4.Дәрес өлгөләре
Төрлө темаларға дәрес өлгөләрен тәҡдим ителә
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
М.Кәрим "Беҙҙең өйзөң йәме" әҫәре буйынса | 19.3 КБ |
3 класта үтелгәндәр буйынса йомғаҡлау дәрес-өлгөһө | 21.4 КБ |
"Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары" | 19.66 КБ |
prezentatsiya_k_uroku_1.ppt | 511 КБ |
Предварительный просмотр:
НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ
БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ
Һуғыш михнәттәрен күргән балалар…
(дәрес өлгөһө)
Башҡарҙы: Ғарипова Г.Р.,
башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Нефтекама, 2014
БАШКИРСКАЯ ГИМНАЗИЯ
ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД НЕФТЕКАМСК
Дети военных лет…
(разработка урока)
Выполнила: Гарипова Г.Р.,
учитель башкирского
языка и литературы.
Нефтекамск, 2014
Класс: 4
Предмет: башҡорт әҙәбиәте
Тема: Һуғыш михнәттәрен күргән балалар. ( М.Кәрим. “Беҙҙең өйҙөң йәме”. “Ҡайт инде, атай, ҡайт!” )
Маҡсат: М.Кәрим тормошо һәм ижады менән яҡыныраҡ таныштырыу; аңлы, йүгерек уҡыу күнекмәләрен үҫтереү; иғтибар, хәтер, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү; һүҙ байлыҡтарын арттырыу; уҡыусыларҙа илебеҙҙең тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты, китаптары күргәҙмәһе.
Предварительный просмотр:
3-сө класс. Йомғаҡлау дәресе.
Уҡытыусылар эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге | |||
1.Психологик комфорт булдырыу | ||||
-Хәйерле иртә, балалар. Бөгөнгө дәресте теләк теләүҙән башлайыҡ. Тотоноштоҡ, бер-берегеҙгә ҡарап йылмайыштыҡ, яҡшы теләктәр әйтәйек. Таҡтаға иғтибар итегеҙ. Әйҙәгеҙ, хор менән уҡыйыҡ. Һаумыһығыҙ, балалар! Хәйерле иртә, Имен булһын көнөгөҙ! Һәйбәт булһын кәйефтәрегеҙ! Көр булһын күңелегеҙ! | Балалар хор менән уҡып сыға. Дуҫына рәхмәт тойғоһо белдереү, парталаш дуҫыңа уңыштар теләп, дәрестә дәртләнеп эшләүгә ынтылыш алыу. | |||
2. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу ситуацияһы | ||||
Һығымта Тимәк, беҙ дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырға тейешбеҙ? Нимә эшләрбеҙ икән? | Хәтерҙәрен, иғтибарлы тыңлау күнекмәләрен үҫтереү. Һығымта | |||
3. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү. | ||||
1. “Һүҙҙәр яһа” уйыны. Карточкалағы төрлө ижектәрҙән ҡылымдар яһау. Аш, ҡул, яулыҡ, мең, яҡ, япраҡ, көн - Ниндәй һүҙҙәр барлыҡҡа килде? - Уларҙы ниндәй ҡағиҙәгә таянып төҙөнөк? 2.Төркөмләп тикшереү эше. Беренсе төркөм: ҡушма һүҙҙәрҙең яһалышын аңлытырға, ике тамыр ҡушып яһалған һүҙҙәрҙең миҫалын килтерергә. Икенсе төркөм: ь,ъ билдәләре ҡушма һүҙҙәрҙе ҡасан яҙыла?һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. Өсөнсө төркөм:таҡтала бирелгән ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙырға. Һығымта -Әйҙәгеҙ, үҙегеҙ иҫбатлағанды йомғаҡлап ҡуяйыҡ. Шулай итеп, ҡушма һүҙҙәр тураһында нимә әйтә алабыҙ? | Хәтерҙәрен, иғтибарлы тыңлау күнекмәләрен үҫтереү. Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп эшләргә өйрәнеү, һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен үҫтереү. Ижади һәләтен үҫтереү. Һығымта Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп эшләргә өйрәнеү, һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен үҫтереү. | |||
4. Ғәмәли эштәр | ||||
1. Текст өҫтөндә эш. Баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, аҫтына һыҙыу. Һығымта Шулай итеп, һөйләм киҫәктәре ниндәй була? 2. Әңгәмә. Мәҡәлдәрҙең бөтәһенә лә ниндәй исем биреп була? Нимә тураһында улар? Оҡшаған мәҡәлде файҙаланып, үҙ фекерегеҙҙе ҡыҫҡаса әйтеп китегеҙ. Ял минуты 3. Дәфтәрҙә эш.Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙгә фонетик анализ эшләргә Тикшереү. Дөрөҫ һәм матур итеп яҙылған дәфтәрҙе документ камера ярҙамында күрһәтеү. Һығымта 4.Төркөмдә эшләү Һүрәттәрҙе ҡарағыҙ. Балалар нимә эшләй? Әйҙәгеҙ, уларға исем бирәйек. Бирелгән схемаға ярашлы диалогты тулыландырырға. -Һаумы, ….. - …..,…. - Хәлдәрең нисек? -…….. 5. Парлап эшләү Һеҙҙең иғтибарығыҙға төрлө һүрәттәр бирелгән. Уларға таянып диалог төҙөгөҙ. Тикшереү Диалог телмәрҙең ниндәй төрөнә инә? Схеманы тулыландырайыҡ. Телмәр
Диалог, уйлау, мимика, дәфтәрҙә эш, телефондан һөйләшеү, инша, телевизор ҡарау Һығымта Мин дәресте теләктән башлаған инем. Хәҙер һеҙ ҙә тиҙ генә төркөмдәргә бүленеп, берәр теләк уйлап, ошо ҡағыҙҙарға яҙырға кәрәк буласаҡ. | Парлап эшләү, һөйләм киҫәктәрҙе табыу. Һығымта Баш һәм эйәрсән киҫәктәргә, баш киҫәктәр төп мәғәнәне белдерә, эйәрсән киҫәктәр һөйләмде тулыландыра Тәнде ял иттереү.Физик күнекмәләрҙең кеше һаулығына ыңғай йоғонто яһауын төшөнөү. Күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү, уҡыу күнекмәләрен нығытыу, тейешле интонация менән уҡырға өйрәнеү, Һығымта Бер-береңде тыңларға, иптәшеңдең яуаптарын тулыландырырға өйрәнеү. Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп эшләргә өйрәнеү, һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен үҫтереү. Ижади һәләтен үҫтереү. Һығымта Фекерҙәрен иҫбатларға өйрәтеү. Үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт тәрбиәләү. | |||
5. Рефлексив анализ. | ||||
Беҙ бөгөн дәрестә мин нимәне ҡабатланым? тулыландырҙым Мин …….ҡабатланым. Мин ……….белдем, эшләнем! | Дәрестә эшләгән эштәрен анализлау, баһалау. Үҙ хеҙмәтеңдең кәрәклеген тойоу, эшләгәнеңдән ләззәт алыу тойғоһо тәрбиәләү. | |||
6. Баһалау. Өй эше. | ||||
Эшегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ? Алдығыҙҙа ятҡан йәшел (бар нимә лә аңлашылды), һары (яуап бирә алмаған бер нисә һорау ҡалды), ҡыҙыл (бөгөнгө тема минең өсөн ауыр булды, өйҙә был теманы тағы ла ҡарап сығырға кәрәк буласаҡ) түңәрәктәр менән баһалағыҙ. Өй эше. | Эшләгән эшеңде ғәҙел баһаларға өйрәнеү. |
Предварительный просмотр:
5класс
Дәрескә технологик карта
Маҡсаттар бүлеге | |
Тема | Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары |
Маҡсаттар
| Уҡыусыларҙы бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары, уның һорауы,ялғауҙары менән таныштырырға. Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: Шәхси:
Ойоштороу эшмәкәрлеге:
Аралашыу эшмәкәрлеге:
Танып – белеү эшмәкәрлеге:
|
Көтөлгән һөҙөмтәләр | Предмет үҙләштереү кимәле:
Шәхси үҫеш кимәле:
Метапредмет кимәле: (ойоштороу эшмәкәрлеге)
(танып белеү эшмәкәрлеге)
(аралашыу эшмәкәрлеге)
|
Инструменталь бүлеге | |
Дәрес маҡсаттары | Уҡытыу: ҡылым тураһында тупланған белемдәрен системалаштырыу, шарт һөйкәлеше тураһында төшөнсә биреү, уның һорауы, ялғауҙары менән таныштырыу; Үҫтереү: актив һүҙлеген байытыу, телмәрен үҫтереү, дөрөҫ итеп һөйләм, һорауҙар төҙөү һәләтен үҫтереү; Тәрбиәүи: индивидуаль, төркөмдә эшләү мәҙәниәтен тәрбиәләү. |
Дәрес төрө | Яңы белем алыу |
Уҡыу – методик комплекс |
|
Ойоштороу бүлеге | |
Төп төшөнсәләр | Ҡылым, бойороҡ һөйкәлеше |
Эште ойоштороу | Индивидуаль, парлы, класс менән эшләү |
Предмет-ара бәйләнеш | Тирә – яҡ мөхитте өйрәнеү, әҙәбиәт |
Уҡыусылар эшмәкәрлеге | 205-се бит, 276-cы күнегеү, мәҡәлдәргә ялғауҙар өҫтәп, дәфтәргә күсереп яҙырға 207-се бит, 279-сы күнегеү, һөйләмдәрҙе ҡылымдар менән тулыландырып, күсереп яҙырға; Һөйләмдәге ҡылымдарҙы бойороҡ һөйкәлешенә әйләндереп күсереп яҙырға Теләктәр яҙырға |
Дәрес аҙағы | Ниндәй маҡсат ҡуйҙыҡ? Маҡсатҡа ирештекме? Дәрестең темаһы ниндәй ине? Дәрестә нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрестәге эшегеҙҙе түңәрәктәр ярҙамында баһалағыҙ. |
Өй эше | 208 –се бит, 280-се күнегеү |
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
1. “Оҙон оҙаҡ бала саҡ” әҫәренең “Аҡйондоҙ” бүлеген анализлау. Идея- тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға характеристика биреү. 2. Уҡыусыларҙың һөйләм телмәрен үҫтереү, уйланырға,фекерләргә өйрәтеү,һүҙлек байлығын арттырыу. 3. Бөйөк әҙибебеҙҙең ижады менән ғорурланыу тойғоһо, мөхәббәткә ихтирам тәрбиәләү. Маҡсат.
