Зөбәржәт Мөҙәрис ҡыҙы22.11.2020 - 18:25
Айһылыу Миңлеғәле ҡыҙы, һеҙҙең менән бергә эшләп алған осорҙа, һеҙ үҙегеҙҙе яратып һайлаған һөнәрегеҙгә тоғро тәрбиәсе итеп таныттығыҙ. Эшегеҙгә лә, башҡаларға ла талапсан, ғәҙел, эш һөйөүсән, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаусы, яңынан-яңы эш ысулдары уйлап табыусы, ярҙамсыл, кешелекле һәм ябай кеше булараҡ башҡаларға һеҙҙе өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Ниндәй генә эшкә тотонһағыҙ ҙа еренә еткереп башҡараһығыҙ. Һеҙгә артабан да ошо еңел булмаған яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, яңы үрҙәр теләйем. Афарин!!!
Фазлыахметова Ләйсән Юлай ҡыҙы22.11.2020 - 17:59
Айһылыу Миңлеғәле ҡыҙы! Һәр бер яҙған һүҙегеҙҙән, һеҙҙең үҙ һөнәрен яратҡан ысын педагог икәнегеҙ күренеп тора. Башҡортса шул тиклем күп , бай йөкмәткеле материал тупланған сайтығыҙҙа. Алдағы эшегеҙҙә һеҙгә тағыла бейек - бейек үрҙәр яулап, илһамланып , иҫән-һау эшләргә яҙһын! Рәхмәт!
Рәхмәт, йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн.