Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программалары

Предварительный просмотр:

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы

 муниципаль ҡаҙна учреждениеһы Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге

Борай – 2 се гимназияһы

Ҡаралған:                                              Килешенгән:                                        Раҫлайым:

Туған телдәр кафедраһы                      уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса       Борай ауылы 2-се

кафедра мөдире                                    директор урынбаҫары                            гимназияһы директоры

___________/Муллағәлиева Л.Р./       ___________/Исламова С.Ф. /                ________ /Усаев А.Р./

протокол  №1  «28» август 2024 й.        « 28 »   август  2024 й.                                Приказ №  91

                                                                                                                                     « 29 » август 2024 й.

2024-2025  уҡыу йылына

10-сы а класы өсөн

туған (башҡорт) теленән

эш программаһы

Төҙөнө: беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы                                              Әхмәтзакирова Илһөйәр Фирҙәүес ҡыҙы

Педсовет

ултырышында ҡаралды

протокол  №1

«29» август          2024 й

Борай,2024 йыл

Эш программаһы дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт белем биреү стандарттарының положенияларына ярашлы төҙөлгән. Борай районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы “Борай ауылы 2-се гимназияһы” ның  2024-2025 уҡыу йылының дөйөм белем биреү программаһына нигеҙләнеп төҙөлдө.

Программаның йөкмәткеһе системалы-эшлекле йүнәлешкә ярашлы  төҙөлгән һәм дөйөм белем биреүҙең “Туған тел һәм туған әҙәбиәт” предмет өлкәһендәге Федераль дәүләт белем биреү стандарты (артабан – ФГОС) талаптарына ярашлы төп дөйөм белем биреү программаһының төп белем биреү программаһын үҙләштереү һөҙөмтәһенә өлгәшеүгә йүнәлтелгән.

Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт) база кимәлендә.

Уҡыу ҡулланмаһы:  Хажин В. И. , Вилданов Ә Х., Аҡҡужина Ф. Ә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте:  уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 10 – сы класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы.  – Өфө : Китап,2021. -344 бит.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:  Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө.

Программа буйынса башҡорт телен өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  • Туған телен ихтирам иткән, уны рус теле һымаҡ белгән, телгә һәм әҙәбиәткә мәҙәниәттең иң сағыу өлөшө итеп ҡараған, туған телде рус теле менән бер кимәлдә аралашыу сараһы итеп, тел һәм әҙәбиәтте халыҡ аңындағы, йәмғиәттәге мораль-этик нормаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙләштереү ҡоралы итеп аңлаған, рухи яҡтан бай, әхлаҡи яҡтан тотороҡло, илһөйәр шәхес тәрбиәләү.
  • Уның төҙөлөшө буйынса белемдәрҙе системалаштырыу, тел күренештәрен, факттарын таныу, анализлау, классификациялау, уларға баһа биреү, туған телдә һүҙ байлығын үҫтереү, лексик, фразеологик берәмектәрҙе дөрөҫ файҙалана белеү.          
  • Уҡыусыларҙың коммуникатив мөмкинлектәрен киңәйтеү, һәләтлектәрен үҫтереү, туған телдең коммуникатив-эстетик мөмкинлектәрен аңлау.
  • Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында туған телдә алып барылған берҙән-бер уҡыу предметы булараҡ, йәш быуынды Рәсәй гражданы, уның патриоты итеп тәрбиәләү менән бергә, уларҙың үҙ этник сығышын аңлау, туған халҡыңдың тарихын, телен, рухи мәҙәниәтен үҙенеке итеп ҡабул итеүенә ирешеү.

  1. Башҡорт  телен уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар

Шәхсән һөҙөмтәләр:

  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең башҡорт халҡының иң төп милли-мәҙәни ҡиммәте икәнен аңлау;
  • Туған телгә ихтирамлы булыу, уның “бер телдән дә кәм” булмауын аңлау, уны һаҡлау, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырырға ынтылыу;
  • Башҡот әҙәби әҫәрҙәрен уҡыуға ихтыяж булдырыу,
  • Һүҙ байлығы булдырыу.

Метапредмет һөҙөмтәләре:

  •  Телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен дә үҙләштереү;
  • Ишеткән һәм уҡыған мәғлүмәттәрҙең мәғәнәһен дөрөҫ аңлау;
  • Төрлө стилдәге һәм жанрҙағы текстарҙы тыңлап, дөрөҫ аңлау;
  • Төрлө сығанаҡтарҙан (әҙәбиәт, СМИ, интернет) кәрәкле мәғлүмәттеэҙләп таба алыу, һүҙлектәр, белешмә  материалдар менән эшләй белеү;
  • Билдәле темаға ярашлы материал эҙләй, таба, системалаштыра белеү, уларҙы анализлай һәм һайлай белеү;
  • Йөкмәткеһе, стилистик үҙенсәлектәре, тел сараларын ҡулланыуы яғынан төрлө телмәрҙәрҙе сағыштырыу, баһа бирә белеү;
  • Фекереңде яҙып һәм телдән иркен һәм дөрөҫ әйтә белеү;
  • Башҡорт телмәр этикетын һаҡлап, кешеләр менән төрлө шарттарҙа һөйләшеүҙәргә, әңгәмәләргә ҡушыла белеү;
  • Телмәреңә (яҙма тексҡа һәм һөйләүгә) баһа бирә алыу, уны төҙәтә, камиллаштыра, редакторлай белеү;
  • Аудитория алдында сығыш яһай алыу;
  • Башҡорт теленән алған белемдәрҙе рус теле һәм әҙәбиәте (предмет-ара кимәл) буйынса белемдәр менән сағыштыра, анализлай белеү.

     Предмет һөҙөмтәләре: 

  • башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик,лексик,грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төшөнсә алыу;
  • орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен(өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;
  • ҡылым, рәүеш, киҫәксә, теркәүес, ымлыҡ, бәйлек, мөнәсәбәт һүҙҙәр кеүек (өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен таба алыу, ҡулланыу оҫталығын үҫтереү;
  • үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлеге.

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

  1. Уҡылған әҫәрҙең темаһын билдәләү, образдарға хас сифаттарҙы аса белеү,текста ҡулланылған һүрәтләү сараларының функцияларын төшөнөү.
  2. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
  3. 110-120 һүҙ күләмендә диктант яҙыу;  ошо уҡ күләмдә изложение һәм инша яҙа белеү; һорауҙарға яуаптар   яҙа белеү, план төҙөү.
  1. Программаның йөкмәткеһе

Тел ғилеменең бүлектәре.

Тел тураһында дөйөм төшөнсә. Башҡорт теле башҡа төрки телдәр араһында. Башҡорт теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ. Башҡорт яҙыуы.

Тел тураһында фәндәр бүлеге. Башҡорт теленең фонетик системаһы. Сингармонизм законы. Башҡорт телендә ижектәр төҙөлөшө. Һүҙҙәрҙең фонетик варианттары.

Лексикология. Һүҙҙәрҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре.

Морфология . Башҡорт  һәм рус телдәрендә исемдәрҙең грамматик категориялары.

Сифат. Башҡорт һәм рус телдәрендә төп һәм шартлы сифаттар.

Һан. Һан төркөмсәләре. Башҡорт  һәм рус телдәрендә ябай һәм ҡушма һандарҙың яһалышы.

Алмаш. Уның төркөмсәләре, зат алмаштары, күрһәтеү, билдәләү, билдәһеҙлек, юҡлыҡ, эйәлек алмаштары.

Ҡылым. Башҡорт телендә ҡылымдарҙың башланғыс формаһы. Ҡылымдарҙың лексик-грамматик төркөмдәре. Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар. Затлы һәм затһыҙ ҡылымдар.

Баҫым. Башҡорт телендә баҫым ҡуйыуҙың үҙенсәлектәре.

Рәүеш. Уның мәғәнәләре, дәрәжәләре, яһалышы, семантик төркөмдәре.

Ярҙамсы һүҙҙәр.

Телмәр эшмәкәрлеге һәм телмәр мәҙәниәте.

Башҡорт теленең орфоэпик нормалары.

Башҡорт теленең орфографик ҡағиҙәләре.

Һүҙҙәрҙең функциональ-стилистик бәҫе.

3.  Календарь-тематик планлаштырыу

Сәғәт һаны

Тема

Үткәреү көнө

Иҫкәрмә

Планлаштырылған

Фактик

1

1

Инеш дәрес

03.09

2

1

Тел тураһында дөйөм төшөнсә.

09.09

3

1

Башҡорт теле төрки телдәр араһында

10.09

4

1

Башҡорт  теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ

16.09

5

1

Инеш диктант  “Ямғыр”

17.09

6

1

Тел ғилеменең бүлектәре.

23.09

7

1

Башҡорт теленең фонетикаһы

24.09

8

1

Башҡорт телендә сингармонизм законы.

30.09

9

1

Башҡорт һүҙҙәрендә ижек төҙөлөшө.  

01.10

10

1

Башҡорт теленең лексикологияһы

07.10

11

1

Башҡорт теленең лексикологияһы

08.10

12

1

Һүҙҙәрҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе

14.10

13

1

Башҡорт яҙмаһы тураһында.

15.10

14

1

Контроль диктант «Һаулыҡ һораша беләһеңме?»

21.10

15

1

Башҡорт яҙмаһы тураһында

22.10

16

1

Һүҙҙәрҙең грамматик мәғәнәһе

05.11

17

1

Башҡорт һүҙҙәренең ялғауҙары үҙенсәлеге.

11.11

18

1

Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең фонетик варианттары

12.11

19

1

Изложение “Илгизәрҙең эше”

18.11

20

1

Морфология тураһында төшөнсә

19.11

21

1

Исемдәш һүҙ төркөмдәре: исем, алмаш, сифат, һан, уларҙы берләштереүсе билдәләр.

25.11

22

1

Исем

26.11

23

Рус һәм башҡорт телдәрендә исемдәрҙең грамматик категориялары

02.12

24

1

Сифат

03.12

25

1

Сифаттарҙың дәрәжәлә үҙгәреүе

09.12

26

1

Рус һәм башҡорт телдәрендә төп һәм шартлы сифаттар

10.12

27

1

Һан.  Ябай һәм ҡушма һандар

16.12

28

1

Контроль диктант  «Әсәкәйем!»

17.12

29

1

Һан төркөмсәләре.

