7.Фәнни-ғәмәли эштәр

Гарипова Гульназ Рузиловна

Уҡыусыларҙың фәнни-ғәмәли конференцияларҙы ҡатнашҡан эштәре

Скачать:


Предварительный просмотр:

 

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

«Фразеологизмдар донъяһында»

темаһына тикшеренеү эше

                                                              Эшләне: 3-сө А класы уҡыусыһы

                                                                          Карамова Рената

                                                                   Етәксеһе: башҡорт теле һәм

                                                                  әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                   Ғарипова Г.Р.

Нефтекама-2011

Йөкмәткеһе

Инеш

Беренсе бүлек. 1. Теоретик өлөш.

                                   Фразеологизм төшөнсәһе.

Икенсе бүлек.    2. Практик өлөш.

                                   3А, 3Б класы уҡыусыларының телмәрҙә фразеологизмдарҙы телмәрҙә ҡулланыуы.                              

Йомғаҡлау

Библиография

       Ҡушымта

Инеш

 Эй, туған тел! Ниндәй ҡөҙрәтле һин! Гүзәлһең, йыйнаҡһың һин. Һин байһың, ҡеүәтлеһең, мәргәнһең! Шуға ла халыҡ ил ағаһы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр һүҙен яу ҡыйыр булат ҡылыс менән сағыштырған булған.Телмәрҙең иң матур биҙәге булып фразеологизмдар тора.

Сығышымдың маҡсаты: телмәрҙә йыш ҡулланылған фразеологизмдар менән таныштырыу.

Теманың актуаллеге: бөгөнгө көндә күпселек уҡыусылар үҙҙәренең телмәрендә “бысраҡ”,  “урам” һүҙҙәрен йыш ҡуллана. Беҙҙең бай телебеҙ булғанда шундай һүҙҙәр ҡулланыу - иң ҙур проблема. Тел байлығына килгәндә, иғтибарҙы халыҡ ижадына һәм, айырыуса, беҙгә бик таныш булмаған фразеологизмдарға йүнәлтәһем килә. Улар беҙҙе матур һөйләшеү генә түгел, ә уй-фекерҙе ҡыҫҡа, аныҡ, аңлайышлы  итеп әңгәмәләшкә еткереүҙә ярҙам итә.  

Теманың исеме: фразеологизмдар донъяһында.

Тикшеренеү эшенең маҡсаты:

  • фразеологизмдар  тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплау;
  • телмәрҙә йышыраҡ ҡулланылған фразеологизмдарҙы асыҡлау.

уйған маҡсаттарға ирешеү өсөн, түбәндәге мәсьәләрҙе хәл итергә кәрәк:

  • фразеологизмдар тураһында әҙәбиәтте өйрәнеү;
  • кластарҙа фразеологизмдар буйынса тикшеренеү эше үткәреү.

Тикшеренеү эшенең предметы – фразеологизмдар.

Тикшеренеү эшенең объекты – башҡорт гимназия-интернатының 3-сө А, Б класс уҡыусылары.

                                      Беренсе бүлек.

Теоретик өлөш.Фразеологизм төшөнсәһе.

Телмәр һүҙҙәрҙән төҙөлә. Һөйләм эсендә һүҙҙәр үҙ-ара төрлө бәйләнешкә инә һәм төрлө грамматик формала килә. Һәр бер телмәрҙә, һөйләмдә яңынан бәйләнешкә инеп, яһалып торған һүҙбәйләнештәр шартлы рәүештә “ирекле һүҙбәйләнештәр” тип атала. Мәҫәлән, аҡ сәскә, сәскә үҫтереү һ.б. Күренеүенсә, “сәскә” һүҙе быларҙан башҡа ла йөҙәрләгән һүҙҙәр менән бәйләнешкә инә һәм һәр ваҡыт үҙенең төп мәғәнәһен һаҡлай.

Ләкин икенсе бер төр һүҙбәйләнештәр ҙә бар. Улар составына ингән һүҙҙәр мәғәнә яғынан да, грамматик йәһәтенән дә үҙ-ара ныҡ берегеп китәләр һәм тарҡалмай торған бер бөтөнгә әйләнәләр. Телмәрҙә улар шулай нығынған һүҙбәйләнеш хәлендә ҡулланыла, һөйләмгә әҙер көйөнсә инеп китә. Мәҫәлән, баш ватыу – берәй эш-хәлде, мәсьәләне хәл итә алмай аҙапланыу; мин был хаҡта оҙаҡ баш ваттым. Баш ваттым берәмеге урынына баш ҡыйраттым, баш туҙҙырҙым йәки икенсе төрлө итеп һис кенә лә әйтеп булмай. Бына ошондай нығынған һүҙбәйләнештәрҙе фразеологизм тип йөрөтәләр.

Бик күп кеше фразеологик берәмектәрҙе  мәҡәлдәр һәм әйтемдәр менән бутай. Фразеологик берәмектәр менән мәҡәл һәм әйтемдәрҙең үҙ-ара оҡшаш яҡтары, уртаҡ үҙенсәлектәре бар.  Улар барыһы ла составы яғынан тотороҡло була, телмәргә әҙер көйө, ойош берәмек кеүек алына. Фразеологик берәмектәр ҙә, мәҡәлдәр ҙә башлыса күсмә мәғәнәлә ҡулланыла һәм күпмелер дәрәжәлә образлы була.

Ләкин мәҡәлдәр менән фразеологик берәмектәр бер-береһенән ныҡ айырыла, шул арҡала уларҙы бер рәткә ҡуйып булмай. Айырмалыҡ уларҙың мәғәнәһендә лә, төҙөлөшөндә лә, телмәрҙәге функцияһында ла күренә.

1.Фразеологик берәмек төшөнсә аңлаталар, ә мәҡәлдәр ҡатмарлы уй-фекерҙе белдерәләр. Сағыштырығыҙ: ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр; айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар һ.б. – ел  ҡыуыу, баш ватыу, эт тубығынан һ.б.

Мәҡәл үҙенең тура мәғәнәһендә лә мәҡәл булып ҡала (тура һәм күсмә мәғәнәлә лә ҡулланыла ала).  Ә фразеологик берәмек күсмә мәғәнәлә генә берәмек була.

2.Ҡайһы бер фразеологик берәмектәр ысынбарлыҡ күренештәрҙе атай һәм кәүҙәләндерә (типһә тимер өҙөрҙәй-көслө). Мәҡәлдәрҙә тормош-көнкүреш, ысынбарлыҡ хаҡында фекер йөрөтөү сағылдырыла.

3. Мәҡәл, әйтемдәр һәр ваҡыт һөйләм формаһында, ә фразеологик берәмектәр башлыса һүҙбәйләнеш формаһында булалар.

Бөгөнгө көндә фразеологизмдар һирәк ҡулланыуға ҡарамаҫтан, был проблема өҫтөндә байтаҡ ғалимдар эшләй. Улар араһында С.Н.Мортазин “Төрки телдәрҙә тотороҡло һүҙбәйләнештәр”, Х.Ғ.Йосопов, Ж.К.Кейекбаев, З.Г.Ураҡсин “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге” кеүектәр ҙә бар. Уларҙың эштәрендә бик бай материал тупланған. Китаптарҙа фразеология фәне асыҡлап яҙылған һәм фразеологик берәмектәр бирелгән.

