рабочие программы
Рабочие программы по башкирскому языку и литературе
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bash_yaz_6_kl_2017.docx | 93.64 КБ |
Предварительный просмотр:
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
основная общеобразовательная школа с. Урметово
муниципального района Илишевский район РБ
Рабочая программа
«Башкирский язык »
6класс
2016 / 2017 учебный год
Гимазова Альмира Фанисовна
Уровень образования:основное общее образование,5-9 кл.
Дәреслек :Әсә теле:-Өфө:Китап,2004 ,ТоломбаевХ.А.,Солтанбаева Х.В.
Эш программаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).
1. “Башҡорт (туған) теле” предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре
Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:
1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
аудирование һәм уҡыу:
телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);
төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;
- һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алған мәүғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
- стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;
Һөйләү һәм яҙыу:
- алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтөлөрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
- тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
- төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
- телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
- төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;
- ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
- телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
- уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;
- үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
- алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;
- аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли- мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре
телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;
туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.
2.Төп йөкмәтке
Тема буйынса төп йөкмәтке | Уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә характеристика (уҡыу эшмәкәрлеге кимәлендә) |
Коммуникатив компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке |
1-се бүлек. Телмәр һәм аралашыу телмәре
Аралаша белеү — кеше мәҙәниәтенең мөһим өлөшө. Телмәр һәм аралашыу телмәре. Телмәр ситуацияһы. Нөйләү телмәре һәм яҙма телмәр.
Диалог һәм монолог телмәр. Монологтарҙың төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм төрлө характерҙағы диалогтар (этикет, диалог- һорашыу, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтарҙың берләшеүе).
Аралашыу телмәренең шарттары. Көтөлгән һөҙөмтәләргә өлгәшеү сараһы булараҡ аралашыу телмәренең уңышы. Коммуникатив уңышһыҙлыҡтарҙың сәбәптәре һәм уларҙан сығыу юлдары. | Телмәр мәҙәниәтенең, кеше тормошонда аралаша белеүҙең ролен аңлау; һөйләү һәм яҙма телмәрҙең төп үҙенсәлектәрен белеү, коммуникатив уңышһыҙлыҡтарҙың төп сәбәбен белеү. Уларҙы хәл итеү юлдарын үҙләштереү. Монологтарҙың төрлө төрҙәрен (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм төрлө характерҙағы диалогтарҙы (этикет, диалог-һорашыу, диалог- фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтарҙың берләшеүе) үҙләштереү. Һөйләү һәм яҙма телмәр өлгөләрен анализлау; уларҙы маҡсат, ситуация һәм аралашыу шарттары менән тиңләштереү. Йөкмәтке, стилистик үҙенсәлектәр һәм тел сараларын ҡулланыу күҙлегенән телмәрҙе сағыштырыу һәм ҡапма-ҡаршы ҡуйыу. Коммуникатив маҡсат һәм һөйләүсенең мотивын характерлау. Диалогик һәм монологик телмәрҙе сағыштырыу. Маҡсат, тема, төп фекер, адресат,ситуация һәм аралашыу шарттарынан сығып, тел сараларын аңлы рәүештә һайлау. |
2-се бүлек. Телмәр эшмәкәрлеге
Эшмәкәрлек булараҡ телмәр. Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре: уҡыу, аудирование (тыңлау), һөйләү, яҙыу. Телмәр эшмәкәрлегенең һәр төрөнөң төп үҙенсәлектәре. Текстағы төп һәм өҫтәлмә мәғлүмәтте уҡып һәм ишетеп ҡабул итеү.
Аудирование (тыңлау). Эффектлы тыңлау ҡағиҙәләре. Уҡыу. Китап һәм башҡа мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү мәҙәниәте. Уҡыу китаптары һәм башҡа мәғлүмәт сығанаҡтары, ваҡытлы матбуғат һәм Интернет ресурстары менән эшләү алымдары.
Һөйләү. Һөйләүҙең төп үҙенсәлектәре. Аралашыу шарттарына яраҡлы уҡылғанды, тыңланғанды, күргәнде, ҡыҫҡаса, һайлап, киңәйтеп һөйләү. Темаға һәм аралашыу шарттарына яраҡлы һөйләүсенең коммуникатив маҡсаты һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡулланыу. Яҙыу. Яҙма телмәрҙең төп үҙенсәлектәре. Уҡылған йә тыңланған тексты ентекле, ҡыҫҡаса, һайлап һөйләп биреү. Тезис, конспект, аннотация, реферат, рәсми һәм рәсми булмаған хат, расписка, ышаныс ҡағыҙы, ғаризаларҙы яҙыу үҙенсәлектәре. Тема, функциональ стиль, жанрға яраҡлы яҙыусының коммуникатив маҡсаты һәм уны үҙ телмәрендә тормошҡа ашырыу. | Телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәре һәм уларҙың үҙенсәлектәре тураһында белеү. Текстағы төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү. Уҡыу һәм аудирование (тыңлау) мәҙәниәте. Аудированиеның төрлө төрҙәрен (һайлау, танышыу, деталләү), уҡыуҙың төрлө төрҙәрен (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), уҡыу китаптары һәм мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү алымдарын үҙләштереү. Тыңланған йә уҡылған тексты аралашыу ситуацияһына яраҡлы ҡыҫҡартып йә тулы килеш телдән йөкмәткеһен һөйләп биреү. Тыңланған йә уҡылған текстың (ентекле, ҡыҫҡаса, һайлап), уҡыусы изложениеһы, тезис, конспект, аннотация формаһында, яҙма рәүештә йөкмәткеһен биреү.Маҡсат һәм аралашыу ситуацияһына яраҡлы көнүҙәк социаль-мәҙәни, әхлаҡи- этик, көнкүреш, уҡыу темаһына телдән һәм яҙма монологик һәм диалогик телмәр; төрлө функциональ-мәғәнәүи төрҙәге телмәр һәм уларҙың комбинацияһын ҡулланып, төрлө коммуникатив йүнәлешле яҙма телмәр төҙөү. Тәғәйен темаға материалды һайлап алыу һәм системалаштырыу; эҙләнеү, төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәтте эшкәртеү, аралашыуҙың ҡуйылған шарттарын иҫәпкә алып, уны тапшырыу һәм еткереү. |
3-сө бүлек. Текст
1. Текст һәм уның төп билдәләре Телмәр эшмәкәрлегенең продукты булараҡ текст. Текстың аңлатмаһы, төп билдәләре. Текстың мәғәнәүи һәм композицион төҙөклөгө, бәйләнеше. Текстарҙың композицион-жанр төрлөлөгө. Тексты мәғлүмәти эшкәртеүҙең төп төрҙәре: план, конспект, аннотация.
Тема, коммуникатив ҡуйылыш, текстың төп мәғәнәһе. Текстың микротемаһы.
Телмәрҙең функциональ-мәғәнәүи төрө: һүрәтләү, хикәйәләү, фекер йөрөтөү. Уларҙың үҙенсәлектәре.
Текстың структураһы һәм планы. Абзац. Текст өлөштәрен һәм һөйләмдәрҙе бәйләү саралары. | Текстың билдәләрен белеү. Теманы, текстың төп фекерен, сығанаҡ һүҙҙәрҙе, текста һөйләмдәрҙең бәйләнеү төрҙәрен билдәләү; текста һөйләмдәрҙе һәм текст өлөштәрен лексик, грамматик бәйләү сараһы; текста микротеманы билдәләү, уны абзацтарға бүлеү; абзацтың композицион элементтарын һәм тулы текстың (башланып киткән өлөшөн, урта өлөшөн һәм аҙағын) белеү. Теманың берҙәмлеге, фекер бөтөнлөгө, эҙмә-эҙлелек, лексик, грамматик бәйләнеш сараларын маҡсатлы ҡуллана белеү күҙлегенән сығып, тексты анализлау һәм характеристикалау. Тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, тексты мәғлүмәти эшкәртеүҙе тормошҡа ашырыу, уның йөкмәткеһен план формаһында (ябай, ҡатмарлы, тезис), конспект, аннотация, схема, таблица һ. б. биреү. Бәйләнешле текст төҙөү талаптарын иҫәпкә алып, үҙ тексыңды төҙөү һәм мөхәррирләү. |
4-се бүлек. Телдең функциональ төрлөлөгө
Телдең функциональ төрлөлөгө: йәнле һөйләү теле, функциональ стиль: фәнни, публицистик, рәсми, матур әҙәбиәт теле. | Һөйләү телмәренең, матур әҙәбиәт теленең һәм функциональ стилдең төрҙәрен асыҡлау. |
Һөйләү телмәренә характерлы булған ҡулланыу сфераһы, аралашыуҙың типик ситуацияһы, телмәр бурысы, тел саралары. Һөйләү телмәренең төп жанрҙары: хикәйә, әңгәмә, бәхәс. Уларҙың үҙенсәлектәре.
