәғәт).

С.Сараи.Парсалар (1 сәғәт).

Әҙәбиәт теорияһы.Парса.

Т.Йосопов. “Ай Уралым,Уралым” (1 сәғәт).

Н.Иҙелбай. “Салауат ташы” (2 сәғәт).

Ж.Кейебаев “Урал тураһында ҡобайыр” (1 сәғәт).

Әҫәрҙәрҙә сағылдырылған осор, идея-тематик йөкмәткеһе,тел -стиль үҙенсәлектәрен күҙәтеү.Тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү.

Әҙәбиәт теорияһы: риүәйәт,ҡобайыр тураһында төшөнсә.

С.Юлаев “Ағиҙелкәй аға ҡая аралап”,”Йырҙарҙан” (1 сәғәт).

 “Юлай менән Салауат”эпостан өҙөк (1 сәғәт).

М.Иҙелбаев “Төш” (2 сәғәт).

Р.Ғарипов “Салауат батыр” (1 сәғәт).

Әҫәрҙәрҙә Салауат образына дан йырлау,уның тормошон,ижадын һүрәтләү.С.Юлаев- башҡорт халҡының милли батыры һәм данлыҡлы улы идеяһын сағылдырыу.

Әҙәбиәт теорияһы.Шиғыр төҙөлөшө,ритм,рифма,строфа,образ.

Ш. Бабич. «Башҡортостан», «Ялыҡ Бурнаҡ улы» (2 сәғәт).

З.Биишева “Башҡортостан”Н.Нәжми “Башҡортостан” (2 сәғәт).

Шиғырҙарҙа тыуған ергә дан йырлау, уның тәбиғәтен маҡтау идеяһы. Әҙәбиәт теорияһы.Жанр,идея,һүрәтләү,композиция,йәнләндереү.

Б.х.йыры “Ҡурай”,Ҡ.Аралбай “Йомабай ҡурайы” (1 сәғәт).Ҡурай-башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы,уның тарихы,музыка донъяһындағы урыны,символикаһы тураһында мәғлүмәт биреү.

Әҙәбиәт теорияһы.Метафора,эпитет,ҡанатлы һүҙ.

А.Игебаев “Әсәйемә” (1 сәғәт).

Й.Солтанов “Ҡәнәфер сәскәһе” (2 сәғәт).

Р.Ғарипов”Әсәм ҡулдары”,Б.х.ә. “Бер әсәнең зарыҡҡаны” (2 сәғәт).

Әсә һәм бала араһындағы яғымлы, йылы мөнәсәбәттәрҙе сагылдырыу.  Балаларҙың рухи уҫешенә әсәйҙәрҙең йоғонтоһо.Әсәйҙәргә хөрмәт тәрбиәләү.

Ҡ.Даян “Шайморатов генерал”(1 сәғәт).

Ә.Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә” (4 сәғәт).

Т.Килмөхәмәтов. “Турайғыр” (3 сәғәт).

Әҫәрҙәрҙә сағылдырылған осор сағылышы.Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтарҙы һүрәтләү.

Әҙәбиәт теорияһы.Композиция,сюжет,персонаж,образ,сиселеш,кульминация.

Ф.Ғөбәйҙуллина.”Умырзая” (1 сәғәт).

А.Игебаев. “Сыйырсығым”,Р.Назаров “Офоҡтағы ҡояш” (2 сәғәт).

С.Яҡупов. “Ҡарабаш турғай”(1 сәғәт).

Әҫәрҙәрҙә тыуған яҡ тәбиғәтен данлау,уның менән һоҡланыу,уны һаҡлау темаларының сағылышы.

Әҙәбиәт теорияһы.Пейзаж,шиғыр төҙөлөшө.

Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте.

Ғ.Туҡай “Шүрәле” (1 сәғәт).

В.Бианки. “Ҡоторған тейен” (1 сәғәт).

И.Йосопов. “Ҡара бүрек хаҡында һүҙ” (1 сәғәт).

Бәйләнешле телмәр үҫтереү-27 сәғәт

Кластан тыш уҡыу-6 сәғәт

                     Ятлау  өсөн әҫәрҙәр.

Я.Ҡолмой.”Мәктәп”

3. Биишева. «Башҡорт теле».

К.Кинйәбулатова.”Уҡытыусым”.

С.Сараи.”Ике малай бәхәсе”

Ж.Кейекбаев.”Урал тураһында ҡобайыр”(өҙөк)

Ш. Бабич. «Башҡортостан».

Ҡ.Аралбай. “Йомабай ҡурайы”(өҙөк)

Р.Назаров. “Офоҡтағы ҡояш”.

7 класс

Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте                       

М. Ямалетдинов. «Көрәш, кеше!» .

Шиғырҙарҙа йәғмиәтте яңыртып ҡороу, торғонлоҡтан ҡотолоу өсөн көрәшкә саҡырыу идеяһы.

И. Диҡҡәт. «Башҡорт көсө» .

Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Башҡорт ғәскәрҙәренен Сыңғыҙхан ғәскәре менән көрәше. Дошман ҡулына эләккән башҡорт яугирҙарынын, рухи ныҡлығын, ғәҙеллеккә, туғанлыҡҡа, берҙәмлеккә тоғролоғон тасуирлау.Образдарға характеристика.

F. Хөсәйенов. «Ете ырыу», «Алдар батыр ҡиссаһы» .

Яҙыусының биографияһы. әҫәрҙәрҙә  тарихҡа аңлатма биреү, халыҡтың тормош-көнкүрешен, социаль һәм милли-колониаль иҙеугә ҡаршы көрәшен һүрәтләу. Аҡһаҡалдар, ил батырҙары, Алдар батыр образын һүрәтләү. Кире образдар.

Б. Рафиҡов. «Эйәрләнгән ат» (тарихи фараз) .

Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Тарихи фараздың жанр уҙенсәлектәре. Гогервик крепосы тотҡондары Салауат, Юлай Аҙналиндың тормош— көнкүрешен һәм Башҡорт иле — Ҡаратауҙа йәшәгән урман ҡарауылсыһы Аҡмал, ул тәрбиәләп үҫтергән Етембайзың фажиғәле яҙмыштарын һәм һәләкәтен тасуирлау. Образдарға характеристика.

Я. Хамматов. «Төньяҡ амурҙары» романынан өҙөк .

Яҙыусының биографияһы. Романда башҡорт халҡының XIX быуат башындағы тормошон һүрәтләү. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәренен күрһәткән батырлыҡтарын сағылдырыу. Башҡорт яугирҙарының Кутузов менән, немец яҙыусыһы Гете менән осрашыуы. Ҡаһым түрә, Буранбай менән осрашыуҙары.

Башҡорт халыҡ ижады

Халык ижады буйынса IV-V синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Йырҙар.Риүәиәттәр .

Фольклор әҫәренең  бер төрө булыу яғынан йыр. Кешеләрҙең ха- рактерына ҡарап, баштҡорт халыҡ йырҙарының икегә буленеүе. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың бер нисә төркөмгә бүленеүе.

Әҙәбиәт теорияһы. Риүәйәт һәм легендалар тураһында төшөнсә.

Әҙәбиәт теорияһы. Йыр тураһында төшөнсә.

F. Хөсәйенов. «Ҡурай» (үҙаллы уҡыу өсөн).

Композитор Хөсәйен Әхмәтов (үҙаллы уҡыу өсөн).

Сеңләүҙәр.

Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы менән бәйләнгән булыуы, уларҙа элекке башҡорт ҡатын-ҡыҙҙың ауыр яҙмышы, хоҡуғының хәле һәм ризаһыҙлығы сағылышы. Ижтимағи шарттар уҙгәреу менән бергә сецләу жанрының да бөтөүе. Уткән тормоштоң ҡомартҡыһы булыу яғынан сеңләүҙәрҙең әһәмиәте.

«Ерәнсә сәсән» әкиәте . Әкиәттең йөкмәткеһе, Ерәнсә сәсән образы.

С. Юлаев. «Тыуған илем», «Уралым», «Егеткә» .

Салауат Юлаевтың биографияһы. Салауаттың 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорт халҡының батыр юлбашсыһы, Пугачевтың  ярҙамсыһы булыуы. Башҡорт халҡы менән рус халҡы араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға Салауаттың тотҡан урыны.

Салауат — шағир-импровизатор. «Тыуған илем», «Уралым» шиғырҙaрында Тыуған ил матурлығын данлау, Тыуған илгә мөхәббәт хисенең сағылышы.

Әҙәбиәт теорияһы. Импровизация һәм импровизатор тураһында төшөнсә. Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын (сағыштырыуҙар, эпитеттар) ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә.

