Фәнни-тикшеренеү эштәре
Фәнни-тикшеренеү эштәре
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
«Төньяҡ амурҙары – минең ата-бабаларым» | 62.5 КБ |
Төньяҡ-көнбайыш диалекты | 23.25 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы
Борай районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы “Борай ауылы 2-се гимназияһы»
V республика ғилми-тикшеренеү генеологик конкурсы «Төньяҡ амурҙары – минең ата-бабаларым»
Номинация: “Любезные вы мои башкирцы, молодцы!” ( 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙарының батырлығы)
Башҡарҙы: Ғайсина Луиза, 8б класс
Етәксеһе: Әхмәтзакирова И.Ф.,Борай 2–се гимназияһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Борай, 2022
Йөкмәткеһе
Инеш......................................................................................................3 бит
Төп өлөш....................................................................................................4 бит
Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт полктарының батырлығы....4 бит
Йомғаҡлау.........................................................................................7 бит
Ҡулланылған әҙәбиәт............................................................................8 бит
ИНЕШ
“Урыҫ еренә сит дошман килгәнлеген ишетеү менән, бөтә Урал халҡы йәшен һуҡҡандай һиҫкәнеп киткән, бөтәһе лә аяҡ өҫтө баҫҡан, ти. Урманда уҡ юнып, аласыҡта һаҙаҡ эшләп, тана-торпо, тәкә һуйып, ит ҡаҡлап, эркет ҡайнатып, ҡорот йәйеп, тире ыҫлап, турһыҡ, һаба, мәс тегеп, ҡаймаҡ яҙып, май тасҡып, төн-көн ағытмай бейә һауып, турһыҡ, һаба тултырып ҡымыҙ йыйып, аҙыҡ-түлек, ат-тун, кейем-һалым таярлап, халыҡ яуға әҙерләгән, ти…» (“Икенсе әрме” риүәйәте)
Һуңғы ваҡытта ололар ауыҙынан хәҙерге заман балалары ил тарихын белмәй ҙә, ҡыҙыҡһынмай ҙа, уларға кеҫә телефоны менән компьютер булһа еткән, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.
Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Гимназиябыҙҙа тыуған яҡ тарихын, ырыуын, ырыу атрибуттарын, абруйлы шәхестәрен, ил батырҙарын белгән, өйрәнгән ҡыҙҙар һәм егеттәр бихисап.
Миңә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға арналған шәжәрә конкурсында ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Тикшеренеү эше лә эшләргә кәрәклеген белгәс, мин шатланып риза булдым. Быйыл илебеҙ ошо еңеүҙең 210 йыллығын билдәләй , шуға ла был тема актуаль тип уйлайым.
Ошо йәһәттән: «Был һуғышта Башҡортостан яугирҙарының батырлыҡтары тураһында күберәк беләһем килде. Шунан сығып түбәндәге маҡсаттарҙы билдәләнем:
- башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында күрһәткән батырлығын, патриотик рухын сағылдырыу.
- Тыуған илгә, яҡташтарыбыҙға ихтирам тәрбиәләү.
-халҡыбыҙҙың үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Ошо маҡсаттарға ирешеү өсөн газета – журналдарҙан материалдар йыйырға, архив документтары менән танышырға, интернет селтәрендәге мәғлүмәттәрҙе йыйырға кәрәклеген билдәләнем.
I БҮЛЕК. Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт полктарының батырлығы
Наполеон Рәсәйгә баҫып ингәс, император Александр I халыҡтарға манифест менән мөрәжәғәт итә. Манифест һәм губернаторҙың Ватанды һаҡларға саҡырған яҙмаһын сиркәүҙәрҙә, мәсеттәрҙә ауылдарҙағы йыйындарҙа һ.б.ерҙәрҙә уҡыла. Бынан һуң Башҡортостанда йәшәүселәрҙән күп кенә кеше ил сигенә китергә теләк белдерә. Башҡорт иренә хеҙмәткә бармау оят эш һаналған, ә инде һуғыштан медаль алып ҡайтҡан кешегә дан йырлағандар.
Башҡорттар һәм башҡа рус булмаған халыҡтар араһында ватансылыҡ, ил һөйәрлек күтәрелештәре күреп, 1818йылда Сергей Глинка былай тип яҙа : “... Не только стародавние сыны России, но и народы,отличные языком,нравами,верою и образом жизни,народы кочующие – и те,наравне с природными россиянами,готовы были умереть за землю русскую. Мордва,тептяри,мещеряки,черемисы ревностно и охотно шли на службу: башкирцы сами собой вызывались и спршивали у правительства,не нужны ли их полки ”.
Шулай итеп, башҡорттар барлығы 28 полкты һуғышҡа оҙата. Француздарға ҡаршы һуғышыусы полктарҙан тыш, 12 мең башҡорт Рәсәйҙең көнсығыш сигендә хеҙмәт итә – һыҙыҡ һағы хеҙмәтен үтәй. 1811-1813 йылдарҙа башҡорт кантондары Наполеон ғәскәренә ҡаршы һәм көньяҡ-көнсығыш сикте һаҡлауға 27 меңләп яугир ебәрә, мишәр кантондары 2 полк ойоштора. Бынан тыш, башҡорт халҡы 4139 ат бирә.
Башҡорттар йәшәгән һәр кантон йәки өйәҙ бер йәки өс полк биргән. Башҡорт яугирҙарының төп ҡоралы – һөңгө,ҡылыс,уҡян,ә мылтыҡ һәм пистолет бик һирәктәрендә генә була. Шулай уҡ ҡайһы берҙәренең тимер күлдәктәре лә булған. Тимер сымдарҙан үрелгән бындай ауыр күлдәктәрҙе һуғышҡа инер алдынан ғына кейгәндәр. Һуғыштан һуң күп йылдар үткәс,Өфө дини семинарияһы уҡытыусыһы Зефиров,француз яуында ҡатнашҡан Йәнтүрә батыр менән уның йәйләүендә осрашҡанда,уның һуғыш кейемен күрә һәм шул турала яҙып ҡалдыра: “Ҡорос дүңгәләктәрҙән эшләнгән был күлдәк яугирҙы башынан алып биленә тиклем ябып тора. Мин дә уны кейергә теләгәйнем, ләкин ул ауыр булып сыҡты,ике бот тирәҙе арҙыр.шуға кейә алманым. Минеңсә,мылтыҡ пуляһы ла уны тик яҡындан ғына тишә алалыр”
Башҡорт яугирҙарына Рәсәй алып барған һуғыштарҙа йыш ҡатнашырға тура килгәнлектән,уларҙың үҙенсәлекле һуғышыу алымдары барлыҡҡа килә. Айырыуса дошмандың айырым отрядтарын ҡамап алып, юҡ итеүҙә ҙур оҫталыҡҡа ирешәләр. Йыш ҡына, ҡурҡып ҡасҡан булып, дошманды йәтеш урынға ылыҡтырып индерәләр ҙә,ҡапыл кире әйләнеп уратып алып,ҡыра торған булғандар. Ҡыҫымда ҡалған дошман, күп ҡорбандар юғалтып,бирелгән. Бер автор атлы яуҙирҙың һуғыштағы хәрәкәтен ошолай һүрәтләй: “...Дошманға етәрәк 48 аҙым уҡ атылыр ер ҡалғас,башҡорт арҡаһындағы ҡаньялын күкрәгенә шыуҙыра ла,ике уҡ алып ,береһен ауыҙына ҡаба,икенсеһен янына һала һәм шулай бер-бер артлы икәүһен дә атып ебәрә. Ә һөжүм иткәндә иҙеүҙәре асыҡ һәм еңдәре төрөлгән яугир,алға эйелеп,үҙәк өҙгөс әсе тауыш менән дошманға ҡыйыу ташлана һәм уҡ атымы ер яҡынлашҡас, 4 уҡ атып ебәрә лә,ҡыуып етеп,һөңгә менән сәнсә ”
1812 йылдың октябренән алып рус ғәскәрҙәре һөжүмгә күскәс, Башҡортостандан килгән атлы полктар Наполеондың хәрби көстәрен ҡамау һәм юҡ итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Дошманды эҙәрләп ҡыуғанда башҡорт бик ҡыйыу эш итә. Уларҙы йыш ҡына разведка яһау өсөн тәрән тылға ташлайҙар. Ырымбур губернаторы Волконскийға рус ғәскәрҙәренең еңеү артынан еңеү яулауы һәм француздарҙың ҡысыуы хаҡында хәбәр иткәндә Кутузов былай ти: “Һеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ. Ваше сиятельство,нисек итеп һәр рус һалдаты ҡасыусы дошманды туҡмап,кинәнес алғанын,батырлыҡ ҡылғанын. Шулай уҡ казактар һәм ҡайһы бер башҡорт полктарының уларҙы ҡырғанын!”
Парижға тәүгеләрҙән булып аяҡ баҫҡан 1-се, 2-се, 5-се, 8-се,9-сы, 12-се,13-сө ,14-се,15-се башҡорт полктары һәм 2-се типтәр, 2-се мишәр яугирҙары “За взятие Парижа 18 марта 1814 года” тигән көмөш миҙал һәм ордендар менән бүләкләнә. Шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан бөтә яугирҙарға ла “В память войны 1812 года” тигән көмөш миҙал тапшырыла.
Үҙҙәренең 1812 йылғы һуғышта ҡатнашыуы менән башҡорттар һәр саҡ ғорурланып, батырҙарының даны менән һоҡланған. Киң билдәле “Колой кантон” йырында:
Был империяны самаланым –
Башҡортомдан батыр юк икән, - тип хаҡлы әйтелгән...
Йомғаҡлау
Халҡыбыҙ үҙенең данлы-шанлы тарихына бер ваҡытта ла битараф булмаған. Меңәр йылдарға һуҙылған тарихыбыҙға күҙ һалһаҡ, тыуған яҡ, изге төйәк йәшәү урыны ғына түгел, йәшәү сығанағы, белем һәм тәрбиә өлкәһендәге төп «дәреслеге» хеҙмәтен дә үтәгән. Ер- һыуының тарихын аҡһаҡалдарҙан ишетеп, йәш кеше уны яратырға, үҙ итергә, хөрмәтләргә өйрәнгән, шунан ғүмерлек фәһем алған һәм уны яҡлаусылар, һаҡлаусылар, ҡурсалаусылар сафына баҫҡан.
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын,
- тип халҡым юҡҡа ғына йырламайҙыр ул.
Беҙҙең Башҡортостан яугирҙары ошо еңеүгә индергән өлөшө ҙул була. Йоҡоларын, арыуҙарын онотоп, һыуыҡ, аслыҡ, үлем ҡурҡынысына ҡарамаҫтан, азатлыҡ, еңеү өсөн алышалар, баштарын һалалар һәм еңәләр.
Шулай итеп, беҙҙең күребеүеҙсә, 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында материалдар байтаҡ ҡына. Был ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Халҡыбыҙ үҙ тарихы, ата- бабаларҙың ҡанлы көрәше, данлы үткәне, легендалар, шәхестәре менән ҡыҙыҡһына, өйрәнә һәм башҡаларға еткерә. Был ваҡиға айҡанлы яҙылған әҫәрҙәрҙә, легендаларҙа, документаль фильмдарҙа тарихи дөрөҫлөк, ысынбарлыҡ мөһим роль уйнай. Бөгөнгө ысынбарлыҡҡа беҙ үҙебеҙсә баһа бирһәк, киләсәк быуын уға үҙ күҙлегенән ҡараясаҡ.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. Әсфәндиәров Ә. Олатайҙарҙың бар тарихы... – Өфө: “Китап”, 1996.- 224 бит
2. С. В. Асфатуллин Северные амуры в Отечественной войне 1812 года – Уфа, 2012, 225 с.
3. Энциклопедия для детей Т.5. История России и ее ближайших соседей. Ч.2. От дворцовых переворотов до эпохи великих реформ. М., 1997.
4.Соловьев С.М. История России с древнейших времен. Избранные главы. М., ОЛМА-Пресс Образование, 2004.
5.Шеин И.А. Отечественная война 1812 года: историографическое исследование. М., 2002
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы
Борай районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы “Борай ауылы 2-се гимназияһы»
Секция: “Башҡорт теле –
ата-бабаларымдың теле”
Тема:
Борай районының ерле һөйләше.
Башҡарҙы: 6б класс уҡыусыһы
Ғайсина Регина
Ғилми етәксеһе: башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Әхмәтзакирова И.Ф.
Борай,2020
Йөкмәткеһе
Инеш………………………………………………………………………………..3
Беренсе бүлек. Беренсе бүлек. Борай ауылы һөйләшенең фонетик, морфологик һәм лексик үҙенсәлектәре…………………………………………………………4
Һығымта…………………………………………………………………………….6
Библиография………………………………………………………………………8
Инеш
Һәр халыҡтың үҙ яҙмышы, үҙ тарихы, үҙ булмышы. Уның тәбиғәтен, тормошон сағылдырған , үҙенә генә хас матди рухи ҡиммәттәре бар. Улар быуаттан-быуатҡа, быуындан быуынға тапшырыла килә. Айырыуса башҡорт халҡына хас булгандары милли байлык та, ғорурлык та ул беҙҙең өсөн. Һәр халыҡтың иң ҡәҙерле хазинаһы – тел. Тел яҙмышы хаҡында уйланмаған, борсылмаған кеше һирәктер. «Телең барҙа илең бар, илең барҙа иркең бар»-тигән башҡорт халҡының бөйөк улы Рәми Ғарипов. Был һүҙҙәр туранан–тура төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тел фажиғәһенә барып тоташа. Сөнки ул яҡтың һөйләше татар теленә яҡын, ә һәр бер халыҡ үҙенең туған телен белергә, һөйләшергә тейеш.
Беҙ тикшергән Борай ауылының ерле һөйләше төньяҡ-көнбайыш диалектына ҡарай. Был һөйләште төплө итеп С.Ф. Миржанова тикшергән. Уның фекере буйынса, Борай ауылы Танып һөйләшенә ҡарай.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты – Борай ауылы һөйләшенең фонетик, морфологик, лексик үҙенсәлектәрен анализлау һәм уны әҙәби тел менән сағыштырыу тора.
Эҙләнеү эшенең гипотезаһы
Борай ауылының ерле һөйләшеү үҙенсәлектәрен өйрәнеү;
Туған телдең матурлығын данлау.
Эштең предметы – Борай районы Борай ауылының һөйләше.
Тикшеренеү объекты – Борай ауылы һөйләше нигеҙендә йыйылған фактик материал.
Эштең структураһы.
Был эш инештән, бер бүлектән, һығымтанан, библиографиянан тора. Эҙләнеү эшенең беренсе бүлегендә Борай ауылы һөйләшенең фонетик, морфологик үҙенсәлектәре анализлана, һөйләштең лексик үҙенсәлектәре тикшерелә.
Беренсе бүлек. Борай ауылы һөйләшенең фонетик, морфологик һәм лексик үҙенсәлектәре
Һуҙынҡылар системаһы. Танып һөйләшендә а, ә, ы, е(э), о, ө, у, ү, и һуҙынҡылары бар.
а-ы. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙең башында һәм аҙағында а урынына ы тар һуҙынҡыһы ҡулланыла: азау теш – әҙ. аҙыу теш “коренный зуб”, ҡашаяҡ – әҙ.ҡашығаяҡ «посуда» .
а-ы (у-о). «В ряде случаев соответствие а-ы образуется на почве делабиализации звуков у, о в ы, затем под влиянием регрессивной ассимиляции происходит расширение звука ы в а». Миҫалдар: аҡлау – әҙ.уҡлау «скалка», йаҡ- әҙ. юҡ «нет».
ә, е, и фонемалары.
и-ә. Быға тап килгән ошондай миҫалдар бар: чичкә-әҙ.сәскә “цветок”; киштә-әҙ. кәштә “шест, подвешенный под потолком”; кирәк- әҙ. кәрәк “надо”; шикәр-әҙ. шәкәр “сахар”; песей-әҙ.бесәй “кошка”һ.б.
ә-и, е. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙә кире күренеш күҙәтелә, йәғни ә фонемаһы урынына и, е ҡулланыла: тәк-әҙ.тик “так”; тәк кенә “просто так”: беләнде-әҙ.беленде «выяснилось, стало известно»; беләнмәә-әҙ.беленмәй “не заметно”, белекий-әҙ.бәләкәй “маленький” һ.б.
Борай ауылы һөйләшендә башҡорт теленә хас ҫ, ҙ тартынҡылары юҡ. Уларҙы с һәм з өндәре алмаштырып килә. Был һөйләштең тағы ла бер үҙенсәлеге булып татар телендәге ч, ж өндәре булыуы тора. { ч} һаңғырау тартынҡы өн. Мәҫәлән:, оч-әҙ.ос, өч-әҙ.өс, әтәч-әҙ.әтәс.
{ ж} - яңғырау тартынҡы өн. Миҫалдар: жир, жил, хужа, бажа.
Борай ауылы һөйләшенең үҙенсәлеге булып п өнөнөң һүҙ башында һаҡланып килеүе тора. Был һөйләштә күпселек осраҡта б урынына п ҡулланыла: палас-әҙ.балаҫ, песей-әҙ. бесәй, печән-әҙ.бесән, пима-әҙ.быйма. Һөйләштең фонетик үҙенсәлектәре түбәндәгеләр: һөйләштә татар теленә хас ж, ч өндәре бар, ә башҡорт телендә булған ҫ, ҙ өндәре юҡ.