23.12

30

1

Башҡорт  һәм рус телдәрендә  ҡушма һандарҙың яһалышы

24.12

31

1

Ҡылым

13.01

32

1

Текст тәржемә итеү. Зима

14.01

33

1

Ҡылымдың затлы формалары

20.01

34

1

Ҡылымдың затһыҙ формалары

21.01

35

1

Хәл ҡылым

27.01

36

1

Башҡорт телендә юҡлыҡты белдереү

28.01

37

1

Баҫым. Башҡорт телендә баҫым ҡуйыуҙың үҙенсәлеге

03.02

38

1

Рәүеш. Рәүеш төркөмсәләре

04.02

39

1

Изложение  «Аҡ ҡар өҫтөндә ҡара күмерҙәр»

10.02

40

1

Рәүеш. Рәүеш дәрәжәләре

11.02

41

1

Телмәр. Телмәр мәҙәниәте.

17.02

42

1

Башҡорт теленең орфоэпик нормалары

18.02

43

1

Башҡорт теленең орфоэпик нормалары

24.02

44

1

Башҡорт теленең орфографик ҡағиҙәләре

25.02

45

1

Башҡорт теленең орфографик ҡағиҙәләре

03.03

46

1

Текст тәржемә итеү Орел.

04.03

47

1

Текст өҫтөндә эш. Башҡорт тормошонда ат.

1-.03

48

1

Башҡорт теленең модаллеге

11.03

49

1

 Контроль диктант. Һаулыҡ һораша беләһеңме?

17.03

50

1

Алмаш . Алмаш төркөмсәләре

18.03

51

1

Алмаш . Алмаш төркөмсәләре

24.03

52

1

Алмаштарҙың синтаксик функциялары

25.03

53

1

Текст өҫтөндә эш. Тел бәҫе

07.04

54

1

Текст өҫтөндә эш. Ҡарауыл тауҙары

08.04

55

1

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре

14.04

56

1

Бәйләүес

15.04

57

1

Теркәүес

21.04

58

1

Ымлыҡ

.22.04

59

1

Киҫәксәләр

28.04

60

1

Мөнәсәбәт һүҙҙәр

29.04

61

1

Текст тәржемә итеү. Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ.

05.05

62

1

Һүҙҙәрҙең функциональ-стилистик бәҫе

06.05

63

1

Һүҙҙәрҙең экспрессив-стилистик бәҫе

12.05

64

1

Контроль диктант  «Тел һәм ер»

13.05

65

1

10 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

19.05

66

1

10 класта үтелгәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау.

20.05

67-68

1

Йомғаҡлау дәресе

26.06

   Ҡушымта

4.Контроль-баһалау материалдары эштәр

Контроль диктант – 4, инеш диктант - 1; изложение – 2;

 Тема

 План буйынса

Фактик.

1

Көҙ нағыштары

2

Әсәкәйем

3

Тел һәм ер

4

Һаулыҡ һораша беләһеңме?

Изложениелар

 Тема

 План буйынса

Фактик.

1

Аҡ ҡар өҫтөндә ҡара күмерҙәр

2

Илгизәрҙең эше

Контроль диктанттар

Көҙ нағыштары.

  Көҙ иң беренсе булып иген баҫыуҙарына килә. Унда комбайнтауыштары тынып ҡала, һуңғы кәбәндәр, эҫкерттәр мал ҡураларына ҡайтарыла.

      Ләкин көҙҙөң ысын тантанаһы – урманда. Бындағы гүзәллеккә, хозурлыҡҡа – хайран ҡалырлыҡ. Һәр ағас япрағының, үлән һабағының ҡабатланмаҫ үҙ төҫө балҡый, үҙ еҫе аңҡый. Йәйге төҫтәр, йәйге еҫтәр түгел улар, шуға ла, бәлки, серлерәктер ҙә һәм күркәмерәктер ҙә көҙгө урман.

      Көҙҙөң күҙгә ташланған тағы бер билдәле - күсерКөҙҙөң күҙгә ташланған тағы бер билдәле – күсер ҡоштарҙың йылы яҡҡа китеүе.

     Башҡортостандағы ҡарлуғастар оҙон сәфәргә сентябрҙең беренсе яртыһында ҡуҙғала. Торналар, йылдың килеүенә ҡарап, ҡайһы берҙә айҙың башында уҡ, ҡайһы берҙә ай аҙағында көньяҡҡа юллана. Оло ҡоштар ҙа, уларҙың балалары ла бер тупҡа йыйылып, бергәләп осалар. (103 һүҙ.)

Һаулыҡ һораша беләһеңме?

    Һаулашыу – беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙа иң ныҡ таралған күренеш. Ул итәғәтлелек, тәрбиәләлек, бер – береңде хөрмәт һәм ихтирам итеһ билдәһе. Теләгән бер әңгәмә, осрашыу һаулыҡ һорашыуҙан башлана. Һаулашыуҙың формалары күп төрлө, һәр төрҙөң ңһенә генә хас килеп сығыу тарихы бар.

    Нисек һаулыҡ һорашырға? Кем беренсе булып һаулыҡ һорай, сәләмләй? Кемде, ҡайҙа сәләмләргә һуң?

    Иҫәнлешеүҙең дөйөм нығынған ҡәғиҙәләрҙе бар: беренсе булып йәштәр оло кешеләрҙән һаулыҡ һораша,ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып һаулыҡты ир-ат һорай.Был ҡағиҙәгә иҫкәрмә булараҡ түбәндәге тайпылыш бар:бүлмәгә,эш урынына ингәндә,кемдең кем булыуына ҡарамаҫтан,инеүсе беренсе һаулыҡ һорай,ә сығып киткәндә беренсе булып китеүсе хушлаша.Әгәр ҙә бүлмәлә,фатирҙа,өйҙә бер нисә кеше була икән,ул сағында тәүҙә хужабикә менән,унан ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар менән,шунан һуң ғына хужа һәм башҡа ир-ат менән һаубуллашалар.(Мәктәп календарынан.)

Әсәкәйем!

   Ер йөҙөндә күме генә әсә булмаһын, һәр кешегә үҙ әсәһе һәйбәт һәм матур тойола. Шулай булырға тейеш тә инде.

        Әсәй! Минең һөйөклө әсәкәйем! Һиңә ниндәй генә матур, иркә, йылы һүҙҙәр әйтһәм дә, аҙ булыр : улар йөрәгемдәге иң – иң нескә тойғоларымды асып еткерә алмаҫ кеүек. Әсәкәйем! Бергенәм! Күк йөҙөндәге яҡты ҡояшҡа тиңләйем һине. Мең –мең рәхмәттәр уҡыйым.

        Ауыр ваҡыттарҙа таяныс эҙләп тә, урғылып торған шатлыҡтарымды уртаҡлашырға ла һиңә йүгереп киләм, иң яҡын кешем һин, әсәй. Һәр ваҡыт мине аңлайһың, дөрөҫ юл өйрәтәһең.

        Әлбиттә, һине рәнйеткән саҡтарым да булғандыр. Бөтәһе өсөн дә ғәфү ит, әсәйем. Киләсәктә һинең йөҙөңә бер ваҡытта ла ҡыҙыллыҡ килтермәм! (100 һүҙ.)

Тел һәм ер.

Мин күңелдәрҙе  күмеп киткән күп – сар, рух баҫыуының ҡый баҫҡан аяныслы яҙмышы хаҡында уйланам. Әле ҡасан ғына милләтебеҙ рухи яҡтан ташландыҡ хәлдә йәшәне. Ерҙе лә сүп баҫа, рухты ла.

      Бер юғалтҡан ерҙе яңынан яулап алырға мөмкин. Уға көс менән булһа ла, тир түгеп булһа ла, ҡан ҡойоп булһа ла ҡабат хужа булып була. Ташландыҡ ерҙе яңынан терелтеп, уны шаулап ултырған иген баҫыуына әйләндереп була. Бер үлгән ерҙе терелтеп була...

     Ә бына бер үлгән телде һис ҡасан да, һис бер мөғжизә менән дә терелтеү мөмкин түгел. Туған теленән яҙған, милли моңдарынан мәхрүм булып, милли асылынан айырылып үҫкән кешеләрҙең яңынан тыуған мөхиткә әйләнеп ҡайтыуҙары, әсә телендә яңынан телдәре асылыуы һирәк була торған хәл. (113 һүҙ.) (Р.Бикбаевтан.)

Изложениелар

Аҡ ҡар өҫтөндә ҡара күмерҙәр

      Туҡһандың өҫтөнә сыҡҡан кесе инәйем бер иртәлә үтә бойоҡ күренде. Мин хәл – әхүәл һорашҡас, имен, тине, хатта йылмайғандай булды, ләкин барыбер уның күңеле һүрән ине. Ныҡлап төпсөнә торғас, әйтеп бирҙе :

  • Бөгөн   таңда иланым, - тине.
  • Ниңә иланың?
  • Былай ғына... Ҡартлыҡ иҫәрлегелер инде.

Әсә  күҙ йәштәренә ҡарата улдың битараф ҡалыуы мөмкин түгел, әгәр әсәһе туҡһанды уҙған, ә улы алтмышты ҡыуып барған булһа, бигерәк тә.

     Мин ҡайта – ҡайта һораштым :

  • Әллә рәнйеттеләрме? Әллә сиреңде йәшерәһеңме?
  • Мин йәлләп иланым.
  • Кемде?
  • Көҙөрә сәсле ялан аяҡ ҡыҙҙы. Һигеҙ йәшлек сабыйҙы.
  • Кем ҡыҙын?

Кесе инәйем был һорауға ҡолаҡ һалманы, үҙенекен дауам итте :

-Усаҡ тоҡандырырға өйҙә шырпы булмағас, ажғырып торған ҡышҡы иртәлә һоҫҡо тоттороп, әсәһе уны күлдәксән көйө ут күршегә тере күмер алырға ебәрә. Ҡуҙҙы алғас, кире йүгерә был. Үҙҙәренең ишек төбөнә еткәс, тайып китә лә лып итеп ергә ултыра, һоҫҡолағы утлы күмерҙәр ҡар өҫтөнә сәселә. Ап – аҡ ҡарҙы, әйтерһең, ҡап –ҡара күҙ йәштәре өтөп, өңөп ала. Ҡыҙ бала шул ултырған килеш әрнеп илап ебәрә. Яланғас үксәләре боҙға йәбешә. Ул бала мин инем. Бөгөн таңда уянып, ана шул сабыйҙы һағыныуҙан иланым. Тыйылыр әмәл юҡ. Мөмкин булһа, уға иң йылы әйберҙәремде кейҙерер, иң татлы һыйҙарымды бирер инем. Юк шул. Күпме үкенһәң дә, мөмкин түгел. Йәнә... Шул мөмкин түгеллек үкенесенән өҙгөләнеп иланым мин...

Бына шулай икән. Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла, беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон – оҙаҡ йылдар буйынса артыбыҙҙан эйәреп килә.

