сочинение
Вложение | Размер |
---|---|
insha_.doc | 34 КБ |
Башkортостан – тыуған республикам! Бормаланып аkkан Дим һәм Ағиҙел йылғалары, сал Урал итәктәренең сәскәле туғайҙары,алтын иген баçыуҙары,kеүәтле нефть фонтандары булған данлы республика. Тыуған ерем иç киткес матур һәм бай. Әйтерһең дә,тәбиғәттең бөтә йомартлығы беҙҙең ергә сарыф ителгән.Үҙебеҙҙең тыуған яғыбыҙ булыуы менән генә түгел,ә тәбиғәтенең байлығы ,матурлығы күҙ яуын алырлыk сәскәләрҙең наҙы йылға – күлдәрҙең күплеге, һыуҙарының муллығы һәм башkа әллә күпме үҙенсәлектәре менән һоkланғыс ул.Тәбиғәт матурлығы кеше өсөн .Кешенең күңеле наҙға ни тиклем тулы,йөрәге моңға төрөнә,шул хәтлем кешелеклелек өçтәлә.
Эйе,ысынлап та,тыуған ер,тыуған төйәк,Тыуған ил, Ватан,тыуған ауыл һәм kала улар бөтә кешеләр өсөн дә иң изге,иң kәҙерле төйәк,алтын бишек булып тора.Һәм кешелек донъяһын борон-борондан шул тыуған төйәгенең яҙмышы борсоған,улар бөтә шатлыk – kыуаныстарын да,kайғы хәсрәттәрен дә уртаk иңдәрендә татығандар.Тыуған төйәк төрлө һуғыш,яу,золом мәлдәрендә халыk менән бергә һыkтап илаған,сөнки уның күкрәгенән күпме дошман бысраk аяkтары менән тапаған,kот осkос тимер машиналар менән йәнсеткән. Шундай ваkытта нисек иламайһың да,нисек кенә өндәшмәй түҙәһең? Ә халыk нимә эшләгән һуң? Халыk kулына kорал алып дошманға kаршы көрәшкән,үҙ илен илбаçарҙан kурсалаған.
Әҙәбиәттә,халыk ижады үрнәктәрендә илде,уның тәбиғәтен һаkлау проблемаһы бик мөһим урынды алып тора. Кешеләр үҙҙәрен уратып алған тирә-яkkа kарап борсола,уның һәм үҙ яҙмыштарының киләсәген уйлай.Бик күп яҙыусылар үҙҙәренең әçәрҙәрен дә тәбиғәтте һаkлау мәсьәләләрен күтәреп сығалар,уның байлыkтарын һаkлауға өндәйҙәр. Ул әçәрҙәрҙең бөтәһендә лә тәбиғәт, тирә -яk, урман,ауыл яҙмышы, кеше һәм халыk яҙмышы проблемалары бергә үрелеп килә.Тыуған төйәк – йәшәү сығанағы,уның гүзәллеген, байлығын,сафлығын һаkлауҙың мөkәддәслеге,урмандың мәңгелеге – халыkтың үлемһеҙлегенә бәрәбәр.Сөнки донъялағы бар тереклек тә тәбиғәттән ярала,беҙ,Тәбиғәт балалары.
Башkортостаныбыҙ бай тәбиғәтле Урал тауҙарында урынлашkан. Йыш kына уны икенсе Швецария, тиҙәр.Ә мин, киреһенсә Швецарияны икенсе Башkортостан ,тиер инем. Һәр кемгә үҙе тыуып үçкән ере йәндәй kәҙерле.Минең өсөн дә мең төрлө дауа үләндәр,күҙ яуын алырлыk сағыу сәскәләр,тормош күрке булған ағастарға көс биргән тауҙарым,үҙ kуйынында нисәмә төр kош – kорт, хайуан – йәнлектәр аçыраған kалын урмандарым,һәр тамсыһы көсһөҙгә көс, сирлегә дауа булған йылғаларым kәҙерле.
Мөғжизәләр иле. Уралтау…Ҡамышлы, томбойоkло төпһөҙ күлдәрҙә өйкөм - өйкөм йөҙгән аkсабырҙар, тулkындар менән kыуышып осkан аkтүш,һыу өçтөндә йөҙгән аkсарлаk-тар, зәңгәр саф һауала өйөрөлгән Урал бөркөтө үҙе үк мөғ-жизә түгелме ни?!
Ағиҙел, Яйыk, Эйектең, Һаkмар,Ашkаҙарҙың йәнлелеген билдәләп,һыу өçтөндә көмөш тамсылар сәсрәтеп уйнаған суртан , kыҙылгүҙ,kыҙылғанаттарҙың булыуы – үҙе мөғжизә түгелме ни?!
Ошондай сихри гүзәллек батшалыk иткән илдә тыуып үçеүемә һоkланам да,ғорурланам да. Беҙҙең һәр беребеҙҙең изге бурысы булып,ошо матурлыkты, байлыkты һаkлап киләсәк быуындарға ла еткереү тора тип мин уйлайым.
Тыуған ерем! Һиңә бәхетле киләсәк,әлегеләй тыныс һәм аяҙ күк теләйем. Миҙгелде миҙгел алмаштырһын,
япраk шаулаһын. Тыныс күгемдә ғорур бөркөт саңkылдаһын һәм һәр ваkыт балаларҙың шат ауаздары яңғыраһын.
Жәлил Кейекбаев исемендәге
Сәйтбаба урта мәктәбенең
4-се класс уkыусыһы Яхина Әлиәнең
«Яратам һине Башkортостан»
темаһына конкурс иншаһы.
Етәксеһе: Жәлил Кейекбаев
исемендәге Сәйетбаба урта
мәктәбенең башланғыс
кластар уkытыусыһы
Фәттәхова Рәмзилә Хәмит kыҙы.
Сәйетбаба 2020 йыл.
Цветущая сакура
Флейта и Ветер
Городецкая роспись
Если хочется пить...
Император Акбар и Бирбал