рабочие программы

Рабочие программы по башкирскому языку и литературе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 7_klass_bash._tele2017.docx62.26 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

основная общеобразовательная школа с. Урметово

муниципального района Илишевский район РБ

Рабочая программа

«Башкирский язык»

7 класс

Гимазова Альмира Фанисовна

                                                                                                       

                                                           

                                                               

                                                               

Дәреслек : Әсә теле (Ябай һөйләм синтаксисы): Урта мәктәптең 7-се синыфы өсөн  дәреслек: Ә.М.Аҙнабаев ,С.А.Таһирова ,Өфө -2005,

            Эш программаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

   Программа кимәле:   базалы

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программалар» (5-11-се кластар өсөн).Төҙөүселәре: Псәнчин В.Ш.,Псәнчин Ю.В.. Ижевск: КнигоГрад,2008,икенсе быуын Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлгән “Төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар” (Төҙөүсеһе: З.М. Ғәбитова. – Өфө: Китап, 2012. – 48 бит. – Икенсе быуын стандарттары) программаһына таянып төҙөлдө. Унда үҫеш программаһының положениеһы һәм төп идеялары, төп белем биреү өсөн универсаль уҡыу иҫәпкә алынды, шулай уҡ 5-6-сы кластарҙың эш программалары менән күсәгилешлелек һаҡланылды.

7 класс өсөн төҙөлгән был эш программаһы 5-6-сы  кластарҙың эш  программаларында күрһәтелгән бөтә төп эшмәкәрлек төрҙәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Шулай ҙа был эш программаһының айырым үҙенсәлектәре бар: беренсенән, йөкмәткенең предметлылығы; икенсенән, уҡыусыларҙың психологик һәм йәш үҙенсәлектәре.

   Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программалар Илеш районы муниципаль район муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Үрмәт ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

                         

  1. Аңлатма яҙыу

Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле.

        Туған телдең предмет-ара белем биреү функцияһын «Башҡорт теле» предметының мәктәптә белем алыу процесында баланың шәхес булып формалашыуына предметтың универсаль, дөйөм характеры билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенең нигеҙе булып тора, уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләттәренең үҫеше; үҙ-үҙен тормошҡа ашырыуҙың нигеҙе, яңы белем һәм күнекмәләрҙе үҙаллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтереү, шулай уҡ уҡыу эшмәкәрлеген ойоштороу. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтенең рухи байлығын  үҙләштереү сараһы булып тора. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралашыуға өйрәнеү, аралашыу процесында уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль активлыҡ шәхестең тормоштоң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора.  Туған тел баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә -этик нормаларының нигеҙе булып,  әхлаҡ нормалар позицияһынан сығып үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.

Төп мәктәптә башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:

  1. туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү, туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхлаҡ-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы, туған телдең эстетик ҡиммәте булыуын аңлау.
  2. көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телдең аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү, үҙ- ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға әҙер һәм һәләтле булыуыбыҙҙы үҫтереү, үҙ телмәреңде камиллаштырыу, мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәре (эшмәкәрлектең маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан киң мәғлүмәт саралары һәм Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ.б.)
  3. тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү, стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын  күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау  һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙыу һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын, актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү: алынған белемде, күнекмәне аралашыу процесында, уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта  ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.

 Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Төп мәктәптә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында  метапредметлы һәм предметлы уҡытыуҙың маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән. Был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

 Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен  үҙл9штереүҙе иҫәптә тота, телде төп белем һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыу. Коммуникатив компетенция коммуникациянының маҡсатын билдәләй белеүҙә, телмәр ситуацияһын баһалай белеү, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыу, стратегик адекват аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция тамға системаһы һәм йәмғиәт күренеше булараҡ тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп разделдары һәм аңлатмаларына кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеге формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәни культураны сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген аңлау, башҡорт телмәр этикет нормаларын  үҙләштереү, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен  үҙләштереү; милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыу.

Башҡорт теле курсының коммуникатив – эшмәкәрлекле йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуға предмет –ара һөҙөмтәләргә йүнәлтеү функциональ грамоталыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора һәм кешенең  тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыуға һәләтле һәм унда актив эшмәкәрлекте дауам итеүҙән ғибәрәт.

Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы – предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәрең һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм телдән телмәр нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, аргументты ҡуя белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлауҙы табыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис; библиорафик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; мәғлүмәти- эҙләнеү методын, шулай уҡ компьютер саралары ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ.б.); регулятив универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ.б. тормошҡа ашырыу.)

 Башҡорт  теленең базислы уҡыу

(белем биреү) планындағы урыны

                Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы башҡорт телен 420 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5-се класс – 105, 6-сы класс – 105, 7-се класс – 70, 8-се класс – 70, 9-сы класс – 70 сәғәт.

                Башҡорт теленән төп белем биреүҙә өлгө программа инвариант өлөшөн тәшкил итә һәм ул 370 сәғәткә иҫәпләнгән. Программанның вариатив өлөшөн 50 сәғәт (аҙналы уҡыу планына ҡаралған дөйөм сәғәттәр һанының 12%) тәшкил итә һәм эш программаһының авторҙары тарафынан формалаштырыла.

                     «Башҡорт  теле” предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре

        Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт (туған) теленән программаһы үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып:

  1. башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли -мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
  2. башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;
  3. аралашыу телмәр процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү нигеҙендә үҙ телмәреңде баһалау һәләтлеген үҫтереү.

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт (туған) теленән программаһы үҙләштереүҙең  метапредмет һөҙөмтәләре булып:

  1. телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

• телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

• төрлө төрҙәге уҡыуҙы (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

• төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование (һайлап алыу, танышыу) менән эш итеү;

• төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге, шулай уҡ матбуғат сараларынан, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискаларҙан, Интернет ресурстарҙан; төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу һәләтлеге;

• һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

• йөкмәткенән, стилистик үҙенсәлектәрҙән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

• алдағы уҡыу эшмәкәлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

• тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

• төрлө телмәр стилендә һәм жанрҙа. адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуация буйынса мәғәнәне телдән һәм яҙма төҙөй алыу;

• телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты (логик яҡтан төҙөк, эҙмә-эҙлекле) төҙөү нормаһын һаҡлау;

• төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге  диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;

• ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралшыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һаҡлау; яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

• телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында жест, мимиканы адекват ҡулланыу;

• уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды редакторлау һәм камиллаштыра белеү;

• үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһай алыу; бәхәстә төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа  ҡатнаша алыу;

  1. алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа предметтарҙан белем алыу сараһы булараҡ ҡуллана белеү һәләтлеге; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрен предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;
  2. телмәр аралашыу процесында тирә-яҡтағы  кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнеш, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, көнүҙәк тема күтәрелгән фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхес, мәҙәни-ара аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштреү.

Предмет һөҙөмтәләре:

  1. телдең төп функцияһы, башҡорт халының милли теле булараҡ башҡорт теленең ролен, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ, тел менән халыҡ мәҙәниәттең бәйләнеше, кеше һәм йәмғиәт тормошонда туған телдең ролен күҙаллау;
  2. гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
  3.   туған тел тураһһында төп ғилми белемде үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
  4. лингвистиканың төп аңлатмаларын үҙләштереү: лингвистика һәм уның төп разделдары; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, телдән һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, һөйләү телмәре, ғилми, публицистик, официаль-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; ғилми, публицистик, официаль-эшлекле стилдәр жанры һәм һөйләү телмәре; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәре;
  5. башҡорт теленең лексик һәм фразеологияның төп стилистик ресурстарын үҙләштереү, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын (орфоэпик, лексик, грамматик, орфографик, пуктуацион), телмәр этикет нормалары  телдән һәм яҙма фекерҙе ғәмәлдә ҡулланыу;
  6. телдең төп берәмектәрен, телдең грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
  7. һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен үткәреү (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, текстың төп билд9 һәм структура күҙлегенән  күп аспектлы анализ, тел - һүрәтләү сараларын ҡулланыуын иҫәпкә алыу һ.б.;
  8. лексик һәм грамматик синонимдарҙың коммуникатив-эстетик мөмкинлектәрен аңлау һәм  уларҙы үҙ телмәреңдә ҡулланыу;
  9. туған телдең эстетик фукцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

Был эш программаһында түбәндәге федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

Рәсәй Федерацияһының 2012 йылдың 29 декабренән “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” № 273 Федераль Законы, «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы.

Эш программаһына ярашлы башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүгә лә тейешле кимәлдә урын бирелә. Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала: диктант – 7,  телмәр үҫтереү- 3.

                                                   2.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Программаның йөкмәткеһе:

Тел тураһында әңгәмә

Лексика, фонетика, морфология, орфография буйынса үтелгәндәре кабатлау

Синтаксис һәм пунктуация, һүҙбәйләнеш, һөйләм, текст, һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше

I. Һүҙбәйләнеш, уның һөйләмдән айырмаһы, һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәре тураһында төшөнсә, һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ. һүҙбәйләнештәрҙә баҫым, һөйләмдәге һүҙҙәр араһында теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш. Эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре; башҡарылыу, йәнәшәлек, һөйкәлеү, эйә менән хәбәр араһында ярашыу бәйләнеше. Текст һәм уның өлөштәре, унда һөйләмдәрҙең уҙ-ара бәйләнеү юлдары.

II. һүҙбәйләнештәрҙе фразеологик берәмектәр менән сағыштырырға, улар араһында айырманы танырға өйрәтеү.

Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле (V класс). Синтаксис һәм пунктуация. Синтаксис һәм пунктуация хаҡында төшөнсә, һүҙбәйләнеш.

Ике составлы ябай һөйләмдәр

  1. Ике составлы һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйәнең ябай һәм ҡушма һүҙҙәрҙән килеүе.

Ябай һәм ҡушма хәбәр. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ. Кылымдарҙан, исем һәм кылымдан килгән ҡушма хәбәрҙәр. Эйә менән хәбәр араһында ярашыу бәйләнешенең үҙенсәлектәре: укыусылар яҙалар, уҡыусылар яҙа, мин килдем, беҙ килдек һ.б.

Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар, улар эргәһендә тыныш билдәләре. Өҫтәлмәлек. Улар эргәһендә тыныш билдәләре.

Тура һәм ситләтелгән тултырыусы. Мәҫәлән, кәләм алдым; Ғәлимә менән килдем. Тура тултырыусылар билдәле һәм билдәһеҙ төшөм килештә килә ала.

Хәлдәр. Мәғәнә яғынан хәлдәрҙең төрҙәре: ваҡыт, урын, сәбәп, маҡсат, рәүеш, шарт, күләм-дәрәжә, кире хәлдәр, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Башҡорт һәм рус теле һөйләмдәрендәге һүҙҙәр тәртибен сағыштырыу.

Өҫтәлмәлектәрҙе, тиң булмаған аныҡлаусыларҙы, тура һәм ситләтелгән тултырыусыларҙы телмәрҙә ҡулланырға, эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡуйылған һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡырға өйрәтеү.

Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системалаштырыу.

Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле (V класс). Синтаксис һәм пунктуация. Әйтелеү маҡсаты һәм хис-тойғоно сағылдырған хәбәр, һорау, бойороҡ һәм өндәү һөйләмдәр.

Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (V класс). Синтаксис һәм пунктуация, һөйләм. Әйтелеү маҡсатын һәм хис-тойғо биҙәген сағылдырған хәбәр, бойороҡ, өндәү һәм һорау һөйләмдәр.

  1. Ике һәм бер составлы һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. (6 сәғәт)

Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре: а) хәбәр составынан ғына тороусы бер составлы һөйләмдәр: билдәле эйәле һөйләм, билдәһеҙ эйәле һөйләм, эйәһеҙ һөйләм; б) эйә составынан ғына тороусы бер составлы һөйләм: атама һөйләм.

Бер составлы һөйләмдәрҙе, уларҙы стилистик мөмкинлектәрен, үҙенсәлектәрен билдәләргә, шуға ярашлы уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.

Эйәле һөйләмдәрҙе эйәһеҙ һөйләмдәр менән алмаштыра белергә һәм уларҙы телмәрҙә файҙаланырға, тәбиғәтте тасуирлағанда, урынды, ваҡытты һүрәтләгәндә атама һөйләмдәрҙе ҡуллана белергә өйрәтеү.

Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе йомғаҡлау һәм тәртипкә килтереү.

Тулы һәм кәм һөйләмдәр

  • Тулы һәм кәм һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Кәм һөйләмдәрҙең телмәрҙәге стилистик роле. Кәм һөйләмдәрҙең бер составлы һөйләмдәрҙән айырмаһы.
  • Кәм һөйләмдәрҙе ҡулланып, хикәйәләр, диалог төҙөргә, изложение яҙырға өйрәтеү. Диалогтарҙы тасуири уҡырға өйрәтеү.

Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (VII класс). Ике һәм бер составлы кәм һөйләмдәр. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре. Йыйнаҡ һәм тарҡау бер составлы һөйләмдәр.

Тиң киҫәкле һөйләмдәр

  • Интонация менән бәйләнеп килгән тиң киҫәктәр, теркәүестәр менән бәйләнеп килгән тиң киҫәктәр. Улар араһында тыныш билдәләре. Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләре.

Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә күплек, килеш, эйәлек заты ялғауҙарының иң аҙаҡҡы киҫәккә генә ҡушылыуы. Мәҫәлән, Китап, кәләм, дәфтәрҙәреңде портфелеңә һал һ.б. Дөйөмләштереүсе һүҙҙәре булған тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү (ҡарттар, ҡатындар, балалар - бөтәһе лә эшкә киткәндәр һ.б.). Тарҡау тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе ҡуллана белеү, тиң киҫәктәргә дөйөмләштереүсе һүҙ һайларға өйрәтеү.

Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле. (V класс).

Синтаксис һәм пунктуация. Теркәүесһеҙ һәм теркәүесле тиң киҫәктәр, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (IV класс). Синтаксис һәм пунктуация. Тиң киҫәкле һөйләмдәр.

Өндәш һүҙе, инеш һүҙе, инеш һөйләме һәм ымлыҡтары булған һөйләмдәр

Өндәш һүҙҙәр. Өндәш һүҙҙәрҙең мәғәнәүи үҙенсәлектәре, уларҙың һөйләмдәге урындары. Өндәш һүҙҙәр янында тыныш билдәләре. Инеш һүҙле, инеш һөйләмле һөйләмдәр. Ымлыҡтар. Улар эргәһендә тыныш билдәләре.

Өндәш һүҙҙәр, инеш һүҙҙәр, инеш һөйләмдәр һәм ымлыҡтар булған һөйләмдәрҙе, текстарҙы дөрөҫ интонация менән тасуири уҡырға өйрәтеү. Яҙыуҙа тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйырға өйрәтеү.

Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле. (V класс). Синтаксис һәм пунктуация. Өндәш һүҙле һөйләмдәр. Тыныш билдәләре. Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (VII класс). Өндәш һүҙле, инеш һүҙле һөйләмдәр. Өндәш һүҙ. Өндәш һүҙҙең һөйләмдәге урыны. Өндәш һүҙле һөйлөмдәрҙә тыныш билдәләре.

һөйләмдең айырымланған киҫәктәре

  1. Айырымланыу тураһында төшөнсә. Эйәрсән киҫәктәрҙең айырымланыуы. Улар эргәһендә тыныш билдәләре.

Хәл әйтемдәре эргәһендә тыныш билдәләре. Айырымланған эйәрсән киҫәктәр менән айырымланған хәл әйтемдәре араһында оҡшашлыҡ һәм айырма.

  1. Айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәрҙе төҙөй белергә һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү. Йәнле һөйләү телмәрендә һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәрен интонация менән сағылдырырға, яҙма телмәрҙә тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйырға өйрәтеү.

Ябай һөйләмдәрҙе айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәр менән алмаштыра белергә.

Предмет эсендәге бәйләнеш.Башҡорт теле. (VI класс). Хәл ҡылым. Уның төрҙәре.

Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (VII класс). Айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәр: аныҡлаусының, өҫтәлмәлектең, хәлдәрҙең айырымланыуы. Рус теле (VI класс). Хәл ҡылым. Хәл әйтеме, уның айырымланыуы

Тура һәм ситләтелгән телмәр

Тура телмәр. Тура телмәр эсендә автор һүҙҙәре. Тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Ситләтелгән телмәр, уның тура телмәрҙән айырмаһы. Цитата. Уның янында тыныш билдәләре. Диалог.

Уҡығанда автор һүҙен айырып әйтә белеү. Тура телмәр һәм диалогтар булған текстарҙы, драма әҫәрҙәрен дөрөҫ интонация менән тасуири уҡыу. Тура телмәрҙе ситләтелгән телмәргә өйләндереү. Инша һәм төрлө эш ҡағыҙҙары яҙғанда цитаталар һәм эпиграф ҡулланырға өйрәтеү.

V-VII кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау

3.Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

  1. телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәттең бәйләнеше, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошонда роле тураһында ҡараш булдырыу;
  2. гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
  3. художестволы әҫәрҙе ,фәнни һәм публицистика әҫәрҙәрен айыра белеү;
  4.   туған тел тураһында төп ғилми белемде үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
  5. Тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп разделдары; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, телдән һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, һөйләү телмәре, ғилми, публицистик, официаль-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; ғилми, публицистик, официаль-эшлекле стилдәр жанры һәм һөйләү телмәре; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
  6. башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштерү;
  7. телдең төп берәмектәрен, телдең грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы  ҡулланыу;
  8. үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт  әҫәрҙәренә(әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп) яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү;
  9. һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен үткәреү (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, текстың төп билдә һәм структура күҙлегенән  сығып, күп аспектлы анализ яһау;мәктәптәр өсөн сығарылған фәнни-популяр китаптарҙың аңлатма аппаратынан, шулай уҡ мәктәп өсөн сығарылған әҙәбиәт ғилеме һүҙлегенән файҙалана белеү;Тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы  телмәрендә ҡулланыу;туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

4. “Башҡорт (туған) теле” предметының планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:

1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;

-        һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алған мәүғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

-       стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

Һөйләү һәм яҙыу:

- алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтөлөрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

- тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

- төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

- телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

- төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;

- ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

- телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

- уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

- үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

- алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

- аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли- мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре

телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;

туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

                                              5.Тематик планлаштырыу

  Дәрестең темаһы

План буйынса үткәреү ваҡыты

Фактик үткәреү ваҡыты

   Иҫкәрмә

1

Башҡорт теле – беҙҙең туған телебеҙ

05.09

фонояҙма, магнитофон, Туған телдәр тураһындағы Закон.

2

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

07.09

таблица

3

Синтаксис. Синтаксистың төп маҡсаты

14.09

таблица

4

Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм

19.09

таблица

5

Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары

21.09

презентация

6

Эйәртеүле бәйләнештең төрҙәре

26.09

таблица

7

Ярашыу

28.09

8

Башҡарылыу

03.10

9

Йәнәшәлек

05.10

10

Һөйкәлеү

10.10

11

 Биремле  диктант

 “Ҡунаҡ  күрһәтеү”

Контр.-баһалау матер.

12

Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ

17.10

таблица

13

Нығынған һүҙбәйләнештәр

19.10

таблица

14

Үтелгәндәр буйынса зачет

24.10

дәреслек

15

Контроль диктант “Хат”

26.10

16

Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәр

31.10

17

Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ

07.11

Контр.-баһалау матер.

18

Хаталар өҫтөндә эш.Тест башҡарыу.

09.11

19

 Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре

14.11

таблица

20

Аныҡлаусы

16.11

21

Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар

21.11

22

Өҫтәлмәлек

23.11

23

Тултырыусы.Тура һәм ситләтелгән тултырыусы

28.11

24

Хәлдәр .Рәүеш хәлдәре

30.11

25

Күләм-дәрәжә хәлдәре

05.12

26

Урын хәлдәре

07.12

27

Б.т.ү.Текст өҫтөндә эш

12.12

28

Ваҡыт хәлдәре

14.12

29

Шарт хәлдәре

19.12

30

Сәбәп хәлдәре

21.12

31

Контроль диктант Аҡман-тоҡман”

26.12

32

 Маҡсат хәлдәре

28.12

33

Кире хәлдәр

16.01

Контр.-баһалау материалы

34

Хаталар өҫтөндә эш.Һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең урынлашыу тәртибе

18.01

35

Үтелгәндәр буйынса

ҡабатлау

23.01

36

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр

25.01

37

Ике составлы һөйләмдәр

30.01

38

Бер составлы һөйләмдәр

01.02

39

Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре. Билдәле эйәле һөйләм

06.02

40

Билдәһеҙ эйәле һөйләм

08.02

41

Эйәһеҙ һөйләм

13.02

42

Атама һөйләмдәр

15.02

43

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

20.02

44

Тулы һәм кәм һөйләмдәр

22.02

45

Тиң киҫәкле һөйләмдәр

27.02

46

Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре

01.03

47

Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр

06.03

48

Биремле  диктант  “Икмәк тәме-хеҙмәттә”

49

Хаталар өҫтөндә эш.Өндәш һүҙҙәр

13.05

50

Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре

15.03

51

Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр

20.03

52

Контроль диктант “Ҡарт арыҫлан”

22.03

53

 Хаталар өҫтөндә эш.Һөйләмдәргә синтаксик анализ яһау

03.04

54

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

05.04

55

Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы

10.04

56

Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы

12.04

57

Хәл әйтемдәре һәм уларҙың үҙенсәлеге

17.04

58

Хәл әйтемдәренең айырымланыуы

19.04

59

Хәл әйтемдәренең айырымланыуы

24.04

60

Б.т.ү.Тексҡа анализ

26.04

61

Тура һәм ситләтелгән телмәр

62

Тура телмәрле һөйләмдәр.

Уларҙа тыныш билдәләре

03.05

63

Диалог

08.05

64

Диктант “Салауат”

10.05

65

 Хаталар өҫтөндә эш. Цитаталар

15.05

66

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

17.05

67

Контроль диктант “Бүреләр”

22.05

68

Хаталар өҫтөндә эш.Тестар менән эшләү

24.05

69

Б.т.ү.Тексҡа анализ

29.05

70

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

31.05

6. Башҡорт телен  өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

1.Дәреслек :Әсә теле:-Өфө:Китап,2004 ,ТоломбаевХ.А.,Солтанбаева Х.В.

2.Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу.-Өфө:Китап,2008.

3.Мәктәптә  башҡорт теле уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б. Өфө: Китап,2011.

4.Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.

5. Толомбаев Х.А. Атнағолова С.В. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы: 5-9 кластар. – 2-се баҫма, Өфө, Китап, 2009. – 256 б.

6. Ғималова М.Ғ. Рәхимова С.М.  Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы: 5-9 кластар. -  3-сө баҫма, Өфө, Китап, 2009. – 256 б.

7.Бикбаева Т.Я.Ҡунафина Т.Ы.Изложениелар өсөн текстар  йыйынтығы.-Өфө,”Эдвис”,2008.

8.Башҡорт теле. 5 – 6 кластар өсөн электрон дәреслек.

9.Текст өҫтөндә эшләү өсөн дидактик материалдар.5-6 кластар.-Өфө:Китап,2011.

10.Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996

11.Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008

12. Агишев И.М. Биишев Ә.Г. Башҡорт теленең һүҙлеге: -2 томда, Мәскәү, 1993. – 987 б.

13.Ураҡсин З.Ғ. Урыҫса-башҡортса һүҙлек: -2 томда, Өфө, Китап, 2005. -677 б.

14.Ураҡсин З.Ғ. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге: Өфө, 2004. – 527 б.

15.Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге: Өфө, 2006. -337 б.

16.Әхтәмов М.Х. Грамматика һүҙлеге: Өфө, 2007. – 172 б.

17.Әхтәмов М.Х. Антонимдар: Өфө, 2009. – 343 б.

18.Әхтәмов М.Х. Синонимдар һүҙлеге: Өфө, 2006. – 250 б.