Минең педагогик табышым

Рысбаева Әлиә Сәлих ҡыҙы

Минең педагогик табышым Вячеслав Вадимович Воскобович технологияһы булып тора.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә, һүҙлек запасын байытыуҙа, һүҙбәйләнештәр төҙөүҙә, фекерләү ҡеүәһен, логик фекерләүен үҫтереүҙә әкиәттәр ярҙамға килә (әкиәттәрҙең йоҡонтоһо бихисап).

https://vk.com/video-207053335_456239097

https://vk.com/video-207053335_456239098

https://vk.com/video-207053335_456239099

Скачать:

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Балалар менән берлектә төҙөгән схемалар Тылсымлы квадрат Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Асҡар ауылының «Миләш» балалар баҡсаһы муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы Әҙерләне: Рысбаева Ә.С.

Слайд 3

Эт 1 3 2 ЭТ Ишек алдына хужа, Сит малдарҙы ул ҡыуа, “Һау-һау!” - тиеп ул өрә, Барса ерҙә өлгөрә. (А.Йәғәфәрова)

Слайд 4

Бүре 1 3 2

Слайд 5

Торна 1 3 2 4 Һауалайҙар көҙгө сыуаҡ күктә Торройҡ-торройҡ килеп торналар . Әйтерһең дә , сафҡа теҙелешеп , Еҙ моңдарын ҡоя торбалар . (Р.Ғарипов)

Слайд 6

Әтәс 1 3 2 4 Әтәс ҡойма башында, Алтын тараҡ башында. Йоҡонан тора иртүк, Ҡысҡыра: “Ки-ки-ри-күк!” (А.Йәғәфәрова)

Слайд 7

Бесәй 1 3 2 4 Бесәй төшкән байлыҡҡа – Сумған тәмле ҡаймаҡҡа. Аҙағы нисек бөтөр, Йырлаһа ла: “Мыр ҙа мыр!” (А.Йәғәфәрова)

Слайд 8

Төлкө 1 3 2 4 - Ни булды, төлкө, һиңә? Бойоҡһоң былай ниңә? - Ҡойроғома баҫтылар, Бар хәйләмде астылар. (Р.Шәғәлиев)

Слайд 9

Турғай 1 3 2 4 Һоро турғайҙар Пырылдап оса. Уйнап арыһа, Ботаҡҡа боҫа. (К.Кинйәбулатова)

Слайд 10

Тумыртҡа 1 3 2 4 Тумыртҡа – урман докторы, Ағас йөрәген тыңлай. Уның әйткән һәр бер һүҙен Урман ҡабатлай, тынмай. (А.Йәғәфәрова)

Слайд 11

Ат 1 3 2 4 МИНЕҢ АТЫМ Топ-топ-топ итә, Тауға менһә, һоп итә. Минең атым елдерә, Бар ергә лә өлгөрә. (А.Йәғәфәрова)

Слайд 12

Кәзә 1 3 2 4 КӘЗӘ Баҡса тулы кәбеҫтә, Түтәлдә йөрөй кәзә. Сыбыҡ күрһәтә Зилә, Ә Кәзә: “Мәә лә мәә!..” (А.Йәғәфәрова)

Слайд 13

Тауыҡ 1 3 2 4 Йомортҡа һалған тауыҡ – Яҡтырып киткән кетәк. Шуға йөрөй ҡыуанып: “Ҡыт-ҡытыҡ та ҡыт-ҡытыҡ!..” (А.Йәғәфәрова)



Предварительный просмотр:

Тылсымлы квадрат – үҫеш уйынын телмәр үҫтереүҙә ҡулланыу.

Әҙерләне: Ырыҫбаева Ә.С.

Тылсымлы квадрат менән уйындар балаларҙың һүҙлек запасын киңәйтеүгә, бәйләнешле телмәр формалашыуына булышлыҡ итә. Уйын ваҡытында ҡабатлау һәм бер үк ваҡытта ике ҡул менән эш итеү кәрәклеге ярымшарҙар араһындағы бәйләнештәрҙе үҫтереү мәсьәләһен хәл итә, был юғары психик процестарҙы үҫтерә һәм баш мейеһе ҡабығындағы телмәр үҙәгенә тәьҫир итә.

Мәктәпкәсә йәштәге өлкән балаларға "Квадрат Воскобович" ярҙамында барлыҡҡа килтерелгән таныш фигураларҙы берләштергән әкиәт уйлап табырға тәҡдим итергә мөмкин. Шулай итеп, педагог балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтерә, уларҙың телмәренә билдәле грамматик конструкциялар индерә, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәр ижадын стимуллаштыра ала.

В. Воскобович уйындарының үҙенсәлектәре

1) Конструктив элементтар

2) ҡатнашыусыларҙың киң йәш диапазоны

Бер үк уйын өс һәм ете йәшлек балаларҙы йәлеп итә. Был мөмкин, сөнки унда сабыйҙар өсөн бер-ике хәрәкәт күнегеүҙәре лә, өлкән балалар өсөн ҡатмарлы күп баҫҡыслы мәсьәләләр ҙә бар.

3) Күп Функциялылығы

Бер уйын ярҙамында күп һанлы белем биреү мәсьәләләрен хәл итергә мөмкин. Бала үҙе өсөн һиҙҙермәйенсә һандарҙы һәм хәрефтәрҙе үҙләштерә; төҫтәрҙе, форманы таный һәм хәтерендә һаҡлай; ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын өйрәтә; телмәрҙе, фекерләүҙе, иғтибарҙы, хәтерҙе, фантазияны камиллаштыра.

4) Ижади потенциалы

Бөтә уйындар ирекле фантазия осошо, ул ниндәйҙер асышҡа әйләнергә мөмкин. Күбәләктәрҙең, ҡоштарҙың, хайуандарҙың башватҡыстарын деталдәрҙән яһап, бала үҙен был хайуан менән тиңләштерә, уның тураһында тотош тарих яҙа ала. Теләһә ниндәй фигура, беҙ ололар булдыра алмаҫлыҡ дәрәжәлә сабыйҙың фантазияһын уята ала. Уйындар өлкәндәргә лә ижад күрһәтергә мөмкинлек бирә.

C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\2a8196ce0e9a0198c6fdc1ef95a3bb5f.jpg



Предварительный просмотр:

Тылсымлы квадрат – үҫеш уйынын телмәр үҫтереүҙә ҡулланыу.

Әҙерләне: Ырыҫбаева Ә.С.

Балаларҙың телмәрен тәрбиәләүҙә башҡорт халыҡ  ижадының әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ. Халыҡ  ижадына бәйле уйындары бер ҡасан да актуаллеген юғалтмай, сөнки уйын аша бала үҙенең уйлау һәләтен, аралашыу мөмкинлеген камиллаштыра. Икенсенән, халыҡ ижадын, балалар баҡсаларында,  мәктәптәрҙә ғына өйрәнәләр, сөнки хәҙер балалар күберәк интернетта, компьютерҙа әкиәттәр ҡарайҙар. Ә был үҙ сиратында баланың яңғыҙ ҡалыуы, үҙ-үҙенә бикләнеүе, кеше менән аралашып бармаусан булып үҫеүенә булышлыҡ итә. Өсөнсөнән, донъяны танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон һәм тархын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала. Ошонан сығып, балалар уйынын ойоштороу ҙа халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған халыҡ ижадын,  әкиәттәрен популярлаштырыуҙан башланып китергә тейеш.

Уйын эшмәкәрлегенең актуаллеге хәҙерге ваҡытта,  балаларҙың мәғлүмәт менән артыҡ туйыныуы арҡаһында арта. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы уҡытыуҙың мөһим бурысы  - ул алынған мәғлүмәтте үҙаллы баһалау һәм һайлап алыу һәләтен үҫтереү булып тора. Бындай оҫталыҡты үҫтерергә уйын ярҙам итә. Бөгөн мәктәпкәсә учреждениеларҙа балаларҙы һәр яҡлап һәм ижади үҫтереү өсөн бәләкәйҙән педагогтар Воскобовичтың популяр методикаһын киң ҡуллана.

Вячеслав Вадимович Воскобович күп функциялы уйындарҙың тәүге авторҙарының береһе тип таныла, улар уйын формаһында баланың ижади потенциалын формалаштыра, уның сенсорикаһын һәм психик процестарын үҫтерә, шулай уҡ сабыйҙарға мауыҡтырғыс сәйәхәт тәҡдим итә. Воскобовичтың методикаһы юғары һөҙөмтәлелек һәм асыҡлыҡ менән айырылып тора. Уны уҡытыусылар ҙа, сабыйҙарҙың ата-әсәләре лә еңел һәм тиҙ үҙләштерә.

Был уйын технологияһының нигеҙендә өлкән кеше менән бала араһындағы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре ята. Бала иркен, ижади атмосфераға бата, был уға тышҡы хәүефһеҙлек тойғоһо бирә, сөнки ул өлгөгә буйһонмайынса, үҙ ниәттәре буйынса ижад итеү мөмкинлегенә эйә була.

Алға ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бөтә фекерләү төрҙәре ҡулланыла: образлы, күреү-ғәмәли һәм логик.

Воскобович квадратының икенсе исемдәре Саған япрағы, Мәңгелек оригами, Косынка(Ҡабағы), квадрат-трансформер һ.б. тип тә атайҙар. Воскобовичтың Квадраты  туҡыма нигеҙенә йәбештерелгән һәм бер-береһенән билдәле бер алыҫлыҡта урынлашҡан 32 төҫтәге өсмөйөштән тора. Уйындың төп төҫтәре ҡыҙыл, һары, зәңгәр һәм йәшел. 2 йәштән 5 йәшкә тиклемге балалар өсөн  ике төҫлө квадрат тәҡдим ителә, ә өлкән балалар өсөн дүрт төҫлө квадрат эшләнгән.

"Воскобович квадратынан" төрлө күләмле һәм яҫы фигуралар: самолет, кәнфит, өй, ҡарға, терпе һ.б. килтереп, еңел генә үҙгәртергә мөмкин. Был фигураларҙы тәҡдим ителгән схемалар буйынса йыйырға була һәм дә  үҙ-аллы образдар уйлап табырға мөмкинлек бирә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Воскобовичтың үҫеш уйыны «Ҡарға Метрҙың Сере» тигән мауыҡтырғыс әкиәт һәм уҡыу әсбаптары менән оҙатыла. Әсәй Трапеция, олатай Дүртмөйөш, бәләкәй Квадрат, атай Тура мөйөш һәм башҡа әкиәт геройҙары балаға ҡуйылған бурыстарҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. "Воскобович квадраты" һөҙөмтәле уйын булып тора, ул балала абстракт фекерләү, моделдәр эшләү күнекмәләрен, арауыҡта ориентирлашыу һәләтен формалаштыра, ижади потенциал, ныҡышмалылыҡ, хәтер, иғтибар һәм башҡа психологик процестарҙы үҫтерә. Был пособиеның компактлы һәм практик булыуы ла  мөһим. "Квадрат Воскобович" ты һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтөргә һәм мөмкин булған осраҡта сабый менән уйнарға мөмкин.



Предварительный просмотр:

Для каждого ребенка необходимо создать ситуацию успеха, веры в силы ребенка. Ребенок должен быть абсолютно уверен, что это он сам совершил «открытие», что он сам справился с заданием. С этой задачей по нашему  мнению справляется  Многофункциональная  технология  Воскобовича,  с помощью которой можно решать большое количество образовательных задач. Незаметно для себя малыш осваивает цифры и буквы; узнает и запоминает цвет, форму; тренирует мелкую моторику рук; совершенствует речь, мышление, внимание, память, воображение. Универсальность по отношению к образовательным программам.

Роль технологий в развитии логического мышления, интеллектуальных и творческих способностей человека велика. Именно благодаря им ребѐнок учится анализировать, сравнивать, обобщать, классифицировать, рассуждать, доказывать, опровергать. Почему?

Во-первых, здесь используется абстрактный материал: натуральные объекты заменяются символами.

Во-вторых, дети при решении логических задач и проблемных ситуаций устанавливают причинно-следственные связи, без которых не придѐшь к правильному ответу, правильным выводам.

В третьих, дошкольники самостоятельно находят закономерности, учатся выводить свойства и законы.

Вот именно поэтому мы с января этого года начали заниматься по технологии Воскобовича, и эта технология соответствует ФОП дошкольного образования.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Башҡорт халыҡ әкиәттәрен «Тылсымлы квадрат » аша өйрәнеү Әҙерләне: Рысбаева Ә.С . Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылының «Миләш» балалар баҡсаһы муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы


Предварительный просмотр:

Төлкө менән торна.

менән C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\хайуандар\Слайд8.JPG

Башҡорт халыҡ әкиәте.

Урманда йөрөй торғас, C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\хайуандар\Слайд11.JPG  C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\хайуандар\Слайд8.JPG менән дуҫлашып киткән.

   C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\хайуандар\Слайд8.JPGны ҡунаҡҡа саҡырған. Бутҡаны тәрилкәгә йәйеп һалған.

  • Аша, дуҫ,- ти икән. Ә C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\хайуандар\Слайд8.JPG суҡыштары бутҡаны эләктерә алмаған. Тиҙ арала C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\хайуандар\Слайд11.JPG бутҡаны ашап та ҡуйған.

C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\хайуандар\Слайд8.JPG ҡунаҡтан ас ҡайтып киткән.

  • C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\хайуандар\Слайд8.JPG C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\хайуандар\Слайд11.JPGнө ҡунаҡҡа саҡырған. Ул бутҡаны нәҙек муйынлы сүлмәккә һалып биргән. C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\хайуандар\Слайд8.JPG C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\хайуандар\Слайд11.JPGгә:
  • Аша, дуҫым, ти икән. C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\хайуандар\Слайд11.JPG нәҙек муйынлы сүлмәктән ашай алмаған.

 ас ултыған. Ә C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\хайуандар\Слайд8.JPG үҙе башын сүлмәккә тығып ебарәлә ашай ҙа, ашай икән. Бутҡаны ашап бөткәс, C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\хайуандар\Слайд8.JPG:

  • , ҡунаҡҡа саҡырып, тәрилкәгә һалынған бутҡаңды үҙең ашап бөтөрҙөң, ә мин ҡарап ултырҙым. Мин дә һине шулай һыйларға булдым. Хәйләгә ҡаршы хәйлә, ашҡа аш менән, ташҡа таш менән булһын, - тигән.»

 



Предварительный просмотр:

Эш табылды

Башҡорт халыҡ әкиәттәре.

Борон-борон заманда йәнлектәр бер йорт хужаһына киләләр ҙә:

- Хужа, беҙгә эш бир! - тиҙәр, сөнки уларҙы тик йөрөү ялҡытҡан, имеш.

- Ә һеҙ нимә эшләй беләһегеҙ? - тип һорай кеше.

- Мин һабан һөрәм, йөк ташыйым, баҫыуҙа эшләй алам, — ти   C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\схемалар шиғырҙар менән\Слайд10.JPG.

- Мин һөт бирәм, - ти  C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\схемалар шиғырҙар менән\Слайд10.JPG.

- Мин йөн бирәм, - ти C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\схемалар шиғырҙар менән\Слайд11.JPG.

Ә C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\ВОСКОБОВИЧ методик кумта\воскобович  сказки\скан квадрата схемы\схемалар шиғырҙар менән\Слайд11.JPG:

- Ә мин йомортҡа һалам, - ти.

- Ярай, мин һеҙгә эш бирәм, - ти хужа.

- Ә беҙҙе иртәнсәк кем уятыр һуң? - тип һорай йәнлектәр.

 ҡысҡырып ебәрә:

- Мин уятырмын!

Шулай итеп, уларҙың һәр ҡайһыһына эш табылған. Йәнлектәр кешеләргә файҙа килтерә башлаған, ти.

             



Предварительный просмотр:

Бүре ни өсөн айға ҡарап олой?

Башҡорт  халыҡ әкиәте.

Бынан күп йылдар элек ҡара урманда йәшәгән, ти, Бүребай. Ул бик изге, яғымлы булған. Урмандағы бар хайуандар менән дуҫ йәшәгән, матур йырлаған Бүребай. Ул йырлай башлаһа, бар йәнлектәр, ҡоштар уны тыңларға килгәндәр. Бүрене барыһы ла бик ихтирам иткәндәр, матур тауышына һоҡланғандар.

Төлкөбикә генә бер ни ҙә өндәшмәй, ти. Хәйләкәрлеге өҫтөнә бик көнсөл дә булған ул. Уға Бүребайҙың даны һис тә оҡшамаған. «Нисек тә булһа аҡылға ултыртайым мин быны. Әгәр ҙә мәгәр шуны эшләй алмаһам, исемем Төлкөбикә булмаһын», - тип үңенә һүҙ биргән. Көнө-төнө мәкер уйлап баш вата торғас, табылған бит хәйләһе.

Бер заман Бүребай үҙе яратҡан йырҙарын йырлап ултырғанда, уның янына Төлкөбикә килеп сыҡҡан. Ул Бүребайға яҡынлашып, уны ҙурлап, ике ҡулын биреп күрешкән.

- Бүребай, һинең матур йырлауыңды бөтәһе лә белә, мин дә бик яратам. Тауышың шундай көслө, моңло. Ошо хәбәрҙе Ай ҡыҙы ла ишеткән. «Бүребайҙың бер генә тапҡыр булһа ла миңә атап йырлағанын ишетһәм, кире ергә ҡайтыр инем», - тип әйтә, ти.

Төлкөбикә шулай тигән дә урман эсенә инеп юғалған. Бер ҡатлы Бүребай шатланды ла ҡуйҙы, ти. Төн еткәс, бүрегә Ай ҡыҙы бик моңһоу булып күренгән. Ул аҡлан уртаһына сығып, Айға төбәлеп, үҙенең иң матур йырын йырлап ебәргән. Таң атҡансы бер туҡтауһыҙ йырлаһа ла, Ай ҡыҙы һаман шулай моңһоу тороуын дауам иткән, ти. Бүребай: «Ай ҡыҙына минең был йырым оҡшаманы, ахрыһы, иртәгә тағы йырлармын», - тип, үҙен тынысландырған.

Шул көндән алып бүре ҡыш тимәй, йәй тимәй, Ай ҡыҙына бағышлап йырҙар йырлай икән. Ә Ай ҡыҙы төшмәй ҙә төшмәй. Ҡайһы бер көндәрҙе уны болоттар ҡаплап күренмәһә, Бүребай хәсрәтенән ни эшләргә белмәй, урман буйлап саба, үҙенә урын таба алмай икән. Ә Төлкөбикә быға ҡыуана ғына. Шулай йырлай торғас бүренең тауышы бөтә лә ҡуя. Төлкөбикә быға бик ҡәнәғәт булды, ти.

Бер көндө килеп, бүрегә:

- Ҡара әле, һинең тауышың бөткән бит. Тауышыңды Ай алған.

Бүребай олоуынан туҡтап:

- Нимә эшләйек инде хәҙер? Тауышымды нисек кире һорап алайым?

- Йә, ҡойроғом, йә, ялбырым, юлын өйрәт! - ти төлкө. Ҡойроғон ҡосаҡлап, ҡолағына ҡуйып тыңлап ала.

— Бына булды ла, — тигән. — Миңә ҡойроғом былай тине: ошо көндэн башлап гел йырла. Шунан тауышың кире ҡайтыр, - тигән төлкө. Бүребай ышанған. Тағы ла тырышыбыраҡ йырлаған, ти. Көн һайын, йырлаған һайын тауышы бөткән. Моңо ла юҡ, көйө лә юҡ. Төлкө тағы ла килгән, ти.

— Туғанҡайым, әйҙә берәй көндө байрам үткәреп алайыҡ, Һин күптән урман халҡы өсөн йырлағаның юҡ. Улар һине бик һағынған, тигән. Бүребай шатланып риза булған.

Урман йәнлектәре аҡланға йыйылған. Бүребай уртаға сығып йырлап ебәргән. Тик элекке моңо югалған, йән өшөтөп олоған ғына. Аптыраған йәнлектәр ҡурҡып ҡасып бөтәләр. Иң беренсе Төлкөбикә һыпыртҡан. Бүребай йырлап бөтөп, тирә-ягына ҡараһа, бер кем дә юҡ. Маҡтау һүҙҙәре ишетелмәй. Ул йүгереп йәнлектәрҙе эҙләй башлаған. Ҡайһыһына килеп һүҙ ҡушһа ла, өндәшмәй, баштарын баҫып, түбән ҡарап үтәләр, ти. Тора-бара уның юлына тап булмаҫ өсөн, әллә ҡайҙан урап үтәләр, ти. Бүребайҙың быға асыуы килгән. Шунан бирле уҫал холоҡло йыртҡысҡа әйләнгән. Тик һаман үҙен иң шәп йырсы тип уйлап, Ай ҡыҙын саҡырып, төн уртаһы еткәс, бөтмәҫ йырын һуҙа.

     C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\воскобович  сказки\IMG_20231128_172325.jpg      C:\Users\AdminL\AppData\Local\Microsoft\Windows\INetCache\Content.Word\IMG_20231128_172426.jpg      C:\Users\AdminL\AppData\Local\Microsoft\Windows\INetCache\Content.Word\IMG_20231128_174819.jpg

Бүре                                  Төлкө                                               Ҡыҙ

     



Предварительный просмотр:

Әтәс нимә тип ҡысҡыра?

Башҡорт халыҡ әкиәте.

Борон-борон заманда, әтәс әфисәр, тауыҡ таналай саҡта йәшәгән, ти, бер әтәс. Уның ҡойроғо бик матур булған, ти.

Бер ваҡыт тауыҡты ҡунаҡҡа саҡырғандар. Борон ҡунаҡҡа саҡырылған саҡта: «Күрше ебәрһә, барырмын», — тип әйтер булғандар. Тауыҡ әтәс күршеһенә китә:

- Әтәс ағай, мин ҡунаҡҡа барам. Бынауы йүнһеҙ ҡойроҡ менән башҡалар күҙенә ни хәл күренмәк кәрәк? Ҡойроғоңдо биреп тор әле, — ти.

— Ҡойроҡто нисек бирәйем мин? — ти әтәс.

— Ҡырҡ та бир. Ниңә яңыһы үҫеп сығыр әле, — ти.

Күрше хаҡы — тәңре хаҡы. Шулай тигән боронғолар. Әтәс тауыҡтың һүҙен йыҡмаған, ҡойроғон ҡырҡҡан да биргән.

Тауыҡ ҡунаҡҡа киткән матур ҡойроҡто тағып. Китеүен киткән, ҡайтыуҙы онотҡан. Әтәс бахыр артҡа боролоп ҡарай ҙа ҡарай. Ҡараған һайын йәне әсей. Юҡҡа биргәнмен, тип үкенеп ҡуя.

Түҙмәй:

- Ҡойроғомдо алып ки-и-ил! - тип ҡысҡыра башлай. Ҡойма башына баҫып та ҡысҡыра. Ҡалҡа башына менеп тә ҡысҡырып ҡарай. Ҡыйыҡ башынан да:

- Алып ки-и-ил! - ти. Уңға ла ҡысҡыра, ҡағынып-ҡағынып йәнә ҡысҡыра:

- Ҡойроғомдо алып ки-и-ил!

Көндөҙ ҙә ҡысҡыра, төнөн дә яр һала. Матур ҡойроғо көндә төшөнә инә икән бының. Төшөнә инә лә, уянып китеп йәнө ҡысҡыра икән:

- Ҡой-ро-ғом-до кил-тер-ә һа-а-ал!

Әтәс шулай ҡысҡыра торған. Әкренләп өр-яңы ҡойроҡ үҫә торған. Бына бер көндө элеккеһенән дә матурыраҡ булып үҫеп еткән ҡойроғо. Тик бер ғәҙәт иткәс, әтәс көндөҙөн дә, уянған һайын төнөн дә ҡысҡырыуын белгән:

- Ҡой-ро-ғом-до алып ки-и-ил!

Шул беҙгә:

Ки-ки-рик-ү-ү-үк! - тигән кеүек ишетелә икән, ти.

  C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\воскобович  сказки\2.jpg    C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\воскобович  сказки\3.jpg

                         Әтәс                                                   Тауыҡ



Предварительный просмотр:

Ҡарға ни өсөн исемен әйтеп бөтөрмәй?

Башҡорт халыҡ әкиәттәре

Берҙән-бер көндө ҡарға кәкүк менән осраша. Улар бер-береһенең хәл-әхүәлдәрен һорашҡан. Кәкүк, ҡарға менән хушлашып, уҙ юлы менән китә. Осоп барып, бер ағасҡа ҡуна ла бик матур итеп:

- Кәк-күк, кәк-күк, — тип ҡысҡыра башлай. Ҡарға быны ишетеп ҡала ла көнләшеп ҡуя.

- Мин кәкүк кеүек үҙ исемемде әйтеп ҡысҡырырға булдыра алмайыммы ни? Минең тауышым да көр, һыным да матур, - ти ул.

Шунан һуң инде ҡарға: «Ҡар-ға, ҡар-ға», - тип ҡысҡырып йөрөр булған.