             Дөрөҫөрәге, беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй. Кесе инәйемде әйтәм, һикһән йылдан артыҡ ваҡыт үтмәс, ялан аяҡ ҡар өҫтөнән йүгереп килгән бала сағын ҡыҙғанып илай. Был үҙе сабыйлыҡ түгелме? Сабыйлыҡтар, моғайын, ә сабыйлыҡ, моғайын, сафлыҡтар. Сәселеп киткән күмер таптары ғына аҡ ҡарҙы ҡараға әйләндерә алмай. (М. Кәримдән.)

ИЛГИҘӘРҘЕҢ ЭШЕ

Илгиҙәрҙең әсәһе уның ҡулына кәтмән килтереп тотторҙо ла баҡсалағы картуфты күмергә ҡушты. Был юлы ҡарышып-нитеп торманы Илгизәр. Яйлап ҡына баҡсаға табан йүнәлде.

Бына ул аҙбар артында ғына үҫеп ултырған тәүге картуфтың тирә-яғына күпереп ятҡан йомшаҡ тиреҫте тауҙай итеп өйөп ҡуйҙы. Икенсе төп тә хөрт эшләнмәне. Ә бына өсөнсөһө генә яртылаш күмелде тигәндә, Илгиҙәрҙең ҡулынан кәтмәне төшөп китмәһенме.

Кәтмәнен алырға тип эйелгәндә, нисектер уға ергә тубыҡланырға тура килде. Ә ер шундай йомшаҡ, шундай йылы ине. Ул аҙ ғына ятып ҡарарға булды. Илгиҙәрҙең яланғас арҡаһын ҡояш рәхәт итеп ҡыҙҙыра, ара-тирә иҫкеләп ҡуйған еләҫ ел уны иркәләй ине. Тағы ла саҡ ҡына ятаһы килде Илгиҙәрҙең. Ә бына ҡуҙғалайым ғына тигәндә, уның күҙҙәре ҡырмыҫҡаларға төштө. Әллә ҡайҙан күсеп килгән ошо ваҡ ҡына йән эйәләре тупраҡ өйөмөнә һөжүм итергә тотондо. Береһе- бер тик тормай, бертуҡтауһыҙ үҙҙәренән ҙур балсыҡ киҫәктәрен күтәреп ҡайҙалыр ташыйҙар, зыҡ ҡубалар.Вәт әй, Илгизәр ҡояшта ҡыҙынып ятҡан арала ҡырмыҫҡалар үҙҙәренә йорт әҙерләп инде. Әллә шуларҙан көнләшепме, әллә тик ятыуҙан ялҡыпмы, ул үҙе лә урынынан ҡуҙғалды.

Башта үҙе сығарған йырҙарҙы төрлө көйгә һалып йырланы. Үҙе йырлай, үҙе эшләй. Юҡ, ул үҙен картуф баҡсаһында итеп кенә түгел, барабандар ҡағып, оркестр менән уҙған сафтарҙа барғандай хис итте. Кәтмәне ҡулындауйнап ҡына торҙо. Ул хатта әсәһенең төшкө ашҡа саҡырыуын да ишетмәне. Маңлай тирен һөртөргә тип туҡталғансағында ғына артына әйләнеп ҡараны. Был ниндәй мөғжизә: ярты баҡса күмелгән дә ҡуйған! Йөҙө таңдай балҡыған Илгизәр, кәтмәненә таянып, бер аҙ баҫып торҙо. Ошо саҡ уның ҡолағына күрше Ғабдулла бабайҙың яғымлы һүҙҙәре ишетелде:

— Нисә әйтһәң дә, бөркөттән бөркөт тыуа шул!

Контроль эштәрҙе баһалау критерийҙары

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

 «5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.    

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Мәғлүмәт ресурстары

  1. Башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн «Интерактив башҡорт теле»веб-ресурсы// URL: https://bashlang.ru/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 17.05.2022).
  2. Балаларҙы өсөн «Балалар» интернет-порталы// URL: https://balalar.org/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 17.05.2022).
  3. «Башкортостан» телерадиокомпанияһының«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы// URL: https://bash.news/bst (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 18.05.2022).
  4. Башкортостан Республикаһының мәғлүмәт порталы // URL: https://www.bashkortostan.ru/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 18.05.2022).
  5. Башкортостандың мәҙәни донъяһы // URL: http://ebook.bashnl.ru/dsweb/HomePage (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 23.04.2022).
  6. Башҡорт теленә өйрәтеүсе халыҡ-ара дистанцион система // URL: https://region.bspu.ru/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты  23.04.2022).
  7. Русса-башҡортса онлайн һүҙлек // URL: https://huzlek.bashqort.com/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 23.04.2022).
  8. Башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн ҡулланма // URL: https://elib.bashedu.ru/dl/read/VahitovaSamouchBashkYaz.pdf/info (мөрәжәғәт итеү ваҡыты  23.04.2022).
  9.  ЯКласс платформаһы // URL: https://www.yaklass.ru/p/bashkirskiy_ya (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 10.06.2022).
  10. Башҡортса-русса һәм русса-башҡортса тәржемәсе : https://bashkortsoft.ru/.(мөрәжәғәт итеү ваҡыты 10.06.2022)

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

Борай районы муниципаль районының  муниципаль  дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы “Борай ауылы 2-се гимназияһы»

Ҡаралған:                                              Килешенгән:                                        Раҫлайым:

Туған телдәр кафедраһы                      уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса       Борай ауылы 2-се

кафедра мөдире                                    директор урынбаҫары                            гимназияһы директоры

___________/Муллағәлиева Л.Р./       ___________/Исламова С.Ф. /                ________ /Усаев А.Р./

протокол  №1  «28» август 2024 й.        « 28 »   август  2024 й.                                Приказ №  91

                                                                                                                                     « 29 » август 2024 й.

2024-2025  уҡыу йылына

10-сы а класы өсөн

туған (башҡорт) әҙәбиәтенән

эш программаһы

Төҙөнө: беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы                                              Әхмәтзакирова Илһөйәр Фирҙәүес ҡыҙы

Педсовет

ултырышында ҡаралды

протокол  №1

«28» август          2024 й

Борай,2024

Эш программаһы үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

- Эш программаһы дөйөм белем биреү федераль дәүләт белем биреү стандарттарының положенияларына яраҡлы төҙөлгән.

- Борай районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы “Борай ауылы 2-се гимназияһы”ның урта дөйөм белем биреү программаһына нигеҙләнеп төҙөлдө.

- Борай районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы “Борай ауылы 2-се гимназияһы”ның 2024-2025 уҡыу йылының «Уҡыу  планы»на  яраҡлы  рәүештә төҙөлдө.

  Программа: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының I – XI кластары өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметы буйынса белем биреү өлгө программаһы  (авт.-төҙ.: В.И.Хажин, Ә.Х.Вилданов, Ф.Ә.Аҡҡужина). –Өфө: Китап, 2020.-104 бит.

 Уҡыу ҡулланмаһы: Хажин В. И. , Вилданов Ә Х., Аҡҡужина Ф. Ә.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте:  уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 10 – сы класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы.  – Өфө: Китап, 2018. -344 бит.

 Эш программаһы 34 сәғәткә ҡаралған (аҙнаға 1 сәғәт), база кимәлендә.

   Программа буйынса башҡорт әҙәбиәтенә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
  • Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, дәрестәрҙә һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  1. Уҡыусы база кимәлендә үҙләштерәсәк:

- Туған тел нормаларын өйрәнеү, уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу.

- Кешеләр менән эффектив аралашыу өсөн туған телдә тел эшмәкәрлегенең төрҙәрен өйрәнеү: (уҡыу, һөйләү, яҙыу, телмәрҙе ишетеү аша ҡабул итеү (тыңлау һәм аңлау).

-Туған телдең лексикаһы, фразеологияһы буйынса төп стилистик ресурстар (орфоэпик, грамматик, лексик, орфографик, пунктуацион), телмәр этикеты нормалары, уларҙы һөйләү һәм яҙыу телмәрендә ғәмәли ҡулланыу тәжрибәһен үҙләштереү, телмәрҙә үҙ-үҙеңде камиллаштырыуға ынтылыу.

-Тел мәҙәниәтенә бөтә кешелек донъяһы ҡомартҡыһы булараҡ яуаплылыҡ, киләсәктә үҫешер өсөн туған телдә уҡыуҙың, туған әҙәбиәт әҫәрҙәрен өйрәнеүҙең әһәмиәтлелеген асыҡлау.

-Тирә-яҡты, тирә-яҡта үҙеңде танып-белеү, кеше һәм йәмғиәт мөнәсәбәттәрендә аһәңлелек тыуҙырыу маҡсатынан, күп аспектлы диалог булдырыу өсөн бер өҙлөкһөҙ уҡыу ихтыяжы тыуҙырыу.

База кимәлендә уҡыусы нимәләргә өйрәнеү мөмкинлеге аласаҡ:

- Үҙ халҡыңдың, бөтә Рәсәй, Бөтә донъя күренекле әҫәрҙәрен уҡыу аша туған телдең эстетик-аралашыу мөмкинселектәрен асыҡлау, үҙ милләтеңдең бер өлөшө икәненә  төшөнөү.

- Төрлө этно-мәҙәни йолаларҙы сағылдырыусы әҫәрҙәр менән танышыу.

2. Программаның йөкмәткеһе

       Урта дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса ике төркөмгә бүленеп ҡарала: база һәм тәрән кимәлдә. Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнә:  башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. База кимәлендәге һөҙөмтәләр дөйөм грамоталыҡҡа, көндәлек томош өсөн компетенция алыуға йүнәлтелгән.

Курстың йөкмәткеһе

Башҡорт һүҙ сәнғәте. Башҡорт халыҡ ижады. “Урал батыр” эпосы. Өҙөктөң идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Анализлау, образдарҙың һүрәтләнешен күҙәтеү.

Башҡорт ауыҙ – тел әҙәбиәте. Йырауҙар. Сәсәндәр.

Башҡорт әҙәбиәте тарихының осорҙарға бүленеше. Боронғо дөйөм төрки әҙәбиәте.

Болғар осоро әҙәбиәте. Ҡол Ғәли “Йософ ҡиссаһы”. Боронғо төрки ҡомартҡыларҙы, шәжәрәләрҙе, сәсәндәр ижадын, тәуарихтарҙы өйрәнеү.

Ҡыпсаҡ осоро әҙәбиәте. Х. Ҡәтиб «Жөмжөмә солтан», «Һуңғы һартай»

Рәсәй осоро әҙәбиәте. Салауат Юлаев “Тыуған илем”, «Һандуғас», «Уҡ».Шиғырҙарҙың йөкмәткеләрен үҙләштереү. Проблематикаларын асыу, һүҙлек байлығын арттырыу.

 Һ. Салихов, Ғ.Соҡорой «Яҙ миҙгеле», «Ҡуҙыйкүрпәс» повесты, М. Аҡмулла “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк”, М. Өмөтбаев  “Ҡайыш илә Йүкә”, Р.Фәхретдинов “Сәлимә”.

 М. Ғафури «Ярлылар, йәки Өйҙәш ҡатын». Әҫәрҙә томаналыҡҡа, иҫке тормош ҡалдыҡтарына ҡаршы протест мотивтарының сағылышын, ҡатын-ҡыҙ азатлығы мәсьәләһенең ҡуйылышын һәм хәл ителешен күҙәтеү. Әҫәрҙең образдар системаһы, художестволы үҙенсәлектәрен өйрәнеү.

 Ш. Бабич «Яҙғы йыр», Д. Юлтый «Сумка».

Тарихи – революцион темаға арналған әҫәрҙәр.   Д. Юлтый  “Ҡан” романы. Йәмғиәттә хөкөм һөргән социаль тигеҙһеҙлекте батша армияһы шарттарында сағылышы. Уның һуғыш шарттарында ҡырҡыулашыуы. Аҡрынлап синфи конфронтацияға килтереүе. Һалдат массалары араһында социаль теләктәшлектең, революцион аңдың үҫеүе. Булат, Индриль, Новиков образдары, уларҙ милли йөҙө, уртаҡ һыҙаттары.

 Һ. Дәүләтшина “Партизандар”, З. Биишева “Закир”

Ҡатын – ҡыҙ яҙмышы проблемаһына арналған әҫәрҙәр.  М. Ғафури «Шәриғәт ҡорбандары», Һ. Дәүләтшина «Айбикә», Ф. Иҫәнғолов «Бикәс» повестарының идея-тематик йөкмәткеһе.

Колхоз төҙөлөшөнә арналған әҫәрҙәр. Имай Насыри «Шәрәфи ағай», С. Ағиш «Нигеҙ» романы.

Тарихи темаға арналған әҫәрҙәр. Д. Юлтый «Ҡарағол». Драманың башҡорт әҙәбиәтендә тарихи теманы эҙләүҙә, театр сәнғәтен үҫтереүҙәге әһәмиәте. Ҡарағол, Ишмырҙа кантон, Әпкәләй образдарының эшләнеше.

М. Буранғолов «Ҡараһаҡал».

 Ғ. Ибраһимов «Кинйә». Әҫәрҙә XVIII быуат урталарындағы тарихи ваҡиғаларҙың сағылышы. Ир намыҫы, халыҡ, Ватан яҙмышы, киләсәге өсөн яуаплылыҡ, колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәш мәсьәләләренең ҡуйылышы һәм хәл ителеше. Әҫәрҙә образдар системаһы. Тарихи шәхестәрҙең образдарын тыуҙырыу үҙенсәлектәре.

 Ә. Хәкимов «Думбыра сыңы». Әҫәрҙә башҡорт ырыуҙарының берҙәмлеге, ил, йорт азатлығы, милли булмыш, милли аң, рух. Башҡорт әҙәбиәтендә романдың тарихи тематиканы эшләүгә индергән өлөшө.

Һуғыш темаһына арналған әҫәрҙәр.  Рәшит Ниғмәти “Үлтер, улым, фашисты!”. Яу героикһының, башҡорт халҡының һуғышсан традицияларының, ватансылыҡ тойғоларының кәүҙәләнеше. Поэтик пафос. Сәсәнлек традицияларының сағылышы. Халыҡ һәм тыуған ил образдарының бирелеше.

 М. Кәрим  “Ҡара һыуҙар”. Поэмала һуғыш картиналарының һүрәтләнеше, илбаҫҡынсыларға ҡаршы көрәш, дөйөм ҡаһарманлыҡ рухының сағылышы.

 Ә. Атнабаев  “ Әсә хөкөмө”, М. Кәримов “ Миҙалдар”, Р. Сафин  “Ҡыр ҡаҙҙары”. Әҫәрҙәрҙә һуғыш, ил, халыҡ азатлығы өсөн көрәш темаһының эшләнеше.

Тыныс хеҙмәт темаһына арналған әҫәрҙәр.  Ғ. Сәләм «Республика иртәһе», Ә. Атнабаев  «Һуңғы дәрес», Р. Солтангәрәев «Яҙмыш ебенең башы»

Фәлсәфәүи йөкмәткеле әҫәрҙәр.  Ғ. Хөсәйенов «Донъя».

 Н. Нәжми «Ҡапҡалар». Әҫәрҙә донъя көтөү. Кешенең тормош баҫҡыстары тураһына уйланыу. Ҡапҡа образының бирелеше. Поэманың художество үҙенсәлектәре, башҡорт поэзияһының үҫешендәге урыны тураһында әңгәмә. “Йәшәү –ғүмер буйы ҡапҡалар асыу” тигән темаға фекер алышыу, инша яҙыу.

 Б. Бикбай «Булмам самаса».

 Р. Ғарипов «Табыныу». Әҫәрҙең яҙылыу тарихы яҙмышы. Заман һәм кеше, хаким һәм халыҡ проблемаларының ҡуйылышы һәм хәл ителеше. Халыҡ, милләт фажиғәһенең асылына, хакимлек итеүсе шәхескә табыныуҙың социаль-психологик айышына төшөнөргә тырышыу. Публицистик пафос. Һүрәтләү саралары. Тел-стиль  үҙенсәлектәре. Әҫәрҙең әһәмиәте.

 М. Кәрим «Оҙон – оҙаҡ бала саҡ». Донъяның фанилығы, ғибрәтле, фәһемле яҙмыштар, йәшәүҙең мәғәнәһе тураһында уйланыу. Әҫәрҙә образдар бирелеше. Сюжет, композиция үҙенсәлектәре, һүрәтләү алымдары, тел-стиль саралары, жанр йөҙө, әһәмиәте.

  Календарь-тематик планлаштырыу

Сәғәт һаны

Тема

Үткәреү көнө

Иҫкәрмә

Планлаштырылған

Фактик

10а

10а

1

Башҡорт һүҙ сәнғәте. Башҡорт халыҡ ижады. “Урал батыр” эпосы

04.09

1

Башҡорт ауыҙ – тел әҙәбиәте. Йырауҙар. Сәсәндәр.

11.09

1

Башҡорт әҙәбиәте тарихының осорҙарға бүленеше. Боронғо дөйөм төрки әҙәбиәте. “Ҡорҡот ата”

18.09

1

Болғар осоро әҙәбиәте. Ҡол Ғәли “Йософ ҡиссаһы” Ҡисса төшөнсәһе.

25.09

1

Ҡыпсаҡ осоро әҙәбиәте.  Х. Ҡәтиб «Һуңғы һартай»  

02.10

1

«Ҡара табын ырыуы шәжәрәһе», «Өфө өйәҙе башҡорттарының үтенес хаты» Батыршаның императрица Елизавета Петровнаға яҙған хаты».

09.10

1

Рәсәй осоро әҙәбиәте. Салауат Юлаев “Тыуған илем”, «Һандуғас», «Уҡ”

16.10

1

Һ. Сәлихов «Замана хакимы” .Ғ.Соҡорой «Яҙ миҙгеле», «Ҡуҙыйкүрпәс» повесы.

23.10

1

М. Аҡмулла “Башҡорттарым уҡыу кәрәк”, М. Умутбаев «Бөйөк шағир А. Пушкин»

06.11

1

Р.Фәхретдинов “Сәлимә”

13.11

1

XX быуат әҙәбиәте. С. Якшыгулов «Башҡорт ағаларыма хитап» Ф. Туйкин, «Ватан ҡаһармандары»

20.11

1

М. Ғафури «Ҡыҙыл байраҡ», Ш. Бабич «Яҙғы йыр», Д. Юлтый «Сумка»

27.11

1

Тарихи – революцион темаға арналған әҫәрҙәр.  

Һ. Дәүләтшина “Партизандар”

04.12

1

З. Биишева “Закир”Әҙәбиәттә  сюжет төшөнсәһе.

11.12

1

Ҡатын – ҡыҙ яҙмышы проблемаһына арналған әҫәрҙәр.  Һ. Дәүләтшина «Айбикә»

18.12

1

Ф. Исянгулов «Бикәс»

25.12

1

Үтелгән темалар буйынса контроль эш

15.01

1

Тарихи темаға арналған әҫәрҙәр. К. Мэргэн «Бөркөт ҡанаты»

22.01

1

М. Бурангулов «Ҡараһаҡал»

29.01

1

М. Бурангулов «Ҡараһаҡал».Әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһе тураһында төшөнсә.

05.02

1

Г. Ибрагимов «Кинйә»

12.02

1

Һуғыш темаһына арналған әҫәрҙәр.  Рәшит Ниғмәти “Үлтер, улым, фашисты!”

19.02

23.

1

Д. Исламов «Ҡамалыу»

26.02

24.

1

М. Кәрим  “ Ҡара һыуҙар”. Образ тураһында төшөнсә.

05.03

25.

1

М. Кәримов “ Миҙалдар”, Р. Сафин  “Ҡыр ҡаҙҙары”

12.03

26.

1

Р. Насиров «Үлһәм, Матросов тип эҙләрһең» Р. Гарипов «Төштәр».

19.03

27.

1

Тыныс хеҙмәт темаһына арналған әҫәрҙәр. Б. Рафиков «Әхмәр ҡарт» Ә. Атнабаев  «Һуңғы дәрес».

26.03

28.

1

Р. Султангереев «Яҙмыш ебенең башы»

09.04

29.

1

Фәлсәфәүи йөкмәткеле әҫәрҙәр.  Ғ. Хөсәйенов «Донъя», Н. Нәжми «Ҡапҡалар»,

16.04

30.

1

Р. Ғарипов «Ғүмер». Р. Назаров «Йөрәк», «Йәшен»

23.04

31.

1

М. Кәрим «Оҙон – оҙаҡ бала саҡ»

30.04

32.

1

Йыллыҡ контроль эше

07.05

33.

1

М. Кәрим «Оҙон – оҙаҡ бала саҡ»

14.05

34.

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау дәресе

21.05

  1. Контроль-баһалау материалдары 

Вариант I

1.Нимә ул әҙәбиәт?

     а) һүҙ сәнғәте    б)  һынлы сәнғәт  в) музыка һәм йыр сәнғәте

2. Тарихи – революцион темаға арналған әҫәрҙәр:  

а) Д. Юлтый  “Ҡан”, б)  З. Биишева “Закир”, в) Ф. Иҫәнғолов «Бикәс»

3. М.Буранғолов «Урал батыр » ҡобайырын ҡасан яҙып ала?

