Яңы технологиялар

Иҫәнбаева Зөлфиә Хәлит ҡыҙы

                                                                                                                     image

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хәкимиәтенең мәғариф идаралығы Өфө ҡалаһы ҡала округы

Дим районынының сит телде тәрән итеп өйрәнеүсе

103-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе

“Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи

инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.

В.А. Сухомлинский

« Коммуникатив компетенцияны төркөмдәрҙә эшләү методтары нигеҙендә үҫтереү».

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Иҫәнбаева Зөлфиә Хәлит ҡыҙының методик тема өҫтөндә алып

барылған эше.

Өфө - 2018

Иҫәнбаева Зөлфиә Хәлит ҡыҙы

Өфө ҡалаһы ҡала округы Дим райрнының сит телде тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 103-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Белеме: юғары, М.Аҡмулла исемендәге педагогия университеты, 2016 йыл

Эш стажы: 1 йыл

Ҡаҙаныштары:

  • Район күләмендә уҙғарылған “Йырлайым һиңә, Башҡортостан” I урын. 2018 йыл.
  • Район күләмендә үткән “Һаумы,һаумы әкиәт” конкурсында “Тамашасы һөйөүе”номинацияһы. 2017 йыл.
  • Район күләмендә уҙғарылған “Йырлайым һиңә, Башҡортостан” II урын. 2017 йыл.
  • Дим районы администрацияһы исеменән рәхмәт хаты. 2018 йыл.

Методик тема: “Коммуникатив компетенцияны төркөмдәрҙә эшләү методтары нигеҙендә үҫтереү”.

ИНЕШ.

XXI быуат –фән быуаты, иҡтисадтың һәр тармағында юғары инновация һәм технологиялар менән эшләй белеү быуаты. Ул уҡытыусылар алдына яңы бурыстар ҡуйҙы. Быға тиклем йәшәп килгән ғәҙәти дәрестәр, тәрбиә саралары менән генә сикләнеп ҡалмайынса, яңыса эш итеүҙе талап итә. Уҡыусыларға белем биреүҙе генә түгел, ә белем алырға, алған белемдәрен тормошта ҡулланырға өйрәтеүҙе төп бурыс итеп ҡуя. Был беҙҙән белем биреүҙең яңы алымдарын һәм методтарын ҡулланып эш итеүҙе, бөгөнгө көн талаптарына яуап биргән дәрестәр ойоштороуҙы талап итә.

Яңы алымдарҙың барыһы ла күпмелер дәрәҗәлә сағылыш тапҡан төркөмдә эшләү технологияһы мине үҙенә йәлеп итте, айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты.

Белем биреүҙең Федераль дәүләт стандартарында ҡабул ителгәнсә, бөгөнгө көндә уҡыусыларҙа белем, оҫталыҡ, күнекмә булдырыу урынына төрлө компетентлыҡтар формалаштырыу ҡаралған. Мәктәпте тамамлаусы йәштәрҙең киләсәге ошо компетентлыҡтарҙың үҫеше менән бәйле”. Әгәр ҙә беҙ коммуникатив компетенлыҡты үҫтерһәк, балаға бирелгән белем “буш багаж” булып ҡалмаясаҡ, ә ул төрлө аралашыу ситуацияларында кәрәкле ҡоралға әйләнә. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының нигеҙендә белем биреүҙә хеҙмәттәшлекте ойоштороу һәм уны тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән коммуникатив һәләттәрҙе үҫтереү айырыуса мөһим. Тимәк, социаль заказдың белем сифатына талабы – коммуникатив компетентлы уҡыусы әҙерләү. Ул башҡаларҙы тыңлай, аңлай белеү, улар менән диалогҡа кереү, әңгәмәсенең фекерен иҫәпкә алыу, мәғлүмәтте ҡабул итеү һәм тапшырыу, хеҙмәттәшлек итә белеү оҫталығын үҙ эсенә ала.

Дөйөм алғанда, төркөмдә эшләү методтарын ҡулланыуҙың актуаллеге шунда:

  • белем биреү процесын тиҙләтә;
  • материалды үҙләштереүҙең сифатын яҡшырта;
  • уҡыусылар араһында коммуникатив компетентлыҡ формалаштыра;
  • хеҙмәттәшлеккә һәм яуаплылыҡҡа өйрәтеү;
  • уртаҡ ҡарарҙар ҡабул итеү;
  • уҡытыусы менән уҡыусы араһында хеҙмәттәшлек булдыра;

Психолог билдәләүенсә,  уҡыусыларҙың фекерләү, танып белеү әүҙемлеген, аралашыу һәләтен, хеҙмәттәшлектеә төркөмдәрҙә эшләп  арттырырға мөмкин.

Методик теманы башҡарыу планы.

Фәнни мәғлүмәт.

Коммуникатив компетентлыҡты С.Л.Братченко, Ю.И.Емельянов, О.П.Санникова, В.Д.Ширшов һәм башҡа ғалимдар өйрәнгән. Мәҫәлән, педагогия фәндәре докторы, профессор Трофимова Галина Сергеевна, коммуникатив компетентлыҡ “шәхес-ара аралашыу тәжрибәһенә, белем, тәрбиәлелек, үҫеш кимәленә бәйле, коммуникатив эшмәкәрлектең һөҙөмтәһен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән шәхестең гуманитар сифаттарына нигеҙләнгән интеграциялы “һәләт”, тип әйтә.

Башҡорт телен уҡытыу методикаһында был өлкәлә филология фәндәре кандидаты З.М.Ғәбитова, педагогия фәндәре кандидаты М.С.Дәүләтшина эшләй.

Методик теманың маҡсаты:башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү методтарын ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу.

Методик теманың бурыстары:

 төркөмдә эшләү методтарын өйрәнеү;

 ижади, шәхси эшмәкәрлекте күрһәтеү;

 педагогик эшмәкәрлектең алымдарын һәм формаларын тапшырыу;

 күнекмәләрҙе ваҡытында проблемаларҙы хәл итеүҙең ысулдарын эшкәртеү;

 эште дөйөмләштереү, системалаштырыу һәм биҙәү.

