Происходит от местных пород степного и лесного типов, формировалась в условиях резко континентального климата при круглогодичном пастбищном содержании. Голова с прямым профилем, широким лбом. Шея толстая, короткая, холка низкая, спина широкая, прямая, круп умеренно спущенный. Башкирская лошадь была широко распространена в XVII—XVIII веках. Широко известны были башкирские тройки, на которых без отдыха и кормления в пути можно было за 8 ч преодолеть 120—140 км.Башкирские лошади принадлежат народу оседлому, который если и кочует, так на недалекие расстояния.
Вложение | Размер |
---|---|
at_ezlneu_eshe.doc | 476 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Мәғариф министрлығы
Яңауыл районы муниципаль районы
Яңауыл ҡалаһы лицейы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Эҙләнеү-тикшеренеү эше
Тема:« Башҡорт аты – халҡым ҡото »
Секция:Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
Башҡарҙы: Яңауыл ҡалаһы лицейының
5-се б класы уҡыусыһы
Миңлеғолова Гөлфиә Рәфил ҡыҙы
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы
Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы
Яңауыл – 2015
Йөкмәткеһе
Инеш өлөш 3
I. Халҡым ғорурлығы- башҡорт аты 4- 5
1.1.Аттарҙың иң-иңдәре 5
II. Атттарҙың халыҡ ижадындағы урыны 6-8
Йомғаҡлау 9-10
Ҡулланылған әҙәбиәт 11
Ҡушымта
Инеш
Башҡорт аты – халҡым ҡото башҡорт аттары! Үҙҙәренең сыҙамлы, аҡыллы булыуҙары менән башҡа аттарҙан айырылып тора. Улар – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Башҡорт аты — Көньяҡ Урал өсөн эндемик аттар тоҡомо. Ҡырҡа континенталь климат шарттарында йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөргә өйрәнгән урындағы дала һәм урман тоҡомдарынан килеп сыҡҡан. Башы ҙур, тура ҡабырғалы, киң маңлайлы. Ҡыҫҡа ҡалын муйынлы, түбән мундалы, киң тура арҡалы, түбән осалы. Башҡорт аты XVII-XVIII быуаттарҙа киң таралған булған. Өфө һәм Ырымбур губерналарында үрсетелгән, Пермь, Ҡазан һәм Һамар губерналарында һәм Көнбайыш Себерҙең почта юлдарында осраған. 8 сәғәт эсендә ял итергә туҡтамай һәм ашатмай 120-140 км юлды үтеп булған башҡорт өслөләре (тройка) киң билдәле булған.[2 ]
Эҙләнеү эшенең актуаллеге. Беҙ ҡатмарлы техника дәүерендә йәшәйбеҙ. Көндән-көн башҡорт халҡының ярҙамсыһы - аттарҙың һаны ҡыҫҡара бара. Хәҙер ауылдарҙа ла уларҙы осратыуы ауыр, шулай ҙа ат –кешенең тоғро дуҫы,ярҙамсыһы булып ҡала.
Эшебеҙҙә башҡорт атының килеп сығышын, халыҡ ижадында аттың урынын билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.
Маҡсатыбыҙға ирешеү өсөн ошондай бурыстар алдыҡ:
-ат һүҙенең килеп сығышы;
-уның халыҡ ижадында тотҡан урынын асыҡлау.
Эҙләнеү эшемдең объекты булып башҡорт аты тора.
Эҙләнеү предметы: аттың йәшәү рәүеше,уның ҡылыҡтары,халыҡ ижадында аттың роле.
Эҙләнеү эшебеҙҙең гипотезаһы : хәҙерге ваҡытта ла башҡорт аты актуаллеген юғалтмай.
Эш барышында түбәндәге эҙләнеү-тикшеренеү алымдарын ҡулландыҡ:
1)аңлатмалы,мифологик һүҙлектәргә,синонимдар һүҙлегенә байҡау яһау;
2)аттың халыҡ ижадында ҡулланышын тикшереү;
3) йәштәштәр менән социологик тикшереү үткәреү.
Эҙләнеү эшенең планы.
Практик әһәмиәте.Был эҙләнеү эшен башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, кисәләрҙә ҡулланырға була.
Халҡым ғорурлығы- башҡорт аты
Башҡорт аттары ҡырағай шарттарында йыл әйләнәһенә көтөүлектә йөрөү хәлендә барлыҡҡа килгән. Башы ҙур, маңлайы киң, муйыны йыуан, ҡыҫҡа, мундаһы түбән, арҡаһы яҫы, тура, арт һаны бер аҙ һалынҡы. Башҡорт ғәскәре ойошторолғанда, башҡорт аты ҡулланылған, Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа рус армияһы башҡорт аты менән тулыландырылған.
