Методик портфолио

Халикова Лариса Финат ҡыҙы

Методик эштэр, кэнэштэр 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kompyuter_tehnologiyalary.odt420.91 КБ
Package icon prezentatsiya.zip1.54 МБ
Файл prezentatsiya.ppsx2.44 МБ
Файл pedagogik_statya.docx22.07 КБ

Предварительный просмотр:

“ Башҡорт теленең сифатын үҫтереүҙә инновацион эш алып барыу”. Ошо теманан сығып мин үҙемә “Уҡыусыларҙа башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, телмәр компетентлығын үҫтереүҙә компьютер технологияларын ҡулланыу” темаһын һайланым.

 Минең һайланған темамдың актуаллеге лә урынлы.         

Башланғыс кластан алып мәктәптә туған телде уҡытыу юғары  кластарҙа  өйрәнеләсәк тел  һәм  әҙәбиәт дәрестәренә  әҙерлек этабы  булып  тора. Әгәр  уҡыусы  туған  тел  дәрестәрендә башланғыс  класта  уҡ  яҡшы  һөҙөмтәләргә  ирешһә,  уға  өлкән  кластарҙа башҡа  предметтарҙы  уңышлы  үҙләштереү  өсөн  ҙур  мөмкинселектәр  тыуа. Шуға ла башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәре алдында ҡуйылған мөһим шарттар:

- уҡыусыларҙы тормош менән таныштырып, унда үҙ урынын табырға өйрәтеү;

- мәктәптә уҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәйләп алып барыу;

-һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте еткереү;

-әҙәбиәт һәм сәнғәтебеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләтлектәрен үҫтереү;

-уларҙың үҙ аллы белем алыуына, әҙәби китап уҡыуына, уҡылғанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен әүҙемләштереү бурысы тора.

-шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интелектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы ла мөһим.

Был шарттарҙы үтәү өсөн иң төп проблема, ул:

- балаларыбыҙҙың үҙ телеңдә һөйләшмәүе;

- ҡайһыларҙың үҙ телендә һөйләшергә белептә, оялыуы;

- ата-әсәләрҙең башҡорт теленә етди ҡарамауы;

 - телмәр компетентлығының һүлпән булыуы;

Ошоларҙан сығып, мин уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтырыу өсөн, яңы технологиялар ҡулланырға булдым. Ә әсә - атайҙары ҡыҙыҡтырыу өсөн, уларҙың иң ҡәҙерле балаларының һәләттәрен күрһәтеп ҡыуандырыу  сараһын отошло тип һанайым.

 Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төп маҡсаты: башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә телмәр компетентлыҡтарын үҫтереү.

 Бурыстар һәм мәсьәләләр.

·        Уҡыусыларҙың башҡорт теле дәрестәрендә телмәр компетентлылығын үҫтереү юлдарын асыҡлау, үҫешен тәьмин итергә йүнәлтелгән дидактик материал туплау һәм системалаштырыу.

·        Һәр уҡыусыға телде практик үҙләштереүгә шарттар тыуҙырыу.

·        Ғилми-методик әҙәбиәтте өйрәнеп, башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыусы инновацион технологияларҙы асыҡлау;

·        Уҡыусының танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.

·        Теоретик нигеҙҙәрен билдәләү, ҡулланыу юлдарын күрһәтеү.

·        Компьютер аша хәтерҙе үҫтереү уйындарын ҡулланып башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

·        Башҡорт фольклорына таянып уҡыусыларҙың башҡорт әҙәби телендә дөрөҫһөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәте

Телмәр үҫтереүҙә түбәндәге педагогик принциптарҙы иҫәпкә алып: күсәгилешлелек; дауамсанлыҡ, күргәҙмәлелек,тормош менән бәйләнеш, ябайҙан- ҡатмарлыға, әүҙемлекте арттырырлыҡ итеп ҡороу өсөн компьютер технологияларын файҙаланыу.

Ғилми яңылыҡ:

Төрлө күренекле педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең фәһемле фекерҙәренә таянып эҙләнеү, тикшереү эше алып барылды. Мәҫәлән: «Мин балалар ойошмаһы уйын менән байытылырға тейеш тип иҫбат итәм, тип яҙған А.С. Макаренко.

- Хәтерҙән сығармағыҙ, беҙ, бөтәһенән элек, уйынға ҙур ихтияжы булған баланың айырым бер үҫеш осоро тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ.Ул ихтияжды ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Бала ни тиклем матур уйнаһа, шундай итеп матур эшләйәсәк тә…»

100 йыл элек балалар менән эшләгән тәжрибәһе бөгөнгө көндә лә актуаль. Н.К. Крупскаяның үткән быуатта яҙған педагогик хеҙмәтендә сағыла: «Бик матур программалар төҙөргә мөмкин, ләкин, әгәр ҙә уҡытыусы уларҙы балаларға яҡын һәм аңлайышлы итә алмаһа, улар аҙ файҙа килтерәсәк. Хәҙерге заман балалары элеккегә ҡарағанда аңлыраҡ һәм үткерерәк. Ләкин иҫке метод менән эшләргә ярамай. Уларҙы ҡыҙыҡтырырға, мауыҡтырырға, әүҙемлегенә билдәле бер йүнәлеш бирергә кәрәк». Шул йәһәттән, хәҙерге балаларҙы ла инновацион технологиялар менән эшләнгән уйындар, проекттар, логик- мәғнәүи модель ҡулланып дәресте байытырға кәрәк.

