Дәрес конспекттары
Здесь размещены конспекты уроков по башкирскому языку и литературе
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
azyk-tulek_magazinynda_2_klass.docx | 24.33 КБ |
_ihsan_bashkortostan-_6_klass.docx | 49.87 КБ |
m._karim_konspekt_uroka.doc | 77 КБ |
tyugan_kon.doc | 191.5 КБ |
mustay_karim_konspekt.doc | 54.5 КБ |
bashkortostandagy_kalalar_7_klass.docx | 101.27 КБ |
sinonimdar.docx | 16.76 КБ |
f._tugyzbaeva._yany_kyldek.docx | 75.99 КБ |
deres_konspekty.doc | 63 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡорт теле дәресе
Тема: Аҙыҡ-түлек магазинында, 2-се класс.
Маҡсат: аҙыҡ-түлек, ашамлыҡтар исемдәрен үҙләштереүҙәрен нығытыу, телмәрҙә дөрөҫ әйтергә, ҡулланырға өйрәтеү; был һүҙҙәрҙең яҙылышын иҫтә ҡалдырыу; уҡыу күнекмәләрен үҫтереү; үҙ-үҙеңде йәмәғәт урындарында әҙәпле тоторға өйрәтеү; әҙәплелек, ярҙамсыллыҡ кеүек ыңғай сифаттар тәрбиәләү;һандарҙы ҡабатлау, алдағы дәрескә әҙерләү.
Йыһазлау: һүҙҙәр яҙылған карточкалар, проектор: аҙыҡ- түлек һүрәттәре, дидактик материалдар, магнитофон, алъяпҡыс, башлыҡ.
Дәрес барышы.
1. Ойоштороу моменты.
-Һаумыһығыҙ,балалар.Ултырығыҙ.Бөгөн кем класта дежур?Класта кемдәр юҡ?Классдәрескә әҙерме?Бөгөн нисәһе?
-Яҡшы,балалар,һеҙ дәрескә әҙер,мин бик шатмын,һеҙҙең кәйефегеҙ яҡшы.
2. Орфоэпик күнегеү.
Хәҙер телдәрҙе шымартып алайыҡ. Таҡтала һамаҡ-считалка.Иғтибар менән ҡарағыҙ,мин уҡыйым.
-Беҙ,беҙ,беҙ инек,
Беҙ 12 ҡыҙ инек,
Баҙға төштөк-май ашаныҡ,
Аҡ келәттә бал ашаныҡ,
Бер таҡтаға теҙелдек,
Таң атҡансы юҡ булдыҡ.
-Хәҙер дөрөҫ итеп ҡабатлағыҙ.Был һанамаҡты уйын уйнағанда әйтәләр.
3. Инеш әңгәмә. Яңы тема. Маҡсат менән таныштырыу.
-Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙе уҡып,аңлатырға кәрәк- нимә улар.
-Улар ашамлыҡтар.
-Тимәк,беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәбеҙ икән?
-Эйе,дөрөҫ. Ашамлыҡтар,аҙыҡ-түлек тураһында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ.
4. Алған белемдәрҙе системалаштырыу.
-Өйҙә һеҙ ниндәй ашамлыҡтарҙы ҡабатларға тейеш инегеҙ?
-Хәҙер тикшерәбеҙ. Эстафета уйыны менән мин таяҡ бирәм-һөт ризыҡтарын әйтергә, һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ,май, сыр, йогурт, эремсек, ойоған һөт, туңдырма, ҡуйыртылған һөт, ҡорот.
-Яҡшы, балалар, афарин. Һеҙ бик һәйбәт беләһегеҙ икән һөт ризыҡтарын. Шулай яҡшы ҡатнашһағыҙ дәрестә,ҡыҙыҡлы үтер.
-Ә хәҙер кроссворд сисәбеҙ.Кем таҡтаға сыға?Ниндәй һүҙҙәр икән,дәфтәргә яҙып барығыҙ.
- Ҡат-ҡат тунлы,ҡарыш буйлы.(кәбеҫтә)
- Аҡ тирмәнең эсендә һары сәсле ҡыҙ йоҡлай, (йомортҡа).
- Башҡорт халҡының милли ризығы.(бишбармаҡ).
- Әсәй нимә бешерә.Ә мин ашап бөтөрәм. (ҡоймаҡ).
-Шулай итеп,һеҙ ашамлыҡтарҙы яҡшы беләһегеҙ икән.
-Хәҙер арып киткәнһегеҙҙер, ял итеп алайыҡ.
5. Ял минуты. (Бармаҡтар менән).
-Ниндәй физминуткалар беләһегеҙ?(Был бармаҡ- олатай).
-Эйе,ғаилә.Әсәй йә атай ашарға бешергәндә һез булышаһығыҙмы?Нимә эшләйһең?
-Яҡшы.
-Бына бармаҡтарға ла эш ҡушайыҡ.
Был бармаҡ утын яра,
Быныһы-мейескә яға,
Был бармаҡ һыу кертә,
Быныһы-ҡамыр баҫа,
Быныһы-икмәк бешерә.
-Яҡшы.Кемдәр өйҙә булышалар-магазинға баралар,аҙыҡ-түлек алалар?
-Ниндәй магазинға?
6. Рефлексия. Нығытыу. Баһалау.
-Хәҙер беҙ магазинға барабыҙ.Нисек һөйләшергә икәнен иҫкә төшөрөгөҙ.
-Кем һатыусы.(1 бала кейенә- башлыҡ, алъяпҡыс). Өҫтәлдә
сәй,икмәк, һөт, шоколад,ҡаймаҡ, шәкәр, кәнфит, тоҙ, хаҡтар.
-Кемдәр һатып алыусы? Бер нисә бала.
-Аҡса әҙерләгеҙ.
-Һеҙ кем?Ул кем?
Диалог.
-Һаумыһығыҙ!Һеҙгә нимә кәрәк? Рәхим итегеҙ.
-Миңә... .Күпме тора?
-Һеҙҙән 32 һум. Бына. Рәхмәт!Тағы килегеҙ!
-Һау булығыҙ!
-Яҡшы.Һеҙ магазинда үҙегеҙҙе бик матур тоттоғоҙ, һатыусы менән һәйбәт һөйләштегеҙ.
Баһалау.
-Уҡыусылар, һеҙ бөгөн дәрестә үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ?
Хәҙер балалар, китабығыҙҙың 78-се битен асығыҙ ҙа, 2-се эште табығыҙ.Үҙаллы уҡып сығығыҙ.
-Нимә тураһында?(магазин).Ҡысҡырып уҡыйҙар.
7.Өй эше: Ошо тексты рус теленә тәржемә итеп киләһегеҙ.
8. Йомғаҡлау.
-Дәрес бөттө, һау булығыҙ!
Предварительный просмотр:
Тема: Ә. Ихсан “Башҡортостан”. Эйәлек зат ялғаулы исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
Маҡсаттар: 1) Ә.Ихсандың “Башҡортостан” шиғыры менән таныштырыу;
2) Тыуған илде һөйөү, Ватан менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү;
3) эйәлек зат ялғаулы исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше
Йыһазландырыу: Башҡортостан тәбиғәтен һүрәтләгән картиналар, Ә.Ихсандың портреты, һүҙлектәр, таратма материал, видеояҙма, аудиояҙма, дидактик карточкалар
6 класс
Башҡорт теле
Нефтекама-2017
Дәрес барышы
1.Ойоштороу мәле.
Һаумы, ҡояш!
Һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
-Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ!Ултырығыҙ!
2. Артикуляцион, фонетик күнегеүҙәр.
1)ҫа-ҫә аҫ-оҫ
ҫо-ҫө уҫ-ыҫ
ҫу-ҫү әҫ-өҫ
ҫы-ҫи үҫ-иҫ
ҫе
( Ижектәрҙе хор менән уҡыу)
2) Үҫә-үҫә аҫылым,
Үҫә-үҫә оҫтара.
(Тиҙәйткесте 2-3 тапҡыр уҡыу. “ҫ” өнөн дөрөҫ әйтеү)
3) 1. Иле барҙың көнө бар.
2. Ситте маҡта, илеңдә тор.
3. Өй эшен тикшереү. Баһалау.
1) -Бөгөн беҙҙең дәрескә сит ил ҡунағы үҙенең тәржемәсеһе менән килде. Ул журналист, Башҡортостан тураһында мәҡәлә яҙа. Беҙ үткән дәрестә Бпшҡортостан тураһында һөйләштек, шуға күрә сит ил ҡунағына ярҙам итерһегеҙ.
- How many districts and towns in Bashkortostan Republic?
-Башҡортостанда нисә ҡала һәм район бар?
2. What rivers mountains lakes in the Republic of Bashkortostan?
-Башҡортостанда ниндәй йылғалар, күлдәр һәм тауҙар бар?
3. And you know the highest mountain the longest river and the largest lake in the Republic of Bashkortostan?
-Ә һеҙ беләһегеҙме Башҡортостандың иң бейек тауын, иң оҙон йылғаһын, иң ҙур күлен?
4. Very well! Thank you! I wish you good luck! Good bye!
-Бик яҡшы. Рәхмәт! Уңыштар һеҙгә! Һау булығыҙ!
( Сығып китәләр)
(Уҡытыусы баһалай).
-Афариндар, беҙҙең Башҡортостан тураһында хәҙер сит илдә лә күп беләсәктәр.
-Тағы ни өсөн Башҡортостан тураһында башҡа илдәр беләсәк?
-Мин һеҙҙең үткән дәрестәге белемдәрегеҙҙе лә тикшерҙем һәм баһаланым.
2). Грамматик өй эшен тикшереү.
-Үткән дәрестә тағы нимә тураһында һөйләштек?
-“Сылбыр” уйыны. (дәфтәр һүҙе)
Бер кеше һүҙҙе- төп, икенсе уҡыусы- эйәлек, өсөнсөһө-төбәү һ.б. килештәргә ҡуйып әйтә. Сылбыр кемдә туҡтап ҡала, шул кеше яңы һүҙҙе килеш менән үҙгәртә башлай.
-Рәхмәт! Афариндар! Килештәрҙе яҡшы беләһегеҙ!
III. Яңы тема.
1) Инеш әңгәмә.
-Иҫкә төшөрәйек, беҙ дәрес башында ниндәй мәҡәләләр уҡып үттек?
-Эйе, дөрөҫ! Был мәҡәләләр нимә тураһында әйтелде?
-Эйе, Башҡортостан, ил тураһында!
2)Маҡсат менән таныштырыу.
-Тимәк бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәбеҙ (Башҡортостан тураһында)
-Дөрөҫ, бөгөн дәрестә Әхтәм Ихсандың “Башҡортостан” шиғыры һәм эйәлек зат ялғаулы исемдәрҙең килеш менән үҙгәрешен үтәбеҙ.
