Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 33.5 КБ |
Урамдарҙан йырлап үтте
Яуға киткәндә йәштәр:
“Ил йәшәһә, беҙ йәшәрбеҙ,
Беҙ йәшәһәк, ил йәшәр,
Еңеү яулап, тыуған ергә
Беҙ ҡайтырбыҙ, иптәштәр!”
Һуғыш… Бынан да мәрмәтһеҙерәк, вәхшиерәк нәмә бар икән донъяла!?
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға нисә йылдар үтте, күпме һыуҙар аҡты, әммә бөгөнгө кешеләр өсөн ауыр һынау осоро бер ваҡытта ла онотолмаҫ. Яу яла -нында ятып ҡалған һалдаттың, һәләк булған балаларҙың, ҡарттарҙың ғүмерен башҡа берәй нәмә менән алмаштырып буламы һуң? Юҡ! Бөйөк Еңеүгә быйыл 65 йыл.
Бына шулай айҙар, йылдар, быуаттар үтер. Әммә үҙҙәренең батырлығы менән Бөйөк Еңеүҙең һәр көнөн яҡынайтыусы ҡаһармандарға мәңгелек хөрмәт тойғоһо һәр кемдең йөрәгендә рәхмәт булып сағылыш табыр.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан булған олатайымдың яҡты иҫтәлеген хөрмәтләү, уның хаҡында хәтирәләр һаҡлау – ул минең һәм туғандарымдың бурысы. Беҙ, уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
1919 йылдың 29 мартында, тәбиғәттең сихри бер йоҡонан уянған мәлендә, крәҫтиән ғаиләһендә, ата - әсәһенең тормоштарын йәмләп, донъяға ир бала тыуа. Уға Зиннәт атлы исем ҡушыла.Зифа Хатмулла ҡыҙы һәм Ниғмәт Кәрим улы сабыйҙарының беренсе йылмайыуын, тәүге ауаздарын, тәүге атлап китеүен көтөп алалар. Уның киләсәк яҙмышы тураһында уйланалар.
Эйе, һәр ата -әсә балаһының бәхетле, кешелекле һәм намыҫлы булыуын өмөт итә.
1941 йылдың июлендә һуғышҡа, илен һаҡларға китә минең олатайым. Өләсәйемдең һөйләүе буйынса былай була: “Июлдең томра көнө ине. Китеүселәр тейәлгән ылауҙар ҡуҙғала. Илау – һыҡтау, ҡысҡырыу, хушлашыу – һаубуллашыу ауаздарына килеп ҡушылған арба шығырлауҙары, күңелдәргә шом һала. Арбалар эргәһенән ҡатын –ҡыҙ һәм бала – саға йүгерә, кемдер нимәлер ҡысҡыра.” Олатайымды ата - әсәһе, ҡатыны, ике балаһы оҙатып ҡала. Ул имен –аман йөрөп ҡайтырға һүҙ бирә, әммә күрешергә насип булмай. Атай кешенең, ирҙең, совет яугирының һулышы Сталинград өсөн барған ҡаты һуғышта өҙөлә.
Һүнә йондоҙ.Тыуған илдән йыраҡ.
Йәшле күҙем менән ҡалам оҙатып.
Бәхилләшәм яҡты донъя менән
Сит –ят ерҙә, һалҡын ҡарҡа ятып.
Уға ни бары 24 йәш була. Олатайым балаларының киләсәге һәм бәхете өсөн
көрәшеп, беҙгә яҡты көндәр, тыныс тормош бүләк итә. Мин үҙемдең ҡаһарман олатайым менән ғорурланам, сөнки үҙендә ниндәйҙер көс табып, Еңеүгә ышанған. Теҙ сүкмәгән, һатылмаған, ҡанлы көн – төндәрҙе еңеп сыҡҡан яугир. Тыуған илен, ауылын һәм ғәзиз ерен һөйгән, яратҡан, яҡты тормошҡа ынтылған.
Еңеү көнөн улдарын юғалтҡан ата - әсә, ире яу яланында ятып ҡалған тол ҡатын, аталары ҡайтмаған балалар – Еңеү шатлыҡтары менән бергә юғалтыу ғазаптарын да т ҡаршылай.
Олатайым, Зиннәт Ниғмәт улы, Советтар Союзы Геройы булмаһа ла, ябай һалдат булып, үҙенең өлөшөн индереп, Еңеүҙе яҡынайтҡан.
Күпме әсәнең уландары тыуған ерҙең һауаһын яңынан һулай алманы, сылтырап аҡҡан шишмәләрҙең һыуын эсә алманы, туған – тыумасаларҙың, бала –ларының йөҙөн ҡайтып күрә алманы. Юғалтыуҙар йөрәктәренә үткән, бәғерҙәрен телгеләгән.
Юҡ! Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар онотолмай. Улар беҙҙең йөрәктәребеҙҙә йәшәй һәм йәшәйәсәк. Улар тере, улар мәңге үлемһеҙ!
Донъяны күҙ ҡараһылай һаҡлайыҡ, тыныслыҡ өсөн көрәшәйек!
Еңеү көнө менән, байрам менән!
Зәңгәр күк аяҙ булһын!
Илебеҙ тыныс булһын!
Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Яңы Отрадовка ауылының урта белем биреү мәктәбе
Инша: Һуғыш минең ғаилә тарихында
Башҡарҙы: 10-сы класс уҡыусыһы
Ниғмәтуллина Гөлназ Р.
Уҡытыусыһы: Лемдясова З.А.
Стәрлетамаҡ районы
2010 йыл
Любимое яичко
Сторож
Плавает ли канцелярская скрепка?
Военная хитрость
Астрономический календарь. Март, 2019