Мин Р.Назаров ижадына лексик, морфологик анализ яһаясаҡмын. Һәм киләсәктә лә тикшеренеү эшемде алып барырмын тип уйлайым.
Вложение | Размер |
---|---|
man.doc | 109 КБ |
ИНСТИТУТ РАЗВИТИЯ ОБРАЗОВАНИЯ
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА
С. ТУЧУБАЕВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА
БАЛТАЧЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
МАЛАЯ АКАДЕМИЯ НАУК ШКОЛЬНИКОВ
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
НОМИНАЦИЯ Лингвистика. Башкирский язык
Р.Назаров ижадына лексик, морфологик анализ
Работу выполнил:
Низамова Л.И. ученица 6 класса
МОБУ СОШ с. Тучубаево
Руководитель:
Сафина Г.А., учитель башкирского языка и литературы
МОБУ СОШ с. Тучубаево
2015 г
Юлдарымда ятҡан таш ҡатламдар
Ватылырҙар бер саҡ.
Ер өҫтөнә ҡалҡып мин сығырмын,
Тормош йәйер ҡосаҡ,
Кешеләргә ҡабат юлдар илтер.
Башҡортостан Яҙыусыларының ХII съезды алдынан бөйөк шағирибыҙ Мостай Кәрим гәзиткә биргән интервьюһында (“Башҡортостан”.30.10.1996), Рәшит Назаровтың ошо шиғырҙарына ҡағылып, шулай тигәйне: “...Әҙәбиәттә, шул иҫәптән, тарихҡа ҡағылған әҫәрҙәрҙә ҡара китап шауҡымы ныҡ һиҙелә. Шомло, хәүефле хәл был- гел ҡараңғыға бағыу. Рәшит Назаровтың “Башҡортостан”да баҫылып сыҡҡан шиғырҙары был йәһәттән мине ғәжәпләндәрҙе, тетрәтте, ни тиклем фажиғәле булыуҙарына ҡарамаҫтан, һоҡландырҙы. Ул ҡараңғыла “Ер аҫтында” ҡалған көйө, яҡты доньяға, кешеләргә, дуҫтарына изгелекле, изге ҡараш менән баға. Бөтә шиғриәт өсөн фәһемле ғибрәт был. Гүйә, әйтә Назаров: “Эй, һеҙ унда яҡтынан ҡараңғыға уҡталмағыҙ! Яҡтылыҡтың ҡәҙерен белегеҙ,-ти...”
Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Назар Нәжми менән Рауил Бикбаев уның ижады хаҡында иҫтә ҡалыр ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән сығыш яһаны. “Рәшит Назаров башҡорт шиғриәтендә иҫ киткес уникаль фигура һәм бик тә үкенесле, фажиғәле исем. Ул бөтә көсө менән балҡып өлгөрмәгән йондоҙ”,- тип билдәләһә Назар ағай(“Ҡыҙыл таң”,1.11.1994) , Рауил Бикбаев: ”Рәшит Назаров – шиғриәтебеҙҙең тантанаһы ла, фажиғәһе лә ул. Был даһи шәхес халҡыбыҙҙың рухи байлығын, һүҙ һәләтенең ни дәрәжәлә сағыу булыу мөмкинлектәрен егерме йәшендә балҡытып күрһәтә алды”,- тип яҙҙы (“Ағиҙел”,№1, 1997).
Тағы ла бер халыҡ шағиры – Рәми Ғарипов та Рәшиттең тәүге шиғырҙарҙы матбуғатта күренеү менән уның ижадын бик юғары баһаланы : “Киң ҡоласлы образдар, оригиналь фекер, яңы, ҡуйы һүҙ буяуҙары, көтөлмәгән ҡыйыу сағыштырыуҙар, донъяны яңы күҙ менән ҡабул итеү, тормош тантанаһын раҫлау һәм йәшлек романтикаһы, ә тел – башҡортса! Форма төрлөлөгө!
Ошо бөйөк яҙыусыларҙың Рәшит Назаров тураһында әйткән һүҙҙәре минең ихтибарымды йәлеп итте.
Мин Р.Назаров ижадына лексик, морфологик анализ яһаясаҡмын. Һәм киләсәктә лә тикшеренеү эшемде алып барырмын тип уйлайым.
Лексик анализ.