Кесе йәштән балаларҙың тырышып уҡыуында ҡыҙыҡһыныу төп урында тора. Әлбиттә , быға тәбиғи һәләт тә сәбәпсе. Шулай ҙа һәләтте асыу өсөн тейешле шарттар булдырыу әһәмиәткә эйә. Билдәле педагог Л.Г.Занков: “Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш, - ти. Ә белемгә, яңылыҡҡа бала ҡыҙыҡһыныу булғанда ғына ынтыла. Балаларҙың киләсәктә фекерләү үҙ аллылығы, теоретик материалды практика менән бәйәләй алыуы һәм алған белемен яңы шарттарҙа файҙалана белеүе уларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ни ҡәҙәре аңлы, мауығып, ижади һәм теләк менән өйрәнеүенә бәйле. Танып белеүгә ҡыҙыҡһыныу иғтибарҙы, ихтиярҙы, хәтерҙе, аҡыл эшмәкәрлеген, ижадты активлаштыра, яңы материалды тиҙерәк һәм еңелерәк иҫтә ҡалдырырға булышлыҡ итә. Балаларҙың эшләү һәләте лә арта.

Уҡыусылар дәрескә теләк менән килһен өсөн, унда һоҡланыу, үҙе ирешкән “асыш” һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ эш төрҙәре, төрлө алымдар ҡулланыу предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Теләп башҡарылған, күңелгә ятышлы эш кенә иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә. Әгәр материалды үҙләштереү ауыр, ялҡытҡыс, бер төрлө икән, уҡыусының күңеле һыуына, активлығы ла кәмей һәм телде өйрәнергә булған теләге бөтөнләй һүнергә мөмкин. Шуға күрә уҡытыусы яңы ысулдар, эш алымдары ҡулланғанда ғына балалар ҙа ижади фекер йөрөтә аласаҡ, үҙҙәрен “асыш яһаусы”, “уйлап табыусы” итеп тоясаҡ.

В.А. Сухомлинский: “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон,”- тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнеү өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләнеү , һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланырға тура килә.

Методист ғалимдарҙың билдәләүенсә, Рәсәй территорияһындағы мәктәптәрҙә илленән ашыу уҡытыу технологиялары йәшәп килә. Был йәһәттән Д.Б. Элконин, В.В. Давыдов, Л.В. Занков, Ш.А. Амонашвили, В.А. Сухомлинский, В.В. Потапов, А.А Границкая, Е.Н. Никитин, В.Н. Зайцев, В.Ф. Шаталов кеүек ғалимдарҙың, уҡытыусы – методистарҙың инновацион технологик системаларын күрһәтергә кәрәк. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу методикаһын түбәндәге ғалим- методистарҙың хеҙмәттәрен күрһәтеп китергә кәрәк: Толомбаев Х.А.,Алсынбаева Р.Р. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу”.

Яңы ФДББС-ты талаптарында ла инновацион алымдар менән, эҙләнеп белемеңә таянып өйрәнеүгә, белем алыуға өҫтөнлөк бирелә.

Урыҫ яҙыусыһы М.Горькийҙың «Йәштәр тураһында» мәҡәләһендә үрҙә әйтелгән талаптар сағылыш алған. «Балаларҙы һөйләргә, яҙырға өйрәткәндә проблемалы хәлде эсенә алған «донъяны таныу юлы”* булған ҡыҙыҡ уйындарҙы, аҡыл операцияһының эшен һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорау һәм мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙ рәүештә файҙаланырға кәрәк. »

Тимәк, баланың компьютерҙа уйнай белеүе белемде арттырмай, уны дөрөҫ йүнәлештә ҡулланырға уҡытыусы, йә иһә ата-әсә өйрәтергә тейеш.

Балаларҙы компетентлы булырға өйрәтеү – уҡыу процесында төп бурыстарҙың береһе.  Беҙҙең төп бурыс балаларҙың тыумыштан килгән зирәклеген артабан үҫтереү, йәки юғалтмау.

         Үҫтереүсе уҡытыу концепция нигеҙҙәрен ҡарап китәйек: Башҡортостанда киң таралыш тапҡан педагогик система.  Был технологияларҙың теоретик нигеҙҙәре заманында И.Г. Песталоцци,

А. Дистерверг, К.Д. Ушинский,  һ. б. хеҙмәттәрендә яҡтыртыла. Теорияның фәнни яҡтан Л. С. Выготский нигеҙҙләй, ә экспрерименталь  өлөшөн Л. В. Занков, Д. Б. Эльконин, В. В. Давыдов һ. б. ғалимдар  етәкләй.

Үҫтереүсе уҡытыу системаһының төп маҡсаты яңы тенхнологиялар  менән шәхесте төрлө яҡлап интенсив үҫтереү. Был системаны Башҡортостанда юлға һалыусы, өйрәтеүсе  башҡорт теле дәреслектәрен, уның методикаһын белгән ғалимдарҙың, доценттарҙың эше ҙур хөрмәткә лайыҡ улар: М. С Дәүләтшина, Ф. Ш. Сынбулатова, Ә. Т. Мәүлитйәрова,Х. А. Толомбаев, М.Ғ.Усманова, З.М. Ғәбитова, Сиразетдинов  һ. б.

Әгәр яңы федераль белем биреү стандартына таянып уҡытыуҙы башҡа предметтар менән бәйләп, төрлө шәхсән,регулятив(көйләү), текст менән эшләү, коммуникатив (аралашыу), танып-белеү ғәмәлдәрен ҡулланып балаларҙың физиологик үҫешенә таянып яңы технологиялар ҡулланып эшләгәндә башҡорт телен һөйөүселәр, теләп өйрәнеүселәр, телмәр компетентлылығы бермә – бер артыр ине.

Лексик- граматик уйындарҙы башҡорт телендә интерактив таҡта , йә проектор ҡулланып үткәреп була.

         Проекттарҙы, презентацияларҙы, ижади эштәрҙе рәсем, хеҙмәт, тел, мәҙәниәт, туған тел дәресендә, йә кластан тыш сараларҙа ҡулланып була.Әгәр яңы ФДББС – на таянып был эште башҡа предметтар менән бәйләп, төрлө шәхсән, регулятив (көйләү), текст менән эшләү, коммуникатив (аралашыу), танып-белеү ғәмәлдәрен ҡулланып балаларҙың физиологик үҫешенә таянып эшләгәндә был башлаған эш тормошҡа ашасаҡ, сөнки компьютер технологиялары файҙаланыу заманға ярашлы һәм балаларҙы йәлеп итә.

Компьютер технологияларының өҫтөнлөгө – күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш ( текст, төшөрөлгән графика, слайдтар, реалистик һүрәттәр), стереотауыш (музыка, төрлө тауыштар), анимация (хәрәкәтсән һүрәттәр, видео) берлегендә бирелеүе. Технологияның принцыбы – компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы техник саралар ҙа, уҡытыуҙың яңы формалары һәм методтары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш индерә.

Тел уҡытыуҙың төп маҡсаты уҡыусыларҙың телмәр компетентлығы үҫтереү булғанлыҡтан, телде практик үҙләштереү кәрәк. Ә уның өсөн һәр класта компьютер, проектор, экран, кәрәкле электрон дәреслектәр, видеояҙмалар, дидактик материалдар  булыу мөһим.

Хәҙерге заман талабы һәр уҡытыусыға компьютер мөмкинселектәрен өйрәнеп, был техник сараға таянып урынлы һәм дөрөҫ файҙаланып дәрестәр, кластан тыш саралар үткәреү.

Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектәр файҙаланыу), дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш ( башҡорт теле дәреслектәрен, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу);  грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәттәр алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау) һ.б.

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә компьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, картиналар, һүрәттәр, күргәҙмә әсбаптар,( яҙыусылар, шағирҙар, тураһында фоторәсемдәр, видиофильмдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙе уҡыған шиғырҙарҙы тыңлатыу, биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, сәнғәтле уҡыу күнекмәләре булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль- кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү), уҡылған әҫәр буйынса  ижади эштәр башҡарыу компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ҙур класта йәнһүрәттәр, видеофильмдар төшөрөргә мөмкин.

Дөйөм алғанда был саралар уҡыусыларҙың башҡорт телен өйрәнеүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә, уҡыуға һөйөү, теләк арта.

Компьютер төрлө яҡлап контроль үткәреү мөмкинлеге бирә.

Тестар, диагностик эштәр , күсереү, изложение, инша яҙыу эштәре эшләп була.Компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойошторорға ҡулай. Шулай ҙа компьютер уҡытыусыны алыштырмай , тик техник сара булып хеҙмәт итә, баланың компетентлы булыуы тәрбиәнән дә тора.

Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:

1)    демонстратив планда;

2)    индивидуаль рәүештә ҡулланырға (компьютер кабинетында тест эшләү һ.б.);

3)    интерактив таҡтаны файҙаланыу ( күнегеүҙәр эшләү).

Ял минуттарында, динамик паузала, физик культура дәрестәрендә башҡорт телендә һамаҡлы, хәрәкәт уйындар уйнатыу мотлаҡ.

 Шунлыҡтан презенация рәүешендә эшләнгән көйлө - йырлы , хәрәкәтле ял минуттарын ойошторам.

 Мнемосхемалар төҙөйбөҙ. Был эш уҡыусыларҙың телмәрен үҫтерергә, һүҙлек запасын арттырырға, дөрөҫ итеп һүҙҙәрҙе әйтергә,ҡабатларға йоғонто яһай.

 Йомғаҡлау.

         Тел – фекерләүҙең туранан – тура ысынбарлығы. Кеше үҙенең фекерен тел ярҙамында белдерә. Телдең төп функцияһы ла шунан сығып асыҡлана, ул кешенең аралашыу, фекер алышыу, аңлашыуҙан тора.

