Сценарийҙар

Кагарманова Сария Мухамедьяновна

Сценарийҙар

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kara_yurga.docx15.94 КБ
Файл hypdarya.docx17.18 КБ

Предварительный просмотр:

ҠАРА ЮРҒА

Ҡатнашалар: Ҡушлаҡ батыр, аҙаҡ - Ҡушлаҡтың улы - Данил

                Юлаусы уҙаман - Айтуған

                Ҡара юрға  - Ләйсән

                Маҡтымһылыу – Зөлфиә

I КҮРЕНЕШ

Шүлгәнкүл буйы. Ҡушлаҡ батыр һунарҙан ҡайтып килә. Ҡулында шоңҡар.

Ҡушлаҡ. Мин йоҡларға ятам. Ундай-бындай хәл килеп сыҡһа, берәй ят йәнлек, йә ҡош-ҡорт күренһә, мине уятырһың.

Шоңҡар тауышы. Һин әйткәнсә булыр. Ҡушлаҡ батыр.

Ҡушалаҡ батыр йоҡларға ята. Шоңҡар һыҙғырып ултыра.

Шоңҡар тауышы.                 Ҡушлаҡ батыр, Ҡушлаҡ батыр,

                                Йоҡлап ятыр, йоҡлап ятыр.

Юлаусы уҙаман килеп инә.Ҡушаҡ янына килә.

Юлаусы уҙаман. Эй. Шоңҡар, уят әле Ҡушлаҡ батырыңды.

Шоңҡар тауышы.                 Ҡушлаҡ батыр күҙен асыр,

                                Ҡунағына урын бирер.

                                Ҡунаҡ итер, хөрмәт итер,

                                Ҡунаҡтың йомошон көтөр...

Ҡушлаҡ.         Әйҙә уҙаман, түрҙән уҙ. Барынан етеш.

Табынға ултыралар. Ашаналар.

Юлаусы уҙаман. Ҡушлаҡ батыр, миңә үҙеңдең шоңҡарыңды биреп ебәр.

Ҡушлаҡ. Бына башымдағы бүркемде ал,өҫтөмдәге кейемемде ал. әммә ләкин шоңҡарға теймә.

Юлаусы уҙаман. Миңә һинең шоңҡарың кәрәк.

Ҡушлаҡ. Юҡ, юҡ. Уҙаман. Ана торған йәйә менән уғымды ал, тик шоңҡарға теймә.

Юлаусы уҙаман. Мин һиңә бер өйөр йылҡы бирәм.

Ҡушлаҡ батыр. Йә. Ярай, һинеңсә булһын, ал минең шоңҡарҙы.

Шоңҡар тауышы.                         Ҡушлаҡ батыр, ҡушлаҡ батыр,

                                        Бирмә мине, Ҡушлаҡ батыр.

                                        Мине бирһәң, ғүмерең тартыр,

                                        Ырыҫың китер, ғүмерең бөтөр.

Юлаусы уҙаман. Ҡушлаҡ батыр, бынауы юлдан ҡайта тор, тик артыңа әйләнеп ҡарама.

Йылҡы сырашҡан тауыштар ишетелә. Ҡушлаҡ тларға тырыша, артына әйләнеп ҡарай



Предварительный просмотр:

Һырдаръя романы буйынса сәхнәләштереү

1-се күренеш

Тәбиғәт күренешен һынландырыла: ҡоштар тауышы, шишмә сылтырауы ишетелеп ҡала. Сәхнәлә бер төркөм ир-уҙаман.Бейеш инә.

Бейеш. Әссәләмәғәләйкүм.

Бөтәһе. Вәғәләйкүмәссәләм.

Камалетдин. Әйҙә, мосафир, түрҙән уҙ.

1-се башҡорт. Әҙәм балаһын ашайһы ризығы тарта, ти.

Камалетдин. Эйе. Хәҙер һарыҡ һуйҙыртам. Ит бешертәм. Алла бойорһа!

Бейеш (көлә).Минең ҡорһаҡҡа бер һарыҡ ите генә етәме ни? Камалетдин мулла, мин асмын, ике һарыҡ һуйҙырт.

2-се башҡорт. Бисмилла итеп ашаһаң, бер һарыҡ ите әллә нисә кешегә етә.

1-се башҡорт. Кешегә еткән, Бейешкә етмәй шул.

Камалетдин. Ҡорһағыңа шайтан ояламағандыр бит.

Бейеш. Юҡ та. Әммә һарыҡты ашап бөтөрәм.

2-се башҡорт. Әйҙә.улай булғас, бәхәсләшегеҙ.

Камалетдин. Нимәнән?

Бейеш.Бер ултырғанда бер һарыҡты ашап бөтөрмәһәм, саптарымды һиңә бирәм.

3-сө башҡорт. Атһыҙ ҡалһаң, ҡалайтырһың?

Бейеш. Яҙғаны табылыр.

3-сө башҡорт. Табылмаһа?

Бейеш. Йәйәүләп йөрөрмөн.

Камалетдин. Ант ит.

Бейеш. Ант итәм. Отолһам, үпкәләмәм.

2-се күренеш.

Камалетдин ҡыуышы. Камалетдиндың ҡатындары табын әҙерләй. Бер төркөм ир-ат инә.

Камалетдин. Әйҙә, атай, бына бынан ултыр. (атаһын мендәргә ултырта). Әсәһе, беҙгә ҡымыҙ бирһәңсе.

БибиөмөгөлЯрай, атаһы. (көбөләге ҡымыҙҙы бешкәк менән бешә-бешә ире алдына ҡуя).

К. атаһы. Бисмиллаһи рахмани рахим.

Камалетдин. Йә, Бейеш батыр, етешеп ултыр.

Бейеш ҡымыһын эсеп бөтә лә туҫтағын тағы һона. Эсеп бөткәс. Аллаға шөкөр, сарсауым баҫылды.