Синонимдарҙың тейешлеһен үҙ урынында ғына ҡулланыу кешенән ҙур мәғлүмәт һәм нескә зауыҡ талап итә. Р. Назаров шундайҙарҙың береһе. Быны иҫбатлау һис тә ҡыйын түгел.
Ә ул йәшәй тыныс, сабыр,
Уғамы шан, уғамы дан?
(“Юл”)
Нурын һибеп, һибеп ҡырыҫ юлдарға,
Минең менән дуҫ һәм юлдаш – ул бара...
(“Ҡояш”)
Һалҡын, ҡырыҫ тәкәбберлек менән
Баш өҫтөнән ҡарап донъяның
Мин үҙемдең сая уйҙарымды,
Утлы уйҙарымды уйланым.
(“Иҫтәлек”)
Ул – бәхет ҡояшы! Ул янмай, балҡымай,
Йөрәгең уға нур бирмәһә...
(“Ҡояшлы төн”)
Ҡарашыңдың серле ялҡынында
Мин бер япраҡ – көләм, ҡыуанам.
(“Ҡарашыңдың серле ялҡынында..”)
Ә мин аҫта, тәрән ер аҫтында,
Көлмәй нурҙар, иҫмәй елдәре.
(“Тауҙар минән өҫтә...”)
Кешеләр – эшсән, уңғандар,
Гонаһһыҙ – сәскә һымаҡ.
Ҡарттары – шат та, уйынсаҡ.
Ун алты йәштә һымаҡ.
Ҡыҙҙары – һылыу, гүзәлдәр,
Егеттәр – тере ялҡын...
(“Һағындым. Их ҡайтаһы ине...”)
Антонимдар , башлыса, тормоштағы күренештәрҙең ҡатмарлы булыуын һы- ҙыҡ өҫтөнә алыу өсөн ҡулланалар. Бер үк образдың ике сифатын ҡапма-ҡаршы ҡуйыу юлы менән Р. Назаров ижтимағи күренештәрҙең ысын асылын, кеше характерының ҡатмарлылығын асҡан. Шиғырҙың исеме үк антонимдан тора “Хаҡлыҡ һәм ялған”.
Күптән йәшәй инде улар, күптән,
Хаҡлыҡ – дөрләр ялҡын, ялған – боҙ,
Һөйөү белмәҫ ҡарт, таҡ ҡалған ҡыҙ.
Ялҡын тере, көлөп, янып тора,
Боҙ тик уның нурын сағылдыра.
“Көрәш” шиғыры:
Аҡ һәм ҡара ептән Ваҡыт
Мәңгелекте туҡый.
Таң суҡышы, бына тағы,
Төн йөрәген суҡый.
“Бәхет йыры” шиғыры:
Шатлыҡ, һағыш – минең хистәрем ул,
Һөйөү, нәфрәт – минең йөрәгем.
“Әсә йыры” шиғыры:
Ара йыраҡ, ә һин яҡыныраҡ,
Минут һайын хатың көтөм һымаҡ.
“Донъя миңә гел йылмайып баҡты” шиғыры:
Берсә мыҫҡыл, берсә һынау менән,
Берсә наҙлап, берсә әсенеп
Ул йылмайҙы миңә, йә ап-асыҡ
Йә аҫтыртын ғына, йәшереп.
“Билдәһеҙ һалдат” шиғыры:
Шаулап уҙҙы тарих ут эсенән,
Үлем менән йәшәү өҫтөнән.
“Мәсхәрәле яуыз көлөү менән..” шиғыры:
Сая бөркөт юғарыға оса,
Селәүсендәр ҡаса түбәнгә.
“Ғорур имән һәм япраҡтар хаҡында баллада” шиғыры:
...Ә Имәндең хисе, әйтерһең,
Тик тәүге һәм һуңғы япраҡта.
Омонимдар Р. Назаровтың “Сара” шиғырында бик уңышлы ҡулланылған:
Яҙғы төн ҡара, сөм-ҡара,
Ас тәҙрәңде, ас та ҡара:
Урам буйлап Сара бара,
Ҡара төндө яра-яра,
Урам буйлап Сара бара...
Урам буйлап бара Сара,
Сәсе ҡара, ҡашы ҡара,
Осҡа тиклем байтаҡ ара,
Унда ҡайын япраҡ яра,
Шул ҡайынға бара Сара.
Урам буйлап Сара бара,
Ҡара төндө яра Сара.
Төндә ҡалмай икән яра,
Күҙ һирпеп бер ҡара, Сара,
Йөрәгемдә ҡала яра...
Төнө ҡара... һыҙлай яра,
Күҙҙе йомам мин бисара,
Һыҙлай яра... Сара! Сара!
Туҡтатырға бармы сара?!
Ҡайын йәп-йәш япраҡ яра...
Ҡайын йәп-йәш япраҡ яра...
Шул яраға ябырғамы?
Был миҫалда бер төрлө әйтелешле, әммә төрлө-төрлө мәғәнәле өс һүҙ бар:
ҡара- төҫ сифат ; ҡара ,йәғни, күҙ һалырға ҡуша ҡылым; яра-аша үтеп мәғәнә- һендә , ҡылым; яра – исем, киҫелгән урын булырҡа мөмөкин; япраҡ яра– ҡылым
ҡайындың бөрөләренән үҫентеләр сыға; Сара – исем, ҡыҙҙың исеме; сара – мөмкинселек .
“Йәшен” шығырында ла шағир антонимдар бик оҫта ҡулланған:
Мөхәббәт - ул, әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап-һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен;
Көйҙөрөр тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин, йәшен,
Ҡоя күрмә тик аҙаҡтан күҙең йәшен!
Мөхәббәт – ул, әйтерһең дә, утлы йәшен.
Күреүебеҙсә, йәшен һүҙе төрлө мәғәнәләр аңлата. Беренсе осраҡта – тәбиғәт күренеше, исем; икенсеһендә - кеше ғүмеренең бер мәле, исем; өсөнсөһөндә - хәл, торош, ҡылым; дүртенсе осраҡта йәш һүҙен эйәлек категорияһының 2-се затында ҡулланып омоним яһаған.
Шиғир яҙғанда сағыштырыуһыҙ булмайҙыр ул. Р. Назаров та бынан ситтә ҡалмаған:
Ә мин шырпы ҡабығындағы
Меҫкен йәш күбәләк кеүек.
(“Бәхетлеһеҙ һеҙ, дуҫтар...”)
Хужа һымаҡ бара ерҙә ул йән,
Ул һорамай бөгөн ярлыҡау.
(“Атлап йөрөйҙөр ул ерҙә бөгөн...”)
Күңелем минең йылғалай,
Ашҡынып ағып тора.
(“Күңелем минең йылғалай..”)
Ижад бит ул – саф шишмә,
Тормош – тауҙың иң дәүе.
Урғып сығыр күңелдән
Көнгә ҡаршы емелдәп!
Аҫыл таштай йылҡылдап,
Йылы ҡандай һулҡылдап,
Таң шикелле нурланып,
Арыҫландай ҙурланып,
Ҡайнап сығыр саф шишмә!
(“Салҡан ятҡан саң ғына..”)
Ниндәй уңышлы сағыштырыуҙар! Ошо шиғыр юлдары менән Р. Назаров ижадҡа дан йырлай. Тормоштағы һәр ябай күренештән дә мәғәнә табыу, айырым кеше яҙмышын донъя яҙмышына бәйләү Р. Назаров шиғриәтенең һүрәтләү масштабын билдәләй. Уның шиғриәте ихласлыҡҡа ҡоролған.
Рәшит Назаров шиғриәтндә метафора ҙур ғына урын биләй. Метафора тормошто, тәбиғәтте, теге йәки был күренеште һынлы итеп һүрәтләүҙең бер юлы һанала .
Тулҡынлана ҡылған океаны
Талғын ғына иҫкән ел менән.
Был өҙөктә ҡылған океаны – метафора, ике компоненттан тора, исем + исем- дән килгән, океаны тигән һүҙгә өсөнсө затта –ы ялғауы ҡушылған: океан+ы. Бында далалағы ҡылғандың тулҡынланыуы океан менән характерлана. Тимәк, ҡылған океаны күсмә мәғәнәлә ҡулланылған.
Р.Назаров күренештәрғе тасуирлағанда , күбеһенсә, тәбиғәт күренештәре һәм төрлө хайуандар, ҡош-ҡорттарҙың атамаларын ҡуллана.Мәҫәлән:
Ер йөрәге башҡа хәҙер,
Элекке түгел.
(“Беҙ шулай тибеҙ”.)
Тупраҡ кеүек ҡара өҫ башым,
Баҫыу моңо – ғүмер юлдашым.
(“Осам”.)
Мин сыҡманым... Өркәк илһам ҡошо
Баш осомда торҙо елпенеп.