Фәнни стилгә характерлы булған ҡулланыу сфераһы, аралашыуҙың типик ситуацияһы, телмәр бурысы, тел саралары. Фәнни стилдең төп жанрҙары: баһалама, сығыш, доклад. Уларҙың үҙенсәлектәре.
Публицистик стилгә характерлы булған ҡулланыу сфераһы, аралашыуҙың типик ситуацияһы, телмәр бурысы, тел саралары. Публицистик стилдең төп жанрҙары: сығыш, мәҡәлә, интервью, очерк. Уларҙың үҙенсәлектәре.
Рәсми стилгә характерлы булған ҡулланыу сфераһы, аралашыуҙың типик ситуацияһы, телмәр бурысы, тел саралары. Рәсми стилдең төп жанрҙары: расписка, ышаныс ҡағыҙы, ғариза. Уларҙың үҙенсәлектәре.
Матур әҙәбиәт теленең үҙенсәлектәре. | Тексты телдең билдәле функциональ стиль төрөнә ҡарағанын билдәләү. Йөкмәтке, стилистик үҙенсәлектәр һәм ҡулланылған тел һүрәтләү сараларын ҡулланыу күҙлегенән сығып, телмәрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйыу һәм сағыштырыу. Тексты төҙөү нормаһын һаҡлау (логик яҡтан төҙөк, эҙмә-эҙлелек, бәйләнешле, темаға тап килгән һ. б.). Коммуникатив талаптарға һәм тел нормаларына яраҡлы булыу күҙлегенән сығып, үҙ һәм икенсе кешенең телмәрен баһалау. Телмәр хаталарын төҙәтеү, тексты мөхәррирләү. Ҙур булмаған доклад менән үҙ тиңдәштәре алдында сығыш яһау. |
Тел һәм лингвистик компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке
5-се бүлек. Тел тураһында дөйөм төшөнсә
Башҡорт теле — башҡорт милләтенең милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле.
Башҡорт теленең төрки телдәргә ҡарауы һәм ҡәрҙәш телдәр. Башҡортостан Республикаһынан тыш башҡорт телендә аралашҡан әлкәләр.
Хәҙерге башҡорт теленең функциональ төрлөлөгө. Башҡорт диалекттары һәм һөйләштәре. Башҡорт теле һәм һөйләштәренең ҡайһы бер үҙенсәлектәре.
Башҡорт теле — нәфис әҙәбиәт теле. Башҡорт теленең төп һүрәтләү саралары һәм уларҙың телмәрҙә ҡулланылышы.
Тел тураһында фән булараҡ лингвистика (тел ғилеме). Тел ғилеменең төп бүлектәре. Күренекле тел белгестәре. | Башҡорт теленең йәмғиәт һәм хөкүмәт тормошондағы ролен аңлау; кеше тормошонда башҡорт теленең ролен күҙаллау;^ башҡорт теленең матурлығын, бай булыуын, яңғырашлығын аңлау. Башҡорт теленең төрки телдәргә ҡарауы тураһында һәм төрки телдәрҙең башҡорт теленең үҫешенә йоғонтоһон белеү. Хәҙерге башҡорт теленең функциональ төрлөлөгөн айырыу. Фән булараҡ лингвистика (тел ғилеме), күренекле тел белгестәре, тел ғилеменең төп бүлектәре, башҡорт теленең төп һүрәтләү саралары тураһында белеү. |
6-сы бүлек. Фонетика һәм орфоэпия
1. Тел ғилеме бүлеге булараҡ фонетика Тел ғилеме бүлеге булараҡ фонетика. Тел берәмеге булараҡ өн. Өндәрҙең мәғәнә айырмалыҡ функцияһы.
Башҡорт телендә һуҙынҡы өндәрҙең системаһы, нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар; алғы рәт һәм артҡы рәт, иренләшкән һәм иренләшмәгән һуҙынҡылар, һуҙынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт телендә тартынҡы өндәр системаһы. Яңғырау, һаңғырау һәм сонор (талғын) тартынҡылар.
Телмәр ағымында өндәрҙең үҙгәреше. Һуҙынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Һуҙынҡы өндәрҙең редукцияһы. Редукция. Протеза. Эпентеза. Элизия. Тартынҡы өндәрҙең сиратлашыу ы. Башҡорт телендә сингармонизм. Ассимиляция, диссимиляция.
Ижек, баҫым. Башҡорт телендә баҫым үҙенсәлектәре. Асыҡ һәм ябыҡ ижектәр. Баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәр. | Фонетиканың төп аңлатмаларын үҙләштереү. Өндәрҙең мәғәнә айырмалыҡ функцияһын аңлау. Башҡорт телендә һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе, нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡыларҙы, иренләшкән һәм иренләшмәгән һуҙынҡыларҙы, һаңғырау, яңғырау һәм сонор (талғын) тартынҡыларҙы таныу. Телмәрҙә айырым өндәрҙе анализлау; һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү һәм һүҙҙәрҙе бер юлдан икенсе юлға күсереү тәртибен күҙәтеү. Һүҙгә фонетик анализ яһау, поэтик телмәрҙә ритмик ойошоуға элементар анализ (юлда дөйөм ижек һаны, баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәр һаны). Бирелгән билдәләмә буйынса өндәрҙе төркөмләү һәм анализлау; өндәр составынан сығып, бирелгән параметр буйынса һүҙҙәр. Сәсмә һәм поэтик әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү һәм уларҙы юлдан юлға дөрөҫ күсереү. Баҫым урынын билдәләү һәм уның һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда үҙгәрешен күҙәтеү. |
5. Тел ғилеменең бүлеге булараҡ орфоэпия. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең төп әйтелеш нормалары Тел ғилеменең бүлеге булараҡ орфоэпия. Тартынҡы өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше, [ҡ] һәм [к] өндәренең дөрөҫ әйтелеше. Һүҙ башында һәм һүҙ аҙағында [в] өнөнөң дөрөҫ әйтелеше. | Баҫымдың төп ҡағиҙәләре: баҫымһыҙ һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеш нормаларын; ҡалын һәм нәҙек, иренләшкән һәм иренләшмәгән һуҙынҡыларҙы үҙләштереү. Редукция, протеза һәм эпентеза, элизия күренештәре. Тартынҡы өндәрҙең өс принцип менән бүленеше. Һүҙ аҙағында [ҡ], [к], [п] өндәренең [г], [ғ], [б] өндәре менән сиратлашыу ы. Башҡорт теленең сингармонизмлы телдәр төркөмөнә ҡарауын төшөнөү. Орфоэпик күҙлектән сығып, үҙ һәм икенсе кеше телмәрен анализлау; үҙ телмәреңде дөрөҫләү. |
7-се бүлек. Графика
Тел ғилеме бүлеге булараҡ графика. Яҙыу тарихы тураһында белешмә. Башҡорт алфавиты составы, хәрефтәрҙең атамаһы.
Өн һәм хәрефтәрҙең нисбәте. Йомшаҡлыҡ һәм ҡатылыҡ билдәһе. Баш һәм юл хәрефтәре. | Кеше үҫеше тарихында яҙыуҙың әһәмиәтен төшөнөү. Һүҙҙең өн һәм хәреф составын сағыштырыу һәм анализлау. Һүҙлек, белешмә, энциклопедия һәм CMC хәбәрҙәрҙән мәғлүмәт эҙләүҙә алфавитты ҡулланыу. |
8-се бүлек. Морфемика һәм һүҙьяһалыш
Һүҙьяһалыш Һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Тамыр һүҙ, һүҙҙең нигеҙе (яһалма һүҙ). Ялғауҙар һәм уларҙың төрҙәре. Һүҙ яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар, һүҙьяһалыш юлдары. Телдә һүҙьяһалыш ысулдары. | Тамыр һүҙ, һүҙҙең нигеҙе (яһалма һүҙ), төрлө ялғауҙар һүҙ составын тәшкил итеүен аңлау. Ялғауҙар һәм уларҙың дөрөҫ яҙылышын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу. Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы айыра белеү. Ҡушма һәм парлы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү. |
9-сы бүлек. Лексикология һәм фразеология
Тел ғилеме бүлеге булараҡ лексикология. Телдең берәмеге булараҡ һүҙ. Башҡа тел берәмектәренән һүҙҙең айырмалығы.
Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Һүҙҙең лексик мәғәнәһен аңлатыуҙың төп ысулдары. Бер һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр; һүҙҙәрҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе.
Омонимдар, уларҙың күп мәғәнәле һүҙҙәрҙән айырмалығы. Синонимдар. Синонимдарҙың мәғәнәүи һәм стилистик айырмалыҡтары. Антонимдар. Башҡорт теленең синоним һәм антоним һүҙлектәре.
Килеп сығышы яғынан хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы: төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Күҙҙәрҙе үҙләштереүҙең төп сәбәптәре. | Лексикологияның төп аңлатмаларын үҙләштереү. Фекерҙе, хисте, эмоцияны сағылдырыуҙа һәм формалаштырыуҙа һүҙҙең ролен аңлау; үҙ лексиконыңды киңәйтеү; һүҙҙе телдең башҡа берәмектәренән айырыу; башҡорт теленең һүҙлек запасын классификациялау принциптарын белеү. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнә айырмалыҡтарын аңлатыу; һүҙҙең лексик мәғәнәһен төрлө ысулдар менән аңлатыу. Күп мәғәнәле, тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе айырыу; омоним, синоним, антонимдарҙы таба белеү. Синонимдарҙың мәғәнәүи һәм стилистик айырмалыҡтарын билдәләү. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе ҡапма- ҡаршы ҡуйыу; синонимик рәттәрҙә доминанта; антоним һәм омонимдарҙы парҙарҙа табыу. Матур әҙәбиәттә һәм һөйләү телендә һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәһен ҡулланыуҙы күҙәтеү; синонимдарҙың матур әҙәбиәттә, публицистик һәм ғилми текстарҙа, антонимдар, архаизмдар, неологизмдар, диалектизмдарҙың ҡулланылыуын күҙәтеү. Күҙҙәрҙе тематик төркөмдәргә йыйыу. Актив һәм пассив һүҙҙәр запасынан, ҡулланыу сфераһынан һәм стилистик биҙәлеш күҙлегенән сығып характерлау. Күҙгә лексик анализ яһау. Үҙ телмәреңдә синоним, антоним һ. б. ҡулланыу. |
Архаизмдар, тарихи һүҙҙәр, неологизмдар. Телдең үҫеш процесында архаизм һәм неологизмдарҙың барлыҡҡа килеүенең төп сәбәбе.
Ҡулланыу сфераһы күҙлегенән башҡорт теле лексикаһы: киң ҡулланылышлы һүҙҙәр һәм диалектизмдар, профессионализмдар һәм калькалар; уларҙы ҡулланыу үҙенсәлектәре. | Лексик сараларҙы һайлауҙы тормошҡа ашырыу һәм уларҙы мәғәнә, аралашыу сфераһына яраҡлы ҡулланыу. Күҙҙе теүәл, булдыҡлы һәм урынлы ҡулланыу күҙлегенән сығып, үҙеңдең һәм икенсе кешенең телмәрен баһалау. Төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән (аңлатмалы һүҙлек, синоним, антоним, фразеологик һ. б. һүҙлектәрҙән) кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу һәм төрлө эшмәкәрлек төрҙәрендә уларҙы ҡулланыу. |
8. Лексикология бүлеге булараҡ фразеология. Фразеологизмдар, уларҙың билдәләре һәм мәғәнәһе Фразеологизмдар, уларҙың билдәләре һәм мәғәнәһе. Ирекле бәйләнешле һүҙҙәр менән фразеологик берәмектәр араһында айырмалыҡтар. Мәҡәл, әйтем, афоризм, ҡанатлы һүҙҙәр. Фразеологияла башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәте. Фразеологик һүҙлектәр. Лексика һәм фразеологияның төп һүрәтләү саралары. | Эмоциональ-экспрессив һүҙҙәр. Һүҙҙең эмоциональ биҙәге. Фразеологияның төп аңлатмаларын аңлау. Фразеологик берәмектәрҙең билдәләренә ҡарап таныу. Фразеологик берәмектәрҙе айыра белеү. Телмәрҙә уларҙы урынлы ҡулланыу. Әҙәби текста һүрәтләү сараһы булараҡ синоним, антоним, фразеологизм, күсмә мәғәнәле һүҙҙәр, диалектизмдарҙы һ. б. ҡулланыуҙы күҙәтеү. |
10-сы бүлек. Морфология
Грамматика бүлеге булараҡ морфология. Һүҙҙең грамматик мәғәнәһе һәм уның лексик мәғәнәһенән айырмалығы. | Морфологияның төп аңлатмаларын үҙләштереү. Һүҙҙең лексик мәғәнәһенән айырмалы рәүештә грамматик үҙенсәлектәрен аңлау. |
Һүҙҙең лексик-грамматик бүлеге булараҡ һүҙ төркөмдәре. Башҡорт телендә һүҙ төркөмдәре системаһы. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре.
Һүҙ төркөмө булараҡ исем, уның дөйөм категория мәғәнәһе, морфологик билдәләре, синтаксик функциялары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Башҡорт телендә һан, килеш, исемдәрҙең эйәлек һәм хәбәрлек категориялары.
Һүҙ төркөмө булараҡ сифат. Морфологик үҙенсәлеге, синтаксик функцияһы. Сифат дәрәжәләре; сифаттарҙың яһалышы, уларҙың дөрөҫ яҙылышы. 5. Һан Һүҙ төркөмө булараҡ һан, уның морфологик билдәләре, синтаксик функцияһы. Ябай һәм ҡушма һандар, һан төркөмсәләре. Нумератив һандар, һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. | Үҙ аллы һүҙ төркөмдәрен һәм уның формаларын таныу; ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Төрлө һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәргә морфологик анализ яһау. Исемдең дөйөм категория мәғәнәһен, морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролен анализлау. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Башҡорт телендә һан, килеш, исемдәрҙең эйәлек һәм хәбәрлек категорияларын таныу. Исемдәрҙең ниндәй һанда, килештә килеүен билдәләү. Бирелгән морфологик билдәләр буйынса исемдәрҙе төркөмләү. Исемдәрҙе лексик һәм грамматик нормаларға яраҡлы ҡулланыу. Сифаттың дөйөм категория мәғәнәһен, морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролен анализлау. Сифат дәрәжәләрен таныу; сифаттарҙың яһалышын, уларҙың дөрөҫ яҙылышын төшөнөү. Тейешле миҫалдар килтереү. Телмәрҙә синонимик сифаттарҙы, эпитет ролендә булған сифаттарҙы ҡулланыу. Һандың дөйөм категория мәғәнәһен, морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролен анализлау. Төп, рәт, бүлем, сама, йыйыу, кәсер, үлсәү һандарын айырыу. Нумератив һүҙҙәр тураһында белеү. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү. Морфологик билдәләренә ҡарап, һандарҙы төркөмләү. Һандарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. |
11-се бүлек. Синтаксис
12-се бүлек. Дөрөҫ яҙыу: орфография һәм пунктуация
1. Дөрөҫ яҙыу бүлеге булараҡ орфография Башҡорт әҙәби теленең орфографияһы. Һөйләмдә һүҙҙәрҙе яҙыу һәм тыныш билдәләрен ҡуйыуҙы яйға һалыусы ҡағиҙә системаһы. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу нормалар системаһы булараҡ орфография. Орфограмма һәм орфографик ҡағиҙәләр. 2. Баш һәм юл хәрефтәрен яҙыу. Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү 3. Дөрөҫ яҙыу бүлеге булараҡ пунктуация Һөйләмдә тыныш билдәләрен ҡулланыу. Башҡорт теле пунктуацияһының төп принциптары. Тыныш билдәләре, уларҙың функцияһы. Кәйләмдәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеүсе тыныш билдәләре, айырыусы тыныш билдәләре (өтөрҙәр, һыҙыҡтар, йәйәләр, тырнаҡтар), йыш ҡулланылған тыныш билдәләре. 4.Һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре. Ябай һөйләмдәрҙән һуң тыныш билдәләре Һөйләм аҙағында ҡуйылған тыныш билдәләре менән бәйләнешле пунктуация ҡағиҙәләре. Ябай һөйлөмдәрҙә (эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ һ. б.). Тиң киҫәкле, айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйлөмдәрҙә тыныш билдәләре. 5.Ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре Ҡушма һөйләм (теҙмә ҡушма һөйләмдәр, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр, эйәрсән һөйләмдәр) төрҙәрендә тыныш билдәләренә бәйләнешле пунктуация ҡағиҙәләре.
Цитата ҡулланғанда тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Диалогты яҙғанда тыныш билдәләре. | Орфография ҡағиҙәләре менән танышыу. Башҡорт әҙәби теле орфографияһының вазифаларын өйрәнеү. Орфографик һәм пунктуацион һиҙгерлекте булдырыу. Өйрәнелгән орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һәм уларҙы ҡулланыу алгоритмдарының йөкмәткеһен үҙләштереү. Яҙма телмәрҙә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау. Баш һәм юл хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу. Һөйләмдә тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡулланыу. |
Мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке
13-сө бүлек. Тел һәм мәҙәниәт
Тел һәм мәҙәниәттең бәйләнеше Телдә мәҙәниәттең һәм халыҡ тарихының сағылышы. Башҡорт телмәр этикеты. | Башҡорт теленең башҡорт мәҙәниәте, тарихы менән бәйләнешен аңлау. Телде өйрәнеү илдең тарихын һәм мәҙәниәтен яҡшыраҡ белеү өсөн кәрәклекте иҫбат итерлек миҫалдар килтереү. Башҡорт телмәр этикетының үҙенсәлектәре тураһында күҙ алдына килтереү: телмәр этикет ҡағиҙәләрен уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта урынлы ҡулланыу. |
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Лексика ( 3 сәғәт)
Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең һүҙлек составы: төп башҡорт һүҙҙәре, рус, ғәрәп, фарсы телдәренән, рус теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр.
Башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәре. Халыҡ-ара һүҙҙәр. Кәсеп-һөнәр (профессиональ) һүҙҙәр. Иҫкергән һүҙҙәр, яңы һүҙҙәр, диалект һүҙҙәре. Башҡорт теле һүҙлек составының үҙгәреп, байығып тороуы һәм уның юлдары.
Нығынған һүҙбәйләнештәр (фразеологик берәмектәр): тел тейҙереү, энәһенән ебенә тиклем, күҙ асыпйомғансыһ.Ь.
Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе, нығынған һүҙбәйләнештәрҙе, диалект һүҙҙәрен таный белергә һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү, һөйләмдәргә, текстарға лексик анализ яһау.
Бүлек буйынса бөтә үтелгәндәрҙе тәртипкә килтереү һәм йомғаҡлау.
Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу ( 4 сәғәт)
Исем тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Исемдең ялғауһыҙ ҙа күплек мәғәнәһен белдереүе (ул колхозда һыйыр һауа; ул йәсләлә бала карай).
Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше. Туғанлыҡты белдереүсе исемдәрҙең өсөнсө зат формаһы (ата-һы, әсә-һе, ағаһы, еҙнә-һе, апа-һы, инә-һе, ҡартта-һы һ.б.). Эйәлек мәғәнәһенең - тыҡы, -теке, -дыҡы, -деке, -ҙыҡы, -ҙеке, -ныкы, -неке ялғауҙары менән бирелеүе: китап атай-ымдыҡы, дәфтәр бала-ныҡы; был баҫыуҙар күрше фермерҙыҡы һ.б.
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Килештәрҙең мәғәнәләре, һорауҙары, ялғауҙары. Килеш ялғауҙарының үҙҙәре ҡушылып килгән исемдәрҙе икенсе бер һүҙҙәргә бәйләү вазифаһын үтәүе (үҙгәртеүсе ялғауҙар булыуы). Эйәлек ялғаулы исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы һәм әйтелеше.
Исемдәрҙең хәбәрлек формаһы: эшсемен, эшсеһең, ул эшсе; беҙ эшсе-беҙ, эшсеһегеҙ, улар эшселәр.
Исемдәрҙең эйәлек заты менән хәбәрлек формаһы араһындағы айырманы билдәләргә өйрәтеү. Хәбәрлек ялғаулы һүҙҙәрҙе дөрөҫ баҫым менән уҡырға күнектереү.
Башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән исемдәрҙе дөрөҫ баҫым менән уҡырға күнектереү (зарядка, землянка, эмаль, клиника, бригада, тарифһ.б.).
Уҡыусыларҙа фекерҙе дөрөҫ һәм асыҡ аңлатыу өсөн телмәрҙә синоним формаларҙы ҡулланыу күнекмәләре булдырыу.
Уҡыусыларҙың һүҙьяһалыш, исемдәрҙең яһалыу юлдары буйынса алған белемдәрен үҫтереү, күнекмәләрен нығытыу өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү. Исемдәргә телдән һәм яҙып морфологик анализ яһарға өйрәтеү.
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм тәртипкә килтереү.
Сифат һәм уны телмәрҙә ҡулланыу ( 3 сәғәт)
I. Сифаттың мәғәнәһе, морфологик билдәләре, синтаксик вазифаһы. Сифаттарҙың яһалыу юлдары - ҡушыу, һүҙҙәрҙе парлау, һүҙҙәрҙе бәйләү.
Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре: төп дәрәжә (аҡ, ҙур)\ сағыштырыу дәрәжәһе (ағыраҡ, ҙурырат!)] артыҡлыҡ дәрәжәһе (ап-аҡ, йәп-йәшел; уғата ҙур, үтә сәйер,, бик матур)] аҙһытыу дәрәжәһе (аҡһыл, зәңгәрһыу, һарғылт, күгелйем, һалҡынса, йылымыс).
Сифаттарҙың исемләшеү осраҡтары, ул саҡта уларҙың һан, килеш, эйәлек заты менән үҙгәреүе, хәбәрлек формаһын ҡабул итә алыуы Ҫматурын һайланым, елкәңдәрҙе хөрмәтләргә кәрәк). Исемгә күскән сифаттар (һыйыр ағынан өҙөлмәйбеҙ, ҡарттарҙың хәле һәйбәт кенә; йәштәр эштә ялҡын кеүектәр).
Сифаттарҙың исемдәргә бәйләнеп килеү үҙенсәлектәре.
II. Телмәрҙә синоним, күсмә мәғәнәле сифаттарҙы ҡулланырға өйрәтеү. Сифаттарға телдән һәм яҙып морфологик анализ яһарға өйрәтеү.
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе йомғаҡлау һәм тәртипкә килтереү.
Һан һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (2 сәғәт)
Һандың мәғәнәһе, морфологик билдәләре, һөйләмдәге вазифалары. Ябай һәм ҡушма һандар: уларҙың дөрөҫ яҙылышы. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙың һәм уларҙың ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы.
Һан төркөмсәләре: 1) төп һандар (өс, ун, бер)] 2) тәртип һандары (икенсе, өсөнсө, ун алтынсы)] 3) бүлем һандары (икешәр, өсәр, дүртәр, унар, егермешәр һ.б.); 4) сама һандары (иллеләп, утыҙлап, ундарса, өс-дүртләп һ.б)\ 5) йыйыу һандары (алтау, у на У); 6) кәсер һандары (биш бөтөн алтынан бер һ.б).
Һөйлөмдәрҙә һандарҙың башҡа һүҙҙәргә бәйләнеп килеү үҙенсәлеге (өҫтәлдә китаптар ята; өҫтәлдә ике китап ята).
Һандарҙың исемләшеп килеү осраҡтары, ул саҡта уларҙың һан, килеш, эйәлек заты ялғауҙарын ҡабул итеүе (берәүҙәр ҡайтып килә, икенселәре китеп бара, бишкә биште ҡушһаң...).
Һыҙыҡ аша яҙыла торған ҡушма һандарҙы дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен нығытыу, һүҙ һәм цифрҙар менән бирелгән һандарҙы (даталарҙы белдереүсе һ.б.) дөрөҫ яҙырға өйрәтеү, һандарҙың фразеологик берәмектәрҙәге роле менән практик таныштырыу.
Һандарға телдән һәм яҙып морфологик анализ яһарға өйрәтеү. Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе йомғаҡлау һәм тәртипкә килтереү.
Алмаш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (2 сәғәт)
I. Алмаштың телмәрҙә үтәгән вазифаһы, мәғәнә үҙенсәлектәре, грамматик билдәләре. Алмаш төркөмсәләре: 1) зат
алмаштары (ҡабатлау); 2) күрһәтеү алмаштары; 3) һорау алмаштары; 4) билдәләү алмаштары; 5) билдәһеҙлек алмаштары; 6) юҡлыҡ алмаштары.
Алмаштарҙың һан һәм килеш менән үҙгәреүе. Билдәһеҙлек һәм юҡлыҡ алмаштарының яһалышы.
II. Бер һүҙҙе күп ҡабатлауҙан ҡотолоу әсен телмәрҙә алмаштарҙы ҡулланырға өйрәтеү. Алмаштарҙы телдән һәм яҙып тикшерә белеү.
Бүлек буйынса үткәндәрҙе тәртипкә һалыу.
Ҡылым һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (6 сәғәт)
I. Ҡылым төркөмсәләре:
Исем ҡылым: мәғәнәһе һәм яһалышы (барыу, килеү, төшөү, ҡарап тороу, килеп сығыу). Исем ҡылымдың исемгә күсеүе (көтөү ҡайтты, кисеү бирмәҫ йылға юҡ һ.б.). Исем ҡылымдың исемгә оҡшаш яҡтары: уның һан, килеш, эйәлек заты менән үҙгәреүе (уҡыуҙар башланды, яҙыуҙы башланылар; уҡыуым ҡала). Исем ҡылымдың барлыҡ-юҡлыҡ формаһы (көлөү-көлмәу). Исем ҡылымдарҙың һөйләмдәге роле.
Уртаҡ ҡылым: мәғәнәһе һәм яһалышы (барырға, килергә, тоторға, көлөргә, яҙып барырға). Уртаҡ ҡылымдың юҡлыҡ формаһы (бармаҫҡа, килмәҫкә); синтаксик вазифалары.
Сифат ҡылым: уның мәғәнәһе. Сифат ҡылымдың заман формалары: 1) үткән заман сифат ҡылым, уның яһалышы, һөйләмдәге вазифалары (осҡан ҡош, килгән кеше, һөйләнеп бөткән телмәр, килеп туҡтаған машина һ.б.); 2) киләсәк заман сифат ҡылым, уның яһалышы, һөйләмдәге вазифалары (ятырурын, килер ҡунаҡ, торор урын, һөйләр һүҙем, әйтер һүҙем, уйлар уйым; киләсәк йәштәр, үләһе әбей үлмәгән; китәһе ҡыҙ китмәгән, башҡараһы эш, һөйләнеләсәк телмәр..)] 3) хәҙерге заман сифат ҡылым, уның яһалышы, һөйләмдәге вазифалары (уҡыусы кеше, уҡытыусы ағай һ.б.).
Сифат ҡылымдарҙың исемләшеүе, уларҙың исем грамматик категорияларын алыуы (ашаған белмәй, тураған белә; алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп һ.б.).
Хәл ҡылым: уның мәғәнәһе. Хәл ҡылымдың төрҙәре:
- -ып, -еп, -оп, -еп, -п(ҡарап, барып; күреп; өрөп.
- -ғас, -гәс, -ҡас, -кәс (барғас, килгәс, ҡайтҡас, киткәс һ.б.);
- -а-а, -й-й, -ә-ә (тора-тора, көлә-көлә, йөрөй-йөрөй шымара һ.б.);
- -ҡансы, -кәнсе, -ғансы, -Л9#се(ҡайтҡансы, килгәнсе, йөрөгәнсе һ.б.);
5) -ҡанса, -ҡәнсә, -ғанса, -гәнсә (ҡушҡанса, һөйләгәнсә, күрһәткәнсә, яҙғанса һ.б.).
Хәл кылымдың барлығы һәм юҡлығы (барып-бармайынса, барғас-бармағас, килгәс-килмәгәс, һөйләп-һөйләмәйенсә һ.б.).
"Кылым йүнәлештәре: практик танышыу 1) төп йүнәлеш (йыуа, кейә); 2) ҡайтым йүнәлеше (йыуына, кейенә); 3) төшөм йүнәлеше (йыуыла, кейелә)] 4) уртаҡлыҡ йүнәлеше (йыуыша, кейешә)] 5) йөкмәтеү йүнәлеше (йыуҙырт, кейҙер һ.б.).
II. Бер һөйкәлеш ҡылымдарын икенсе һөйкәлеш ҡылымдары урынында, хәҙерге заман ҡылымдары урынына үткән заман ҡылымдарын ҡулланырға өйрәтеү, һөйкәлеш һәм төркөмсә ҡылымдарының ябай һәм ҡушма формаларын телмәрҙә ҡулланыу. Хәл ҡылымдарының морфологик билдәләрен һәм синтаксик вазифаларын билдәләй белеү; хәл әйтемдәрен йәнле һәм яҙма телмәрҙә файҙаланыу. Сифат ҡылымдарҙың морфологик билдәләрен һәм синтаксик вазифаларын таный белеү, сифат ҡылымдарға морфологик анализ яһай белеү.
Исем ҡылымдар, уртаҡ ҡылымдар менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөй белеү; фекерҙе тулы һәм асыҡ сағылдырыу маҡсатында синоним ҡылымдарҙы ҡулланыу.
Ҡылымға дөйөм морфологик анализ яһай белеү.
Предмет эсендә бәйләнеш булдырыу (V класс). Башҡорт теле. Ҡылым: мәғәнәһе, һорауҙары; ҡылымдың зат, һан менән үҙгәреше, ҡылым һөйкәлештәре.
П р е д м е т-а ра бәйләнеш. Рус теле (V класс). Ҡылымдың дөйөм грамматик мәғәнәһе; морфологик билдәләре; заман формалары. Ҡылымдың һөйләм төҙөүҙәге урыны, һөйләмдәге функциялары. Хәбәр һөйкәлеше (изъявительное наклонение), уның мәғәнәһе, яһалышы, шарт һөйкәлеше (условное наклонение), бойороҡ һөйкәлеше (повелительное наклонение); ул һөйкәлеш формаларының яһалышы, мәғәнәләре.
Рәүеш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу (4сәғәт)
I. Рәүеш тураһында төшөнсә: белдергән мәғәнәһе, морфологик билдәләре. Синтаксик вазифалары.
Рәүеш төркөмсәләре: 1) төп рәүештәр (тиҙ, шәп, һыбай)]2) ваҡыт рәүештәре (иртәгә, бөгөн, кисә, былтыр)] 3) урын рәүештәре (юғары, түбән, алыҫ, яҡың); 4) оҡшатыу рәүештәре (айыуҙай (атлай), бүреләй (ашай)] 5) күләм-дәрәжә рәүештәре (күп, өҙлөкһөҙ, аҙ)] 6) сәбәп-маҡсат рәүештәре (юрамал, бушҡа).
Рәүештең сифат менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Рәүеш дәрәжәләре: төп дәрәжә (шәп, алыҫ, һуң һ.б.); сағыштырыу дәрәжәһе (алыҫыраҡ, шәберәк һ.б.); артыҡлыҡ дәрәжәһе (бик шәп, бик һуң, ғәжәп оҫта, иң элек, ифрат һуң, уғата йомарт, үтә тиҙһ. б.).