«Йәнтүрә» хикәйәһе.

Хикәйәнең В. Зефиров тарафынан яҙып алыныуы. 1812 йылдағы Ватан һуғышында башҡорт ҡатын-ҡыҙының ҡанашыуын курһәтеү. Йәнтурә, Аҫылбикә образдары. Уларҙың ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, һуғышта үҙ-үҙеңде аямау сифаттары.

Предмет-ара бәйләнештәр. Тарих. Е. Пугачев, Салауат Юлаев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы. 1812 йылғы Ватан hyғышы, был һуғышта башҡорт атлыларының батырлыҡтары хаҡында әңғәмә.

Сәнғәт. «Салауат Юлаев» кинокартинаһы хаҡында әңғәмә; А. Кузнецовтың «Салауаттан яуап алыу» картинаһы.

М. Аҡмулла. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк», «Дуслыҡ», «Нәфсе», «Аттың ниһен маҡтайһын?» «Өлгөр һүҙ».

Аҡмулланың биографияһы. Шиғырҙарҙа сағылдырылған осор, мораль-этик проблемалар.

М. Ғафури. «Үҙем һәм халҡым», «Мин ҡайҙа», «Гөлдәр баҡсаһында».

Яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы. Шиғырҙарҙа хеҙмәткә дан йырлау, хеҙмәт кешеләренең генә маҡтауға лайыҡлы булыуын күрһәтеү.  Шиғырҙарҙың тәрбиәуи әһәмиәте.

Әҙәбиәт теорияһы. Шиғыр төҙөлөшө тураһындағы төшөнсәне (строфа, ритм, рифма) ҡабатлау, тәрәнәйтеү. Лирик һәм эпик әҫәрҙәр тураһында төшөнсә.

Ш. Бабич. «Салауат батыр», «Зәки - Башҡортостан терәге», «Ҡурайкайга» шиғырҙары .

Шәйехзада Бабичтың биографияһы. «Салауат батыр» шиғырында батырға хас сифаттарҙы данлау, ул ҡалдырған аманатҡа тоғролоҡ идеяһын сағылдырыу.

«Ҡурайҡайға» шиғырында ҡурай образы аша башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен, данлы тарихын, тәбиғәтен, моң-зарын тасуирлау.

Д. Юлтый. «Тимеркәй фәлсәфәһе» .

Д. Юлтыйҙың ҡыҫҡaca биографияһы.V синыфта үтелгән «Бәләкәй Ҡотош» хикәйәһен ҡабатлау. «Тимеркәй фәлсәфәһе» хикәйәһенең йөкмәткеһе. Әҫәрҙә ябай кешенең фажиғәле яҙмышын, эске донъяһын, уй -кисерештәрен сағылдырыу. Тимеркәй образы. Уның донъя тураһындағы  уй-тойғоларын, һуғышҡа  ҡаршы протесының  үҫә барыуын кәүҙәләндереү. Сәми образы. Ауыл  байы "Котлояр образында кешелекһеҙлек  һыҙаттарын  күрһәтеү.

Рәссам Ҡасим Дәүләткилдиев.

Әҙәбиәт теорияһы. Лирик һәм эпик  әҫәр тураһында төшөнсәне ҡабатлау.

Һ. Дәүләтшина. «Айбикә» .

Яҙыусының биографияһы. «Айбикә» хикәйәһендә ауылдарҙы социалистик нигеҙҙә үҙгөртеп ҡороу өсөн алып барылған көрәш, был көрәштә әүҙем ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙ образын һүрәтләү. Хикәйә теленең байлығы. Образдарға характеристика.

Әҙәбиәт теорияһы. Әҙәби әҫәрҙәрҙә образ, персонаждарҙың характерын асыу саралары тураһында төшөнсә (герой тураһында автор ҡылыҡһырламаһы һәм геройҙарҙың эше, телмәре менән үҙ-үҙен ҡылыҡһырлауы).

Портрет тураһында төшөнсә. Повесть тураһында төшөнсә. Юмор һәм сатира.

Р. Ниғмәти. «Йәмле Ағиҙел буйҙары» .

Шағирҙың биографияһы.

«Йәмле Ағиҙел буйҙары» поэмаһы. Ағиҙел образында башҡорт халҡының данлы тарихи үткәндәрен, ауыр яҙмышын, үҙ азатлыгы өсөн быуаттар буйы көрәшеүе һәм бәхетле тормошҡа сығыуына ышанысын тасуирлау. Поэманың художестволы үҙенсәлектәре. Халыҡ ижады традициялары.

Әҙәбиәт теорияһы. Поэма тураһындағы төшенсәне ҡабатлау. Лиро- эпик поэмаларҙың үҙенсәлектәрен күрһәтеү.

Сәнғәт. А. Лежнев. «Салауат отрядының Пугачев менән осрашыуы»; F. Мостафин. «М. Ғафури Ағиҙел ярында»; С. Фадеев. «Йәмле Ағиҙел буйҙары»; 'Ҡ. Дәүләткилдиев. «Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ»; И. Убрядов. «В. И. Чапаев дивизияһы Ағиҙел  аша сыға»; А. Лопухов. «Петроградҡа»; Р. Нурмөхәмәтов. «А. П. Чехов Башҡортостанда»; Б. Ежов. «Тыуған Урал өсөн»; Ә. Лотфуллин. «Ауылда байрам. 30-сы йылдар»; В. П. Пустарнаков. «Ағиҙел буйҙары»; Р. Ишбулатов. «F. Сәләм портреты».

Рәссам Әхмәт Лотфуллин .

М. Кәрим. «Айгөл иле» драмаһы.

Яҙыусы тураһында биографик белешмә. «Айгөл иле» драмаһының йөкмәткеһе, темаһы, идеяһы. Драмалағы Айгөл, Ричард Галин, Йәғәфәр образдарында халыҡҡа хас гүзәл сифаттарҙың сағылышы. Драманың художестволы үҙенсәлектәре.

Әҙәбиәт теорияһы. Драма тураһында төшөнсә. Сюжет һәм уның элементтары тураһында.

Р. Өмөтбаев. «Атлы башҡорт» .

Әҫәрҙә Ватан һуғышы осорондағы һуғыш ваҡиғаларын, батыр яугирҙар һәм ат образын тасуирлау.

Ятлау  өсөн әҫәрҙәр:

Башҡорт халыҡ йырҙары: «Урал», «Салауат», «Азамат», «Илсе Faйca», «Ҡолой кантон».

С. Юлаев. «Тыуған илем», «Уралым».

М. Ғафури. «Мин ҡайҙа?», «Үҙем һәм халҡым», «Гөлдәр баҡсаһында».

Аҡмулла. «Аттың ниһен маҡтайһың?»

h. Дәуләтшина. «Айбикә» хикәйәһенән өҙөк.

М. Кәрим. «Айгөл иле» драмаһынан өҙөк (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Р.Ниғмәти. «Йәмле Ағиҙел буйҙары» поэмаһынан өҙөк.

Р. Өмөтбаев. «Атлы башҡорт»әҫәренән өҙөк.

 Кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр:

М. Ғафури. «Тормош баҫҡыстары».

С. Агиш. «Әхмәҙулла».

З. Биишева. «Салауаттың  һуңғы монологы».

Д. Буләков. «Килмешәк».

8 класс

Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте

Ә. Моратов. «Башҡортлоҡ». Р.Бикбаев. «Берләшегеҙ,бөтә донъя башҡорттары!»  шиғырҙары.

Шиғырҙарҙа халыҡ характерына хас ыңғай сифаттарҙы сағылдырыу, халыҡты йәмғиәтте яңыртыуға, демократик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороуға, был көрәштә берҙәмлеккә саҡырыу идеяһы.

Ҡобайырзар.

Башҡорт халыҡ поэзияһының эпик жанры — ҡобайыр. Унда халыҡтың фантазияһы, тапҡыр аҡылы һәм тормош тураһында фәлсәфәһе сағылышы. Уның сәсәндәр тарафынан ижад ителеүе. 'Ҡобайырҙарҙа, нигеҙҙә, XVI-XVIII быуаттарҙағы ваҡиғаларҙың сағылышы.

Әҙәбиәт теорияһы. Ҡобайыр тураһында төшөнсә. Жанр үҙенсәлеге, шиғыр төҙөлөшө. Әйтеш тураһында.

Шафиҡ Әминев-Тамъяни. «Урал», «Башҡорт бабаларының тарихы».

Сәсәндең биографияһы.

«Урал», «Башҡорт бабаларының тарихы» шиғырҙарында үҙе йәшәгән ырыуы, Тыуған илен һаҡлаған ир-егеттәрҙе данлау.