( “Шаулап боҙҙар китте..”)
Күберәк йәнле предметтарҙың киҫәктәре, өлөштәре,атамалары йәнһеҙ нәмәләргә күсерелә. Бындай метафоралар Р. Назаровтың шиғырҙарында күп осрай. Миҫалдар: күҙ йәше– нәфрәт йәше, кеше һүҙе– йөрәк һүҙе,кеше йөрәге- ҡайын йөрәге, ҡурай моңо- баҫыу моңо, йәшен уты- йөрәк уты.
Метафораларҙа күсмә мәғнәлә һүҙҙәр үҙҙәренең тәүге, төп мәғнәләре менән бәйләнештәрен юғалтмай. Күсмә мәғнәлелек-уларҙа ваҡытлыса, ул контекст рамкалары менән бәйләнә. Контекстан тыш был һүҙҙәр үҙҙәренең төп мәғнәлә-
ренә эйә булалар. Мәҫәлән:
Һине көттөм...
Көттөм. Ә яңғыҙ ай
Йөрәгемә минең үрелде.
Һәм, йотлоғоп һөйөү диңгеҙеннән
Ялҡын эсә-эсә, тилереп,
Бейеп китте...
(“Мөхәббәткә ғазапҡынамы ни...”)
Был осраҡта тик ошо контекст эсендә генә диңгеҙ һүҙе метафорик мәғәнәгә эйә, ә контекстан тыш ул үҙенең төп мәғәнәһендә ҡулланыла.
Р. Назаровтың “Гөлбикә” поэмаһында, шиғырҙарында атама метафоралар йыш осрай. Атама күсереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килһәләр ҙә,бындай метафоралар хәҙер предметтарҙың, күренештәрҙең, билдәләрҙең күсмә атмаһы итеп түгел, ә тура мәғәнәһе итеп ҡабул итлә:ғаҙап йөгө, тормош дәфтәре, илһам нуры, рәхмәт ямғыры, рәхмәт ташҡындары,хәнйәр йөҙө Миҫалдар:
Кисермәҫтәр.. Ләғнәт миңә!
Ҡарғыш алған бер йәнемә.
Мин тейәнем күпме йөктө
Ауыр йөктө- ғаҙап йөгөн...
(“Гөлбикә “ поэмаһы.)
Тура бағып алыҫ донъяларға,
Ергә, күккә,
Мин әйтәм: Ер- тормош дәфтәрендә
Һуңғы нөктә!
(“Гөлбикә “ поэмаһы.)
Хоҙай мәрхәмәтле!Ул кисерер!
Рәхмәт ямғырынан ғонаһ серер.
(“Гөлбикә “ поэмаһы.)
Ышанмайым! Ах, кем һуң, кем
Үҙ ҡандары һарҡып торған
Хәнйәр йөҙөн үбер тиһәң?!
Йәшәү диңгеҙендә килеш
Үлемде һөй, ярат, имешө!
(“Гөлбикә “ поэмаһы.)
Йөк, дәфтәр,ямғыр, йөҙ, диңгеҙ һүҙҙәре килтерелгән өҙөктәрҙә күп мәғнәле һүҙҙәр булараҡ, икенсе предметтарҙың өлөштәрен атап килгәндәр.
Р. Назаров шиғриәтендәге образлы метафоралар эмоциональ-экспрессив ятҡан яңғырайҙар төрлө стилистик биҙәктәргә бай, әҫәрҙең формаһы һәм йөкмәткеһе менән туранан-тура бәйләнештә тороп, уның йөкмәткеһен тәрән асырға ярҙам итәләр. Тел саралары ярҙамында яҙыусы үҙ фекерҙәрен уҡыусыға еткереп кенә ҡалмай, уның тойғоһона, хыялына тәьҫир итә; уны тулҡынландыра, үҙенең геройҙары менән шатлығын да, ҡайғыһын да кисерергә мәжбүр итә.
Морфологик анализ.
Рәшит Назаров ижадында исемдәр бик үҙенсәлекле. Шиғырҙың исеме үк “Сәскәләр”
Гөлдәр, гөлдәр минең өҫтәлемдә,
Йәш бәпкәләй һары, гүзәлдәр!
Ә бына “Гөл” шиғыры:
Түр тәҙрәмдә, ҡояш аҫтында
Наҙлы һылыу – ҡына-гөл үҫә...
“Сар”шиғыры:
Мин шуға шатланам:
Бит әсәм-
Ер шары-
Ғаләм сары!
