Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, һәр дүртенсе бала тиерлек телмәр үҫеше тотҡарланыуҙан яфалана. Бик йыш ҡына ата-әсәләр балаһын башҡаларға оҡшамаған тип үҙҙәрен ышандырырға тырыша, баланың “темпераменты”на, “шәхси үҙенсәлектәре”нә һылтана. Сабыйының үҫеше артта ҡалыуын педиатрҙан ишеткәс йәки балалар баҡсаһына барғас ҡына аңлайҙар. Шунлыҡтан, хөрмәтле ата-әсәләр, балағыҙ тиңдәштәренән артта ҡаламы-юҡмы икәнлеген белеү өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында бер нисә кәңәш бирәбеҙ.