Төп принциптар:        

  1. Уҡыусыларҙың төркөмдә белемдәрен һәм аралашыу һәләттәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.
  2. Уҡыу материалын аңлы, системалы, коммуникатив нигеҙҙә өйрәтеү.
  3. Уҡыусыларҙың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.
  4. Теорияны практика менән бәйләп уҡытыу.

Гипотеза: төркөмдә эшләү технология элементтарын  урынлы ҡулланып  аралашыу ситуацияһы булдырып уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын, аралаша белеү оҫталағын арттырырға, интеллектуаль һәм коммуникатив һәләттәрен үҫтерергә, йәмғиәткә өлгөргән шәхес әҙерләргә була.

Планлаштырылған эш формалары, төрҙәре: методик берлекмәлә сығыш яһау, оҫталыҡ дәресе, практик-семинар, түңәрәк өҫтәл.

Тәғәйенләнеше: оҫталыҡ класы башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытҡан уҡытыусылар өсөн тәғәйенләнгән.

Көтөлгән һөҙөмтәләр: профессиональ компетентлыҡты үҫтереү, тәҡдим ителгән тема менән ҡыҙыҡһындырыу, эш стилен үҙгәртергә мотивация булдырыу.

Оҫталыҡ класының практик әһәмиәте: уҡыусыларҙы дәрескә ылыҡтырыу өсөн төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, методик ярҙам күрһәтеү һәм матбуғатта баҫтырыу өсөн мәҡәлә әҙерләү.

Дәрестәр уҡытыусы һәм уҡыусы араһында, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә нигеҙләнә. Уҡыусыларҙы эшкә ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында эш күберәк төркөмдәрҙә ойошторола. Төркөмдәге һәр бала үҙенең фекерен әйтә, башҡаларҙың фекерен ишетә ала. Дәрестәрҙең уңайлы яғы шунда: дәрестә бөтә бала ла һөйләшә, төркөмдәге балаларға үҙ фекерен еткерә.Балалар бер-береһен тыңларға, бергәләп ҡарар ҡабул итергә өйрәнәләр.

Беҙҙең төп маҡсатыбыҙҙың береһе - уҡыусыны аралашырға, хеҙмәттәшлек итергә өйрәтеү. Шулай итеп, төркөмдәрҙәге эш уҡыусыларҙы һөйләргә, аралашыуға өйрәтеүҙә бер уңышлы йүнәлеш булып тора. Был балаларҙың берҙәмлегенә, бергәләп фекерләшә белергә өйрәнеүгә килтерә. Балаларҙың активлығы, ҡыҙыҡһыныусанлығы арта, уларҙың аралаша белеү күнекмәләре үҫә. Дәрес ваҡытында ялҡауыраҡ уҡыусы ла фекер туплап ҡалырға мәжбүр

була, оялып, ҡыйынһынып тороусы уҡыусылар ҙа фекерен әйтә ала. Уҡытыусыға әйтергә оялһа, янындағы иптәшенә еткерә йә яҙып бирә ала. Элек дәрестә уҡытыусы бер нисә баланың ғына яуабын тыңлап өлгөрһә, был технология барышында кластағы барлыҡ уҡыусының да белемен баһаларға мөмкинлек тыуҙыра.

Эш этаптары:

2017-2018 уҡыу йылы. Тема буйынса теоретик мәғлүмәт туплау һәм берләштереп бер папкаға йыйып барыу. Башҡорт теле дәрестәрен төркөмләп эшләү технологияһына таянып ойоштороу. Методик берекмәлә методик тема буйынса сығыш яһау.

2018-2019 уҡыу йылы. Эшләнелгән эшкә йомғаҡ яһау. Уңышлы тип табылған эш алымдарын, дәрес өлгөләрен туплап йыйынтыҡ сығарыу.

Методик тема буйынса башҡарылған эштәр.

  1. 103-сө урта белем биреү мәктәбенең туған телдәр методик йыйылышында сығыш яһалды.
  2. Ҡазан ҡалаһында төркөмләп эшләү технологияһына нигеҙләнгән  дәрестәр ҡаралды.
  3. Методик тема буйынса таратма материалдар эшләнелеп түңәрәк өҫтәл ваҡытында таратылды.

Эштең һөҙөмтәһе:

  1. Уҡыусыларҙың башҡорт теле дәрестәрендә алған белем сифатын күтәреү, телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, аралашыу һәләттәрен арттырыу.
  2. Методик темаға нигеҙләнеп күргәҙмә материалдары, таратма материалдар әҙерләү.
  3. Уңышлы тип табылған алымдарҙы ҡулланып дәрес өлгөләре әҙерләү һәм уларҙы практикала ҡулланыу.
  4. Методик тема буйынса методик берекмә йыйылышында сығыш яһау.

Төркөмдәрҙә эш итеү - аралашыу оҫталығын үҫтереүҙең эффектив сараһы.

Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәтеү бөгөнгө көндә лә иң актуаль проблемаларҙың береһе булып тора.  Шуға күрә һәр уҡытыусы, баланы башҡорт теленә өйрәткәндә, уның һөйләү телмәрен үҫтергәндә үҙенең белеменә, ижадына таянып эшләргә, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыуға күп көс һалырға тейеш. Башҡорт теле уҡытыусыларының төп маҡсаты булып балаларҙы башҡорт телендә аралашырға, аңлашып-һөйләшергә өйрәтеү тора. Шул уҡ ваҡытта туған тел дәрестәрендә балаларҙы башҡорт телендә фекерләргә, ижади эшләргә лә өйрәтергә кәрәк. Ләкин башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ, күп милләтле республикабыҙҙың бөтә милләт вәкилдәре лә өйрәнә. Күпселек балалар өсөн башҡорт теле сит тел. Билдәле булыуынса, сит телде өйрәнеүе еңелдән түгел. Өйрәнергә теләк булмаған осраҡта бигерәк тә. Шуға күрә лә тәү сиратта телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк. Нисек рус мәктәптәрендә уҡыған балаларҙа башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға?

