Ата-әсәләр , һеҙҙең өсөн!

Ахмедьянова Гульнара Наиловна .Әхмәтйәнова Гөлнара Наил ҡыҙы
Ҡәҙерле ата-әсәләр! 
Берлектә эшләнелә һәм эшләнесәк пландар ошо битлектә күренәсәк.
Шула-уҡ  тәғдимдәр һәм консультациялар.

Кәрәкле ссылкалар.

https://akbuzat-rb.ru     "Аҡбуҙат" журналы

https://adv.vk.ru/boron_boron_zamanda_akiat_ilenda  - Башҡортса әкиәттәр

 keskyzr_oson_bashkort_telend_shigyrzar.docx  - Башҡортса балаларға шиғырҙар

Скачать:

Предварительный просмотр:

Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:

2.jpg

                                                                                                 Ата-әсәләргә ярҙамға

Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ… 

  1.       Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә.        Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
  2. Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
  3. Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булырығыҙ.
  4. Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
  5. Баланың  уйын мөйөшөндә тәртипһеҙлек уйын йә берәй эш  менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә уйынды, “эште” тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
  6. Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
  7. Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
  8. Балаға  уйларға,  ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.
  9. “Эшенең” һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.
  10. Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.
  11. Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.
  12. Баланы  кәмһетмәгеҙ.
  13. Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.
  14. Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.
  15. Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.
  16. Баланы кесе йәштән китап тыңларға  өйрәтегеҙ.
  17. Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.



Предварительный просмотр:

“Минең ҡыҙым Сәлимә”

Минең ҡыҙым Сәлимә,

Әкиәт донъяһына эйә.

Тәтәйҙәре йәнләнә

Улар янына килһә.

Улар менән һөйләшә-

Серләшергә ярата.

Иртән асһа  күҙҙәрен

“Сәләмдән” башлай һүҙен

Һөйләй күргән төштәрен,

Һөйләй нисек торғанын.

Һөйләй һауа торошон,

Теҙҙә һүҙҙәр теҙмәһен.

  Битен йыуып , сәй эсәлә

Төймәһен элә-элә

Китә  тәтәй уйнарға,

Уйынсыҡтар иленә.

Ала ҡулына ҡурсаҡ,

Көсө етә уға саҡ-саҡ.

Ә ҡурсаҡ уны көткән

Бик һағынып ҡосаҡлап

Әйтә ҡолағына ымлап:

-“әйҙә, Сәлимә, һин-әсәй,

Ә мин һинең-бәпәйең,

Айыу, анау ултырған

Булыр минең “ағайым”.

Һалдат ҡурсаҡ булыр “атай”

Атайһыҙ ғаилә булмай.”

“Әсәй” тамаҡ бешерә,

Һауыт-һаба теҙгеләй...

Ашата-

-“апай” тигән ҡурсағын,

“ағай” тигән айыуын,

“атай” тигән һалдатын.

Тәтелдәйҙә тәтелдәй.

Һөйләй  Сәлимә бер үҙе,

Ә   “ғаиләһе” уны тыңлай.

“-Әйҙә сәйҙәр эсәйек,

Мәтрүшкәле сәй тәмле,”

Ҡалаҡлап ул сәй эсерә

“апай” тигән ҡурсаҡҡа,

“ағай” тигән айыуға,

“атай” тигән һалдатҡа

Тамаҡ ялғап, көс алғас

Йәмләнде өйҙең эсе,

Яҡтырып китте донъя,

Бәләкәй генә өй мөйөшө

 Булды  мөғжизәле даръя.

 Ашап алып туйынғас

Сәйәхәткә сығалар,

Ултырғысҡа ултырып

Әллә ҡайҙа еләләр.

Машинаны йөрөтә

Сәлимә “әсәй” үҙе,

Ә артта ултыралар:

Ҡурсаҡ -ҡыҙы һылыуы,

Айыу-“улы”-батыры,

Һәм һалдаты “атаһы”

Бара торғас, бензин бөттө,

Киттеләр былар төшөп.

Карауатты карап итеп

Ултырҙылар унда менеп.

Ә мендәре парус икән,

Киттеләр былар елеп.

Иҙәндәге нәскиҙәр-

Балыҡ булып йөҙҙөләр.