З.Г.Ураҡсиндың  “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге”нән бер нисә фразеологизмдарҙы әйтеп китәһем килә:

ағас телле – тупаҫ һөйләшә торған, тупаҫ телле кеше;

аҙым һайын – бик йыш;

баш күккә тейеү – бик ныҡ шатланыу;

башҡа менеү - өҫтөнлөк итеү;

донъя күреү – тормош менән яҡындан танышыу, яманын, яҡшыһын татыу;

иманын уҡытыу – бик ҡаты яза биреү;

кейеҙ ҡолаҡ – кеше һүҙенә ҡолаҡ һалып бармай, әйткәнде алмай торған;

ләстит һатыу (сәйнәү) – юҡ-бар һүҙ, ғәйбәт һөйләү;

тел Мәскәүгә еткерә - күп һөйләй;

сәс үрә торған – ныҡ ҡурҡҡан;

һарыҡ яңы ҡапҡаға ҡараған кеүек – аптырап ҡалыу һ.б.

Фразеологизмдарҙы ғалимдарҙың китаптарын да ғына түгел, дәреслектәрҙә, художество китаптарында йыш осрарға мөмкин. Мәҫәлән, “Туған тел” дәреслегендә Фәрит Иҫәнғоловтоң “Ҡәләм кемгә булырға тейеш?” хикәйәһендә “күҙе дүрт булды”, Гөлнур Яҡупованың “Рәхмәт яуғанда” тигән хикәйәһендә “күҙ ташланы”, башҡорт халыҡ әкиәте “Төлкө менән Айыу”ҙа  “ауыҙына һыу ҡапҡан”.

Күпселек фразеологизмдар китап, гәзит телмәрен генә түгел, шулай уҡ беҙҙең телмәрҙе лә байыта. Шуға күрә фразеологизмдарҙы өйрәнеү, телмәрҙә йышыраҡ ҡулланыу  уҡыусыларҙың алдынғы маҡсаты булып торорға тейеш тип уйлайбыҙ.

Икенсе бүлек.

Практик өлөш.

3-сө А, 3-сө Б класс уҡыусыларының телмәрҙә фразеологизмдар ҡулланыуы.

Тикшеренеү эшенең темаһы буйынса эксперимент Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназия-интернатының 3-сө А, 3-сө Б кластарында үткәрелде. Тикшеренеү эшендә 40 уҡыусы ҡатнашты.

Беҙ уҡыусылар араһында кем үҙ телмәрендә фразеологизмдар ҡулланыуын асыҡланыҡ.

Түбәндәге һорауҙар тәҡдим ителде:

  1. Фразеологизмдың нимә икәнен беләһегеҙме?
  2. Фразеологизмдарҙы телмәреңдә йыш ҡулланаһыңмы?
  3. Ниндәй  фразеологизмдар беләһең?

Уҡыусыларҙың яуаптарын анализлағас, беҙ шундай һөҙөмтәләргә килдек.

Беренсе һорауға бөтә уҡыусылар ҙа ыңғай яуап бирҙеләр. Фразеологизм төшөнсәһе менән уҡыусылар рус һәм башҡорт теле, әҙәбиәте дәрестәрендә танышҡандар.

Икенсе һорау буйынса яуаптар түбәндәгесә булды:

3А класы уҡыусылары

3Б класы уҡыусылары

“Йыш ҡулланам”

20

10

“Ҡайһы бер саҡта”

4

6

“Һирәк”

-

-

“Бөтөнләй ҡулланмайым”

-

-

Өсөнсө һорау буйынса 3А, 3Б класы уҡыусылары түбәндәге яуаптар тәҡдим иттеләр:

“күҙе дүрт булды”,

“күҙ ташланы”,

“ҡарға һанай”,

“бер ҡолаҡтан керҙе, икенсеһенән сыҡты”,

“биттәр яна”,

“етенсе һауала”,

“ауыҙына һыу ҡапҡан”,

“йән үксәгә китте”,

“һөйәкһеҙ тел”,

“сәстәр үрә торған”,

“күк менән ер араһында”,

“танауҙы элдем”.

Бына ошондай фразеологизмдарҙы беҙҙең уҡыусылар телмәрендә йыш ҡулланалар.

Шулай уҡ беҙ ҡайһы бер фразеологизмдарҙы тәрәнерәк өйрәнеп,  аңлатмаһын асыҡланыҡ. Был эштең һөҙөмтәләре 1-се ҡушымтала бирелгән.

 

 

                                                Йомғаҡлау

Беҙҙең тикшеренеү эшенең маҡсаты булып, фразеологизмдар  тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплау, телмәрҙә йышыраҡ ҡулланған фразеологизмдарҙы тикшереү торҙо.

Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләрен анализлағас, түбәндәге һығымталар барлыҡҡа килде:

  1. Уҡыусыларҙың фразеологик төшөнсәһен аңлау-аңламауы асыҡланды. Бөтә уҡыусылар ҙа ыңғай яуап бирҙеләр. Тимәк, был төшөнсә уларға таныш.
  2. Уҡыусыларҙың фразеологизмдарҙы телмәрендә ҡулланыуы асыҡланды. Һөҙөмтәләргә таянып, түбәндәге һығымта барлыҡҡа килә: 3А, 3Б класы уҡыусылары телмәрендә фразеологизмдарҙы йыш ҡулланалар.  
  3. Уҡыусыларҙың телмәрендә ниндәй фразеологизмдар ҡулланыуы асыҡланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусылар үҙ телмәрендә фразеологизмдарҙы рус телендә генә ҡулланалар.

Был тикшеренеү эшебеҙҙең аҙағында  3А, 3Б класс уҡыусыларына түбәндәге теләктәрҙе белдерәһебеҙ килә:

  1. Һүҙлек запасын яңы фразеологизмдар менән байытыу;
  2. Фразеологизмдарҙы телмәрҙә йыш ҡулланыу.

Библиография

  1. Курс һәм диплом эштәрен башҡарыу буйынса методик ярҙам. - Өфө: БДПИ, 1998.
  2. Волина В.В. Ҡыҙыҡлы грамматика. – Мәскәү: Знание, 1995.
  3. Дәүләтшин М.С., Атнағолова С.В. Туған тел: Башланғыс мәктәптең икенсе синыфы өсөн уҡыу китабы - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2001.
  4. Псөнчин В.Ш. Һүҙ тылсымы. - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996.
  5. Ураҡсин З.Г. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.- Яңыртылған, 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2006.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:



Предварительный просмотр:

Секция “Человек в мире слов” (башкирский язык)

“Ҡала урамдары буйлап”

Зыязова Эльза, 2 Б класы уҡыусыһы

Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияhы

Уҡытыусыһы

        Гарипова Гөлназ Рузиловна

  1. Инеш. Эй, туған тел! Ниндәй ҡөҙрәтле һин! Гүзәлһең, йыйнаҡһың һин. Һин байһың, ҡеүәтлеһең, мәргәнһең! Һәр кеше үҙ туған телендә матур итеп, хатаһыҙ һөйләшә белергә тейеш.