-Дәфтәрҙәрҙе асып число, тема яҙабыҙ.
(Портреты күрһәтелә) Биографик белешмә. (проектор)
Әхтәм Ихсан Сөләймән улы 16 декабрҙең 1908 йылдың Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ибрай ауылында тыуған. Ул башҡорт шағиры, тәржемәсе һәм журналист. Күп яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен тәржемә иткән. Һуғышта ҡатнаша.
1930 йылда беренсе“Элеватор” исемле йыйынтығы сыға. Һуңынан “Хәйерле иртә”, “Минең шатлығым”, “Күккә бейеккә”. Шулай уҡ “Саҡма тояҡ аттарҙа” тигән документаль әҫәре баҫылып сыға. Был әҫәрендә Башҡорт атлы дивизия тураһында яҙған (китабы күрһәтелә) . 1992 йылдың 22 декабрендә үлеп ҡала.
-Ә хәҙер уның шиғыры менән танышып үтер алдынын һүҙлек эшен эшләйек.
3) Һүҙлек эше:
Йәмле-прекрасный
Ҡырҙар-поля
Алҡын аға-плавно течет
Иңләү-простираться
Сал тауҙар-седые горы
Көтөү-стадо
Урғыла-бушует, кипит
Дала-степь
(һүҙҙәрҙе хор менән уҡыу, бер нисәһе менән һөйләмдәр төҙөү).
-Ә хәҙер шиғырҙы тыңлайбыҙ. (Уҡытыусы яттан һөйләй, уҡыусылар тыңлап ултыралар, ҡурай музыкаһы яңғырай).
-Тәржемә итеү.
-Уҡыусылар геүләп уҡыйҙар.
-1-3 уҡыусы ҡысҡырып уҡый.
Һығымта. Тимәк, кем ул Ә.Ихсан? Ҡайҙа, ҡасан тыуған?
-Ниндәй шиғырҙарын, әҫәрен иҫтә ҡалдырҙығыҙ?
-Башҡортостан шиғырында автор нимә тип әйтә, нимәне тасуирлай (тәбиғәт)
-Эйе, дөрөҫ. Тәбиғәтебеҙ шундай йәшел, матур булғаны өсөн, беҙҙең Республикабыҙҙы икенсе Швейцария тип атағандар.
-Башҡортостан тәбиғәтен һаҡлар өсөн беҙ нимәләр эшләргә тейешбеҙ?
-Эйе, дөрөҫ. Ҡәҙерләргә кәрәк.
IV.Ял минуты.
Беҙҙең Башҡортостанда
Ошондай бейек тауҙар,
Ошолай шаулай урмандар,
Ошолай ҡағына ҡаҙҙар,
Ошолай бейей балалар.
Тыныс ҡына ултырып ,
Тағы яҙа башлайҙар.
V. Грамматик тема.
-Ә хәҙер шиғырҙан һуң һорауҙарҙы ҡарап китәйек. (Биремде 1 уҡыусы уҡый.)
- Эйәлек ялғаулы һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирәләр (кемдең, нимәнең)
(таблица таратыла)
-Урыҫ телендә иҫкә төшөрөү.
Ед. число множ.число
1 лицо мой, моя, мое 1 лицо наш, наша, наше
2 лицо твой, твоя, твое 2 лицо ваш, ваша, ваше
3 лицо ее, его 3 лицо их
Башҡортса
1 зат минең 1 зат беҙҙең
2 зат һинең 2 зат һеҙҙең
3 зат уны, уның 3 зат уларҙың
-Әйҙәгеҙ башта китап һүҙен зат менән үҙгәртеп ҡарайыҡ (үҙгәртәләр)
Хәҙер ошо китабым тигән һүҙҙе килеш менән үҙгәртәйек. Минең китабым төп килештә, артабан эйәлек ялғауын юғалтмай һорауҙар буйынса үҙгәртәбеҙ.
Т.к. китабым
Э.к. китабымдың
Төб.к. китабыма
Төш.к. китабымды
Ур.-в.к. китабымда
С.к. китабымдан.
VII. Рефлексия.
-Ә хәҙер китаптан күнегеү эшләп ҡарайыҡ. 72-се күнегеү. (Биремде уҡыусы уҡый. Берәмләп һөйләмдәрҙе уҡыйҙар, тәржемә итеү, дәфтәргә яҙыу).
VIII. Баһалау.
IX. Өй эше. ( 25-се бит, 71-се күнегеү, тасуири уҡырға).
X. Йомғаҡлау.
Предварительный просмотр:
Дәрес конспекты:
Класс:8
Дәрес:туған тел
Тема:Милләтемдең мәңге балҡыр йөҙөк ҡашы.
Маҡсат:1)уҡыусыларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай
Кәримдең тормош юлы,ижады,наградалары менән таныштырыу,
2)уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен,уйлау,фекерләү ҡеүәһен
үҫтереү,
3)уҡыусыларҙы Мостай Кәримдең ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу,
бөйөк шағирға хөрмәт тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең
портреты,шиғырҙары,китаптары,схема,кроссворд
(карточкалар),фотолар,видео таҫма,видеопроектор.
План:
1.Ойоштороу мәле
2.Инеш
3.Әңгәмә:
а)уҡыусылар үҙҙәренең белгәндәрен һөйләй
б)Луиза Рәшит ҡыҙының сығышы
4.Яңы тема менән танышыу:
а)тормош юлы
б)ижады
в)китаптар күргәҙмәһе
5.Схема өҫтөндә эш
6.Нығытыу(кроссворд-карточкалар)
7.Йомғаҡлау
8.Баһалау
9.Өйгә эш
Дәрес барышы:
1.Ойоштороу мәле:сәләмләү
2.Инеш:
Уҡытыусы:Уҡыусылар,мин һеҙгә бер шиғырҙан өҙөк уҡып китәм,ә һеҙ иғтибар менән тыңлап ултырып авторын һәм нисек аталыуын әйтеп китегеҙ.
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына,-
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе,япраҡ,аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны-бөйөк Рәсәй-
Шундай йәшел,юғары…
Уҡыусыларҙың яуабы…
Уҡытыусы:Дөрөҫ,был өҙөк Мостай Кәримдең ”Ҡайын япрағы тураһында” шиғырынан.
3.Әңгәмә:
а)уҡыусылар үҙҙәренең белгәндәрен һөйләй
Уҡытыусы:Кем ул,Мостай Кәрим?Уның тураһында нимәләр беләһегеҙ?Ниндәй шиғырҙары,драмалары менән танышһығыҙ?
Уҡыусылар яуабы…
Уҡытыусы:Уҡыусылар,белгәндәрегеҙгә һөйләп киттегеҙ.Мостай Кәримдең үҙе менән күрешеп,осрашып һөйләшкән ошо мәктәптең башҡорт мәҙәниәте уҡытыусыһы Луиза Рәшит ҡыҙын дәрескә саҡырҙыҡ.Сөнки 2000 йылда билдәле шағир үҙе үк,һеҙ уҡыған мәктәпкә килеп барлыҡ урыҫ теле уҡытыусыларын ғына түгел,ә барлыҡ мәктәп уҡыусыларында ҡыуандырып китә һәм һүҙ Луиза Рәшит ҡыҙына бирелә.
Луиза Рәшит ҡыҙының сығышы:”Февраль,2000йыл.Бөгөн беҙҙең мәктәпкә Мостай ағай Кәрим килә!Был яңылыҡ бик тиҙ мәктәптәр аша таралыды,уҡытыусылар геүләште,балалар шаулашты…
Был осрашыуға тиклем,мин уға ун бер тапҡыр телефон аша шылтыраттым,ете мәртәбә уның менән осраштым,ләкин Мостай ағай шул тиклем буш түгел ине.Уның һәр минуты иҫәпле.Шулайҙа беҙҙең өсөн бер көн тапты.
Константинов Сашаның атаһы машина менән икебеҙҙе мәктәпкә килтерҙе.Бик матур һәм тантаналы итеп Мостай Кәримде ҡаршы алдыҡ,актовый залға оҙатып,кисәне башлап ебәрҙек.Балалар шиғырҙар уҡыны,йырланы,”Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесынан өҙөк ҡуйҙылар.
Бөйөк шағир әле генә яҙған,беҙгә тәү тапҡыр ишеттереп шиғырҙарын уҡыны,балаларҙың башҡорт телендә һөйләшкәненә һөйөндө.Кисәнең аҙағында беҙ уға бүләктәр бирҙек,иҫтәлеккә фотоға төштөк,автографтар алдыҡ.(Мин Мостай Кәримгә һәм уның ҡатыны Рауза апайға ап-аҡ һарыҡ йөнөнән бәйләнгән йөн ойоҡтар бирҙем.Кәрим ағай бик ҡыуанды,ысын күңелдән ҡабул ите.)
Мәктәптең хәтер китабына йылы һүҙҙәр яҙғас,тәмле итеп сәй эстек.
Бөйөк халыҡ шағиры Мостай ағай шул тиклем ябай,үткер һүҙле кеше булып хәтеремдә ҡалды.”
Осрашыуҙан иҫтәлеккә төшкән фотоларҙы һәм видеотаҫманы ҡарап үтеү(фото 1-5).
4.Яңы тема менән танышыу(уҡытыусы һөйләй):
Уҡытыусы:Уҡыусылар,шулай итеп бөгөнгө беҙҙең дәрестең темаһы:
Милләтемдең мәңге балҡыр йөҙөк ҡашы.
(Видеопроекторҙа дәрес темаһы күрһәтелә№1.Мостай Кәримдең портретын таҡтаға эленеп ҡуйыла.)(портрет№1)
Бөгөн беҙ дәрестә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы,ижады һәм китаптары менән танышып китәбеҙ.Уҡыусылар,дәрестең темаһын нисек аңлайһығыҙ?
Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау…
Уҡытыусы:Дөрөҫ,М.Кәрим халыҡ күңелендә,телендә мәңге йәшәйәсәк.Һәм уның әҫәрҙәре китап уҡыусыларына дөрөҫ юл ”күрһәтәсәк”.
а)тормош юлы
Уҡытыусы:Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим(Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районының Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.1935 йылда ауылында мәктәпте тамамлаған.1935-1937 йылдарҙа Өфө педагогия рабфагында,1937-1941йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәте факультетында уҡый.Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем фронтта була.
Һуғыштан ҡайтҡас,Мостай Кәрим ижад эшенә сума һәм ҙур йәмғиәт эштәре алып бара.1951-1962 йылдарҙа ул Башҡортостан совет яҙыусылары союзы идараһына етәкселек итә.1962 йылдан бирле ул РСФСР яҙыусылар союзы идараһы секретары вазифаһын башҡара.М.Кәрим-Ленин премиялары комитеты ағзаһы.