Мәктәптә һәрйыл һайын компетентлылыҡ өҫтөндә системалы, планлы, дауамлы эшләр кәрәк. ФДББС – тың маҡсаттары компетентлылыҡ үҫтереүгә ҡоролғанлығын аңланыҡ. “Компетентлылыҡ” төшөнсәһен асыҡлап киттек. Компьютер ҡулланып презентациялар, проекттар,ғилми конференциялар үткәреү бик отошло булыуын асыҡланыҡ. Телмәр компетентлығын компьютер технологиялар ҡулланып үҫтереүгә күнегеүҙәр, эштәр ҡараныҡ.

Компьютер, интернет бер-береһе менән селтәр аша ғына һөйләш- ергә ярҙам итмәй, ә һәр уҡыусы  мәғлүмәт эҙләргә, уны ҡулланырға өйрәтә. Планда бирелгән эштәрҙе теүәл темаға ярашлы итеп файҙаланһаҡ уҡыусыларыбыҙҙың телмәре байыр ине, аңлы үҫешеп , бишенсе синыфҡа күскәндә туған телдә, башҡорт телендә арарлаша белер ине, теленә, иленә иғтирамы артыр, яңы технологиялар ярҙамында тағы ла ҡатмарлыраҡ эштәр башҡарыр ине тип ышанам. Телмәр компетенлығы үҫеше һәр бер эш төрөнә бәйле.

Телмәр компетенты үҫешкән кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ, һәр саҡ төрлө ҡатмарлы тормош һынауҙарына бирешмәҫ.  Аҡыллы, үткер ,үҙенең ҡарашы булған шәхес булып үҫер.

Минең көткән һөҙөмтәләрем:

·        Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә һөйләгәнде, уҡығанды аңларға өйрәтеү,телмәр үҫтереү;

·        Башҡортса аралашыуҙы булдырыу;

·        Башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү;

·        Ата- әсәләрҙә башҡорт теленә етди ҡараш тәрбиәләү.

·         Ғилми- практик конференцияларҙа ҡатнашыу.

·         Проекттар, презентациялар эшләү.

Шулай уҡ  коллегаларым менән башҡорт теел дәрестәрендә кластер алымын ҡулалныу буйынса оҫталыҡ дәресемде тәғдим итәһем килә. Түбәндәге презентациялар уҡытыусыға ярҙам булараҡ килтерелә.

 Халикова Лариса Финатовна,  

учитель башкирского языка МОБУ СШ №16



Подписи к слайдам:

Слайд 1

Слайд 2

Слайд 3

Слайд 4

Слайд 5

Слайд 6

Слайд 7

Слайд 8

Слайд 9

Слайд 10

Слайд 11

Слайд 12

Слайд 13

Слайд 14

Слайд 15

Слайд 16

Слайд 17

Слайд 18

Слайд 19

Слайд 20

Слайд 21

Слайд 22

Слайд 23

Слайд 24

Слайд 25

Слайд 26

Слайд 27

Слайд 28

Слайд 29

Слайд 30

Слайд 31


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Создание мультимедийного проекта

Слайд 2

Разработать презентацию и защитить творческий проект, путем систематизации знаний о возможностях использования компьютерных программ; Развить творческие способности, пространственное воображение, практическое понимание и логическое мышление. Способствовать воспитанию самостоятельности, ответственности за свой труд; воспитание информационной культуры; Цели нашего урока:

Слайд 3

Творчество – специфическая форма решения проблем, и каждый человек от рождения обладает каким-либо талантом в этой области. Творчество и знание – залог успеха в жизни. В современном мире успешен тот, кто умеет выгодно использовать свои знания и интеллектуальную собственность. Рассуждать и убеждать – этому можно и нужно научиться.

Слайд 4

моделируем ситуацию Необходимо создать мультимедийные материалы к урокам информатики .

Слайд 5

Мультимедиа Мультимедиа технологии Компьютерные презентации

Слайд 6

Термин «Мультимедиа» – происходит от английского слова multimedia , что можно перевести как « многие среды» (от multi – много и media – среда). Мультимедиа

Слайд 7

Мультимедиа технологии Мультимедиа технологии позволяют одновременно использовать различные способы представления информации: числа, текст, графику, анимацию, видео и звук.

Слайд 8

Компьютерные презентации Компьютерная презентация представляет собой последовательность слайдов, содержащих мультимедийные объекты. Переход между слайдами осуществляется с помощью управляющих объектов (кнопок) или гиперссылок.

Слайд 9

Этапы разработки Презентации: Создание проекта (структуры) презентации, подбор информации, определение последовательности перехода между слайдами. Создание и заполнение слайдов различными объектами: текст, таблица, схема, диаграмма, картинка, фото, рисунок, художественный заголовок, анимация. Оформление слайдов: фон (цвет или шаблон), анимация к объектам, звуковое сопровождение. Выполнение интерактивной презентации сводится к установке гиперссылок и управляющих кнопок. Отладка, просмотр и демонстрация презентаций. Сохранение на диске.

Слайд 10

Требования к созданию презентации

Слайд 11

Единое стилевое оформление Рекомендуется Не рекомендуется

Слайд 12

Не перегружайте слайды информацией Рекомендуется Не рекомендуется

Слайд 13

Текст слайда должен быть читаем Рекомендуется Не рекомендуется

Слайд 14

На слайде размещают не более 6-7 строчек текста Рекомендуется Не рекомендуется

Слайд 15

На слайде использует не более 3-х цветов Рекомендуется Не рекомендуется

Слайд 16

Не злоупотреблять графикой Рекомендуется Не рекомендуется

Слайд 17

Не злоупотреблять анимацией Рекомендуется Не рекомендуется

Слайд 18

Защита проектов. План выступления: Назовите тему презентации. Почему выбрали именно эту тему? ( укажите цели создания презентации.) Содержание презентации. ( Демонстрация презентации с комментариями.) Где и кто может использовать вашу презентацию? (Для кого может быть полезна информация, содержащаяся в презентации)

Слайд 19

Содержание Дизайн Навигация Анимация Критерии оценивания презентации:

Слайд 20

Темы презентаций: 1 группа – « Основные компоненты компьютера и их функции» 2 группы – « Программное обеспечение компьютера. Системное программное обеспечение » 3 группа – « Системы программирования и прикладное программное обеспечение » 4 группа – « Пользовательский интерфейс »



Предварительный просмотр:

Башҡорт теле дәрестәрендә заманса технологиялар ҡулланыу

 

     Туған тел буйынса уҡыусыларҙа икенсе быуын белем биреү стандарттарында билдәләнгән күләмдә һәм кимәлдә  белем , күнекмә һәм компетенциялар , универсаль уҡыу  эшмәкәрлеге комплексын формалаштырыу өсөн уҡыу-уҡытыу системаһында яңы технологиялар ҡулланыу талап ителә.

    Хәҙерге заман балалары кәрәкле мәғлүмәтте китаптан уҡып белеүгә ҡарағанда телевизор, интернет аша алыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Шуға дәрестәрҙә яңы метод һәм алымдарҙы, заманса технологияларҙы ҡулланырға кәрәк.  Мәҫәлән, уҡыу-уҡытыуҙың эффектив алымы булған компьютер технологияһы дәрестәрҙе күпкә һөҙөмтәлерәк үткәреү, уҡыу-уҡытыу сифатын күтәреү мөмкинлеген бирә.

     Актуаллек: Яңы быуын Федераль стандарттарына ярашлы төҙөлгән дәреслектәрҙә, методик әҙәбиәттә уҡыусының тәбиғәт тарафынан бирелгән ижади һәләттәрен үҫтереүсе технологиялар ҡулланыу һыҙыҡ өҫтөнә алына.Педагик тәжрибәмдең актуаллеге башҡорт телен уҡытыуҙа балаларҙың уҡыу материалын үҙләштереү буйынса индивидуаль мөмкинлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән дәреслектәр, методик ҡулланмалар юҡлығы менән билдәләнә.

  Эшемдең маҡсаты:

 - дәрескә ҡарата ыңғай мотивация формалаштырыу;

- башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу;

- белем алыу процесында уҡыусыларҙың әүҙем эшмәкәрлеген тәьмин итеү .

          Маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:   

 - предмет буйынса материалды яҡшы үҙләштереүҙе тәьмин иткән  эффектив технологияларҙы һәм алымдарҙы педагогик практикала ҡулланыу;

- башҡорт теле буйынса уҡыу материалын үҙләштереүҙе  этаплап башҡарыу (ябайҙан ҡатмарлыға алып барыу) ;

- уҡыусының танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.

Педагогик тәжрибәнең нигеҙе:

- 2015 йылға тиклем Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһы;

- Башҡортостан Республикаһының милли мәғариф концепцияһы;

- яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары.

Педагогик тәжрибәнең предметы:

- башҡорт теле буйынса уҡыу материалын үҙләштереүгә өйрәтеүҙең эффектив алымдары.

         Мәғариф системаһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып уҡытыуҙың сифатын күтәреү тора. Был проблеманы хәл итеү күбеһенсә педагогик кадрҙарҙың әҙерлек кимәленән, уларҙың яңыса эшләй алыу оҫталығынан тора.

Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла мәғариф системаһы үҙгәреү этабын кисерә һәм уҡытыусылар алдына яңы бурыстар ҡуя:

- белем биреүҙе яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы  ойоштороу;

- уҡытыусы менән уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген хеҙмәттәшлек принцибына таянып ғәмәлгә ашырыу;

- әхлаҡи яҡтан камил шәхес тәрбиәләү.

Яңы шарттарҙа башҡорт теле уҡытыусыһының төп маҡсаттары:

   - башҡорт балаһын үҙ туған телендә матур, таҙа, аңлы һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү; Тыуған илен, туған телен яратҡан патриоттарҙы тәрбиәләү;

    - башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе балаларҙың башҡортса һөйләү телмәрен үҙләштереүенә өлгәшеү; тыуған еребеҙ Башҡортостанға һөйөү, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тәрбиәләү.

Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстарҙы үтәргә кәрәк:

  • предметты уҡытыуҙа эффектив алымдар, технологиялар тураһында методик әҙәбиәт менән танышыу;
  • шул алымдарҙы, технологияларҙы практикала ҡулланыу өсөн һайлап алыу;
  • башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уларҙы ҡулланып ҡарау;
  • алған һөҙөмтәләрҙе тикшереү;
  • тикшеренеү буйынса һығымталар эшләү. 

