Балалар өсөн!

Ғариева Айгөл  Әлдәм ҡыҙы

уендар

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл barmak_uendary_.docx105.76 КБ

Предварительный просмотр:

                                                       

Бармаҡ уйындары

(Пальчиковые игры на башкирском языке для детей дошкольного и младшего школьного возраста )

https://content.tviz.tv/gfx/res/44064/5lvaunvjkscg8sg0o4cgckgo8.jpg

                                                                     

                                                               

                                                                       Мин уйнайым, һин дә уйна.

                                                                        бармаҡ менән тыпырҙап.

                                                                        Дустар менән бергә уйна,

                                                                        Ситтә генә баҫып торма.

                                                                                                 Ф.Сахабутдинова

Балаларҙы ҡул суҡтарын һәм бармаҡтарын хәрәкәтләндерергә, етеҙлекте арттырырға өйрәнеүҙә "бармаҡлы уйын"нар ҙур урын алып тора. Был тойғоға бай – тойғоло һәм мауыҡтырғыс уйын. Ул әйләнә – тирәләге ысынбарлыҡты,

әйберҙәрҙе, йәнлектәрҙе,кешеләрҙе, уларҙың эшсәнлеген,тәбиғәт күренештәрен сағылдыра. Бындай уйындар барышында балалар, өлкәндәр ниндәй эшләһә,ул тағы бер ҡат, ҡулдарын тиҙ-тиҙ хәрәкәтләндерәләр һәм был етеҙлекте арттырыуға ыңғай йоғонто яһай. Һуңынан һүҙҙәрҙе үҙҙәре өйрәнеп бөтөргәс, балаларға уйнауы тағы ла яҡшы була.

Организмдың барлыҡ хәрәкәттәре һәм телмәр эшсәнлеге бербөтөн тәшкил иткәнлектән,ҡулдарҙы күсереү баланың телендә һөйләм ыңғай сағылыш таба. Халыҡ ауыҙ ижадында киң ҡулланған һүҙҙәрҙе әйтеп,бер төркөм төптәрен хәрәкәткә килтерә торған күп кенә уйындар бар. Керәһең, моның мөһимлеге элек – электән билдәле булған.

Шуға күрә кескенәнән үк ҡулдарға һөйләм телен һәм белем алыу һәләтен үҫтерә торған гимнастика кәрәк...                                       

Бармаҡ уйындары

***

Биш бармағым уң ҡулда,

Биш бармағым һул ҡулда.

Бармаҡтарым ярҙам итер

Һанды оторға шунда.

Уң ҡулда ла биш бармаҡ,

Һул ҡулда ла биш бармаҡ.

Ике ҡулды бергә ҡуйһаң,

Булыр һиңә ун бармаҡ.

***

Бармаҡтарым арыны,

Хәҙер уйнап алырбыҙ.

Һәр бармаҡты бейетергә

Беҙ таҡмаҡтар табырбыҙ.

Баш бармаҡ бөрлөгән йыя,

Сығанаҡ бармаҡ салбар кейә,

Урта бармаҡ утын өйә,

Һуҡ бармаҡ һарыҡ ҡарай,

Сәтәкәй бармаҡ сәсен тарай.

***

Биш бармағым – биш туған,
Һәр ҡайһыһы бик уңған:
Иҙән йыуа, керҙәр элә,
Он иләй, икмәк телә,
Һәр эштең яйын белә.
Дәфтәргә хәреф теҙә,
Баҡсала үлән өҙә,
Энә тотоп сәскә сигә,
Матур итеп күлдәк тегә.

***

Беҙ яҙҙыҡ, яҙҙыҡ, яҙҙыҡ, (һауала яҙыу)
Бармаҡтарҙы талдырҙыҡ.
Хәҙер беҙ ял итәбеҙ (ҡулдарҙы һелкетеү)
Һәм тағы ла яҙабыҙ.…

***

Был бармаҡ –олатай бармаҡ,

Был бармаҡ-өләсәй бармаҡ,

Был бармаҡ –атай бармаҡ,

Был бармаҡ –әсәй бармаҡ,

Был бармаҡ –бәбәй бармаҡ,

уның исеме  -Сәнтей.

***

Был бармаҡ –олатай,

Был бармаҡ –өләсәй,

Был бармаҡ –атай,

Был бармаҡ –әсәй,

Был бармаҡ мин(Алмаз).

***

Баш бармаҡтар исәнләште

Баш бармаҡ менән,

Имән бармаҡ имән менән,

Урта бармаҡ ,урта менән,

Атһыҙ бармаҡ атһыҙ менән

Сәнти бармаҡ сәнти менән

И сәнләште бармаҡтар;

Ҡояш сыҡты,нурын сәсте.

***

“Уйынсыҡтар

Баш бармағым туп була,

Имән бармаҡ –был юла,

Урта бармаҡбула шаҡмаҡ,

Атһыҙ бармаҡ –һикергеҙ,

Сәнти бармаҡ-барабан,

Һана әйҙә ,яңанан.

***

«Ҡош

Баш бармағым булһын башы,

Ҡанат  булһын ҡулыбыҙ.

Ике ҡанатын ҡағып,

Осоп китте ҡошобоҙ.

Мин ҡоштарҙы яратам,

Тәмле емдәр ашатам,

Емемде суҡый ҡоштар,

Һикереп уйнай улар,

Сәп-сәп-сәп итәм,

Ҡоштарым осоп китә.

***

«Ҡоштарҙы һайлау»

Ҡоштар, ҡоштар,килегеҙ!        

Беҙ һеҙгә май бирербеҙ,        

Һезгә ем әҙерләрбеҙ            

Ҡар өҫтөнә һибәрбеҙ .

Был  өлөш – күгәрсенгә,            

Был өлөш – сыпсыҡтарға,      

Ҡарғаларға – туҡмастар,      

Туҡ  булығыҙ, ҡошҡайҙар!  

***

 “Тағараҡ”

Тағараҡ элҙек ағасҡа

Биш, алты, һигеҙ, туғыҙ.

Һыйланығыҙ, ҡошҡайҙарым,

Ҡышты имен сығығыҙ . 

***

«Минең шарым»

Уйын барышы.

Ике ҡул бер – берһе ҡаршына киләләр: баш бармаҡ баш бармаҡҡа, имән бармаҡ имән бармаҡҡа һ.б. ,ус төптәре бер – берһенә тияләр. Ҡулдарҙы ирендәргә тейҙереп өрәләр  - ҡулдар шар формаһы ала. “Шартлагас”, яңанан ус төптәре бер – берһенә тейәләр.

Һауа кертәбеҙ беҙ шарға,

Ул ҙур булып ҡабара.

Кинәт шарым шартланы:

Инде ҡаян табарға?

***

«Беҙҙең ҡошобоҙ”.

Уйын барышы.

Ус төптәре бер – берһенә ҡарап торалар. Баш бармаҡтар бер-берһенә ҡарап торалар. Баш бармаҡтар бер – берһен тотҡандар – “ ҡоштоң ” башы, ҡалған бармаҡтар оҙон рәүештә – “ ҡанаттар”. Уларҙы һелкетергә кәрәк.

Баш бармаҡ булһын башы,

Ҡанат булһын усыбыҙ.

Ике ҡанатын ҡағып,

Осоп китә ҡошобыҙ.

***

«Уңган бармаклар»

Уйын барышы

Бармаҡтарҙы бөгөп  барырға, һуңыннан йоҙроҡҡа йыярга,асарға.

Был бармаҡ ашый,

Ә был бармаҡ эсә,

Был бармаҡ йырҙай,

Быныһы ял итә.

Был рәсемдәр ярата,

Бергә беҙҙе уйната.

***

«Биш бармаҡ

Уйын барышы

Бармаҡтарҙы бөгөп барырға, һуңыннан йоҙроҡҡа йыярга,асарға.

Биш бармаҡҡа, биш намаз,

Иртәнге намаз,

Өйлә намазы,

Икенде намазы,

Аҡшам намазы,

Ясиға намаз!!!

***

«Һалдат бармаҡтар»

Уйын барышы.Ике ҡулдың да бармаҡтары теҙ өстөндә йөргәндә исемдәрен туры килтерергә кәрәк.

Бармаҡтар бит Һалдат булған –

Нисек тигеҙ атлайҙар!

Сәнти атлай,

Баш бармаҡ та,

Имән һәм урта бармаҡ

Атһыҙ бармаҡ  та ҡалышмай,

Шалт та шолт бара атлап!

***

«Осраштылар

Уйын барышы.

Ике ҡулдың бармаҡтары осраша, һуңыннан сәнтиҙәр мөгөҙ яһыйҙар.

Ике бесәй осрашты “Мияу”,

Ике  эт тә осрашты “ Һау-һау”,

Ике юлбарыҫ “ р-р-р”

Ике һыйыр “ Мууу”,

Ниндәй мөгөҙ был?

***     

«Еләктәр

Уйын барышы.

Еләктәр күп үскәндәр,        

Тәмле булып бешкәндәр.        

Мин уларҙы йыямын,              

                                                 

Кәрзинәмә  һаламын.              

Кәрзинәмде тутырғас,          

Ашап ҡарармын бераҙ.            

Еңел булыр ҡайтырға,        

Ашаһам тағын бераҙ

***.              

«Бармаҡ, ҡайҙа булҙың?

Уйын барышы

Бармаҡтарҙы күрһәтеп, һәрберһен бөгөп барырға.

Бармаҡ,бармаҡ,

ҠайҘа булҙың?

“Был ағай менән

Урманда булдым.

Был ағай менән

Ҡырҙа йүгерҙем.

Был ағай менән

Бутҡа ашаным.

Был ҡустым менән

           Йыр йырланым”.

***

«Йыл фасылдары

Уйын барышы

Фразаларҙы әйтеп,барматарҙы бөгөп барырға.

Баш бармағым ҡыш була,

Ҡар бурандары туҙа.

Имән бармаҡ – яҙ килә,

Ҡарҙары эреп бөтә.

Урта бармаҡ – йәй етә,

Еләк ҡыҙарып бешә.

Атһыҙ бармаҡ ҡыш икән,

Һары япраҡтар һипкән.

Сәнти бармаҡ ни икән?

ҡыш,яҙ,йәй,көҙ бит үткән!

***

«Ялҡау бармаҡ

Бер, ике, өс, дүрт, биш,

Бармҡтар йүгерә .

Быныһы барған урманға,

Быныһы тапҡан бәшмәктәр,

Ә быныһы чистарған,

Быныһы исә ҡыҙҙырған,

Быны ялҡауланған,

Таҙарған да, таҙарған.

***

«Бесәй балалары.

Безҙең бесәй балалары

Унау булған – ҡарағыҙ!

Ике таза,

Ике өлгөр,

Ике шаян,

Ике шуҡ,

Ә икесе бәләкәй,

Тик  үҙҙәре бик тәтәй.

***

«Ҡар әүәләү.

Бер, ике, өс, дүрт, биш,      

Беҙ кар әүәлибеҙ ич.      

Түңәрәк ул, шома ул,          

Ашарға ярамый шул.  

***      

“Бер” тигәндә атабыҙ,      

“Ике” тотабыҙ,          

“ Өс” тигәс төшөп китә,    

Ватыла, эреп бөтә.

***       

«Ҡуян алған барабан

Һәм ҡаҡҡан ул: трам-трам-трам!

Бәргәләгән: бух-бух-бух!

Уннан Һуҡҡан: шап-шап-шап!

Бер-бер артлы ҡулдарын

Күтәргән ул шалт та шалт.