б)ижады
М.Кәримдең лирик шиғырҙарҙы һәм ”Үлмәҫбай”,”Ҡара һыуҙар”, ”Йылмайыу” исемле поэмалары бөтә уҡыусыларға таныш.М.Кәрим-талантлы драматург та.Уның ”Яңғыҙ ҡайын”,”Ҡыҙ урлау”,”Йырланмаған йыр”, ”Салауат” пьесалары республика театрҙарының репертуарында ныҡлы урын алды.”Ай тотолған төндә” тигән трагедияһы Мәскәүҙә һәм илебеҙҙең бик күп театрҙары сәхнәһендә ҡуйылды.”Беҙҙең өйҙөң йәме” һәм ”Өс таған”повестары менән шағир балалар әҙәбиәтенә ҙур өлөш индерҙе.
в)китаптар күргәҙмәһе
(Таҡта янында өҫтәлдә китаптар күргәҙмәһе)
Башҡорт халыҡ шағирҙары ”Дүрт моң”(1976 йыл)
”Мөхәббәттең дүрт миҙгеле”(1978 йыл)
”Минең атым”(1943йыл)
Шиғырҙар(1945йыл)
”Беҙҙең өйҙөң йәме”(1951,1953йыл)
Һайланма әҫәрҙәр(1951йыл)
”Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”(1976,1981йыл)
”Заманалар”(1982йыл) һәм башҡалар.
Бөйөк шағир Мостай Кәримдең 2005 йылда йөрәге тибеүҙән туҡтай.
5.Схема өҫтөндә эш:
Уҡытыусы:Уҡыусылар,Мостай Кәримдең тормош юлы, ижады,китап күргәҙмәһе менән тулыһынса таныштыҡ һәм беҙгә дәфтәргә схемаһын һыҙырға кәрәк буласаҡ.Шул уҡ ваҡытта таҡтала ла сылбыр менән сығып эшләп барасаҡбыҙ.
2005 йыл - Вафат була
- КПСС ағзаһы
1962 йыл - РСФСР яҙыусылар союзы секретары
1951-1962 йыл - Башҡортост.Яҙыусылар Союзы идара председателе
1941-1945 йыл - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша
1941 йыл - БДПИ-тын тамамлай
1940 йыл - СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы
1935 йыл - мәктәпте тамамлай
1919 й. 20 октябрь - Шишмә районы Келәш ауылында тыуа
Тормош юлы:
Мостай Кәрим
Ижады:
1963 йыл - Башҡортостандың халыҡ шағиры
1984йыл - Ленин премияһы лауреаты
- 1,2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ миҙалы
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ(2) ордены
- ”Почет билдәһе” ордены
- Ленин ордены(2)
1967 йыл - Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы
1972 йыл - СССР-ҙың дәүләт премияһы
- РСФСР-ҙың К.Станиславский исемендәге премия
1978 йыл - Андерсон исемендәге халыҡ-ара диплом.”Хәбәр
көтәм” шиғыры өсөн.
1979 йыл - Социалистик Хеҙмәт Геройы
Пьсалары: Шиғырҙары
”Ай тотолған төндә” ”Йәш төҙөүсе” 1-се шиғ.(1934йыл)
”Айгөл иле” ”Отряд ҡуҙғалды”(1938йыл) ”Ташлама утты Прометей” ”Мин фронтҡа китәм,иптәштәр”(1941йы)
”Салауат” ”Таңдың килеүе”
”Дим буйында”
”Дуҫтың үлеме”
”Ташкент иҫтәлеге”(1958йыл)
”Урам сатында осрашыу”(1966йыл)
”Һоро турғай”(1977йыл)
(Эшләнгән схеманы видеопроекторҙа күрһәтеү№2)
Уҡытыусы:Уҡыусылар,беҙ шағирыбыҙ Мостай Кәримдең тормош юлы,ижады,наградалары һәм китап күргәҙмәһе менән танышып сыҡтыҡ.Ә хәҙер алған белемдәрҙе нығытыу өсөн кроссворд сисәбеҙ.Иң тәүҙә дәфтәрҙә бөгөн яҙған теманы ҡабатлап китәйек.
Уҡыусылар бер-береһенә бөгөн дәрестә үтелгән тема буйынса һорауҙар бирәләр.
6.Нығытыу(кроссворд сисеү):
Уҡытыусы:Уҡыусылар,һәр берегеҙҙең алдында карточкалар ята,ә ул инде бөйөк шағиры Мостай Кәрим тураһында,бөгөнгө дәрес темаһынан сығып төҙөлгән кроссвордтар.Мин һеҙгә һорауҙарын уҡыйым һәм һәр кем үҙ кроссвордын тултыра бара.Иғтибарлы булығыҙ.
(Видеопроектор №3)
Кроссворд һорауҙары:
1.Мостай Кәримдең ”… буйында” тигән шиғырын беләһегеҙ?
2.1938 йылда яҙылған шиғыр нисек атала?
3.М.Кәримдең ниндәй драмаларын беләһегеҙ?
4.Шағирҙың иң беренсе шиғыры.
5.Ниндәй драмала Айгөл исемле ҡыҙ тураһында һүҙ бара?
6.М.Кәрим күп ордендар,премиялар менән бүләкләнә,ләкин ошо наградалар араһында бер генә миҙал бар һәм ул нисек атала?(Ҡыҙыл…)
7.Билдәле шағир М.Кәрим ниндәй ауылда тыуған?
8.Тыуған районын атап китергә.
9.М.Кәримгә 1963йылда бик ҙур исем бирелә һәм ул нисек атала?
10.”Мин фронтҡа китәм,иптәштәр”,”Йәш төҙөүсе” драмамы йәки шиғырмы?
11.1978йылда М.Кәримгә Андерсон исемле халыҡ-ара диплом ниндәй шиғыры өсөн бирелә?
Кроссворд һәм яуаптары:
ДиМ буйында
Отряд ҡуҙғалды
Салауат
Йәш Төҙөүсе
Айгөл иле
Йондоҙ
Келәш
ШишмӘ
ШағиР
ШИғыр
Хәбәр көтәМ
(Килеп сыҡҡан крооссвордты видеопроекторҙа күрһәтелә№4)
Уҡытыусы:Уҡыусылар,ниндәй һүҙ килеп сыҡты?
Уҡыусыларҙың яуабы…
Уҡытыусы:Дөрөҫ,Мостай Кәрим.Был кроссворд бөгөн дәрестә үтелгән теманы ҡабатлау булды.
7.Йомғаҡлау:
Уҡытыусы:Уҡыусылар,бөгөн дәрестә кем тураһында һөйләштек?Нимәләр белдегеҙ?
Уҡыусыларҙың яуабы…
Уҡытыусы:Шулай итеп,ҙур хөрмәт менән халыҡ шағирын М.Кәримде беҙ,милләттең мәңге балҡыр йөҙөк ҡашы,тип әйтергә хаҡлыбыҙ.Йөҙөктөң ҡашы йылдар үтһәлә үҙ сифатын юғалтмаған кеүек,бөйөк шәхестә йылдар үткән һайын халыҡ хәтерендә мәңге бер осҡон булып балҡыйасаҡ. Һәм билдәле ғалим Ғайса Хөсөйеновтың һүҙҙәрелә быларҙы дәлилләй.
”Республикабыҙҙың халыҡ шағиры әҙәбиәттең данын бөтә ил,хатта бөтә донъя киңлегенә алып сыҡты,халыҡ күңеле күгенең,оло поэзияның яҡты йондоҙо булып балҡыны.”
Ғайса Хөсәйенов
(Ғ.Хөсәйенов һүҙҙәре видеопрокторҙа күрһәтелә№5.)
8.Баһалау:
Уҡытыусы:Уҡыусылар,үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтеп бер-берегеҙҙе баһалағыҙ.Ни өсөн ”5” һәм ”4” билдәһе ҡуйҙығыҙ?...
9.Өйгә эш:
Уҡытыусы:Мостай Кәримдең үҙегеҙгә оҡшаған бер шиғырын ятлап килергә.
№5
”Республикабыҙҙың халыҡ шағиры әҙәбиәттең данын бөтә ил,хатта бөтә донъя киңлегенә алып сыҡты,халыҡ күңеле күгенең,оло поэзияның яҡты йондоҙо булып балҡыны.”
Ғайса Хөсәйенов
№3 Кроссворд һорауҙары:
1.Мостай Кәримдең ”… буйында” тигән шиғырын беләһегеҙ?
2.1938 йылда яҙылған шиғыр нисек атала?
3.М.Кәримдең ниндәй драмаларын беләһегеҙ?
4.Шағирҙың иң беренсе шиғыры.
5.Ниндәй драмала Айгөл исемле ҡыҙ тураһында һүҙ бара?
6.М.Кәрим күп ордендар,премиялар менән бүләкләнә,ләкин ошо наградалар араһында бер генә миҙал бар һәм ул нисек атала?(Ҡыҙыл…)
7.Билдәле шағир М.Кәрим ниндәй ауылда тыуған?
8.Тыуған районын атап китергә.
9.М.Кәримгә 1963йылда бик ҙур исем бирелә һәм ул нисек атала?
10.”Мин фронтҡа китәм,иптәштәр”,”Йәш төҙөүсе” драмамы йәки шиғырмы?
11.1978йылда М.Кәримгә Андерсон исемле халыҡ-ара диплом ниндәй шиғыры өсөн бирелә?
№4
ДиМ буйында
Отряд ҡуҙғалды
Салауат
Йәш Төҙөүсе
Айгөл иле
Йондоҙ
Келәш
ШишмӘ
ШағиР
ШИғыр
Хәбәр көтәМ
№2 2005 йыл - Вафат була
- КПСС ағзаһы
1962 йыл - РСФСР яҙыусылар союзы секретары
1951-1962 йыл - Башҡортост.Яҙыусылар Союзы идара председателе
1941-1945 йыл - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша
1941 йыл - БДПИ-тын тамамлай
1940 йыл - СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы
1935 йыл - мәктәпте тамамлай
1919 й. 20 октябрь - Шишмә районы Келәш ауылында тыуа
Тормош юлы:
Мостай Кәрим
Ижады:
1963 йыл - Башҡортостандың халыҡ шағиры
1984йыл - Ленин премияһы лауреаты
- 1,2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ миҙалы
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ(2) ордены
- ”Почет билдәһе” ордены
- Ленин ордены(2)
1967 йыл - Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы
1972 йыл - СССР-ҙың дәүләт премияһы
- РСФСР-ҙың К.Станиславский исемендәге премия
1978 йыл - Андерсон исемендәге халыҡ-ара диплом.”Хәбәр
көтәм” шиғыры өсөн.
