Класс сәғәте "Ғаиләм - минең байлығым
классный час по теме
Предварительный просмотр:
Класс сәғәте
Дәресте төҙөүсе: башланғыс класс уҡытыусыһы Кужакова Р.К.
Класс: 3
Тема: “ Ғаиләм – минең байлығым”
Маҡсат: Балаларға ғаилә төшөнсәһен аңлатыу, кеше тормошонда ғаиләнең роле, уның ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларының мөһимлеген асыҡлау, балалар күңелендә ата-әсәгә, туғандарға, өлкәндәргә ҡарата һөйөү, ихтирам хисе тәрбиәләү.
№ | Эш төрө | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусылар эшмәкәрлеге | Иҫкәрмә |
Дәрес барышы | ||||
1. | Психологик комфорт булдырыу | Хәйерле көн, балалар! Бөгөнгө көнөбөҙ, дәресебеҙ уңышлы үтһен өсөн бер-беребеҙгә йылмайып шатлыҡ бүләк итәйек. | Сәләмләү: Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым! Һаумыһығыҙ, уҡытыусым! Һаумы, мәктәп! Һаумы, китап! Һаумы, илем – ғәзиз ерем! | |
2. | Дәрестең темаһына сығыу | Балалар, мин һеҙгә сюжетлы һүрәттәр тәҡдим итәм, шул һүрәттәр ярҙамында һеҙ бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһын асыҡларға тырышығыҙ | Үҙ фекерҙәрен әйтәләр | |
3. | Дәрес темаһын билдәләү | Афариндар! Бөгөнгө класс сәғәтенең темаһы: “Ғаиләм – минең байлығым” | ||
4. | 1. Әңгәмә ҡороу 2. Һүҙлек буйынса “Ғаилә” һүҙенә аңлатма биреү 3. Ата-әсә тураһында шиғыр 4. Өләсәй, олатай хаҡында | Нимә ул ғаилә? Һеҙ был һүҙҙе нисек аңлайһығыҙ? Шиғыр уҡый. Әсәйем, бәғрем, күҙ нурым, ҡояшым, айым һәм йондоҙом. Доньялар кисеп тә тапмаҫһың Әсәйҙән нурлыраҡ ер ҡыҙын. Иң-иң сабыр, иң-иң тыйнаҡ, Иң яғымлы кешеләр. Иң һөйкөмлө, мәрхәмәтле – улар беҙҙең әсәйҙәр. 2.Атай булһа, хәүеф-хәтәр ҙә юҡ, Бәләләрҙән ҡалҡан кеүек ҡаплай ул. Безҙең, әсәйҙәрҙең тыныслығын, Саф, яғымлы йылмайыуын һаклай ул. Атай - әсәй – беҙҙең күңелдә мәңгелек ышаныс, Атай – көслө, атай – батыр, атай – беҙҙең ҡыуаныс. Атай – алтын бағана, ғаиләлә ул терәк. Тыныслык, именлек һағында ул кәрәк. Шиғырҙа әсәйҙәрҙе, атайҙарҙы нимәгә тиңләйҙәр? Ғаиләлә тағы ла оло ихтирамға лайыҡлы кешеләр кемдәр? Уларға ниндәй сифаттар хас? | Балалар фекере Балалар яуабы | |
5. | Коллектив эш: “Аңлатмаларға дөрөҫ яуап тап” |
|
| |
6. | “Ғаилә ағзаларын барлайыҡ” | Башҡорт халҡында ғаилә ағзаларын, туғандарҙы нисек атап йөрөтәләр? | Балалар яҡын туғандарын нисек атауҙары тураһында һөйләй | |
7. | Ғәмәли- индивидуаль эш: “Кешеләргә ғаилә ни өсөн кәрәк?” | Кәрәкле һүҙҙәрҙе һайлап ал | Тейешле һүҙҙәрҙе һайлап, аңлатма төҙөйҙәр | Һүҙҙәр слайдта |
8. | Ял минуты |
| Күҙҙәргә, ҡулдарға күнекмәләр эшләйҙәр | |
9. | Проблемалы һорау: “Ғаилә бәхетле булһын өсөн ни эшләргә кәрәк?” | Ғаилә ҡағиҙәләрен беләһегеҙме? | Балалар фекере | |
10. | Парлы эш: ”Мәҡәлдәрҙе тулыландыр” | Ғаилә, ата –әсәләр, балалар тураһында мәҡәлдәрҙе дөрөҫ төҙө. | Мәҡәлдәрҙе уҡыйҙар | |
11. | Группаларҙа ижади эш: “Синквейн” | Өлгөгә ҡарап синквейн төҙөйбөҙ | Атай, әсәй, тыуған йорт, ғаилә һүҙҙәре менән синквейн төҙөйҙәр | Синвейндың схемаһы слайдта |
12. | Әңгәмә “Ғаилә ҡиммәттәре” | Ғаилә ҡиммәттәренә нимәләр керә? | Балалар ғаилә йолаларын, байрамдарын һанайҙар | |
13. | Ролле уйын “Тормош ситуациялары” | Нисек уйлайһығыҙ: ситуциялар дөрөҫ хәл ителәме? Хаталы осраҡтарҙы дөрөҫләгеҙ | Балалар үҙаллы хаталарҙы табып, төҙәтмә керетәләр һәм һығымта яһайҙар | |
14. | Рефлексив анализ | Бөгөн дәрестә нимәләр эшләнек? Ниндәй эш төрҙәрен ҡулландыҡ? Нимәләр белдек? Һеҙгә дәрес оҡшанымы? Ни өсөн? | Балалар яуабы | |
15. | Өй эше |
| Һәр уҡыусы оҡшаған эште һайлап ала | |
16. | Йыр “Бәхет өсөн” | Дәресебеҙҙе йыр менән тамамлайыҡ | Балалар йыр башҡара. | |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Урок мини - проект "Система питания ДВС"
В данной работе рассмотрены: Актуальность пректной технологии; Этапы проекта; Цель и задачи урока; Ход урока....
Структура урока мини-проекта
Приведена структура проблемного урока мини-проекта: "Система питания ДВС", этапами урока, действиями преподавателя и обучающихся....
Мастер класс «Минем тылсымлы әкиятем».
Әдәби жанрларының иң кызыклысы һәм мавыктыргычы һичшиксез әкиятләр санала. Татар телендә аларны өч төргә бүләләр:1) Хайваннар турында әкиятләр;2) Тылсымлы әкиятләр;3) Томыш-көнкүреш әкиятләренә бүләлә...
Конспект Мастер-класс "Минем тылсымлы әкиятем"
Уеннар ярдәмендә рус телле укучыларны татар сөйләменә өйрәтү....
Мини-срез по английскому языку 3 класс за II полугодие
Этот материал отлично подходит для контроля знаний по пройденному материлу.Удачи!...