Материалы по подготовке к ОГЭ
Демоверсии по подготовке к ОГЭ по башкирскому языку (2-ая линия)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
1._demoversiya_gia_bash_yaz.docx | 31.15 КБ |
2.demoversiya_9_kl_bash_yaz.docx | 20.73 КБ |
3.oge_bash.tele_9_klass.docx | 19.17 КБ |
4._oge_bash_yaz_9_kl.docx | 18.45 КБ |
oge_1_chast.docx | 19.59 КБ |
6.2_olosh.docx | 17.12 КБ |
oge.docx | 21.05 КБ |
Предварительный просмотр:
Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының IX класс уҡыусылары өсөн 2023 йылда туған (башҡорт) теленән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү өсөн контроль-үлсәү материалдарының демонстрацион варианты
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең IX класс уҡыусылары өсөн
2023 йылда туған (башҡорт) теленән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы Эш биремдәрен башҡарыу өсөн күрһәтмә
Туған (башҡорт) теленән имтихан ваҡытында уҡыусылар төрлө эш биремдәре башҡаралар.
Беренсе өлөштә тест үтәләр. Тест үтеү барышында һорауҙар ҡатмарлана бара. 1-10-сы һорауҙарҙа яуап варианттары араһынан 1 генә дөрөҫ яуап билдәләнә.
Икенсе өлөш.
11-20-се һорауҙар текст буйынса бирелгән, уҡыусылар был эш биремдәре буйынса ҡыҫҡаса яуап яҙалар.
Был һорауҙар аша уҡыусының башҡорт теле бүлектәренән (фонетика, лексика, морфология, синтаксис) туплаған теоретик белеме, төрлө тел нормаларын үҙләштереү кимәле, тексты уҡып аңлау күнекмәләре тикшерелә.
Өсөнсө өлөш.
Был эш төрөндә башҡорт халҡының киң билдәле мәҡәле йәки әйтеме, башҡорт теленең фразеологик берәмеге бирелә. Уҡыусылар шул тел элементының мәғәнәһен асыҡларға тейеш (8-10 һөйләм). Был яҙма текста фекер киңлеге, тел-һүрәтләү саралары ҡулланылышы, грамоталылыҡ мөһим.
Имтихан барышында уҡыусы тел буйынса төрлө һүҙлектәр ҡуллана алалар.
Бөтә һорауҙарға ла яуап бирер өсөн 90 минут ваҡыт ҡаралған.
Эш биремдәренә яуаптар яуап бланкыһына сағыу (гелле) ҡара ручка менән яҙыла.
Һорауҙарға яуап биргәндә ҡаралама менән дә ҡулланырға мөмкин, тик ҡараламалағы яҙыуҙар тикшереү комиссияһы тарафынан баһаланмай.
Өс өлөштәге балдар бергә ҡушыла һәм дөйөм балдар һаны сығарыла.
Уңыштар теләйбеҙ!
Эш биремдәре Беренсе өлөш
хәрефтәр һәм өндәр һаны ҡайһы юлда тап килә?
- ямғыр, йәй, болот
- ҡар, ынйы, аяҙ
- һары, япраҡ,уңыш
- йәм, бөрө, дәрт
2.Ҡайһы һүҙ түбәндәге лексик мәғәнәгә эйә: «Дөрөҫ яҙылыш нормаларын билдәләй һәм өйрәнә торған фән»?
- орфоэпия
- синтаксис
- орфография
- һүҙьяһалыш
3.Кәкре ҡайынға терәтеү тигән фразеологик берәмектең мәғәнәһен аңлатығыҙ
- маҡтаныу
- алдашыу
- урлашыу
- мыҫҡыллау
4. Даръя, һабаҡ, мәҙрәсә һүҙҙәре ниндәй пассив һүҙҙәр ҡатламының төркөмөнә ҡарай
- терминдар
- архаизмдар
- неологизмдар
- историзмдар
5. Ҡара диңгеҙ тигән ҡушма һүҙ ниндәй юл менән яһалған?
- парлау
- ҡабатлау
- бәйләү
- ҡыҫҡартыу
6. Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ һөйләмендә хәбәр ниндәй килештә кигән?