1979 йыл - Социалистик Хеҙмәт Геройы
Пьсалары: Шиғырҙары
”Ай тотолған төндә” ”Йәш төҙөүсе” 1-се шиғ.(1934йыл)
”Айгөл иле” ”Отряд ҡуҙғалды”(1938йыл) ”Ташлама утты Прометей” ”Мин фронтҡа китәм,иптәштәр”(1941йы)
”Салауат” ”Таңдың килеүе”
”Дим буйында”
”Дуҫтың үлеме”
”Ташкент иҫтәлеге”(1958йыл)
”Урам сатында осрашыу”(1966йыл)
”Һоро турғай”(1977йыл)
№1
Милләтемдең мәңге балҡыр йөҙөк ҡашы.
Предварительный просмотр:
АСЫҠ ДӘРЕС
ТЕМА: ТЫУҒАН КӨН.ҠЫЛЫМДЫҢ БОЙОРОҠ ҺӨЙКӘЛЕШЕ.
3 КЛАСС.БАШҠОРТ(ДӘҮЛӘТ) ТЕЛЕ.
.
Тема: Тыуған көн. Бойороҡ һөйкәлеше.
Маҡсаттар:
- Предметтың эш-хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәрҙе нығытыу, уларҙы һөйләмдә дөрөҫ ҡуллана белергә өйрәтеү.
- Уҡыусыларҙың уйлау, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.
- Тел өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
- Дуҫлыҡ мөнәсәбәтен нығытыу,бер-береңә иғтибарлылыҡ, сифаттарын тәрбиәләү.
- Yҙ халҡыңдың ғөрөф- ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Йыһызландырыу: Компьютер, медиопроектор, дәреслек, дәрестең презентацияһы, һүрәттәр,саҡырыу ҡағыҙы, телефон, шарҙар, һандыҡ, бешерелгән ризыҡтар.
Дәрес барышы:
Психолгоик инеш Өйгә эште тикшереү | Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн! Таныш булайыҡ- мин Бикташова Эльмира Рифғәт ҡыҙы, Өфө ҡалаһының 157-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Әйҙәгеҙ, бер- беребеҙ менән йылмайып,иҫәнләшеп алайыҡ! (слайд 1) Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа, Уяналар ауыл, ҡалалар. Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем: Хәйерле көн һеҙгә, балалар! Башҡорттар элек- электән бер- берһенә ихтирам йөҙөнән ҡул бирешеп иҫәнләшкәндәр, бының өсөн мин беренсе уҡыусыға ҡулдан- ҡулға сәләм тапшырам,һәм һеҙ сылбыр буйынса ебәрегеҙ, иң һуңғы уҡыусы сәләмде миңә тапшырһын.Шулай итеп, беҙ беребеҙгә ярҙам итеп, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашып эшләрбеҙ тип уйлайым. Әйҙәгеҙ, өйгә эште тикшереп алайыҡ. Ниндәй өй эше бирелгәйне? (Бер нисә бала һөйләмен уҡый) Ата-әсәңә изгелек эшләһәң - оҙон ғүмерле булырһың.(Сделай добро родителям- дольше проживешь) (слайд 2) Ата-әсәй кемдәр улар? Изгелек нимә ул?(благое дело, благодеяние) Эш- хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр бармы? Эшләһәң -ниндәй һорауға яуап була?(ни эшләһәң?) Шарт һөйкәлеше (условное наклонение). (слайд 3) Предметтың эшен “Ҡылым” белдерә беҙгә. Ни эшләһәң?һорауын Ҡуйырға кәрәк һүҙгә. |
Дикция өҫтөндә эш. | (слайд 4) Дәресте башлар алдынан бер аҙ телдәрҙе лә шымартып алайыҡ .(шарҙар һүрәте) Ҙа-ҙа-ҙа - әйҙә киттек баҙарға Ға- ға- ға- тәмлекәстәр алырға Ҡу-ҡу-ҡу – ҡунаҡ килер ҡунаҡҡа Һы –һы-һы – һыйланырға оҙаҡҡа. |
Уҡыу ситуацияһы тыуҙырыу | Укыусылар, иғтибар менән мине тыңлағыҙ әле. Мин һеҙҙең һәр берегеҙгә ҡырҡылған һүрәттәр таратып бирмәксемен, һеҙ тиҙ генә уларҙы тоташтырып сығығыҙ ҙа миңә әйтә һалығыҙ, кем дә ниндәй һүрәт килеп сыҡты. (һүрәттәр таратыла). Был һүрәттәргә ҡарап һеҙ нимә әйтә алаһығыҙ? (байрам, тәмле ризыҡтар,шарҙар,уйынсыҡтар). Ниндәйҙер байрам ды сағылдырған һүрәттәр. |
Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу | Бөгөн беҙ нимө тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (Тыуған көн тураһында). |
Маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу. | Эйе, тыуған көн тураһында һөйләшәсәкбеҙ.Шулай уҡ, предметтың эш-хәрәктен белдергән һүҙҙәрҙе лә иҫкә төшөрөп китәсәкбеҙ. Таҡтаға бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.(Алтынсы февраль, шаршамбы. Тема: Тыуған көн.Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше.) (слайд 5) |
Ҡуйылған уҡыу мәсьәләһен сисеү. | Уҡыусылар, ә һеҙ үҙегеҙ тыуған көндө беләһегеҙме? Был байрамды ҡайсан байрам итә башлағандар? Белмәһәгеҙ, тыңлағыҙ әле: Тыуған көн- ул беҙҙең һәр кемебеҙҙең яратҡан байрамы, сөнки был көндө беҙгә бүләктәр бирәләр.Ә бына был байрамды билдәләү бик боронғо ышаныуҙарға барып тоташа икән. Элегерәк кешеләр тыуған көн көндө уҫал көстәр(злые духи) килә, зыян(вред) килтерәләр, кешеләрҙең күңелдәрен урлап ҡаса(душу крадёт) икән тип уйлағандар. Шуға күрә лә,тыуған көнө булған кешене уратып алғандар, матур теләктәрен әйткәндәр, бүләктәр биргәндәр. Тарихтан билдәле булыуынса,тыуған көндәрҙе иң тәүҙә Мысырҙа(Египетта) билдәләгәндәр икән. (слайд 6)Шулай ҙа был ябай кешеләргә түгел, ә фараондар, байҙарға ғына һәм ир-аттарға ғына рөхсәт ителгән булған. Шуныһы ҡыҙыҡ, улар ҡыҙҙарҙың тыуған көндәрен хатта яҙып та тормағандар.Ләкин ваҡыт үтеү менән ҡатын- ҡыҙҙар ҙа байрам итеү хоҡуғын алған. Беренселәрҙән булып,беҙҙең эраға тиклем 2-се быуатта йәшәгән Клеопатра исемле батшабикә булған. (слайд 7) Тыуған көндө бик ҡыҙыҡ итеп үткәргән илдәр ҙә бар :Латин Америкаһында ҡыҙ кешенең 15 йәшен билдәләп, уға бейек үксәле түфлиҙәр кейергә рөхсәт бирәләр. Уҡыусылар, ә ни өсөн ҡолаҡтарҙы тарталар икән кем белә? (слайд 8) Элегерәк уҫал көстәр ҡурҡып ҡасһын өсөн тартҡандар, сөнки кеше ауыртыуҙан ҡысҡырған. Ә бына Испанияла тыуған көнөн билдәләгән кешенең маңлайына сиртәләр, Канада ла уңышһыҙлыҡтар шыуып төшһөн өсөн танау осона май буяйҙар. (слайд 9) Уҡыусылар, кешеләрҙең генә түгел Ерҙең дә тыуған көнө бар. 22 апрель- бөтөн донъя Ер көнө тип билдәләнгән, был 1971 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (ООН) тарафынан индерелгән. (Организа́ция Объединённых На́ций, — международная организация, созданная для поддержания и укрепления международного мира и безопасности, развития сотрудничества между государствами). |
Ял минуттары
Дәрестә беҙ нимәгә өйрәндек? Баһалау Йомғаҡлау. Бөгөн дәрестә ниҙәр белдегеҙ? Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?
Өйгә эш биреү Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау. | Уҡыусылар, бер байрам да матур һүҙҙәрҙән башҡа үтмәй.Ҡунаҡҡа саҡырыу өсөн дә матур, күңелгә ятышлы һүҙҙәрҙе белергә кәрәк.Мин һеҙгә туп ырғытам, ә һеҙ миңә үҙегеҙ белгән матур һүҙҙәрҙе әйтегеҙ.(Туп ырғытыш уйыны). Башланыҡ:
Был һүҙҙәр- ҙур көскә эйә һүҙҙәр. Изге һүҙҙәр, ҡәҙерле һүҙҙәр. Әйтергә тейеш уларҙы, әҙәп белгән һәр кеше. Тыуған көнгә ниндәй юлдар менән саҡырып була?(Интернет аша,смс хәбәр, телефон аша). Һеҙҙең менән ҡунаҡҡа саҡырышып алайыҡ. (Телефондан ике уҡыусы һөйләшә, диалог төҙөү). Саҡырыу ҡағыҙы яҙыу. Ҡунаҡҡа саҡырыуҙың тағы ла бер ысулы- ул саҡырыу ҡағыҙы яҙыу.(Приглашение). Уҡыусылар китабығыҙҙың 75- се битен асығыҙ, унда өлгө бирелгән, һеҙ уны ҡулланып үҙегеҙҙең саҡырыу ҡағыҙын яҙып ҡарағыҙ әле. (уҡыусылар яҙалар). Бик яҡшы. Кем үҙенең саҡырыу ҡағыҙын уҡып ишеттерә?(Уҡыусыларҙан уҡытыу). (слайд 10) Уф, арытты! Хәҙер ял итә-итә тыуған көн байрамына йыр йырлап алайыҡ әле. (Көй артынан, уҡытыусының хәрәкәттәрен ҡабатлайбыҙ). Шамилдең тыуған көнөндә Беҙ бешерҙек аҡ ҡалас. Бына шундай ул бейек, Бына шундай тәпәшәк, Бына шундай киңлектә, Бына шундай тарлыҡта, Аҡ ҡалас, аҡ ҡалас, Теләгәнеңде ал да ҡас! Китап менән эш. Китаптың 73-сө битен асайыҡ. Тексты үҙ аллы ярым тауыш менән уҡыу. Тексты бергәләп уҡыу. Уҡылғанды һөйләү.(Нимә аңланығыҙ?) Текста һеҙ ишеткән яңы һүҙҙәр бар. (слайд 11) Әйҙәгеҙ, һүҙҙәрҙе бергәләп уҡыйыҡ: Тиҙҙән- скоро Ҡунаҡтар- гости Тәмлекәстәр- вкусности Йыйыштырыу- убираться Һый- угощение (Һүҙҙәрҙе бергәләп ҡабатлау). (слайд 12)Уҡыусылар, миңә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк. Һөйләмдәр урынына яңылыш рәсемдәр ҡуйғанмын. Һеҙ дөрөҫләп яҙығыҙ әле.
