Лилиә Нәғыйм ҡыҙы 24.01.2024 - 13:22
Айгөл Элдәм ҡыҙы! Эшегеҙдэ ҙур уңыштар, сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын.Ҡыуаныстар килһен урғылып. Һәр ваҡыт шулай асык йөзлө, шат күңелле булығыҙ.
Айдар Г.24.01.2024 - 12:59
Айгөл Әлдәм кыҙы, балаларыбыҙҙы тәрбиәләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Эшегеҙҙә уңыштар, сабырлыҡ теләйем.
Гүзэл24.01.2024 - 12:45
Балалар баҡсаһында Айгөл Әлдәм кыҙы эшләгэненэ без бик бәхетле . Ул үҙенең эшмәкәрлеген һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы ойоштора, балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала.
Ул яҡшы белгес кенә түгел, уға төрлө һорау, үтенес менән мөрәжәғәт итергә мөмкин, ул һәр ваҡыт ярҙам итәсәк. Рэхмэт һеҙгэ
Резеда Фавиловна 24.01.2024 - 12:43
Ҡәҙерле Айгөл Элдэмовна!
Уңыш - һәр эштең мөһим нигеҙе. Бар хыялды тормошҡа ашырғанда ул һеҙҙе оҙатып барһын. Йондоҙҙарға ышанығыҙ: улар бөйөк эштәр башҡара. Бөтә уй-ниәттәр һәм бөтә ҡаҙаныштар еңел генә уңышҡа, ҙур ҡаҙаныштарға һәм асыштарға килтерһен!
Гөлназ Уразаева15.01.2024 - 10:37
Ҡәҙерле беҙҙең Айгөл Әлдәм кыҙы. Ауыр хеҙмәтегеҙҙә сабырлыҡ, ғаиләгеҙҙә йән тыныслығы, тормышыгызда аҡ бәхеттәр һәм һаулыҡ теләйбеҙ! Барлыҡ балаларығыҙ ҙа тәүфиҡлы, аҡыллы булһындар!
Гөлназ15.01.2024 - 10:28
Айгөл Әлдәм кыҙы! Артабанғы йылдарыңда шатлыҡ-ҡыуаныстар, сағыу хистәр, күркәм байрамдар һәм эргәңдә яҡындарың булһын. Һиңә һаулыҡ, көс-ҡеүәт, дәрт теләйем.
Гөлнара08.12.2023 - 18:11
Ҡәҙерле Айгөл Элдэмовна! Рәхмәт ҙур итеп балаларыбыҙҙы матур һәм моңло музыкаль ил менән таныштырған өсөн! Һеҙ ныҡ талантлы кеше, баянда тере көйгә балаларҙы йырлатып, бейетеп - уларҙың күңеленә музыкаға ҙур мөхәббәт һалған өсөн ҙур рәхмәт! Мин бик шатмын. Күберәк шундый тәрбиәселәр булһын ине🙏🙏🙏
Гульназ Валеева06.12.2023 - 11:52
Ҡәҙерле Айгөл Әлдәм кыҙы! Тағы ла бер тапҡыр педагог, музыкант һәм ысын ижади кешенең иҫ киткес талантына һоҡланыуымды белдерәм! Һеҙҙең иҫ киткес балаларығыҙҙың сығыштары менән видеоны ҡабат-ҡабат ҡараным-ысын йондоҙҙар ғына!!!Һеҙгә ауыр, әммә шундай иҫ киткес эштә ҙур уңыштар теләйем һәм ата-әсәләрҙән һәм коллегаларығыҙҙан рәхмәт һүҙҙәрен йышыраҡ ишетеүегеҙҙе теләйем.
Бик ҙур рәхмәт