Минең педагогик философиям. (эссе)

Исламгалеева Рамзиля Равиловна

Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма сикһеҙ шатмын. Ошо хаҡта уйланыуҙар, һығымталар. 

Скачать:


Предварительный просмотр:

                                  Минең педагогик философиям.

                                                                             “Ер йөҙөндә иң ҡатмарлы, иң    

                                                                             серле затҡа – кешегә аң-белем,

                                                                             тәрбиә бирә белеү – үҙе бер        

                                                                             талант, тәбиғәт биргән ҡөҙрәт.”

                                                                                                    Ғиниәт Ҡунафин.

         Уҡытыусы! Ниндәй тәрән мәғәнә, сабырлыҡ, ихласлыҡ, йылылыҡ бөркөлә унан! Хеҙмәтем – мәңге ҡартаймаҫ шатлығым сығанағы. Эйе, был ысынлап та шулай, сөнки мин уҡытыусы! Парта артынан миңә әллә нисә һынаулы күҙҙәр яратып ҡарай. Улар - беҙҙең киләсәк. Тимәк, мин үҙем  өсөн генә түгел, ә илем, халҡым, телем яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын. Мин - уҡытыусы, белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе. Әлбиттә, замана күҙлегенән сығып ҡарағанда, һөнәрем еңел түгел. Ләкин үҙ эшеңде яратып башҡарһаң, һәр иртәлә ашҡынып мәктәпкә килһәң, хеҙмәтеңдән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо һәм шатлыҡ хистәре солғап ала.

        Мин үҙ бәхетемде балаларҙы уҡытыуҙа күрәм. Бәләкәс саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыялландым. Изге хыялымды тормошҡа ашырыр өсөн, Белорет педагогия училищеһына юлландым. Илештә тыуып үҫкәнгә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен яңы фән булараҡ өйрәндем. Был предметҡа тыуған һөйөүем мине Башҡорт дәүләт педагогия институтында юғары белем алырға этәрҙе. Унда күренекле остаздарым Луиза Хәмзә ҡыҙы, Әлфис Суфиян улы, Мәрхәбә Сәйәфәр ҡыҙы, Гөлнур Мырҙа ҡыҙы, Венер Әбделмән улы һәм башҡалар бар көстәрен һалып төплө белем бирҙе, эшемә ҡыҙыҡһыныу, яуаплылыҡ, ғорурлыҡ өҫтәне.

         Хәҙерге заман уҡытыусыһы үҙ өҫтөнә ауыр һәм яуаплы миссия алған – уҡыусыларҙы ошо ҡатмарлы донъяла нисек юғалып ҡалмаҫҡа, дөрөҫ юлыңды табырға, кешелек сифаттары кәмеп барғанда үҙ дәрәжәңде һаҡларға, донъялыҡтың серҙәренә төшөндөрөргә өйрәтеү, тәрбиәле, белемле, ҡыҙыҡһыныусан, төрлө бейеклектәргә ынтылыусан шәхес итеп оло тормош юлына сығарыу.         Тимәк, һин уҡытыу предметын ныҡлы белергә, юғары мәҙәниәтле, уҡыусыларға кешелекле һәм итәғәтле, ижади эшләүсе, тәрбиә ҡанундарын һәм үҫмерҙәр психологияһын яҡшы белеүсе, баланы яратыусы, кәрәк саҡта уға иң беренсе ярҙам ҡулы һуҙыусы Кеше булырға тейешһең.  Тәрбиә биреүҙә мин халыҡ педагогикаһы принциптарына таянып эш итәм. Кластан тыш сараларҙа, фольклор байрамдарҙа, тәрбиә сәғәттәрендә бер генә тапҡыр булһа ла йомаҡтар әйтелмәһә, мәҡәлдәр ҡулланылмаһа, моңло йырҙар йырланмаһа, балаларҙың күҙҙәрендә осҡондар сәсрәтеп, уларҙы ял иттереүсе  халыҡ уйындары булмаһа, ул тәрбиә сараларынан балаларҙың ҡәнәғәт булыуы шикле. Сөнки халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше, педагогикаһы улар нигеҙендә ята. Быуаттар аша беҙгә мираҫ булып ҡалған халыҡ педагогикаһы хазиналарын йәш быуынды тәрбиләүҙә файҙаланыу мөмкинлектәре ифрат ҙур һәм формалары ла күп (уйын, йыйын, һабантуй, бәйге, йолалар һ.б.). ошондай ябай ғына алымдар менән балаларҙа изгелек, ярҙамсыллыҡ, кешелеклелек тойғолары тәрбиәләргә була. Һөҙөмтәле итеп ҡулланһаҡ, тәрбиәүи сараларҙың сифаты күтәрелер, киләсәктә белемле, тәрбиәле шәхестәр тәрбиәләй алырбыҙ, тип уйлайым. Мин ышанам: һәр бала үҙенсә талантлы. Үҙ алдыма ошондай маҡсат ҡуям: уҡыусыға үҙен асырға, булдыҡлылығын күрһәтергә, ижади яҡтан үҫешергә ярҙам итергә.

Балалар менән эшләүемә 25 йылдан артыҡ ваҡыт уҙған. Был дәүер эҙләнеүҙәр, уйланыуҙар, икеләнеүҙәр, асыштар йылдары булды. Замана үҙгәреп тора, балалар һәр яңылыҡты үҙләштерә бара. Заманса уҡытыуҙан,  уҡыусыларҙан артҡа ҡалмаҫ өсөн, яңы инновацион технологияларҙы өйрәнергә, программаларҙы үҙләштерергә, даими эҙләнергә, ижади эшләргә тура килә. Уҡытыу системаһындағы төрлө ҡараштар, фекерҙәр араһынан үҙеңдекен һайлай белергә кәрәк. Тематик презентациялар, интерактив электрон дәреслектәр, интернет селтәре мәғлүмәттәре, проект эштәре кеүек башҡа алымдарҙы ҡулланып, һәр дәресте мауыҡтырғыс итеп үткәрергә тырышам. Сөнки уҡыусыларҙа өйрәнгән предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятҡанда ғына, балалар уның менән бәйле бөтә эштәрҙе лә шатлыҡ менән ҡабул итәсәк. Тағы ла үҙ аллы нимәлер белергә, үҫешергә тырышасаҡ. Шулай итеп, мин өйрәтәм, өйрәнәм һәм был миңә оҡшай!

Үҙ эшеңде яратып башҡарыу – үҙе ҙур бәхет, минеңсә. Минуттар, сәғәттәр, көндәр, айҙар тиҙ арала борсоуҙары, шатлыҡтары менән үтеп китәләр. Күңелдә бәхет, шатлыҡ һәм ғорурлыҡ хистәре генә ҡала. Һәр ваҡыттағыса мәктәпкә, яратҡан эшемә, ашығам. Мин изге һөнәр эйәһе, мин - уҡытыусы.

                   Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте

                   уҡытыусыһы Исламғәлиева Рәмзилә Рауил ҡыҙы.