Теманың актуаллеге: Беҙ  Башҡортостан Республикаһында йәшәйбеҙ. Республикала дәүләт теле булып ике тел алынған: рус һәм башҡорт теле. Шуға күрә бөтә вывескалар ҙа ике телдә яҙыла. Тик ҡала урамдары буйлап сәйәхәткә сыҡһаң, ҡыҙғаныс хәлгә ҡалаһың, сөнки бик күп алтаҡталарҙа хаталар осрай. Был, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ҡаланы биҙәмәй. Ошо йәһәттән тикшеренеү эшем бик актуаль булып тора.

Тикшеренеү эшенең маҡсаты: туған телдең әһәмиәтен асыҡлау, ҡала урамдарындағы алтаҡталарҙы тикшереү.

Тикшереү эшенең предметы – башҡорт һүҙҙәре.

Тикшереү эшенең объекты: ҡала урамдарындағы алтаҡталар.

2. Теоретик өлөш. Туған тел - ул донъялағы иң матур тел. Әсә теле яғымлылығы менән күңелебеҙҙе йыуатһа, матур яңғырашы менән изгелек хистәре уята. Шуға ла тел күрке - һүҙ, милләт күрке - тел тигән боронғолар. Тимәк, тел - милләттең ғүмер буйына  тапҡан һәм табынған зиһен байлығы. Тел аралашыу сараһы ғына түгел, ә милләтте милләт иткән төп сифаттарҙың береһе. Бөгөнгө көндә башҡорт теле дәүләт теле кимәлендә яҡлау тапты: 1999 йылдың 15 февралендә, “Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһында” закон ҡабул ителде. Законға ярашлы рәүештә, башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле тип иғлан ителде.Матур итеп туған телдә һөйләшергә, башҡорт теленең серҙәренә төшөнөргә беҙгә башҡорт теле дәрестәре ярҙам итә. Башҡорт теленең төп ҡағиҙәләрен аңлап, уларҙы тормошта ҡулланырға өйрәнгәндә генә беҙ матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнәбеҙ.

3.Практик өлөш. Ҡалабыҙҙың бер нисә урамдарындағы алтаҡталарҙы тикшереп сыҡҡас, ошондай һығымтаға килдек: күпселек хаталар киләһе ҡағиҙәләр буйынса ебәрелгән:

  1. Ҡ хәрефе тик ҡалын һүҙҙәрҙә генә яҙыла. Был ҡағиҙә “Булгар” кибетенең алтаҡтаһында иҫәпкә алынмай: “аҙыҡ - түлеҡ”.
  2. Ҙ хәрефе урынына з хәрефе яҙылған. Был күренеште Нефаз йәмғийәтенең “Азык - тулек” кибетенең алтаҡтаһында, шулай уҡ Юбилей урамындағы “Весна” магазинының алтаҡтаһында осратып була: азыҡ-түлеҡ, “Оптика” магазинының алтаҡтаһында: тәнәфесһез, ял көндәрсез.
  3. Башҡорт һүҙҙәренә ялғау ҡушҡанда иғтибарлы булырға кәрәк: “Glaser” магазины: эшлей, Социалистик урамындағы дарыуханала: тәнәфесһәҙ.

4.Йомғаҡлау.  Тикшеренеү эштең маҡсаты булып, туған телдең әһәмиәтен асыҡлау; ҡала урамдары  алтаҡталарындағы осраған хаталарҙы тикшереү торҙо. Был маҡсаттарға ирешеү өсөн  башҡорт теленең төп ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп, ҡала кибеттәре алтаҡталарындағы башҡорт һүҙҙәрен күҙәтеп сыҡтыҡ.

Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләрен анализлағас, түбәндәге һығымтаға килдек:

  1. Күпселек алтаҡталарҙа башҡорт һүҙҙәре ҡағиҙәләргә таянып яҙылмаған.
  2. Шулай уҡ беҙ иң күп хата ниндәй ҡағиҙәгә ебәрелгәнен билдәләп сыҡтыҡ. Һөҙөмтәләр түбәндәгесә:
  • Ҡ хәрефе башҡорт һүҙҙәрендә ҡалын һүҙҙәрҙә яҙыла - 3 хата,
  • Башҡорт һүҙҙәрендә ялғау яҙылышы – 4 хата,
  • Ҙ хәрефенең яҙылышы – 4 хата.

Шулай итеп,  бөгөнгө көндә күп башҡорт үҙ туған телен белмәй. Республикала һәм ҡалабыҙҙа башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау өсөн күп эштәр башҡарылһа ла телебеҙ һаман да яҡлауға мохтаж булып ҡала бирә. Ошондай күңелгә ятышһыҙ хаталарҙы ҡала урамдарының ҙур щиттарында, алтаҡталарында күреү, әлбиттә, ҡалабыҙҙы биҙәмәй.



Предварительный просмотр:

Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназия-интернатының

2 Б класы уҡыусыһы Муллағолова Миләүшәнең

“Жәлил Кейекбаевтың балалар өсөн яҙған  әҫәренә  күҙәтеү ” темаһының

 т е з и с т а р ы

      1. Инеш. Туған тел - ул донъялағы иң матур тел. Әсә теле яғымлылығы менән күңелебеҙҙе йыуатһа, матур яңғырашы менән изгелек хистәре уята. Шуға ла тел күрке - һүҙ, милләт күрке - тел тигән боронғолар. Тимәк, тел - милләттең ғүмер буйына  тапҡан һәм табынған зиһен байлығы. Тел аралашыу сараһы ғына түгел, ә милләтте милләт иткән төп сифаттарҙың береһе. Ул халыҡтың рухын, яҙмышын һәм аҡылын сағылдыра.

  Ә бит үҙ туған телеңдә уйлауҙан һәм һөйләшеүҙән дә ләззәтлерәк һәм бәхетлерәк нимә бар был донъяла!

  Мин Нефтекама ҡалаһында йәшәйем. Белеүегеҙсә, был ҡала Башҡортостандың төньяҡ – көнбайышында урынлашҡан. Беҙҙең ҡалабыҙ йәш, матур, әле үҫешеп кенә килә. Ҡалала көндән көн яңы ғаиләләр барлыҡҡа килә. Был бик ҡыуандыргыс күренеш, тик шуныһы борсой, мәктәпкә килгәнсе балалар башҡорт әҙәби телендә аралашмайҙар. Беҙҙең гимназияла төрлө яҡтан килеп уҡыусы балалар байтаҡ: Яңауыл, Бөрө, Тәтешле, Балтас һ.б. райондарҙан. Улар барыһы ла башҡорт әҙәби телен телмәрҙә ҡулланмайҙар, күбеһе диалект телендә аралаша. Туған теле дәрестәрендә хикәйә, әкиәт, шиғырҙың йөкмәткеһе өҫтөндә эшләгәндә, әҙәби теленә менән эйә булмағанлыҡтан, бик “ҡыҙыҡлы” хәлдәр булғаны ла бар.  

