Кластан тыш саралар - балалар фольклоры

Исламгалеева Рамзиля Равиловна

Ата-бабаларыбыҙ йолаларын сәхнә түренә мендереү маҡсатынан, фольклор байрамдары менән сығыш яһайбыҙ. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Ҡар һыуына барыу йолаһы.46.5 КБ

Предварительный просмотр:

                                                   

                                    Ҡар һыуына барыу йолаһы.

                               (Балалар өсөн фольклор)

                                     Төҙөнө: Саҡмағош  1-се урта мәктәбенең

                                     башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                     Рәмзилә Исламғәлиева.

Залда түңгәктәр, ҡар өйөмдәре ята. Ағастар бөрө ярырға әҙерләнгән.

Зал ситендәрәк балалар йыйылышҡан.

Ҡыҙ.

Ағалар ҡар һыуҙары,

Баҫалар баҫыуҙарҙы,

Йылғалар аша ярҙан ,

Күләүек ҡала ҡарҙан.

Ҡыҙ.

Ҡарҙар иреп бөткәнсе,

Йәйге йылы еткәнсе,

Ҡар һыуына барайыҡ,

Тәмен тәмләп ҡарайыҡ.

Б.-р.

-Эйе шул, барайыҡ, барайыҡ...

Аҡ инәй инә:

-Ниндәй тауыш икән, тип килдем. Һаумыһығыҙ, балалар!

- Һаумы,  инәй!

 (Б. Инәйҙе уратып ала.)

Малай.

Аҡ инәй, ҡар һыуына барырға уйлап тора инек.

Малай.

Бик ваҡыт килдең, Аҡ инәй.

Инәй.  - Рәхмәт, яҡшы һүҙегеҙгә. Ниәтегеҙ бик изге, балалар. Яҙһылыуыбыҙҙы ҙурларға булғанһығыҙ. Афарин! Аллаға шөкөр, көндәребеҙ ҙә бик матур тора. Имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!

Бала. – Инәй, ни өсөн ҡар һыуына барғандар һуң?

Бала. – Ҡайҙан килеп сыҡты икән был  йола?

Инәй. -  Тыңлағыҙ  улайһа, һөйләйем. Борон беҙҙең яҡтың йылан ырыуы башҡорттары араһында ҡар һыуына барыу йолаһы булған. Һыуға март айында, бурандар тынып, ҡар ирей башлағас барғандар.

Ҡыҙ. - Инәй, ҡар һыуын бик файҙалы тиҙәр, ысынмы икән...

Инәй. – Ысын, балаҡайҙарым! Элек заводтар булмағас, төрлө химик матдәләр ҡулланылмағас, баҫыуҙарға минераль ашламалар һалынмағас, ҡар һыуы бик таҙа булған. Һыу ала торған урынды ололар

алдан билдәләй торған булғандар. Һыуҙы алып ҡайтҡас, ҡатын-ҡыҙҙар унан сәй ҡайнатҡан, бит-сәс йыуған. Әсәләр был  һыу менән балаларын ҡойондорғандар.

        Эй, балаҡайҙарым... Һуғыш дәүерҙәрендә ундай ҡар һыуҙары эләкһә-ә-ә. Шишмә һыуы кеүек эсер инек... (иламһыраған кеүек)

Малай.- Ә ниңә әсәйҙәр уның менән, хатта, бәпәйҙәрҙе  йыуғандар һуң?      

Инәй. – Был һыу баланы күҙ тейеүҙән һаҡлай тигән ышаныу йәшәгән. Боронғолар уны хатта “зәм-зәм” һыуы тип тә йөрөткәндәр. Бына шулай, балалар! Йәгеҙ, хәҙер инде был  йола хаҡында бөтәһен дә белдегеҙ. Кисә оло ағайҙарығыҙ ҡар һыуын алырлыҡ таҙа урынды билдәләнеләр, ҡыҙыл таҫма таҡтылыр.

Ҡыҙ. – Егеттәр, һыу юлын тапай торорға ине...

Ҡыҙ. – Эйе шул, ауыҙығыҙҙы асып ҡатып тораһығыҙ (шаяртып)

Малайҙар. – Беҙ иртүк таптап ҡайттыҡ бит инде...Һыуға барырға юлыбыҙ әҙер, ҡыҙҙар!

Инәй.

Ярай, балалар, имен-аман

Ҡар һыуына юллағыҙ!

Бисмилла әйтеп, һыу алғанда,

Имен яҙҙар юрағыҙ.

(Аҡ инәй доғаларын уҡып оҙата. Малайҙар көйәнтә-биҙрәләрҙе ҡыҙҙарға элешә-элешә йырлап һыуға китәләр.)

Ҡыҙҙар йырлай: (баянсы бала уйнап бара)

Март айҙары етте инде,

Урманға юл ярабаыҙ.

Сәстәребеҙ оҙон булһын,

Ҡар һыуына барабыҙ.

Малайҙар:

Ҡар һыуҙары, ҡар һыуҙары,

Ҡар һыуҙары ағалар.

Күҙ теймәһен ҡыҙҙарға,

Ҡар һыуына баралар.

Ҡыҙ. – Ҡарағыҙсы, ҡарағыҙ, ҡояш нурҙарына ҡар һыуы көҙгөләй йылтырай. (сылтырап аҡҡан шишмә тыуышы аҙаҡҡа тиклем яңғырай. Ҡайһы ваҡыт көслө, йә шымыраҡ)

Ҡыҙ.- Ана, бергә ҡушылып йырғанаҡ булып ағалар бит.

Малай. – Ҡыҙҙар, ҡыҙҙар, әйтегеҙсе, йырғанаҡ ҡайҙа аға?

Ҡыҙҙар. – Саҡмағош тигән күркәм ауылға табан.

Малайҙар. – Ниңә унда аға һуң?

Ҡыҙҙар. – Мул уңдырышлы Саҡмағош ерен дым-һыуға байытырға.

Малай. – Ярай, улай булғас, күберәк аҡһындар әйҙә...

Малай. – Ҡыҙҙар, көйәнтәләрҙе ҡуйып саҡ ҡына уйнап алайыҡ инде...

Малай. – Мин дә әйтергә генә тора инем. Көн дә бик шәп бит!

Малайҙар. – Эйе шул, әйҙәгеҙ инде...

Ҡыҙҙар.  - Ярай инде, күндерҙегеҙ.

  • Тик оҙаҡ түгел...

(Егеттәр көйәнтә-биҙрәләрҙе алыша.)

Ҡыҙ. – Ниндәй уйын уйнайбыҙ һуң?

Малай. - “Түңгәк уйыны”н хәтһеҙ уйнаған юҡ.

Ҡыҙ. – Үҙем һанайым:

Бабай килә ауылдан,

Һыуҙар алған шишмәнән.

Шишмә һыуы тәмле, ти.

Сәйе бик шифалы, ти.

А-ла-суҡ! Бар, сыҡ!

Бында торма, бар сыҡ!

Бала. - Залина Д. ҡалды, Залина !

Бала. Ул “уйын башы” .

Залина. – Түңгәктәрегеҙҙе һайлағыҙ, ә мин һеҙҙе һаҡлайым. (Уртаға сығып)

-Алһыу түңгәкһеҙ ҡалды.

-Ниндәй яза бирәбеҙ?

-Яҙһылыу хаҡында һынамыш әйтһен.

Алһыу: -Март буранлы булһа, ашлыҡ уңа.

Балалар. –Шулай була ғына күрһен.

Алһыу: - Инде мин һаҡлайым.

Балалар. – Нияз Я. һикерә алманы.

                   -Бәләкәсерәк бит...(шаярталар)

-Нияз йомаҡ ҡойһон!

Нияз. – Йә, тыңлағыҙ:

Тау-тау булып өйөлдө,

Яҙ килгәнгә көйөндө,

Йырғанаҡ булып аҡты,

Шул  ергә һеңде, батты.

Был нимә?

Балалар.  -Ҡар, ҡар...

Нияз.- Эй, тиҙ беләһегеҙ бит. Һеҙҙең менән ҡыҙыҡ түгел бит...(үпкәләгән кеүек)

Ҡыҙ. –Эй, һеҙҙең менән уйнай торғас, эҫеләтте бит әле. (шәлен сисеп иңдәренә һалалар)

Ҡыҙ. – Яҙғы ҡояш та яҡшы йылыта башланы бит...

            -Эйе шул...

Ильвина. –Аделина, ҡара әле, шәлең бигерәк матур икән...

Аделина. – Үҙеңдеке лә матур бит!

Д.Залина.- Миңә әсәйем тыуған көнөмә бәйләп бүләк итте. Уны алтын ҡуллы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.

Ш. Залина. – Ә миңә апайым өйрәтте. Үҙебеҙ бергәләп бәйләнек. Шәлемдебөгөнгө байрамға тәү тапҡыр бәйләнем әле. Ҡарағыҙсы, матурмы?

Балалар: -О-о-о! Бигерәк матур булған шул...

-Ҡотло булһын шәлең!

-Йылы тәнеңдә туҙһын!

-Ғүмерең оҙон булһын,

Шәлең би-ик йылы булһын!

Ш.Залина. –Рәхмәт, ҡыҙҙар, изге теләктәрегеҙгә.

Я. Нияз:  -Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ әле, мату-ур шәлдәрегеҙҙе ҡотлап йырлап-бейеп алайыҡ!

-Әйҙәгеҙ!

“Шәл бәйләнем” – йыр-бейеүе. (ҡубыҙсылар уйнай)

Ҡыҙҙар: -Дуҫтарым, бигерәк оҙаҡ күңел  асабыҙ түгелме?!

-Өйҙә инәйҙәр самауыр ҡуйырға ҡар һыуын көтәләрҙер.

-Эйе шул, малайҙар һүҙенә ҡарап, йыр-бейеүгә әүрәһәң, шулай була инде ул... Әйҙәгеҙ, һыуҙарҙы алайыҡ та ҡайта һалайыҡ...

Малай. – Ярар инде, ҡыҙҙар! (ғәфү үтенгән кеүек)

  • Әллә нигә бер тапҡыр ғына бит инде...

Ғ.Нияз.- Бисмиллаһиррахманиррахим-им (һыу ала-ала)

Ҡар һыуҙары бик шифалы

Бит-ҡулдарҙы йыуырға.

Ҡар һыуҙарын алайыҡ,

Сихыр-зәхмәт ҡыуырға.

Юлай. –Иншалла, бәрәкалла,

Ҡар һыуҙарын алайыҡ,

Самауырҙар ҡуйырбыҙ.

Күҙ теймәһен үҙебеҙгә,

Бит-ҡулдарҙы йыуайыҡ.(ҡыҙҙар һыу алып биттәрен йыуалар)

Бәхет-шатлыҡ юрайыҡ.

Ҡыҙ. (битенә һөртә-һөртә)

Ярмаланған ҡар шифалы,

Ҡыҙҙар, йыуайыҡ битте.

Беҙҙән сырхауҙар китһен!

Нияз. –Юҡҡа ғына ҡар һыуҙарын

“Зәм-зәм” һыуы тимәйҙәр.

Ҡар һыуында йыуындырһаң,

Бәпәйгә күҙ теймәйҙер.

Һыңар биҙрәлеләр.  – Минең ҡустыма әсәйем  гел  күҙ тейә, ти, мин дә алайым әле.

-Өләсәйем “һеңлеңә лә алып ҡайт”- тигәйне. Мин дә биҙрәмә шифалы ҡар һыуын алайым.

Малайҙар көйәнтә-биҙрәләрҙе элә-элә:

–Парлы силәктәрегеҙ сайпылмаһын,

Түгелмәһен бәхет-өмөттәр!

Ҡар һыуынан сибәрләнһен ҡыҙҙар!

Шифа алһын бөтә сирлеләр!

 –Рәхмәт һиңә изге тәбиғәт!

-Рәхмәт ҡар һыуҙарына!

-Йылға буйҙарын һаҡлайыҡ,

Сүп ташламай ярҙарына.

-Төклө аяҡ менән килһен яҙҙар,

Етәкләһен гөллө йәйен дә,

Ҡалдырмаһын мул  табынлы көҙөн,

Туйындырһын ярлы, байын да!

Балалар. –Шулай була күрһен!

Йырлай-йырлай ҡайталар.

Ағас бөрөгә тулыша,

Ҡоштар ҡоралар оя.

Ярма ҡар ергә һырыша,

Ер инде һыуға туя.

            Ағалар ҡар һыуҙары,

            Баҫалар баҫыуҙарҙы.

            Шишмәләрҙе ҡәҙерләйек,

            Таҙартайыҡ уларҙы!