Урыҫ телле балаларға башҡорт теле уҡытыуҙың төп маҡсаты - аралашырға өйрәтеү. Аралашыу - фекер алышыу, ниндәйҙер мәғлүмәт биреү йәки алыу тигән һүҙ. Тыңлаусы булғанда ғына һөйләүсе була. Тимәк, аралашыу – ике яҡлы процесс. Уҡытыусының төп маҡсаты - дәрестә уҡыусының белем һәм тәрбиә дәрәжәһенә ярашлы рәүештә ыңғай йоғонто яһау, төрлө саралар ярҙамында тормошҡа ашырыу, үҫтереү, уҡыусыларҙа аралашыу мотивацияһы булдырыу, ә мотивация өйрәнеү барышында уҡыусылар үҙ эшенен реаль һөҙөмтәһен күргәндә, нимә булһа ла әйтә, әйтә, яҙа, аңлата, йәғни, башҡорт телендә аралаша белгәндә тыуған.

Аралашыуҙың телдән һәм яҙма формалары бар. Туған тел булмаған башҡа бер телде өйрәтеүҙең тәүге этаптарында телдән аралашыуға өҫтөнлөк бирелә, ул һөйләү һәм ишетеп аңлау аша ғәмәлгә ашырыла. Һөйләүсе үҙ фекерен иғлан итеү өсөн лексик, грамматик, фонетик яҡтан дөрөҫ булған тел үрнәге төҙөп әйтә. Был тәбиғи процесс һөйләмгә яҡын булған тиҙ ваҡыт эсендә башҡарылырға тейеш. Шулай булмағанда һөйләү һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе ижекләп "йыйыу" һәм әйтеүгә ҡайтып ҡала. Әйтелә торған фекерҙе ишетеп ҡабул итеүсе лә мәғлүмәтте шул уҡ тиҙлектә аңларға тейеш. Аралашыу ваҡытында ишетеп аңлау һөйләүгә ҡарағанда ҡатмарлыраҡ. Һөйләүсе, теләгән фекерен иғлан итеү өсөн, үҙенең белем дәрәжәһенән һәм мөмкинлегенән сығып, һәр лексик һәм грамматик материалды үҙе һайлай. Ә тыңлаусы, телмәр ағымын лексик берәмектәргә бүлеп, уларҙың мәғәнәләрен аңлап, үҙ-ара ниндәй грамматик бәйләнештә тороуҙарын асыҡлап, информацияны аңларға тейеш, һәм быға аралашыу аша ғына ирешергә мөмкин. Аралашыу процессында уҡыусы төрлө тембрлы тауыштарҙы, төрлө тиҙлектәге һөйләмде аңларға тейеш.

Телдән аралашыу өсөн кәмендә ике кешенең ҡатнашыуы кәрәк. Уҡыусыларҙың аралашыу оҫталығын үҫтереү бары тик аралашыу ситуацияһында, дөрөҫөрәге, телмәр ситуацияһында генә тормошҡа ашырыла. Был – үҙ-ара аралашыу, телдән һәм яҙма формала ни ҙә булһа хәбәр итә белеү, тел сараларынан файҙаланып, үҙ фекереңде дәлилләй белеү; парҙарҙа һәм төркөмдәрҙә эшләгәндә башҡалар менән эшлекле мөнәсәбәттәр урынаштыра белеү, файҙалы хеҙмәттәшлек итеү һәм эшкә ыңғай йоғонто яһау.

Береһе өсөн дә яңылыҡ түгел, белемде ғәмәлдә ҡулланғанда һәм башҡаларға тапшырғанда тиҙ һәм юғары сифатлы итеп үҙләштерелә. Аралашыу ваҡытында белемдәр актуалләшә, конкретлаша һәм нығытыла. Ә урыҫ телле балаларҙың башҡорт телен ҡулланыу өлкәһе юҡ дәрәжәһендә, сөнки улар иптәштәре менән дә, ата-әсәләре менән дә рус телендә аралаша. Шуға күрә алған белемдәрҙе һәм күнекмәләрҙе дәрестәрҙә нығытыу һәм камиллаштырыу өсөн парҙарҙа һәм төркөмдәрҙә эш итеү һөҙөмтәле сараларҙың береһе булып тора.

Эште парҙарҙа һәм төркөмдәрҙә ойошторғанда бер бала ла эшһеҙ ултырмай, һәр бер бала дәрескә йәлеп ителә, дөрөҫ булмаһа ла үҙ фекерен әйтә, фекерҙәрҙең төрлөлөгө арҡаһында бәхәстәр тыуа, сиселештең төрлө варианттары тикшерелә; дискуссиялар, диалогтар ваҡытында балалар үҙ-ара татыу алышалар һәм аралашырға өйрәнәләр.

Парҙарҙа эшләүҙе 2-се синыфтан уҡ ҡулланырға мөмкин. 2-се синыфта иң мөһим бурыс булып үҙ-ара аралашыу, үҙ-ара килешә белеү күнекмәләре булдырыу тора. Иң беренсе эш итеп аралашыу ҡағиҙәләре менән танышабыҙ:

-һөйләшкәндә иптәшеңә ҡара, уға исеме менән өндәш;

-парҙарҙа әкрен генә һөйләшеү;

-иптәшеңде иғтибар менән тыңла, сөнки булған хаталарҙы төҙәтергә, яуапты тулыландырырға, баһа бирергә кәрәк буласаҡ.

Бер парҙы таҡта янына саҡырып нисек эшләргә кәрәк икәнен күрһәтәм. Миҫал, 2 - се синыфта " Аҙыҡ- түлек" темаһын ҡабатлағанда парҙарға шундай эш бирелә: үҙегеҙгә оҡшаған аҙыҡ тураһында һүҙҙәр яҙығыҙ. Эш башланыр алдынан былар иҫкәртелә:

  1. парҙарҙа аҙыҡ-түлек тураһында һүҙҙәр яҙығыҙ;
  2. парҙарҙа кәңәшләшегеҙ һәм кемдең яуап бирәсәген хәл итегеҙ.

