Ата-әсәләр өсөн!
Опубликовано 26.01.2024 - 10:18 - Ғариева Айгөл Әлдәм ҡыҙы
Предварительный просмотр:
АТА-ӘСӘЛӘРГӘ КӘҢӘШТӘР
- Ғаиләлә яҡын, ихлас һәм дуҫтарса мөнәсәбәт булдырығыҙ.
- Балағыҙҙы "Хәйерле иртә" тип уятығыҙ, һәм... яуап талап итмәгеҙ, тыныс ҡына уҙ эшегеҙҙе дауам итегеҙ. Яңы көндө күтәренке кәйеф менән башлағыҙ, ә ыҙғыш-талаштан түгел.
- Бала менән һөйләшкәндә уның күҙҙәренә ҡарағыҙ.
- Психик һаулыҡтың борондан билдәле булған: "һин яҡшы, әммә бүтәндәрҙән бер яғың да артыҡ түгел" формулаһын бала күңеленә һеңдерегеҙ.
- Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡосаҡлап арҡаһынан һөйөргә онотмағыҙ.
- Баланан ғәфү итеүен һорай, үҙегеҙ ҙә кисерә белегеҙ.
- Холҡондағы ыңғай үҙгәрештәрҙе ваҡытында курә белегеҙ һәм хуплағыҙ.
- Бала һеҙҙән һәр саҡ яҡлау табырына, ышаныслы таяныс булырығыҙға ышанырға тейеш. Ярҙамға мохтаж сағында һәр саҡ әҙер булыуығыҙҙы белдерегеҙ.
- Уның менән аралашыу өсөн көн һайын "айырым ваҡыт" булдырығыҙ.
- Балаға ҡарата дуҫтарса мөнәсәбәттә булығыҙ, шәхес булараҡ хөрмәт итегеҙ.
- Бала менән өлкәндәрсә һөйләшегеҙ, фекере менән иҫәпләшегеҙ.
- Бәхәсләшкәндә ҡайһы саҡта бала менән ризалашығыҙ. Ошо рәүешле һеҙ уны башҡаларға юл ҡуя, еңелеүен һәм хаталарын таный белергә өйрәтерһегеҙ.
- Балалар алдында бүтәндәрҙе тәнхитләмәгеҙ.
- Балаларҙың ниҙер һорауына, үтенеүенә күнеккәнбеҙ. Иғтибар итегеҙ, үҙегеҙ һәр саҡ бойороу тонында һөйләшмәйһегеҙме? Балағыҙға үтенес менән мөрәжәғәт итергә өйрәнегеҙ.
- Намыҫлы, тоғролокло, ғәҙел һәм уның өсөн авторитет булығыҙ, ышанысын аҡлағыҙ. Бала һеҙҙең үҙ-үҙегеҙгә ышанғанығыҙҙы белһен, бер ҡасан да дәрәжәгеҙҙе төшөрмәгеҙ.