Главные вкладки
Хөсәйенова Гүзәл Хәмиҙулла ҡыҙы (Хусаинова Гузель Хамидулловна)
башҡорт теле уҡытыусыһы сайты
Профессия: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Профессиональные интересы: уҡыусыларҙың уҡыу һәм яҙыу эшмәкәрлеген үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу
Увлечения: ҡул эштәре(бәйләү), аш-һыу, әҙәби әҫәрҙәр уҡыу
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: Өфө ҡалаһы
Место работы: Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 37-се мәктәбе муниципаль автоном дөйөм белем биреү учрежденияһы
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/guzel-husainova
Белемле булыу ғына етмәй, уны ҡуллана белергә лә кәрәк.
(Цицерон)
О себе
Мин, Хөсәйенова Гүзәл Хәмиҙулла ҡыҙы сығышым менән Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылынан. Беренсе президент Мортаза Рәхимов, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева,дәүләт эшмәкәре Сәрүәр Сурина, башҡорт теле белгесе Ғәлей Сәйетбатталов кеүек булған данлыҡлы яҡташтарым менән ғорурланам. Өфө ҡалаһының 37-се мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләйем. Тормош иптәшем менән ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Уларға Тыуған илгә, тыуған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләйбеҙ, киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәр булыуына ышанам.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Мәктәп йылдарында Баязит Бикбайҙың "Аҡсәскә ", Рәшит Солтангәрәевтың "Аҡ умырзая" повестары; студент сағымда Таңсулпан Ғарипованың "Бөйрәкәй" романы күңелемдә ныҡ уйылып ҡалған. Шулай уҡ Салауат Юлаевтың "Егеткә", "Уҡ "исемле шиғырҙарын әле лә яттан һөйләргә яратам.
Моё портфолио
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да- йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел-
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.
Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә- сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
(Рәми Ғарипов)