     а) 1910  б) 1908  в)  1907  г)  1911

4. Болғар осоро әҙәбиәте:

а) Р.Фәхретдинов “Сәлимә”,  б)  «Һуңғы һартай», в)  Ҡол Ғәли “Йософ ҡиссаһы”

5. Быйылғы йылда (2019й. 20октябрҙә) кемдең юбилейы булды? Әҫәрҙәрен яҙып сыҡ.

6. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һәм яҙыусыларын һанағыҙ.

7. Ҡатын – ҡыҙ яҙмышы проблемаһына арналған әҫәрҙәр:

а) Һ. Дәүләтшина “Партизандар”, б)  М. Ғафури «Шәриғәт ҡорбандары», в) Һ. Дәүләтшина «Айбикә»

8. Тарихи темаға арналған әҫәрҙәр:

а) М. Буранғолов «Ҡараһаҡал»,  б) Имай Насыри «Шәрәфи ағай»,  в) Ә. Хәкимов «Думбыра сыңы», г) Ғ. Ибраһимов «Кинйә»

9. Һуғыш темаһына арналған әҫәрҙәр:  

а) М. Кәрим  “ Ҡара һыуҙар”, б)  М. Кәримов “ Миҙалдар”, в) М. Ғафури «Шәриғәт ҡорбандары»

10.        Тыныс хеҙмәт темаһына арналған әҫәрҙәр:

а)  Ғ. Сәләм «Республика иртәһе»,  б)  Р. Солтангәрәев «Яҙмыш ебенең башы»,  в) Д. Юлтый «Ҡарағол»

11. Фәлсәфәүи йөкмәткеле әҫәрҙәр:

а) Ғ. Хөсәйенов «Донъя», б)  М. Кәрим «Оҙон – оҙаҡ бала саҡ», в) Б. Бикбай «Булмам самаса», г) Ә. Атнабаев  «Һуңғы дәрес»

Вариант II

1. Рәсәй осоро әҙәбиәте: 

     а) Салауат Юлаев “Тыуған илем”, «Уҡ», «Һандуғас», б)  Ғ.Соҡорой «Яҙ миҙгеле», в) «Ҡуҙыйкүрпәс» повесы, г) Ҡол Ғәли “Йософ ҡиссаһы

2. М. Буранғол ҡайһы йылдарҙа йәшәгән?

     а) 1893-1938   б) 1890-1970   в) 1888-1966

3. Фәлсәфәүи йөкмәткеле әҫәрҙәр:

а) Н. Нәжми «Ҡапҡалар», б)  Р. Ғарипов «Табыныу», в) Ә. Атнабаев  «Һуңғы дәрес»,  

4. Башҡорт әҙәбиәте тарихының осорҙарға бүленешен яҙ.

5. Тыныс хеҙмәт темаһына арналған әҫәрҙәр:  

а) Ә. Атнабаев  «Һуңғы дәрес»,  б)  Ғ. Сәләм «Республика иртәһе», в) З. Биишева “Закир”                        

6. Һуғыш темаһына арналған әҫәрҙәр:

а) Һ. Дәүләтшина “Партизандар”, б)  Р. Сафин  “Ҡыр ҡаҙҙары”, в) Ә. Атнабаев  “ Әсә хөкөмө”, г) Рәшит Ниғмәти “Үлтер, улым, фашисты!”,

7. Колхоз төҙөлөшөнә арналған әҫәрҙәр:

а) Имай Насыри «Шәрәфи ағай» б)  Д. Юлтый «Ҡарағол», в) С. Ағиш «Нигеҙ» романы.

8. Боронғо дөйөм төрки әҙәбиәтенә ниндәй әҫәрҙәр ҡарай:

а) ҡисса, б) хикәйә, в) шәжәрә, г) тәуарих

9. Ҡыпсаҡ осоро әҙәбиәте:

а) «Һуңғы һартай»,  б)  «Һуңғы һартай», в)  Х. Ҡәтиб «Жөмжөмә солтан»

10. Быйылғы йылда (2019й. 20октябрҙә) кемдең юбилейы булды? Әҫәрҙәрен яҙып сыҡ.

11. Фәлсәфәүи йөкмәткеле әҫәрҙәр:

а) Ғ. Хөсәйенов «Донъя», б)  М. Кәрим «Оҙон – оҙаҡ бала саҡ», в) Б. Бикбай «Булмам самаса», г) Ә. Атнабаев  «Һуңғы дәрес»

Тестарҙы баһалау критерийҙары:

1-5 балл булһа – “3” билдәһе

6-8 балл булһа – “4” билдәһе8-11 балл булһа – “5” билдәһе

Мәғлүмәт ресурстары

  1. Башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн «Интерактив башҡорт теле»веб-ресурсы// URL: https://bashlang.ru/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 17.05.2022).
  2. Балаларҙы өсөн «Балалар» интернет-порталы// URL: https://balalar.org/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 17.05.2022).
  3. «Башкортостан» телерадиокомпанияһының«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы// URL: https://bash.news/bst (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 18.05.2022).
  4. Башкортостан Республикаһының мәғлүмәт порталы // URL: https://www.bashkortostan.ru/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 18.05.2022).
  5. Башкортостандың мәҙәни донъяһы // URL: http://ebook.bashnl.ru/dsweb/HomePage (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 23.04.2022).
  6. Башҡорт теленә өйрәтеүсе халыҡ-ара дистанцион система // URL: https://region.bspu.ru/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты  23.04.2022).
  7. Русса-башҡортса онлайн һүҙлек // URL: https://huzlek.bashqort.com/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 23.04.2022).
  8. Башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн ҡулланма // URL: https://elib.bashedu.ru/dl/read/VahitovaSamouchBashkYaz.pdf/info (мөрәжәғәт итеү ваҡыты  23.04.2022).
  9.  ЯКласс платформаһы // URL: https://www.yaklass.ru/p/bashkirskiy_ya (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 10.06.2022).
  10. Башҡортса-русса һәм русса-башҡортса тәржемәсе : https://bashkortsoft.ru/.(мөрәжәғәт итеү ваҡыты 10.06.2022)

Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы

Борай районы муниципаль районының  муниципаль  дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы “Борай ауылы 2-се гимназияһы»

Ҡаралған:                                               Килешенгән:                                            Раҫлайым:

Туған телдәр кафедраһы                       уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса           Борай ауылы 2-се

кафедра мөдире                                     директор урынбаҫары                             гимназияһы директоры

___________/Ғарифйәнова Е.Р./___________/Исламова С.Ф. /                    ________ /Усаев А.Р./

протокол  №1  «25» август 2024й.      «26»   август  2024 й.                            Приказ №60

                                                                                                                                  « 30» август 2024 й.

2024-2025  уҡыу йылына

11-се а,б кластары өсөн

туған (башҡорт) әҙәбәиәтенән

эш программаһы

Төҙөнө: беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы                                              Әхмәтзакирова Илһөйәр Фирҙәүес  ҡыҙы

Педсовет

ултырышында ҡаралды

протокол  №1

«29»   август          2022й

Борай,2024 й

Эш программаһы үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

- Эш программаһы дөйөм белем биреү федераль дәүләт белем биреү стандарттарының положенияларына яраҡлы төҙөлгән.

- Борай районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы “Борай ауылы 2-се гимназияһы”ның урта дөйөм белем биреү программаһына нигеҙләнеп төҙөлдө.

- Борай районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы “Борай ауылы 2-се гимназияһы”ның 2024-2025 уҡыу йылының «Уҡыу  планы»на  яраҡлы  рәүештә төҙөлдө.

  Программа: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының I – XI кластары өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметы буйынса белем биреү өлгө программаһы  (авт.-төҙ.: В.И.Хажин, Ә.Х.Вилданов, Ф.Ә.Аҡҡужина). –Өфө: Китап, 2017.-104 бит.

 Уҡыу ҡулланмаһы: Хажин В. И. , Вилданов Ә Х., Аҡҡужина Ф. Ә.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте:  уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 10 – сы класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы.  – Өфө: Китап, 2018. -344 бит.

 Эш программаһы 34 сәғәткә ҡаралған (аҙнаға 1 сәғәт), база кимәлендә.

   Программа буйынса башҡорт әҙәбиәтенә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
  • Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, дәрестәрҙә һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  1. Уҡыусы база кимәлендә үҙләштерәсәк:

- Туған тел нормаларын өйрәнеү, уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу.

- Кешеләр менән эффектив аралашыу өсөн туған телдә тел эшмәкәрлегенең төрҙәрен өйрәнеү: (уҡыу, һөйләү, яҙыу, телмәрҙе ишетеү аша ҡабул итеү (тыңлау һәм аңлау).

-Туған телдең лексикаһы, фразеологияһы буйынса төп стилистик ресурстар (орфоэпик, грамматик, лексик, орфографик, пунктуацион), телмәр этикеты нормалары, уларҙы һөйләү һәм яҙыу телмәрендә ғәмәли ҡулланыу тәжрибәһен үҙләштереү, телмәрҙә үҙ-үҙеңде камиллаштырыуға ынтылыу.

-Тел мәҙәниәтенә бөтә кешелек донъяһы ҡомартҡыһы булараҡ яуаплылыҡ, киләсәктә үҫешер өсөн туған телдә уҡыуҙың, туған әҙәбиәт әҫәрҙәрен өйрәнеүҙең әһәмиәтлелеген асыҡлау.

-Тирә-яҡты, тирә-яҡта үҙеңде танып-белеү, кеше һәм йәмғиәт мөнәсәбәттәрендә аһәңлелек тыуҙырыу маҡсатынан, күп аспектлы диалог булдырыу өсөн бер өҙлөкһөҙ уҡыу ихтыяжы тыуҙырыу.

База кимәлендә уҡыусы нимәләргә өйрәнеү мөмкинлеге аласаҡ:

- Үҙ халҡыңдың, бөтә Рәсәй, Бөтә донъя күренекле әҫәрҙәрен уҡыу аша туған телдең эстетик-аралашыу мөмкинселектәрен асыҡлау, үҙ милләтеңдең бер өлөшө икәненә  төшөнөү.

- Төрлө этно-мәҙәни йолаларҙы сағылдырыусы әҫәрҙәр менән танышыу.

2. Программаның йөкмәткеһе

       Урта дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса ике төркөмгә бүленеп ҡарала: база һәм тәрән кимәлдә. Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнә:  башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. База кимәлендәге һөҙөмтәләр дөйөм грамоталыҡҡа, көндәлек томош өсөн компетенция алыуға йүнәлтелгән.

