Статья.

Ҡотлоғәләмова Гөлнур Абдулла Ҡыҙы

"Атайсал " гәзитендә тыуған яҡтың ер-һыу атамаларына арналған мәҡәлә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon statya.doc31 КБ

Предварительный просмотр:

                                     Тарих һаҡлай тыуған ерҙең һәр ташы...

       Халҡыбыҙҙың тарихын, ырыу шәжәрәләрен  өйрәнеү һуңғы осорҙа бермә-бер артты.Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге лә юҡ.Ошо йәһәттән байтаҡ ваҡыт  элек  Баймаҡ районы Иҫке сибай ауылы аҡһаҡалы Күсәбаев Рәфҡәт Яҡуп улы менән булған әңгәмәмде тәҡдим итмәксемен.

     Уҡыусыларым  менән  Иҫке Сибай ауылы янындағы ер-һыу тарихын өйрәнеү маҡсатында уның менән осрашыуҙа  бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ишетеү һәм уларҙы яҙып алыу  бәхете тейҙе, аҙаҡ альбомға теркәп, мәктәп музейына тапшырҙыҡ.

   Рәфҡәт Яҡуп улы  1926  йылда Иҫке Сибай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.Ул күп йылдар , ябай хеҙмәткәрҙән күтәрелеп,  етәксе урындарҙа эшләгән. Олатайҙы  белемле, сәсән телле, үткер зиһенле, шаян холоҡло, олоһона –кесеһенә иғтибарлы   ябай кеше итеп күптәр хәтерләйҙер әле.Уның һөйләгәндәрен, тел үҙенсәлектәрен үҙгәртмәйенсә, һүҙмә-һүҙ еткерәм.

     “Ерҙең тарихын белмәү-наҙанлыҡ”-тип башланы ул һүҙен.

Иҫке Сибай ауылынан Хәсән ауылы яғына барған юлдың ауылдан 4-5  километр киткәс,юлдың һул яғында Ҡумыҡсағыл тауы,ә унан көнсығышҡараҡ бейегерәге Һүтник тауы тип атала.Был тауҙың исеменең үҙенә арналған тарихын ишеткәнем бар ине.Уны миңә Ғәле ауылың оло бер уҙаманы Морапталов Ғөбәйҙулла Хәмит улы һөйләгәйне.Был хәл 1956-1957  йылдарҙа булғайны,ул ағайға ул саҡтарҙа 60-65   йәштәр тирәһе булғандыр.Боронғо замандарҙа ҡаҙаҡ халҡы менән башҡорттар араһында  бер-береһенең иленә талап-тартып мал алыу,ҡатын-ҡыҙҙар урлау өсөн йыш ҡына яуға сабыуҙар булған.Бына шул яуҙарға ҡайһы тирәнән киләсәк, күпме ғәскәр менән тупланғанлығын күҙәтеү өсөн ошо Һүтник(сотник һүҙенән алынған)тауын һайлағандар һәм шуның башынан ятып яуҙың килеүен күҙәткәндәр ҙә,әҙерләнеп ҡаршы сығыу тураһында башҡа төрлө ауылдарға хәбәр ебәргәндәр.Һүтник(сотник)-ул йөҙ һалдаттан торған хәрби төркөм етәксеһен аңлатҡан һүҙ.Был тауҙың исеме бына шунан ҡалған ,тип һөйләгәне хәтерҙә Ғөбәйҙулла Хәмит улы Морапталовтың.Был Һүтник тауы Сибай-Хәсән юлының  уң яғында, Сибайҙан 5 километр булһа, Хәсән юлынан 2-3  километр алыҫлыҡта.

Унан һуң Раҡай түбәһе тигән урын да бар.Ул түбәнең хәҙерге көндә яртыһы  ғына ҡалды,сөнки байтаҡ өлөшөн тимер юл төҙөү өсөн полотноға ташып һалдылар.Был түбә Сибай ҡалаһының көньяғында  1-1,5 километрҙа  ,ә Сибай-Баймаҡ   юлының һул яғында ярты километр самаһы ерҙә(шул уҡ Ғ.Х.Морапталов буйынса) баяғы телгә алған яуҙарҙың береһендә ҡаҙаҡтар Ғәле ауылына тиклем үтеп инеп байтаҡ йылҡы малы баҫып алып,өҫтәүенә Раҡыя исемле ҡыҙ баланы ла алып киткәндәр.Шул саҡ тиҙ генә башҡа ауылдарҙан көс туплап башҡорттар ҡаҙаҡ баҫҡынсыларын ошо Раҡай түбәһе тирәһендә ҡыуып етеп Раҡыяны һәм малдарын баҫып алып ҡалалар.Ҡыҙҙы ҡотҡарыуға арнап был түбәгә “Раҡай түбәһе” тигән исем бирелгән.

