Сәскә ат Башҡортостан
Вложение | Размер |
---|---|
inshalar.docx | 19.16 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Учалы муниципаль районы мәғариф бүлеге
Озерный урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“Сәскә ат, Башҡортостан!”
(Башҡортостан көнөнә арналған конкурс эше)
Яҙҙы: 10-сы класс уҡыусыһы
Бүләкбаева Әлиә
Етәксеһе: Ғарипова Зөлфиә Рәүил ҡыҙы
Сәскә ат, Башҡортостаным!
Башҡортостан! Һинең гүзәллеккә
Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән?
Аҡҡош кеүек ап–аҡ Ағиҙелкәй
Ҡайһы илдә генә бар икән?
Башҡортостан – алһыу таң иле,
Гөл-баҡсалар иле, дан иле.
Башҡортостан! Күҙ күреме етмәҫ ерҙәргә йәйелгән бәрәкәтле баҫыуҙар, хәтфә болондар, күкһел тауҙар иле...
Ҡолағыма ат тояҡтары тауышы, ҡурай моңо, сая бөркөт саңҡсауы сағыла. Өйөр-өйөр йылҡылар, яҫы табан айыуҙар, тарбаҡ мөгөҙлө боландар, шифалы үләндәр, балыҡ уйнаған йылғалар, тәрән күлдәр, сәскәле яландар күҙ алдына баҫа, йәшәүгә дәрт уята...
Иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле шул беҙҙең Башҡортостан. Мин үҙем Башҡортостандың гүзәл бер төбәге Учалы районының Оҙонкүл ауылында тыуып, нисә йылдар инде ата -әсәм ҡосағында иркәләнеп үҫәм. Ауылым көндән-көн ҙурая, матурлана, төҙөкләнә бара, тип ҡыуанам. Тауҙар ҡосағында, йәмле Оҙонкүл күле буйында урынлашҡан ауылыбыҙҙың тәбиғәте иҫ киткес матур, уға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡтыр. Шуғалыр кешеләре лә алсаҡ, тырыш. Тырышып эшләр, һәйбәт ял итер, төплө белем бирер өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған мәктәбем менән ғорурланам. Йылы мәктәбемдә әсәләрҙәй яғымлы, үҙ эштәрен һөйөп башҡарған уҡытыусылар беҙгә белем бирә...
Мин ошо илдә тыуғаныма ғорурланам. Бәхет бит был: илебеҙ бар, ул – Башҡортостан. Бәхет бит был: дәүләтебеҙ бар, ул – республикабыҙ! Үҙ яҙмышыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа тигән һүҙ был. Ә бит бынан бер нисә йыл элек кенә башҡорт иле ауыр хәлдә булған. Кәмһетеүҙәргә ҡаршы күп тапҡырҙар баш күтәргән халҡым. Еребеҙ, иркебеҙ өсөн күп ғүмерҙәр ҡыйылған. Иреккә ынтылыусан ҡаһарман халҡым яңынан баш ҡалҡытҡан, тамыр йәйгән, тыуған ерен ҡәҙерләгән. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡөабул ителде. Хәҙер беҙҙең үҙ әләмебеҙ менән бергә үҙ гербыбыҙ, үҙ гимныбыҙ бар.
Дәүләтселек үҫһен өсөн күп тырышлыҡтар һалаһы бар әле. Ә бының өсөн белемле, бай рухлы, ҡыйыу кешеләр кәрәк! Мин шуны аңлайым: илен яратып үҫкән кеше генә уның өсөн файҙалы була ала. Рух байлығы ла шунан туплана. Ҡурай моңо, әсә теленең матурлығы башҡортто башҡорт итеп күтәрә. Үҙ аллы илгә шундай кешеләр кәрәк. Бары улар ғына, үҙ илен ҡәҙерләй белгәндәр генә, бүтәндәрҙе лә аңлай, ихтирамлы ла була. Башҡортостанымдың, милләтемдең киләсәге өмөтлө булыр, халҡымдың рухы, теле мәңге йәшәр, тыған яғым күкрәп сәскә атыр, тип ышанам. Халҡыма Р.Солтангәрәеваның “Башҡорт иленә ҡобайыр”-ындағы һүҙҙәр менән өндәшкем килә:
Һаҡлағыҙ башҡорт йәнен,
Һаҡлағыҙ башҡорт ерен,
Һаҡлағыҙ башҡорт ғәмен, тим,
Һаҡлағыҙ башҡорт илен,-
Батыр илен, дан илен,
Башҡорт илен...