Алыҫты ҡарар булып,

усты торбап тоттолар,

капитандай булалар.

Эй, йөҙәләр, еләләр,

Алыҫ ара үтәләр

Диңгеҙҙә йөҙә торғас

Ҡыҙыҡ булмай башлағас

Төшөп киттеләр тағы.

ҡыҙым “әсәй” әйтеп һалды

“Мәгәзин барам” –тиеп

“Мәгәзиндән килгәнсе

Көтөгөҙ мине тиеп”

Кәрзин тотоп инеп китте

Онотто ул донъяһын...

Кибет буйлап йөрөй-йөрөй

Һалып алды көрәген,

Матайының запчасен,

Унда ятҡан китабын,

Өлкән тубын, буяуын,

Төймәһендә , яулығын.

Көҙгө янына килеп баҫты,

Үҙ үҙенә һүҙ ҡушты,

Иптәшен күргәндәй булып

Унан һораған булды:

“Сәсем үҫеп киткән икән

Әллә  киҫергә микән?”

Үҙе булып һүҙ ҡушала

Яуап бирә ул булып.

Төҙәнеп бер аҙ, биҙәнгәс,

“Әсәй” юлын дауамлай

Ике ҡулда ике кәрзин

“әсәй” ғаиләһен эҙләй.

Күреп ҡалды  ҡурсаҡын

“апай” булған һылыуын,

“ағай” тигән айыуын,

“атай”тигән һалдатын.

Уйынын дауам итә,

Уларҙы балнис илтә.

Сәлимә хәҙер табип,

Укол эшләп ебәрә,

Ҡурсағын һалып, ипләп

Йоҡларға һалып ҡуя.

 “аурыуҙар “ йоҡлап киткәс,

 Асия  менән  “атай”

Кино ҡарарға атлай.

“Кинотеатр”ҡа ҡарай.

Ҡарайҙар улар кина.

Һүрәт ҡарап ултырыуҙың

Бер ҡыҙығында тапманы

Ҡулына алып “атаһын”

Поезд яғына  атланы.

Унда йөрөп , билет һатты,

Мәктәп барып уҡытты,

Гөл- сәскәләр  янында

Баҡсала тип хис итте,

Шифонер эсенә инеп

“лифттан” килеп сыҡты.

Өҫтәлдә һүрәт эшләп

Йоҡоға талып китте.

Сәлимәнең бер көнө

Әкиәт булған төҫлө.

Хәҙерге бит балалар

Уйын улай уйнамай.

Уйнамайҙар улар тәтәй,

Уйнамайҙар югереп,

Уйнамайҙар һөйләшеп,

Уйнамайҙар күрешеп.

Интернет селтәрендә

Уйнайҙар уйһыҙ уйын

Үҫеп етеп кем булырҙар

Уйнай белмәгән быуын.

                     Көҙ   2022 йыл.

.



Предварительный просмотр:

 

 

Балаларҙың телмәр үҫеше.

     Балаларҙың телмәрен үҫтереү – уҡытыу-тәрбиәләү эшенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Шуның өсөн дөрөҫ телмәр үҫтереү, баланың туған теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу ата-әсәләрҙең һәм педагогтарҙың төп бурысы булып иҫәпләнә.

      Һуңғы ваҡытта мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү һәм аң-белемгә өйрәтеү өлкәһендә күп кенә үҙгәрештәр, яңылыҡтар индерелде. Ошо үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, балаларҙың телмәр эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн ғилми принциптар билдәләнде:

  • балаларҙың телмәр үҫешенә булышлыҡ итеүсе үҫтереүсе мөхит булдырыу;
  • балаларҙың белем кимәлен тикшереү өсөн эш төрҙәрен булдырыу;
  • йәш үҙенсәлектәренә таянып, аралашыу мәҙәниәтен асыу.