      Беҙ компьютер технологиялары үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Интерактив технологиялар хәҙер тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Белеүегеҙсә электрон дәреслектәр, китаптар, электрон көндәлектәр, журналдар барлыҡҡа килде.  Дәрестәрҙә интерактив таҡталар ҡулланыу заман талабына әүерелде. Интерактив таҡта уҡытыуҙың иң мөһим бурыстарының береһе – уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.  Улар ҙур теләк менән дәрескә йөрөй, һәр береһендә таҡтаға сығып эшләү, яуап биреү теләге тыуа. Интерактив саралар ярҙамында төҙөлгән тест, викторина, сканворд, анаграмма кеүек эш төрҙәре уҡыусыларҙың белем кимәлен таҡта янында тикшереү өсөн дә уңайлы.

    Үҙ эшен яратҡан һәр бер башҡорт теле уҡытыусыһы, заманса  технологияларҙы өйрәнеп, уларҙы эш тәжрибәһендә ҡулланып, бөтә уҡыусыларҙың да башҡорт телендә аралашыуын, уларҙың индивидуаль һәләттәрен үҫтереп, халҡыбыҙға һәм телебеҙгә ихтирам тәрбиәләй ала.

 

    Дәрестә интерактив технологиялар ҡулланыу ғәҙәти уҡытыу методикаһынан айырылмай тиерлек. Дәрестең уңышы уҡытыусы ҡулланған технологияларҙан ғына тормай. Әлбиттә, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн , һәр дәрестең ентекле төҙөлгән планы һәм структураһы булырға тейеш. Дәрестә интерактив таҡта ҡулланыу – уҡыусыға үҙләштереләсәк материалды еткереү ысулдарының береһе булып ҡына түгел, ә балала ижади эшләүҙе күҙ уңында тота. Эҙләнеү, ижади фекерләү  ҡеүәһен үҫтереүсе һәм Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттарына яуап биреүсе технология булып хеҙмәт итә. Интерактив таҡтаны ҡулланыу даирәһе һәм эш алымдарының төрлөлөгө уҡыусыға яңы идеяларҙы тиҙ һәм еңел үҙләштерергә булышлыҡ итә. Америка психологы Уильям Глассер билдәләүенсә , кеше:

10%-  уҡығанын,

20%- ишеткәнен,

30%-күргәнен,

50%- күргәнен һәм ишеткәнен,

70%- башҡалар менән бүлешкәнен ,

80%-үҙе кисергәнен,

95%- кемгәлер үҙе өйрәткәнен иҫендә ҡалдыра.

Тимәк, кеше күрһә, ишетһә, үҙе башҡарһа , практикала ҡулланһа , уны хәтеренә нығыраҡ һеңдерә.  Интерактив таҡтаны ҡулланыу ошоно күҙ уңында тота ла инде.   Интерактив таҡтаның мөмкинлектәрен тулы кимәлдә  ҡулланыу уҡытыусыға дәрестәге эш алымдарын эффектлы

итеп төҙөргә ярҙам итә. Таҡтаның дәрестә ни тиклем ҡулланыласағын тик уҡытыусы үҙе хәл итә.

     Дәрестәрҙе презентациялар менән үткәреү заман талаптарына тап килә һәм баланың психологик эшмәкәрлегенең үҫешенә күберәк йоғонто яһай. "Мультимедия” бер үк ваҡытта кешенең мәғлүмәт алыу органдарына ла йоғонто яһай һәм мәғлүмәттең төрлө формаларын берләштерә.

    Үҙемдең дәрестәремдә төрлө презентациялар ҡулланам һәм улар ошондайыраҡ темаларға булыуы мөмкин: " Өфө урамдары”, "Башҡортостандың шағирҙары”, "Башҡортостан тәбиғәте”, "Башҡортостандың ете мөғжизәһе” , “Ағиҙел- иң ҙур йылға” , Өфө һәйкәлдәре”һ.б.

            Заманса технологиялар ниндәй мөмкинселектәр бирә?

1.    Уҡытыусыға таҡтаға яҙып тороуҙың кәрәге юҡ.

2.    Ваҡыттың тема аңлатыуға күберәк ҡалыуы.

3. Дәрестәр сағыуыраҡ, ҡыҙығыраҡ, мәғлүмәттең күп һәм етешле булыуы.

              Уҡыусыларға нимәләр бирә?

1.    - Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ.

2.    -  Балаларҙың иғтибарын үҫтерә.

3.    -  Алдан үҙҙәренең проектарын яҡлауға әҙер булыуҙары.

4.    -  Интернет селтәрҙәрендә мәғлүмәттәр эҙләү өсөн йүнәлештәр булдырылыуы.

5. - Ижади һәләттәре үҫә.

     Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәресендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: компьютер һүҙлектәрен файҙаланып, лексиканы өйрәнеү; дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш; орфографик һүҙлекте һәм копмьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланып, орфографик күнегеүҙәр эшләү һәм башҡалар. Шулай уҡ дәрестә яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар  күрһәтергә мөмкин. Мәҫәлән, яҙыусылар, шағирҙар тураһында фоторәсемдәр, видеофильмдар, видеороликтар, әҙиптәр үҙҙәре уҡыған әҫәрҙәрҙе тыңлау, сәнғәтле уҡыу күнекмәләрен булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары

буйынса төшөрөлгән спектакль - кинофильмдар күрһәтеү.  Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙеңә ышаныс, телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята.