 Өҫтәп әйтергә кәрәк, боронғо башҡорт сәсәндәре, йырсы- ҡурайсылары һәм башҡа һүҙ оҫталары ижад иткән, быуындан  быуынға күсә, үҫә килгән телебеҙҙе белергә кәрәк. Бының өсөн хәҙерге башҡорт телен бар яҡлап  өйрәнеү беҙҙең бурысыбыҙ.

Теманың актуаллеге. Башҡорт тел ғилемендә һүҙҙәрҙең мәғәнәләре, улар һөйләмдә тотҡан урыны дөйөм планда өйрәнелә. Ғалимдар, күренекле яҙыусыларыбыҙ әҫәрҙәрендә башҡорт әҙәби теленә таянып эш итә.  Мин ошо эшемдә күренекле ғалим, яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың балалар өсөн яҙған әҫәренә күҙәтеү яһарға уйланым. Һүҙ менән яҙыусының нимә әйтергә теләгәнен белгәндә генә беҙ дөйөм мәғәнәне асыҡлай алабыҙ. Бөгөнгө көндә беҙ үҙебеҙҙең телмәрҙе камиллаштырырға тейешбеҙ.  Шул күҙлектән ҡарағанда минең эшем бик актуаль.

Эшемдең маҡсаты булып Жәлил Кейекбаевтың балалар өсөн яҙған әҫәрҙәренә күҙәтеү яһау.

Шунан сығып үҙ алдыма түбәндәге бурыстар ҡуйҙым: Жәлил Кейекбаевтың әҫәрен уҡыу, уның һүҙ байлығын асыҡлау, уларҙы тикшереү, ролен  билдәләү.

2. Башҡорт теленең   телмәре тураһында дөйөм  төшөнсә.

Тел тарихи ерлектә барлыҡҡа килә, ысынбарлыҡтағы предметтарҙы, эш-хәрәкәтте, билдәне һ.б. белдереүгә, билдәле бер халыҡтың аралашыуына, фекерләүенә, шул фекерҙе сағылдырыуға хеҙмәт итә. Тел — дөйөмләштерелгән, абстрактлаштырылған, фәнни яҡтан ныҡлы эшкәртелгән тотош бер система ул. Телдә өндәр, хәрефтәр бар. Уларҙы айырым төрҙәргә (һуҙынҡы, тартынҡы, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар) бүлеп йөрөтәләр. Ләкин айырым торғанда, улар бер ниндәй ҙә мәғәнә аңлатмайҙар.

Берәй мәғәнә белдереү, фекер әйтеү өсөн, уларҙы билдәле бер тәртиптә ҡуйып, һүҙҙәр төҙөргә кәрәк. Был саҡта улар ниндәй ҙә булһа лексик йөкмәтке (предмет, хәрәкәт, билдә һ.б. төшөнсәләр) ҡабул итә, тейешле һүҙ төркөмдәренә (исем, сифат, ҡылым һ.б.) ҡарай. Шул һүҙҙәрҙән тейешле ҡағиҙәләр буйынса һөйләмдәр, текстар төҙөлә.

Телмәр термины ике мәғәнәлә ҡулланыла: а) телмәр — кешенең аралашыу эшмәкәрлеге һәм б) телмәр — ошо эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе, текст.

Телмәр телдәге өндәрҙе, һүҙҙәрҙе файҙаланып уйлау, фекерләү, шул фекерҙе әйтеп йәки яҙып биреү, йөкмәткене башҡаларға еткереү, хәбәр итеүҙе эсенә ала. Былар бөтәһе лә кешенең аҡыл эшмәкәрлеген, телмәр төҙөү процесын тәшкил итә. Был эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә ниндәй ҙә булһа мәғәнәле йөкмәтке, текст төҙөлә.

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусылар телдең үҙенсәлектәре, телмәр төҙөү өсөн мөһим булған грамматик категориялар менән таныша, тел ярҙамында үҙ-ара аралашырға, фекер йөрөтөргә, уйланырға, үҙ фекерҙәрен логик бәйләнештә әйтеп бирергә өйрәнәләр. Ошо алған белемдәре һәм күнекмәләре нигеҙендә үҙ аллы белем алыу мөмкинселегенә эйә булалар.

Билдәле булыуынса, уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәре; йөкмәткеле, аныҡ, теүәл, логик бәйләнешле булырға  тейеш. Шуның өсөн дә һөйләү телмәре дөрөҫ ойошторолғанда, ул балаларҙың яҙма телмәрен үҫтерергә булышлыҡ итә.Телмәр барлыҡҡа килһен өсөн, аралашыу, фекер әйтеү теләге, ихтыяжы (мотив), аралашыусы кешеләр (һөйләүсе һәм яҙыусы, тыңлаусы һәм уҡыусы), аралашыу каналы (ишетеү, күреү, һөйләү йәки яҙыу), аралашыуҙың конкрет ситуацияһы булырға тейеш.

3. Жәлил Кейекбаевтың балалар өсөн яҙған әҫәрҙәренең һүҙ байлығы. Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев – Башҡортостанда ғына түгел, дөйөм төрки донъяһында билдәле фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы. Тик ул арҙаҡлы ғалим, телсе генә түгел, ә бына тигән яҙыусы ла. Беҙ мәктәптә уның бер нисә әкиәте менән танышабыҙ: “Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?” һәм “Айыу ниңә ҡыш өңөнән сыҡмай?”. Был әкиәттәр миңә бик оҡшаны, сөнки унда автор балаларға бик таныш булмаған, күп һорауҙар тыуҙырған ҡырағай хайуан – айыу тураһында һөйләй. Ж.Кейекбаев әкиәттең бышында уҡ бик ҡыҙыҡ исем менән үҙенә йәлеп итә. Автор балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫтә тота, әкиәттең йөкмәткеһе бик ҡыҙыҡлы бирә. Һөйләү телмәренең бер мөғжизәле күренеш булып фразеологизмдар тип иҫәпләнә. Төп геройҙы асыҡлар өсөн автор фразеологизм ҡулланған. Уны ҡарап үтәйек:

 …Һин, тайыш табан, ҡорттарҙы ҡырып, әҙер балды ашап йөрөйһөң икән әле!... Автор  айыуҙың күсмә мәғәнәләге атамаһын ҡулланған.

Шулай уҡ автор һүҙҙәрҙең  күсмә мәғәнәһен ҡулланған:

…Бал ҡорттары мыжғып торған ағас ҡыуышын күрһә, айыуҙың шатлығы эсенә һыймаған… Ул ныҡ итеп шатланғанды белдерә.

Әкиәттең йөкмәткеһен тулыһынса үҙләштерер өсөн уҡыусы һәр һүҙҙең тәржемәһен белергә тейеш,тик был бик ауыр. Мин иптәштәремә ярҙам итергә булдым. Аңлауҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙырған һүҙҙәрҙең диалект иптәштәрен, йәки синоним һүҙҙәрен таптым. Ҡарап китәйек:

 …Бал ҡорттары мыжғып торған ағас ҡыуышын күрһә, айыуҙың шатлығы эсенә һыймаған… Мыжғып – геүләп тора тип аңлатып китеп була.

Сағырға уйлайҙар… Сағырға йәки тешләргә тигәнде белдерә.

… Һин, тайыш табан, ҡорттарҙы ҡырып, әҙер балды ашап йөрөйһөң икән әле!... Ҡырып – бөтөрөп тигәнде аңлата.

…Ниңә бойоҡ йөрөйһөң?... Бойоҡ- күңелһеҙ – кәйефһеҙ.

… Айыу ағастан төшә лә ергә ятып аунай  башлай… Аунай – тулай (диалект һүҙ).

…Айыу хәлде һөйләп биргән… Хәлде- эште – булған нәмәне.

… Һинән бәтә йәнлектәр көләсәк… Йәнлек – хайуан – януар.

Шулай булғас, һин өң  ҡаҙ ҙа ҡыш буйы шунда ят… Ҡаҙ – соҡо (диалект һүҙе)

…Шунан бирле айыу көҙ өңөнә инә лә ҡыш буйына йоҡлай икән… Инә - керә ( диалект һүҙ)

Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп тәржемә итеү өсөн хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлегенә мөрәжәғәт иттем. Күҙәтеп китәйек:

…Айыу ағастан төшә лә ергә ятып аунай  башлай… Аунау – салҡан ятып ышҡыныу (йәнлек, малға ҡарата).

…Умартаны пыр туҙҙыра… Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлегендә түбәндәгесә бирелә: пыр туҙҙырыу – тар-мар итеү, тырым –тырағай килтереү.

… Ул айыуға балтаһын һелтәгән. Һелтәү һүҙен уҡыусылар икенсе мәғәнәлә лә аңларға мөмкин. Һелтәү – урлау тип. Һөйләмгә иғтибар итһәк, был әкиәттә уның мәғәнәһе икенсе төрлө икәнен күрәбеҙ. Һелтәү – киҙәнеп бәреү, ырғытыу, һуғыу.

Автор үҙ туған теленең күркәмлеген бала сағынан уҡ күңеленә һеңдергән һәм шуларҙы үҙ әҫәрҙәрендә бик уңышлы итеп ҡулланған.

Шулай итеп, һүҙҙең мәғәнәһен белеү, уны телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу – бик ҙур эш. Һәр һүҙ кешенең фекерен асыҡ, образлы һәм тәҫьирле итеп бирергә ярҙам итеүҙә; телмәрҙе байытыуҙа, тәрән мәғәнәле, хис-тойғоло булдырыуҙа, әҫәрҙәрҙә геройҙы характерлауҙа ярҙам итә.



Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯ - ИНТЕРНАТЫ

«Исемдәр донъяһында»

темаһына тикшеренеү эше

         Эшләне: 4-се а класы уҡыусылары

                                                                               Карамова Рената һәм

           Шәймәрҙәнова Элина

                                         

                                                                                Етәксеһе: башҡорт теле һәм

                                                     әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                      Ғарипова Г. Р.

 

Нефтекама-2012

Йөкмәткеһе

Инеш

Беренсе бүлек. 1. Теоретик өлөш.

                              Исемдәрҙең килеп сығышы.

Икенсе бүлек.    2. Практик өлөш.

Башланғыс  класс уҡыусыларының исемдәрен өйрәнеү.    

Йомғаҡлау

Библиография

Ҡушымта

Инеш

«Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, һине күреп кем туйған» тигән йыр бар. Ысынлап та, һәр кешенең үҙе яратҡан һәм күркәм исеме була. Исемең шәп булһын, ырыуыңа тап булһын, ырыуыңа тап булмаһа, ораныңа тап булһын.

Сығышыбыҙҙың маҡсаты: ҡайһы бер исемдәр тураһында мәғлүмәт биреү.

Теманың актуаллеге: бөгөнгө көндә бик күп төрлө исемдәр бар. Яңы тыуған балаларға исем ҡушҡанда атай - әсәйҙәр бик ҙур иғтибар бирелә. Исем һайлау мине ҡыҙыҡһындырҙы, шуға күрә мин уны тикшеренеү эшенең темаһы итеп алдым. Шулай итеп, бала кешегә исем ҡушыу ул мөһим эш. Сөнки исем кеше менән гел бергә була һәм уның яҙмышына тәҫьир итә. Баланың киләсәген дә, ниндәй булып үҫерен дә исем менән бағлайҙар. Тимәк, исем – ябай ғына атама түгел. Бөгөнгө көндә бала кешегә исем һайлау проблемаһы әле лә актуаль булып ҡала.

Теманың исеме:  исемдәр донъяһында.

Тикшеренеү эшенең маҡсаты:

  • исемдәрҙең килеп сығышын өйрәнеү, уларҙың әһәмиәтен асыҡлау;
  •  башланғыс класс уҡыусыларҙың исемдәренең мәғәнәһен асыҡлау;

Ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн, түбәндәге мәсьәләрҙе хәл итергә кәрәк:

  • исемдәр тураһында әҙәбиәтте өйрәнеү;
  • башланғыс кластарҙа исемдәр буйынса тикшеренеү эше үткәреү;

Тикшереү эшенең предметы – исемдәр.

Тикшереү эшенең объекты – башҡорт гимназия-интернатының

башланғыс класс уҡыусылары.

Беренсе бүлек.

Теоретик өлөш. Исемдәрҙең килеп сығышы.

Билдәле рус яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың ошондай һүҙҙәре бар: “Кешелә бөтә нимә лә - йөҙө лә, кейеме лә, тәне лә, күңеле лә матур булырға тейеш”. Шуға өҫтәп әйтергә булалыр, моғайын: исемдең дә үҙ матурлығы, мәғәнәһе бар ҙа баһа.

Матур, яғымлы, ҡолаҡҡа ятышлы исемде кем генә яратмай. Әммә шуныһы бар: кешегә үҙ исемен үҙенә һайлау мөмкинселеге бирелмәгән. Уға исемде ата-әсәһе һайлай.

Әйтеп китергә кәрәк, исем ҡушыу ябай ғына нәмә түгел. Ә исемдәр донъяһын өйрәнеү үҙе бер фән ул. Кеше исемдәрен генә түгел, ә бөтә төр яңғыҙлыҡ исемдәрҙе өйрәнә торған фән бар донъяла. Ул ономастика тип атала.

Ә хәҙер исемдәрҙең төркөмдәргә бүленешен ҡарайыҡ:

1. Тасуири исемдәр. Мәҫәлән: Урал, Таңсулпан, Айсыуаҡ, Ҡарлуғас, Һарысәс, Буранғол, Ирәндек, Мәргән, Таңбикә һ. б.

2. Теләк исемдәр. Мәҫәлән: Булат, Арыҫлан, Тимербай, Яҡшыбай, Алтынбикә, Юлтимер һ. б.

3. Арнау исемдәр. Мәҫәлән: Көнһылыу, Һәҙиә, Көнбикә, Айыухан, Бүләк, Ҡунаҡбай, Ишҡусты һ. б.