Рәүештәрҙең яһалышы. Тамыр һәм яһалма рәүештәр. "Кушма рәүеш. Рәүештәрҙең яһалыу юлдары:
һүҙгә ялғау ҡушыу юлы менән (русса, баласа, һинеңсә, йәшләй, икеләтә, күрәләтә, көҙөн, балыҡтайһ. б.):
һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән (бөгөн, быйыл, артабан, уҙмаҡсатһ.б.); һүҙҙәрҙе парлау юлы менән (арлы-бирле, үрле-ҡырлы, алпан- толпан, көнө-төнө һ.б.);
Һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән (аяҡ өҫтө, йөҙ түбән \\.б)\ һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән (шәп-шәп, тиҙ-тиҙ һ.б.). II. Рәүештәрҙең мәғәнәһен, морфологик билдәләрен аңлата белеү.
Һөйләмдәрҙә рәүештәрҙе дөрөҫ яҙыу һәм ҡуллана белеү күнекмәһе. Рәүештәргә морфологик анализ яһай белеү.
Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле (IV класс). Дөрөҫ әйтелеш. Дөрөҫ әйтелеш нормалары. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре, һүҙьяһалыш ысулдары.
П р е д м е т-ара бәйләнеш. Рус теле (IV класс). Рәүеш тураһында төшөнсә. Рәүешле һүҙбәйләнештәрҙе телмәрҙә ҡуллана белеү күнекмәһе.
Теркәүестәр (2 сәғәт)
Теркәүестәр һәм уларҙың телмәрҙәге функцияһы. Теркәүестәрҙең бүленеше: теҙеү теркәүестәре: йә, йәки, ләкин, һәм, тик, юҡҡа, әллә (менән бәйләүесенең теркәүес булып та йөрөүе), шулай уҡ, йә иһә, әммә, ә, юғиһә, тағы, тағыла, әле... әле, бер... бер, бөрсә, йәнә,да-дә, та-тә, ҙа-ҙә, ла-лә, бәлки һ.б. Эйәртеү теркәүестәре: сөнки, тимәк, шуға күрә, хатта, шунлыҡтан, шуға ла, шуның өсөн, шул арҡала, әгәр, әгәрҙә, гүйә, гәрсә һ.б.
Теркәүестәрҙең морфологик, синтаксик ролен аңлата белеү күнекмәһе. Теркәүестәрҙе ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙә урынлаштырыу һәм телмәрҙә ундай һөйләмдәрҙе ҡулланыу күнекмәләре булдырыу. Теркәүестәре булған һөйләмдәрҙе анализлау күнекмәһен үҫтереү.
Бәйләүестәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу (1 сәғәт)
I. Бәйләүестәрҙең телмәрҙәге вазифаһы. Уларҙың бүленеше: 1) төп һәм эйәлек килеште талап итеүсе бәйләүестәр (менән, өсөн, кеүек, шикелле, төҫлө, һымаҡ, арҡылы, аша, тураһында); 2) төп һәм төбәү килеште талап итеүсе бәйләүестәр (тиклем, саҡлы, хәтле, ҡәҙәр, ҡаршы, табан, ҡарай, ҡарамаҫтан, ҡарағанда, ҡарата, тартыр 3) сығанаҡ килеште һорап тороусы бәйләүестәр (башҡа, бүтән, бирле, элек, әүәл, башлап, һуң, тыш һ.б.).
II. Бәйләүестәрҙең синтаксик ролен билдәләй белеү. Бәйләүестәрҙе исемдәр янында ҡуллана белеү.
Предмет эсендәге бәйләнеш.Башҡорт теле (V класс). Орфография, орфографияның принциптары.
Предмет- ара бәйләнеш. Рус теле (VI класс). Предлогтарҙың рус телендә бәйләүес вазифаларында ҡулланылыуын иҫкә төшөрөү.
Киҫәксәләр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу (1сәғәт)
Киҫәксәләрҙең морфологик билдәләре, телмәрҙәге вазифалары. Мәғәнәләренә ҡарап, киҫәксәләрҙең бүленеше. 1) көсәйтеү-раҫлау киҫәксәләре: "та, баһа, да баһа, ҙа баһа, ла баһа; иң, ап-, һап-, ҡап-, бит, -сы, -се, со, -сө һ.б.; 2) сикләү киҫәксәләре: ғына-генә, ҡына-кенә, уҡ-үк; 3) тиҙлек киҫәксәләре: да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә; 4) икеләнеү-билдәһеҙлек киҫәксәләре: -дыр, -дер, - тыр, -тер, -ҙыр, -ҙер, -лыр, -лер; 5) һорау киҫәксәләре: -мы, -ме, -мо, -мө, -мыни, -ме ни, -мони, -мө ни һ.б.
Киҫәксәләрҙең морфологик һыҙаттарын, синтаксик вазифаларын билдәләй белеү. Киҫәксәләрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү. Да-дә, та-тә, ҙа-ҙә, ла-лә ярҙамсы һүҙҙәрҙең теркәүес тә, киҫәксә лә була алыуын, ниңдәй ҡулланылышта улар теркәүес, ҡайһы ҡулланылышта киҫәксә булыуҙарын билдәләргә, шуға таянып, улар эргәһендә тыныш билдәләрен ҡуйырға өйрәтеү. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен бер-береһе менән сағыштырыу, уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын билдәләү.
Мөнәсәбәт һүҙҙәр, ымлыҡтар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу ( 1 сәғәт)
Мөнәсәбәт һүҙҙәр тураһында төшөнсә. Мөнәсәбәт һүҙҙәрҙең синтаксик роле. Нәрәк, тейеш, мөмкин, бар, юҡ, түгел, буғай, ярай мөнәсәбәт һүҙҙәренең мәғәнәһе һәм телмәрҙә ҡулланылышы, уларҙың исем урынында килә алыуы.
Телмәрҙә мөнәсәбәт һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.
1. Ымлыҡтар тураһында төшөнсә, уларҙың морфологик һыҙаттары, телмәрҙәге вазифалары. Ымлыҡтарҙың төрҙәре:
1) көйөнөүҙе, үкенесте белдереүсе ымлыҡтар: ай-ай (Ай-ай-ай, эләктең ҡапҡанға! - тип мин үҙемде шелтәләп тә алам (Ш. Насыров); 2) ғәжәпләнеүҙе, шикләнеүҙе белдереүсе ымлыҡтар: ай- бай, ай-һай, атаҡ (Ай-һай, яраланған йәнлектең ҡурҡыуы мөмкинме? (Ә. Чаныш); һоҡланыуҙы, тынысһыҙланыуҙы, оялыуҙы белдереүсе ымлыҡтар: аһ, аһ-аһ, aha һ.б.); 3) оҡшатыу һүҙҙәре: а) өноҡшаш һүҙҙәр бип-бип, сылтыр-сылтыр, селтер-селтер, йым-йым һ.б.; в) саҡырыу һүҙҙәре: һәү-һәү, бәр-бәр, кәз-кәз, бес-бес, деге- деге-деге(ҡаҙ саҡырыу) һ.б.
Ымлыҡтарҙан һүҙҙәр яһалыу (уфтаныу, аһаһайлау һ.б.).
- Ымлыҡтарҙы телмәрҙә ҡулланырға һәм дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү, уларҙың хис-тойғо биҙәген билдәләү. Оҡшатыу һүҙҙәре аңлатҡан һындарҙы һүрәтләй белеү һәм телмәрҙә ҡулланыу күнекмәһен үҫтереү.
Контроль диктант-2 сәғәт
Ҡабатлау-1 сәғәт
3. Тематик планлаштырыу.