Башҡорт халҡында атланып йөрөргә менге аттар, санаға, арбаға егергә екке аттар һәм айырым яу аттары - яу сабырға әҙерләнгән аттар булған. Яу толпарҙары хәрби походтарҙа хужаларына тоғро иптәш һаналған. Башҡорт яугирҙарының дошмандарға ҡаршы алыштарҙа яулаған еңеүҙәрендә башҡорт аттарының көслө, ғәйәт сыҙамлы булыуы ла ҙур роль уйнай. Башҡорт аты 1812 йылғы Ватан һуғышында юғары баһа алған.Башҡорт ғәскәре ойошторолғанда, башҡорт аты ҡулланылған, Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа рус армияһы башҡорт аты менән тулыландырылған. Француз генералы де Марбо үҙенең иҫтәлектәрендә былай тип яҙған: “...башҡорт һыбайлылары өсөн бер ниндәй юл да кәртә була алманы. Улар һағыҙаҡ күсе кеүек һис көтмәгән яҡтан килеп сығыр ине. Уларҙы ҡыуып етеү бик ауыр ине”. Ғалим П.И. Рычковтың яҙыуынса, башҡорттар аттарын йәйен дә, ҡышын да тибендә далала йөрөткән.Ҡар нисек кенә ҡалын булмаһын, башҡорт аттары тояҡтары менән сапсып тибенеп, ҡар аҫтынан үҙҙәрен туйындырырлыҡ туң үлән тапҡан. Ҡышын егеүгә файҙаланған аттар өсөн бесән әҙерләнгән.Этнограф Руденко "Башкиры" тип аталған китабында:"Иң бай башҡорт 3–4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20–30 баш йылҡыға хужа",— тип яҙған.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романында ла башҡорт атлы полктарының ҡаһарманлығы тасуирлана, башҡорт аты башҡорт яугирының айырылғыһыҙ һәм тоғро юлдашы икәнен күрәбеҙ. Хәрби белгестәр башҡорт атын ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге, тырышлығы һәм идара итеүгә еңеллеге, хужаһына ышаныусанлығы, шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт шәп сабып һәм йылдам юрғалап барыуға һәләтлелеге (ә был һыбайлыға мәргән атырға һәм ҡылыс менән оҫта эш итергә мөмкинлек бирә) кеүек сифаттары өсөн юғары баһалағандар. Башҡорттар бындай йөрөшкә сыҙамлы аттарҙы махсус күнекмәләр ярҙамында тәрбиәләгәндәр. Башҡорт аты талымһыҙ, сыҙамлы, һыбай йөрөүгә лә, йөк артмаҡлағанда ла, еккән хәлдә лә юғары эш һәләтлегенә эйә. Соҡор-саҡырлы юлдарҙа ла 700-1000 кг йөк һөйрәй ала. Кәүҙәһенең оҙон булыуы арҡаһында йөрөшө тигеҙ, һыбайлыны тиҙ арытмай, шуға күрә оҙаҡ ваҡыт һыбай йөрөгәндә уны башҡа тоҡомло аттарҙан өҫтөн күргәндәр. Күп үрсем биреүе, һөтлө булыуы менән айырылып тора.
Аттарҙың да була иң –иңдәре
Әҙәбиәттә лә һәм ысынбарлыҡта ла , тарихта ла төрлө сифаттары буйынса танылған аттарҙың иң-иңдәре бар. Иң мөғжизәле ат - башҡорт халҡының бөйөк эпостарындағы Аҡбуҙат. Ул - ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған, ялын ҡыҙҙай тараған, ҡарсыға түшле, муйыны бер ҡоласлы, йүгереклеге һыналған, ҡуш йөрәкле яралған, елһә, ҡоштай елпенеп, тояғы ергә теймәгән, ел дә ҡыуып етмәгән, өҫтөндәге батырын яуҙа ташлап китмәгән толпар. Иң ҡыйыу ат - боронғо иң ҙур донъя империяһы батшаһы Александр Македонскийҙын Буцефал ҡушаматлы аты. Ул бер нәмәнән дә ҡурҡмаған. Үҙ күләгәһенән генә өркөр булған... Иң вазифалы, түрә ат - Рим императоры Гай Калигуланың аты. Был атҡа, хужаһының бойороғо буйынса, сенатор дәрәжәһе бирелә. Иң ғәжәп ат - күренекле яҙыусы Корней Чуковскийҙың геройы - Айболит табиптың дуҫы Тянитолкай - Тарттаэт. Ул - ике башлы. Иң сағыу ат - француз яҙыусыһы Александр Дюма геройы - мушкетер Д' Артаньян аты. Ул көҙгө ҡайын япрағы кеүек, һап-һары төҫтә була.
Иң ябыҡ ат - испан әҙибе Сааведра Сервантестың «Дон Кихот»ындағы Росинант. Ул тире тарттырылған һөйәктәрҙән генә тора, дүрт аяғына ла аҡһай. Иң мәкерле ат - Троя аты. Риүәйәт буйынса, ахейҙар Трояға ҡаршы һуғышҡанда, уның ҡапҡалары ҡаршыһына ағас ат килтереп ҡуя. Атты ҡала халҡы үҙе ҡапҡанан алып инә. Ағас аттың эсенә яугирҙар ултыртылған була. Улар төндә, ҡапҡаларҙы асып, ҡалаға ғәскәр индерә. Шунан был аттың яманаты тарихта ҡала. Иң үлемесле ат — Кенәз Олег аты. Кенәз үлгән атының баш һөйәге эсендә ятҡан йылан сағыуынан вафат була. Иң бәләкәй ат - рус әкиәттәрендәге Горбунок - Көмрөкәй. Ул өс ҡарыш бейеклектә, дөйәнеке кеүек, ике үркәсле. Иң ҡырағай ат - Пржевальский аты. Тарпанға оҡшаш ат элек Джунгария сүллектәрендә йәшәй, хәҙер зоопарктарҙа ғына бар.