Шәжәрәләргә иғтибар итһәк, унда күп боронғо исем күреп була. Балаға ата-әсәләре, бала оҙон ғүмерле, сыҙамлы булһын өсөн, исем ҡушҡанда, шул теләктәрҙе исемгә лә һалғандар: Йәнтимер, Йәноҙаҡ (ғүмере оҙон булһын тигән теләктәр), Йәнсура (батыр егет), Тимерйән, Тимерғәле, Таштимер (ныҡлы булһын өсөн), Алмас (бала ныҡ, үткер булһын тигән теләкте белдерә).

Хәҙерге ваҡытта Салауат исеме йыш осрай. Был батыр исеме. Тимәк, ошо исеме йөрөтөүсе малайҙар көслө, ҡыйыу булырға тейеш.

Башҡорттарҙа һоҡланғыс исемдәрҙең тағы береһе – Урал. Уның да тәрән мәғәнәһе һәм тарихы бар. Урал, билдәле булыуынса, беҙҙең тыуған еребеҙ,  Урал тауының атамаһы. Ул бик боронғо замандарҙа уҡ барлыҡҡа килгән. Урал һүҙе, Урал исеме башҡорт халҡы өсөн ҡәҙерле лә, матур ҙа, тимәк, популяр ҙа.

Шулай итеп, бик күп исемдәр йөҙәр, меңәр йыл йәшәп килә. Бер генә исем дә осраҡлы барлыҡҡа килмәгән. Исемдәрҙә, ҡыҫҡа ғына әйткәндә, тарих сағылған.

Шулай уҡ, әкиәт, эпостарға мөрәжәғәт итһәк, унда ла бик күп боронғо исемдәр осратырға була. Мәҫәлән, Айһылыу, Таңһылыу, Айбикә, Ҡарлуғас, Һандуғас һ. б. Бында күренеүенсә, ниндәй генә сағыштырыуҙар юҡ бында. Һылыу, ай, көн, гөл, алтын, аҫыл, ынйы кеүек һүҙҙәр исемдән исемгә теҙелеп киткән. Мәҫәлән: Айҙар, Айнур, Айрат, Айгөл, Айһылыу, Айсолтан, Айсара, Айваз, Гөлназ, Гөлшат, Гөлбикә, Гөлйемеш, Гөлйөҙөм, Гөлгөнә, Гөлкәй, Гөлмира, Илсур, Илнур, Илһам, Илбатыр, Илгиз, Илгизәр, Илдар, Илдус, Илмир, Илшат, Ильяс, Илбикә, Илгизә, Илүсә  һ. б.

Заманалар үҙгәргән һайын, яңы исемдәр барлыҡҡа килә. Мәҫәлән: Ренат- революция, наука, труд һүҙҙәренән алынған. Шулай уҡ, сит телдәрҙән исемдәр инә башлай. Роберт (инглиз теленән – бөйөклөк тигәнде аңлата).

Һуңғы йылдарҙа күп кенә яңы исемдәр индерелде: Илшат, Гөлнур, Гүзәл, Ләйсән, Миләүшә, Лилиә, Азат, Ирек, Илгиз.

Дөйөм алғанда, башҡорт исемдәренең күпселеге ғәрәп һүҙҙәренән алынған, ғәрәп исемдәре беҙгә дин менән бергә ингән, шуға үҙләшеп киткән. Саф башҡорт исемдәре лә күп. Ғалимә Таңһылыу Кусимованың “Исемдәр  донъяһында” тигән китабында һәр бер кеше үҙ исеменең тәржемәһен таба ала.

                                     Икенсе бүлек.

Практик өлөш.

Башланғыс  класы уҡыусыларының исемдәрен өйрәнеү.

 Тикшеренеү эшенең темаһы буйынса эксперимент Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназия-интернатының башланғыс кластарында үткәрелде. Тикшеренеү эшендә 218  уҡыусы ҡатнашты.

 Беҙ уҡыусылар араһында кем үҙ исеменең мәғәнәләрен белә, кем белмәй икәнен, шулай уҡ һәр исем ниндәй мәғәнә йөрөтөүен асыҡланыҡ.

Исемдәрҙең мәғәнәләре  таблицала бирелгән.

Һөҙөмтәләр түбәндәгесә:

  1. Башланғыс кластарҙа үҙ исемдәренең мәғәнәһен 24 уҡыусы белә.
  2. Башланғыс кластарҙа:
  • 48 уҡыусы ғәрәп исемдәрен йөрөтә
  • 18 уҡыусының исеме башҡорт теленән алынған
  • 11 уҡыусының исеме славян теленән
  • 22 уҡыусының исеме боронғо грек теленән
  • 6 уҡыусының исеме боронғо герман теленән
  • 2 уҡыусының исеме рус теленән
  • 22 уҡыусының исеме латин теленән
  • 4 уҡыусының исеме еврей теленән
  • 4 уҡыусының исеме француз теленән
  • 1 уҡыусының исеме инглиз теленән
  • 5 уҡыусының исеме төрки теленән
  • 4 уҡыусының исеме татар теленән
  • 1 уҡыусының исеме скандинав теленән
  • 2 уҡыусының исеме монгол теленән
  • 14 уҡыусының исеме фарсы теленән
  • 7 уҡыусының исеме  башҡ + фарсы теленән
  • 1 уҡыусының исеме кельт теленән
  • 7 уҡыусының исеме франко-герман теленән
  • 7 уҡыусының  иҫкергән исем йөрөтәләр

     Беҙҙең күреүебеҙсә, беҙҙең уҡыусылар төрлө телдәрҙән килгән матур-матур исемдәр йөрөтә.

     Һәр уҡыусының исем мәғәнәһе исемлектә бирелгән.

Ә хәҙер беҙ һеҙгә бер уйын тәҡдим итәбеҙ, “Кем күберәк исемдәр белә” тип атала. Ике уҡыусы саҡырыла. Һеҙ Ал, Ай, Гөл  һүҙҙәре булған исемдәр әйтергә кәрәк. Бер аҙым – бер исем. Кем тиҙерәк ултырғысҡа барып етә, шул еңә. (Айгөл, Айҙар, Айрат, Айнур, Айһылыу, Айзат, Алһыу, Алмас, Алина, Гөлшат, Гөлназ, Гөлсәсәк, Гөлфиә, Гөлнур һ. б.)

     

Йомғаҡлау

Шулай итеп, исемдең тамырҙары сал тарихҡа барып тоташа. Ул халыҡ тарихының, туған телдең күп быуаттар буйы тупланып килгән алтын-көмөштәй ҡиммәтле, ҡәҙерле бер хазинаһы.

Беҙҙең тикшеренеү эшенең маҡсаты булып, исемдәрҙең килеп сығышын өйрәнеү, уларҙың әһәмиәтен асыҡлау, уҡыусыларҙың исемдәренең мәғәнәһен асыҡлау торҙо.

Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләрен анализлағас, түбәндәге һығымталар барлыҡҡа килде:

  1. Башланғыс кластарҙа үҙ исемдәренең мәғәнәһен белеүсе уҡыусылар һаны асыҡланды:  218 уҡыусы араһынан – 24 уҡыусы белә.
  2. Һәр исемдең мәғәнәһе асыҡланды.

Әйтеп үтергә кәрәк, балаға исемде ата-әсәһе һайлаһа ла, был исем менән баланың ғүмер буйы йәшәйәсәген иҫтә тотоу мотлаҡ. Шулай уҡ, балаға милләтенә ҡарап исем ҡушһалар, яҡшыраҡ булыр ине. Бер исем дә эҙһеҙ юғалмаҫ ине.

Беҙ был тикшеренеү эшенең маҡсаттарына ирештек, тип

уйлайбыҙ.

Библиография

  1. Методические указания по выполнению дипломных и курсовых работ. – Уфа: БГПИ, 1998.
  2. Бураҡаев И. Д., Бураҡаева М. С., Юлмөхәмәтов М. Б. Тормош һабаҡтары: 5-се класс өсөн дәреслек. (Тулыландырылған икенсе баҫмаһы). - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996.
  3. Кусимова Т. Х. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991.
  4. Хигир Б. Ю. Энциклопедия имен / М.: “Издательство ФАИР”, 2008.
  5. Һеҙ яратҡан йырҙар. 1-се сығарылыш / Төҙ. Ғәзизов. Р. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.



Предварительный просмотр:

 БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

«Ырымдар донъяһында»

темаһына тикшеренеү эше

Эшләне: 4-се А класы уҡыусыһы

                                                     Солтанова Эльза

                                                                   Етәксеһе: башҡорт теле һәм

                                                        әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                      Ғарипова Г.Р.

Нефтекама-2016

Йөкмәткеһе

Инеш

Беренсе бүлек. 1. Теоретик өлөш.

                              Ырымдарҙың килеп сығышы.

Икенсе бүлек.    2. Практик өлөш.

Ырымдарҙың аңлатмаһын  өйрәнеү.    

Йомғаҡлау

Библиография

Ҡушымта

Инеш

Сығышымдың маҡсаты: ҡайһы бер ырымдар тураһында мәғлүмәт биреү.

Теманың актуаллеге: мин быйыл дүртенсе класта уҡыйым. Ҙур яуаплылыҡ минең елкәлә: тикшереү эштәрен дөрөҫ эшләргә, төрлө йүнәлештәге олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу….Шул ҡәҙәр эште айҡап сығыр өсөн, белем һәм үҙеңә ышаныс кәрәк. Яуаплы көн килеп еткәс, бөтә нимә ниндәйҙер сихри көскә эйә була башлай: өйҙән уң аяҡ менән сыҡһаң, юлың уңыр; юлда ҡара бесәй юлды киҫһә, юлың уңмаҫ, һ.б. Ырымдарға мин генә түгел, минең иптәштәрем, класташтарым, хатта ата-әсәләрем һәм туғандарым ышана. Ырымдарҙа ысынлап та сихри көс бар микән? Әллә ырымдарға ғына таянып йәшәргә кәрәк микән?

Теманың исеме:  ырымдар донъяһында.

Тикшеренеү эшенең маҡсаты:

  • ырымдарҙың килеп сығышын өйрәнеү, уларҙың әһәмиәтен асыҡлау;
  • ырымдарҙың кеше тормошонда биләгән урынын асыҡлау;

Ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн, түбәндәге мәсьәләрҙе хәл итергә кәрәк:

  • ырымдар тураһында әҙәбиәтте өйрәнеү;
  • класта ырымдар буйынса тикшеренеү эше үткәреү;
  • ырымдарҙың ҡулланылышын өйрәнеү.

Тикшереү эшенең предметы – ырымдар.

Тикшереү эшенең объекты – башҡорт гимназияһының

4-се А класс уҡыусылары.

Тикшеренеү эшенең гипотезаһы – ырымдарға тулыһынса ышанырға кәрәкмәйҙер , тип уйлайым.

Тикшеренеү эше инештән,теоретик, практик, йомғаҡлау, библиографик өлөштәрҙән тора.

Беренсе бүлек.

Теоретик өлөш. Ырымдарҙың килеп сығышы.

Иң тәүҙә ырым төшөнсәһенә аңлатма бирәйек. Ырым - боронғо кешеләрҙең төрлө тәбиғәт күренештәре һәм үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән тормош-көнкүрештәре араһында ниндәйҙер бәйләнеш табырға теләгән тырышыуы ерлегендә тыуған ҡара ышаныу, юрау. Үҙенең ерлеге менән ырым кешелек тарихының боронғо осорҙарына ҡайтып ҡала һәм кешеләрҙең аң-белем кимәленең сағыштырмаса түбән заманын сағылдыра. Мәҫәлән, имеш, ҡырҙа ятҡан ерҙә ҡоҙғон ҡорҡолдаһа, ул ерҙә йәшәргә ярамай, йәки әтәс тауыҡ булып ҡысҡырһа, йорт-ҡураға ҡаза килә. Юлда барғанда юлды ҡуян (ҡара бесәй) ҡыйып сыҡһа, юл уңмай, имеш.

Тап ошо ерлектә ҡояш байыған саҡта йоҡларға, иҙән һеперергә ярамай; елкәһе соҡор кеше ялҡау, ирене йоҡа кеше уҫал була, эйәгеңә таянып ултырһаң, етем ҡалаһың; төштә алғы тешең һынһа, яҡын кешеләреңдән берәү үлә; мунсала йырларға йәки гармун уйнарға өйрәнгән кеше оҫта йырсы, гармунсы була кеүек ырым-юрауҙар формалашҡан. Бындай ырым-юрауҙарҙың килеп сығышын аңлатыу ҡыйын. Ихтимал, осраҡлы рәүештә тап килгән ҡайһы бер күренештәр (мәҫәлән, ялҡауҙар арҡаһында елкә соҡоро тәрән, уҫал кешеләр араһында йоҡа иренлеләр булыуы мөмкин) аҡрынлап дөйөмләштереп әйтелә башлаған. Ләкин шуныһы күҙгә ташлана: ырым-юрау, ул ни хәтле генә боронғо күренеш булмаһын, кешеләр тормошонда әле лә ныҡлы һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, хәҙер инде юлға сыҡҡанда буш биҙрәле кеше, йә булмаһа ҡара бесәй күреп кире әйләнеп киткән кешене осратыуы ҡыйын, әммә ошо ҡараштар әле лә ырым-юрау булараҡ йәшәй.

Аҡрынлап кешеләр тәбиғәт серҙәренә төшөнә барған, тәбиғәт күренештәрен, ҡош-ҡорттарҙың холоҡ-ҡылығын, үҫемлектәрҙең торошон күҙәткән, быуаттар буйы тупланған һәм быуындан быуынға тапшырыла килгән тәжрибәнән сығып ҡайһы бер күҙәтеүҙәр яһаған. Бындай күҙәтеүҙәр, нигеҙҙә, көндөң, йылдың нисегерәк килеүен юрауға нигеҙләнгән, һәм бындай ырым-юрауҙарҙың күбеһе ысынбарлыҡты сағылдыра. Мәҫәлән, аяҙ булһа-һыуытыр, урман шаулаһа – көн боҙолор, арҡа һыҙлаһа – ямғыр булыр кеүек тиҫтәләгән ырым-юрауҙар хәҙер инде бәхәсһеҙ булған хәҡиҡәт булараҡ ҡабул ителә.