“Яҙ килә” шиғырында яҙҙың килеүен беҙ күп кенә исемдәргә ҡарап та аңлай алабыҙ. Майҙың тыны, ҡоштар, ҡояш, күгәрсендәр, сәскә,тамсы, гөлдәр, яҙ, наҙ.
“Тракторист йыры” шиғыры бөтөнләй үҙенсәлекле:
Колхоз ҡыры,
Хеҙмәт йыры –
Минең шатлығым.
Өҫтөм – ҡара,
Тик һин ҡара
Күңел сафлығын.
Тар кабина
Төйәк миңә
Эштә сағымда,
Бензин еҫе
(Хушбуй төҫө)
Тирә-яғымда.
Яҡты көндәр,
Айлы төндәр –
Дуҫтарым минең.
Маҡтаулы эш,
Оло бурыс
Тапшырған илем.
Күреүегеҙсә, бында тик ике генә ҡылым. Шулай итеп, Р. Назаров атамалар менән үҙ фекерен бирә алған .Бындай типтағы шиғырҙар байтаҡ. Бына улар “Болоттар, болоттар..”, “Имәндәр”, “Ысын, тере, имеш...”, “Табан аҫтында..” Уның шиғырҙарында исемдәр күп осраҡта төп килештә килә, иркәләү һәм кесерәйтеү белдереүсе аффикстар күп түгел .
Ә ҡылымдарҙан, моғайын, шарт һәм теләк һөйкәлешен уңышлы файҙаланғандыр. Билдәле булыуынса, хәҙерге башҡорт телендә теләк һөйкәлеше ҡылымының синтетик һәм аналатик формалары күп төрлө. Улар үҙҙәренең семантик йөк-мәткеһе яғынан оптатив модаллектең төрлө мәғәнә төҫмөрҙәрен күрһәтә: ысын теләк, шәхси теләк, хыяллы теләк, эске теләк, үкенесле теләк, үтәлмәҫлек теләк, хыяллы теләк, үтенеүле теләк, изгелек һәм ҡарғышты белдергән теләк, шөбһәле теләк һ.б. Мәҫәлән:
Йәшен булһам,
Яуыздарҙың йөрәгендә ярылыр инем,
Ҡылыс булһам,
Яуыздарҙың күҙ йәшендә йыуыныр инем.
(“ Йәшен булһам...”)
Һағындым. Их, ҡайтаһы ине
Һеҙҙең янға ҡабат, дуҫтарым!
Йәш ҡыҙҙарҙың йырын тыңлар инем,
Шатлығымдан үкһеп илар инем.
(“Һағындым. Их, ҡайтаһы ине..”)
Ҡалҡһаң ине, тинем, алдымда һин,
Йәнһеҙ һүрәт шунда йыртылып!
(“Бөгөн күрҙем һинең һүрәтеңде...”)
Саптар атым эйәрләнем,
Елде уҙаһым килә,
Был донъяла дошмандар күп,-
Алла булаһым килә.
Ерҙе һөрөп, иген сәсеп
Иген ураһым килә,
Был донъяла дуҫтарым күп,-
Алла булаһым килә.
(“Саптар атым эйәрләнем...”)
Рәшит Назаровтың шиғырҙарында бойороҡ ҡылымдарҙың күплегенә ихтибар итмәй булмай. Мәҫәлән:
Ошо эҙҙән ҙур юл үҫеп сыҡҡан,
Күр, аралаш яуған ямғырҙан.
(“Юлым”)
Тормош гүзәллеген үҙең дә күр, күрһәт бүтәндәргә,
Уны үргә нисек күтәргәндәр – ҡара һин гөлдәргә!
(“Тормош гүзәллеген...”)
Алды һәр саҡ нурлы, яҡты уның,
Ҡара түгел тик, бел, арты ла.
(“Күңелеңә ваҡлыҡ шыуып инһә...”)
Нимә был!? Сайҡалды , күр,
Ҡоланы ергә ҡояш.
(“Һалдат ҡаршылай кисте”)
Керһеҙ нурҙарға ҡойоноп
Тапһыҙ типһен һинең йөрәк.
Бел: иргә ялған һөйөүҙән
Ысын нәфрәт ҡәҙерлерәк.
(“ Донъя киң.Шул киң донъяла...”)