   Ошо боронғо яуҙарға ҡағылышлы тағы ла күп исемдәр осраштыра. Мәҫәлән, Иҫке Сибайҙан  4-5 километр, Дәүләт ауылына етмәҫтән 1,5 километрҙа  тау бите- Ҡаҙаҡсапҡан бите,ә тигеҙлеге-Ҡаҙаҡсапҡан буйы

исеме менән аталалар.Был  тау аша көнбайышта бер үҙәкле уяҙ урын Һары батыр тауы, Һары батыр үҙәге исеме менән йөрөтөлә.Был исемдәр бөтәһе лә ҡаҙаҡ –башҡорт халҡының бер-береһенә яу сапҡан замандарҙан барлыҡҡа килгәне исемдәренән үк билгеле.

   Тағы ла  Йәүгел күле тураһында.Исеме үк әйтеп тора “яу кил”, сөнки яуҙың килеүе Яңы Яйыҡ (Урал) йылғаһы яғынан көтөлгән, йәғни Иҫке Сибайҙан  25-30 километр көнсығыштараҡ. Яйыҡтың арьяғы борон-борондан ҡаҙаҡтар биләмәһе иҫәпләнгән булырға тейеш.Шул яҡтан гел генә яу ҡалҡып, ошо күл тирәһендә төйәкләп йөрөүселәргә бағлап күлгә  бирелгән исем “яу кил “дән Яугүлгә-Йәүгелгә  әүерелеүе бик ихтимал.

     Бынан тыш күп кенә ер-һыу атамаларына шул тирәлә төйәкләнгән

кешеләр исеменә лә бағышланған.Мәҫәлән, күренекле шәхесебеҙ, ауылыбыҙҙың абруйлы патриоты , йырсы-импровизатор, хәрби етәксе Шәйәхмәт Сибаев хөрмәтенә 3-4  көн барған һабантуй үткәрелгән урындың исеме Сибай биләне тип аталған,ул Иҫке Сибайҙан  3,5-4 километрҙа Абҙаҡ ауылына барған юлда урынлашҡан. Бынан тыш ошондай бейек кенә тауҙарыбыҙ ҙа бар-Ҡарамалташ,Тәүәк тауы, Эттотҡан,Ҡарйоҡмаҫ,Олотау,Ишектау,Йомаштау,Әһелбәк тауы,Айсыуаҡ,Сатра,Ҡалынбиргән.Арҡырытау,Мәргәзин тауы,Ҡутырлытау,Сағылтау.,Тегәнәктуй, һ.б.

      Ҡарамалташ тауында борон ҡарама ағасы үҫкәндер ,сөнки был ағас ошо тауҙан төньяктараҡ 3 километр самаһы ерҙә-Һеңрән тәүәгендә осрай торғайны.Мәргәзин тауы(марганец тауы).Был тауҙа кварцҡа оҡшаш ҡыҙғылт таштар сығарылған,соҡорҙар(забойҙар)бөгөнгө көндә лә һаҡлана.

       Тағы ла шишмәләр тураһында бер нисә һүҙ.Ауылыбыҙҙың йылғаһы Ҡарағайлы исемен йөрөтә.Тимәк уның буйында борон замандарҙа ҡарағай ағастары үҫкән.Ҡарағайлы йылғаһының үҙенең генә әллә нисәмә тармағы бар.Уға Эттотҡан йылғаһы,Тәүәк,Уртаташ шишмәһе,Ҡорһуҡҡан,Һикертмә,Төйәҡалған,Йомағужа,Ҡортлоағас шишмәләре килеп ҡоя.Ә Ҡарағайлының башланған урыны Әһелбәк һәм Текәтау араһындағы тәрән,ҡыҫыҡ үҙәк-Ҡараайғырһуйған башынан башлана.

     Бынан тыш байтаҡ ҡына ҡойолар,шишмәләр ҙә бар: Бейекҡойо,Артыуһаҙ ҡойоһо,Таҙғаҡ,Талдуй,Тегәнәктуй,Зарифа ҡойоһо,Ҡортбаҫҡан шишмәһе һәм башҡалар.Ә айырым ерҙәр боронғо кешеләрҙең биләмәләре,шуларҙың исемдәре менән аталғандар,мәҫәлән: Хәйбулла сабыны,Заһит үҙәге,Можай үҙәге,Әбдрәш бите һәм башҡа  төрлө бик күп атамалар бар.

       Бына шул рәүешле әллә күпме кәрәкле,файҙалы  мәғлүмәт еткерҙе беҙгә аҡһаҡал. Эйе,тыңлай белһәң,еребеҙҙең һәр ташы, һәр һуҡмағы тарих һәйләй,ә беҙҙең бурыс - уны түкмәй –сәсмәй һаҡлау һәм киләсәк быуындарға еткереү.

                                                             Гөлнур Абдулла ҡыҙы Ҡотлоғәләмова

                                                             Сибай ҡала гимназияһы уҡытыусыһы