Мои аудиозаписи

Рысбаева Әлиә Сәлих ҡыҙы

Башҡорт халыҡ әкиәттәре

Һарыбай.

Ҡасандыр йәшәгән, ти, бер бабай менән бер әбей. Үҙҙәренең ғүмерендә бала күрмәгәндәр, ти, былар. Һарыбай тигән бер этенән башҡа бер кемдәре лә булмаған. Һарыбай бик яҡшы эт булған. Шуға хужалары уны бик ныҡ яратҡандар. Ләкин ҡарт көндәрендә бабай менән әбейҙең бер балалары тыуған. Шул көндән алып Һарыбайҙың ҡәҙере киткән: хужалары уны һанламай, иркәләмәй, һирәк ашата башлағандар. Һарыбай йонсой башлаған. Берҙән-бер көндө һарыбай, бабайға эйәреп, урманға барған. Унда үҙенең иҫке дуҫы бүрене осратҡан. Бүре унан: - Һарыбай дуҫ, һиңә ни булды, ябыҡҡанһың, бик бойоҡ күренәһең? - тип һораған. Һарыбай: - Элек мин хужамдың берҙән-бер ҡыуанысы инем, хәҙер бабайҙың улы бар. Шунан һуң миңә көн булмай башланы, — тигән. - Ҡайғырма, Һарыбай, йәй булғас, һинең хәлең элеккесә булып рәтләнеп китер, бына күр ҙә тор, — тигән бүре. Һарыбай уйға ҡалған. Бүренең әйткәненә төшөнмәгән. Шулай ҙа ул йәй етеүен бик көткән. Бына йәй килеп еткән, ҡыҙыу көндәр башланған. Иген өлгөрөп, ураҡҡа төшкәндәр. Әбей менән бабай, йәш балаларын алып, баҫыуға сыҡҡандар. Бабай менән әбей ураҡ урған, бала арба аҫтында йоҡлаған, ә һарыбай әлһерәп арба күләгәһендә ятҡан. Уйламағанда теге бүре, ҡасып-боҫоп ҡына арба янына килгән дә, баланы алып киткән. Бала ҡысҡырған тауышҡа һарыбай уянып киткән. Шунан ул, абалап өрөп, бүрене баҫтыра башлаған. 7 6 Һарыбайҙың өрөүен ишетеп, бабай менән әбей арба янына йүи-реп килһәләр, баланың ғәйеп булыуын күргәндәр. Ҡайғыларынан илаша-илаша, һарыбай артынан киткәндәр. Һарыбай бүрене ҡыуып етеп, баланы ҡотҡарып алған да арба .шына алып ҡайтҡан. Әбей менән бабай быға бик шатланғандар. Шунан яҡшы этте быға тиклем аслы-туҡлы тотоп, ябыҡтырып ■ ■ иткәндәре өсөн бик үкенгәндәр, ти.

Скачать: Audio icon harybay.mp3