Афарин! Бик дөрөҫ эшләнегеҙ. (слайд 13) Был һүҙҙәр нисек яңғырай? (Эште эшләр өсөн кемгәлер бойора, ҡуша, русса- велит, просит).Рус теленә тәржемәһе нисек?(читай, смотри,научись) Был һүҙҙәргә һорау биреп ҡарағыҙ әле. Былар һөйләмдә бойороҡто белдергән һуҙҙәр. Йәки, повелительные слова. Хәҙер ошо һүҙҙәр менән кем һөйләм уйлап әйтә һәм таҡтаға сығып яҙа?(Таҡтала яҙыу) Тыуған көн байрамына әҙерлегебеҙ дауам итә. Ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн өҫтәлгә ниндәй ризыҡтар ҡуяр инегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән бергәләшеп меню төҙөйбөҙ.Китаптың 74-се битен асып ярҙамсы һүҙҙәрҙе ҡарап сығығығыҙ, һәм мин таратҡан ҡағыҙға бер ризыҡтың исемен яҙығыҙ. Яҙып бөткәс таҡтаға сығып йәбештерегеҙ. Шулай итеп, беҙ ҡунаҡтарҙы саҡырырға әҙер.(уҡыусылар ризыҡтар исемлеген яҙа һәм таҡтаға сығып йәбештерә). Мин дә һеҙгә бөгөн буш ҡул менән килмәнем серле һандығымдың төбөндә тәмле күстәнәстәр, бүләктәр ята. (Таратып биреү: сәк-сәк брошюралар) Шулай итеп, беҙ ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙер. Тик уҡыусылар иҫегеҙҙән сығармағыҙ, ҡунаҡ булыу яҡшы булһа ла, ҡунаҡҡа барыу ҙур яуаплылыҡ талап итә һәм бүләкте һайлай белергә лә, уны ҡабул итә белеү ҙә мөһим. Дәрескә рефлексив анализ. Уҡыусылар, хәҙер әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ әле.(карточкалар таратыла, уҡыусылар эшләйҙәр).
(саҡыр,тыуған көнө,һый,йыйыштыр) Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының аҫтына һыҙ. Эштәрегеҙҙе алмашығыҙ. (слайд 14) Слайдтан ҡарап бер-берегеҙҙең хаталарығыҙҙы тикшерегеҙ.Баһалағыҙ. “1” хата- “4” “2”- хата “3” “3”- хата “2” (Яуаптарҙы тыңлау). Тыуған көн байрамы тураһында күберәк белдек. Ҡайҙа, нисек байрам иткәндәре тураһында ишеттек. Эш- хәрәкәтте белдергән бойороҡ һүҙҙәрен өйрәндек. (слайд 15) Уҡыусылар «Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул”(Честь гостю приложена). Тигәндәр боронғолар. Ҡунаҡта үҙеңде нисек тоторға? Киләһе дәрестә ошо хаҡта һөйләшәсәкһегеҙ. Шуға күрә үҙеңде тәртипле тотоу ҡағиҙәләрен яҙып килегеҙ. Бик актив эшләгән уҡыусыларға ошондай миҙалдар бүләк итәм (Отҡор- сос, сообразительный,зирәк-смышлёный, тапҡыр-остроумный, йылғыр- ловкий, аҡыллы- умный, уңған- старательный, тыйнаҡ- сдержанный, егәрле- старательный,шаян- веселый). (слайд 16) Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй. Һеҙҙең тырышлығығыҙ юҡҡа булманы. Дәресебеҙ бик матур үтте. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Һаубулығыҙ! |
Предварительный просмотр:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
7 класс
Дәреслек : Башҡорт теле һәм әҙәбиәт
Дәреслектең авторҙары: Тикеев Д.С., Гафаров Б.Б.
Биттәр: 86 - 88
Маҡсат: 1. М.Кәрим хаҡында өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү. “Сәсән”
шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү, идея – тематикаһын
асыҡлау.
2. Уҡыусыларҙың телмәрен, ижади фекрләү ҡеүәһен үҫтереү.
3. Белем һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреү.
Йыһазландырыу: китап, портрет, карточкалар, һүҙлектәр, компьютер,
интерактив таҡта.
Дәрес планы:
- Ойоштороу моменты
- Маҡсатҡа сығыу
- Яңы тема
- Йомғаҡлау
- Өй эше биреү
- Баһалау
Дәрес барышы
l. Ойоштороу моменты.
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
ll. Инеш әңгәмә.
(Таҡтала түбәндәге даталар яҙылған)
Слайд 1
1931 – 1895, 1895 – 1919, 1919 - 2005 |
- Таҡтала кемдәрҙең йәшәү осоро яҙылған? (М.Аҡмулла, Ш.Бабич, М.Кәрим).
- Иғтибар менән ҡарағыҙ, улар арһында ниндәй бәйләнеш бар? (Береһе үлгән йылда икенсеһе тыуған)
(Һәр дата аҫтына исеме эленә)
Слайд 2
1931 – 1895, 1895 – 1919, 1919 - 2005 М.Аҡмулла Ш.Бабич М.Кәрим |
Слайды 3,4,5
- Кем ул М.Аҡмулла, Ш.Бабич, М.Кәрим? (Сәсән, шағир)
- Мәғрифәтсе сәсән – шағир М.Аҡмулла үлгән йылда атаҡлы сәсән-шағир Ш.Бабич донъяға килгән. Ә Ш.Бабич һәләк булған йылда әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы М.Кәрим тыуған. Улар өсөһө лә милләтебеҙҙең аҫыл улдары, бөйөк әҙиптәре. Әйтерһең дә, әллә, юғары көс тарафынан, әллә, мөғжизә менән сәсәнлек, тел оҫталығы, һәләт береһенән икенсеһенә, йәғни Аҡмулланан Бабичҡа, Бабичтан М.Кәримгә тапшырыла
Ә бөгөн, һуңғыһы, Башҡортостандың сәсән-шағиры М.Кәрим тураһында һөйләшербеҙ. Һәм сәсәндең “Сәсән” шиғыры өҫтөндә эшләрбеҙ.
- Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
lll. Яңы тема
- Һеҙ М.Кәримдең тормошо, ижад юлы менән танышһығыҙ. Хәҙер үҙегеҙҙе тикшереп үтегеҙ, баһа ҡуйығыҙ. Таратып бирелгән карточкаларҙы тултырып яҙығыҙ.
Карточка
- Мостай Кәрим ... йылдың ... октябрендә Башҡортостандың ... районында тыуған.
- 1937 – 1941 йылдарҙа .... уҡый.
- ... һуғышында ҡатнаша.
- Халҡыбыҙҙың оҫта һүҙле, ҡыйыу, ил күркен, батырҙарҙы данлаусы, яҡшылыҡты яҡлаусы, яманлыҡты фашлаусы, халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүсе ил ағабыҙ күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ..., ..., ..., ..., ..., премия лауреаттары була.
Слайд 6
(Экранда дөрөҫ яуап)
|
- Ә, хәҙер тикшерегеҙ, баһа ҡуйығыҙ.
- Һуңғы һөйләмгә иғтибар итегеҙ әле. Бөтәһе лә аңлашыламы?
- Был сифаттар кемгә хас, кемде тасуирлайҙар? (Сәсәнде)
- Кем ул сәсән, ниндәй ул? Ошо һорауға яуапты һүҙлек менән эшләп тулыландырығыҙ. Сәсәнгә хас сифаттарҙы дәфтәрегеҙгә яҙып барығыҙ һәм таҡтаға ла яҙып барайыҡ. (Сылбырлап һәр береһе таҡтаға яҙып баралар.)
Слайд 7
Экранда яҡынса килеп сығасаҡ яуап:
Сәсән – шәхес, ҡыйыу кеше, оҫта һүҙле, йор кеше, зирәк, иң аҡыллы, кәңәшсе, һүҙ оҫтаһы, халыҡ шағиры, педагог, тарихсы, психолог, ил-йорт аҡһаҡалы, ойоштороусы, етәкләүсе, йәмғиәтсе, абруйлы кеше. |
- Сәсән һүҙен М.Кәрим исеме менән алмаштырырға буламы? (Эйе)
Слайд 8
Экранда:
М.Кәрим – шәхес, ҡыйыу кеше, оҫта һүҙле, йор кеше, зирәк, иң аҡыллы, кәңәшсе, һүҙ оҫтаһы, халыҡ шағиры, педагог, тарихсы, психолог, ил-йорт аҡһаҡалы, ойоштороусы, етәкләүсе, йәмғиәтсе, абруйлы кеше. |
- Сәсәндең “Сәсән” шиғыры менән танышайыҡ. Шиғырҙа бер нисә аңлашылмаған һүҙҙәр бар. Уларҙың аңлатмаһы экранда.
Слайд 9
Сәфәр – путешествие өмөт – надежда йыһан – вселенная танһыҡ – желанный, редкостный шәм - свеча |
- Хәҙер иғтибар менән тыңлап, күҙәтеп барығыҙ, шиғырҙы уҡып ишттерәм. (Уҡытыусы уҡый)
Әҫәр буйынса эш
1.
- Беренсе строфаны беренсе уҡыусы уҡып ишеттерә.
- Был юлдарҙа илебеҙ тарихына тәрән эҙ ҡалдырған ниндәй ваҡиға сағылдырылған? (Бөйөк Ватан һуғышы йылдары)
- Йылдың ниндәй миҙгеле?(Яҙ)
- Беҙҙең көндәрҙәге һымаҡ күңелле яҙмы ул? (Юҡ, ҡараңғы төн, өмөтһөҙлөк)
- Ниндәй ҡайғы ине әсәләрҙең баш аҫтында? (Үлем хәбәре)
- Икенсе, өсөнсө строфаны уҡыйҙар.
- Ҡайҙа юл тота сәсән? (Ауылға)
- Ул ошо ауылға ғына туҡталамы? (Юҡ, ул ил гиҙеп йөрөй)
- Дүртенсе строфаны уҡыйҙар.
- Ниндәй маҡсат менән сәсән ауылда, ниндәй йыр йырлай ул? (Кешеләргә өмөт бирә, йыуата, йылы һүҙҙәрен әйтә, яҡлай, ниндәй ҙә булһа хәбәр килтерә)
- “Өмөт танһыҡлаған кешеләрҙең
Танһыҡтары ҡанды” – юлдарын нисек аңлайһығыҙ?
- Бишенсе строфны уҡыйҙар.
- Шәмдәрҙә ул ниндәй ут ҡалдырып китте? (Яңылыҡтары менән ҡараңғы төндө яҡтыртып, өмөт биреп китте)
- Әҫәрҙең идеяһын асыҡлаусы юлды табығыҙ.
(Юҡ, шәмдәрҙә түгел! Йөрәктәрҙе
Тоҡандырып китте.
Ҡара төндә тик бер кеше күпме
Нур ҡалдырып китте.)
- М.Кәрим менән нур ҡалдырыусы сәсән араһында уртаҡлыҡ бармы? (Эйе, М.Кәримде лә халыҡ, ил ҡайғыһы тетрәтә. Ул шиғырҙары менән халыҡҡа өмөт бирә, йыуата, дәртләндерә)
- Шағир уҡыусыға тәьҫир итер өсөн ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланғанын тикшереп үтәйек. Схеманы тултырайыҡ.
2. Слайд 14,15
Һүрәтләү саралары
Сағыштырыу Метафора Эпитет
Йылдай оҙон елдәр ташый яҙғы ел
Ерҙәй ҡара йыр аҡты тын алыу
нур бөркөлдө ҡара төн
йөрәктәрҙә
(дәфтәрҙәрендә яҙып эшләйҙәр, тикшерелә)
3. Ижади эш.
- Сәсән йылы һүҙәре менән халыҡты йыуатып, йөрәктәрҙе тоҡандырып китә. Юҡҡа ғына халыҡ “Һүҙ йән аҙығы” тип әйтмәй.
Слайд 16
Тағы ла ниндәй һүҙ тураһында мәҡәлдәр беләһегеҙ? (Көйҙөргән дә һүҙ, һөйҙөргән дә һүҙ, Кеше һүҙе кеше үлтерә.)
- Ә, сәсән ниндәйерәк һүҙҙәр әйткән икән? Таҡтала ҡабыҙылмаған шәм һүрәтен күрәһегеҙ. Һеҙ һәр берегеҙ хәҙер сәсән роленә инеп ошо шәмде ҡабыҙырға тейешһегеҙ. Таратып бирелгән ҡағыҙҙарға йыуатырлыҡ, өмөт биерлек, сәсән әйткән йылы һүҙҙәрҙе яҙып шәмдең ялҡынын йәбештереп сығығыҙ.
(Ялҡын һүрәте киҫәктәргә бүленгән, ошо ҡағыҙҙарға уҡыусылар һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙып, бер ялҡын килеп сығарырлыҡ итеп шәмгә йәбештерәләр)
- Афарин! Ауыр һүҙҙәр әйтеп яҡындарығыҙҙы рәнйетмәгеҙ, кешегә ауыр саҡта йылы һүҙегеҙ менән йыуатығыҙ, ярҙам итегеҙ, өмөт бирегеҙ. Һәр ваҡыт шулай шәмдәр янып торһон, йөрәктәрҙә өмөт булһын!
lY. Йомғаҡлау.
- Шиғырҙың төп идеяһы нимәлә?
- Шағир нимә әйтергә теләне инде ошо шиғыры менән?
- Кем инде ул сәсән, башҡорт йәмғиәтендә роле нимәлә?
- Һүҙ кешегә нисек тәьҫир итә?
Y. Өй эше.
- Өй эше ижади эш булыр. Сәсәндәрҙең ҡобайырҙарын ҡараштырып үҙегеҙ ҙур булмаған ҡобайыр яҙып килегеҙ.
Слайд 17
Предварительный просмотр:
Тема: Башҡортостан ҡалалары.Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.
Маҡсаттар:
1) яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылышын, Башҡортостан тураһындағы текстарҙың төп йөкмәткеһен үҙләштереү; 2)яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылыш айырымлыҡтарын үҙләштереү, уҡыусыларҙың логик фекерләүенә иғтибар итеп, хикәйәләү-тасуирлау мөмкинлектәрен киңәйтеү;
3) Башҡортостанға һөйөү тәрбиәләү, башҡорт теле аша башҡорт халҡының тарихы, төп милләт булған башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү,Башҡортостан ҡалалары тураһында белешмә биреү.
Йыһызландырыу: дәреслек, Башҡортостан картаһы, һүрәттәр, карточкалар,интерактив таҡта.
1.Дәрес барышы.
Ойоштороу мәле.
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн!
2.Әйҙәгеҙ, өйгә эште тикшереп алайыҡ.
Ниндәй өй эше бирелгәйне? Был һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап була? Кемдәр? Нимәләр? Исем- имя существительное.
Предметтарҙың атамаһын
“Исем” белдерә беҙгә.
Кем һәм нимә?һорауҙарын
Ҡуйырға кәрәк һүҙгә.
3.Фонетик күнегеү
Дәресте башлар алдынан бер аҙ телдәрҙе лә шымартып алайыҡ.
Үҙ-үҙ-үҙ- Беҙ үҙебеҙ башҡорттар,
Үп-үп-үп- Күп ырыуға баш йорттар.
Ҡа- ҡа-ҡа- Беҙҙә ҡалын урмандар,
Ҙә-ҙә-ҙә- Беҙҙә данлы Урал бар.
4.Ребустар сисеп үтәйек.Дәрестең темаһын асайыҡ.
Маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу.
Эйе, Башҡортостандың ҡалалары тураһында һөйләшәсәкбеҙ.Ҡалалар ниндәй хәреф менән яҙыла?Баш хәреф менән.Тимәк, предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе лә өйрәнеп китәсәкбеҙ.(Собственные и нарицательные имена)
5.Таҡтаға бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ
Тема: Башҡортостан ҡалалары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.
6.Әңгәмә.
-Башҡортостандың ниндәй ҡалаларын беләһегеҙ?
-Нисә ҡала Башҡортостанда?
-Иң ҙур ҡалаларҙы әйтеп сығығыҙ?
-Өфө ҡалаһы ҡасандан бирле ҡала булып һанала?(1574)
Ә беҙҙең ҡала ҡасан барлыҡҡа килгән?(1781)
7.Карточкалар менән эш.Текст өҫтөндә эш.
-һүҙлек эше: рәсми исеме-официальное название,урынлашҡан,биләгән майҙаны-занимаемая площадь
- сылбырлы уҡыу
- тәржемә итеү,
- һорауҙарға яуап биреү,
- текстан яңғыҙлыҡ исемдәрҙе табыу.
Башҡортостан республикаһында 54 район,21 ҡала,4674 ауыл бар.Иң ҙур ҡалалар:Өфө,Стәрлетамаҡ,Салауат,Сибай,Учалы,Нефтекама. Кеше һаны буйынса иң ҙуры — Өфө ҡалаһы, иң бәләкәйе — Ағиҙел ҡалаһы.
Йәше буйынса иң олоһы — Өфө ҡалаһы, иң йәше — Межгорье.
Биләгән майҙаны буйынса иң ҙуры — Өфө ҡалаһы, иң бәләкәйе — Яңауыл.
Яңауыл ҡалаһы Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан , көньяғында Баймаҡ, көнсығышында Учалы, көнбайышында Октябрьский ҡалалары тора.
Учалы, Сибай, Туймазы, Октябрьский, Межгорье ҡалаларының рәсми исеме башҡортса ла урыҫса ла бер төрлө яҙыла һәм уҡыла.
8.Карточка менән эш.Һүҙҙәрҙе өс төркөмгә бүлеп яҙыу.
Ҡалалар,Кеше исеме,Йылғалар.. Бәләбәй,Ағиҙел,Бөрө,Дим,Һаҡмар,Гәүһәр,Салауат,Айһылыу,Танып,Мәләүез,
Андрей,Сибай,Йүрүҙән,Рәми,Өфө,Инйәр,Ашҡаҙар,Гөлназ,Айгөл,Азат.
Һеҙҙең белемдәрегеҙгә өҫтәп, мин дә Башҡортостан тураһында аҙыраҡ һөйләп китәйем.
Беҙҙең республикабыҙ башта Башҡорт Автономиялы Совет республикаһы тип аталған, ә 1992 йылдың февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай. Уның майҙаны 143 мең квадрат километр. Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфө, унда 1 миллиондан артыҡ кеше йәшәй. Башҡортостанда 54 район, 21 ҡала, 40 ҡала тибындағы ҡасаба (поселок) бар.
-Иң ҙур ҡалалар һәм иң ҡарты Өфө 1574 йылда төҙөлгән.
-Иң йәш һәм бәләкәй ҡалаларҙан Ағиҙел ҡалаһы һанала.Ул 1991 йылда барлыҡҡа килгән(основан)
Ҙур ҡалалар Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Туймазы ,Октябрьский. (Численность их населения также является самой большой. )
Уҡыусылар, миңә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк.
Һөйләмдәр урынына яңылыш рәсемдәр ҡуйғанмын. Һеҙ дөрөҫләп яҙығыҙ әле.
- Ай+гөл- Айгөл;
- Башҡортостан ;
Ҡара + иҙел = Ҡариҙел
Уҡыусылар, был исемдәрҙең яҙылышына иғтибар итегеҙ. Уларҙы нисек яҙҙыҡ? - Баш хәреф менән яҙылған исемдәр нисек атала?
Уҡыусылар, әйҙәгеҙ “Башҡортостан” яңғыҙлыҡ исеменә ингән һүҙҙән икенсе һүҙҙәр төҙөйөк, улар кем йәки нимә һорауына яуап булырға тейештәр (баш- голова, ҡорт- пчела , ос- конец, ҡор- община, шар, башҡорт- башкир, ҡаш- брови, торт, башаҡ- колосок, ҡош- птица, таш- камень, ат- лошадь)
Хәҙер ошо һүҙҙәр менән кем һөйләм уйлап әйтә һәм таҡтаға сығып яҙа?(Таҡтала яҙыу, үҙ аллы эшләү)
Дәрескә рефлексив анализ.
Уҡыусылар, хәҙер әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ әле.(карточкалар таратыла, уҡыусылар эшләйҙәр).
-Йәше буйынса иң оло ҡала _____________.
-Ниндәй ҡалаларҙың рәсми исеме башҡортса ла урыҫса ла бер төрлө яҙыла һәм уҡыла?_____________________________________________________________
-Ниндәй ҡала кеше һаны буйынса иң бәләкәйе?__________________________
-Ниндәй ҡала майҙаны буйынса иң бәләкәй ?_____________________________
- Айгөл менән Илназ яҡшы уҡыйҙар. Был китап. Тимур китап уҡый.
Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең аҫтына бер, уртаҡлыҡ исемдәрҙең аҫтына ике һыҙыҡ һыҙ.
Эштәрегеҙҙе алмашығыҙ.
Дәрестә беҙ нимәгә өйрәндек? Бөгөн дәрестә ниҙәр белдегеҙ? Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?
Өй эше.Баһалау.
Предварительный просмотр:
Тема. Синонимдар
Маҡсат: Синонимдар тураһында төшөнсә биреү,телмәрҙә синонимдарҙы актив ҡулланыу;
яҙма һәм бәйләнешле һөйләү телмәрен,һүҙлек байлығын,хәтерҙе, иғтибарҙы үҫтереү;
ил,ер,тәбиғәт яҙмышы өсөн һәр кемдә ыңғай сифат тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:дәреслек,предметлы һүрәттәр.
Дәрес барышы.
1.Ойоштороу мәле.
-Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ!
2.Психологик инеш.
Башҡорт теле минең телем,
Хөрмәтләйем мин һине,
Матурлығың, нескәлегең
Таң ҡалдыра бит мине.
-Ысынлап та, башҡорт теле нескә , бай һәм яғымлы.
3.Өйгә эште тикшереү.
-Йәмле яҙ етә. Дәфтәреңә матур яҙ!
-Ниндәй һүҙҙәр ҡабатлана? Улар нисек атала?
-Йомаҡ ҡойоу.
«Йөҙ»тип тә әйтәләр миңә,
Булам кешелә, башта.
Буламын дәфтәр,журналда,
Хатта һәр бер китапта. (Бит-бит)
Ауыҙ эсендә мин торам,
Һүҙ һөйләп,тешкә тейеп.
Хәҙер менә башҡаса әйт:
«Икмәк киҫ әле »,-тиеп. (Тел-тел)
-Нимә ул омоним? (әйтелеше,яҙылышы тап килеп тә,мәғәнәләре менән айырылған һүҙҙәр)
4. Яңы тема
-Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
1) -Шиғыр юлдарын иғтибар менән уҡыйбыҙ.
-.Ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙәргә иғтибар итәбеҙ.
* Бер бите айҙай балҡыған,
Бер бите көндәй яҡтырған.
* Ҡурҡаҡ булмаҫ ир-батыр,
Өркәк булмаҫ ир-батыр
* Йыры ла бар был илдең,
Көйө лә бар был илдең.
* Батша быны ишеткәс,
Ҡысҡырынған,екеренгән.
2) -Был һүҙҙәр тураһында нимәләр әйтерһегеҙ.Уларҙың һүҙ төркөмөн билдәләгеҙ.
Балҡыған,яҡтырған- ҡылымдар.
Ҡурҡаҡ, өркәк-сифаттар.
Йыр,көй- исемдәр.
Ҡысҡырынған, екеренгән- ҡылымдар.
3) Һығымта. * Мәғәнәләре яғынан бер-береһенә яҡын һүҙҙәр синонимдар була. Синонимдар телмәрҙе үҫтерә,байыта,тулыландыра.
5. Дәреслек менән эшләү.
-180-се күнегеү. Һәр төркөм һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатыу.
-.Ул һүҙҙәр менән «сифат+ҡылым», «исем+ҡылым» һүҙбәйләнештәре яһап яҙыу.
-181-се күнегеү. Бирелгән күп мәғәнәле һүҙҙәргә синонимдар яҙыу.
Өлгө:кәбән һалыу- ҡойоу, өйөү;
6.Телмәр үҫтереү.
-182-се күнегеү.Тексты иғтибар менән уҡығыҙ.
-.Ҡалын һүҙҙәрҙе синонимдар менән алыштырығыҙ.
- Ни өсөн йәштәргә : «Һеҙ Ватаныбыҙҙың таңы, өмөтө,киләсәге» тип мөрәжәғәт итәләр?.
7.Ғәмәли эштәр.Нығытыу.
1) Һүҙҙәрҙе уҡы.Синонимдар өҫтә:
БАТЫР-
АҠЫЛЛЫ-
ТЫУҒАН ИЛ-
ЙЫЛЫ-
МАТУР-
2) Һылыу, матур,гүзәл,һөйкөмлө,сибәр- һүҙҙәре менән һөйләмдәр уйла. Араҙан иң матурын яҙып алыу.
8)Йомғаҡлау.Рефлексив анализ.
-Бөгөн дәрестә нимәләр эшләгәнде ентекләп әйтеп сыҡ.
-Ниндәй һүҙҙәрҙе синонимдар тип әйтәбеҙ?
-Синоним һүҙҙәргә миҫалдар килтерегеҙ.
9) Баһалау.
10)Өйгә эш.183-сө күнегеү.
Предварительный просмотр:
Тема: Ф. Туғыҙбаеваның «Яңы күлдәк» хикәйәһе. Синонимдар.
Маҡсат :
1. әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; синонимдар менән таныштырыу;
2. дөрөҫ ,тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү;
3. һүҙлек байлығын арттырыу;
4. матурлыҡты күрә һәм һаҡлай белергә өйрәтеү,һөнәр һайлауға булышлыҡ итеү.
Йыһазландырыу: компьютер, мультимедиа проекторы, экран, презентация.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу мәле.
Бөгөнгө башҡорт теле дәресе ғәҙәти түгел,сөнки беҙҙә ҡунаҡтар бар.Дәрестә әүҙем ҡатнашып үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан ғына күрһәтерһегеҙ,тип уйлайым.
II. Теманы, маҡсатты билдәләү.
Бөгөн беҙ дәрестә яңы хикәйә уҡырбыҙ һәм синонимдар тураһында белербеҙ. Дәрес ситтән тороп сәйәхәт формаһында үтер.
Сәйәхәтебеҙ магазинға буласаҡ. Кем магазинда йөрөргә ярата?
Магазинға барыр алдынан эшебеҙҙе бөтөрөп китәйек, өй эшен тикшереп алайыҡ.
III.Өй эшен тикшереү. “Ҡәмән менән Сәмән,картуф сәскән Сәлмән”әкиәтен һөйләргә өйрәнергә ине.Кем һөйләргә теләй?
Был әкиәт нимәгә өйрәтә?Тимәк,тырышып эшләгәндә генә үҙ маҡсатыңа ирешергә,уңышҡа өлгәшергә була икән.
IV.Яңы тема өҫтөндә эш.
Магазинға барыр алдынан дәфтәргә бөгөнгө числоны,теманы яҙып ҡуйығыҙ. Магазинға автобуста барасаҡбыҙ. (Автобус һүрәте күрһәтелә, 1-се слайд). Ә автобус ябай түгел, ул тылсымлы һәм эштәрҙе үтәгәс кенә юлға сыға.
1)фонетик күнегеү – шиғырҙы дөрөҫ итеп уҡырға һәм төп теманы билдәләргә.(2-се слайд)
Кисә миңә магазиндан
Әсәйем алды күлдәк.
Сәскәләр төшкән күлдәккә
Сәскә һайын күбәләк. (Гөлфиә Юнысова)
Был шиғыр нимә тураһында?Тимәк,беҙ бөгөн күлдәктәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ.Автобусҡа ултырҙыҡ.Транспортта йөрөү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп китәйек.
Автобуста һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ.Хикәйә “Яңы күлдәк”тип атала.Уны Ф.Туғыҙбаева яҙған.
Кем һуң ул Факиһа Туғыҙбаева?Экранға ҡарайбыҙ.
2)Автор тураһында белешмә (3-сө слайд)
1950 йылда Бүздәк районы Ҡаңны Төркәй ауылында тыуған. «Аҡбуҙат»журналының беренсе баш мөхәррире.,
С.Юлаев премияһы лауреаты,
Башҡортостандың халыҡ шағирәһе
(2014йыл,декабрь)
3)Светофор аша үтер өсөн эш. Инеш әңгәмә.
Һеҙҙеңсә,нимә ул күлдәк?Күлдәктәр ниндәй төргә беленә.Экранға ҡарайбыҙ.(слайд4)
Кем? Ҡайҙа? Ниндәй?
ҡатын-ҡыҙ ирҙәр йоҡа йылы сарафан
Өй милли эш кисә
4)Магазинға инер алдынан һүҙлек эше:(5-се слайд)
Магазинға барыу (йөрөү) – ходить в магазин
Һайлашты – помогал(а) выбрать
Тап-таман – как раз
Килешә – идет
Ҡыуаныу – радоваться
Матурлыҡ таныу – чувствовать красоту
Һаҡлап кей – носи бережно
Изге теләктәр әйтеү – говорить добрые слова
(пожелания)
Әхирәт –подружка
5) Хикәйә өҫтөндә эш.Магазин(6-сы слайд)
Уҡытыусы уҡый.
-Мин уҡығанды иғтибар менән тыңлағыҙ,унан һорауҙарға яуап бирергә тура килер.
6)Һорауҙарға яуап биреү. (7-се слайд)
- Хикәйә нисә бүлектән тора?Ниндәй?
- Беренсе бүлектә һүҙ нимә тураһында?
- Гөлниса менән әсәһе ниндәй магазинға барғандар?
- Улар нимә һатып алалар?
- Күлдәкте һатып алырға кем ярҙам итә?
- Гөлнисаның күлдәге ниндәй?
- Уға магазинда оҡшанымы?Ни өсөн?
- Икенсе бүлектә һүҙ нимә тураһында бара?
- Гөлнисаға поликлиникала оҡшанымы?Ни өсөн?
- Ҡыҙ,үҫкәс,кем булырға хыяллана?
- Уның фекере дөрөҫмө?
- Әхирәттәренең һүҙҙәре менән ризаһығыҙмы?
Ял минуттары. Уйын “Нимә артыҡ?”(8-се слайд)
1) Мәктәп формаһы
а) костюм
б) күлдәк
в)эшләпә
г) туфли
2)Спорт кейеме:
а) кроссовки
б) кеды
в) футболка
г)быйма
3) Ҡышҡы кейем:
а) туфли
б) тун
4) Йәйге кейем
в) бейәләй
г) бүрек
5) Байрамса кейем:
а) күлдәк
б) итәк – юбка
в) туфли
г) бейәләй
а) костюм
б) кеды
в) күлдәк
г) салбар
V. Теманы нығытыу.Мәктәпкә ҡайтыу һәм класта эште дауам итеү.
1)Үҙаллы уҡыу – ролләп тасуири уҡырға әҙерлек.
2)Ролләп уҡыу.
3) Магазиндан күлдәк алабыҙ.Һатыусы һәм һатып алыусы араһында диалог төҙөү.Яңы кейемдәрҙе кейеп күрһәтәбеҙ. Көҙгө алдында ҡыуанабыҙ, шатланабыҙ. Яңы кейем кейгәндә ниндәй теләктәр теләйҙәр?(9,10-сы слайд)
4)Алғыш әйтеү. (11-се слайд)
- Күлдәгең бигерәк матур, ҡотло булһын!
- Йылы тәнеңдә туҙһын, иҫән-һау кей!
- Ғүмерең оҙон булһын! Күлдәгең туҙһын, буйың уҙһын!
- Үҙеңә кейеп туҙҙырырға яҙһын!
5) Башҡорт милли кейеме тураһында һөйләү. (12-се слайд)
6)Бөхтәлек ҡағиҙәләрен уҡыйыҡ һәм иҫтә ҡалдырайыҡ!
- Кейемеңде һәр саҡ таҙа тот.
- Салбарыңды, юбкаңды үтекләп тор! (Электр әйберҙәре менән һаҡ булырға онотма!)