Ырым-юрауҙарҙы айырым тематик төркөмдәргә бүлергә мөмкин:

  • Төрлө мифик заттарға, тәбиғәт көстәренә, йыл миҙгелдәренә бәйле ырым-ышаныуҙар (ҡойроҡло йондоҙ афәт килтерә; сусҡа йылы ашлыҡ уңыр….)
  • Ҡош-ҡорт, үлән, ағастарға бәйле тыуған ырым-юрауҙар (эт аунаһа, ямғыр булыр; торна бейеһә, көн йылыныр)
  • Кешенең үҙ-үҙен тойоуына, буй-һынына, ҡиәфәтенә бәйле ырым-юрауҙар (йөнлө кеше - йүнле кеше; оло ҡолаҡлы кеше - ялҡау була)
  • Им–томға бәйле ырым-юрауҙар (йәш баланың маңлайына ҡором һөртһәң, күҙ теймәй)
  • Төш юрауға бәйле ырымдар (төшөңдә илаһаң, өңөндә шатланырһың; төштә аҡ әйбер күреү шатлыҡҡа, ҡара әйбер күреү ҡайғыға булыр).

Икенсе бүлек.

Практик өлөш. Ырымдарҙы өйрәнеү.

Тикшеренеү эшенең темаһы буйынса эксперимент Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназия-интернатының 4-се А класында һәм гимназия уҡыттыусылар араһында үткәрелде. Тикшеренеү эшендә 35 кеше ҡатнашты.

 Мин уҡыусылар араһында ырымдарға нисә кеше ышанғанын, ниндәй ырымдар белеүен һәм экспериментта ҡатнашыусылар өсөн ырым ниндәй мәғәнә йөрөтөүен асыҡланым.

Ырымдарҙың мәғәнәләре  таблицала бирелгән.

Һөҙөмтәләр түбәндәгесә:

  1. Анкетированияла ҡатнашыусылар араһында  ырымдарға 24 кеше ышана..
  2. Иң таралған ырымдар араһында: ҡара бесәй юлды киҫһә, юлың уңмай(35 кеше); кирегә ҡайтһаң, юл уңмай, көҙгөгә ҡарап сығырға кәрәк (31 кеше); бағана аҫтынан үтһәң, бәләкәй булып ҡалаһың (19 кеше); ирен нәҙек кеше уҫал була (14 кеше); Ҡулы ҡаты кеше үҙенән өлкәнерәк кешегә кейәүгә сыға, йәки өйләнә (16 кеше); уң ҡул ҡысыһа, осрашыуға (27 кеше); һул ҡул ҡысыһа, аҡсаға (27 кеше); танау ҡысыһа, күстәнәскә (23 кеше); өҫтәлдән балғалаҡ төшһә, ҡатын-ҡыҙ ҡунаҡҡа килә (16 кеше); өҫтәлдән сәнске бысаҡ төшһә, ир-ат ҡунаҡҡа килә (16 кеше); балғалаҡ менән сәй эсһәң, бәхетеңде кәметерһең (10 кеше) . Күреүебеҙсә байтаҡ яуаптар кешенең тормошо менән бәйле.
  3. Ырымдарҙы һәр кеше үҙенсә күрә һәм аңлай. Уҡыусылар араһында: “ Ырым – дөрөҫ нәмә” йәки “...ҡыҙыҡлы әйбер, уға ышанһаң да, ышанмаһаң да була” тигән яуаптар бар. Уҡытыусылар араһында: “...борон ата-бабаларҙан ҡалған аманат. Ырымдар кешеләрҙе тәрбиәләр өсөн уйлап сығарылған нәмә”, “....уларҙы мин “кәрәк” саҡта ғына иҫкә төшөрәм. Мәҫәлән, ҡунаҡ көткәндә балғалаҡ төшөп китһә, йәки зарплата ваҡыты етә башләһа...” тигән яуаптар бик ҡыҙыҡлы булды. Сағыштырып ҡараһаҡ уҡыусылар һәм уҡытыусылар яуаптар айырылып тора. Тимәк, кеше үҫә бара ырымдарға бик ышанып бармай. Ул үҙ көсөнә ышанырға өйрәнә.

Хәҙер мин һеҙгә әҙерәк ял итеп алырға тәҡдим итәм. Беҙ һеҙҙең менән ырымсылар булып алайыҡ әле. Һәрберегеҙгә ҡағыҙ бите таратып сығам. Унда ырымдың башы яҙылған, һеҙгә уны дауам итеп яҙып бөтөрөргә кәрәк. Әйҙәгеҙ башлайыҡ. “Көндә иртән уң аяҡтан торһаң,......”, “Иртән дәрескә килгәндә бишенсе булһаң,......”, “Уҡытыусы биргән ручка менән диктант яҙһаң,.......”.

Беҙҙең күреүебеҙсә, беҙҙең уҡыусылар һәм уҡыусылар тормошонда ырымдарға ышаналар..

     Иң таралған ырымдар ҡушымтала бирелгән.

Йомғаҡлау

Шулай итеп, минең тикшереү эшенең темаһы булып “Ырымдар донъяһында” торҙо. Был теманы тикшереү миңә бик оҡшаны.

Минең тикшеренеү эшенең маҡсаты булып, ырымдарҙың килеп сығышын өйрәнеү, уларҙың әһәмиәтен асыҡлау,ырымдарҙың кеше тормошонда биләгән урынын асыҡлау торҙо.

Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләрен анализлағас, түбәндәге һығымталар барлыҡҡа килде:

  1. 4-се А класы уҡыусылары һәм уҡытыусылар араһында ырымдар мәғәнәһен белеүсе уҡыусылар һаны асыҡланды:     35 кеше араһынан –  24 уҡыусы ышана.
  2. Йыш ҡулланыла торған ырымдар асыҡланды.
  3. Ырымдарҙың кеше тормошонда биләгән роле тикшерелде.

Әйтеп үтергә кәрәк, ырымдар беҙҙең тормошта бихисап ҡулланыла. Әммә ниндәй генә ырыу булмаһын, һәр кеше үҙе уйлай, ышанырғамы юҡмы. Кеше аңлы, башлы, был тормошто үҙе төҙөй һәм ырымдарға ғына ышанып йәшәү дөрөҫ түгелдер тип уйлайым. Минең алдан ҡуйылған гипотезам раҫланды.

Мин был тикшеренеү эшенең маҡсаттарына ирештем, тип уйлайым.

Библиография

  1. Методические указания по выполнению дипломных и курсовых работ. – Уфа: БГПИ, 1998.
  2. Бураҡаев И. Д., Бураҡаева М. С., Юлмөхәмәтов М. Б. Тормош һабаҡтары: 3-сө класс өсөн дәреслек. (Тулыландырылған икенсе баҫмаһы). - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2014й
  3. Галин Салауат. Тел асҡысы халыҡта. Башҡорт фольклорының аңлатма һүҙлеге. Төҙәтелгән һәм тулыландырылған 2-се баҫмаһы. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте. 1999.
  4. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатма һүҙләге. – Өфө, 2004.


Предварительный просмотр: