"Минең хыялымдағы йорт" темаһына дәрес эшкәртмәһе
план-конспект урока на тему

Телде өйрәнеү процессында тыуған ергә, өйгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, ата-әсәнең, туғандарҙың ҡәҙерен белеү, уның әһәмиәте тураһында әңгәмәләшеү, дөйөм мәҙәниәтте үҫтереү. тормошта үҙ эшеңде булдырып, ғаиләң менән бергә. татыу үҙ йортоңда йәшәүҙең кәрәклеге тураһында әңгәмә алып барыу.. Әлегә хыялдағы йортоңдо күҙаллау. Киләсәктә ошо хыялыңды тормошҡа ашырыу өсөн ынтылыш көсөнә ышандырыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл minen_hyyalymdagy_yort.docx20.48 КБ

Предварительный просмотр:

19-20 – се  дәрестәр.

Тема: Минең хыялымдағы йорт

Грамматика: Прошедшее неопределенное время. Спряжение глаголов в прошедшем неопределенном времени. Вводные слова. Синонимы.

Выполнение письменных упражнений. Упражнение 11 (стр.59), 12 (стр.60),15, стр.61, упражнение 26.

Работа с текстом. Диалог. коммуникативная ситуация Монолог – описание – Опиши свой дом, двор, квартиру.

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: ҡушма һандар, инеш һүҙҙәр, билдәһеҙ үткән заман темаһын аңлатыу, тема буйынса һүҙлекте өйрәнеү; өндәрҙе башҡортса дөрөҫ әйтергә, уҡый, яҙа белеү; дөрөҫ интонация менән уҡыу, билдәле, билдәһеҙ үткән заман ҡылымдарын үҙләштереү, эш ҡағыҙҙарын яҙыу.

Тәрбиәүи: телде өйрәнеү процессында тыуған ергә, өйгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, ата-әсәнең, туғандарҙың ҡәҙерен белеү, уның әһәмиәте тураһында әңгәмәләшеү, дөйөм мәҙәниәтте үҫтереү.

 

Үҫтереүсе: студенттарҙа тасуири уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу, диалектик фекер йөрөтөү күнекмәләрен үҫтереүҙе дауам итеү; иғтибарҙы, хәтерҙе, телмәрҙе, фекерләүҙе, ижади һәләтте үҫтереү.

Студент эйә булырға тейеш: уй-фекерен грамоталы, йәнле итеп һөйләй белергә, профессиональ терминдарҙы ҡулланырға, материал туплай белергә, белемен үҙ-аллы камиллаштырырға.

Студент белергә тейеш: башҡорт теленең өн-хәрефтәрен,инеш һүҙҙәрҙе практик үҙләштерергә, монолог-диалог төҙөү, дөрөҫ һәм тасуири уҡыу, һүрәттәр һәм картиналар буйынса хикәйә төҙөү, һорау һәм яуап бирә алыу.

Йыһазландырыу: дәреслектәр; русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлек.

Дидактик материалдар: алфавит, таблицалар, уҡыу өсөн текстар

Төп әҙәбиәт: М.Усманова, З.Солтанғолова. Башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған башланғыс һәм профессиональ белем биреү учреждениелары өсөн.

Өҫтәлмә әҙәбиәт: З.М.Ғәбитова, С.А.Таһирова Башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учрежденияларының I курс студенттары өсөн.

  Башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учрежденияларыөсөн  башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программалар.

Предмет-ара бәйләнеш: башҡорт әҙәбиәте; рус теле.

Ваҡыт: 90 минут.

Дәресте үткәреү урыны: башҡорт теле кабинеты.

Дәрес картаһы

Дәрес этаптары

Ваҡыт

Дәрестең йөкмәткеһе

1

Ойоштороу мәле

2

Сәләмләү. Студеттарҙың иҫәбен алыу.. Кабинеттың, студенттарҙың дәрескә әҙерлеген тикшереү.

2

Яңы теманы ҡабул итергә әҙерлек. Үткән темаларҙы ҡабатлау.

10

Дәрестең темаһын билдәләү. Студенттар менән берлектә яңы материалды өйрәнеүҙең маҡсатын һәм бурыстарын асыҡлау. Яңы материалды өйрәнеүҙең практик әһәмиәтен күрһәтеү, уҡыу проблемаһын ҡуйыу. Һүҙлек эш.

11-се күнегеү

3

Яңы тема өҫтөндә эшләү.

15

Яңы материалды ҡабул итеү, аңлау, дөйөмләштереү, системалаштырыу процесын ойоштороу.  Диалогты уҡыу.1-се күнегеү, Билдәле үткән заман

4

Яңы теманы үҙләштереү

10

14-се күнегеү(яҙма). Өҫтәлмә эш – 15 -се күнегеү.

5

Яңы теманы нығытыу өсөн күнекмәләр башҡарыу.

25

Белемде күнекмәләр ярҙамында нығытыу.

Студенттарҙың төшөнсәләрҙе аңлауын тикшереү.Яңы өйрәнелгән материалды практикала ҡулланыу мөмкинлеген ҡарау, һорауҙарға яуап алыу.Билдәһеҙ үткән заман, ҡылымдарҙы заман менән  үҙгәртеү (60, 61 -се биттәр).

6

Күнегеүҙең башҡарылыуын тикшереү.

10

Өҫтәлмә эштәр. 57-се, 58-се биттәр 3- 5 – күнегеүҙәр. Һүҙлек эш. “Өй, фатир”

7

Йомғаҡлау.

5

Дәрескә дөйөм йомғаҡ яһау. Тема буйынса һорауҙарға яуап алыу, әңгәмә үткәреү.

8

Өйгә эш биреү

5

Өйгә эштең нисек башҡарылыуын аңлатыу.

9

Баһалау.

3

Комментарийлы баһалау.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле.  Дәфтәрҙәрҙе тикшереү. Яңы теманың маҡсаты, эш төрҙәренең нисек башҡарылыуы тураһында инеш һүҙ.
  2. Үтелгән теманы нығытыу.

1.Ижади эш.

1.Өс бағана итеп: беренсеһенә – үрҙә бирелгән ҡылымдарҙы, икенсе бағанала уларҙы киләсәк заманда. Өсөнсө бағанаға – үткән заманда яҙығыҙ.

Эшләйем, яҙасаҡ, белдем, һөйләйәсәкмен, йүгерҙе, буяйым, көлә, ултырған, ятҡан, ашайһығыҙ, бәйләгәндәр, башлаясаҡ.

2.Составында ә өнө булған һүҙҙәрҙе – беренсе, а өнө булғанды икенсе бағанаға яҙығыҙ.

Әбей, ҡара, бар, әсәй, килгән, әйт, бор, әкиәт, әрлә, әҙерлә, ҡар, тар, сәскә.

  1. Дәрестең темаһы, маҡсаты,эш планы менән таныштырыу.

Алтын-көмөш яуған ерҙән

Тыуған-үҫкән ер яҡшы.

  • Был мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?
  • Руссаға тәржемә итегеҙ.

Тимәк, бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы – минең тыуған ерем. Башҡортостан, тыуған илебеҙ, тыуған еребеҙ, өйөбөҙ тураһында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ, мәҡәлдәр, тапҡыр һүҙҙәр табырбыҙ, тыуған төйәгебеҙ буйлап сәйәхәт итербеҙ.

  1. Яңы тема өҫтөндә эш.
  1. Һүҙлек эш. Инеш һүҙҙәр.

Дәфтәргә яҙабыҙ. Иҫтә ҡалдырырға. 16-сы күнегеү – яҙма эш.

  1. Диалогты  уҡыу һәм тәржемә итеү.

Үткән замандағы ҡылымдарҙы табып бергә килгән һүҙҙәр менән яҙырға.

  1. Яңы теманы нығытыу.

1.Ҡушма һандар.

2.Телдән эш. 17 – се күнегеү. 1, 2-се эштәрен үтәү.

3.Һорауҙарға яуап бирергә. 18-се күнегеү.

4.Дәреслектәге күнегеүҙәрҙе башҡарыу.

4. Текст өҫтөндә эш  “Ағайымдың фатиры”

1. Тексты уҡыу. Нөктәләр урынына ялғауҙар ҡуйырға.

2.Тәржемә итеү.

3.Һорауҙарға яуап 21-се күнегеү.

5.Тәржемә “Что такое счастье?”

  1. Йомғаҡлау.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок мини - проект "Система питания ДВС"

В данной работе рассмотрены: Актуальность пректной технологии; Этапы проекта; Цель и задачи урока; Ход урока....

Структура урока мини-проекта

Приведена структура проблемного урока мини-проекта: "Система питания ДВС", этапами урока, действиями преподавателя и обучающихся....

Класс сәғәте "Ғаиләм - минең байлығым

Разработка составлена  для учащихся начальных классов...

Мини КВН: Веселая механика

Внеклассного мероприятия по предмету физика....

Мастер класс «Минем тылсымлы әкиятем».

Әдәби жанрларының иң кызыклысы һәм мавыктыргычы һичшиксез әкиятләр санала. Татар телендә аларны өч төргә бүләләр:1) Хайваннар турында әкиятләр;2) Тылсымлы әкиятләр;3) Томыш-көнкүреш әкиятләренә бүләлә...

Конспект Мастер-класс "Минем тылсымлы әкиятем"

Уеннар ярдәмендә рус телле укучыларны татар сөйләменә өйрәтү....