      Дәрестә компьютер ҡулланыу уҡытыусы эшен бик күпкә еңеләйтә һәм  уҡыусыларҙа предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Ләкин был технологияны ҡулланыу уҡытыусы алдына бик күп талаптар ҡуя. Иң башта уҡытыусы компьютер менән эш итә белергә тейеш. Дәрестең һәр бер этабы яҡшы уйланылған, белем кимәлен арттырыуға йүнәлтелеүе бик мөһим.

     Дәрестә компьютер ҡулланыу – дәрес буйы уҡыусы компьютер артында эшләргә тейеш тигәнде аңлатмай. Сөнки компьютер артында оҙаҡ ултырыу уҡыусының һаулығына зыян килтереүе мөмкин һәм уҡыусы китап менән дә эш итә белергә тейеш.Компьютерҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә нисек ҡуллана башларға?

- Ябайҙан ҡатмарлыға күсеү принцибы менән эшләй башлау дөрөҫөрәктер, моғайын.

-  Уҡыусыға ниндәйҙер бер бәләкәй тексты компьютерҙа йыйырға тәҡдим итеү. Һәр өҙөк һәм һөйләм уҡыусыларҙың үҫеш кимәленә тап килергә тейеш.

-  Төрлө тестар башҡарыу.

-  Быларҙан тыш бирелгән һүҙҙәр буйынса һөйләмдәр төҙөү, тексты редакторлау һәм башҡа төрлө эштәр башҡарып була.

- Шулай уҡ балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү мәлендә лә компьютерҙы әүҙем ҡулланып була.

     Дөйөмләштереп әйткәндә, компьютер дәрестәренең ыңғай һәм кире яҡтарын әлегә аныҡ ҡына билдәләүе ауыр, сөнки ошондай дәрестең планын ныҡ уйлап эшләгәндә, уҡытыусы үҙенең белем кимәлен камиллаштырыу өҫтөндә эшләүҙе һәр ваҡыт дауам иткәндә, компьютер уҡытыусының ныҡ ҙур ярҙамсыһы буласаҡ.

       Методик темама ярашлы дәрестәрҙе юғары сифатлы, ҡыҙыҡлы итеп үткәреү маҡсатында, мин үҙемә түбәндә үтеләсәк темаларҙы маҡсат итеп алдым:

 1.Теманың фонетикаһы өҫтөндә эш (өндәр).

 2. Лексика өҫтөндә эш (һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү, телмәр һәм ижади

һәләттәрен үҫтереү).

 3.Грамматика өҫтөндә эш (яҙыу күнекмәләре).

          Фонетика өҫтөндә эш. Дәресте башлап ебәргәндә башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау буйынса  интерактив таҡтала артикуляцион күнегеүҙәр эшләү мөһим. Һәр үҙенсәлекле өнгә ике йәки дүрт юллыҡ шиғырҙар уҡыйбыҙ, ҡалын һәм нәҙек, яңғырау һәм һаңғырау өндәрҙе айырып үтәбеҙ. Шулай уҡ бер темаға ҡараған һүҙҙәрҙең бер генә хәрефтәрен үҙгәртеп, икенсе һүҙ уйлап табырға тигән күнекмәләр ҙә йыш була. Башҡортостандың иҫтәлекле урындары, ер-һыу атамалары, башҡорт исемдәре менән бәйле сканвордтар, башватҡыстар эшләнелә.

Лексика өҫтөндә эш. Телмәр үҫтереүҙә шиғырҙар, ике юллыҡ тиҙәйткестәр ятлатыуҙың да роле ҙур. Уларҙы ятлағандарын магнитофонға яҙҙырып тыңлатыу һәм үҙ-үҙеңә анализ яһау. Улар хәрефтең, телмәрҙә өндөң дөрөҫ әйтелешен тойорға ярҙам итә. Балаға үҙе күреп белгән әйбер тураһында фекер йөрөтөүе еңелерәк. Шуға күрә лә дәрестәрҙә күберәк күргәҙмә материалдар һәм слайдтар менән байытыу мөһим. Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙә Башҡортостан матурлығын тасуирлаған һүрәттәр, видеоматериалдар, слайдтар күренекле шәхестәрҙең портреттарын, улар менән интервью өҙөктәрен ҡулланыу шарт. Шулай уҡ Тыуған ил, хеҙмәт темаһына һ.б. ҡағылышлы мәҡәл-әйтемдәр менән бәйле төрлө күнегеүҙәр эшләргә була. Балаға үҙ телмәрен тыңлап, башҡалар менән сағыштырырға, хаталарын төҙәтеп дөрөҫ әйтергә, һөйләп өйрәнергә кәрәк. Быны телеведение, радио тапшырыуҙар менән бәйләп, ҡыҙыҡлы уйын формаһында үткәрергә мөмкин.  Балаларҙың телде өйрәнеүгә әҙерлек дәрәжәһе төрлө булғанда индивидуаль йүнәлтелгән эштәр тәҡдим итәм. (Личностно-ориентированное обучение). Өйрәнә торған теманың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып уҡыусылар өсөн индивидуаль- дифференцияланған биремдәр, өҫтәмә күрһәтмә материалдар, тестар ҡулланыла. Улар, әлбиттә, компьютерҙа эшләнелә. Методик темаға ярашлы рәүештә, бында уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә ҡағылышлы эштәр ҡулланыла һәм улар үҙ эсенә төрлө ҡыҙыҡлы ребустар, кроссвордттар, башватҡыстарҙы ала. Һөйләм үҫтереүҙең мөһим бер төрө - һүҙ менән эшләү. Яңы һүҙҙәр менән эшләгәндә халҡыбыҙға ғына хас һүҙҙәрҙе ҡулланып, уҡыусыларыбыҙҙың һүҙлек запастарын байытырға тырышам. Уларҙы башҡорт халҡы йолаларының, байрамдарҙың видеояҙмаларындағы һөйләшеүҙәрҙән алырға мөмкин.

      Грамматика өҫтөндә эште дәрес һайын телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу маҡсатында, шулай уҡ грамматиканан ҡайһы бер материалдарҙы практик ҡулланыу өсөн эшләйбеҙ.  Эштең был этабында уҡыусылар үҙ аллы хикәйә, диалогтар төҙөй алһалар, грамматик эштәрҙе үҙ аллы эшләһәләр – маҡсатҡа ирешелде тигән һүҙ.    Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙә  яңы проекттар, презентациялар ҡулланыу мәсьәләләре тикшерелә.

Заманса технологияларҙы ҡулланыу уҡыусыларҙың шәхси, регулятив, танып белеү һәм коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуҙа эффектив технология, тип һанайым.                            Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен интерактив таҡта ҡулланып  уҡытҡанда көтөлгән һөҙөмтәләр:

- шәхси универсаль уҡыу эшмәкәрлеге өлкәһендә уҡыусыларҙа   материалды үҙләштереү, белем табыу һәм танып белеү өсөн мотивация формалаштырыла;

  • регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге өлкәһендә уҡыусылар үҙҙәре алдына маҡсат һәм бурыстар ҡуйыу, уларҙы тормошҡа ашырыуҙы планлаштырыу, үҙенең эшмәкәрлеген тикшереү һәм баһалау күнекмәләренә эйә булалар;
  • танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге өлкәһендә уҡыусылар

интератив таҡта алдында эшләргә өйрәнәләр;

  • коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге өлкәһендә уҡыусылар иптәштәренең фекерҙәрен тыңлау һәм аңлау, уҡытыусы һәм класташы менән хеҙмәттәшлек итеү, коллективта бергә эшләү, аралашыу оҫталығы буйынса күнекмәләр ала.

 Һөҙөмтәләр:

уҡыусыларҙың телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙары арта,

- ғилми эҙләнеү эшенә йәлеп ителәләр,

- ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашалар( 2011-2012  уҡыу йылы – Әкрәмова Гөлшат , 2013-2014 уҡыу йылы Хисаметдинов Азамат ҡала күләмендә  III урын яуланы; 2014 йыл –Дәүләтшина Линария район күләмендә III урын яуланы),

- олимпиадаларҙа призлы урындар яулайҙар,

- презентациялар  эшләйҙәр, интерактив таҡта алдында эшләргә өйрәнәләр.

  •                                 
  •       итеп, яңы быуын стандарттары шарттарында башҡорт теле дәрестәрендә интерактив таҡта ярҙамында уҡыусы шәхси эшмәкәрлеген үҫтерә; танып белеү (өйрәнеү, белем алыу) һәм логик эшмәкәрлеген формалаштыра; проблеманы ҡуя һәм хәл итергә өйрәнә; коммуникатив эшмәкәрлеген (социаль, компетентлыҡ) камиллаштыра; тыуған илен, телен яратҡан, милләтенең киләсәген ҡайғыртҡан шәхес булып тәрбиәләнә.
  •             телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса технологиялар ҡулланыу  - уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итер, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерер, үҙ-үҙенә ышанысын, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уятыр һәм тыуған илен яратҡан, уның киләсәген ҡайғыртыусы шәхес тәрбиәләр, ә иң мөһиме – башҡорт теле башҡа фәндәр араһында үҙенең бәҫен күтәрер, уҡытыусылар ҙа үҙҙәрен белемле, яңылыҡҡа ынтылыусы, ышаныслы, һәләтле шәхес итеп танытыр, тип уйлайым.

                            Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Азнагулов Р.Г. Научные основы методики башкирского языка.

        - Уфа: БГУ, 2004.

2. Концепция модернизации российского образования на 2010-2015г.г.

     -М., 2010.

3. Концепция национального образования в Республике Башкортостан.

       - Уфа, 2009.

4. Иҙелбаев М.Х. Хәҙерге заман технологиялары һәм яңылыҡлы дәрестәр//Башҡортостан уҡытыусыһы. - 2012. - №9, 6-10-сы б.б.

5. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.  Башҡорт телен һәм  әҙәбиәтен заманса уҡытыу. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2009.