Атттарҙың халыҡ ижадындағы урыны
Башҡорт атһыҙ йәшәй алмай. Уны ул йәненән артыҡ күрә. Борон-борондан башҡорт атлы халыҡ булып танылған. Ат уны туйындырған, кейендергән, яуҙарға алып сапҡан. Ер шарында башҡорт аты тояғы баҫмаған ҡитғалар бармы икән? Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында аттарға бик күп һәм мөһим иғтибар бүленгән. Яҙыусыларыбыҙ, сәсәндәребеҙ, шағирҙарыбыҙ аттар тураһында күп яҙған. Улар тураһында мираҫ итеп күпме йыр,мәҡәл,йомаҡ ҡалдырған ҡаһарман халҡым минең. Эҙләнеү эшебеҙ буйынса биш йөҙҙән артыҡ мәҡәл-әйтем ,тиҫтәләгән йомаҡ,йыр,әкиәт тикшерҙек. Башҡорт мифологияһында Толпар — һыуҙан йәки океандар башланған ерҙән сыҡҡан әкиәттәге тылсымлы, ҡанатлы ат. Был исемгә дәрт, атлығыу, уҡталыу, өйөрмә, ҡойон, илһамланыу, ҡанатланыу, күтәрелеү кеүек мәғәнәләр һалынған. Аҡбуҙат, күк ҡанатлы аты, башҡорт халыҡ эпосы "Урал-батырҙа" мөһим роль уйнай.Башҡорт халыҡ риүәйәттәрендә (Аҡһаҡ ҡола , Ҡара юрға , Бишҡолон , Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу , "Алпамыша") башҡорт аты — башҡорт батырының тоғро юлдашы. Башҡорт аттарына күп төҫлөлөк хас. Туры (гнедой) һәм ҡара-туры (темно-гнедой), ҡара ат (вороной), ҡола (саврасый), аҡ ҡола (буланый), һары ат (соловый), ерән ат (рыжий), көрән (бурый), күк ат (серый), саптар (игреневый), сысҡанһырт (мышастый) ала ат (пегий), сыбар ат (чубарый), бурыл ат (чалый). Башҡорт атын һөйләп тә, яҙып та аңлатып булмай, тик һиҙемләп кенә тояһың нескәлеген. Төҫтәренә ҡарап, дөйөм бер ҡағиҙәгә буйһонмаһа ла, аттарҙың фиғел-холҡон бер йүнәлешкә һалырға тырышҡан боронғо башҡорт. Был түбәндәге әйтемдәрҙә асыҡ сағыла.
Туры. Туры турһыҡ тотмаҫ, туҫтаҡка төшөр, йәғни ҡыҙыу, турһығың да эйәрҙән өҙөлөп төшөп ҡалыр, һөҙөмтәһе — эҫе һыуға төшөрһөң, йәнәһе.
Ҡара. Ҡараға ҡот бир. Тимәк, китәсәк тә китәсәк.
Ерән. Ерәнгә ер әҙ. Сап та сап...
Һары. Һарыла барһаң, һарһылтып бар. Бик ҡыҙыу түгел, йырлап барырлыҡ.
Ҡола. Ҡола ҡолатмаҫ. Тимәк, ҡабаланмаҫ, һөрөнмәҫ, юҡ-барға өркмәҫ.
Күк. Күкте үп, ярат. Тимәк, наҙлы, иркә.
Бурыл. Бурылды бүре алмаҫ. Йылғыр, һиҙгер мәғәнәһендә.
Саптар. Саптар бар — ат бар.
Көрән. Көрән барҙа көрәк кәрәкмәҫ. Йәғни күберәк эш аты. Ер эшкәртеүгә ҡулай.
Мәҡәлдәрҙең ҡайһы берҙәрен ҡарап үтәйек. Борон-борондан мал
аҫыраусылыҡ менән көн иткән башҡорт халҡының афористик ижадында
хеҙмәттең был тармағын сағылдырған мәҡәлдәрҙең күп булыуы тәбиғи.
«Малһыҙ — донъя һанһыҙ», «Мал аҙығы — йән аҙығы, мал асыуы — йән
асыуы» тигән мәҡәлдәр аша халыҡ тормошонда малсылыҡ хеҙмәтенең
роле ни тиклем ҙур булғанлығы күҙ алдына баҫа.
Мәҡәлдәр буйынса башҡорт халҡының элек ниндәй мал аҫырағаны,
ҡайһы малға ниндәй мөнәсәбәттә булғанлығы ла бик асыҡ сағыла:
“Йылҡы — малдың батшаһы”, “Аты-туны бар кешелә Алпамыша көсө
бар” “Аты бар — арыҫлан”, “Аты барҙың ҡанаты бар, һыйыры барҙың
һыйы бар”, “Атлы ерҙә ир үлмәҫ”.
Йомаҡтарҙы ҡарап үтәйек. «Йомаҡ» атамаһы башҡорт халҡында йомоу һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни йомаҡ- ул уйҙы йомоп ,йәшереп әйткән фекер. Татар халҡында ул «табышмаҡ» тигән исем менән йөрөй һәм «тамырын табыу» тигән һүҙ менән аңлатыла. Татар фольклорында ла 20-се быуат баштарына тиклем табышмаҡ менән бер рәттән йомаҡ атамаһы ла киң ҡулланылған. Табышмаҡ атамаһы әзербайжан,төрөкмән, уйғыр,алтай, ә йомаҡ - ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ,ҡумыҡ телдәрендә ҡулланыла. Рус фольклористикаһы иһә “загадка” һүҙенең килеп сығышын “гадать” һүҙенән сығып аңлата.
а)Тимерсе лә түгел,
Балта оҫтаһы ла түгел,
Үҙе ауылда беренсе эшсе.
б) Дүрттер уның аяғы.