- төп
- эйәлек
- төшөм
- сығанаҡ
7.Түбәндәге исемдәрҙән II зат эйәлек формаһын билдәләгеҙ
1) китабыбыҙ
2) китабың
3) китабы
4) китабым
8 . Бирелгән синонимик рәттә доминантаны билдәләгеҙ
- ҡасыу
- тайыу
- һыҙыу
- шылыу
9.Үҙләштерелгән һүҙҙәргә ялғау дөрөҫ ҡушылған рәтте күрһәтегеҙ
- жюриҙы, деталдә, митингынан
- августта,октябрьҙа,фамилияла
- класстан, секретарьҙы, киоскка
- танкыла, тушьты,кафегә
10. Торба, бүрәнә ( рус һүҙҙәренән- труба, бревно).Был ниндәй күренеш?
- элизия
- протеза
- эпентеза
- редукция
Икенсе өлөш
Тексты уҡып сығығыҙ. Текст буйынса һорауҙарға яуап бирегеҙ.
(1) Төрлө дуҫтар була донъяла. (2) Ләкин уларҙың күбеһен башыңа ҡайғы төшкәндә генә аңлайһың икән.
(3) Ҡапыл, аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек, йөрәк сире мине аяҡтан йыҡты. (4) Дуҫтарымдың күбеһе быны белмәне, ә ҡайһы берәүҙәре белмәмешкә һалышып, урамдың икенсе яғына янтайҙы. (5) Күптән күрешмәгән дуҫым, ялын, Ҡара диңгеҙ буйын ташлап, яныма осоп ҡайтты. (6) Аҙнаға яҡын карауатым эргәһенән китмәне. (7) Юҡ(...) йәлләмәне ул мине. (8) “Бөгөлмә, бөгөлгәнде тағы ла нығыраҡ бөгәләр, ә аҙаҡ һындыралар”, – тине ул һәм икенсе көндө осоп та китте.
(9) Башҡа ваҡытта, күңел күгем ҡояшлы саҡта, йөрәгем тыныс һәм талғын типкәндә, эштәрем алға киткәндә, ул ана шулай юғала ла ҡуя. (10) Төрлө дуҫтар була донъяла...
1-3 һөйләмдәр араһынан фразеологик берәмектәрҙе табып яҙығыҙ.
- (7) һөйләмдә (...) йәйәләр эсендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйылырға тейеш?
13. (5) һөйләмдә “күрешмәгән дуҫым” һүҙбәйләнешендә “күрешмәгән” һүҙе ниндәй ҡылым төркөмсәһенә (затһыҙ ҡылымға) ҡарай?
14. (4) һөйләмдәге “янтайҙы” һүҙен ниндәй синоним һүҙ менән алмаштырып була?
15. (6) һөйләмдәге “карауатым ” һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.
16. Дуҫ, дуҫлыҡ темаһына бер мәҡәл яҙығыҙ.
17. (6) бер составлы һөйләм төрөн билдәләгеҙ.
18. (10) һөйләмдәге “ дуҫтар” һүҙенең антонимын яҙығыҙ?
19. Килтерелгән текстың (7) һөйләмендәге “йәлләмәне мине”эйәртеүле һүҙбәйләнештең төрөн билдәләгеҙ.
20. (9) ҡушма һөйләм төрөн билдәләгеҙ.
Өсөнсө өлөш
“Минең дуҫым” темаһына 8-10 һөйләмдән торған бәләкәй текст яҙығыҙ.
Яуаптар бланкыһына башта һорауҙың һаны (номеры), унан һуң яуап яҙыла. Уҡыусы теге йәки был һорауға яуап бирә алмаһа, һорау һанынан һуң яуап урынына һыҙыҡ (прочерк) ҡуйыла.
Яуаптар.
Беренсе өлөш.
1. 4
2. 3
3. 2
4. 2
5. 3
6. 1
7. 2
8. 1
9. 1
10. 3
Икенсе өлөш.
11.Башыңа ҡайғы төшкәндә, аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек
12.Өтөр
13.Үткән заман сифат ҡылым
14. Күсте, сыҡты
15. Карауатым– исем, нимә? һорауына яуап бирә, б.ф. – карауат, уртаҡлыҡ, төп килештә, берлектә,
I затта, һөйләмдә урын хәле булып килә
16. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын; Ағас ағасҡа таяна, кеше дуҫына таяна.
17.Билдәһеҙ эйәле һөйләм
18.Дошмандар
19.Башҡарылыу
20.Эйәртеүле ҡушма һөйләм.
Предварительный просмотр:
Беренсе өлөш
- Ҡайһы юлдағы һүҙҙәр төркөмөндә хәрефтәр һәм өндәр һаны тап килә?
- егет, ҡуян, юл, мамыҡ
- йәм, дәрт, йәшел, бөрө
3) ямғыр, йәй, саф, болот
4) таяҡ, егерме, ашъяулыҡ, уңыш.
