Нәсибуллина Алһыу Байтимер ҡыҙы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте сайты

“МИНЕҢ КӨСӨМ – ТЕЛЕМ ӨСӨН” ДЕВИЗЫНА ТОҒРО ҠАЛАЙЫҠ! ЯРАТАЙЫҠ ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘҘЕ!!!

Профессия: уҡытыусы

Профессиональные интересы: Әҙәбиәт

Увлечения: Баҡсасылыҡ

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Туймазы районы,Түбәнге Троицкий ауылы

Место работы: Түбәнге Троицкий урта мәктәбе

Навигация

Последние записи в блоге
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/nasibullina-alsu-baytimirovna
Әсәм теле миңә - сәсән теле, Унан башҡа минең халҡым юҡ, Йөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Хөрмәтле ҡунаҡ! Сайтыма инеүегеҙ өсөн рәхмәт! Еңел булмаған эшегеҙҙә аҙ ғына булһа ла ярҙам итә алһам, мин бик шат булыр инем. Артабан да башҡорт телен үҫтереү, популярлаштырыу маҡсатында бергәләп хеҙмәттәшлек итәйек.

 

О себе

Әйҙәгеҙ танышайыҡ!

Нәсибуллина Алһыу Байтимер ҡыҙы

Эш урыным:  Туймазы районы Түбәнге Троицкий ауылы урта мәктәбе

Белемем: юғары ( БДПУ, 1998 йыл, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,

БПК, 2006 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы)

Квалификациям: юғары  категориялы

Стажым: педагогик стажым -24 йыл, дөйөм стажым- 24 йыл

Вазифам: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, класс етәксеһе  

 Мин үҙемдең һөнәремде бик ныҡ яратам.

Бәләкәйҙән үк уҡытыусы булырымды белә инем. 

Педагогик юлымды мин 1998 йылда Йәрмәкәй районында

татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ башланым.

Әлеге ваҡытта Туймазы районы Түбәнге Троицкий мәктәбендә

1 кластан 9 класҡа тиклем төрлө милләт балаларына туған тел һәм әҙәбиәтен,башҡорт теле серҙәрен өйрәтәм.

Мин уҡыусылар менән төрлө алымдар,

заманса технологиялар менән ижади эшләргә яратам.

Бигерәк тә информатив коммуникацион һәм уйын технологияларына өҫтөнлөк бирәм. 

9 класс етәксеһе булараҡ балаларҙы дөрөҫ һөнәр һайларға,

киләсәк тормошҡа әҙерләйем. 

Буш ваҡытымды ғаиләмә һәм үҙ аллы профессиональ үҫеш кимәлен күтәреүгә бүләм.

Шулай уҡ һүрәт төшөрөргә, яңылыҡтарҙы күҙәтеп барырға, сәскә үҫтерергә оҡшай. 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

З. Биишева "Кәмһетелгәндәр", "Емеш".

Мой взгляд на мир

Беҙ, уҡытыусылар, "һүҙ" тигән ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ә милли баҫмалар был "ҡоралды" тағы ла үткерерәк, сәпкә тейҙерерлек итә. Шуға ла, көн һайын өйҙәребеҙгә килеп торған туған телебеҙҙә сыҡҡан милли баҫмаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең юлдашыбыҙ, ярҙамсыбыҙ итеп алыр кәрәк, балаларҙа уларға ҡарата ыңғай мотивация тыуҙырырға кәрәк!

Мои достижения

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса  дәрестән тыш эшмәкәрлеккә лә күп иғтибарҙы бүләм.Төрлө ижади эштәр башҡарыу, тикшеренеү эштәре яҙыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте  буйынса балаларҙың уҡырға теләктәрен үҫтерә, фекер йөрөтә белгән ижади шәхес тәрбиәләүҙә булышлыҡ итә.

Команда һөҙөмтәләре

Муниципаль        "Илһам  шишмәһе-2021" конкурсы              команда                призер

 

       

Уҡыусыларҙың конкурс, фестивалдәрҙә ҡатнашыу һөҙөмтәләре

 

Муниципаль        "Шиғыр һөйләү" конкурсы                               Хәйбуллина Д. Д.       еңеү 

Республика,халыҡ- ара "Башҡорт халыҡ эпосы -Урал баты" конкурсы    Зәйдуллина И.И.  еңеү

 

Муниципаль        "Республикамды йырлайым" инша конкурсы   Ғәбдерәхмәнов А.     призер

 

Уҡыусыларҙың акцияларҙа һәм Тоталь диктанттарҙа ҡатнашыуы

 1.Тоталь диктант " М.Карим ижады" бөтә мәктәп менән ҡатнаштыҡ. 

2. Башҡорт теле буйынса Тоталь диктант, 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. 

3. "М.Кәрим китаптарын уҡыйым" акцияһында туған телгә йөрөгән уҡыусылар ҡатнаштылар

 

Моё портфолио

Минеңсә, уҡытыусы тәжрибә туплап ҡына ҡалмай, уны башҡаларға таратырға,

үҙенең уңыштары, ыңғай эш һөҙөмтәләре менән  уртаҡлашырға тейеш.

Минең өсөн портфолио - үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемдәге иң сағыу мәлдәре

һәм юғары ҡаҙаныштары менән бүлешеү мөмкинлеге лә.

Бирелгән мәғлүмәттәр кемгәлер файҙалы булыр, тип ышанам.

                                                                         Хөрмәт менән Алһыу Байтимер ҡыҙы

 

 

Мои публикации:
Внеклассная работа
Классное руководство
Материалы для родителей
Работа с родителями
Разное
Родной язык и литература
Публикации моих учеников:
Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: