Һүлпән өлгәшеүселәр менән эш

Кагарманова Сария Мухамедьяновна

Һүлпән өлгәшеүселәр менән эшләү планы

Маҡсат:

  • ауыр үҙләштерелгән темаларҙы нығытыу, текстарҙы ҡыҫҡартып һөйләргә өйрәтеү; грамматика буйынса төп ҡағиҙәләрҙе үҙләштереү;
  • бәйләнешле телмәр үҫтереү;
  • туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, туған телдә аралашыу теләге уятыу.

 

План йөкмәткеһе:

 

  1. Һүҙҙәргә ялғау ҡушыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү.
  2. Өйгә бирелгән эштәрҙе дәрестән һуң ҡалып эшләү.
  3. Текст төҙөргә өйрәтеү.
  4. Йырҙар өйрәнеү.
  5. “Аманат” журналын, “Йәншишмә” гәзитен уҡыу.
  6. Презентациялар әҙерләү.
  7. Аңлы уҡыу өҫтөндә эшләү.
  8. Бөхтә яҙыу күнекмәһе.