Р.Назаров тәбиғәт тураһында яҙғанда сифаттарҙы күп кенә ҡулланған. Улар араһында төп һәм шартлылары бар, төп сифаттарҙың дәрәжәләре лә төрлө.
Күл өҫтөндә аҡ томандар
Ҡоласын йәйә тағын...
Алһыу ҡояштың нурҙарын
Тулҡындан шәлкем бәйләй.
Ата ҡаҙҙар үҙ артынан
Кескенәләрен әйҙәй.
(“Күл”)
Кис.
Тирә - яҡ шау – гөж килеп тора,
Яҙғы гүзәл моңдар эркелә.
(“Яҙ тауышы”)
Был – ниндәй көҙ!
Алтын матур көҙ ул!
(“Байрам таңы алдындауйланыуҙар”)
Көҙгө төн еүеш һәм ҡап –ҡара ,
Күҙҙәргә һылана емелдәй...
Ауылым, һалҡындан бөрөшөп,
Өҫтөнә ҡара шәл ябынды.
(“Төнгө уттар”)
Ҡыйғас болоттарҙы үбеп,
Ҡырҙы, буяп алтынға
Ҡырлас тауҙар аръяғынан
Көлә - көлә таң тыуа.
(“Көләс иртә”)
Уның шиғырҙарында сифаттарҙың рәүеш урынында ҡулланған осраҡтары ла бик күп.Мәҫәлән:
Ишетәм уның көнсөл һәм
Зәһәрле хихылдауын.
(“Юҡ, тимә”)
Мин Ҡояшты күрҙем,
Көндөҙ күрҙем,
Таңын күрҙем уны, кистәрен...
(“Ҡояштарым ҡайҙа уҡталһа ла...”)
Һандарға килгәндә улар бик күп түгел, был нумератив һүҙҙәргә лә ҡағыла.
Әммә улар әҙ булһа ла бар. Мәҫәлән:
Ике шишмә ағып тора.
Ниңә ялҡын – ут өҫтөндә?!
(“Ике шишмә ағып тора...”)
Ҡоласла бөтәһен, бөтәһе – һинеке.
Бәхет тә шул шаулы диңгеҙҙә,-
Ҡоласла!
Бөтә һүҙ төркөмдәренән Р.Назаров шиғырҙарында иң күбе мөнәсәбәт һүҙҙәр һәм ымлыҡтарҙыр. Был нимәгә ишара һуң? Уның хисле, үҙенең мөнәсәбәтән кешеләргә белдерәһе килгән кеше икәнен әйтә.
Мөнәсәбәт һүҙҙәр бит һөйләүсенең берәй уй-фекерҙе раҫлауын йәки кире ҡағыуын, ҡарашын, мөнәсәбәтен белдерә. Бына Р.Назаров шиғырҙарынан миҫалдар:
Уйлаһаң бит, минең түгел,
Уның бөтөргә тейеш.
(“Күршем”)
Тәне серей уның бында,
Йөрәге тиһәң ...Юҡ, юҡ!
(“Ҡәбер өҫтөндә яҙыу”)
Әйтерһең дә , күктән ап-аҡ болот
Муйылдарға төшөп уралды.
(“Әйтерһең дә. Күктән ап-аҡ болот..”)
Алыҫыраҡ һикерер өсөн тик ул
Сигенәләр, эйе, артҡа ла.
(“Үҙемә”)
Ымлыҡтар һөйләүсенең төрлө хис- тойғоларын белдерә. Р.Назаров ижадында улар ғорурланыуҙы, шатланыуҙы, шикләнеүҙе, иҫ китеүҙе, ғәжәпләнеүҙе, һоҡланыуҙы, ҡыуаныуҙы, һөйөнөүҙе, таң ҡалыуҙы,хайран ҡалыуҙы аңлата:
Ах, ләкин борсаҡ исемде!
(“Борсаҡ”)
Ах, ниндәй төн бөгөн!
Йөрәгем тулы моң.
(“Ах, ниндәй төн бөгөн...”)
Аһ, бер юлы хужа ла ул. Ҡунаҡ та ул,
Иң түрендә типкән мең йөрәктең...
(“Шағир”)
Оһ!... Бирегеҙ миңә яҙҙың шат йәшенен,
Утын күҙ йәшенең, татын күҙ йәшенең!
(“Уй”)
Ниндәй йомарт, сатира!
О, яҙмыш! Ура! Ура!
(“Сатира”)
Тайғаҡ ине юлы, хәтәр ине,
Ул ауманы – сыҡты.