***

«Һөзгәк кәҙә

Оҙон, осло, кәк(е)ре

Кәҙәбеҙҙең мөгөҙө.

Ялтырый ике күзе,

һөзәргә килә үҙе.

***

«Биш бармаҡ

Баш бармаҡ баш ҡашый,

Имән бармаҡ имән ташый,

Атһыҙ бармаҡ ат егә,

Сәнти бармаҡ сәй эсә.

***

«Көймәлә йөҙәм.

Ике усымды ҡушам,

Һәм йылға буйлап йөҙәм.

Ҡуш ҡулым, дуҫтарым,

Көймәлә мин йөзәмен.

Йылғала йәшәй балыҡ

Тотоп ал, торма баҫып!(“Бармак уеннары”

«Йәшелсәләр
Был бармаҡ- ҡабаҡ,
Был  бармаҡ- борос,
Бл бармаҡ- кишер,
Был бармаҡ- ҡыяр,
Был бармаҡ- һуған.
Йәшелсә быйыл уңған,
Баҡсабыҙҙа бар ҙа бар!
Шуныһы ҡыҙыҡ, былар барһы
Кәрзингә нисек һыйған?
Был бармаҡ- сөгөндөр,
Был бармаҡ- һарымһаҡ,
Был бармаҡ- баклажан,
Был бармаҡ- помидор,
Был бармаҡ- картуф.
Бик тиҙ йыйып бөтөрҙөк,
Ярый әле өлгөрҙөк.
Йәйге ямғыр килеште,
Йәшелсәләр тиҙ үҫте.(Халикова Нурфия Райнуровна- 247 нче балалар бакчасы тәрбиячесе.)

***

“Бармаҡтар”

Бына минең бармаҡтар,

Шаян улар, шуҡ улар

Бармаҡтар гел уйнайҙар,

Уйнай-уйнай туймайҙар. (бармакка бармак һуғалар)

Бына минең бармаҡтар:

Бик дуҫ улар, гел бергә. ( ҡул сабалар).

****

Йомарланып йоҙроҡҡа

Бармаҡтар йоҡлағандар. 

Бергә –бергә бик рәхәт , 

Ләкин торорға кәрәк (уятҡан һыман һелкетеп алыу.)

Башта торҙо баш бармаҡ (һәр атаған бармаҡты берәмләп асып барыу.)

Имән бармаҡ аннары.

 Урта бармаҡ уртала

Зур үҫкән ул шуңа да

Атһыҙ бармаҡ , мин дә , ти

Башҡаларҙан ҡалмайым , ти

Сәнти бармаҡ иң ситтә,

Шуңа үҫмәгән һис тә.

Сәнти, сәнти, сәнтекәй, (сәнтей бармакны “үстерү” хәрәкәте ясау.)

Үҫми ҡалған кестекәй  

Кети-кети-кети. (Баланың усын кетекләү.)

****

Баш бармағым сәнеске,

Имән бармаҡ сынаяҡ,

Урта бармаҡ тәлинкә,

Атһыҙ бармаҡ аш һала

Сәнтей бармаҡ ала ҡашыҡ – 

Ултырығыҙ, әйҙә, ашайыҡ.

****

Был бармаҡ –Олатай,

Был  бармаҡ – өләсәй,

Был бармаҡ – малай,

Йәшәүе бергә ошолай –

Бик күңелле бик ҡыҙыҡ,

Ҡабатлайыҡ ҡыҙып-ҡыҙып:

Был бармаҡ – атай,

Был бармаҡ – әсәй,

Был бармаҡ – олатай,

Бу бармак – өләсәй,

Был бармаҡ – ҡыҙ.

Күпме шатлыҡ, күпме наҙ!

Борсулар булһын бик аҙ!

Бик бәхетле ғәилә:

Атай, әсәй олатай, өләсәй,

Малай, ҡыҙ ҙа бергә.

Йәшик гел бергә-бергә,

Булып татыу ғәилә.

Ҡушылығыҙ һеҙ беҙгә!

(Яңанан бармаҡ уйыны ҡабатлана)

(Халикова Н.Р.)

***

Ҡайҙа, ҡайҙа беҙҙең ҡулдар, кескенә куллар?(ҡулдар арҡа артында)

-Бына, бына беҙҙең ҡулдар, кескенә ҡулдар (ҡулдар алда, устар менән әйләндерергә).

-Ҡайҙа, ҡайҙа беҙҙең ҡулдар, кескенә ҡулдар (кулдар арҡа артында)

-Бына, бына беҙҙең ҡулдар, кескенә ҡулдар.(ҡул сабалар)

-Ҡайҙа, ҡайҙа беҙҙең ҡулдар, кескенә ҡуллдр(ҡулдар ара артында)

-Беиейҙәр, беиеҙәр беҙҙең ҡулдар, кескенә ҡулдар (ҡулдар баш осонда, устар менән әйләндереү).

 Өй”

Ҡулдар өҫкә ҡараган. Баш бармаҡтарҙың, берәүһе янына икенсеһе ята, ҡалган бармаҡтарҙың остары. Уң ҡулдың сәнтей бармағы өҫкә күтәрелә.

Бармаҡтарҙы тоташтырып

Өй төҙөнөк беҙ һырлап,

Мичен дә  ҡуяйык әле,

Торһон өйҙө  матурлап.

***

“Бесәйем,бесәйем...”

Бер бала икенсе балаға ҡул һыртын һуҙып тора. Икенсеһе: “Бесәйем, бесәйем,бесәйем” дия-дия, уның ҡул арҡаһын һыйпый ҙа кинәт; “Прес-с!” тип, еңелсә генә уның ҡулына һуғып ала. Был ваҡытта бала тиҙ генә ҡулын тартып алып өлгөрөргә теиеш. Әгәр ҡулын алып өлгерһә, ул — еңеүсе, өлгермәсә — отолған була. Рольдәр алмашына һәм уйын дәүам илтә.

“Шыршы”.

Һалыштырып бармаҡтарҙы –

Күлтәрҙек тә терһәктәрҙе –

Килеп сыҡты шыршы –

Ә һин ҡарап торсо.

***

Был – ҡул (бер ул йомарлана, асыла).
Килде бесәй һәм китте, китте, китте (баш һәм имән бармаҡ бменән ус төбөндә атлау хәрәкәттәре яһала),
Сәнтей бармаҡҡа етте (сәнтеи бармаҡты ышҡыу).
Был да ҡул,
Ҡара, икенсе бесәй бында (икенсе ҡул менән дә шул ук хәрәкәттәр яһала).
Тиҙ, тиҙ, тиҙ йүгерҙе,
Сәнтей бармаҡҡа етте.
Бесәйҙе ҡыуып тотайыҡ (ике ҡулды ҡушып күрһәтеү).
Ҡулдарҙы сәбәклибеҙ (ҡулдарҙы сәбәкләү).

***

Кәбеҫтәне турайбыҙ,

Кишерҙәрҙе уабыҙ,

Тоҙҙарын да һибәбеҙ,

Кәбеҫтәне ҡыҫабыҙ.

***

Зур аяҡтар юлдан баралар:

Топ-топ-топ.

Бәләкәй аяҡтар юлдан йүгерәләр:

Топ-топ-топ-топ-топ. Топ-топ-топ-топ-топ.

***

Өләсәй  күҙлеген кейҙе ,

Ултырғысҡа ултырҙы (һул ҡулды уң йоҙроҡҡа ҡуябыҙ, аннары алыштырабыҙ),

Китап уҡый башланы (устарҙы асабыҙ һәм ябабыҙ),

Һәм шунда уҡ йоҡланы (устарҙы ҡушып баш аҫтына ҡуябыҙ).