Мөхәммәт пәйғәмбәр. «Ҡөрьән китабы».

Хәҙистәр тураһында.

Р. Бикбаев. «Хәҙистәр».

Ғ. Ибраһимов. «Кинйә» (романдан өҙөк). Романда сағылдырылған осор, социаль-тарихи шарттар, халыҡ тормошо һәм көрәшенең сағылышы.

Б. Бикбай. «Ер», «Ҡаһым түрә» .

Яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы. «Ер» поэмаһында халыҡтың азатлыҡ өсөн быуаттар буйы алып барған көрәшен һәм азатлыҡ яулауын һүрәтләү. Лирик герой образы. Поэманың художество,композиция үҙенсәлектәре.

Әҙәбиәт теорияһы. Художестволы әҫәрҙең, композицияһы тураһында

төшөнсә" Драмала башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан  һуғышында ҡатнашыуын кәүҙәләндереү. Драманың идея йөкмәткеһе. Рус  халҡы менән башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡты сағылдырыу.

Әҙәбиәт теорияһы. Драма тураһындағы төшөнсәне ҡабатлау, тәрәнәйтеү.

Предмет-ара бәйләнештәр. 1812 йылғы Ватан һуғышы. Унда башҡорт ғәскәрҙәренең батырлыҡтары хаҡында тарихи мәғлүмәттәр биреү.Сәнғәт. «Башҡорттар Гамбургта», «Башҡорттар Дрезденда» гравюраларының репродукциялары.

F. Сәләм. «Шоңҡар» .

F. Сәләмдең биографияһы.

«Шоңҡар» поэмаһының темаһы, идея йөкмәткеһе. Әҫәрҙә кешенең яңынан тыуыу темаһы. Төп образдар (Әхмәт, Гөлнур, шағир, архитектор, капитан, Миньян образдары). Композиция үҙенсәлектәре, теленең образлылығы, байлығы.

Әҙәбиәт теорияһы. Поэтик синтаксис (риторик hopay, риторик өндәү) тураһында төшөнсә.

3. Биишева «Һөнәрсе менән Өйрәнсек».

Яҙыусының биографияһы.

«Һөнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Һөнәрсе менән Өйрәнсек образдары, художестволы эшләнеше.

Әҙәбиәт теорияһы. Хикәйәт тураһындағы төшөнсәне нығытыу, тәрәнәйтеү.

М. Кәрим. «Үлмәҫбай» поэмаһы.

Яҙыусының биографияһы.

«Үлмәҫбай» поэмаһы. Әҫәрҙә башҡорт яугирҙарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын кәүҙәләндереү. Поэманың идея йөкмәткеһе. Халыҡ ижады алымдарын оҫта файҙаланыу. Юмор һәм сатираны һуғыш картиналарын һәм башҡорт яугирҙарындағы хәрби традицияларға тоғролоҡ, уларҙы яңы шарттарҙа үҫтереүҙе сағылдырыу өсөн оҫта файҙаланыу . Поэманың оптимистик рухта булыуы, юмористик алымдарҙың әһәмиәте.

Әҙәбиәт теорияһы. Лиро-эпик поэмаларының үҙенсәлектәре тураһында.

Н.Мусин. «Йыртҡыс тиреһе» романынан өҙөҡ.

Әҫәрҙә Һолтанбайҙың, ауыр яҙмышы. Йәмғиәттә хөкөм һөргән шәхес культы осоро эҙемтәләрен, заманыбыҙҙың законһыҙлыҡ, шәфҡәтһеҙлек күренештәрен, фажиғәлөрен тасуирлау.

Р.Ғарипов. «Урал йөрәге», «Аманат», «Уйҙарым», «Кеше ғүмере» .

Шағирҙың биографияһы. Заман һулышы менән  һуғарылған  «Һүҙем бар», Урал йөрәге» шиғырҙында тыуған Башҡортостан, уның тарихын, бөгөнгөһөн һүрәтләү.

«Кеше ғүмере» шиғырҙарында кешенең оло йәнлелеген, кешелеклелеген рухи матурлығын сағылдырыу, гуманлыҡҡа саҡырыу.

Ғ. Хөсәйенов. «Һуңғы тарпан» .

Хикәйәттә ҡырағай аттар — тарпандарҙың ҡырып бөтөрөлөүен күрһәтеү. Кейек - хайуандарға, аттарға рәхимле булырға, уларҙы яҡларға өндәү.

Әҙәбиәт теорияһы. Әйләнмә композицион сара.

Р. Бикбаев. «Башкортостан бында башлана», Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда», «Дауыл», «Барып етһен ине хаттарым», «Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта» .

Шиғырҙарҙа тыуған ергә мөхәббәт, уның  именлеге, тәбиғәтте һаҡлау, халыҡ яҙмышы өсөн борсолоу, кешеләр араһындағы дуҫлыҡ, тормошҡа  әүҙем мөнәсәбәт проблемалары.

Т. Ғиниәтуллин. «Мәтрүшкә еҫе», “Әсә һәм бала” әҫәре.

Әҫәрҙә ябай кешеләрҙең күңел күркәмлеген, эске донъяынын, сафлығын курһәтеү. Хәбибулла образы.

«Әсә һәм бала» хикәйәһендә әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәттәрҙе  сағылдырыу.Әҫәрҙең  йөкмәткеһе, образдары.

Н. Нәжми. «Башҡортостан», «Аҡ шишмә».

Тыуған Ер - әсәгә һөйөү тойғоһон сағылдырыу. Лирик герой образы.

Ҡ. Аралбаев. «Беҙ — кеше».

Ә. Әминев. «Ҡытай-город» .

Әҫәрҙең йөкмәткеһе, төп образдары.

Р. Камал. «Таня-Таңһылыу». Әҫәрҙән өҙөк .Йөкмәткеһе, образдары, шәфҡәтлелеккә саҡырыу.

X. Назар. «Башҡортостан — минең баш йортом», «Аҡҡа табыныу», «Дауа» . Шиғырҙарҙа ил, телде башҡорт йырын данлау, изгелеккә, күңел сафлығына саҡырыу.

Китап хакында хикәйәт .Китап кешелек хәтере. Китап турында халыҡ. Башҡорт китабы.

Әҙәбиәт теорияһы буйынса алынған төшөнсәләрҙе ҡабатлау һәм системалаштырыу.

Ятлау  өсөн әҫәрҙәр:

«Ай, Уралым, Уралым».

Б. Бикбай. «Ер» поэмаһынан өҙөк.

F. Сәләм. «Шоңҡар» поэмаһынан өҙөк.

М. Кәрим. «Йәшәйһе бар».

Р. Назаров. «Йәшен», «Йөрәк», «Fүмep»(һайлап).

3. Биишева. «Һөнәрсе һәм Өйрәнсек» әҫәренән өҙөк.

Р. Ғарипов. «Урал йөрәге», «Аманат», «Уйҙарым» (һайлап).

Р. Бикбаев. «Башкортостан бында башлана».

Кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр:

      С. Юлаев шиғырҙары (йыйынтығы), Салауат тураһында башҡорт халыҡ йырҙары һәм художестволы әҫәрҙәрҙән өҙөктәр.

Р. Ниғмәти. «Ағиҙел ярында».

С. Кулибай. «Күңелле хикәйәләр», «Яҙһылыу».

Б. Бикбай. «Тере шишмәләр».

М. Кәрим. «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ», «Ярлыҡау».

       Биишева. «Уйҙар, уйҙар...», «Мөхәббәт һәм нәфрәт».

Ж. Кейекбаев. «Туғандар һәм таныштар».

Я. Хамматов. «Башҡорттар китте һуғышҡа».

Ә. Атнабаев. «Тыуған тупраҡ», «Мөхәббәт юлы».

Р. Сафин. «Яҙҙар көтәм».

Ф. Рәхимғолова. «Тамсылар йырлай».

       Ә.Хәким. «Ҡош юлы».

     С. Айытматов. «Беренсе уҡытыусы», «Аҡ пароход».

      Ә. Вәлиди. «Хәтирәләр».

      F. Ибраһимов. Кинйә.

Н. Мусин. «Мәңгелек урман».

Н.        Нәжми. «Атай йорто», «Тарафтар».

Р. Fapипов. «Минең, антологиям», «Алырымҡош менән Бирмәмҡош».

F. Дәуләди. «Мөхәббәт ғазабы».

Й. Солтанов. «Ҡырҡбыуын».

М. Ғәли. «Ак ямғыр», «Ҡояшлы шишмә».

       Ҡ. Аралбай. Поэмалар.

Р. Бикбай. «Яҙмышым», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ».

X. Назар. «Асманға ашыу».

Ф. Туғыҙбаева. «Фатихамды бирәм һиңә».

Б. Ноғоманов. Дәүер шаңдауҙары.

9 класс

Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте.

               Художестволы әҙәбиәт- һүҙ  сәнғәте

Әҙәбиәттең эстетик тәрбиә биреүҙәге әһәмиәте.Әҙәбиәттең тормош менән бәйләнеше.Башҡорт  әҙәбиәтендә-халыҡ тормошоноң элекке замандарҙан алып бөгөнгәсә тиклем сағылышы. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы.

       Башҡорт халыҡ ижады.

Халыҡ ижады тураһында түбән синыфтарҙа үтелгәнде иҫкә төшөрөү.Әкиәт,мәҡәл,йомаҡ,йыр,таҡмаҡ,легенда,риүәйәт,ҡобайыр жанрҙарын ҡабатлау.Халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәттең бәйләнеше.Улар араһындағы уртаҡлыҡ һәм айырма.Ауыҙ-тел ижадының яҙма әҙәбиәт үҫешендәге роле.

Башҡорт халыҡ ижадының традицион жанрҙары.Башҡорт ҡарһүҙҙәре.Йола поэзияһы.Йырҙар,бәйеттәр,риүәйәттәр,көләмәстәр.Халыҡ хәтер һәм халыҡ институты төшөнсәһе.

Башҡорт халыҡ эпосы һәм ҡобайырҙар.  “Урал батыр” эпосы.

Ҡобайыр жанрына төшөнсә.Ҡобайырҙың формалары һәм төркөмдәре.Һүҙлек өҫтөндә эш.Эпоста күтәрелгән философик, педагогик  һәм әхлаҡ-этик проблемалар.Урал һәм Шүлгән образдары.Ҡобайырҙың художестволы үҙенсәлектәре.

“Иҙеүкәй  менән Мораҙым” эпосы.

Һүҙлек өҫтөндә эш. Эпостың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.Һүрәтләнгән нуғай тарихи осорона характеристика биреү.Әҫәрҙә күтәрелгән проблемалар: азатлыҡ өсөн көрәш,ата менән ул мөнәсәбәттәре.Аҡһаҡал Һабрау образы.Эпостың композицияһы,поэтикаһы , стиле.

Боронғонан алып 18 быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте.

Руник төрки ташъяҙмалар.М.Ҡашғари һүҙлеге.Боронғо әҙәби ҡомартҡылар.Боронғо әҙәбиәттең дини һәм ярым донъяуи-дидактик характерҙа булыуы.

Ҡол Ғәли.” Ҡиссаи Йософ”. Ҡиссаның идея-тематик йөкмәткеһе.Әҫәрҙә ата менән балалар мөнәсәбәте,, байлыҡ шөһрәт,көнсөллөк күренештәрен асыу.

Йырауҙар һәм сәсәндәр.Йырау тураһында төшөнсә.Һабрау, Асан Ҡайғы,Ҡаҙтуған, йырауҙарҙың тормошо һәм ижады,уларҙың һүҙ оҫтаһы  һәм  музыкаль  һәләттәре   хаҡында мәғлүмәттәр, риүәйәттәр.Сәсәндәрҙең йыраусылыҡ традицияларын дауам итеүе.Ҡобағош сәсәндең тормошо һәм ижады.Ҡарас сәсән.Тормошо тураһына риүәйәт.” Аҡшай  батыр менән әйтешкәне”.

Ерәнсә сәсән.Байыҡ сәсән.Тормош юлы һәм ижади эшмәкәрлектәре.”Ерәнсә сәсәндең Әбелхайыр  ханға әйткәне” әҫәренең идея- тематик , эстетик йөкмәткеһе.Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны  Бохар  менән әйтешкәне.Салауатҡа һамаҡлап әйткәне.Уның тураһында көләмәстәр.Буранбай- Йәркәй сәсән.Биографияһы.Уның ҡурайсылыҡ һөнәре һәм үҙе ижад иткән йырҙары.

Ишмөхәмәт сәсән.Ғабит сәсән.Биографиялары, ижадтары. Сәсәндәр ижадында фольклор  һәм әҙәбиәт традицияларының сағылышы  һәм берләшеүе.

Салауат Юлаев.Яугир-шағирҙың  тормошо һәм ижады.Уның шиғырҙарының һаҡланыу тарихы.Әҫәрҙәренең тематикаһы һәм идея йүнәлеше.Тыуған илде,туған тәбиғәтте һөйөү(“Һандуғас”,”Тирмәмдә”,“Мөхәббәт һәм ғәйлә”,“Зөләйха”) тураһындағы лирик шиғырҙары.Әҙәбиәт теорияһы.Тарихи шәхес һәм әҙәби герой , тарихи ваҡиға  һәм художестволы әҫәр тураһындағы төшөнсә.

Салауат поэзияһында азатлыҡ өсөн көрәш, батырлыҡ мотивтары.( “Уҡ”, “Яу”,, “Егеткә”).

Әҙәбиәт теорияһы.Тарихи шәхес һәм әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм худ-лы әҫәр тур-да төшөнсә.

А.Лежневтың “Салауатты ҡулға алыу “ картинаһы буйынса ижади эш.

18 быуат әҙәбиәте.Т.Ялсығол-әл-Башҡорди.

Биографияһы.Әҙәби һәм мәҙәни эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр. “Тарихнамә-и-Болғар” ҙың идея- тематик йөкмәткеһе.Әҫәрҙең тәүарих жанрында яҙылыуы.Әй ырыуы шәжәрәһе.

Ғәбдрәхим Усман.

Тормошо һәм ижады.”Заман уҡымышлылары”, “Заманының мөһим хәлдәре китабы” дидактик йыйынтыҡтарының тематикаһы,жанрҙары.Тәржемә әҫәрҙәре.

Ғ.Соҡорой.Биографияһы. “Тәүарих-и-Болғария” әҫәре һәм шиғырҙарының идея-тематик йөкмәткеһе.

М.Аҡмулла.Шағирҙың тормош юлы һәм ижады.Ҡаҙаҡ далаларында,ҡаҙаҡ балаларын уҡытыуы.Туҡһанбай ауылындағы музейы.

Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Уяныу”, шиғырҙарында мәғрифәткә өндәү.

Аҡмулланың ижадында –Көнсығыш , башҡорт, ҡаҙаҡ фольклор  традициялары.Уның ҡаҙаҡ,татар поэзияһы үҫешенә йоғонтоһо.Аҡмулла образы әҙәбиәттә һәм сәнғәттә.

М.Өмөтбаев.Әҙиптең тормош юлы һәм ижады.Ғилми –ағартыу  эшмәкәрлеге.Шағирҙың тарих,этнография,фольклор өлкәһендәге хеҙмәттәре, тәржемә әҫәрҙәре.

“Йомран иле”,” Ҡайыш менән йүкә”,  “ Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы” шиғырҙарының идея- тематик йөкмәткеһе,әһәмиәте.

Р.Фәхретдин.Тормошо һәм ижады.Ваҡытлы матбуғат,мәғариф, өлкәһендәге эшмәкәрлеге.

“Сәлимә”,  “Әсмә” повестарының идея- тематик йөкмәткеһе.Мәғрифәтселек ҡараштарының бирелеше.Ыңғай образдар.Кире образдар. Повестарҙың жанр үҙенсәлектәре, теле, стиле,детектив элементтары.

С.Яҡшығолов.Тормош юлы һәм ижады.Дини эшмәкәрлеге.Шиғырҙарының  идея –тематик йөкмәткеһе.

“Башҡорт хәлдәре”, “Дим буйы”, “ Башҡорт ағаларыма хитап” шиғырҙарында  башҡорттарҙың хәле , ер мәсьәләләре,мәғрифәт, эше тураһында  уйланыуҙары.Мәҫәлдәр.

Ф.Сөләймәнов.Биографияһы.Ижады.

“Йәйләүҙе һағынғанда”, “Батыр”, “ Башҡорт моңо”.Һүҙлек өҫтөндә эш.Шиғырҙарҙың  идея- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.

“Тимербай ҡурайсы” хикәйәһенең йөкмәткеһен үҙләштереү.Темаһын , идеяһын асыу.План төҙөп , һөйләргә өйрәнеү.

“Салауат батыр” пьесаһында азатлыҡ идеяһы.Пьесаның идея- тематик йөкмәткеһе.Образдарға характеристика.Ролләп уҡыу. Салауат образын кәүҙәләндергән тәүге пьеса булараҡ әһәмиәте.

М.Ғафури.Тормош юлы һәм ижады.М.Ғафури поэзияһының идея-тематик йөкмәткеһе.”Себер тимер юлы йәки милләтең хәлдәре”ндә мәғрифәтселек традицияларының үҫтерелеүе.

“1906 йылдан 1907 йылға васыят” шиғырында азатлыҡты данлау, батшалыҡты тәнҡитләү.Әҙиптең Октябрь революцияһы,граждандар һуғышы йылдарындағы ижадында революцион көрәш идеалдарының сағылышы.”Хөрриәт”, “Аждаһа”, “Ант”.

20-се йылдар ижады. “Бир ҡулыңды”,” Гөлдәр баҡсаһында”, “Яңы көстәр” шиғырҙарында хеҙмәт,яңы тормош, яңы кеше образы.

“Шағирҙың алтын приискаһында” автобиографик характерҙағы повесы.Темаһын,идеяһын асыҡлау.Шәкерттәрҙең ауыр тормош шарттарында ла белемгә ынтылыуы.Сибәғәт бабайға ,ҡарауылсы ҡарт, алтын тапҡан эшсе, ҡаҙаҡ егеттәре образдарына  тулы характеристика.Закир һәм Шакир Рәмиевтар,управляющийҙар,штейгерҙарҙың эрелеген, тупаҫлығын фашлау.

Ш.Бабич.Тормош юлы һәм ижады.” Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыуы.Ижтимағи әшмәкәрлеге.Ш.Бабич һәм З.Вәлиди.

Шағирҙың программаһы әһәмиәтендәге “ Халҡым өсөн”,  “Кем өсөн ?”халыҡҡа теләктәшлек сағылған шиғырҙары  “Ярлы, меҫкен,ҡыҙғаныс”, “ Бай һәм ярлы” шиғырҙары.

Ш.Бабич-сатирик.” Ҡандала” балладаһы.”Ғазазил” поэмаһы һәм “ Китабеннас” тигән эпиграммаларының идея- тематик йөкмәткеһе.

”Салауат батыр”, “Көтмәҫтән”, “Яҙғы йыр” шиғырҙарында Башҡортостандың тарихын, бөгөнгөһөн һәм киләсәген һүрәтләү.

Шиғыр төҙөлөшө һәм әҙәби мираҫ төшөнсәләрен нығытыу.Шиғырҙа ритм һәм рифма.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

Ятлау өсөн әҫәрҙәр:

“Урал батыр” эпосынан өҙөк  ( һайлап ятлау)

С.Юлаев. Яу. Уҡ. Егеткә.

М.Аҡмулла. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк. Инсафлыҡ.Тиһеңме?

Ш. Бабич. Халҡым өсөн. Кем өсөн? Салауат батыр.

Кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр:

Башҡорт халыҡ ижады.Эпос.1-се китап.Өфө.1973.III,IV томдар.

Салауат Юлаев шиғырҙар.Йырҙар.Рәсми ҡағыҙҙар.Өфө.1994.

Ш.Бабич. Беҙ үҙебеҙ-башҡорттар.Өфө,1994.

М.Аҡмулла шиғырҙар.Өфө,1984.

5.Тематик планлаштырыу

п/п

Дәрестең темаһы

План буйынса үткәреү ваҡыты

Фактик үткәреү ваҡыты

 

Иҫкәрмәләр

1

Ф.Ғөбәйҙуллина ”Башҡортостан флагы”

01.09.

Әҫәрҙе тасуири итеп уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә. Текст буйынса һорауҙар әҙерләргә, һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнергә.

2

С.Әлибаев”Мәктәп юлы ”, Я.Вәлиев”Беренсе көн”

05.09

Хикәйәне тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә. Текст буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуаптар бирергә әҙерләнергә. Хикәйәнең тема һәм идеяһын асыҡларға.

3

Я.Ҡолмой ”Мәктәп”,Р.Фәхретдин”Мәктәп”

07.09

Әҫәрҙәрҙе тасуири уҡырға һәм йөкмәткеләрен үҙләштерергә. Таныш булмаған һүҙҙәрҙе асыҡларға һәм мәғәнәләрен үҙләштерергә. Яҙыусының биографияһы һәм ижады тураһында материалдар һайларға

4

З.Биишева”Башҡорт теле”

08.09

Яҙыусының тормош юлы һәм ижады тураһында аңларға. Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә. Текст буйынса һорауҙар әҙерләргә, һорауҙарға яуаптар бирергә өйрәнергә. Туған телдең кәрәклеген, уның матурлығын аңларға. «Башҡорт теле» шиғырын яттан тасуири һөйләргә өйрәнергә. Класта «Атам теле, әсәм теле - минең телем» темаһына диспут ойошторорға. Шиғырҙың теленә иғтибар итергә.

5

Ҡ.Аралбай  ”Башҡорт ҡоролтайына”

14.09

Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеләрен үҙләштерергә, темаларын һәм идея йөкмәткеләрен асыҡларға. Текст буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнергә, аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табырға, ул һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатыуҙы ойошторорға.

6

Р.Бикбаев ”Халҡыма хат”(Поэманан өҙөк)

15.09

Поэманан өҙөктө тасуири итеп уҡырға, йөкмәткеләрен үҙләштерергә. Текст  буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуаптар әҙерләргә. Әҫәрҙең лирик геройын асыҡларға һәм характеристика бирергә, шиғырҙа автор позицияһын асыҡларға, әҫәрҙә ҡуйылған проблемаларға шәхси мөнәсәбәтте сағылдырыуҙы асыҡларға һәм уҡыусыларҙың мөнәсәбәтен билдәләргә

7

К.т.у.Р.Низамов “Икмәк тәме”

19.09

Текст буйынса һорауҙар төҙөргә, уларға яуап бирергә әҙерләнергә. Әҫәрҙең темаһы һәм идеяһы нимәлә булыуын билдәләргә. Уҡыусыларҙың китап уҡыуын тикшереү бурысын хәл итергә. «Минең яратҡан китабым» темаһына инша яҙырға. Уҡыусыларҙың иншаларында хаталарҙы табырға, уларҙы бөтөрөү маҡсатында күнегеүҙәр эшләүҙе ойошторорға

8

Г.Юнысова”Ер улына”

21.09

Шиғырҙың темаһын һәм идея йөкмәткеһен билдәләргә, тексы буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнергә.

9

Д.Бүләков”Ҡара икмәк”

22.09

Хикәйәне тасуири итеп уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә. Текст буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуаптар бирергә әҙерләнергә. Хикәйәнең темаһын һәм идеяһын билдәләргә. Хикәйәнең планын төҙөргә, план буйынса йөкмәткеһен һөйләргә. Хикәйәлә ҡуйылған проблемаларға шәхси мөнәсәбәтте сағылдырырға

10

Б.т.ү.Изложение “Ҡара икмәк ниңә көс бирә?”

26.09

Бирелгән текст буйынса  план төҙөү,эҙмә-эҙлекле итеп изложение яҙырға, һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлы ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү

11

Б.т.ү. Изложение “Ҡара икмәк ниңә көс бирә?”

28.09

12

 Б.т.ү.Телмәр типтары.

29.09

Башҡорт телегең телмәр типтары, уларҙың үҙенсәлектәрен айыра белергә.Төрлө телмәр тибына текст төҙөргә өйрәнеү.

13

Ф.Чанышева ”Икмәк еҫе”

03.10

Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә

14

Ә.Вахитов.”Өс бөртөк бойҙай”.

05.10

Хикәйәне  тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә, темаһын һәм идеяһын билдәләргә, әҫәрҙә сағылдырылған осорҙо асыҡларға. Текст буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуаптар бирергә әҙерләнергә.

15

Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе.

06.10

«Өс бөртөк бойҙай» хикәйәһенең композиция ҡоролошон анализларға. Хикәйәнең планын төҙөргә, план буйынса йөкмәткеһен һөйләргә.

16

“Өс бөртөк бойҙай”әҫәрендә образдар системаһы.

10.10

Хикәйә геройҙарына шәхси ҡарашты күрһәтергә. Төп геройҙарға характеристика бирергә, уларҙың эштәренә баһа бирә белергә

17

Б.т.ү.Хикәйә тураһында.

12.10

Хикәйә жанры тураһында мәғлүмәт,кескәй хикәйә төҙөү. Художестволы образдың метафорик тәбиғәтен аңлатырға, уның дөйөмләштереү һәм һүҙ образдарында баһалау мәғәнәһен аңлатырға. 

18

Үтелгәндәр буйынса тест һорауҙарына яуап алыу

13.10

Үҙ аллы эш башҡарыу.Алған белемде практик рәүештә ҡулланыу.

19

Халыҡ һүҙен ташлама

17.10

Мәҡәлдәрҙе һәм әйтемдәрҙе айыра белергә. Һөйләшеүҙә һәм яҙма текстарҙа йомаҡтарҙы, мәҡәлдәрҙе һәм әйтемдәрҙе киң файҙаланырға. Ҡайһы бер мәҡәлдәрҙең, әйтемдәрҙең йөкмәткеһенә тап килтереп миниатюр инша яҙырға.

20

“Урал батыр”әкиәтендә батырлыҡ темаһы

19.10

Башҡорт халыҡ эпостарын таный белергә. Эпостарҙы әкиәттәрҙән, легендаларҙан айыра белергә. Уларҙың үҙенсәлектәрен аңларға, сәсмә формаларҙың шиғыр юлдары менән аралашып килеүе. Башҡорт халҡының ижадында эпостарҙың күп булыуы нимә тураһында һөйләгәнен белергә. «Урал батыр» эпосының кәмендә меңгә яҡын юлын ятҡа һөйләй белергә.

21

Б.т.ү“Урал батыр”.Тәбиғәтте һүрәтләү.

20.10

Текста төрлө төрҙәге художестволы образдарҙы асыҡларға (кеше образы, тәбиғәт образы, йыл миҙгеле образы, хайуандар образы, ваҡиғалар образы, предмет образы).

22

Батырҙар тураһында әкиәттәр.

24.10

Художестволы образдың метафорик тәбиғәтен аңлатырға, уның дөйөмләштереү һәм һүҙ образдарында баһалау мәғәнәһен аңлатырға

23

“Ҡариҙел” легендаһы.Легенда тураһында

26.10

Төбәккә хас булған легендаларҙы, риүәйәттәрҙе яҙып алырға һәм класта уҡып ишеттерергә

24

Бәйеттәр.Герман һуғышы бәйеттәре

27.10

Бәйеттәрҙең барлыҡҡа килеүе, уларҙың дини характерҙа булыуы. Бәйеттәрҙе тасуири уҡырға һәм йөкмәткеһен ҡабул итергә.

25

“Дон далаларында”  бәйете

01.11

Ошо төбәктең бәйетселәрен һәм ниндәй бәйеттәр таралғанын асыҡларға. Яҙма журнал өсөн иң яҡшыларын һайлап алырға

26

Б.т.ү. Изложение “Хикмәтле ҡабаҡ”

07.11

27

Б.т.ү. Изложение “Хикмәтле ҡабаҡ”

09.11

28

Таҡмаҡтар тураһында.”Егеттәр”

10.11

Таҡмаҡтарҙың ритмына һәм көйөнә иғтибар итергә. Мәктәп, уҡыусылар араһында таралған таҡмаҡтарҙы яҙып алырға һәм дәрестә йырлап ҡарарға. Класс тормошона арналған таҡмаҡтар сығарып ҡарарға

29

К.т.у. М.Минһажетдинов “Өләсәйҙән әсәйгә…минән һеҙгә”

14.11

Уҡыусыларҙың китап уҡыуын тикшереү бурысын хәл итергә.

30

Б.т.ү. Инша. Автобиография

16.11

31

К.Кинйәбулатова”Уҡытыусым!”

17.11

Шағирәнең тормош юлы һәм ижады. Шиғырҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә, һәр тексы буйынса һорауҙар төҙөргә, шул һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнергә.

32

Л.Яҡшыбаева”Уҡытыусы-ул белем биреүсе лә,икенсе әсәй ҙә…”

21.11

Өҙөктө тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә. Әҫәрҙең темаһын һәм идея йөкмәткеһен билдәләргә. Текст буйынса һорауҙар әҙерләргә, һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнергә. Уҡытыусы образына характеристика бирергә. Йөкмәткеһен һөйләргә.

33

Р.Шаммас”Уҡытыусыға”

23.11

Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеләрен үҙләштерергә. Уларҙың темаһын һәм идея йөкмәткеһен билдәләргә. Текст буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуап бирергә.

34

Ф.Иҫәнғолов”Уҡытыусы Ғүмәров”

24.11

Хикәйәләрҙе тасуири уҡырға, йөкмәткеләрен үҙләштерергә. Хикәйәләрҙең тексы буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнергә. Хикәйәләрҙең образдары, уларға сағыштырма характеристика бирергә.

35

Б.т.ү.Х.С.Фазыловтың  “Халыҡ уҡытыусыһы” картинаһы буйынса  эш

28.11

План буйынса хикәйә төҙөргә, үҙ фекереңде, позицияңды дәлилләргә

36

Б.т.ү.Инша”Уҡытыусым тураһында һүҙем”

30.11

37

Б.т.ү.Инша”Уҡытыусым тураһында һүҙем”

01.12

38

Яҙма ҡомартҡыларыбыҙ.

05.12

Боронғо текстың йөкмәткеһен ҡабул итеү. Тәржемәһенә иғтибар итергә, боронғо әҙәбиәт өлгөләренең өҙөктәрен тасуири уҡырға.

39

Ҡол Ғәли”Йософтоң матурлығы”

07.12

Ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләп ҡарарға, унда нимә тураһында һүҙ барыуын асыҡларға. Текста таныш булмаған боронғо һүҙҙәрҙе табырға, уларҙың мәғәнәләрен асыҡларға. Өҙөк буйынса һорауҙар әҙерләргә.

40

Табын ҡабиләһенең Ҡара табын ырыуы шәжәрәһе.

08.12

Шәжәрә төҙөү, уның әһәмиәтен билдәләү

41

Б.т.ү.Шәжәрә төҙөү

12.12

42

Б.т.ү.Инша “ Беҙҙең татыу ғаилә”

14.12

43

С.Сараи.Парсалар.

15.12

44

Т.Йосопов”Ай Уралым,Уралым”

19.12

Текст буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнергә

45

Н.Иҙелбай “Салауат ташы”

21.12

 Тасуири итеп уҡырға һәм әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштерергә. Әҫәрҙәрҙең текстары буйынса һорауҙар төҙөргә, шул һорауҙарға яуап бирергә. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табырға, һүҙлек буйынса уларҙың мәғәнәләрен асыҡларға

46

Н.Иҙелбай “Салауат ташы”

22.12

Әҫәрҙе тасуири уҡырға, йөкмәткеләрен үҙләштерергә. Текст буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуаптар бирергә, шиғырҙарҙың темаһын билдәләргә, һүрәтләү сараларын табырға.

47

Ж.Кейекбаев”Урал тураһында ҡобайыр”

26.12

Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеләрен үҙләштерергә. Текст буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуаптар бирергә, шиғырҙарҙың темаһын билдәләргә, һүрәтләү сараларын табырға.

48

К.т.у.Н.Иҙелбай  “Зөлхизә”

28.12

Б.х.ижадына нигеҙләнеп яҙылған әҫәрҙе үҙләштереү, осо осорға хас булған хыҙаттарҙы асыҡлау

49

С.Юлаев “Ағиҙелкәй аға ҡая аралап”,”Йырҙарҙан”

29.12

Салауат Юлаевтың шиғырҙарының йөкмәткеһен аңларға һәм ҡабул итергә. Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға. Салауат Юлаевтың биографияһы һәм ижады тураһында материалдар тупларға, уның шиғырҙарының заманы өсөн ниндәй кимәлдә актуаль булыуын билдәләргә.

50

“Юлай менән Салауат”. Эпостан өҙөк

16.01

Башҡорт халҡының ижадында эпостарҙың күп булыуы нимә тураһында һөйләгәнен белергә.

51

М.Иҙелбаев”Төш”

18.01

Әҫәрҙә сағылдырылған осорға характеристика бирергә.

Башҡорт яугирҙарының рухи ныҡлығын, ғәҙеллеккә, туғанлыҡҡа, берҙәмлеккә тоғролоғон тасуирлауҙы күрһәтә белергә

52

М.Иҙелбаев “Төш”

19.01

53

Б.т.ү.Образ тураһында төшөнсә

23.01

Донъяның һәм кешелек йәмғиәтенең барлыҡҡа килеүе тураһында халыҡтарҙың мифологик ҡараштарында дөйөм һыҙаттарҙы һәм айырымлыҡтарҙы табырға.

Классик һәм хәҙерге әҙәбиәттә мифологик образдарҙың функцияларын билдәләргә.

54

Р.Ғарипов ”Салауат батыр”

25.01

Шиғырҙы тасуири итеп уҡырға өйрәнергә, йөкмәткеһен  үҙләштерергә.

55

Б.т.ү.Инша”Халыҡ улы-батыр Салауат”

26.01

56

Б.т.ү.Инша”Халыҡ улы-батыр Салауат”

30.01

57

Үтелгәндәр буйынса тест һорауҙарына яуап алыу

01.02

58

Ш.Бабич “Башҡортостан”

02.02

Шиғырҙы матур итеп тасуири уҡырға  өйрәнергә, йөкмәткеһен үҙләштерергә, идея-тематик йөкмәткеһен асыҡларға, яҙылыу осорона иғтибар итергә. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе яҙып алып йөкмәткеһен асыҡларға. Шағирҙың республика төҙөү өсөн көрәш юлында булыуы, уның артабанғы яҙмышы тураһында һөйләргә, шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы тыңларға һәм йырлап ҡарарға

59

“Ялыҡ Бурнаҡ улы”

06.02

60

З.Биишева ”Башҡортостан”

08.02

Яҙыусының тормош юлы һәм ижады тураһында аңларға. Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә. Текст буйынса һорауҙар әҙерләргә, һорауҙарға яуаптар бирергә өйрәнергә.

61

Н.Нәжми ”Башҡортостан”

09.02

Шиғыр буйынса һорауҙар төҙөргә һәм ул һорауҙарға телдән йәки яҙма рәүештә яуап бирергә, шиғырҙарҙың тел, стиль үҙенсәлектәренә иғтибар итергә.

62

Б.т.ү. Инша  “Башҡортостан-тыуған төйәгем”

13.02

63

Б.т.ү. Инша  “Башҡортостан-тыуған төйәгем”

15.02

64

Башҡорт халыҡ йыры ”Ҡурай”,

Ҡ.Аралбай  “Йомабай ҡурайы””

16.02

Башҡорт халыҡ йырҙарының үҙенсәлеге. Уларҙың төрҙәрен белергә. Халыҡ йырҙарының тематикаһы. Башҡорт халыҡ йырҙары тураһында рус ғалимдары. Йырҙар менән таҡмаҡтарҙы айыра белергә. Йырҙарҙы көйҙәре буйынса таный белергә, мөмкин булған тиклем йырларға өйрәнергә. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған йырсыларҙы белергә (А. Солтанов, С. Абдуллин, Ф. Килдейәрова, М. Хисмәтуллин).

65

А.Игебаев”Әсәйемә”

20.02

Шиғырҙарҙың темаһын һәм идея йөкмәткеһен билдәләргә, тексы буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнергә.

66

Й.Солтанов”Ҡәнәфер сәскәһе”

22.02

Әҫәрҙәрҙе тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә, әҫәрҙәрҙең төп темаһын һәм идея йөкмәткеһен билдәләргә

67

Й.Солтанов  “Ҡәнәфер сәскәһе”

68

Б.т.ү. Картина буйынса телдән хикәйә төҙөү

27.02

69

Р.Ғарипов”Әсәм ҡулдары”.

01.03

Шиғырҙарҙың темаһын һәм идея йөкмәткеһен билдәләргә, тексы буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнергә.

70

Б.х.ә.”Бер әсәнең зарыҡҡаны”

02.03

Әҫәрҙе тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә. Идея-тематик йөкмәткеһен асыҡларға. Әхлаҡ ҡағиҙәләре тураһында һөйләшергә.

71

Ҡ. Даян “Шайморатов генерал”

06.03

Лирик геройҙарға характеристика бирергә. Шиғырҙарҙан художество деталдәрҙе табырға һәм уларҙың теманы асыуҙағы ролен асыҡларға, художестволы тасуири сараларҙы табырға, уларҙың исемдәрен әйтергә һәм образдар тыуҙырыуҙа уларҙың роле. Шағирҙың позицияһын асыҡларға.

72

Б.т.ү. Изложение “Халҡыбыҙҙың батыр улы”.

09.03

73

Б.т.ү. Изложение” Халҡыбыҙҙың батыр улы”.

74

Ә. Бикчәнтәев”Бөркөт һауала үлә”

13.03

Өҙөктәрҙе тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә. Романдың ниндәй осор ваҡиғаларына арналыуына иғтибар итергә, текст буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуаптар бирергә. Матросов образына характеристика бирергә. Романдың стиль үҙенсәлегенә иғтибар итергә.

75

Ә.Бикчәнтәев”Бөркөт һауала үлә”

15.03

76

Ә.Бикчәнтәев “Бөркөт һауала үлә”

16.03

77

Әҫәрҙең  идея- тематик йөкмәткеһе. Образдар системаһы.

20.03

78

К.т.у .Т.Сәғитов “ Генерал Шайморатов”

22.03

Өҙөктө тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә. Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү маҡсатында уҡыусыларға һуңғы ваҡытта билдәле булған факттарға таянып, тарихи дөрөҫлөк тураһында һөйләргә.

79

Б.т.ү. “Минең дуҫым” телдән хикәйә (тасуирлау) төҙөү

23.03

80

Т.Килмөхәмәтов “Турайғыр”

03.04

Хикәйәне тасуири итеп уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә. Шул маҡсаттан сығып текст буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнергә. Хикәйәнең сюжетын, тематикаһын, проблематикаһын, идея-эмоциональ йөкмәткеһен характерларға. Хикәйәнең планын төҙөргә, шуның эсендә цитаталы план төҙөүҙе лә күҙ уңында тоторға. Хикәйәнең төп геройҙарына характеристика бирергә, ыңғай һәм кире геройҙарҙы айыра белергә. Хикәйәне ҡыҫҡаса һәм ентекле итеп һөйләү күнекмәһен булдырырға

81

Т.Килмөхәмәтов “Турайғыр”

05.04

82

Т.Килмөхәмәтов “Турайғыр”

06.04

83

Б.т.ү.Инша”Т.Килмөхәмәтовтың “Турайғыр”хикәйәһендә батырлыҡ темаһы”

10.04

84

Б.т.ү.Инша “Т.Килмөхәмәтовтың “Турайғыр”хикәйәһендә батырлыҡ темаһы”

12.04

85

Рауил Фәтхиев фильмы  “ Ҡоралай”

13.04

 Образдар системаһына иғтибар итергә, ундағы образдарҙың ҡайһыһы уҡыусыларҙың күңеленә хуш килгәнен асыҡларға ,йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләргә өйрәнергә.

86

К.т.у.  “Минең яратҡан әҫәрем”

17.04

Үҙең яратҡан әҫәр тураһында һөйләргә. Ни өсөн оҡшауын дәлилләргә.

87

Ф.Ғөбәйҙуллина “Умырзая”

19.04

Шиғырҙарҙың темаһын һәм идея йөкмәткеһен билдәләргә, тексы буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнергә.

88

Б.т.ү. Инша “ Тыуған яғымда яҙ”

20.04

89

Б.т.ү. Инша “ Тыуған яғымда яҙ”

24.04

90

А.Игебаев”Сыйырсығым”

26.04

Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә.

91

Р.Назаров”Офоҡтағы ҡояш”

27.04

Рәшит Назаровтың тормош юлы һәм ижады тураһында яңы материалдар тупларға. Уның ижадын элегерәк булған башҡорт әҙәбиәте менән сағыштырып ҡарарға, шағирҙың ниндәй яңылыҡтар алып инеүен асыҡларға.

92

 К.т.у. “ Минең яратҡан шиғырҙарым”

03.05

93

С.Яҡупов ”Ҡарабаш турғай”

Шиғырҙы матур итеп тасуири уҡырға, йөкмәткеләрен үҙләштерергә. Текст буйынса һорауҙар төҙөргә, һорауҙарға яуаптар бирергә өйрәнергә

94

Ғ.Туҡай “Шүрәле”

04.05

Әҫәрҙе тасуири итеп уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә. Текст буйынса һорауҙар әҙерләргә, һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнергә.

95

Б.т.ү. “Шүрәле “ әкиәтенә сюжетлы картина буйынса инша

08.05

96

Халыҡ ижады һәм әҙәбиәт

10.05

Халыҡ фәлсәфәһе. Боронғо йолаларҙа халыҡ педагогикаһының үҙенсәлекле һүрәтләнеше һәм әҙәбиәттең оҡшаш һәм айырмаһын белергә

97

В.Бианки”Ҡоторған тейен”,

11.05

Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү маҡсатында образлы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе үҙләштереү. Тәбиғәтте тасуирларға өйрәтеү. План төҙөргә, хикәйәне шартлы рәүештә өлөштәргә бүлергә, һәр өлөшкә исем бирергә. Хикәйәлә һүрәтләнгән һәр образға характеристика бирергә. Хикәйәлә һүрәтләү оҫталығына иғтибар итергә.

98

И.Йосопов”Ҡара бүрек хаҡында һүҙ”

15.05

Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡырға өйрәнергә, йөкмәткеләрен үҙләштерергә, идея-тематикаһын асыҡларға

99

Үтелгәндәр буйынса тест һорауҙарына яуап алыу(ҡулланмалағы тестар)

17.05

Үтелгән темалар буйынса белемде системалаштырыу, рефлексив баһа менән уҡытыусы баһаһын сағыштырыу, һығымта яһау.

100

 Б.т.ү.Текст менән эш

18.05

Шиғри телмәрҙе прозаик телмәрҙән айыра белергә, шиғри телмәрҙең төп сифаттарын табырға, ҡобайыр шиғырҙарының йыр шиғырҙарынан айырмалы яҡтарын характерларға, рифмаларҙың төрөн билдәләргә.

101

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

22.05

Белемде системаға һалыу, һорау-яуап формаһында үҙ-ара уйын ойоштороу

102

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

24.05

Художестволы тексты тасуири уҡырға, тасуири яттан һөйләргә, әҙәби әҫәрҙе сәхнәләштереүҙә ҡатнашырға, ролдәргә бүлеп уҡырға.

103

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

25.05

Әҫәрҙәрҙе жанр спецификаһын иҫәпкә алып тасуири уҡырға.

104

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

29.05

Һөйләүҙең төрлө төрҙәрен ҡуллана белергә (ҡыҫҡа, тулы, һөйләүсенең затын үҙгәртеп һөйләү һ. б.).

105

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

31.05

Йәйге каникулда уҡыр өсөн китап һайлау

                                                           

Контроль –баһалау материалдары

                                                                                                                               Изложение өсөн текстар

Изложение№1

Ҡара икмәк ниңә көс бирә?

Резеда өләсәһе менән бик дуҫ.Уның һүҙенән сыҡмай.Ләкин ҡайһы саҡта татыулыҡтары юғалып та ҡуя, өләсәһе әйтмешләй,икеһенең араһынан ҡара бесәй йүгереп үтә.Бындай саҡта, билдәле,ғәйеп Резедала була, сөнки ул өйҙә гел тәмле-татлыға өйрәнгән.Бында ла шуны ҡыумаҡсы.

Бер саҡ уларҙың араһында шундай “тарихи” һөйләшеү булды.

--Тамаҡ асты,- тине кисен ҡыҙыҡай өләсәһенә.

--Аш бешерҙем бит, ашайҙар уны, -тип яуап бирҙе тегеһе.

--Аш яратмайым мин.

--Өфөлә баҡсаға   барғас ашатмайҙар инеме ни?

--Мин ашамай инем.

--Нимә яратаһың һуң һин?

--Сәй, шоколад…

Шунан өләсәһе уға,ҙур итеп киҫеп,бер телем арыш икмәге һуҙҙы.

--Миңә икмәк кәрәкмәй,- тип сырайын һытты Резеда.

--Икмәктең ҡәҙерен белергә,яратып ашарға кәрәк, ҡыҙым.Беҙ үҫкән ваҡытта уның төҫөн күрергә лә зар-интизар инек,-тип аҡыл өйрәтергә тотондо өләсәһе.Ҡыҙҙың быға ла иҫе китмәне.

--Магазинға барып алырға иренгәнһегеҙҙер шул,- тип кенә ебәрҙе.

Өләсәһе нимә тип әйтергә белмәйенсә, аптырап ҡалды.Сабый магазинда икмәк булмау мөмкинлеген күҙ алдына ла килтерә алмай ине шул.Үҙ ғүмерендә күпте күргән өләсәй быны бик тиҙ аңланы һәм мәсьәләне  ҡабырғаһы менән ҡуйҙы.

--Һинең тиҙерәк һәм сәләмәт булып үҫкең киләме?

--Килә,- тине ҡыҙ,ҡыҙыҡһынып.

--Улайһа, ҡара икмәкте күберәк аша,ул кешегә көс бирә…

Был һөйләшеү эҙһеҙ ҡалманы.Хәҙер ҡыҙыҡай икмәк менән йәшел һуған һорап ашап ала ла тышҡа сығып йүгерә.

Шул арала ул таҙарып,матурланып китте.Өләсәһе һаҡлы күрәһең.

Изложение№2

Хикмәтле ҡабаҡ

Хәкимдәрҙең ауылы тимер юл станцияһына бара торған оло юл буйына урынлашҡан.Урамдан выжт-выжт итеп машиналар үтеп кенә тора.

Яҙғы матур көндәрҙең береһендә Хәким үҙҙәренең ҡапҡаһы төбөндә йырғанаҡ йырып йөрөй ине.Шунда ул он һымаҡ нәмә тейәп ҡайтыусы машиналарҙы күрҙе.Күпер эргәһендәге һикәлтәле урынды үткәндә, машиналарҙың һикереп китеүенә һәм кузовтағы “он”доң түгелеүенә иғтибар итте.Хәким уның әрәм булыуын теләмәне.Юҡ-бар нәмәне машинаға тейәп ташымаҫтар, тип уйланы ул.Уны биҙрәгә йыйып һалды ла индереп баҡсаларындағы бер мөйөшкә түкте.

Картуф ултыртып бөткәндән һуң,Хәкимгә әсәһе, баҡсаны тирәләп,ҡабаҡ орлоғо төртөп сығырға ҡушты.

Ҡояш көндән-көн йылыраҡ йылмайҙы.Хәкимдәрҙең картуф баҡсаһы ла тәүҙә йәшел бәрхәт балаҫ ҡапланған  кеүек булды, ә картуф сәскә атҡас, ул аҡ күбекле йылғаға оҡшап ҡалды.Хәким баҡса тирәләй ултыртҡан ҡабаҡтар ҙа тәүҙә япраҡ менән һабаҡҡа үҫте. Унан ут кеүек ҡыҙғылт һары сәскә аттылар ҙа имән сетләүеге саҡлы емештәр сығарҙылар.Емештәр кем уҙарҙан ярышып үҫергә кереште.Тәүҙә йоҙроҡ тиклем булдылар. Унан баш тиклем, унан самауыр тиклем.Ләкин “он” һипкән мөйөштәге ҡабаҡ  бөтәһенән дә ҙурыраҡ булып үҫте.Уға Хәким үҙе генә түгел, хатта уның менән атаһы менән әсәһе лә, күршеләре лә шаҡ ҡатты.

Улар ғүмерҙәрендә бындай ҙур ҡабаҡты күргәндәре юҡ ине әле.

Эш.Һеҙҙең менән шундай ваҡиға булғаны бармы? Булһа. Өҫтәп яҙығыҙ.

                                                                                                                    Изложение№3

Халҡыбыҙҙың батыр улы.

Бынан бик аүп йылдар элекиИләшиҙе ауылында Ғайса олатайҙың ғаиләһендә бер малай тыуа.Муса тип исем ҡушалар уға.

Ун һигеҙе тулғас,Ҡыҙыл Армияға хеҙмәт итергә алалар Мусаны.Ә бер йылдан һуғыш башлана.Немец фашистары беҙҙең тыуған илебеҙгә баҫып инә.Танкылары ла, самолеттары ла бик күп дошмандың.Фашист самолеттарын ҡыйратыу өсөн батырлыҡ та,белем дә кәрәк.Муса осоусылар мәктәбен тамамлай ҙа самолеты менән туп-тура һуғышҡа китә.

Сталинград ҡалаһы өсөн алышҡа фашистар самолет,танкыларының яңынан-яңыларын ебәрә тора.Уларҙың маҡсаты-был ҡаланы нисек тә ҡулға төшөрөү.Муса Ғайса улы ана шул Сталинград күгендә самолеты менән көс һынай ҙа инде.Бик күп дошман осҡостарын шартлата.Батыр егетте летчиктарҙың командиры итеп ҡуялар.Ҡыйыу осоусы дошмаға 250 тапҡыр һөжүм  итә! Ҡаһарманлығы өсөн ҡурҡыу белмәҫ башҡорт летчигы Муса Гәрәевкә Советтар Союзы Геройы тигән исем ике тапҡыр бирелә.Бындай батырҙар һуғыш ваҡытында бик һирәк була.

Германияны алғансы һуғыша ул үҙ самолетында.Бөйөк Ватан һуғышы беҙҙең илебеҙҙең Бөйөк Еңеүе менән тамамлана.Баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә Еңеү парады уҙғарыла.Был парадта ҡатнашыу хөрмәтенә Муса Ғайса улы ла эйә була.

Үкенескә ҡаршы, халҡыбыҙҙың батыр улы яҡты донъяла юҡ инде.Ул 1987 йылда вафат булды.