2.Төп башҡорт һүҙҙәренән генә торған юлды билдәләгеҙ:
- Ҡәләм, әсәй, ҡул, өйөрмә
- Сәскә, мәғариф, бәхет, бала
- Әсәй, сәскә, ағас, үлән
- Егет, тәьминәт, бүрәнә, эшләпә.
3.Алтын һүҙе ҡайһы осраҡта тура мәғәнәһендә ҡулланылған?
- алтын көҙ
- алтын балдаҡ
- алтын туй
- аҡылың алтын икән.
4.Ҡатын-ҡыҙ, йүгерә-атлай һүҙҙәре ниндәй юл менән яһалған?
- һүҙҙәрҙе бәйләү юлы
- һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы
- һүҙҙәрҙе парлау юлы
- һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы.
5.Түбәндәге исемдәр араһынан II зат эйәлек формаһын билдәләгеҙ:
- китапта
- китаптың
- китабым
- китабың.
6.Быйыл еләк күп булды. Билдәләнгән һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?
- исем
- ҡылым
- рәүеш
- алмаш.
7.Йығылыу, тәгәрәү, ҡолау, ауыу һүҙҙәрен мәғәнәләре буйынса нисек атап була?
- синонимдар
- антонимдар
- омонимдар
- башҡа исеме бар.
8.Лексикология ул –
- һүҙҙәрҙең килеп сығышын өйрәнеүсе фән
- телдәге бөтә һүҙҙәр йыйылмаһын өйрәнеүсе фән
- телмәр өндәрен өйрәнеүсе фән
- яңғыҙлыҡ исемдәрҙе өйрәнеүсе фән.
9.Яңы һүҙҙе (неологизм) билдәләгеҙ.
- яугир
- революция
- айфон
- хан.
10. Ҡайһы юлда бөтә һүҙҙәр ҙә үҙгәртеүсе ялғауҙар (аффикстар) ярҙамында яһалған?
- Китапты, баҡсаның,барам
- Ҡыҙҙар, көҙгө,килде
- Мәктәптә,яҡшы, күҙҙән
Икенсе өлөш
1.Нектарға бай сәскәләрҙе эҙләү - разведчик ҡорттоң эше. 2.Бал ҡорто хуш еҫ бөркөгән сәскәгә ҡуна. 3. Күҙәтеүсе ҡорт ояһына әйләнеп ҡайта.4. Ул(...) кәрәҙ өҫтөндә әйләнеп(...) ҡорһағын төрлөсә бороп йөрөй. 5.Ҡорт шул юл менән бал ташыясаҡ ҡорттарға ҡайҙа осорға кәрәклеген хәбәр итә.
6. Эшсе ҡорттар нектар менән туйынған арала сәскәне һеркәләндереп тә өлгөрә.
7. Күҙәнәк бал менән тулғас, ҡорттар уны һылап ҡуялар. 8. Ҡояш байығансы уңған ҡорттар бик күп тәмле балды йыйып ала.
11.(1) һөйләмдән эйәлек килеш ялғаулы һүҙҙе табып яҙығыҙ
12.(2) һөйләмдең нигеҙен ( баш киҫәктәрен) билдәләгеҙ.
13.(2) һөйләмдәге “хуш” һүҙенә синоним яҙығыҙ.
14.(4) һөйләмдәге йәйәләр урынында ниндәй тыныш билдәләре төшөп ҡалған.Ни өсөн был тыныш билдәләре унда кәрәклеген яҙығыҙ.
15.(5) һөйләмдән уртаҡ ҡылымды табып яҙығыҙ.
16.(6) һөйләмдәге “туйынған” һүҙенә морфологик анализ эшләргә.
17.(7) һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
18.(5),(8) һөйләмдәрҙән сифат ҡылымдарҙы табып яҙығыҙ.
19. (8) һөйләмдән хәл ҡылымды табып яҙығыҙ
20.(3) һөйләм әйтелеү маҡсаты буйынса ниндәй һөйләм.
Предварительный просмотр:
Эш биремдәре
Беренсе өлөш
1. Һаңғырау тартынҡылар ғына булған һүҙҙәр ҡайһы юлда?
1) китте, туҡтат, тупта
2) яугир, батыр, ҡараҡ
3) тараҡ, ҡараҡ, баҫҡыс
4) бесән, һыйыр, эт
2. Ҡайһы юлдағы һүҙҙәр үҙ аллы һүҙ төркөмөнә ҡарай?
1) айыу, һай-һай-һай, һары
2) һәм, эйе, йәшәргә
3) ҡара, беренсе, Айгөл
4) эй-й-й, кил, эшлә
3. Көн ҡапыл боҙолдо: болоттар ҡуйырҙы,әсе ел иҫә башланы. Һөйләмдең
төрөн билдәләгеҙ.
1) ябай һөйләм
2) тиң эйәрсәнле ҡушма һөйләм
3) теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
4. Бүрәнә, карауат, мейес, өҫтәл, эләүкә, эҫкерт. Был һүҙҙәр ниндәй телдән
үҙләштерелгән?
- фарсы
- рус
- ғәрәп
- инглиз
5. Ҡатын-ҡыҙ, йүгерә-атлай һүҙҙәре ниндәй юл менән яһалған?
1) һүҙҙәрҙе бәйләү юлы
2) һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы
3) һүҙҙәрҙе парлау юлы
4) һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы
6. Һөйләмдән ҡылымды табып, төрөн билдәләгеҙ.
Әнисә Кәримовна, мин дә шиғыр һөйләйем әле.
1) хәбәр ҡылым
2) шарт ҡылым
3) бойороҡ ҡылым
4) теләк ҡылым
7. Ҡайһы рәттә хәрефтәр ике өндө белдерә?
1) е, ю, а, и, ө, у
2) е, ю, я, ё
3) у, а, о, ү, э
4) ю, е, и, ә, я
8. Бүре башын ашарҙай булыу фразеологизмының мәғәнәһен аңлатығыҙ.
1) ныҡ асығыу
2) ҡурҡыу
3) тиҙ генә эшләү
4) ҡасыу
9. Мин зәңгәрһыу күлдәк кейгән инәйҙе таныным. Аҫтына һыҙылған сифат
ниндәй дәрәжәлә бирелгән?
1) төп
2) артыҡлыҡ
3) сағыштырыу
4) аҙһытыу
10. Юлдаш, ҡурайсы һүҙҙәренең ялғау төрөн билдәләгеҙ.
1) яһаусы ялғау
2) үҙгәртеүсе ялғау
3) форма яһаусы ялғау
Икенсе өлөш
Тексты уҡып сығығыҙ. Текст буйынса һорауҙарға яуап бирегеҙ.
(1) Һеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы? (2) Юҡмы ни? (3) Донъялағы иң матур ауылдарҙың береһен күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән? (4) Ҡыйындыр, әлбиттә. (5) Ә бит Бөркөтлөнө күреү генә түгел, шунда тыуып, шунда үҫкән кешеләр бар. (6) Уларға рәхәт, исмаһам, тыуҙыңмы, рәхим ит: Бөркөтлө.
(7) Шулай ҙа кешеләрҙе аңламаҫһың. (8) Бөркөтлөләр үҙ ихтыярҙары менән ҡайҙағылыр алыҫ ҡалаларға, күҙ күрмәҫ, ҡолаҡ ишетмәҫ илдәргә барып йөрөп ҡайталар. (9) Күргәндәрен мәрәкә итеп һөйләйҙәр.
(10) Йорттан сыға алмағандары лимон-әфлисундар үҫкән йыраҡ ерҙәр, шаулы диңгеҙҙәр, ҡыш булмай торған илдәр, төн булмай торған яҡтар тураһында хыялланалар. (11) "Их, шуларҙы барып күрһәң ине!" - тиҙәр. (12) Ә бына: (…) Их Бөркөтлөнө күрһәң ине! (…) - тип уфтанған кешене, ниңәлер, осратырға тура килмәне. (М.Кәрим)
Һорауҙар һәм эштәр:
11. Әйтелеү маҡсаты буйынса (1) һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
12. (10) һөйләмдә хыялланалар һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?
13. (3) һөйләмдәге иң матур һүҙе ниндәй дәрәжәлә тора?
14. (10) һөйләмдәге ерҙәр һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.
15. (9) ябай һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
16. (12) һөйләмдә йәйәләр урынына ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?
17. (9) Мәрәкә һүҙенең синонимын яҙығыҙ.
18. (8) һөйләмдең баш киҫәктәрен табығыҙ.
19. (1) һөйләмдән яңғыҙлыҡ исемен табығыҙ.
20. Текст ниндәй стилдә яҙылған?
Өсөнсө өлөш
21. “____________” темаһына 8-10 һөйләмдән торған бәләкәй текст яҙығыҙ.