    Телмәр үҫтереү шәхес тәрбиәләүҙә төп шарттарҙан һанала. Ул ете йәшкәсә тиҙ үҫешә һәм ошо осорҙа баланың психик һәм физик үҫешенә йоғонтоһо ҙур була. Баланың йәш үҙенсәлектәренән сығып тел өйрәнеүгә ыңғай ҡараш булдырыу, башҡорт халҡының тормош-көнкүрешенә, тарихына, йолаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телдә дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеү, үҙеңде уратып алған ысынбарлыҡ менән таныштырыу өҫтөндә системалы эшләү – телмәр үҫтереүҙең төп бурыстары. Уны тормошҡа ашырыуҙа традицион ысулдар менән бергә яңы технологиялар ҡулланыу отошло һәм һөҙөмтәле. Мәҫәлән мнемотехника (мнемоюл һәм мнемотаблицалар менән эшләү), коллаж ысулын һәм тактиль таҡталарҙы киң ҡулланыу кәрәк.

    Мнемоюл (мненмотехника- хәтерҙә ҡалдырыуҙы еңеләйтеү ҡағиҙәһе һәм юлдары) – информация һалынған схема, йәғни конкрет булмаған шартлы билдәләрҙән образдарға күсеү ул. Мнемоюл тәбиғәт күренештәре менән танышҡанда, хайуандарҙы һүрәтләгәндә һәм хикәйә төҙөгәндә бик ҡулайлы. Ул баланың фекерен байыта, иғтибарын туплай, тасуири һөйләү һәләтен үҫтерә.

    Кескәйҙәр төркөмө өсөн төҫлө мнемоюлдар ҡулланыу отошлораҡ, сөнки айырым образдар уларҙың хәтерендә нығыраҡ һаҡлана.

    Коллаж – ул төрлө һүрәттәр, хәрефтәр, геометрик фигуралар, һандар йәбештерелгән йәки төшөрөлгән ҡағыҙ бите (ҡаты картон йәки фланелеграф). Ҡағыҙ битендә тәртипһеҙ рәүештәге һалынған һүрәттәр коллаждың төп мәғәнәһен тәшкил итә. Коллаждың төп маҡсаты булып бөтөн һүрәттәрҙе, хәрефтәрҙе, һандарҙы, геометрик фигураларҙы бер-береһе менән үҙ-ара берләштереү тора. Шулай итеп бала сюжетты хәтерләй, һүҙлек запасы байый, телдән һөйләүе һәм бәйләнешле телмәре үҫешә.

   Коллаждың ике төрө бар: үҫтереүсе һәм өйрәтеүсе коллаж төрҙәре. Үҫтереүсе коллаж төрө – тәү ҡарамаҡҡа бер-береһе менән бәйле булмаған һүрәттәрҙе бер сюжетҡа йыя белеүен, баланың күҙаллауын үҫтереүгә булышлыҡ итһә, ә өйрәтеүсе коллаж грамотаға өйрәтеү, тәбиғәт, экология, геометрик фигуралар һ.б. тураһындағы белемдәрен киңәйтә.

   “Тактиль таҡталар” менән эшләүҙең нигеҙе булып тактиль хәтерҙең үҫеше тора. Тактиль хәтер – ул төрлө предметтарға ҡул менән ҡағылғандан һуң барлыҡҡа килгән тойғоно хәтерҙә ҡалдырыу һәләте. “Тактиль таҡталар” менән эшләүҙең маҡсаты булып тирә-йүнде ҡабул итеү, күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтереү, фантазияны байытыу, телмәр үҫтереү, предметтарға ҡағылғандан барлыҡҡа килгән тойғоно һүҙҙәр менән аңлатып биреү һәләтен үҫтереү тора.

 

Беренсе синыфҡа уҡырға барасаҡ баланың ата-әсәһенә 10 кәңәш:

1. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, мәктәпте һеҙ үҙегеҙ өсөн түгел, ә балағыҙ өсөн һайлайһығыҙ. Шуның өсөн уның уҡыуын ауырлаштырған бөтә осраҡтарҙы ла күҙ уңында тотоу мотлаҡ кәрәк.

2. Мәктәп менән, ундағы уҡыу шарттары һәм уҡытыусылар менән мотлаҡ рәүештә алдан таныштырығыҙ.

3. Балағыҙҙың ниндәй программа буйынса уҡыясағын, аҙнаһына нисә дәрес буласағын, өҫтәлмә дәрестәр буламы, юҡмы, белешегеҙ.

4. Дәрестәр ҡасан башланып, ҡасан бөтәсәген белешегеҙ. Балаға юлға күпме ваҡыт китәсәген һанап сығарығыҙ. Иртәнге әҙерлеккә һәм ашҡа киткән ваҡытты иҫәпкә алып, баланың иртәнге тороу ваҡытын билдәләгеҙ.

5. Балағыҙҙы уҡытасаҡ уҡытыусы менән осрашып һөйләшегеҙ. Ул һеҙҙең балағыҙҙың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырмы, юҡмы, уйлағыҙ.

6. Бала мәктәптән ҡасан ҡайтасаҡ. Был һеҙгә уның өҫтәлмә дәрестәргә йөрөтөү проблемаһын хәл итеүҙә кәрәк буласаҡ.

7. Өйҙә балаға уҡыу мөйөшө әҙерләгеҙ.

8. Баланы тик уңыштар менән генә ышандырмағыҙ, шулай уҡ уңышһыҙлыҡтар менән дә ҡурҡытмағыҙ.

9. Мәктәп тормошона ҡулайлашыу, өйрәнеп китеү ябай процесс түгел һәм тиҙ генә үтеп китеп булмай. Беренсе айҙар - иң ауырҙарҙан һанала. Әгәр ошо ваҡытта бала янында ололарҙан кемдер берәү уның эргәһендә булһа, ул мәктәпкә тиҙерәк өйрәнер.

10. Баланың беренсе уңышһыҙлыҡтарынан  үҙегеҙҙең бөтә булған өмөттәрегеҙҙең емерелеүе итеп ҡарамағыҙ. Һәр саҡ хәтерегеҙҙә тотоғоҙ : балаға һеҙҙән уға ҡарата булған ышаныс, кәрәкле аҡыллы ярҙам һәм ваҡытында ҡул һуҙыу кәрәк.

 

Нимәне эшләгеҙ!

- балағыҙ өсөн шатланығыҙ;

- тыныс, хәстәрлекле һәм уның яҡшы эштәрен хуплаған тауыш менән һөйләшегеҙ;

- һәр саҡ иғтибарлы тыңлағыҙ;

- балаға аныҡ, ҡаты һәм мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптар ҡуйығыҙ;

- бала менән һөйләшкәндә күберәк предметтарҙың исемен ҡулланып һөйләгеҙ;

- түҙемле булығыҙ;

- ашыҡмай һөйләгеҙ;

- бала уҡый, яҙа белмәгән ваҡытта күберәк китап уҡығыҙ;

- баланы маҡтарға һаранламағыҙ, үбеп алырға ла онотмағыҙ;

- икенсе балар менән уйнауына ыңғай ҡарашта булығыҙ;

- баланың һеҙҙең менән ашарға әҙерләшеүенә, һауыт-һаба йыуышыуына ирешегеҙ, уның менән күберәк тышта бергә йөрөгөҙ;

- балаға үҙенең исемен, фамилияһын, адресын, өй телефоны номерын, ата-әсәһе һәм яҡындары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ятлап алырға ярҙам итегеҙ;

- яратҡан шөғөлө менән булышыуға ыңғай ҡарашта булығыҙ;

- балалар менән аралашҡанда шаяртыу, юмор тойғоларын юғалтмағыҙ;

- бала менән төрлө уйындар уйнағыҙ;

- күп эштәрҙе уртаға һалып, ғаилә менән бергәләп башҡарған ерҙә, ата-әсәләр һәм балалар бер уй-фекер менән йәшәгәндә, улар араһында төрлө проблемалар тыуырға урын ҡалмай.

Эшләмәгеҙ!

- баланы тупаҫ рәүештә бүлмәгеҙ;

- артыҡ күп һорауҙар бирмәгеҙ;

- бала башҡарырға әҙер булмаған эште унан талап итмәгеҙ;        

- бала арыған, кәйефһеҙ саҡта, тынысһыҙ ваҡытында, унан көсләп берәр эш башҡарыуын талап итмәгеҙ;

- туҡтауһыҙ баланы “Улай түгел! Былай эшлә!” – тип төҙәтеп тормағыҙ;

- баланы башҡалар алдында тәнҡитләмәгеҙ, икәүҙән-икәү ҡалғанда ла балаға иҫкәртмәләрҙе сама менән биреү кәрәк;

- бала алдында артыҡ күп ҡағиҙәләр ҡуймағыҙ;

-баланың күңелен күрәм тип уны уйынсыҡтар һәм башҡа төр күңел асыу сараларына йөрөтөү менән артыҡ шаштырмағыҙ. Һәр нәмәнең самаһы бар. Бала быны белеп үҫергә тейеш;

- балаларҙың ҡайһы саҡта килеп сыҡҡан яҡшы йәки насар үҙгәрешкә артыҡ борсолмағыҙ; былар барыһы ла ваҡытлыса;

- башҡа бер бала менән сағыштырмағыҙ, хатта ҡустыһы, йә апайы менән, бигерәк тә күрше балалары, йә баҡсаға, йәки мәктәпкә бергә йөрөгән башҡа балалар менән. Ул – донъяла тик берәү.

 

Бала фекерләүен үҫтереү ысулдары.

   Бөтә психик процестар үҙ-ара ҡатмарлы бәйләнештә торалар. Шунлыҡтан баланың хәтерен, күҙаллауын, иғтибарын, уйлауын үҫтереүгә арналған күнекмәләр уның аҡыл-зиһен һәм танып-белеү һәләтлелеген дә үҫтерәләр һәм нығыталар.

   Бала менән шөғөлләнгәндә, һәр саҡ уның алдында уйлау, аңлау, төшөнөү өсөн кәрәкле көс түгеүҙе талап иткән бурыстар ҡуйыу кәрәк. Балаға үҙенең һүҙ байлығын, белгән эш тәжрибәһен һәм үҙләштергән күнекмәләрен әүҙем ҡуллана алырлыҡ шарттар тыуҙырыу кәрәк.

   Балаға шөғөл ваҡытында әҙер яуаптар бирмәгеҙ, бала алдында торған бурысты нисек башҡарырға, нисек үтәргә, ниндәй юл һәм ысулдар менән икәнлеген үҙе уйларға тырышһын, ә һеҙ – тик ярҙамсы, уның хәрәкәттәрен, эште башҡарыуҙың эҙмә-эҙлелеклеген күҙәтеүсе һәм төҙәтеүсе генә.

   Баланы үҙ эшен планлы рәүештә, тәүҙә нисек башҡарыу юлын уйлап, һөҙөмтәһен күҙ алдына килтереп тә эшләргә өйрәтеү кәрәк.

   Баланың эште башҡарыуға ижади ҡарашта булыуын хуплағыҙ. Был сифаттарҙы үҫтереүгә әкиәттәр уҡыу, йомаҡтар, башватҡыстар, мауыҡтырғыс мәсьәләләр сисеү, лото, домино, мозаика уйындары ярҙам итә.

   Балаға күнекмәләрҙе башҡарыуҙа предметтар ҡулланыу мөмкинлеге булған осраҡта ғына ул төрлө эш төрҙәрен еңел атҡарып сыға. Бындай эштәр уның күргәҙмә-хәрәкәтле фекерләүен үҫтерә.

    Ләкин балаға предметтың үҙе менән генә түгел, ә уның һынын күҙ алдына килтереп, эш итеү ҙә файҙалы була. Был саҡта баланың күргәҙмә-образлы фекерләүе үҫешә.

    Баланың күргәҙмә-образлы фекерләүенең үҫешенә рәсем төшөрөү, әүәләү, ҡоралмалар төҙөү, сюжетлы-ролле уйындар уйнау, әкиәттәрҙе сәхнәләштереү ҙур ярҙам итә.

    Баланың фекерләү ҡеүәтен уның ябай, күргәҙмә формаларынан башлап, юғары кимәле булған абстракт, логик-һүҙ ярҙамында фекерләүгә тиклем күтәреп үҫтерәләр.

   Өй шарттарында һеҙ балаға анализ, синтез, сағыштырыу, дөйөмләштереү кеүек алымдар аша уның уйлай, фекерләү тәрәнлеген үҫтерә алаһығыҙ.