Яуап бирергә тороп баҫҡан баланан: һеҙ иптәшең менән һин яуап бирәсәге тураһында һөйләштегеҙме? – тип һорарға кәрәк.

Шулай уҡ төрлө ситуатив күнегеүҙәр буйынса диалогтар төҙөү ҙә бик отошло. Мәҫәлән, 5 – се синыфта  "Аҙыҡ-түлек магазинында" темаһын өйрәнгәндә балалар һатыусы ролендә лә, һатып алыусы ролендә лә булалар. Төркөмдәрҙә проект эше эшләргә, йәки “Лэп-бук” алымын ҡулланыуы уңайлы. Был лексик һәм грамматик белемдәрҙе үҙләштерергә, камиллаштырырға бик ҙур ярҙам итә.

Парҙарҙа эшләгәндә балалар бер-берһен иғтибар менән тыңларға, даими яуап бирергә әҙер булырға, һөйләргә, иҫбатларға өйрәнәләр. Ҡайһы бер балалар бөтә класс алдында яуап бирергә оялалар. Ә бына ҙур булмаған төркөмдәрҙә бала үҙ фекерен әйтә башлай, сөнки ул иптәшенең уны тыңлаясағын, уның кәрәк булғанда ярҙам итәсәген белә һәм үҙ-үҙен ышаныслы тота.

Ә төркөмдәрҙә эш итеү һәр балаға нимә бирә һуң, уның өҫтөнлөктәре нимәлә?

1.Уҡыусыға эмоциональ ярҙам күрһәтә, сөнки ҡайһы бер балалар синыфтан тыш уртаҡ эшкә керешеп китә алмай.

2.Үҙ-үҙеңә ышаныс тыуҙырырға, ҙур булмаған көсөңде бәхәстәрҙә һынап ҡарарға мөмкинлек тыуҙыра.

3. Һәр уҡыусының уйлау эшсәнлеген активлаштыра.

4. Һәр баланың класташтары менән аралашыу мөмкинлеге тыуа.

Төркөмдә эш итеү ҡағиҙәләре.

  1. Татыу эшләргә: бер-береңә иғтибарлы, тыңлаусан булырға, сит эштәр менән шөғөлләнмәҫкә, бер-береңә ҡамасауламаҫҡа, ваҡытында ярҙам итергә, уҡыусының күрһәтмәләрен үтәргә.
  2. План буйынса эшләргә.
  3. Биремде ваҡытында үтәргә:ваҡытты файҙалы ҡулланырға, башлаған эште аҙағына тиклем еткерергә.
  4. Төркөмдәге һәр бала үҙ эшен һәм уртаҡ эште яҡлай белергә тейеш.
  1. Төркөмдәрҙә эшләгәндән һуң рефлексия минуттары үткәреү файҙалы: Һин төркөмдә нисек эшләнең? Бер-бер артлы яңы хәбәр белдеңме? Төркөмдә эш итеү һиңә оҡшанымы? Кем менән эш итеү оҡшаны? Нимәләр һиңә оҡшаманы, ни өсөн? Төркөмдәрҙең эшен баһалағанда төп иғтибарҙы балаларҙың үҙ-ара аралашыуҙарына йүнәлтергә кәрәк.
  2. Миҫал, 9-сы класттарҙа "Ҡыш" темаһын өйрәнгәндә төркөмдәрҙә эш "ҡыш" һүҙе менән үҙ-ара оҡшаш булған текст табыуҙан башлана. Шунан һуң һәр төркөмгә рәсемдәр, терәк текст бирелә. Эш: рәсемгә исем бирергә һәм ошо темаға бәләкәй генә хикәйә төҙөп яҙырға. Һәр төркөмдөң фекере, тәҡдимдәре тыңлана. Шунан һуң уҡыусылар хикәйәнең планын төҙөйҙәр һәм мини- хикәйә яҙалар.

                                        слайд

Төркөмдәрҙә эшләү буйынса ҡайһы бер кәңәштәр.

1. Уҡыусының теләгенә ҡаршы килеп уны мәжбүр итеп уртаҡ эшкә ҡатнаштырырға кәрәкмәй.

2. Төркөмдәрҙә эш итеү 1-4-се синыфтарҙа 15-20, 5-9-сы синыфтарҙа 25-30 минуттан артмаҫҡа тейеш.

3. Синыфта абсолют тыныслыҡ талап итергә ярамай, сөнки һуңғы һөҙөмтәне күрһәткәнсе балалар үҙ-ара фекер алышырға тейеш. Синыфта махсус сигнал булдырырға, һәм тауыш норманан артып киткәндә шуның менән хәбәр бирергә (мәҫәлән, ҡыңғырау менән, йәки ҡул күтәреү,ҡул сабыу).

Алымдар

Маҡсаттар

Эш төрҙәре

Write-Round

(Финк-Райт-Раунд Робин) «Төркөмдәрҙә эшләү, уйла– яҙ, төркөмдәрҙә фекер

алыш».

Коммуникатив

күнекмәләрҙе

формалаштыра.

Төркөмдәрҙә

эшләү. Дәрес –уйын.

Mix-Pair-Share (Микс

Пэа) «Фекер йый ».

Хеҙмәттәшлекте формалаштыра.

Төркөмдәрҙә

эшләү.

Simultaneous Round

Table (Сималтиниус

Раунд Тэйбл) «Бер

ваҡытта төркөмдәрҙә яҙма эш».

Хеҙмәттәшлекте формалаштыра.

Төркөмдәрҙә

эшләү.

Corners (Конэрс)

«Мөйәштәр».

Тәнҡиткле фекер йөрөтөү күнекмәләрен камиллаштыра.

Төркөмдәрҙә

эшләү.

Джот тотс «Фекерҙәрегезҙе яҙығыҙ», Tic-Tac-Toe (Тик-Тэк-Тоу)

«Крестик һәм нолик».

Креатив фекер йөрөтөү күнекмәләрен камиллаштыра.

Төркөмдәрҙә

эшләү.

        Үҙ тәжрибәмдән сығып: “Парҙарҙа эшләү”, “Мейе штурмы”, “Дауам ит” уйынын, “Джот тотс – Фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ”, “Фекер йыйыу”, “Крестик һәм нолик” алымдарын отошло ҡулланырға мөмкин.

Башҡорт телен өйрәтеүҙә төркөмдәрҙә отошло алымдар.

 Башҡорт телен сит тел булараҡ өйрәтеү барышында коммуникатив уйындарҙы файҙаланыу уҡыусыны белем алыуға, уҡыуға дәртләндерә, унда фән менән ҡыҙыҡһыныу уята. Сөнки балалар уйыны ысын тормышты сағылдыра. Уйында балалар үҙҙәре хыялланған, күҙ алдарына китергән хәлдәрҙе, вакиғаларҙы тыуҙыралар. Уйын һәр ваҡыт текст менән бәйләп алып барыла. Хатта бер бала яңғыҙ ғына уйнағанда ла ҡурсағы менән һөйләшеп, әллә нисә тәҡдим әйтеп бөтөрә. Ә дәрестә балаға күп ваҡыт ике - өс һүҙҙе ҡушып ҡушып әйтеү, диалог ҡороу бик ауыр була, ҡайһы берҙәрен иһә бөтөнләй һөйләштереп булмай. Ошо хәлдән сығыу юлынан коммуникатив уйындарҙы ҡулланыу отошло. Дәреслектәге күнегеүҙәр үҙҙәре коммуникатив уйындар ойоштороуға тартып тора, сөнки һәр текстты уҡығандан һуң монологик-диалогик телмәр үҫтереү өсөн күп күнегеүҙәр, телмәр өлгөләре яҙылған. Әҙер диалогтар менән эшләгәндән һуң коммуникатив уйын дәрестәре үткәреү балаларҙың белемдәрен арттырырға, һөйләмдәрен камиллаштырырға ярҙам итә. Бындай уйындар ваҡытында уҡыусының психологик үҙенсәлектәрен ҡабул итеү мөмкинлеге арта, ә икенсенән, насар билдә алыуҙан шөрләү хисе юҡҡа сыға.

Коммуникатив уйын - текстты рольдәргә бүлеп уҡыу йәки хикәйәне сәхнәләштереү тигән генә һүҙ түгел. Коммуникатив уйын - уйланылған (шартлы), проблемалы ситуациялар булдырыу һәм уларҙы сағылдырыу (хәл итеү) тигән һүҙ.

 Ситуация аралашыуға стимул була. Бындай уйындар уҡыусыла коммуникатив компетентлығын формалаштырыуға ярҙам булып тора. Хәл-хәрәкәттәр менән әйтелгән текст хәтерҙә нығыраҡ һеңеп ҡала. Хәрәкәттәр менән башҡарылған әйтелгән һүҙ, уйланылған образды (һүрәтте) йәнлерәк итеп күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. Коммуникатив уйындар – аралашыу һәләтен үҫтереү, камиллаштырыу өсөн үткәрелә.

Коммуникатив уйындарҙы төрлө формала үткәрергә мөмкин.   Төркөмдәргә бүленеп уйнау (ғаилә, ял итеүселәр), уйын – эҙләнеү (етмәгән информацияны табыу), уйын - фантазия (класс бүлмәһе офисҡа, йәки ҡунаҡхана  бүлмәһенә әйләнә).

Мәҫәлән, 3-сө синыфта С.Әлибайҙың «Өсөнсөләр» шиғырын өйрәнгәндә “Бер һүҙ менән әйт!” уйынын ҡулланырға була.

Маҡсат: аралашыу ваҡытында интонацияның мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Кәрәкле материалдар: эмоциялар төшөрөлгән карточкалар.

Төркөмдә: 4 уҡыусы.

Ваҡыт:10-15 минут.

Йөкмәтке: Уҡытыусы уҡыусыларға эмоциялар төшөрөлгән карточкалар таратып бирә. Карточкаларҙы бер-береһенә күрһәтергә ярамай.

Артабан уҡытыусы уҡыусыла булған эмоцияны ҡулланып С.Әлибайҙың «Өсөнсөләр» шиғырын уҡып ишетереүҙе һорай. Ҡалған группалағы уҡыусылар шиғырҙың ниндәй эмоция менән уҡылыуын әйтергә тейештәр.

Шулай уҡ, 7 – се синыфта «Спорт – көс,һаулыҡ һәм матурлыҡ» темаһын үткән саҡта “Боҙоҡ телефон уйынын” актив ҡулланырға була.

Маҡсат: уҡыусыларға текстты иғтибар менән тыңлау, һораҙар биреү мөһимлеген еткереү.

Ваҡыт: 15-20 минут.

Уҡыусылар һаны: 10-30

Йөкмәтке: Уҡытыусы һәр төркөмдән берәр уҡыусының коридорға сығып тороуын һорай. Һуңынан класта ҡалған уҡыусыларға «спорт» темаһына текст уҡый. Коридорҙан кергән уҡыусыларға төркөмдәге

уҡыусылар текстты һөйләп бирәләр.    

Коммуникатив уйындар балаларға ҡатнашыу өсөн реаль шарттар тыуҙыра, шулай итеп класс бүлмәһенән дөрөҫ реаль тормошҡа күпер һала.

             

Йомғаҡлау

Урыҫ телле балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың метод һәм алымдары күп төрлө. Шуларҙы ҡарап танышыу, таныштырыу, тәржемә итеү, фекер алышыу, эксперимент методтарын ҡулланыу телгә өйрәтеүҙә яҡшы һөҙөмтә бирә. Төркөмдәрҙә эшләү технологияһын уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен, уҡытыуҙың маҡсаты һәм бурыстарынан, тәҡдим ителгән материалдың эстәлегенән, укыусыларҙың белем дәрәжәһенән, тел һәм һөйләү материалын үҙләштерә алыу мөмкинлегенән сығып файҙаланыу тейешле һөҙөмтә бирәсәк.

Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. Өфө, НМЦ Педкнига, 2008 204 бит.

  1. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен

заманса уҡытыу. Өфө: Китап, 2009.-176 бит.

  1. Выготский Л. С. Педагогическая психология, Москва – 1999 – 536 с.

ПЕДАГОГИКА-ПРЕСС.

  1. Гальперин П.Я. Методы обучения и умственное развитие ребенка.  

М.: Просвещение,1985.

  1. Ғәбитова З.М., Баһаутдинова М.И. һ.б. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт

телен уҡытыу. – Өфө. БМҮИ, 2008.

  1. Дәүләтшина М.С. Дәрес: уйланырға урын бар // Башҡортостан

уҡытыусыһы. 2006 №4. 17-20 б.б.

  1. Дәүлтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле

дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се киҫәк. – Өфө: китап, 2010 – 120 бит.

  1. Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы:

башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 2-се киҫәк. – Өфө: китап, 2011 – 88 бит.

  1. Как проектировать универсальные учебные действия в начальной

школе. От действияк мысли: пособие для учителя / [А.Г. Асмолов,Г.В. Бурменская, И.А. Володарская и др.]; подред. А.Г. Асмолова.

2-е изд. – М. : Просвещение,2010.

  1. Мильруд Р.П. Настольная книга преподавателя иностранного языка:

Справочное пособие. – Мн.: просвещение, 1991 – 187 с.

  1. Сысоев П.В. Спорные вопросы коммуникативного контроля умений

учащихся воспринимать речь на слух // иностранные языки в школе. – 2008 - №1. – С. 8-14.

  1. Руденко Т.П. Привитие навыков межкультурной коммуникации на

занятиях по английскому языку. Межкультурная коммуникация. Материалы региональн. Науч.Конференции.Омский гос. Университет. Омск,1999.

  1. Тикеев Д.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Һайланма мәҡәләләр.

Өфө, «ТөркҒилем» нәшриәте,2002, 267 бит.

  1. Толомбаев Х.А. Башҡорт телен уҡытыуҙа көнүҙәк мәсьәләләре.

(“Башҡортостан уҡытыусыһы”, №5, 2005 йыл, 36-38-се биттәр).


Предварительный просмотр:


Предварительный просмотр:



Предварительный просмотр:

Тема:6-сы класс.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Текст өҫтөндә эш.

Маҡсат:1.Грамматика буйынса  үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү,өҫтәлмә белем биреү;

2.Уҡыусыларҙы текст өҫтөндә эшләргә өйрәтеү,һүҙлек байлығын арттырыу,үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү,ижади ,танып белеү һәләттәрен үҫтереү;

3.Кешеләргә ҡарата йылы мөнәсәбәт тыуҙырыу, танып белеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу,үҙаллылыҡҡа өйрәтеү.

Уҡытыуҙы индивидуалләштереү технологияһы элементтары менән үткәрелгән дәрес.

Йыһазландырыу: мультимедия проекторы,презентация,карточкалар;атамалар баҫылған карточкалар,”Йәншишмә”газеталары,эш кимәлен күрһәтеүсе таблица, баһалау таблицалары,музыка-Бетховен.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.

2.Актуалләштереү.

Сл.2Таҡтала йәки слайдта һөйләмдәр бирелгән.

-Бер уҡыусы быйлығы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнап “Йәншишмә”газетаһына мәҡәлә ебәрергә була.Бына уның яҙғандарынан миҫал уҡып китәйек.

3 минут.“1.Быйыл да, ағай-атайҙары ярҙамы менән тағараҡтар эшләп, ағастарға элде. 2.Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға һәр ваҡыт ярҙам итергә кәрәк.

3.Унда икмәк валсыҡтары,һоло,ҡарбуз орлоҡтары һалдылар. 4.Беҙҙең дүртенсе синыф уҡыусылары бына икенсе йыл инде ҡышын ҡоштарҙы ашата.5.Ҡоштар был аҙыҡтарҙы яратып ашай.”

-Һеҙ нисек уйлайһығыҙ,был мәҡәләне баҫырҙармы?Ни өсөн?

-баҫмаясаҡтар,сөнки бында һөйләмдәр буталған.Текст килеп сыҡмаған.

-Дөрөҫләһәк һөйләмдәр ниндәй тәртиптә торор ине?

-41352.

-Текст килеп сыҡтымы?Ә текст булһын өсөн нимәләр булыу шарт?

-Беренсенән,бер темаға арналырға тейеш,икенсенән,һөйләмдәр бәйләнеп килә.Улар араһында мәғәнәүи бәйләнеш булырға тейеш.

-Тимәк,уҡыусылар бөгөн дәрестә беҙ нимә менән шөғөлләнербеҙ икән?

-Текст өҫөтөндә эш башҡарасаҡбыҙ.Унан яңы һүҙҙәр ,яңы теманы өйрәнергә була,яңы мәғлүмәт алырға мөмкин.Тағы үҙебеҙ ҙә нимәлер яҙырға өйрәнәбеҙ.

 Конверт15 минут.  Мин баяғы мәҡәләне ебәрергә тип сыҡһам,почтала миңә ошо конвертты тотторҙолар.Конвертҡа 6-сыларға тип яҙылған һәм  ошо текст ята ине.(Уҡыусыларға текстарҙы таратып биреү.Үҙ аллы уҡып Сл.3сығалар.Уҡытыусы уҡый.Фекер алышыу.)

-Был нимә ул?Хат.

-һеҙгә яҙылғанмы?Ә ни өсөн уҡыныҡ?

Тимәк,ниндәй стилдә яҙылған?

Хаттар стилендә,сөнки конкрет кешегә тәғәйенләнгән,яҙыусыһы бирелгән.Унда үҙе хаҡында мәғлүмәт бирә.Шулай уҡ яҙған кешеһенән информация көтә.Хаттың башы ,төп өлөшө бар,аҙағы бар.Бәйләнеште өҙмәҫкә ынтыла.Өндәшә.Уй-тойғоларын белдерә.Диалогҡа оҡшап тора.

Сл.4Адресат  һәм адресант тигән һүҙҙәр бар Ул нимәне белдерә?

Шәхси хаттар һәм рәсми хаттар.

-Хаттар тағы нисек башланырға һәм тамамланырға мөмкин тигән инек?

Сл.5-Хат башы ,яҙ ҡаршы.

Сәләм алыҫтан,йыраҡ яҡтарҙан…

Суҡтин-суҡ сәләм,күптин-күп сәләм..

Хаттар яҙҙым ултырып,аҡ ҡағыҙҙы тултырып,хатым китте,үҙем ҡалдым урындыҡҡа ултырып.

-Был хатты кем яҙған һәм кемгә төбәлгән икән?.

Сл.6-Уны Рәми Ғарипов яҙған.Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры.Ул  Салауат районында тыуған.

-Беҙ ниндәй әҫәрҙәрен уҡыныҡ?

-“Туған тел”,”Алма”, “Торналар”,”Һабантурғай” һ.б.

-Ә кемгә төбәп яҙған?Быны ҡайҙан беләбеҙ?

-Альбина исемле ҡыҙға,ул туғаны,һеңлеһенең йәки ҡустыһының ҡыҙы.

Бабайың,инәйең.иркәләрең.      

Сл.7.Карта.Ошолай итеп ҡайһы яҡта һөйләшәләр?-диалект һүҙҙәр.

-Һеҙ тағы нимә белдегеҙ?

4.Үҙ аллы эшләү.кемдәр ҡатнашҡан + ҡуя.

Бына минең өс төрлө карточкаларым бар.

“3”Бындағы эштәрҙе үтәһәң,3 алырға була,ләкин аҫта тағы бер эш бар,уны башҡарып-4 алырға була.8

“4”-ошо эштәрҙе үтәргә кәрәк.бында ла өҫтәлмә эш бар.9

“5”-бирелгән эштәрҙе теүәл үтәргә.7

1,2-се эштәрҙе тиҙ генә үтәргә кәрәк.Улар еңелерәк.Кем бөтә ,шул ҡул күтәрә.

Сл.8.Тикшереү өсөн .

5-7 минут.

  Сл.8.Ял минуты.  Хаттар нисек уҡыла?Музыка һайлау.       Бетховендың “Расставание”, “Тишина”,”Мелодия слез.”

Ҡалған эштәрҙе үтәү.

5.Үтәлгән ижади эштәрҙең ҡайһы берҙәрен тикшереү.

6.Рефлексив анализ.Баһалар, үҙем өсөн мин нимә алдым?

Миңә нимәне тағы ҡабатларға кәрәк?

Лексиканы ,фонетика ,һөйләмдәрҙе,баш киҫәктәрен,исем,сифат,алмаштарҙы ҡабатланыҡ,өлгө буйынса хат яҙып ҡараныҡ.әҙәбиәттән алған белемдәрҙе лә ҡабатлап сыҡтыҡ.

Өй эше:1.Тарас,Илшат : тағы ниндәй хат төрҙәре була икән?виды письма.Интернеттан ҡарап әҙерләнегеҙ.

2. Бик матур итеп бер-берегеҙгә хат яҙығыҙ-һеҙҙең киләсәккә хатығыҙ булыр.

Текст өҫтөндә эш.

1.Ҡәҙерлем Альбина!

      2.Һинең ...атыңды,әле эштә булһам да,төндә кереп уҡыным.3.Рә...мәт!

4.Мин,моғайын,умырзаялар сәскә атҡанда ғына ҡайтып китермен.5.Яраймы?6.Тик һин уларҙың иң күп үҫкән урынын ...айлап ҡуй,йәме?7.Атайың менән инәйеңә әйтһәң,улар үҙҙәре белерҙәр..

 8. Ә һинең”биш”кә генә уҡығаның өсөн мин эстән генә ғорурланып бөтә алмайым,һине үҙемдең иң аҡыллы ҡыҙым булыр...ың тип ышанам!

  9.Тик иркәләреңде яҡшылап ҡара,уларға иң ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйлә,Айсыуаҡты ла,Көнһылыуҙы ла үҙең менән генә йөрөт!10.Улар оло юл буйына сығып йөрөмәһендәр,шишмә буйына төшһәләр ҙә,..инең менән бергә генә төшһөндәр,йәме?

   11.Һин уларға күберәк ағастарҙың нисек шытып сыҡҡанын күрһәтергә тырыш,ҡалғанын үҙең белерһең әле!12.Һин бик аҡыллы ҡыҙыҡайһың,үҫкәс тә шулай булырыңа ышанам13..Бөтәһенә лә сәләм әйт!14.Сәләмдең иң күбеһе Йүрүҙәнгә!!!15.Бабайың Рәми.

  “3”

1. Хәрефтәре төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе күсереп яҙ.     8-3,9-4,7-5

2. Умырзая һүҙендә нисә хәреф,нисә өн бар?

3. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе күсереп ал.Русса ла яҙып ҡуй.

Ҡушма исемдәрҙең аҫтына һыҙып ҡуй.

4.Аҡыллы сифаты текста нисә тапҡыр осрай,уға синоним яҙ.

5.Антонимдар яҙ:оло- ,күп-,ҡыҙым-, бергә-,һин-.

Һорауҙарға яуап яҙ.

-автор тыуған яғына ҡасан ҡайтырға йыйына?Иҫбатла.

-ҡыҙына ниндәй кәңәштәр бирә?(хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре).

-ни өсөн текста һорау һәм өндәү һөйләмдәр күп ҡулланылған?

Ижади эштәр:

1. Был хатты яҙыусыға йәки алыусыға характеристика бирегеҙ.

2.Берәй иптәшегеҙгә йәки берәйһенә танышырға теләк белдереп хат яҙығыҙ. (Аманат)

3.Альбина  исеменән Рәми бабайына хат яҙығыҙ.

“4”---1-8

6.Яҙ һүҙенең нисә мәғәнәһе бар?Уларҙы беҙ нимә тип атайбыҙ?

7.Һорау һөйләмдәрҙең һанын билдәлә:5,

8.2-8 һөйләмдәрҙән алмаштарҙы яҙып ал.

Һорауҙарға яуап яҙ.

-автор тыуған яғына ҡасан ҡайтырға йыйына?Иҫбатла.

-ҡыҙына ниндәй кәңәштәр бирә?(хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре).

-ни өсөн текста һорау һәм өндәү һөйләмдәр күп ҡулланылған?

Ижади эштәр:

1. Был хатты яҙыусыға йәки алыусыға характеристика бирегеҙ.

2.Берәй иптәшегеҙгә йәки берәйһенә танышырға теләк белдереп хат яҙығыҙ. (Аманат)

3.Альбина  исеменән Рәми бабайына хат яҙығыҙ.

“5”—1-11

9.Бойороҡ ҡылымдарына миҫалдар яҙ.

10.Йүрүҙән һүҙендә ҡайҙа хата ебәрергә мөмкин?Ҡағиҙәһен аңлат.(һүҙлектән табырға мөмкин)

11.4,5-се һөйләмдәрҙең эйә менән хәбәрен һыҙып ҡуй.

Һорауҙарға яуап яҙ.

-автор тыуған яғына ҡасан ҡайтырға йыйына?Иҫбатла.

-ҡыҙына ниндәй кәңәштәр бирә?(хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре).

-ни өсөн текста һорау һәм өндәү һөйләмдәр күп ҡулланылған?

Ижади эштәр:

1. Был хатты яҙыусыға йәки алыусыға характеристика бирегеҙ.

2.Берәй иптәшегеҙгә йәки берәйһенә танышырға теләк белдереп хат яҙығыҙ. (Аманат)

3.Альбина  исеменән Рәми бабайына хат яҙығыҙ.

Электрон почтаға ебәрергә мөмкин.

  Тарасҡа.

1.Найди в тексте следующие словосочетания: Когда расцветут подснежники,сами знают,безгранично горжусь,умная девочка,хорошенько присматривай,рассказывай интересные сказки,постарайся показать как прирастают деревья,я верю в тебе,всем передай привет.

2.Определи предложения ,в которых  советует соблюдать * технику безопасности*.Пиши номера:

3. Компьютерҙа эшләү өсөн.Хатты тулыландыр-дополнить!

Сәләм …………………!

Һаумы,…………………..!

         Бына кисә генә һинән   …… алдым.Бик шатландым һәм бөгөн …….хаты яҙырға ла ултырҙым.Тәүҙә ………….хәлдәрем тураһында яҙып китәйем.

Әлегә барыһы ла бик ……..Уҡыуым да  …….бара.Тик бына  һаулығым ғына бер аҙ ҡаҡшап тора. ……………алдырған инем,…….бөтмәй ҙә ҡуя.Шуға малайҙар  менән ………..шыуырға ла  сыҡҡаным юҡ. ……. ҡайтып  ,……ярҙамлашам да ҡабат дәрескә ултырам. Ә һин ……. ни хәлдәһең?......нисек?Математиканан алған “икелеңде” ……..?Тырыш,һин бит бик ……..малай.Ярай, …….тамамлайым………..сәләм әйт.Үҙең дә …..яҙып тор.

           Һиңә бик күп сәләмдәр менән хат яҙыусы ……..

Слова для справок: яуап, үҙемдең,хат,һәйбәт,һыуыҡ,саңғы,өйҙә,

үҙең,яҡшы,мәктәптән,йүткерек,уҡыуың ,башлы,хатымды,хат,төҙәттеңме,ата-әсәйеңә.

Баһалау таблицаһы.

Ф.и

1-5

6-8

9-11

Өҫтәлмә эш

Ижади эш

Дөйөм баһа

Әлмөхәмәтова Әлфиә

Аманбаева Зилиә

Һ.б.

Текст.

1.Ҡәҙерлем Альбина!

      2.Һинең ...атыңды,әле эштә булһам да,төндә кереп уҡыным.3.Рә...мәт!

4.Мин,моғайын,умырзаялар сәскә атҡанда ғына ҡайтып китермен.5.Яраймы?6.Тик һин уларҙың иң күп үҫкән урынын ...айлап ҡуй,йәме?7.Атайың менән инәйеңә әйтһәң,улар үҙҙәре белерҙәр..

 8. Ә һинең”биш”кә генә уҡығаның өсөн мин эстән генә ғорурланып бөтә алмайым,һине үҙемдең иң аҡыллы ҡыҙым булыр...ың тип ышанам!

  9.Тик иркәләреңде яҡшылап ҡара,уларға иң ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйлә,Айсыуаҡты ла,Көнһылыуҙы ла үҙең менән генә йөрөт!10.Улар оло юл буйына сығып йөрөмәһендәр,шишмә буйына төшһәләр ҙә,..инең менән бергә генә төшһөндәр,йәме?

   11.Һин уларға күберәк ағастарҙың нисек шытып сыҡҡанын күһәтергә тырыш,ҡалғанын үҙең белерһең әле!12.Һин бик аҡыллы ҡыҙыҡайһың,үҫкәс тә шулай булырыңа ышанам13..Бөтәһенә лә сәләм әйт!14.Сәләмдең иң күбеһе Йүрүҙәнгә!!!15.Бабайың Рәми.

4.Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе күсереп ал.Русса ла яҙып ҡуй.

5.Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен тексҡа нигеҙләнеп аңлат.Был һүҙҙәрҙе ҡайһы яҡта ҡулланалар?

6.Текстан алынған мәғлүмәттәр.Был юлдарҙы яҙған кешене ниндәй итеп күҙ алдына килтерәһең?Ни өсөн?

7.Ул ҡайһы ваҡытта ҡайтырға йыйына?Иҫбатла.

9. Текстағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен билдәлә.

10.Берәйһенә хат яҙ.