Бер көндө ҡарға аҙыҡ эҙләп йөрөгәндә бер турғайҙы эләктереп ала ла ауыҙына ҡаба. Шул саҡ турғай ҡарғанан үтенә башлай:

- Ағай, мин барыбер үләм инде. Шулай ҙа исемеңде белеп ҡалайым. Һин миңә үҙ исемеңде әйтә күр инде, - ти.

Тәүҙә ҡарға суҡыштарын ҡыҫып ҡына:

- Ҡарр, ҡарр! - тигән.

Турғай:

- Минең ҡолаҡтарым бик бәләкәй, ишетмәйем, ағай, ҡысҡырыбыраҡ әйтсе, - тигәс, ҡарға ауыҙын ҙур итеп асып:

— Ҡар-ға, ҡар-ға! - тип ҡысҡырған. Шуны ғына көтөп торған турғай ҡарға ауыҙынан осоп сығып та киткән. Ҡарға турғайҙы ҡыуып ҡараған, яңынан эләктерә алмаған.

Шулай итеп, турғай үлемдән ҡотолоп ҡалған. Ҡарға үҙ исемен әйткәнгә бик үкенгән. Шунан һуң ул үҙ исемен бер ваҡытта ла тулыһынса әйтмәй икән. «Ҡарр, ҡарр» тип кенә йөрөй икән.

C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\воскобович  сказки\3.jpg

Ҡарға

C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\воскобович  сказки\3.jpg

Кәкүк

Турғай



Предварительный просмотр:

Ни өсөн бесәй өйҙә йәшәй?

Башҡорт халыҡ әкиәттәре

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер сәсән. Ул ярлы булған, ғүмере буйы байға бил бөккән. Эше өсөн байҙан бер ауыҙ яҡшы һүҙ ишетмәгән. Сәсән үҙе кеүек эшсән кешеләргә арнап йырҙар сығарған, бәйеттәр әйткән.

Бер саҡ шулай болонда эшләп йөрөгәндә бер ҙур йылан килеп сыҡҡан да сәсәндең муйынынан быуа башлаған. Йылан менән һуғыша торғас сәсәндең тамам хәле бөткән. Шул мәлдә байҙың эте китеп барған. Сәсән:

— Эй, эткәйем, ҡотҡар мине, зинһар! тип үтенгән. — Яҡшылығыңды онотмам, минең дә һиңә берәй файҙам тейер!

Эт уға:

— Һау, һау! Һинең ҡайғың юҡ әле, үҙемдең эшем күп, - тигән дә ары үҙ юлы менән китеп барған.

Шул саҡ ҡайҙандыр бер бесәй килеп сыҡҡан да йыланға ташланған. Бесәй сәсәндең муйынынан йыланды тырнап төшөргән.

Еңел тын алып, сәсән былай өндәшкән:

— Рәхмәт, бесәй! Ғүмерең буйына йылыла, мендәр өҫтөндә генә йәшә. Ә эшлекһеҙ эт бар ғүмеренә һыуыҡта ғазап сикһен.

Ошо көндән алып бесәйҙәр гел өйҙә, йылыла, ә эттәр тышта, һалҡында йәшәй икән.

 

 C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\воскобович  сказки\2ccdf74957664082ad7ae2cd74806ef3.jpg C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\воскобович  сказки\2e0dcf1712be70f0ccf222b55fc97e6f.jpeg   C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\воскобович  сказки\0c70f81bc234aaf6fa692846c3caf440.jpg 



Предварительный просмотр:

Һарыбай

Ҡасандыр йәшәгән, ти, бер бабай менән бер әбей. Үҙҙәренең ғүмерендә бала күрмәгәндәр, ти, былар. Һарыбай тигән бер этенән башҡа бер кемдәре лә булмаған. Һарыбай бик яҡшы эт булған. Шуға хужалары уны бик ныҡ яратҡандар. Ләкин ҡарт көндәрендә бабай менән әбейҙең бер балалары тыуған. Шул көндән алып Һарыбайҙың ҡәҙере киткән: хужалары уны һанламай, иркәләмәй, һирәк ашата башлағандар. Һарыбай йонсой башлаған.

Берҙән-бер көндө һарыбай, бабайға эйәреп, урманға барған. Унда үҙенең иҫке дуҫы бүрене осратҡан.

