Консультацион үҙәк
Һаумыһығыҙ, ата-әсәләр, балалар!
Һеҙ беҙҙең балалар баҡсаһына йөрөмәһәгеҙҙә, беҙ һеҙҙе ситтә ҡалдырғыбыҙ килмәй. Һеҙҙең менән берлектә балалар иленә сәйәхәт итербеҙ, килеп сыҡҡан ситуацияға берлектә яуап табырбыҙ, ҡыҙыҡһынған һорауҙарығыҙға яуап бирербеҙ. Беҙҙең консультацион үҙәк һеҙҙең өсөн
https://disk.yandex.ru/i/J_6aV0662zSM3g Йәбешкәк төймәсәктәре менән уйындар
https://disk.yandex.ru/i/05m-HdzJm9C9wA һанарға һәм һандарҙы таныуға уйын.
https://disk.yandex.ru/i/qZ0ImQEiKbgBMg Хәреф таныуға шөғөл
https://disk.yandex.ru/i/06bgfjQSlz9lHA Финанс белем биреү альбомы
https://disk.yandex.ru/i/ll-ofoxhkEO9nw Балалар яратып уйнаған уйындарҙың береһе ГЕОБОРД
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
беҙҙең һеҙгә тәғдимебеҙ. | 405.09 КБ |
Предварительный просмотр:
Ата-әсәләргә тәҡдимдәр:
1. Баланы көн режимын үтәргә өйрәтегеҙ.
1. Өйҙә уйын һәм һыҙыу, һүрәт төшөрөү мөйөшөн булдырығыҙ.
2. Балала балалар баҡсаһына һәм тәрбиәселәргә һөйөү тәрбиәләгеҙ.
3. Баланы тәртип ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәтегеҙ, һәр уйын ҡағиҙәгә буйһонһон.
4. Бала хеҙмәтте яратып үҫһен. Унда ябай ғына хеҙмәт күнекмәләре тәрбиәләгеҙ. Өйҙә уның үҙ вазифаларын билдәләгеҙ (уйынсығын йыйыштырыу, аяҡ кейемдәрен, кейем -һалымын үҙ урынына һалыу, элеү, ( хәлдәренән килгәнсә) атай-әсәйгә ярҙамлашыу.
5. Баланың организмын сыныҡтырыу хәстәрлеген күрегеҙ (зарядка, теш таҙартыу, саңғыла, конькиҙа һәм велосипедта йөрөү, йөҙөү, ҡул тубы уйнау, телефон уйындарынан сикләтеү, компютер, телевизор ваҡыттарын контролдә тотоу)
6. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ.
7. Баланың логик фекерләүен үҫтерегеҙ, уның өсөн хисаплау ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ (тигеҙ, күп, аҙ, бейек, түбән, оҙонораҡ, ҡыҫҡараҡ, йоҡараҡ-ҡалыныраҡ, оло-кесе һ.б. Әйберҙең формаларын отоп алыу күнекмәләрен өйрәтегеҙ).
8. Тәбиғәт менән таныштырығыҙ: йыл миҙгелдәренең алмашыуы, йорт һәм ҡырағай хайуандар,үҫемлектәр һәм ағастар атамалары менән таныштырырға ҡышлаусы һәм күсмә ҡоштар, тәбиғәт үҙгәреше, һауа торошо тураһында йәштәренә ярашлы белем бирегеҙ.
9. Баланың ижадын үҫтерегеҙ: конструктор, пластилин, балсыҡ менән эшләргә өйрәтегеҙ; рәсем, әүәләү, һыҙыу, теҙеү, төҙөү уйындарын булдырығыҙ.
10. Баланың телмәрен үҫтерегеҙ: һөйләтегеҙ, әкиәт уҡығыҙ, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтергә онотмағыҙ, һүрәт, китап тураһында әңгәмә ойоштороғоҙ. Әҙәбиәткә ҡыҙыҡһындырыу уятығыҙ.
БЫЛ МӨҺИМ: ата- әсә бала менән көнөнә күҙгә-күҙ ҡарашып иң кәмендә 15 минут һөйләшеү мотлаҡ кәрәк сара.