...Тик, ах,
Еңел аҡыл менән еңел телдән
Әйткән бер һүҙ йыҡты...
(“Һүҙ”)
О, ғүмер! Мөхәббәт
Кем алдар бушҡа.
(“Ҡыр арып ял итә”)
Үкһенем: ох, ямғыр, ох, яуыз
Киҫтең бит бар булған иҫәпте!...
(“Ямғыр”)
Киҫәксәләрҙең бөтө төрөн дә Р.Назаров ижадында осратырға була, әммә бик күп түгел.
Тик өйрәктәр генә бер аҙ
Маҙа бирмәй уларға:
Киләләр ҙә ләм аҫтарын
Керешәләр болғарға.
(“Күл”)
Талдар ҡосағында иркәләнеп,
Текә ярҙарына һыйынып
Йылға аға, талғын ғына ҡаға
Тулҡын -тулҡын йөҙөп йыйырып.
(“Йылға”)
Беҙҙең ише әҙәмдәр ҙә
Донъяла бар ҙа баһа!
(“Донъяла барҙа баһа”)
Алма ағасын оҡшаттым
Шул саҡ үҙемә:
Мин дә бит шул ағас һымаҡ
Тәүге бөрөлә.
(“Оҡшаттым”)
Күптәнме ни, көрткә сумып,
Йоҡлай ине беҙҙең урам?
(“Яҙ килә”)
Салҡан ятҡан саң ғына
Тауҙы түбән эйерме?
Ер өҫтөндә йөн төшөп,
Ҡырҙа шишмә уйырмы?
(“Салҡын ятҡан саң ғына...”)
Теркәүестәр ҙә Р.Назаровтың ижадында байтаҡ. Мәҫәлән:
Һөҙөмтә теркәүестәре:
Әкрен генә ағып ятҡан йылға,
Һиҙелмәгән хатта аҡҡаны.
(“Йылға”).
Шуға күрә, булғанлыҡтан үҙем кеше
Яратамын, билгелелер, кеше эшен.
(“Әгәр миңә әйтһәләр...”)
Ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре:
Ат та һәйбәт һәм ҡоштар ҙа, ләкин һаман
Машиналар яҡыныраҡ минең өсөн!
(“Әгәр миңә әйтһәләр...”)
Бына бер саҡ уның барыр юлын
Текә ҡая тауҙар ҡаплаған.
Наҙлы йылға сығыр урын эҙләп
Күп йөрөгән... ләкин тапмаған.
(“Йылға”)
Кем белә, бәлки, шул көҙгә
Бик күптәр һоҡланыр ҙа,
Ҡай берәүҙәре, баш эйеп,
Һағышлар, моңланыр ҙа...
(“Көҙ үтер ул.”)
Йыйыу теркәүестәре:
Сапсый, дулай, бер аҙ хәл йыя ла
Тағын шашып эшкә тотона.
Сәбәп теркәүесе – сөнки. Мәҫәлән:
Шатланығыҙ, ҡан –йәш күрмәҫ быуындар:
Сөнки ерҙә мәңгелектең дуҫы – Илем бар!
(“Йәшлек уйлана”)
Шулай итеп, Рәшит Назарҙың шиғырҙарын өйрәнеү беҙҙең өсөн әһәмиәтле. Ул туған телдең бөтә мөмкинлектәрен оҫта файҙаланған. Киләһе йыл – Әҙәбиәт Йылы. Был бер ҙә юҡҡа ғына түгелдер. Сөнки әҙәбиәт аша беҙ тәрбиә лә, белем дә алабыҙ. Ул беҙҙең күңелде үҫтерә.
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге.
1.Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле.Морфология.Өфө,2005.
2.Кейекбаев Ж. Ғ.,Сәйетбатталов Ғ.Ғ.Башҡорт теле. Педагогия колледждары өсөн дәреслек.Өфө, 2004.
3.Назаров Р.Р.Әҫәрҙәр.Ике томда. 1,2 том.Шиғырҙар.-Өфө:Башҡортостан
“Китап”нәшриәте, 2002.
4.Назаров Р.Р Йөрәгемде һеҙгә илтәм:Шиғырҙар.-Өфө:Башҡортостан китап нәшриәте, 1991.
5.Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең һүҙлеге.Өфө,2004.
Нора Аргунова. Щенята
Плавает ли канцелярская скрепка?
Сочинение
Сочные помидорки
Упрямый зяблик