 

“Йоҙак”

Ишектә йоҙаҡ тора (һул ҡулды йоҙроҡлайбыҙ),

Кем уны аса ала?(елкәләрҙе күтәрәбеҙ)

Был асҡыс бит зурыраҡ (баш бармаҡты асабыҙ),

 Был асҡыс кескенәрәк (имән бармаҡты асабыҙ),

 Был асҡыс килешмәй (урта бармаҡты асабыҙ),

Был асҡыс унда кермәй (атһыҙ бармаҡты асабыҙ),

Был асҡыс туры килҙе (сәнтей бармаҡты асабыҙ),

Йоҙаҡты асып ебәрҙе (сәпәкәйләйбеҙ).

***

“Аш бешереү”

Ярҙәм көтөп тормайбыҙ, 

йәшелсәләр турайбыҙ;

Чиста итеп юабыҙ.

Без кәбеҫтә турайбыҙ.

Бераз кишер ҡырабыҙ, 

Ваҡлап һуған турайбыҙ, 

Тоҙлап, майлап алабыҙ,

Яҡшылап болғатабыҙ. 

Бигрәк тәмле ашыбыҙ!

***

Пальчиковая  гимнастика.

-Атай бармаҡ, атай бармаҡ  һин ҡайҙа?

-Мин бында, мин бында хәлдәрең нисек?

-Әсәй бармаҡ ,әсәй бармаҡ һин ҡайҙа?

-Мин бында. мин бында хәлдәрең нисек?

-Ағай бармаҡ, ағай бармаҡ  һин ҡайҙа ?

-Мин бында, мин бында хәлдәрең нисек?

-Апай бармаҡ, апай бармаҡ һин ҡайҙа ?

-Мин бында, мин бында хәлдәрең нисек?

-Бәпес бармаҡ, бәпес бармаҡ  һин ҡайҙа?

-Мин бында,  мин бында хәлдәрең нисек?.

***

Сәп-сәп –сәп итәбез

Түңәрәккә керәбеҙ (баҫалар)

Сәп-сәп-сәпәкәй  итәбез(кул чабалар)

Ҡая         һеҙҙең устарығыҙ?

Бына беҙҙең устарыбыҙ (алға һуҙып күрһәтәләр)

Ә усҡа ҡасты бармаҡтар (ҡулдарын йомарлайҙар)

Тиктормастар улар, шуҡлар

Бармаҡтар эш эшләнеләр (баш бармаҡ менән бармаҡ остарына ҡағылыу),

Рәсем яһап ҡаранылар,

Азраҡ ҡына арынылар (ҡулдарҙы ял иттеләр).

***

Ҡаҙҙарым.

Ҡаҙҙарым- ҡаҙҡайҙарым, (Уң ҡулды һул ҡул менән һыпырыу),

Ҡаҙҙарым- ҡаҙҡайҙарым, (Уң ҡулды һул ҡул менән һыпырыу),

Оҙон муйынҡайҙарым. (Һул ҡул ус төбөн уң ҡул бармаҡтары менән

семетеү).

Улар һыу ҙа эсәләр,

Улар сирәм сүплиҙәр,( Һул ҡул һыртын уң ҡулдың бармаҡтары

менән семетеү).

Аяҡтарын тыпырҙатып (һул ҡул һыртын уң ҡулдың бармаҡтары

менән һуҡҡалыйҙар).

Ҡанаттарын ҡағалар.( Һул ҡул ус төбөн уң ҡул бармаҡтары менән

һуҡҡалыйҙар).

Ҡанаттарын яҙалар. (Һул ҡул бармаҡтарын яңанан һыпырып

сығалар).

***

Беҙҙең өйөбеҙ

Беҙҙең өйөбеҙ ҙур (ҡулдарын яҡ-яҡҡа йәяләр)

Иҙәне тигеҙ (хәрәкәттәр)

Түшәме беиек (ҡулдарын күтәрәләр)

Тәҙрә асыла,

Тәҙрә ябыла

Ишек асыла,

Ишек ябыла.

Ишек алдына сығабыҙ.(атлау хәрәкәттәре яһыйҙар)

***

Сылбыр

Бармаҡ башын терәтеп,

Ҡуйҙыҡ түңәрәкләтеп.

Башҡаларын йөгөртөп,

Уйныйбыҙ сылбыр итеп.

(Баш һәм имән бармаҡ түңәрәк яһаған, икенсе ҡулдың баш бармағы һәм ҡалгандары ярҙәмендә яһалған түңәрәктәрҙе бер-бер артлы уның арҡылы уҙҙырып, сылбыр хәрәкәте барлыҡҡа китерәбеҙ).

***

Корабль

Ҡайсы менән кисәләр, кисәләр (кисеү хәрәкәте менән).

Уннан бауҙар ишәләр, ишәләр (бау ишеү хәрәкәте яһала).

Мачталарға бәйлиҙәр, бәйлиҙәр (уң яҡҡа эиелеп бау бәйләү хәрәкәте яһала).

Корабльдәр киләләр, киләләр, тү-тү-тү (ҡулар менән бинокльдән ҡарау хәрәкәте яһала, ҡулдарын рупор һыман итеп ауыҙға ҡуйып, гудок ҡысҡыртҡан тауыш сығаралар).

***

Көҙгө япраҡтар”
Бер, ике, өс, дүрт, биш( баш бармаҡтан башлап, бөгәләр)
Япраҡтарҙы йыйҙыҡ ( бармаҡтарҙы йодҙроҡҡа йыялар, әле
устарын күрһәтәләр).
Ҡайындыҡын, миләшнекен, (баш бармаҡтан башлап, бармаҡтарын бөгәләр)
Имәннекен, йүкәнекен,
Һәм талҙын
Япраҡтарҙан көҙгө бәйләм( ботлардан тезләргә имән һәм урта бармаклар белән)
Әсәйемә бүләк итәм. “атлыйҙар”


“Көҙгө бәйләм”
Бармаҡтар сыҡты йөрөргә, (бармаҡтар менән боттарҙан теҙләргә таба)
Төҫлө япраҡтар йыярға: хәрәкәттәр   яһарға
Ҡыҙыл япраҡ, һары япраҡ.....

Әйҙәгеҙ һанайыҡ бергәләп: бер-берһенә ҡағылалар
Бер, ике, өс, дүрт, биш 
Япраҡтар бик күп !
Көҙгө япраҡтар менән
Рәхәтләнеп уйнайбыҙ.

***

“Кәрзинем ҙур”

(Бармаҡтарҙы йәйеп, ус төбөн күрһәтәләр).

Кәрзинем ҙур - бармаҡтарҙы бөкләп баралар

Һалам помидор,

Тутырам ҡыяр,

Ҡабаҡ та Һыяр,

һуған да һалам,

Кишер ҙә һалҙым,

Кәрзинем тулҙы – йоҙроҡто күрһәтәләр.

Уңыш күп булҙы!

***

“Еләк-емештәр”

Баш бармаҡ – балан,

Имән бармаҡ – ҡарлыған,

Урта бармаҡ – бөрлөгән,

Атһыҙ бармаҡ – алма,

Сәнтеи бармағым – сия,

Кем күберәк емеш йыя?

***

“Компот”

Ҡайнатабыҙ беҙ компот –

Емештәр кәрәк бик күп:

Алма турап һалабыҙ,

Груша өҫтәп алабыҙ

Лимон һуты һығабыҙ

Слива, шәкәр һалабыҙ.

Болғатабыҙ, болғатабыҙ,

Беҙ компот ҡайнатабыҙ.

***

“Беҙ урамда йөрөйбеҙ”

Бер, ике,өс, дүрт,биш - бармаҡтарҙы бөгәләр

Без урамда йөрөйбеҙ - имән һәм урта бармаҡтар йөрөй

Ҡар бабай әүәлибеҙ, - ике ус менән әүәлиҙәр

Ҡоштарҙы ла һыйлайбыҙ - “икмәк валчығы һибәләр”

Тауҙан шыуып төшәбеҙ,

Ҡарҙан аунап алабыҙ

Ҡарға батып өйгә ҡайттыҡ

Аш ашап, йоҡларға яттыҡ .

***

“Бал ҡорто”

Кисә кис килде беҙгә

Буйлы-буйлы бал ҡорто

Уның артыннан шөпшә,

Һәм бер матур күбәләк.

Ике коңғоҙ, сикерткә

Күҙҙәре ут Һикертә

Беҙләнеләр, остолар,

Арып ергә төштөләр.

***

“Ҡоңғоҙ”

Ҡоңғоҙ оса, быҙылдый

Мыйыҡтары ҡымылдай.

Бармаҡтар – йоҙороҡта.

***

“Яҙ”

Баш бармағым минең тамсы,

Имән бармаҡ-гөрләүек,

Урта бармаҡ-боҙ һөңгөсө,

Атһыҙ бармаҡ-умырзая

Чәнти бармак-сыерчык.

Әйҙә, тиҙерәк осоп сыҡ.

“Сәсәк бәйләме яһа!”

Баш бармаҡ гөлсәсәк,

Имән бармаҡ-ҡыңғырау,

Урта бармаҡ-күксәсәк,

Атсыз бармак-миләүшә,

Ә сәнтей бармаҡ-ләлә

Кем бәйләм яһый белә?

***

Ҡырмыҫҡалар-тырышҡайҙар

Йөгөрәләр-йөгөрәләр, (бармаҡтарҙы йөгөртәбеҙ)

Ҡырмыҫҡалар-тырышҡайҙар

Бар нимәгә өлгөрәләр. (бармаҡтарҙы йөгөртәбеҙ)

Ояларына менәләр, (бармаҡтарҙы өҫкә таба йөгөртәбеҙ)

Ояларыннан төшәләр. (бармаҡтарҙы аҫҡа таба йөгөртәбеҙ)

Әйләнә, бөтөрөләләр, (әйләнә буйынса йөгөртәбез)

Бер һыҙыҡҡа тезеләләр - (бармаҡтарҙы бер һыҙыҡ буйынса йөгөртәбеҙ)

Ултырмай улар эшһеҙ -

Ел килмәҫ һалҡын көҙһеҙ!(А.Әюпова).

***

“Бутҡа”

Беҙ бутканы бешерәбеҙ

Бына ошолай болғатабыҙ       Ун ҡул менән бутаған хәрәкәт яһыйҙар

Ләпер-ләпер бешә ул             бармаҡтарҙы усҡа йыялар,ебәрәләр

Бигрәк тәмле икән ул

Уны ашарға кәрәк                 ашау хәрәкәтен яһыйҙар

Ап-аҡ теш сыҡһын тиҙрәк .

Турғай.

Турғай сиртә тәҙрәмә,
Туҡылдап ала.
Тирә-яғына, ашығып,
Ҡарана һала.
Өй эсенә күҙ һала ла,
Тағы туҡ та туҡ.
Мине саҡыра шикелле:
«Тиҙ генә сыҡ, сыҡ».
Киләм осрашырға тиеп
Тәҙрә янына.
Турғайым осто ла китте
Тауҙар яғына.

Тағараҡ

Тағараҡ элдек ағасҡа
Биш, алты, һигеҙ, туғыҙ.
Һыйланығыҙ, ҡошҡайҙарым,
Ҡышты имен сығығыҙ!

Кулланылған әҙәбият

1 http://chelny-rt.ru/news/yal-itep-alyiyk/barmak-uennaryny-miyate) ( Миләүшә Никитина, Светлана Кузьмина, Чаллы шәһәренең 40 нчы “Башак” балалар бакчасы тәрбиячеләре

2 «Бармакларны уйнатыйк, туган телне өйрәник». В.В.Цвынтарный Лань, Санкт-Петербург, 1997.