Морфологик үҙенсәлектәре яғынан был һөйләш башҡорт телен яҡын тора. Уның башҡорт һәм татар әҙәби телдәренән айырмалы, үҙенең тотороҡло формалары бар. һөйләштә хәҙерге заман ҡылымының формаһы башҡорт телендәге формаға тап килә: Мәҫәлән: ашай (кушает), ҡарай (смотрит), бармайым(не пойду), бармайбыз ( не пойдем һ.б.
Борай ауылының һөйләшенең морфологик үҙенсәлектәре әҙәби тел үҙенсәлектәре менән дә тап килгән осраҡтар күҙәтелә. Ләкин был һөйләштең үҙенә генә хас специфик формалары ла бар.
Исем. Исемдәр түбәндәге аффикстар ярҙамында йышыраҡ яһала:
-кыч, - ғыч/-геч, аугыч/ әүгеч
чәйнәүгеч, сүз йөрөткөч “сплетник” ,жырткыч «пройдоха»
Миҫалдар: Безнең күрше Сәкинә бигерәк сүз йөрөткөч инде.
-ма/мә, -май/мәй, мак/мәк, -малак/мәләк һ.б.
болама –әҙ. боламыҡ «меганина для птиц», утырма-әҙ.ултырыу «посиделки».
Миҫалдар: Бөгөн мине Наилә утырмаға чакырды.
-бай/-бәй, -бый/бей, -һый/һей. Был аффикстар ярҙамында предметтың сифатын һәм үҙенсәлеген белдереп була. Мәҫәлән , кыстыбый-әҙ. тел бистәһе «болтун».
-кач+ай/ әй мескенкәчкәйем ; -кач+ай/ әй йөрәккәчкәйем «сердечко мое»; -кач+ай/ әй апакачкайым «сестричка моя»;-кач+ай/ әй энекәчкәйем һ.б.
Миҫалдар: Мескенкәчкәйем, эш тә күп инде сиңа. Йөрәккәчкәйем, гомерең бәхетле генә булсын инде.
Был яҡта башҡорттар татар, сыуаш, фин-уғыр халыҡтары менән элек-электән бик тығыҙ аралашып йәшәгәндәр. Этник-ижтимағи аралашыуҙар арҡаһында территориаль һөйләү теле барлыҡҡа килгән.
Төньяҡ-көнбайыш диалекты лексикаһының ҙур ғына күләме башҡорт һәм татар телдәренең уртаҡ лексик фонды тип һанала. Миҫалдар: абайлау “заметить, почуять”, абзый «старший брат», аймылыш булыу «не встретиться», бабай «старик, дед», игенче «хлебопашец», балтырған «борщевник» ; Уның китеүен абайламай ҡалғанмын. Элек зүрәнкәйләр балтырған ашағаннар.
Көнкүреш лексикаға ҡараған һүҙҙәр башҡорт терминологияһы менән тап килә. Миҫалдар: тауар «товар, материал». Өфөгә тауарға барып ҡайттыҡ. Сәтин «сатин». Сатиннан күлмәкләр матур. Пумазый, бумазый«бумазыя».Нәнәйемә пумазый күлмәк бүләк иттем. Кәшәмир, кәшәмер –әҙ. кешмир «кашемир», итәк, балитәк –әҙ. балитәк«оборка на подоле платья» .
Туған-ҡәрҙәшлек терминологияһы. «Терминология родства и свойства, во-пераых, характеризуется прибавлением к терминам различных ласковых, уважительных форм обращения». Аҡ «белый», бал «мед», сылу, чибәр«красивый, милый» , иркә «нежный, ласковый» кеүек һүҙҙәр ҡулланыла. Миҫалдар: ағабей, чибәр эбей «старшая тетушка».
Борай ауылында яҙып алынған туған-ҡәрҙәшлек терминдары түбәндәгеләр:
Инәй, әней «мать», әтей, әткәй «отец», бабай, зүрәтәй, ҡартәтәй «дедушка», ҡартый, нәнәй, зүрәнкәй «бабушка», аҡ бабай, чибәр бабай «дядя, следующие братья отца в отношении его детей», абый-әҙ.ағай «старший брат», жиңгәй, жиңгәчәй «жена старшего брата», энекәш, энем «младший брат», жизнәй «муж старшей сестры», түтәй, апа «старшая сестра», сеңелкәш «младшая сестра», кейәү «младший зять».
Апайлар “родственники и родственницы младше себя; младшие братишки, сестры; форма обращения к людям младше себя”, баш бала «первенец», төпчөк «последний ребенок», тач әтәсе «вылитый отец».