Түбәһендә ҡолағы;
Илдән-илгә еткерер,
Таштан ҡаты тояғы һ.б.[6 ,105]
Әкиәт – халыҡ ижадының киң таралған жанры. Ҡобайырҙар, хикәйәттәр, легендалар, йырҙар һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр менән бергә әкиәттәр башҡорт халыҡ ижадының бай мираҫын тәшкил итә. Башҡа жанрҙарҙағы кеүек үк, әкиәттәрҙә лә халыҡтың үткән замандарҙағы тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, көрәше, матур киләсәккә ынтылыштары, ҡанатлы хыялдары сағылған. Шуға ла донъяла әкиәтһеҙ халыҡ булмағандай, әкиәт ишетмәй үҫкән кеше лә юҡ. Ололар ҙа, кеселәр ҙэ әкиәт тыңларға әүәҫ. Билдәле булыуынса, күп кенә күренекле яҙыусыларҙың, сәнғәт эшмәкәрҙәренең бала саҡта әкиәт тыңлауҙары уларҙың ижади һәләтлектәрен асырға булышҡан, нәфис һүҙҙең тәмен татырға өйрәткән. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә ат образы күп ҡулланыла.Ул ел дә еткермәҫ шәп сабыусы, күҙ асып йомғансы теләгән ереңә алып барыусы ярҙамсыл итеп һүрәтләнә. (“Алпамыша”, “ Алтынҡойорҡ-Көмөшъял”, “Йәш һунарсы” һ.б.)[8]
Йомғаҡлау
Башҡорт аты ҡыйыу, тәүәккәл, тырыш, түҙемле, тыңлаусан, хужаһына ышаныусан, ѳйрәтеүгә тиҙ күнегә. Тап ошо сифаттары ѳсѳн ул хәрби хеҙмәттә юғары баһаланған. Башҡорт яугирҙарының дошмандарға ҡаршы алыштарҙа яулаған еңеүҙәрендә башҡорт аттарының көслө, ғәйәт сыҙамлы булыуы ла ҙур роль уйнай. 1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң башҡорт яугирҙары «Төньяҡ амурҙары» тигән исем менән тарихҡа инә. Аты булһа, башҡорт яугиры алдындағы бөтөн урман, тау-таш, тәрән кисеүҙәрҙе үтеү, боҙло-ямғырлы көндәрҙә лә дошман менән алышыу, башҡа ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу бер ни тормаған. Шуныһы ҡыҙыҡлы, йылҡы ите - башҡорттарҙың иң яратҡан ризығы , унда холестерин юҡ тиерлек икән .Шуға ла сәләмәтлеккә лә шифаһы ҙур. Ул ғына ла түгел: аттар дарыуҙар яһауҙа туранан-тура ҡатнаша. Бактериология институттарында донор аттарҙың ҡанынан гангрена - тәндең үлекләүе, столбняк - һеңерҙәр тартышыу, дифтерия - балаларҙың тамаҡ сире, ботулизм - аҙыҡтан ағыуланыу кеүек ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы дарыуҙар эшләнә. Башҡорт халҡының милли эсемлеге –ҡымыҙ тураһында күптәр белә. Бѳгѳнгѳ кѳндә башҡорт ҡымыҙы һәм аты бренд булараҡ күптән бѳтә ил буйынса танылыу яуланы.[8] Башҡорттарҙа ҡымыҙ бешеү серҙәре ныҡлы һаҡланып, быуындан быуынға тапшырыла килә. Башҡорт тоҡомло бейәләр һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ айырыуса сихәтле сифаттарға эйә. Үҙенең иҫтәлектәрендә яҙыусы, яҡташыбыҙ Сергей Аксаков былай тип яҙа: “Яҙ етеп ер асылғас, туғай-болондар хуш еҫле йәшеллек менән ҡапланғас та ҡышҡыһын ябыҡҡан аттар тиҙ генә көрәйеп ала һәм башҡорттар ҡымыҙ әҙерләү эшенә тотона. Бер аҙҙан йәш балаларҙан алып ҡарыуы ҡайтҡан ҡарттарға тиклем был шифалы эсемлекте эсә башлай. Аҙ ғына ваҡыт эсендә оҙон һалҡын ҡышты аслы-туҡлы үткәреүҙән барлыҡҡа килгән ауырыуҙары һыпырып алдандай юҡҡа сыға. Кешеләрҙең ябығыуҙан һурыҡҡан йөҙҙәре тулыланып, йәшәреп китә. Хатта сабыйҙарҙың, йәштәрҙең генә түгел, ҡарттарҙың бит остарына алһыу төҫ ҡуна”.[1] Эшебеҙҙе башҡарғанда аттарҙың миллион йылдар элек булыуы һәм тән төҙөлөшө менән эткә оҡшаған булыуҙары аптыратты. Аттарҙың халыҡ ижадындағы урынын да асыҡланыҡ. Ат тураһында биш йөҙләп мәҡәл, әйтем таптыҡ, тиҫтәләгән йомаҡҡа , әкиәткә, халыҡ йырына күҙәтеү яһаныҡ. Класташтарым менән тәҡдим ителгән таблица буйынса йомаҡ төҙөп ҡараныҡ .
кеүек | ||
кеүек | ||
кеүек |
Уны ҡушымтала күрергә була .
Шулай уҡ анкета үткәрҙек.Анкетала 20 уҡыусы ҡатнашты.
1.Хайуандар тураһында китаптар уҡырға яратаһығыҙмы?? (эйе – 100%,юҡ- 0% )
2. Ниндәй хайуан кешенең дуҫы була ала? (эт– 30 % , ат- 50%,
бесәй-20%)
3 .Аттарҙың үҙ холҡо буламы икән? (эйе – 80%)
Ат һеҙҙең өсөн нимәне белдерә? тигән һорау барыһын да ҡыҙыҡһындырҙы. 20 уҡыусы ҡатнашты.Шуларҙан 10 уҡыусы –тоғро дуҫ,5 уҡыусы –ярҙамсы,6 уҡыусы-көс,2 уҡыусы-һалдат,9 уҡыусы- матурлыҡ тип белдерҙе.
Алдағы йылдарҙа ла эшебеҙҙе дауам итергә уйлайбыҙ.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1.Аксаков С.Семейные хроники. Издательство: Эксмо. г. Москва. 2007
2.Башҡорт халыҡ ижады.11-се том.Өфө:Китап, 2008.
3. Галин С. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады-Өфө,Китап,2004.-180-204-се б.
4.Н.Иҫәнбәт. Отҡанға мәҡәл,тапҡырға табышмаҡ.Казан, Китап,1973. -3-18-се б.
5..Родной Башкортостан:учебник для 6 класса/АзнагуловР.Г.,Аминева Ф.Х.,Галлямов А.А.-2-е изд.-Уфа; Китап,2008.-с.63-75
6.Татар халыҡ ижады.Табышмаклар.Казан;Татарстапн китап нәшриәте,1997.105-106-сы б.
7.Әкиәт –хыял асҡысы,йомаҡ- зиһен асҡысы -Өфө: Китап,2007.
8.Интернет мәғлүмәттәре
Ҡушымта
Ат тураһында мәҡәлдәр
Аты булһа, ҡамыты табылыр.
Ауыр йөктө ат тарта, ауыр эште ир тарта.
Алтын эйәр атҡа тейер, эйәһе белмәҫ, ат белер.
Алама атҡа менгәнсе, югер кеше күргәнсе.
Аҡһаҡ булһа ла, үҙ атың булһын
Айғыр ҡалдырһаң, юнлеһен ҡалдыр, ҡусҡар ҡалдырһаң,
йөнлөһөн ҡалдыр.
Алашаны атҡа һанама.
Алтмыш ҡолон ат булмаҫ.
Алтын эйәр атҡа тейер, эйәһе белмәҫ, ат белер.
Андыҙлы ерҙә ат үлмәҫ,
Атлы ерҙә ир үлмәҫ.
Арғымаҡ менгән арымаҫ.
Арыҡ атҡа ҡамсы ла йөк.
Арыҡ атҡа менгәнсе, аяғыңа мен.
Ат айында һыналыр.
Ат алғансы, тай ҙа мал.
Ат аҙғыны тайға эйәрер, ярлы малы байға эйәрер.
Ат аҙғыны тай була, ир аҙғыны бай була.
Ат — байҙа.
Ат күрмәгән ат күрһә, саба-саба үлтерер,
Тун күрмәгән тун күрһә, ҡаға-ҡаға туҙҙырыр.
Атлыға тай менһә лә килешә.
Аҫылһыҙ атҡа менһә, атаһын танымаҫ.
Ат айында, ир йылында һыналыр.
Ат барҙа бейә сапмаһын, ир барҙа ҡатын алға сыҡмаһын.
Ат булыр ҡолондоң түше яҫы килер,
Ат иренле, ир моронло килһен.
Ат кешнәшеп ҡолонон табыр.
Ат ҡаҡҡанды тай ҡаҡҡан, ир ҡаҡҡанды мир ҡаҡҡан.
Ат менән ҡатындың башын ҡаты тот.
Ат тартмаһа, арба бармаҫ
Ат тоҙға килә, кейәү ҡыҙға килә.
Ат тояғын тай баҫа.
Ат урынына ишәк бәйләмә.
Ат яманы тай менән уйнар, әҙәм яманы бала менән уйнар.
Ат яманы тай менән уйнар, ҡатын яманы бай менән уйнар.
Атаһыҙҙы ул итмә, инәһеҙҙе ҡыҙ итмә.
Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа.
Аттан төшөп, ишәккә менмәйҙәр.
Аттар һыу эскәндә, тайҙар боҙ ялай.
Атты ауыҙлыҡ өйрәтә.
Атты өйрәтә белмәһәң, сығынсы булыр
Атты һыйпап өйрәтәләр.
Аттың шәбе — кешелә, ҡатын шәбе күршелә.
Аттың юрғаһын, бисәнең уңғанын ал.
Аты икәүҙең аяғы тынмаҫ, ҡатыны икәүҙең ҡолағы тынмаҫ.
Атым бар тип атланма, ҡатыным бар тип маҡтанма
Атына күрә арбаһы.
Атына күрә санаһы, заманына күрә балаһы.
Атың ашамһаҡ булһа — уңдың, ҡатының ашамһаҡ булһа —
бөлдөң.
Атың барға ҡыуанма, атаң барға ҡыуан.
Атың барҙа ер таны, атайың барҙа ил таны.
Атың булһа, теҙгенен ҡыҫҡа тот.
Атың насар булһа ла, ҡатының яҡшы булһын.
Атың насар булһа, һатып ҡотолорһоң;
Этең насар булһа, атып ҡотолорһоң;
Ҡатының насар булһа, нисек ҡотолорһоң?
Атың яман булһа, һатып ҡотолорһоң;
Аға-энең яман булһа, ҡасып ҡотолорһоң;
Ҡатының яман булһа, нисек ҡотолорһоң?
Ат алмаҫ борон югән эҙләмә.
Ат арығын маҡтама, арғымаҡтан тай уҙыр.
Ат аяған ат менер, тун аяған тун кейер.
Ат аяғынан һимерер.
Ат баҫмайым тигән еренә өс баҫа.
Ат башы менән уйнағансы, атаң башы менән уйна. 846. Ат башы тотҡан арымаҫ.
Ат булмағанда, ишәк тә ярай.
Ат йәлләгән ергә ҡарар, ҡош йәлләгән күккә ҡарар.
Ат ҡартайһа — һуғымлыҡ.
Ат — менгәндеке, тун — кейгәндеке.
Ат санала беленер.
Ат тапҡансы ишәк мен.
Ат тапҡансы эйәр тап.
Ат тапһаң, эйәр табыла.
Ат тирләһен, сирләмәһен.
Ат тояғы сабата түгел, тишелһә, ямап булмай.
Ат холҡона таянма.
Ат хурлаған тай менер, тай хурлаған таяҡ менер.
Ат юрғалар, эйәһе дан алыр.
Ат яҡшыһы аранда.
Ат яҡшыһы алға сығыр, алға сыҡҡан данға сығыр.
Атҡа — һоло, машинаға — май.
Атҡа ышанма: ат, кем менһә, шуныҡы.
Атланһаң үҙ атыңа атлан, кеше аты тиҙ арыр.
Атлы тәртә төҙәтер, атһыҙ кәртә төҙәтер.
Атлының аяғы ла арымай, туны ла туҙмай.
Атты айһыҙ маҡтама.
Атты ат һаҡлай.
Атты сыбыртҡы менән ҡыума, һоло менән ҡыу.
Аттың даны егет ҡулында.
Аттың күрке ял булыр.
Аттың саяһы — юрға.
Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло.
Атһыҙ ир — ҡанатһыҙ ҡош.
Атһыҙ ир — ҡулһыҙ кеше.
Атһыҙ кеше — затһыҙ кешө,
Аты бар — арыҫлан.
Аты бар атланмаҫ, эйәре бар атланыр.
Аты бар — батыр, аты юҡ — ятыр.
Аты барҙың дуҫы бар.
Аты барҙың ҡанаты бар
Аты булһа, ҡамыты табыла.
Аты барҙың ҡанаты бар, һыйыры барҙың һыйы бар.
Аты-туны бар кешелә Алпамышаның көсө бар.
Атым яҡшы тип, сыбыртҡыңды ҡуйма. 886. Атың арыһа, абруйың китер.
Атың арыһа, үҙеңә үпкәлә.
Атың барҙа арыш сәс.
Атың булһа, арымаһын.
Атың булһа, ил таный.
Атың юғалһа ла, югәнең ташлама.
Ау аула, ауылда тор.
Ашаған аттың теше аҡ.
Байтал бейә булғансы, башыңа сал инә.
Байтал менһәң — ҡолон юҡ,
Һауым мал екһәң — ҡымыҙ юҡ.
Бейә куп булһа, ҡолон күп.
Бейә менһәң — ҡолон юҡ, һаумал эсһәң, ҡымыҙ юҡ.
Бейә һаумаҡ — ут йотмаҡ,
Ҡымыҙ бешмәк — йән сыҡмаҡ.
Бейәһенең серен эйәһе белер.
Бәләкәй атты маҡта, оло атты ек.
Ғәйрәт — атлыла.
Далаға ебәргән атыңа ышанма.
Егә белгән айғыр егер.
Еккән атың елдәй булһын.
Екмәһәң дә, ат яҡшы.
Ике бейә — ил ашы,
Өс бейә — болаҡ башы,
Бер бейә — юҡтың ҡашы.
Ир ҡанаты ат була.
Ирҙең юлдашы ла ат, моңдашы ла ат.
Йылҡы — малдың батшаһы.
Йылҡы — данлыҡ, ҡуй — байлыҡ.
Йылҡы ҡолондан үҫер.
Йыуаш ат юнләүгә яҡшы.
Кешәнле атың — бар атың,
Кешәнһеҙ атың — юҡ атың.
Ҡолон аҫыраһаң, ат менерһең.
Ябыулы атта ял ҡалыр,
Ял ҡалмаһа, йән ҡалыр.
Яҙға сыҡҡан атты яуҙан да йәлләмә,
Көҙгә кергән атты кейәүеңә лә бирмә
Ир — ат, ҡатын — арба.
Ир аты менән, ҡатын ире менән маҡтаныр.
Ир балаға ат кәрәк, ҡыҙ балаға — ҡанат.
Ҡатын ҡанаты — ир, ир ҡанаты — ат.
.
Яҙғы айғыр ятҡан ерҙән кешәннәй.
Яҡшы ат ирҙең данын сығарыр.
Яҡшы аттың башы ҡашҡа.
Эйәһенә күрә бейәһе.
Яман ат эйәһен ҡартайтыр.
Яман айғыр өйөрсәк.
Яңғыҙ ағас сана булмай,
Үгеҙҙе маҡта, атты ек.
Үҙ атыңды һынар өсөн кеше атына ултыр.
Яңғыҙ бейәнән һаба тулмай,
Ат юҡ аранда, ҡайғы юҡ буранда.
Ат яҡшы ла, ел ҡаршы.
Айғыр малға ни етә, йөрей белгән кешегә?
Тыуған илгә ни етә, ҡәҙерен белгән кешегә?
