"Өр-яңы йыл килә" (нәҫер)
Вложение | Размер |
---|---|
or-yany_yyl_kil_nser.docx | 12.1 КБ |
Өр-яңы йыл килә.
(нәҫер)
Бына яңы йыл килә... Декабрь айы, уға ғинуар, февраль айҙары ҡушылыр. Улар өс дуҫ бажа кеуек бура-бура ҡар өйөп, гөр килеп йырлап йәшәйҙәр кешеләргә дәрт өҫтәп. Ә бар донъяға ҡояш та әҙерәк нур өләшһә, урманда китә һылыуланып йәшел шыршы. Өйҙәрҙә ут балҡыһа - китә түрҙә шыршы ҡупырайып, ҡолас йәйә, куктә кис йондоҙҙар бейей. Ҡыш бабай санаһына ултырып килә, пар аттарын егеп, буран туҙҙырып, дала урмандан елеп. Тиҙерәк балаларға буләктәр өләшергә. Кем шиғыр ятлай, кем бейей, кем зирәк - шуға тоҡсай-тоҡсай буләктәр бирә. Ә балалар ҡыуана, һикерешеп уйнап туймай, ҡыш бабайға һөнәрҙәрен күрһәтеп. Сөнки бит улар ҡыш бабайҙы йыл буйына көтәләр, һағынып бөтәләр. Ҡыш бабайҙы йәшел шыршы ла төҫөн юғалтмай көтә бит уны. Ҡайындар ҙа суҡ мәлдәрен ябынғандар, нимәлер уйланып, баштарын аҫҡа эйгәндәр. Ә буран ыжғыра, ҡоштарҙың хәлдәрен һораша. Ҡоштар ҙа ҡыуана, Ҡыш бабай бит килтергән яңы йылды, ҡыҙын да онотмаған. Ул бар донъяға ҡар бөртөктәрен йымылдатып нур һибә.
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа кире ҡайта, уларҙың да эштәре куп бик. Ҙур рәхмәт һуҙҙәре менән сәләмләп ҡалабыҙ, сөнки улар яңы йыл килтерҙе беҙгә. Яңы йылда яңы көс менән уҡыуға тупланып, йәшәргә дәрт, йәм өҫтәне беҙгә.
Халиков Юлай, 8 –се класс.
Плавает ли канцелярская скрепка?
Кто должен измениться?
В поисках капитана Гранта
Белый лист
Невидимое письмо