№ |
Дәрестең темаһы | План буйынса үткәреү ваҡыты | Фактик үткәреү ваҡыты | Иҫкәрмәләр |
1 | Лексика | 01.09 | Һүҙҙәрҙең төрлө мәғәнәгә эйә булыуын күҙәтеү. Күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланырға өйрәнеү | |
2 | Башҡорт телендә дөйөм ҡулланылышлы һәм тар ҡулланылышлы һүҙҙәр | 08.09 | Аңлатмалы һүҙлектәр менән эшләү. | |
3 | Фразеологик берәмектәр | 15.09 | Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе текстан табыу, мәғәнәһен аңлатыу. Уларҙы һөйләү телмәренә индереү | |
4 | Исем.Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. | 22.09 | Морфологияның нимә өйрәнеүен үҙләштереү. Исемде белдергән һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштырыу һәм уның үҙенсәлектәре, грамматик билдәләре тураһында һығымта яһау. | |
5 | Исемдәрҙең эйәлек һәм хәбәрлек заты | 29.09 | Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәрешен үҙләштереү, ялғауҙар яҙылышын сағыштырыу, һығымта яһау. Күнегеүҙәр башҡарыу. | |
6 | Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. | 06.10 | Исемдәрҙең төрлө ялғауҙар ҡабул итеүен күҙәтеү нигеҙендә килештәрҙе, уларҙың һорауҙарын ғәмәли үҙләштереү. | |
7 | Исем тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау | 13.10 | «Исем» темаһы буйынса белемдәрҙе системаға һалыу, һығымта яһау. Белем кимәлен баһалау. | |
8 | Сифат.Сифаттарҙың исем урынында килеүе һәм һөйләмдәге роле. Сифаттарҙың яһалышы | 20.10 | Сифаттарҙың телмәрҙәге әһәмиәтен күҙәтеүҙәр нигеҙендә асыҡлау. Сифат менән матур һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр, текстар төҙөү. | |
9 | Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре. Сифат дәрәжәләренең дөрөҫ яҙылышы | 27.10 | Тамыр һәм яһалма сифаттарҙың яһалышын күҙәтеү, сағыштырыу, һығымта яһау. | |
10 | Сифаттарҙың дөрөҫ яҙылышы. Синоним сифаттар | 10.11 | Телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләү. Сифаттар ҡулланып һүрәтләү текстары төҙөү. Тема буйынса уҡытыусы ярҙамында проект төҙөү. | |
11 | Һан.Ябай һәм ҡушма һандар | 17.11 | Һан тураһында дөйөм төшөнсә алыу, уларҙың телмәрҙәге әһәмиәтен билдәләү. Ябай һәм ҡушма һандарҙы төркөмләү, сағыштырыу, дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү. | |
12 | Контроль диктант “Миҙгелдәр” | 24.11 | Өйрәнгән орфограммалар менән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу | |
13 | Хаталар өҫтөндә эш.Һан төркөмсәләре.Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. | 01.12 | Һандарҙы дөрөҫ яҙыу буйынса күнегеүҙәр башҡарыу. Һандарға морфологик анализ яһау. Тема буйынса проект төҙөү. | |
14 | Алмаш. Алмаш төркөмсәләре | 08.12 | Алмаштарҙың зат һәм предметтарҙы атамайынса, уларҙың исемен алмаштырып килеүен күҙәтеү. Уларҙы таныу, табыу, һорау ҡуйыу, ниндәй һүҙ төркөмөн алмаштырып килеүен билдәләү, төркөмсәләрен өйрәнеү. | |
15 | Алмаштарҙың һан һәм килеш менән үҙгәреше. Алмаштарға грамматик анализ тәртибе | 15.12 | Алмаштарҙы килеш менән үҙгәртеү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу, һөйләмдәге ролен билдәләү. | |
16 | Контроль диктант “Тыуған ил ҡайҙан башлана?” | 22.12 | Орфограммаларҙы ҡулланып, хатаһыҙ диктант яҙыу. | |
17 | Хаталар өҫтөндә эш.Ҡылым.Ҡылым төркөмсәләре. Исем ҡылым | 29.12 | Ҡылымдарҙы яһалышы яғынан сағыштырыу, анализлау, өс төргә бүлеү. Башҡортостан ҡомартҡылары тураһында фекер алышыу.Телмәрҙә ҡылымдарҙың заман төрҙәрен айырырға өйрәнеү, уларҙы урынлы ҡулланыу. | |
18 | Уртаҡ ҡылым | 19.01 | Уртаҡ ҡылым тураһында мәғлүмәт алыу.үҙенсәлектәрен, яһалышын асыҡлау | |
19 | Сифат ҡылым .Сифат ҡылымдарҙың үткән,хәҙерге,киләсәк замандары | 26.01 | Ҡылымдарҙың үҙгәрешен ғәмәли үҙләштереү. Тест ярҙамында белемдәрҙе тикшереү һәм баһалау. | |
20 | Хәл ҡылым. Хәл ҡылымдарҙың төрҙәре. | 02.02 | Хәл ҡылымдарҙың яһалышы, телмәрҙә ҡулланышы, уларҙы айыра белеү | |
21 | Ҡылым йүнәлештәре. | 09.02 | Ҡылым йүнәлештәрен сағыштырыу, айырмаларын һәм оҡшаш яҡтарын билдәләү, һығымта яһау. | |
22 | Ҡылым күләмдәре һәм рәүешлеге.Ҡылым темаһы буйынса ҡабатлау | 16.02 | Алған белемдәрҙе системалаштырыу. | |
23 | Рәүеш .Рәүеш төркөмсәләре | Рәүеш тураһында төшөнсә алыу, уның билдәләрен күҙәтеүҙәр, сағыштырыу нигеҙендә асыҡлау һәм һығымта яһау. Уға бәйләнеп килгән һүҙҙәрҙе асыҡлау. | ||
24 | Рәүештең сифат менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтары | 02.03 | ||
25 | Рәүеш дәрәжәләре | 09.03 | Рәүештәрҙең төркөмсәләрен сағыштырыу нигеҙендә ғәмәли өйрәнеү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. | |
26 | Рәүештәрҙең яһалышы. Рәүеш темаһы буйынса ҡабатлау | 16.03 | Киң таралған рәүештәргә һорау ҡуйыу, һөйләмдәрҙән табыу, һүҙбәйләнештәр төҙөү. | |
27 | Теркәүес .Теркәүестәрҙең бүленеше | 23.03 | Ярҙамсы һүҙҙәрҙе таныу һәм ялғауҙар менән сағыштырыу. | |
28 | Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы | 06.04 | Һүҙҙең ялғауына баҫым төшөүен һәм ҡушылып яҙылыуын, ә һүҙгә бәйләнеп килгән ярҙамсы һүҙгә баҫым төшмәүен һәм айырым яҙылыуын сағыштырыу нигеҙендә ғәмәли үҙләштереү. | |
29 | Бәйләүес. Бәйләүестәрҙең төркөмсәләре | 13.04 | Һүҙлек запасын арттырырға | |
30 | Контроль диктант “Бал ҡорттары” | 20.04 | Үтелгәндәрҙе системалаштырырға, нығытырға, йомғаҡлау. | |
31 | Хаталар өҫтөндә эш.Киҫәксә. Киҫәксәләрҙең бүленеше һәм дөрөҫ яҙылышы. | 27.04 | Киҫәксәләрҙең ҡулланылышына күҙәтеү яһарға | |
32 | Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡ. Ымлыҡтарҙың дөрөҫ яҙылышы | 04.05 | Мөнәсәбәт һүҙҙәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланырға Ҡулланылышына күҙәтеү яһарға | |
33 | Оҡшатыу һүҙҙәре | 11.05 | Һүҙлек запасын арттырырға | |
34 | Контроль диктант “Алдынғы эскадрон” | 18.05 | Үтелгәндәрҙе системалаштырырға | |
35 | Хаталар өҫтөндә эш.Ярҙамсы һүҙҙәрҙе ҡабатлау. Тест эше | 25.05 | Үтелгәндәрҙе системалаштырырға, нығытырға, йомғаҡлау. |
6 класс
Контроль –баһалау материалдары
Иҫкәртмәле һүҙлек диктанты
Танкистар,космонавтар,повестар, поезға, металды,киоскыға,фармацевҡа,нефтте,ҡайғы-хәсрәт,аҡҡош,ир-ат,ҡайын еләге,билбау,көнсығыш,ҡарабойҙай,ҡаҙ үләне,партком,драмтүңәрәк,1 ғинуар, 15-16 йәштәрҙә,2015/2016 уҡыу йылы,2005-2010 йылдарҙа,6-шар ҡәләм, биш-алты бала, түп-түңәрәк,йәшелерәк,Марат та килмәне, атта саба, мин дә онотҡанмын, миндә ул китап.
Контроль диктант №1
Миҙгелдәр
Еребеҙҙә дүрт миҙгел бар.Яҙ көнө донъя йоҡонан уяна.Зәңгәр күктән ҡояш нурҙарын йәлләмәй һибә.
Алмашҡа йәй килә.Хәтфә йәшел үләндәр сыға. Яландарҙа еләк-емеш өлгөрә.Балалар ҡырҙа шаяра, күңел аса.Күмәкләп һыу инергә баралар.Ата-әсәләренә ярҙам итәләр.Йәй көндәре эш гөрләп тора,ҡышҡа әҙерләнәләр.
Баҡса-ҡырҙарға мул уңышты Көҙһылыу алып килә.Бар халыҡ хеҙмәт емешен йыйып ала.Алтын япраҡтарҙың ҡойолоп, балаҫ кеүек йәйелеп ятыуы-үҙе бер мөғжизә.
Ап-аҡ ҡарҙарын яуҙырып, ҡыш килә.Күктән төшкән аҡ йондоҙҙар- үҙе әкиәт донъяһы ул.
Бала-саға сана шыуа.Һыуыҡ булһа ла, улар шаярып туймай.Һәр миҙгел үҙенсә матур.Уларҙың ҡәҙерен белеп был донъяла татыу булып йәшәргә кәрәк.
Эш. Билдәләнгән һөйләмгә синтаксик анализ яһарға.
Контроль диктант №2
Тыуған ил ҡайҙан башлана?
Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана.Кешегә иң ғәзизе-һине твуҙырған әсә, иң ҡәҙерлеһе әсә,иң ҡәҙерлеһе- тыуған тупраҡ,иң йылыһы-һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме- тыуған өйөң, иң йәмлеһе- тыуған тәбиғәтең.Шуны тойоп үҫкән кешенең күңел ҡото бар.
Тыуған ил,тыуған төйәк, туған халыҡ һәм туған тел-иң изге төшөнсәләр.Башҡорт борон-борондан Уралға килеп төпләнгән.Урманында солоҡ ҡараған, кейек аулаған, торор өйөн,ҡаралтыһын ағастан һалған.Үҙәндәрендә мал көткән, тауҙарында бесән сапҡан,уйһыуҙарында иген иккән.
Тыуған төйәге хаҡында үҙенең ҡобайырҙарында әйтеп,Урал башҡорттарҙың изге төйәге,Ватаны икәнде нығытҡан.
Эш.1.Тәүге һөйләмгә синтаксик анализ яһарға.
2.Билдәләнгән һүҙгә грамматик анализ яһарға.
Контроль диктант №3
Нектарға бай сәскәләрҙе эҙләү - разведчик ҡорттоң эше. Бал ҡорто хуш еҫ бөркөгән сәскәгә ҡуна. Күҙәтеүсе ҡорт ояһына әйләнеп ҡайта.Ул, кәрәҙ өҫтөндә әйләнеп, ҡорһағын төрлөсә бороп йөрөй. Ҡорт шул юл менән бал ташыясаҡ ҡорттарға ҡайҙа осорға кәрәклеген хәбәр итә. Эшсе ҡорттар нектар менән туйынған арала сәскәне һеркәләндереп тә өлгөрә.
Күҙәнәк бал менән тулғас, ҡорттар уны һылап ҡуялар. Ҡояш байығансы уңған ҡорттар бик күп тәмле балды йыйып ала.
Эш.1.Тексҡа исем бирегеҙ.
2.Аҫтына һыҙылған ҡылымдарҙы асыҡлаусы һүҙе менән күсереп алырға, яһалышын, төркөмсәһен билдәләргә.
3.Билдәләнгән һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.
Контроль диктант №4.
Алдынғы эскадрон
Днепр йылғаһы аша сығыуҙы Күсимов полкына тапшырыу осраҡлы ғына хәл түгел ине, сөнки был подразделение йәйгеһен Воронеж фронтында һуғышҡан, Сталинград фронтында алышҡан саҡтарҙа үҙен атлы дивизияның иң сыныҡҡан һәм ойошҡан часы итеп күрһәтте.Һыу ҡаршылыҡтарын аша сығыуҙа был полктың командирҙарының тәжрибәһе лә күптәрҙекенән ҙурыраҡ та,өҫтөнөрәк тә ине.
Хәҙер Күсимов алдында беренсе итеп ҡайһы эскадронды ебәреү мәсьәләһе килеп баҫты.Ул бөтә эскадрондарҙы,уның атлыларын берәм-берәм күҙ алдынан үткәрҙе.Уйлана торғас,өлкән лейтенант Рудой командалыҡ иткән иң алдынғы эскадронға туҡталды.Был эскадрон атлылары ойошҡанлығы,әхлаҡи рухының юғары булыуы менән дивизияла билдәле ине.
Эштәр. 1.Яңғыҙлыҡ иседәрҙе күсереп яҙығыҙ.
2.командирҙарҙың һүҙен һүҙьяһалыш буйынса тикшерегеҙ.
3.Ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен табып,ҡайһы һүҙ төркөмө икәнен билдәләгеҙ.
Иҫкәртмәле диктант
Ҡойоп ямғыр яуҙы.Әйтерһең, ул Уралға ҡуна ғына килгән, төнө буйы донъя емерерҙәй булып,күк күкрәне, ялт та йолт йәшен йәшнәне.Ә яҡтыра башлау менән,артығыраҡ шашып китеүенән уңайһыҙланған кеүек, ҡара болоттар әллә ҡайҙа таралды ла бөттөКөтөүенән ҡалмаҫҡа тырышып сабышҡан мал өйөрҙәре шикелле, һуңғы болоттар, тау биттәрен ялмай-ялмай, төньяҡҡа ағыла.Бында мин дә бар тигән кеүек, улар артынан тау итәгендә бейек вышка күренде.
Яңғыҙ буровой геүләй.Вышкалағы төнгө уттарҙы һүндермәгәндәр, эш менән булып онотҡандарҙыр.Ҡараңғыла әллә ҡайҙан балҡып торған лампалар хәҙер ҡояш яҡтыһында меҫкен генә күренә.
Текст менән эш.
Ҡәҙерлем Альбина!
Һинең ...атыңды,әле эштә булһам да,төндә кереп уҡыным.Рә...мәт!
Мин,моғайын,умырзаялар сәскә атҡанда ғына ҡайтып китермен.Яраймы?Тик һин уларҙың иң күп үҫкән урынын ...айлап ҡуй,йәме?Атайың менән инәйеңә әйтһәң,улар үҙҙәре белерҙәр!..
Ә һинең”биш”кә генә уҡығаның өсөн мин эстән генә ғорурланып бөтә алмайым,һине үҙемдең иң аҡыллы ҡыҙым булыр...ың тип ышанам!
Тик иркәләреңде яҡшылап ҡара,уларға иң ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйлә,Айсыуаҡты ла,Көнһылыуҙы ла үҙең менән генә йөрөт!Улар оло юл буйына сығып йөрөмә...ендәр,шишмә буйына төш...әләр ҙә,һинең менән бергә генә төшһөндәр,йәме?
Һин уларға күберәк ағастарҙың нисек шытып сыҡҡанын күр...әтергә тырыш,ҡалғанын үҙең белерһең әле!..Һин бик аҡыллы ҡыҙыҡайһың,үҫкәс тә шулай булырыңа ышанам.Бөтәһенә лә сәләм әйт!Сәләмдең иң күбеһе Йүрүҙәнгә!!!Бабайың Рәми.
1.Тексты иғтибар менән уҡып сыҡ.Авторы кем?
Һин уның тураһында нимәләр беләһең?_______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________
2.Стилен билдәлә._______________________________________________________________________________________________________________________________
3.Кәрәкле хәрефтәрҙе ҡуйып сыҡ. ________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________
4.Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе күсереп ал.
5.Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен тексҡа нигеҙләнеп аңлат. ______________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________
6.Текстан алынған мәғлүмәттәр.Был юлдарҙы яҙған кешене ниндәй итеп күҙ алдына килтерәһең?Ни өсөн?
йыйына?Иҫбатла.__________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________
8. Кемгә төбәп яҙылған?Ул кем?Ҡылыҡһырлама бир.
___________________________________________________________________________________________________________
9. Текстағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен билдәлә.
_________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________________
10.Берәйһенә хат яҙ.