Бүре унан:

- Һарыбай дуҫ, һиңә ни булды, ябыҡҡанһың, бик бойоҡ күренәһең? - тип һораған.

Һарыбай:

- Элек мин хужамдың берҙән-бер ҡыуанысы инем, хәҙер бабайҙың улы бар. Шунан һуң миңә көн булмай башланы, — тигән.

- Ҡайғырма, Һарыбай, йәй булғас, һинең хәлең элеккесә булып рәтләнеп китер, бына күр ҙә тор, — тигән бүре.

Һарыбай уйға ҡалған. Бүренең әйткәненә төшөнмәгән. Шулай ҙа ул йәй етеүен бик көткән.

Бына йәй килеп еткән, ҡыҙыу көндәр башланған. Иген өлгөрөп, ураҡҡа төшкәндәр. Әбей менән бабай, йәш балаларын алып, баҫыуға сыҡҡандар. Бабай менән әбей ураҡ урған, бала арба аҫтында йоҡлаған, ә һарыбай әлһерәп арба күләгәһендә ятҡан.

Уйламағанда теге бүре, ҡасып-боҫоп ҡына арба янына килгән дә, баланы алып киткән. Бала ҡысҡырған тауышҡа Һарыбай уянып киткән. Шунан ул, абалап өрөп, бүрене баҫтыра башлаған.

Һарыбайҙың өрөүен ишетеп, бабай менән әбей арба янына йүгереп килһәләр, баланың ғәйеп булыуын күргәндәр. Ҡайғыларынан илаша-илаша, һарыбай артынан киткәндәр.

Һарыбай бүрене ҡыуып етеп, баланы ҡотҡарып алған да арба янына алып ҡайтҡан. Әбей менән бабай быға бик шатланғандар. Шунан яҡшы этте быға тиклем аслы-туҡлы тотоп, ябыҡтырып бөькәндәре өсөн бик үкенгәндәр, ти.

C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\воскобович  сказки\IMG_20231128_211328.jpg Бабай

C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\воскобович  сказки\IMG_20231128_213530.jpg Әбей

C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\воскобович  сказки\Презентация1.jpg Бүре, Эт



Предварительный просмотр:

Төлкө менән айыу

Борон бер заман бер айыу урманда турғай тотоп алды, ти.

- Туҡта әле, өсөнсө көн төлкө өйрәк тотоп алыуы менән маҡтанғайны. Мин дә уға маҡтанайым әле, - ти.

Айыу, турғайҙы тешләп, төлкө янына килде, ти. Төлкө уның турғай тешләп маҡтанырға уйлап килеүен әллә ҡайҙан уҡ һиҙеп тора ине, ти.

Төлкө:

- Айыу дуҫ, ҡапҡаның нимә була? - тип һораны, ти.

Айыу тештәрен ҡыҫа биреп кенә:

- Турғай, — тине, ти.

Төлкө:

- Айыу дуҫ, ишетмәйем. Бөгөн таш яҫтап йоҡлағайным, ҡолаҡтарым тонған, шәберәк әйтсе, — тигән булды, ти.

- Турғай, турғай!..

- Бер ҙә генә ишетмәйем шул. Ауыҙыңа һыу уртлаған кеүек һөйләйһең. Асығыраҡ әйтһәң ни була, айыу дуҫ?

Айыу был юлы, ауыҙын тултырып:

- Тур-ғай! - тигәйне, ауыҙындағы турғай пырр итеп осто ла китте, ти.

Төлкө:

- Ә, ишеттем, ишеттем, турғай тиһең икән, - тигән булды, ти.

Айыу:

- Ишетеүен ишеттең дә бит, тик турғайҙы осорттоң шул, — тип һуҡранды, ти.

Шунан төлкө, аҡыл өйрәтмәксе булып:

- Маҡтана белмәйһең, айыу дуҫ! - тине, ти. - Дөрөҫөн әйткәндә, һин шыр алйот, һиңә турғай тип әйтмәҫкә, ә ҡош тиергә кәрәк ине. Шул саҡта тештәрең дә асылмаҫ, турғай ҙа осмаҫ ине.

C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\воскобович  сказки\Презентация1.jpg        C:\Users\AdminL\Desktop\Педагог года 2023г\воскобович  сказки\kubiki-slozhi-uzor-kvadrat-voskobovicha_12.jpeg

Төлкө                                   Айыу                                   Турғай