Башҡортостан – дуҫлыҡ иле.
Дуҫлыҡ – бөйөк көс. Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт халҡы берҙәм, татыу, туғандарса мөнәсәбәттә йәшәй. Һәм беҙ бының менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Илебеҙ ҙә хәҙер алға киткәндәрҙән. Барса халыҡ бында иркен тын алып, рәхәтләнеп йәшәй. Тормош та көндән-көн яҡшыра. Шуға илебеҙҙе ҡара һөрөм баҫмаһын,иртәбеҙ гел яҡты, ҡояшлы булһын, тип теләйем.
Башҡортостан күп милләтле ил, тибеҙ. Ҡасандыр башҡорт халҡы үҙ яҙмышын рус халҡы менән бәйләгән икән, беҙ ата-бабаларыбыҙҙың был эшен аманат итеп алып артабан да дуҫлыҡ ебен нығытырға тейешбеҙ. Башҡортостанды, ысынлап та, күп милләт халҡы үҙ төйәге иткән, үҙенә ошонда күңел тыныслығы, аңлау тапҡан икән, тимәк, был күп нәмә тураһында һөйләй. Тимәк, бында башҡорт халҡы киң, изге күңелле, тимәк, итәғәтлелеге, яҡшы күрше була белеүе сағыла.
Донъябыҙ имен, балаларҙың йөҙө көләс, тип ҡыуанам мин кешеләрҙең йөҙҙәренә бағып. Күпме әҫәрҙәр яҙылған халыҡтар дуҫлығы хаҡында. Бына, мәҫәлән, дуҫлыҡ йырын йырлаған, беҙҙең илде башҡа илдәргә танытҡан шағирҙарыбыҙ М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” һәм Б.Бикбайҙың “Рус теле” әҫәрҙәрен алайыҡ.Тәүгеһендә ике милләт балаһын ауыр һуғыш йылдары дуҫлаштырһа, ”Рус теле” шиғырында ике баланы балалыҡ хисе дуҫлаштыра. Авторҙар был әҫәрҙәре аша киң юлдарға сығыу, донъяла күп нәмәне төшөнөү өсөн рус телен яҡшы белергә кәрәклеген аңлата. Күп телдәрҙе белеү илде һөйөргә, тәбиғәттең матурлығын, ерҙең гүзәллеген танырға өйрәтә. Беҙ башҡа милләт дуҫтарыбыҙҙың күбеһе менән рус телендә аңлашабыҙ, хатта рус телендә яҙабыҙ, хаттар алышабыҙ.
Инде минең дуҫтарым да
Һанап бөткөһөҙ.
Рус,
украин,
грузин,
ҡаҙаҡ –
Бер туғандар беҙ.
Һәм тамамлап шуны әйткем килә: әйҙәгеҙ гел татыу, дуҫ булып,ниндәй генә ауырлыҡтар тыумаһын, бер-беребеҙгә терәк булып, артабан да шулай берҙәм булып йәшәйек Башҡортостаныбыҙҙа.Ошо беҙ йәшәгән быуат дуҫлыҡ быуатына әйләнһен һәм киләһе быуын да беҙҙән өлгө алып илебеҙҙең сәскә атыуын артабан да ҡайғыртһын.
Аэродинамика и воздушный шарик
Золотая хохлома
Ребята и утята
Знакомые следы
Рисуем осенние листья