Предварительный просмотр:
Беренсе өлөш
1. Башҡорт әҙәби телендә нисә һуҙынҡы өн бар?
А)10 В) 9
Б) 11 Г) 13
2. Телмәрҙең иң бәләкәй берәмеген дөрөҫ билдәләгеҙ.
А) Ижек В) һөйләм
Б) һүҙ Г) Текст
3. Сингармонизм законына бойһонмаған һүҙҙе табығыҙ.
А) Төтөн В) Һаран
Б) Кеше Г) Тимераяҡ
4. Матур һүҙенең антонимын табығыҙ.
А) Сибәр В) Гүзәл
Б) Йәмһеҙ Г) Ялҡау
5. Ҙур һүҙенең синонимын дөрөҫ билдәләгеҙ.
А) Ҡурҡаҡ В) Уңған Б) Оло Г) Етеҙ
6. Йыһан һүҙе башҡорт теленә ниндәй телдән ингән?
А) Рус В) Фарсы Б) Ғәрәп Г) Инглиз
7. Ташкүмер һүҙе нисә тамырҙан тора?
А) 1 В) 3
Б) 2 Г) 4
8. Лексик-семантик яҡтан предметтың билдәһен ниндәй һүҙ төркөмө белдерә?
А) Исем В) Һан Б) Сифат Г) Ҡылым
9. Һөйләмдең баш киҫәктәрен дөрөҫ билдәләгеҙ.
А) Эйә, хәбәр В) Өндәш һүҙҙәр,инеш һүҙҙәр
Б) Тултырыусы, хәл Г) Аныҡлаусы
10. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең кире тәртибен икенсе төрлө нисек атайҙар?
А) Инверсия В) Сингармонизм
Б) Диверсия Г) Синонимия
Икенсе өлөш
Тексты уҡығыз һәм һорауҙарға яуап бирегеҙ
Батырлыҡ тураһында
1) Беҙҙең ҡайһыбыҙҙың ғына батыр булаһы, илде шаулатырлыҡ эштәр эшләйһе килмәй икән?
2) Батыр кешеләрҙең тормоштары тураһында уҡығанда, йөрәктәребеҙ ялҡынлана, күңелдә әллә ниндәй хыялдар уяна. 3) Эйе, батырлыҡ йәш күңелде бер ваҡытта ла битараф ҡалдырмай, ул гел дәртләндерә, ашҡындыра, матур йәшәргә, матур эшләргә саҡыра. 4) Ләкин, дуҫтар, батырлыҡ тураһында һәр беребеҙ хыялланһа ла, батырлыҡ тигән кеше тормошондағы гүзәл миҙгелдең нимә икәнен беҙ әле белеп бөтөрмәйбеҙ. 5) Ә бөгөнгө көндә батырлыҡ эшләп буламы һуң? 6) Әйҙәгеҙ, был һорауға яуап биргәнсе, батырлыҡтың нимә икәнлеге тураһында уйланып алайыҡ әле. 7) Тәүге ҡарашҡа, батыр булыу өсөн күп нимә кәрәкмәй кеүек. 8) Батыр булыу өсөн тәүге шарт (...) ҡурҡаҡ булмау.
11.(1) һөйләмдең әйтелеү маҡсаты яғынан төрөн билдәләгеҙ.
12. (2) һөйләмдә ниндәй тел-һүрәтләү сараһы ҡулланылған?
13.( 3) һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
14. Батырлык һүҙенең антонимын яҙығыҙ.
15.( 3) һөйләмдә үҙ-ара синоним булған һүҙҙәрҙе табып яҙығыҙ.
16.( 4) һөйләмдә гүзәл һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?
17. (5-6) һөйләмдәрҙә эшләп буламы һуң, уйланып алайык әле тел элементтары ниндәй һөйләм киҫәктәре булып киләләр?
18. (7) һөйләмдә тәүге ҡарашҡа һүҙбәйләнешен рус теленә дөрөҫ тәржемә итегеҙ.
19. (8) һөйләмдә йәйәләр урынына ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
20. Бирелгән текст ниндәй стилдә яҙылған?
Предварительный просмотр:
Эш биремдәре Беренсе өлөш
Ҡайһы юлдағы һүҙҙәр төркөмөндә хәрефтәр һәм өндәр һаны тап килмәй?