Курстың йөкмәткеһе

        Инеш. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте.

        Башҡорт әҙәбиәтендә тарихи-революцион тема. Р. Баимов «Сыбар шоңҡар» М. Ямалетдинов, «Ҡотолоу юлҡайҙарын тампаным». Әҙәбәит теорияһы. Драма төшәнсәһе.

        Башҡорт әҙәбиәтендә шәхес культы һәм репрессия темаһы. Ғ. Хисамов «Аҡтамыр» Ә. Хакимов, «Өйөрмә» .

        Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһы. Ә. Әминев «Танкист», Я. Хамматов, «Тыуған көн»

        Башҡорт әҙәбиәтендә экология темаһы. Н. Мусин «Ҡарамыш ҡарт» («Старик Карамыш») Д. Бүләков, «Килмешәк».

        Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә ауыл  темаһы. Р. Солтангәрәев «Тыуған йорт» , Р. Камал, «Таня – Таңһылыу»

        Башҡорт әҙәбиәтендә фантастика. Б. Рафиҡов «Һуҡайлының һуңғы байрамы»

        Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә сатира һәм юмор. В. Исхаков «Ҡустыға эш эҙләйбеҙ» Сатира һәм юмор тураһында төшөнсә.

        Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә фантастика. XIX быуат аҙағы-XХ быуат башында хәҙерге башҡорт әҙәбиәте(поэзия, проза, драматургия)

С. Әбүзәр «Хәйерсе», Р. Камал «Оҙонтал», Н. Ғәйетбай «Төн» Н. Игеҙйәнова «Сания», Ф. Акбулатова «Яҙылып бөтмөгән китап», А. Баймөхәмәтов «Ҡалдырма, әсәй!», Х. Тапаков «Ҡаршы сығып ал», Т. Ғарипова «Бөйрәкәй». Роман-эпопея тураһында төшөнсә. Р. Түләк «Яныу»

Дәрес темаһы

Сәғәттәр һаны

Үткәреү датаһы

Иҫкәрмә

План буйынса

Фактик дата

1

Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте

1

06.09

2

Р.Байымовтың “Сыбар шоңҡар” романынан өҙөк.

1

13.09

3

М.Ямалетдиновтың “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым” романына өҙөк.

1

20.09

4

М.Ямалетдиновтың “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым” романына өҙөк

1

27.09

5

Н.Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” драмаһынан өҙөк. Драма тураһында төшөнсә

1

04.10

6

Н.Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” драмаһынан өҙөк. Драма тураһында төшөнсә

1

18.10

7

Шәхес культына, репрессияларға бәйле ваҡиғаларҙы сағылдырған әҫәрҙәр Ғ.Хисамовтың “Аҡтамыр” романынан өҙөк.

1

25.10

8

Ә.Хәкимовтың “Өйөрмә” романынан өҙөк.

1

08.11

9

Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһы Ә.Әминевтың “Танкист” повесынан өҙөк.

1

15.11

10

Ә.Әминевтың “Танкист” повесынан өҙөк.

1

22.11

11

БТҮ Инша “Бөйөк ватан һуғышынды минең ғаиләмдең өлөшө”

1

29.11

12

 Я.Хамматовтың “Тыуған көн” романынан өҙөк

1

06.12

13

Н.Мусиндың “Һуңғы солоҡ” романынан өҙөк.

1

13.12

14

Н.Мусиндың “Һуңғы солоҡ” романынан өҙөк.

1

20.12

15

Д.Бүләковтың  “Килмешәк” романынан өҙөк.

1

27.12

16

Р.Солтангәрәевтың “Тыуған йорт” әҫәре.

1

17.01

17

Р.Солтангәрәевтың “Тыуған йорт” әҫәре.

1

24.01

18

Р.Камалдың “Таня-Таңһылыу” романынан өҙөк 

1

31.01

19

Р.Камалдың “Таня-Таңһылыу” романынан өҙөк

1

07.02

20

Б.Рафиковтың “Һуҡайлының һуңғы байрамы” повесынан өҙөк.

1

14.02

21

Б.Рафиковтың “Һуҡайлының һуңғы байрамы” повесынан өҙөк.

1

21.02

22

 В.Исхаковтың “Ҡустыға эш эҙләйбеҙ”  хикәйәһе. С.Әбүҙәрҙең “Хәйерсе” шиғыры.

1

28.02

23

Р.Камалдың “Оҙонтал” романынан өҙөк 

1

07.03

24

Н.Ғәйетбайҙың “Төн” трагедияһынан өҙөк.

1

14.03

25

Н.Игеҙйәнованың “Сания” хикәйәһенән өҙөк

1

21.03

26

Ф.Аҡбулатованың “Яҙылып бөтмәгән китап” романынан өҙөк,

1

28.03

27

БТҮ Инша Минең киләсәккә хыялдарым

1

11.04

28

А.Баймөхәмәтовтоң “Ҡалдырма, әсәй!” повесынан өҙөк.

1

18.04

29

Х.Тапаковтың “Ҡаршы сығып ал” әҫәре.

1

25.04

30

Т.Ғарипованың “Бөйрәкәй” романынан өҙөк.  

1

25.04

31

Т.Ғарипованың “Бөйрәкәй” романынан өҙөк.  

1

02.05

32

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау буйынса ттикшереү эше.

1

16.05

33

Р.Түләктең “Яныу” поэмаһынан өҙөк.

1

23.05

34

Йомғаҡлау дәресе

1

23.05

11-се класта үтелгәндәр буйынса тикшереү эше

1.Нимә ул әҙәбиәт?

А.   Һүҙ сәнғәте

Б. һынлы сәнғәт

В.музыка һәм йыр сәнғәте  

 2.Совет әҙәбиәтенең төп жанры

А.  романтизм  

Б.тәнҡитле реализм

В. Реализм

Г.социалистик реализм

3. Ә мөһиме шул иртән иртүк юлға сығырға кәрәк һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?        

А.  Өтөр

Б.   Ике нөктә

В. Һыҙыҡ

4. “Юҡ, ҡайҙалыр алып киттеләр ҙә... Бер битен дә тапманым. Барыһын да киренән яҙырға тура килде. Аяныс. Әгәр ваҡытым булһа икән. Ә  миңә йәшәргә әҙ ҡалған. Ә күпме эшләргә кәрәк, Рәми!..” Был өҙөк ҡайһы әҫәрҙән, ниндәй авторҙыҡы?

А. Ғ.Хисамов “Аҡтамыр”романы

Б. А.Баймөхәмәтов “Ҡалдырма, әсәй” повесы

В. Н.Ғәйетбайҙың “Төн” трагедияһы

Г.Н.Мусиндың “Һуңғы солоҡ” романы

 5.  “Ҡунағын М.Ғафури Мырҙаҡайға тиклем оҙата килде. Ниһайәт, ҡыуып етте Әхмәтзәки аталарын. Хәйер, тыуған-тыумасаның байтағы йыйылған икән дә баһа бында!..” Был өҙөк ҡайһы әҫәрҙән, ниндәй авторҙыҡы?

А. Ғ.Хисамов “Аҡтамыр”романы

Б. Р.Байымов “Сыбар шоңҡар” романы

В. Н.Ғәйетбайҙың “Төн” трагедияһы

Г.Н.Мусиндың “Һуңғы солоҡ” романы

6. “Баш осондағы ҡаҙаҡта  -урмансылар кейә торған зәңгәрһыу төҫтәге иҫке гимнастерка. Уның уң түшенә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, гвардия значогы, ә һул яғына “Батырлыҡ өсөн” һәм тағы әллә нисәмә төрлө миҙалдар тағылған...” Кем тураһында һүҙ бара?

А.  Әхмәтзәкии Вәлиди

Б. Муса Мортазин

В. Тимерғәле

Г.Ҡарамыш

7. Ә.Вәлиди ҡасан йәшәгән?

А. 1890-1970   

Б. 1893-1938

В.1880-1934  

Г.1831-1895        

8. Тарихи-революцион ваҡиғаларҙы яңыса яҡтыртҡан әҫәрҙәрҙе атағыҙ.

А. Р.Байымов “Сыбар шоңҡар”,  М.Ямалетдинов “Ҡотолоу юлҡайҙарын  тапманым”, Н.Асанбаев “Ҡыҙыл паша” драмаһы

 Б. Н.Мусин “Һуңғы солоҡ”, Д.Бүләков “Килмешәк”романы

 В. Ғ.Ибраһимов “Кинйә” романы, Ә.Хәкимов “Думбыра сыңы” романы

 Г. Р.Солтангәрәев “Тыуған йорт”, Р.Камал “Таня-Таңһылыу” романы

9. Ауыл темаһын яҡтыртҡан әҫәрҙәр:

А. Р.Байымов “Сыбар шоңҡар”,  М.Ямалетдинов “Ҡотолоу юлҡайҙарын  тапманым”, Н.Асанбаев “Ҡыҙыл паша” драмаһы

 Б. Н.Мусин “Һуңғы солоҡ”, Д.Бүләков “Килмешәк”романы

 В. Ғ.Ибраһимов “Кинйә” романы, Ә.Хәкимов “Думбыра сыңы” романы

 Г. Р.Солтангәрәев “Тыуған йорт”, Р.Камал “Таня-Таңһылыу” романы

10.Экологик проблемаға арналған әҫәрҙәр:

А. Р.Байымов “Сыбар шоңҡар”,  М.Ямалетдинов “Ҡотолоу юлҡайҙарын  тапманым”, Н.Асанбаев “Ҡыҙыл паша” драмаһы

 Б. Н.Мусин “Һуңғы солоҡ”, Д.Бүләков “Килмешәк”романы

 В. Ғ.Ибраһимов “Кинйә” романы, Ә.Хәкимов “Думбыра сыңы” романы

 Г. Р.Солтангәрәев “Тыуған йорт”, Р.Камал “Таня-Таңһылыу” романы

11. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһы сағылдырылған әҫәрҙәр:

А. Р.Байымов “Сыбар шоңҡар”,  М.Ямалетдинов “Ҡотолоу юлҡайҙарын  тапманым”, Н.Асанбаев “Ҡыҙыл паша” драмаһы

 Б. Н.Мусин “Һуңғы солоҡ”, Д.Бүләков “Килмешәк”романы

 В. Ғ.Ибраһимов “Кинйә” романы, Ә.Хәкимов “Думбыра сыңы” романы

 Г. Р.Солтангәрәев “Тыуған йорт”, Р.Камал “Таня-Таңһылыу” романы

12. М.Буранғол “Урал батыр”эпосын ҡасан яҙып алған?

А.  1910

Б. 1908

В. 1907

Г.1911

13. Һөйкәлеү юлы менән бәйләнгән һүҙбәйләнештәрҙе күрһәтегеҙ:

А.  Мин яҙам. Ул килә. Балалар уҡыйҙар.

Б. Ватанды яратыу, әсәйемә кәрәк

В. Ике быуат¸өсөнсө курс, бәхетле ғүмер

Г. Студенттың дәфтәре, факультеттың еңеүе

14. Йәнәшәлек юлы менән бәйләнгән һүҙбәйләнештәрҙе күрһәтегеҙ:

А.  Мин яҙам. Ул килә. Балалар уҡыйҙар.

Б. Ватанды яратыу, әсәйемә кәрәк

В.  Ике быуат¸өсөнсө курс, бәхетле ғүмер

Г. Студенттың дәфтәре, факультеттың еңеүе        

15. Бөгөн көн ҡояшлы һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙҙең ниндәй һөйләм киҫәге булыуын билдәләгеҙ:        

А. Эйә

Б. Хәбәр

В. Тултырыусы

Г. Хәл

16. Ҡайһыһы эйәртеүле ҡушма һөйләм?

А. Ҡояш ҡыҙҙыра, йырғанаҡтарҙан ҡар һыуҙары сылтырап аға.

Б. Йәнлектәр йыйылып бөткәс, ҡуян ах-зарын һөйләргә тотонған.

В. Япраҡтар һибелә, юлдарҙы, һуҡмаҡтарҙы күмеп китә.

17. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмде күрһәтегеҙ

А. Тәбиғәт ҡануны шундай: көҙөн ағастар япраҡтарын ҡоя.

Б. Уның күңеле күтәренке, йөҙө шат ине.

В. Ишек асылды, һәм кабинетҡа бер малай килеп инде.        

18. Ҡайһыһы эйәртеүле ҡушма һөйләм?

А. Ҡояш ҡыҙҙыра, йырғанаҡтарҙан ҡар һыуҙары сылтырап аға.

Б. Йәнлектәр йыйылып бөткәс, ҡуян ах-зарын һөйләргә тотонған.

В. Япраҡтар һибелә, юлдарҙы, һуҡмаҡтарҙы күмеп китә.

Тестарҙы баһалау критерийҙары:

8-10 балл булһа – “3” билдәһе

11-14 балл булһа – “4” билдәһе

15-18 балл булһа – “5” билдәһе

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

  1. Уҡылған әҫәрҙең темаһын билдәләү, образдарға хас сифаттарҙы аса белеү, текста ҡулланылған Һүрәтләү сараларының функцияларын төшөнөү.
  2. Әҫәрҙе уҡып,уның идея-тематик йөкмәткеһен,образдарын һәм художестволы үҙенсәлектәрен үҙләштереү.
  3. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
  4. 110-120 һүҙ күләмендә изложение һәм инша яҙа белеү; һорауҙарға яуаптар яҙа белеү, план төҙөү.
  5. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; күберәк үҙ аллы уҡыу

Мәғлүмәт ресурстары

  1. Башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн «Интерактив башҡорт теле»веб-ресурсы// URL: https://bashlang.ru/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 17.05.2022).
  2. Балаларҙы өсөн «Балалар» интернет-порталы// URL: https://balalar.org/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 17.05.2022).
  3. «Башкортостан» телерадиокомпанияһының«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы// URL: https://bash.news/bst (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 18.05.2022).
  4. Башкортостан Республикаһының мәғлүмәт порталы // URL: https://www.bashkortostan.ru/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 18.05.2022).
  5. Башкортостандың мәҙәни донъяһы // URL: http://ebook.bashnl.ru/dsweb/HomePage (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 23.04.2022).
  6. Башҡорт теленә өйрәтеүсе халыҡ-ара дистанцион система // URL: https://region.bspu.ru/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты  23.04.2022).
  7. Русса-башҡортса онлайн һүҙлек // URL: https://huzlek.bashqort.com/ (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 23.04.2022).
  8. Башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн ҡулланма // URL: https://elib.bashedu.ru/dl/read/VahitovaSamouchBashkYaz.pdf/info (мөрәжәғәт итеү ваҡыты  23.04.2022).
  9.  ЯКласс платформаһы // URL: https://www.yaklass.ru/p/bashkirskiy_ya (мөрәжәғәт итеү ваҡыты 10.06.2022).
  10. Башҡортса-русса һәм русса-башҡортса тәржемәсе : https://bashkortsoft.ru/.(мөрәжәғәт итеү ваҡыты 10.06.2022)

Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы

Борай районы муниципаль районының  муниципаль  дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы “Борай ауылы 2-се гимназияһы»

Ҡаралған:                                               Килешенгән:                                            Раҫлайым:

Туған телдәр кафедраһы                       уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса           Борай ауылы 2-се

кафедра мөдире                                     директор урынбаҫары                             гимназияһы директоры

___________/Муллағәлиева Л.Р./___________/Исламова С.Ф. /                    ________ /Усаев А.Р./

протокол  №1  «28» август 2024 й.      «28»   август  2024 й.                            Приказ № 91

                                                                                                                                  « 29» август 2024 й.

2024-2025  уҡыу йылына

11-се в кластары өсөн

туған (башҡорт) теленән

эш программаһы

Төҙөнө: беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы                                              Әхмәтзакирова Илһөйәр Фирҙәүес  ҡыҙы

Педсовет

ултырышында ҡаралды

протокол  №1

«28»   август          2024 й

Борай,2024 йыл

11-се  класс өсөн туған (башҡорт) теленән эш программаһы

Программа  бөтәһе 34 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән.

Программа кимәле: базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Хажин В.И., Вилданов Ә.Х., Аҡҡужина Ф.Ә. Башҡорт  теле һәм әҙәбиәте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 11-се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы.- Өфө: Китап, 2021.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:  

Ғ.Б.Хөсәйенов Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге – Өфө: Китап, 2006 – 248 бит

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:  Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙеңI-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә., Ижевск “КнигоГрад”, 2008.

Башҡортостан  Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  «Борай ауылы 2-се  гимназияһының»  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының 2024-2025 уҡыу йылының  «Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;
  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу; бәйләнешле телмәр үҫтереүҙе күҙ уңында тота.Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

 Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа телде белмәгән балаларға мәктәптә башҡорт әҙәбиәтен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә,практик файҙаланырға өйрәтеү - үҙәк бурыс.
  2. Үҙ фекереңде билдәле бер кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
  3. 11-се класта башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға ике сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  4. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Тел материалын эре блоктар алымы менән өйрәнеү тәҡдим ителә һәм башҡорт теленең күренештәрен айырым кластарға бүлеп өйрәнеү өсөн түбәндәге блоктар тәҡдим ителә:  11-се класс. Телдең ижтимағи әһәмиәте. Милләт һәм тел. Донъя телдәре картаһы: Алтай телдәре, Урал  телдәре. Урал-Алтай телдәренең ҡәрҙәшлеге мәсьәләләре.

Программа буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
  2. Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
  3. Балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
  4. Үҙ фекереңде билдәле бер кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
  5. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
  6. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  7. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Башҡорт теле

Инеш

Тел тураһында фәндәр

Синтаксис

            Һүҙбәйләнеш. Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең бер-береһенә бәйләнеү юлдары

Һөйләм

Һөйләм киҫәктәренең билдәләү алымы

Ике составлы һәм бер составлы һөйләмдәр

Ябай һөйләм төрҙәре

Ҡушма һөйләм төрҙәре

Тура һәм ситләтелгән телмәр

Телмәр эшмәкәрлеге һәм телмәр мәҙәниәте

Календарь-тематик планлаштырыу

Сәғәттәр һаны

Тема

Үткәреү ваҡыты

Иҫкәрмә

План буйынса

11 в

Фактик  дата

1

1

Инеш дәрес.Тел һәм телмәр.

09.02

2

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау дәресе. Фонетика. Орфоэпия.

16.09

3

1

Тикшереү диктанты “Ватаным”

23.09

4

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау дәресе.

Лексикология. Морфология.

30.09

6

1

Синтаксис. Ситаксистың предметы  һәм обьекты.

07.10

7

1

Контроль диктант “Ҡаршылау”

14.10

8

1

Һүҙбәйләнеш. Башҡорт һәм рус телдәрендә һүҙҙәрҙең бәйләнеү үҙенсәлектәре.

21.10

9

1

Һөйләм синтаксистың төп берәмеге булараҡ. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре

11.11

10

1

Һөйләм. Һөйләмдең төп билдәләре.

18.11

11

1

Һөйләм киҫәктәре. Һөйләм киҫәктәрен билдәләү юлдары.

25.11

12

1

Бер һәм ике составлы һөйләмдәр

02.12

13

1

Ябай һөйләм төрҙәре.Семантик типтағы һөйләмдәр.

09.12

14

1

Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре.

16.12

15

1

Контроль диктант  “Ер”

23.12

16

1

Хаталар өҫтөндә эш. Функциональ-коммуникатив һәм эмоциональ һөйләм төрҙәре

13.01

17

1

Ҡатмарлы ябай һөйләмәдәр

20.01

18

1

Ҡушма һөйләмдәрҙең төрҙәре.

27.01

19

1

Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар

03.02

20

1

Изложение “Бал ҡорто”.

10.02

21

1

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр

17.02

22

1

Тура һәм ситләтелгән телмәр

24.02

23

1

Телмәр эшмәкәрлеге һәм  мәҙәниәте

03.03

24

1

Синтаксик норма. Ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙә синтаксик норма

10.03

25

1

Һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе

17.03

26

1

Контроль диктант «Әсәйем күҙҙәре»

24.03

27

1

Башҡорт телендә  ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре

07.04

28

1

Бәйләнелешле телмәрҙә ябай һәм ҡушма һөйләмдәр

14.04

29

1

Йыллыҡ контроль диктант“Шағир-һүҙ тылсымы эйәһе”

21.04

30

1

Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

28.04

32

1

10 класс программаһын дөйөмләштереп ҡабатлау

05.05

33

1

10 класс программаһын дөйөмләштереп ҡабатлау

12.05

34

1

Йомғаҡлау дәресе

19.05

Тикшереү-баһалау материалдары

Контроль диктант

“Ҡаршылау”.

Килен күсен Аҫылбикә бик һәйбәтләп, бөтә шартына килтереп. Ололап ҡабул итте. Ипле генә теремек ҡатынды морондоҡ әсәй тип ҡуйған уны. Айымды ҡаршы алғанда ул:

- Төклө аяғың менән төш, килен! – тип бал-май ҡаптырҙы.

Айым, арбанан төшөргәйыйынғандай, ҡондоҙ бүркен төҙәтеп, тун салғыйҙарын яйлап, үрәсәгә тотондо. Юҡ, төшмәй әле, килештерә генә ни бары. Ул ярҙамға мохтаж һымаҡ, илтифатлы йылмайым, мөләйем генә:

  • - Ергә төшөр инем дә, таяныр нәмә юҡ,- тигән булды.
  • Ҡәйнәһе киленгә шундай саҡта таяныс мал бирергә тейеш. Аҫылбикә уны ҙурланы: тана-торпонан ғына түгел, көмөш ҡыялы эйәр һалынған, айыл ҡойошҡандарында ваҡ-ваҡ тәңкәләр йымылдап торған, ошо көнгә тип күптән инәүләнгән ялбыр яллы, дуға муйынлы, йәйек ҡойроҡло ерән юрға бейәне етәкләп килтерҙе.
  • - Атта йөрөргә әүәҫ икәнеңде беләм, киленкәйем. Эйәреңдең үңдек кейеҙенә таянып төш тә беҙҙең ергә ныҡлы аяҡтарың менән баҫ, балам!
  • Аҫылбикә шунда уҡ Айымдың аяҡ аҫтына үҙ ҡулдары менән аҡ кейеҙ йәйҙе.

 (З.Биишева).

Контроль диктант

“Ер”.

Ер!Ниндәй таныш та беҙгә был ер.Беҙ ошо ҡарт һәм шул уҡ ваҡытта бик йәш ерҙең йөҙөндәге һәр бер йыйырсыҡтарҙы күреп, танып,һиҙеп беләбеҙ.Бына тау.Бөтә тигеҙлектәр өҫтөнән ҡалҡып, тирә яғын мәғрур күҙәтеп тора ул бейек тау. Ул тыныс. Ләкин ошо тыныслыҡ аҫтында аҙмы ни дауыллы көндәр һаҡлана!Бына урман. Меңләгән ваҡ һәм эре тормоштоң бөтә тауыштары менән шаулап тора ул урман, һәм ошо тыйып алғыһыҙ шау аҫтында аҙмы ни дәһшәтле аҙналар һаҡлана!Бына йылға. Тулҡындар теле менән яр ташын ҡарай-ҡарай аға ул йылға. Ә йылғаның теге һәм был яҡ ярҙарында, онотолмаҫ иҫтәлек булып, аҙмы тулҡынлы айҙар һаҡлана!Бына ҡыя таштар, соҡорҙар, ҡурғандар. Быларҙың һәр береһе ниҙер кисергән. Ҡайһы саҡта йәш бала һымаҡ шатланғандар улар.Был-ер. Яҡын да был ер, йылы ла был ер, һөйөклө лә был ер. Һәм уның һәр бер ваҡ ташы,һәр бер зифа ҡайыны ҡаты көрәш менән яулап алынған.

 (Р.Ниғмәтиҙән.)

Контроль диктант

“Шағир-һүҙ тылсымы эйәһе”

Рәми Ғарипов шиғриәте-моңло һәм күп буяулы поэтик ижад. Уның бар моңо һәм биҙәге барыһы ла тәбиғәттән, шуның менән улар тәбиғи ҙә, ифрат төрлө лә. Ә һандуғас көйҙәренә көйләнгән шиғырҙар шәлкеме үҙҙәре генә ни тора!Рәми Ғарипов шиғриәте өсөн уйсанлыҡ, тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас. Ул ижад тыштан сабыр, эстән ялҡын төҫлө.Уның хатта мөхәббәт, йәшлек уты менән һуғарылған лирик шиғырҙарында ла илерткес сафлыҡ, сабырлыҡ, ғорурлыҡ, хатта саялыҡ тойғолары ла әллә ни хәтле.Мөхәббәт шағир өсөн Урал батыр эҙләгән Йәншишмә кеүек. Ә Йәншишмәнән эскән ғашиҡ-үлемһеҙ. Ғашиҡ шағирҙың шиғриәтте мәңгелек итеүе бар. Өҫтәүенә, ул мөғжизәләргә ышаныр зат, йәиһә уны үҙе тыуҙырыусы. Шуға ла шағир-һүҙ тылсымы эйәһе.(108 һүҙ)

(Ғ.Хөсәйеновтан.)

Изложение№1

Мөхәббәт”.

Борон-борон заманда,күп йылдар артылышында булған,ти бер гүзәл ер.Ағастар,ҡуйы урман булып, ҡояшты ҡаплар бейеклеккә еткән.Мәғрур ҡаялары,күкрәк киреп,был ожмах утрауын һалҡын бурандарҙан,әсе елдәрҙән һаҡлаған.Шишмәләре саф,таҙа булған,ә тәме,шифаһы үлер сиккә еткән кешене лә аяҡҡа баҫтырған.Яландарҙа береһенән-береһе матурыраҡ,алһыуыраҡ хуш еҫле гөлдәр үҫкән.Сәскәнән сәскәгә хуш еҫле бал йыйып бал ҡорттары осҡан.Был матурлыҡҡа һоҡланып көнө-төнө һандуғас һайраған.Ошо ерҙә бер егет йәшәгән.Үҙе уңған,төҫкә сибәр, буйға һомғол,көслө икән.Бейек тау баштарына менеп,бөркөттәрҙең осоуын күҙәткән,күкрәк тултырып йырлаған. Уҡ-һаҙағын тотоп,урман-яландарҙы гиҙгән,һунарсылыҡ иткән.Хәлдән тайып сарсағанда,ятып шишмәләрҙән һыу эскән. Ләкин ни генә эшләһә лә,нимәгә генә тотонһа ла, күңеле болоҡһоп тик торған,ниҙер етмәгән,күңеле ҡайҙалыр саҡырған,өмөтләндергән.Ул ошо мөғжизәне эҙләп, бар ерҙе ҡыҙырған,тыуған еренән алыҫайғандан-алыҫая барған.Һәм түҙмәгән егет,бер көн хәлдән тайғас, күккә ҡарап мөрәжәғәт иткән: “Эй,Ҡояш-әсәм!Тыңласы, минең һүҙемде,ярҙам итсе?!Хәлем бик һәйбәттән түгел.Көндән-көн һарғаямын,кибәмен.Бар сер йомғағын үҙенә йомған билдәһеҙ ҡошто таба алмайым.Кем ул?Нимә булды минең менән?”“Эй,балам,балам!Мөхәббәтһеҙ кеше йәшәмәй тигәндәре дөрөҫ икән.Ниндәй генә йән эйәһе булһа ла,парлы булырға тейеш. Ана ҡоштарға ғына ҡара, нисек күңелле һайрайҙар. Ә һин бөр үҙең, янында һинең ҡүңеленде иш итерҙәй кешенең юҡ-шуға ауыр. Ярҙам итәм мин һиңә, улым. Үҙемдең баламды-ҡыҙымды бирәм. Тик шартымды ғына тыңла: бер ҡасан да уға ауыр һүҙ әйтмә, ауыр вакыттарҙа ла ҡул күтәрмә. Сөнки ул –илаһи зат. Һине яратыр, һиңә бәхет бирер өсөн тыуған ул. Усаҡ йылыһын да һаҡлаусы, киләсәгеңде дауам иттереп йәм биреүсе лә ул буласаҡ. Күп нәмә һинән торасаҡ. Йәберләмә, ишеттеңме, һәр саҡ ихтирам ит!”Ошо һүҙҙәрҙе әйткән дә Ҡояш-әсә ергә алтын уҡтарын йүнәлткән. Егет был тиклем дә яҡтылыҡта күҙҙәрен йомған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң күҙен асып ҡарай ҙа хайран ҡала. Алдында тал сыбығылай зифа буйлы, оҙон ҡара сәсле, ҡарлуғас осошон хәтерләткән ҡашлы, бешкән муйыл төҫөндәге ҡара күҙле һылыу ҡыҙ баҫып тора. Тыйнаҡ ҡына йылмая ла: “Һаумы, егет кеше!Мин һинең хәләл ефетең булам! Ә егет ҡыҙға ҡарап,күҙен дә ала алмай тора,ти.Ҡараңғы төндәрҙә йондоҙҙар киңлегендә эҙләгән,ялан-ҡырҙарҙа тапмаған,һунарҙа атмаған мөғжизәнең ошо икәнен аңлаған.Һәм шул көндән башлап Егет менән Ҡыҙ бик бәхетле,татыу йәшәй башлағандар.

(Балалар фольклоры)

Изложение№2

“Бал ҡорто”.

Бал ҡорто-күмәкләп тереклек итеүсеҡаяулы яры ҡанатлы бөжәктәр вәкиле.Кеше уны боронғо замандарҙан уҡ үрсетә.Бал,балауыҙ,бал ҡортон алыу маҡсатында,кеше бал ҡортон бөтә Ер шарында аҫрай.Ул бөжәктәр башҡаларҙан ҡылыҡтарының ҡатмарлы булыуы менән айырыла.Умартала йәшәгән бал ҡорттары күсендә түлле бер инә ҡорттоң нәҫеле булған 10000-50000,ә ҡайһы берҙә 100000эшсе ҡорто була.Бал ҡорттарында яңы күс май-июнь айҙарында барлыҡҡа килә. Уның өсөн умартала ата ҡорттар,йәки эреғорттар,үҫтерелә һәм йәш инә ҡорт үҫтереү өсөн күҙәнәктәр яһала.Йәш инәҡорт үҫеп сыҡҡас,ҡарт инә ҡорт күстең яртыһын эйәртеп,умартанан осоп китә-күс айыра.Яңы умарта табылғас,эшсе ҡорттар балауыҙҙан алты ҡырлы кәрәҙҙәр яһай.Күҙәнәктәргә улар запас аҙыҡ-нектар һәм сәскәләрҙең һеркәһен йыя.Үҫеп килеүсе быуынды һәм инә ҡортто ашаталар.Яҙын,көндәр йылынғас,эшсе ҡорттар умарталарҙан сыға.Тәүге сәскәләрҙән эшсе ҡорттар сәскә һеркәләре һәм нектар йыя башлай.Йәйҙең икенсе яртыһында эшсе ҡорттар ҡышҡылыҡҡа бал әҙерләй.Һалҡындар башланғас,ҡорттар умарталағы бөтә ярыҡтарҙы балауыҙ менән һылай һәм ҡышлауға әҙерләнә.Ҡышын улар кәрәҙҙәр аҫтында тығыҙ булып йыйылып ултыра һәм әҙерләнгән бал менән туҡлана.

(Биология).

Контроль-баһалау материалдарын баһалау критерийҙары

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

 «5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.    

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.