Быйанай –әҙ. ҡәйнә «свекровь», быйатай –әҙ.ҡайны «свекр», ҡайныш – әҙ. ҡәйнеш«обращение мужа к младшему брату жены», балдыз «обращение мужа к младшей сестре жены».
Төньяҡ-көнбайыш диалекты башҡорт һәм татар халыҡтарының 3-4 быуат һуҙымында тығыҙ аралашып йәшәү, ике халыҡтың һәм уларҙың телдәренең берҙәм һәм дөйөм теле унан өҫтөн булыуын, һәм уны үҙенә буйһондороуын асыҡ күреп була. Был диалекттың фонетикаһында, морфологияһында, грамматик төҙөлөшөндә һәм лексикаһында башҡорт теле үҙенсәлегенәхас булған формалар күп табыла.
Һығымта яһап, шуны әйтергә мәмкин : Борай ауылында туған-ҡәрҙәшлек һәм башҡа тематик лексикала башҡорт, татар терминдарының ҡушылыуы күҙәтелә
Һығымта
Ғалим Р.Сибәғәтов үҙенең мәҡәләһендә түбәндәген иҫбатлай: «төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының һөйләше татар теленең урта диалектына керә. Улар ер алыр өсөн генә башҡорт булып яҙылған татарҙар». Беҙ М.Ғ. Хәйруллина фекере яҡлы: “Башҡорт телендә диалекттар һәм һөйләмдәр күп булған кеүек, башҡорттар ҙа төрлө сығышлы этник берләшмәне тәшкил итә”. Был диалект вәкилдәре бик күп быуаттар һуҙымында, күпселектә, татар халҡы менән аралашып йәшәүҙәре арҡаһында, уларҙың диалекты татар теле йоғонтоһона бирелгән һәм һәр ике телдең үҙенсәлектәрен эсенә алған диалект булып йәшәп килгән һәм йәшәй, уның төп һңҙлек фонды, һәр ике телдең бер-береһенә йоғонто арҡаһында, татар теленең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен эсенә алыу менән бергә, башҡорт теле үҙенсәлеген ныҡ һаҡлаған. Шуның өҫтөнә диалекттың үҙенә генә хас булған һүҙҙәр һәм терминдар менән үҙен башҡа диалекттарҙан һәм татар теленән айырып тороуын иҫбатланыҡ.
Беҙҙең был эшебеҙҙе диалектология махсус курсында ҡулланылырға мөмкин. Шулай уҡ үҙ туған телен һәм тыуған иленең тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға бик мөһим материал була ала.
Туған тел – беҙҙең байлығыбыҙ, яҙмышыбыҙ. Телдең дә, илдең дә йәшәүе беҙҙең ҡулда. Беҙҙең һәм киләсәк быуындың телендә мәңге шулай ғорур яңғыраһын башҡорт теле!
Сығышыбыҙҙы Рәми Ғариповтың шиғыр юлдары менән тамамлаһы килә:
Халҡым теле миңә — хаҡлыҡ теле, -
Унан башҡа минең илем юҡ:
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юк!
Ҡулланылған әҙәбиәт
- Асфандияров А.З. история сел и деревень Башкортостана. Книга 5. Справочная книга.- Уфа: Китап, 1994.- 176 стр.
- Баишев Т.Г. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку. – Уфа: Гилем, 2006.-132с.; 8силл.
- Башҡорт теленең диалекттар һүҙлеге (Рәсәй Фәндәр академияһы. Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты). –Өфө: Китап, 2002.-432 бит.
- Зайнашева З.Ф. Таныпский говор северо-западного диалекта башкирского языка// Башкирская филология: достижения, актуальные проблемы: материалы региональной научной конференции студентов и аспирантов 23 декабря 2005г.- уфа: Издательство БГПУ. – 149-153стр.
- Миржанова С.Ф. Северо-западный диалект башкирского языка /С.Ф. Миржанова, 2-е издание, стереотипное.-Уфа, 2006.-300с.
- Сибәғәтов Р. Татар телеме, әллә башҡорт теленең көнбайыш диалектымы?// Ҡыҙыл таң.- 1990.- 7 декабрь.
- Хәйруллина М.Ғ. Тамырҙарыбыҙ- тәрәндә: Төньяҡ-көнбайш башҡорттары. Уларҙың үткәне, бөгөнгөһө. Киләсәге.- Өфө, 2002.- 64 бит.