Иншалар конкурсы
Вложение | Размер |
---|---|
bezzen_oyzon_yme._insha.docx | 15.4 КБ |
Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы Дим районының 123-сө лицейы муниципаль мәғариф учреждениеһы
Беҙҙең өйҙөң йәме
Башҡарҙы: Саматова Карина
6А класы уҡыусыһы
Уҡытыусыһы: Кириллова Г.Р.
башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы
Өфө – 2012
Беҙҙең өйҙөң йәме
Мин үҙем тураһында: ”Бәхетлемен!” – тип әйтә алам.Сөнки янымда ҡәҙерлеләрем: минең өсөн йәнен бирергә әҙер булған ата-әсәйем, апайым, һөйөклө ҡустым бар. Улар минең өсөн иң яҡын, иң изге кешеләрем, тормошомдоң йәме.
Беҙҙең ғаиләгә йәм биреп дүрт йыл элек ҡустым Рамазан тыуҙы. Ғаиләбеҙҙең бөтә иғтибары хәҙер унда. Тәүге көндәрҙе апайым менән уның эргәһенән китмәнек. Рамазандың беренсе уйынсыҡ тотоуына, ултыра башлауына, атлап киреүенә, “әсәй!” - тип әйтеүенә һәм башҡаларға беҙ шаһит булдыҡ. Әле лә буш ваҡытыбыҙ булһа, уның менән уйнайбыҙ, саф һауала йөрөйбөҙ, апайым менән балалар баҡсаһынан барып алабыҙ. Туғаным әкиәттәр тыңларға, бөтә малайҙар кеүек велосипедта йөрөргә, йәнһүрәттәр ҡарарға ярата. Уның яҡшы, аҡыллы, шаян, көслө,батыр малай булып үҫеүен теләйем.
Мин үҙем 6-сы класта уҡып йөрөйөм. Сәнғәт мәктәбендә һүрәт төшөрөргә өйрәнәм, бейеү түңәрәгенә, бассейнға йөрөйөм. Китап уҡыу, һүрәт төшөрөү, тәбиғәт ҡосағында йөрөү – минең яратҡан шөғөлдәрем. Ата-әсәйемде тик яҡшы билдәләр менән ҡыуандырып торам. Быйыл апайым Алина, беҙҙе ҡыуандырып, мәктәпте уңышлы тамамлап, институтҡа уҡырға керҙе. Апайым минең өсөн үрнәк булып тора.
Ата-әсәйем беҙҙең өсөн тырышып тора. Йыш ҡына ғаилә байрамдары яһайҙар. Беҙгә иң оҡшағаны Яңы йыл һәм тыуған көн байрамдары.Улар беҙҙе, балаларын, изгелекле, игелекле булырға, ололарҙы хөрмәт итергә, кешеләргә файҙа килтерергә өйрәтә.
Если хочется пить...
Снежная книга
Космический телескоп Хаббл изучает загадочную "тень летучей мыши"
Злая мать и добрая тётя
Астрономы получили первое изображение черной дыры