- Туфлийыңды, ботинкаңды таҙартып кей!
- Өҫ кейемеңде элгескә эл!
- Мәктәпкә бөхтә кейенеп йөрө.
7)Дәфтәрегеҙгә кейем тураһында мәҡәлдәрҙе күсереп яҙығыҙ.
- Кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылына ҡарап оҙаталар.
По одежке встречают, по уму провожают.
- Ағас күрке - япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк.
Листва – дерева краса, одежда – человека краса.
- Кейемдең - яңыһы, дуҫтың иҫкеһе яҡшы.
Старый друг лучше новых двух.
VI.Грамматик эш.
Бирелгән һүҙҙәрҙең синонимдарын табығыҙ һәм һөйләмдәр уйлағыҙ.
Матур –
Магазин –
Әхирәт –
Врач –
Шатланыу –
Поликлиника –
VII. Йомғаҡлау, баһа ҡуйыу.
-Һеҙ бөгөн дәрестә ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ?
Өй эше.
• «Минең кейем шкафым» диалог төҙөргә
• Алғышты,мәҡәлдәрҙе ятларға
Предварительный просмотр:
Нефтекама калаhы 16 –сы урта дойом белем биреY мэктэбе
Башҡорт теле
7 класс
Дәресте әҙерләне һәм үткәрҙе:
Халикова Лариса Финат ҡыҙы
2016 й.
Предмет: Башҡорт теле. 2 класс
Тема: О - ө хәрефле һүҙҙәр.
Маҡсат: - О - ө хәрефле һүҙҙәрҙең әйтелешен, яҙылышын, күҙәтергә,сағыштырырға өйрәтеү;
- лингвистик фекерләүҙе, ишетеү,һиҙгерлек, иғтибарлыҡ сифаттарын үҫтереү;
- үҙ – ара хеҙмәттәшлек итергә, үҙ фекерен иҫбатлай белергә, һығымталар яһарға өйрәтеү.
№ | Дәрестең этаптары | Уҡытыусы эшмәкәрле-ге | Уҡыусы эшмәкәрлеге | Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге УУЭ |
1 2 3 4 5 6 7 | Психологик инеш Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу. (үтелгәндәрҙе ҡабатлау) Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.(проблемалы һорау) Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү. Ғәмәли эштәр Йомғаҡлау. Рефлексив анализ. | - Һаумыһығыҙ! Мин- Лариса Финат ҡыҙы. Бөгөн һеҙҙең класта дәрес үткәреүемә бик шатмын.Дәрес алдынан бер-беребеҙгә уңыштар теләйек! (Парталаш иптәше менән усҡа – ус һуғыу, сәпәкәйләү) Слайд 2. Уңыштар Теләйем Һиңә! Үҙемә! Уҡытыусыма! Хәйерле көн! -Уҡыусылар илебеҙҙә ниндәй ҙур ваҡиға бара? (Олимпиада) Иң көслө, тырыш, етеҙ, спортсылар алтын миҙал яулай.Һеҙ ҙә бөгөн дәрестә етеҙ, сос, зирәк булығыҙ. Шул саҡта дәресебеҙ уңышлы үтер. а) Карточкалар менән эш. Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәрҙе ҡуйырға. К…бәләк, …рман, б…ран, …рмәксе. б) Матур яҙыу. (24-се бит, эш дәфтәре, олатай, өләсәй һүҙҙәре) (Бармаҡтарға күнекмә яһау) Слайд 3. Был бармаҡ- олатай. Был бармаҡ- өләсәй. Был бармаҡ – атай. Был бармаҡ - әсәй. Был бармаҡ – мин. Уның исеме - … (Һәр бала үҙ исемен әйтә) Картиналы һүҙлек диктанты Һүҙҙәрҙе ике бағанаға яҙырға. Слайд 3. Слайд 5. болот өкө Слайд 4. Слайд 6. ҡолон көсөк
-Ике бағанаға һүҙҙәрҙе ниндәй үҙсәнлектәренә ҡарап бүлдегеҙ? -Дәрестең темаһы ниндәй тип уйлайһығыҙ? - О - ө хәрефле һүҙҙәр. - О һәм ө һуҙынҡылары тураһында нимәләр беләһегеҙ? О- ҡалын һуҙынҡы, ө- нәҙек һуҙынҡы. Һуҙынҡы өндө билдәләгән хәрефтәр һүҙҙә ике эш башҡара. Беренсенән ул үҙен үҙе атай, икенсенән эргәһендә торған тартынҡыны ҡалын йә нәҙек әйтелешле итә. Һығымта яһайыҡ. О-ҡалын һуҙынҡы,тимәк ул алдында торған тартынҡыны ҡалын әйтелешле итә. Ө- нәҙек һуҙынҡы, тимәк ул эргәһендә торған тартынҡыны нәҙек әйтелешле итә. Төркөмдә эш. Беренсе төркөм-һүҙҙең башында о хәрефле һүҙҙәр яҙа. Икенсе төркөм – һүҙҙең башында ө хәрефле һүҙҙәр. Өсөнсө төркөм – һүҙҙең уртаһында о һәм ө хәрефе булған һүҙҙә яҙа. 1.Дәреслек буйынса эшләү. 24 – се бит, 1- се күнегеү. Тексты уҡытыусы уҡый. Нимә ул ҡурмас? Һүҙлек эше. Ҡурмас – ҡыҙҙырылған бойҙай. -Ҡурмас нисек эшләнә?-тигән һорауға яуап бирерлек дүрт һөйләмде текстан табыу, дәфтәргә яҙыу. Слайд 7. Иң тәүҙә әсәй ни эшләй? Слайд 8. Ҡаҙан ни эшләй? Слайд 9. Әсәй ҡаҙанға нимә һала? Слайд 10. Иген бөртөгө ни эшләй? Яҙылған һөйләмдәрҙә О һәм Ө хәрефле һүҙҙәрҙе табып һыҙырға. БОЙҘАЙҘЫ БӨРТӨГӨ Һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ниндәй ялғау ҡушылыуын асыҡлау, башҡорт теленең төп законын (сингармонизм) иҫкә төшөрөү, ҡабатлау. Физкультминутка а) Күҙҙәр менән генә о һәм ө яҙыу б) Баш менән о - ө хәрефтәрен яҙыу хәрәкәте эшләү. в) Уң ҡул менән-о, һулы менән - ө хәрефтәрен яҙыу хәрәкәте эшләү. г) Уң аяҡ менән-о, һулы менән - ө хәрефтәрен яҙыу хәрәкәте эшләү. 2.Һүҙҙәр төҙөү. Слайд 11. -ө- -о- -ө-ө- -о-о- -ө- -о- -ө-ө- -о-о- -ө- -о- -ө-ө- -о-о- -ө- -о- -ө-ө- -о-о- ___ ___ _____ _____ -Беренсе бағанала ни өсөн нәҙек әйтелешле һүҙҙәр килеп сыҡты? -Икенселә? Дәрестә нимәләргә өйрәндек? Слайд 12. Һөйләмдәрҙе тултырып уҡырға. 1) О - ………… һуҙынҡы. 2) Ө - ………... Һуҙынҡы. 3) Ө - хәрефе ……….. һүҙҙә, О-хәрефе ………. һүҙҙә яҙыла. 4) Ҡалын һуҙынҡы эргәһендәге тартынҡы ……… була, нәҙек һуҙынҡы эргәһендәге тартынҡы ………. була. - Дәрес темаһы аңлашылдымы? - Ауырлыҡтар булдымы? Ниндәй эштәр бик еңел булды? - Дәрестә нисек эшләүегеҙ менән ризаһығыҙмы? - Нисек баһалайһығыҙ? Алтын миҙал- бик яҡшы. Көмөш миҙал – бер аҙ ауырлыҡтар булды, аҙыраҡ эшләнем. Бронза миҙал- аңлашылмаған нәмәләр булды, аҙ эшләнем. Уҡыусылар һайлаған миҙалдар буйынса уҡытыусы һығымта яһай. Өйгә эш биреү.
| Үткән дәрестә үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрә, ҡабатлай,нығыта. Парталаш иптәшенең эшен баһалай. Һары түңәрәк-матур яҙылған, күк - Һүҙҙәрҙе ике бағанаға яҙалар. Дәрестең тамаһын һәм маҡсатын фаразлайҙар,,төрлө варианттар тәҡдим итәләр, теманы асыҡлайҙар. Һығымта яһайҙар, үҙҙәренең фекерен миҫалдар менән иҫбатлайҙар,иптәштәренең фекере менән килешеү- килешмәүен әйтәләр. Төркөмдә зшләйҙәр. Тексҡа таянып, ҡурмастың нимә икәнен үҙҙәре аңлата. Текст менән эшләй, текстан кәрәкле мәғлүмәтте ала. Алған белемдәрҙе практик эштә ҡулланыу. Мәғлүмәтте айыра белеү. Һүҙҙәрҙе сағыштыра , башҡорт теленең төп законын (сингармонизм) иҫкә төшөрәләр. Һүҙҙәр уйлайҙар, һәр бағаналағы һүҙҙәрҙе анализлап, һығымта яһайҙар. Дәрестәге эшмәкәрлекте анализлау,баһалау | Уҡыу процесына инеп китеү. Үтелгәнде системаға һала, дөйөмләштерә белеү. Эҙләнеү оҫталығын үҫтереү.Тирә-йүнде танып белеүгә йүнәлтелгән мотивты үҫтереү. Уҡыу хеҙмәттәшлеген,проблеманы, күҙаллауҙы коллектив хәл итеү оҫталығын үҫтереүПредметтың йөкмәткеһенән сығып хәл итеү,анализлау һәләте. Бергәләп эшләй белеү, дискуссияла ҡатнашыу, анализлау, иҫбатлау, үҙ фекереңде яҡлай белеү. Маҡсат ҡуя, эште планлаштыра белеү. Предмет УУЭ. Предмет йөкмәткеһе менән эшләй белеү. Төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте ҡуллана,уҡыу мәсьәләһен сисеү өсөн кәрәкле мәғлүмәтте айыра белеү. КоммуникативУУЭ.Бер-гәләп эшләү ысулдарын үҙләштереү. Телмәр оҫталығын үҫтереү. Үҙеңдең мөмкинлектәреңде һәм һәләттәреңде белеү Эҙләнеү оҫталығын үҫтереү.Тирә-йүнде танып белеүгә йүнәлтелгән мотивты үҫтереү. Уҡыу хеҙмәттәшлеген,проблеманы, күҙаллауҙы коллектив хәл итеү оҫталығын үҫтереүПредметтың йөкмәткеһенән сығып хәл итеү,анализлау һәләте. Тирә-яҡтың башҡа объекттары менән бәйләнеш булдырыу. Аралашыу ысулдарына, мотивҡа рефлексия.Киләһе дәресте күҙаллау. |