Айғыр өйөрөн ташламаҫ.
Ябаға тайҙы хурлама: яҙға сыҡһа, ат булыр;
Йәш егетте хурлама: уҡыһа, илгә баш булыр.
Аҙғын ат тайға эйәрер, әрһеҙ кеше байға эйәрер.
Ат кешнәшеп, һалдат һөйләшеп дуҫлашыр.
Ат ҡәҙерен сапҡан белер, мылтыҡ ҡәҙерен атҡан белер
Яман атты ял баҫыр, яман илде яу баҫыр.
Ат аҙғыны тайға эйәрә, ир аҙғыны ҡыҙға эйәрә.
Ат айғырланһа, үҙ башына була.
Ат алһаң, арба кәрәк, ҡатын алһаң, бары ла кәрәк.
Ат алһаң — ауылың менән, ҡыҙ алһаң — ырыуың менән
кәңәшләш.
Ат алһаң, баш менән түш ал, ҡыл алһаң, ҡабаҡ менән ҡаш ал.
Ат алһаң, яҡындан ал, ҡатын алһаң, алыҫтан ал.
Ат матуры — арҡанда, ҡыҙ матуры — тарханда.
Ат менән ҡыҙҙы ауылдан алма.
Ат урлаған бур булыр, ҡыҙ урлаған хур булыр.
Ат эҙләгән яуға юлығыр, ҡыҙ эҙләгән туйға юлығыр.
Аттың аҫылына атлан.
Атына күрә тәртәһе.
Атына ҡарама, затына ҡара.
Аҡрын барған аттан уҙған,
Йүгереп барған тайҙан ҡалған.
Аҡылһыҙ егет —ауыҙлыҡһыҙ ат,
Йүнһеҙ егет — йүгәнһеҙ ат.
Алты ҡабып ир туйһын, алтмыш ҡабып ат туйһын.
Алтын башлы ҡатындан баҡыр башлы ир артыҡ.
Ат ат эҙенән йөрөр.
Ат баҫҡан эҙенән ҡайтмаҫ.
Ат арыҡлыҡта, егет ғәриплектә һыналыр.
Ат ҡартайыр — майҙан ҡартаймаҫ, егет ҡартайыр — заман
ҡартаймаҫ.
Ат типкеһен ат күтәрер.
Ат тоҙ тип ҡартайыр, егет ҡыҙ тип ҡартайыр.
Ат әйләнеп өйөрөн табыр, ир әйләнеп төйәген табыр.
Ат яҡшыһы арҡанда, ир яҡшыһы — тарханда.
Атты ҡамсы үлтерер, ирҙе намыҫы үлтерер.
Атың барҙа юл таны, аҡылың барҙа ир таны.
Ир ҡанаты ат була.
Аҙбары бар, аты юҡ.
Айыу ҡыуып — ҡуян тотҡан.
Ат бар — арба юҡ, ҡаҙан ҡайнай — ярма юҡ.
Аты булһа, ҡамыты булмай.
Аты юҡ, кәртә төҙәткән.
Атын алдырғас, ҡапҡаһын бикләгән.
Атын юғалтҡан, югәнен эҙләй.
Ат алғансы, һарайың әҙерлә.
Ат алһаң, арба кәрәк.
Ат алһаң, ауылыңдан алма.
Ат алһаң, ауылына тартыр.
Ат алһаң, һынап ал; аҡса тапһаң, һанап ал.
Ат алыу — ҡатын алыу түгел (уңмаһаң, ташлап булмай).
Ат һатһаң, ауылың менән, ауылың менән булмаһа, бүрегең
менән кәңәш ит.
Ат, эйәһенә килгәс, аҡһамаһын. 2600. Ат яҡшыһы санала беленә, ир яҡшыһы баҙарҙа беленә.
Атты ҡамытҡа үлсәп алмайҙар, ҡамытты атҡа үлсәп алалар.
Атты югәненән башҡа һатмайҙар.
Аты юҡ арба һатыулашҡан.
Ат ҡәҙерен атлы белмәҫ, аш ҡәҙерен ашлы белмәҫ.
Ат ҡәҙерен белмәгәнгә йәйәүлек бирер язаһын,
Аш ҡәҙерен белмәгәнгә аслыҡ бирер язаһын.
Ат — әҙәмдең ҡанаты, аш — кешенең ҡеүәте.
Аш ҡәҙерен эт белмәҫ.
Атһыҙ өй булһа ла, .ашһыҙ өй булмаҫ.
Аты-туны бар кешелә алпамыштың көсө бар,
Тамағы туҡ кешенең тәңрелә ни эше бар?
Ат аяған ат менер, тун аяған тун кейер.
Ат ҡәҙерен белмәгән теҙгенен тотоп ултырыр,
Тун ҡәҙерен белмәгән яғаһын тотоп ултырыр.
Ат менмәгән ат менһә, саба-саба үлтерер,
Тун кеймәгән тун кейһә, ҡаға-ҡаға туҙҙырыр.
Ат яҡшыһы — ала тояҡ, тун яҡшыһы — төлкө аяҡ.
Атҡа баҡма, тунға баҡ, эсендәге йәнгә баҡ.
Атһыҙға ат ектермә, тунһыҙға тун тектермә
Алыҫ юл атты һынай, ауыр юл ирҙе һынай.
Арбалыға юлдаш булма, юрғалыға юлдаш бул.
Арбаңа ҡарап йөк һал, атыңа ҡарап юлға сьгк.
Арыҡ атҡа ҡурйын да ауыр.
Ас ҡалмаған аш ҡәҙерен белмәҫ, йәйәү йөрөмәгән ат ҡәҙерен
белмәҫ.
Ат арымаһа, аҙыҡтан.
Ат арымаһа, сана арымай.
Ат аяғын ҡыҙғанған ылауҙан ҡотолмаҫ.
Ат доға менән йөрөмәй, дуға менән йөрөй.
Ат — егеттең юлдашы.
Ат йөрөп юл ала.
Ат ҡолағы һаҡ булыр.
Ат тартмай — һоло тарта.
. Ат яҡшы булһа, юл ҡыҫҡа була.
Ат яҡшы түгел, ем яҡшы, ем өҫтөнә дим яҡшы.
Атҡа ышанып, арбала йоҡлама, аҙаштырһа, үпкәһе үҙеңә.
Атҡа эйәр йөк булмаҫ.
Атлы йәйәүлегә юлдаш түгел.
Атлы йәйәүлегә юл бирмәҫ.
Атлыға йәйәүле юл бирер.
Атлының аяғы ла арымай, туны ла туҙмай.
Атың арыҡ булһа, көн күп.
Атыңа ҡарап юлға сыҡ.
Атың арыһа, үҙеңә үпкәлә
Атың барҙа елеп ҡал, яҡшыларҙы күреп ҡал!
Атың һимеҙ булһа, юлың ҡыҫҡа булыр.
Аты һимеҙ, юлы тигеҙ.
Аты — һигеҙ, юлы — тигеҙ.
Аяғым — ат, ҡулым — ҡамсы, менермен дә сабырмын
Аҫылһыҙ атҡа менһә, атаһын танымаҫ.
Атаң менән маҡтанма, атың менән маҡтан.
Атаһының аты бар, инәһенең туны бар — иҫәүәнгә ни ҡайғы?
Ат айғырланһа, башына була.
Ат етмәҫ ергә дан етер.
Ат үлер — тояғы ҡалыр, әҙәм үлер — даны ҡалыр.
Ат йүгерек түгел, күңел йүгерек.
Атты ҡамыты югертә, ирҙә намыҫы югертә.
Аттың бары толпар булмаҫ, ҡоштоң бары шоңҡар булмаҫ.
Атың арыһа — абруйың китер, ҡарының асһа — ҡәҙерең китер.
Атлағыһы килмәгән ат тәртәгә тибә.
Югерек ат туҡлығын белдермәҫ, йомарт юҡлығын белдермәҫ.
Яҡшы ат алыҫтан алдыра.
Яҡшы аттың йөрөшө тигеҙ, яҡшы кешенең холҡо тигеҙ.
Алтмыш көн ат булғансы, алты көн айғыр бул.
Арғымаҡ алын бирмәҫ.
Арғымаҡ ат юл башлар,
Аҡыллы егет ил башлар,
Батыр егет яу башлар,
Сәсән егет дау башлар.
Арғымаҡ һыйпау һөймәҫ, алаша маҡтау һөймәҫ
Ат аҫылы юртаҡ, өрәгәс эт ҡурҡаҡ.
Ат булһа, майҙан табыла, ат булмаһа, майҙан ябыла.
Ат дағаһыҙ булмаҫ, батыр яраһыҙ булмаҫ.
Ат кәбәндән ҡурҡмаҫ.
Ат менән ишәк ярышмаҫ.
Ат үлер — эт көлөр.
Ат үлеме эткә туй.
Ат үлер — дағаһы ҡалыр, батыр үлер — даны ҡалыр.
Ат үлер — майҙан ҡалыр, егет үлер — дан ҡалыр.
Ат үлһә, майҙан ҡалыр4
Ат үлһә, эйәре ҡалыр
Ат сапҡанда беленер.
Ат тешенән билгеле, егет түшенән билгеле.
Ат юлда һынала, егет яуҙа һынала.
Ат яҡшыһы тауҙа, ир яҡшыһы яуҙа беленер.
Аттың даны егет ҡулында, егеттең даны үҙ ҡулында.
Ат тураһында йомаҡтар
1.Тимерсе лә түгел,
Балта оҫтаһы ла түгел,
Үҙе ауылда беренсе эшсе.
2. Дүрттер уның аяғы.
Түбәһендә ҡолағы;
Илдән-илгә еткерер,
Таштан ҡаты тояғы.
3.Ҡойроғо һалпы,
Ике ҡолағы ҡайсы,
Уны белмәгәндең һыртына-ҡайыш ҡамсы.
4.Ҡалын арҡа,
Тарта ла тарта,
Ул тартҡан һайын табыш арта.
5.Дүрт аяҡлы йүгерә,һигеҙ аяҡлы ҡыуа ,етә алмай.(ат һәм сана)
6. Атайҙан да дәү,
Әсәйҙән дә дәү.
Атайым кеүек
Ул хәтәр көслө,
Әсәйем кеүек
Ныҡ оҙон сәсле…
Йомаҡ ҡойҙом бит.
Йә, әйт, яуабын тап.
Һи-и-и-и-ииий,
Шуны ла белмәй…
Ул ни… теге… ат!
7.Беҙҙең өс дуҫыбыҙ бар:
Береһе ашата,
Икенсеһе эсерә,
Өсөнсөһө йорт һаҡлай.(ат,һыйыр,эт)
8.Йыуаш ятыр,өндәшмәй генә тотор.
Белый лист
Шум и человек
Валентин Берестов. Аист и соловей
Акварель + трафарет = ?
Хитрый коврик