1.емеш, таяҡ, юрған 2.ҡулъяулыҡ,бармаҡ, һауа 3.бирьяҡ, кейем, сәүкә 4.аръяҡ, тейен, йәй
- Ҡайһы һүҙ түбәндәге лексик мәғәнәгә эйә: «дәрес, лекция, китаптағы мәғлүмәтте ҡыҫҡаса яҙыу»?
1.апелляция 2.аннотация 3.хрестоматия 4.конспект
Ҡайһы һөйләмдә күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәр бар?
1.Арыҫлан йөрәкле егеттәр күп беҙҙә.2.Арыҫлан- хайуандар батшаһы. 3.Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
4.Һөнәрсенең ҡулынан килмәгән эш юҡтыр ул.
Мәғәнәләре буйынса бер төркөмгә берләштерергә мөмкин булған һүҙҙәр яҙылған юлды билдәләгеҙ.
1.ер,ел, емеш, 2.ҡала, завод,ял 3.мәк,ләлә,үлән 4. арыш, һоло,арпа
Килеп сығышы буйынса төп башҡорт һүҙен билдәләгеҙ.
1.мәҙрәсә 2.эҫкерт 3.йәйғор 4.ишәк
Иҫкергән һүҙҙе (архаизм) билдәләгеҙ.
1.уҡыусы 2.тегенсе 3.хисапсы 4.шәкерт
Билдәле бер һөнәр эйәләре ҡуллана торған һүҙҙәр нисек атала?
1.историзм 2.профессионализм 3.диалектизм 4.архаизм
Килтерелгән синонимик рәттә ҡайһы һүҙ стилистик яҡтан нейтраль (доминанта) һанала?
1.ҙур 2.дәү 3. оло 4.олпат
Килеп сығышы буйынса бер тамырҙан булған һүҙҙәр төркөмөн билдәләгеҙ.
1.Ик,иген, игенлек 2.Ил, илсе, иләк 3. Һөйөнөс, һөйәл, һөйрәтке 4.Бала,бал,балсыҡ
Ҡайһы юлда бөтә һүҙҙәр ҙә яһаусы ялғауҙар (аффикстар) ярҙамында яһалған?
1.ташта, ташбаҡа 2.ашлыҡ, ашаным 3.йәйге, йәйләү 4.алдан, алған
Предварительный просмотр:
2 –се өлөш
Тексты уҡығыҙ
(1)Көҙҙөң бысраҡ, йәмһеҙ көндәренең береһе ине. (2)Ҡарт имәндәр, шәрәләнгән кәүҙәләрен һыҡратып, ауыр ыңғырашалар. (3)Имәндәрҙең күҙ йәшеләй берәм-берәм һары япраҡтары осҡалай.
(4)Беҙ әсәй менән урманға ҡороған ботаҡтар йыйырға килдек.(5)Баҫыу ҡапҡаһынан сыҡҡас, ҡыҙыл яр ситендә ауырыу кешеләй һаламға төрөнөп ултырған иҫке өйөбөҙҙө йылытыу өсөн, беҙ көн һайын шулай елкә менән утын ташыйбыҙ. (6)Ҡышын да шулай, көҙөн дә.
(7)Әсәйҙең ҡулында оҙон ырғаҡ. (8)Ул уны ҡороған ботаҡҡа эләктерә лә, беҙ уға икәүләп аҫылынабыҙ.(9) Ботаҡ шартлап һынғас, башҡа төшмәһен тип, ситкә тайпылабыҙ.
(10)Шулай маташа торғас, көн дә кискә ауышты. (11)Урманға киске ҡараңғы һирпелә башланы. (12)Ә беҙҙең ҡайтаһы ерр ярайһы уҡ йыраҡ.
(13)Мин үҙем күтәрәһе бәйләмде киндерә менән бәйләнем дә әсәйгә ярҙамлаштым. (14)Ул үҙенә иң ауыр ботаҡтарҙы йыйған. (15)Шуның өҫтенә тағы минән ҡалған сыбыҡ-сабыҡты ла үҙ бәйләменә һыйҙырмаҡсы булып аҙаплана.
- (16)Етер инде, әсәй, бик ауыр була,— тигәс, күтәрелеп ҡараны. 17)Шул һүҙҙе әйткәнгә күңеле булғандыр, күрәһең, йылмайырға итте.
- (17)Нимә эшләйем һуң, улым! (18)Инде бер килгәс, күберәк ҡайтһын тим. (19)Көндән-көн һайын утын ташып һин дә бик йөҙәнең, әллә берәй көн килмәй ҡалырбыҙмы тигәнем ине,— тине.
(20) Уның бәйләменән бер-ике ботаҡты үҙемә алырға һуҙылғас, уларҙы бирмәне.
— (21)Инде мин ауырыһын ауырыған , улым, мине ҡайғыртма. (22) Һин донъя көтәһе кеше, ғәрип булып ҡалма... һеңелдәрең дә һинең өҫтә...— (23)Әсәй һүҙен әйтеп бөтөрмәҫтән кинәт туҡтаны, арҡамдан һыйпап:
— Һинең быуындарың нығымаған әле, шуңа ғына әйтәм,— тип төҙәтеп ҡуйҙы. (Ғ.Бәширов)
2 –се өлөш
В1-В10 биремдәрен уҡылған текст нигеҙендә башҡарығыҙ. Яуаптарҙы һүз йәки һандар менән яҙығыҙ.
В1.1-6 -сы һөйләмдәрҙән яһалма рәүештәрҙе арта барыу тәртибендә яҙып алығыҙ
Яуап ____________________________________________
В2. 8-се һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
Яуап ______________
В3. 1-се абзацтан айырымланған хәл булған һөйләмдең һанын яҙығыҙ.
Яуап : ______________
В4. 3-сө абзацтан ябай һөйләмдең номерын яҙығыҙ.
Яуап: ______________
В5. 17-23-сө һөйләмдәрҙән сағыштырыу дәрәжәһендәге рәүеште табып яҙығыҙ.
Яуап: ______________
В6. 11-се һөйләмдән баш киҫәктәрҙе табып яҙығыҙ.
Яуап ______________
В7. Тойғоло һөйләмде табып, номерын яҙығыҙ.
Яуап ______________
В8. Өндәш һүҙ булған һөйләмдәрҙең номерын арта барыу тәртибендә яҙығыҙ.
Яуап ______________
В9.4-6-сы һөйләмдәрҙән ваҡыт рәүештәрен яҙып алығыҙ.
Яуап ______________
В10. 20-се һөйләмдәге уларҙы һүҙе ниндәй һөйләм киҫәге булып килә. Яуапты һүҙ менән яҙырға.
Яуап _____________
Предварительный просмотр:
ГИА 01 вариант
1 –се өлөш
Тексты уҡығыҙ һәм А1-А11, В1-В13 , С1 биремдәрен башҡарығыҙ
(1)Бына көҙ етте. (2)Уҡыуҙар башланды.
(3)Ебәк шарфлы апай беҙҙең мәктәптә рус теле уҡыта. (4)Уны бик яраталар.
(5)Уның ире осоусы икән. (6)Бына хәҙер ул ут эсендә фашистарҙы ҡырып йөрөй.(7)Ә Анна Сергеевна ғүмерҙә күҙ алдына килтермәгән башҡорт ауылында балалар уҡыта.(8)Уға бик йыш хаттар килә. (9)Ундай көндәрҙә ул бик шат күренә. (10)Ә ҡайһы бер саҡта уйсанланып китә. (11)Кис, эштән бушаған арала, улы менән урамда йөрөй, шишмә буйҙарына төшә.
(12)Әллә күршелә генә торғанға, әллә улы минең һеңлем менән дуҫлашҡанға, Анна Сергеевна мине лә яратты. (13)Мәктәптә осрағанда ул минең менән һөйләшергә тырыша. (14)Мин тартынам, йүнләп русса ла белмәйем бит. (15)Етмәһә тағы тотлоғам.
(16)Бер көндө ул мәктәптән минең менән бергә ҡайтты, юлда ҡыҙыҡ нәмәләр тураһында һөйләне. (17)Мин шуны аңланым: әгәр тырышһам, мин тотлоғоуымды бөтөрә алам икән.
(18)Шул һөйләшеүҙән һуң, ул көн һайын мине үҙҙәренә саҡыра, бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлата башланы.(19)Яҙға таба минең һөйләшеүемдәге еңеллекте мин үҙем генә түгел, яҡындарым да һиҙә башланы.
(20)Уҡыу йылы тамамланды. (21)Бер нисә көн уҙғас, ауылға ауыр хәбәр килде: Петяның атайы һауа һуғышынан һуң әйләнеп ҡайтмаған. (22)Был хәбәрҙән һуң апай бер аҙна ауырып ятты, төҫө ҡасты. (23)Ә бер көндө минең уҡытыусы апайым ҡапыл юҡҡа сыҡты. (24)Уның ҡайҙа киткәнен бер кем дә белмәй ҡалды.
(25)Күп йылдар үтте. (26)Анна Сергеевна уҡытҡан балалар үҫеп, күптән инде төрлө өлкәләрҙә илебеҙгә хеҙмәт итәләр. (27)Ләкин күңел түренә кереп урынлашҡан уҡытыусыны беребеҙ ҙә онотманы.
Уҡылған текст нигеҙендә А1-А11 биремдәрен башҡарығыҙ. А1-А13 биремдәрендә береһе генә дөрөҫ булған 4 яуап варианты бирелгән. Һайлап алынған яуаптарҙың номерҙарын түңәрәк эсенә алығыҙ.
А1. Яҙыусы кемде ебәк шарфлы тип атай?
- әсәһен
- уҡытыусыһын
- апайын
- һеңлеһен
А2. Төҫө ҡасты һүҙбәйләнешенең (22-се һөйләм) текста ниндәй мәғәнәлә ҡулланылыуын билдәләгеҙ.
- ҡурҡты
- ауырыны
- ҡысҡырҙы
- ситләште
А3. Өндәр һәм хәрефтәр һаны тура килмәгән һүҙҙе билдәләгеҙ.
- көҙ
- уҡытыусы
- балалар
- юлда
А4. Нәҙек әйтелешле һүҙҙе табығыҙ.
- уҡыуҙар
- мәктәптә
- ауыл
- аҙна
А5. Орфографик хаталы һүҙҙе табығыҙ.
- Анна Сергеевна
- уйсаннанып
- тамамланды
- күңел
А6. Яһалма һүҙҙе табығыҙ.
- йылдар
- төҫө
- ауылға
- шарфлы
А7. Бына көҙ етте һөйләменең дөрөҫ тәржемәһен табығыҙ.
- Осень, ты пришла?
- Осень идёт.
- Вот осень пришла.
- Золотая осень пришла.
А8. Мәктәптә осрағанда ул минең менән һөйләшергә тырыша һөйләмендәге мәктәптә һүҙе ниндәй килештә килгән?
- төп килештә
- төбәү килештә
- урын-ваҡыт килештә
- төшөм килештә
А9. Ҡалын хәреф менән бирелгән ҡылымдың төркөмсәһен билдәләгеҙ. Бер нисә көн уҙғас, ауылға ауыр хәбәр килде: Петяның атаһы һауа һуғышынан һуң әйләнеп ҡайтмаған.
- хәл ҡылым
- сифат ҡылым
3) исем ҡылым
4) уртаҡ ҡылым
А10. Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙ ниндәй һүз төркөмө? Уның ҡайҙа киткәнен бер кем дә белмәй ҡалды.
- сифат
- алмаш
- исем
- рәүеш
А11.Һөйләмдең баш киҫәктәрен табығыҙ.
Петяның атаһы һауа һуғышынан һуң ҡайтмаған.
- Петяның атаһы
- һауа һуғышынан һуң ҡайтмаған.
- Атаһы ҡайтмаған
- һауа һуғышынан.
2-се өлөш
В1-В10 биремдәрен уҡылған текст нигеҙендә башҡарығыҙ. Яуаптарҙы һүҙ йәки һандар менән яҙығыҙ.
В1.Текстан яңғызлык исеме ҡулланылған һөйләмдең һандарын арта барыу тәртибендә яҙығыҙ.
яуап______________
В2.19-24-се һөйләмдәрҙән яһалма исемдәрҙе яҙып алығыҙ.
Яуап: ______________
В3. 7-9 -сы һөйләмдәрҙән урын-ваҡыт килешендәге исемдәрҙе арта барыу тәртибендә яҙығыҙ.
Яуап: ______________
В4.Текстан рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр булған һөйләмдәрҙе арта барыу тәртибендә яҙығыҙ
Яуап : ______________
В5. 20-27 –се һөйләмдәрҙән юҡлыҡ формаһында килгән ҡылымдарҙы арта барыу тәртибендә яҙығыҙ.
Яуап: ______________
В6. 24 -се һөйләмдән баш киҫәктәрҙе табып яҙығыҙ.
Яуап: ______________
В7. 11-13 –сө һөйләмдәр араһында тиң киҫәктәр булған һөйләмдәрҙең номерын яҙығыҙ.
Яуап: ______________
В8. 3-сө һөйләмдәге мәктәптә һүҙе ниндәй һөйләм киҫәге булып килә. Яуапты һүҙ менән яҙырға.
Яуап: ______________
В9. 11 -се һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
Яуап: ______________
В10. 23-сө һөйләмдәге ауырып һүҙенә синонимдар яҙығыҙ.
яуап: ______________