1. Нимәгәлер ҡарата булған бер- береһенә бәйләнешле һәм мөнәсәбәтле ҡараштар системаһы. 2. Ижад эшендәге, әҫәрҙәге төп фекер, төп идея. Концепция
“ Түбән остан тулҡын-тулҡын булып гармун моңо ағылып килде. Башта ул кемгәлер йомшаҡ ҡына, яғымлы ғына һуҙып өндәшкәндәй булды,унан һуң ярһып- ярһып эс серҙәрен һөйләргә кереште, бара торғас, нимәлер инәлергә,ялбарырға,үтенергә тотондо,аҙаҡ килеп, үкереп илап ебәрҙе, ҡапыл тынды ла быуылып- быуылып үкһеп алды.Юҡ, гармун үҙ йәшенән үҙе сәсәмәне.Ул саҡ ҡына тын алды ла, ашҡынып- ашҡынып һайрап, ғәләмгә үҙенең буласаҡ шатлыҡтарын, өмөттәрен, күкрәгенә һыймаҫ дәрттәрен һибә башланы.Был моң ағышын мин инде ишетеп кенә түгел,хатта күрәм дә төҫлө. Ул ағыш, нурҙар сәсә-сәсә, Түбән остан Юғары осҡа һуҙыла”.
“ Оҙон – оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса ҡуйылған “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” спектакленән өҙөк. Режиссеры А. Абушахманов, ролдәрҙә: Мәрәһим – А.Ғафаров, Аҡйондоҙ- С.Буранбаева. (видеояҙма)
Кластер Мөхәббәт көрәш тормош бәхет көс өмөт тоғоролоҡ матурлыҡ ышаныс
1. Мөхәббәт. 2. Бәхетле,ышаныслы. 3. Хисләндерә,һоҡландыра, байыта. 4. Доньяла иң изге тойғо. 5. Йөрәк, күңел, тойғо, шатлыҡ, йәшлек,мөғжизә Синквейн
Мөхәббәт- ул мәңгелек. Йөрәгендә хис- тойғолар йөрөткән кеше насарлыҡ эшләй алмай. Бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп, хатта әжәлдән дә өҫтөн булырға тейеш. Мөхәббәт йәшәүгә дәрт, көс, ышаныс, таяныс, өмөт биреүсе изге тойғо. Мөхәббәт- ул.....
Һауалағы бөркөт һымаҡ Ғорур инем. Йәш инем. Бар доньяға баш бирмәнем, Мөхәббәткә баш эйҙем. Тик бөгөлмәҫ билем Хатта Пәйғәмбәр Мөхәммәткә, Нескә талдай бөгөлә ул Һаман шул Мөхәббәткә. Әммә әжәл ҡаршыһында Теҙләнергә самам юҡ. Шул уҡ Мөхәббәт алдында Теҙләнермен- сарам юҡ!
Мостай Кәрим мөхәббәт алдында ғүмере буйы баш эйҙе,мөхәббәт уға көс бирҙе, мөхәббәттән илһамланып ижад итте. Шуға ла уның әҫәрҙәрендә иң иҫтә ҡалғандары мөхәббәт геройҙары. Аҡйондоҙ менән Мәрәһим, Зөбәржәт менән Аҡйегет, Мария Тереза менән Любомир Зух. Улар менән бергә уттарҙа янды, көйҙө, хисләнде. Мөхәббәт Мостайҙы үлемһеҙ итте,исемен алтын хәрефтәр менән әҙәбиәт тарихына яҙҙы.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!