Мастер класс

Исламова Тансулпан Муллахметовна

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр темаһы уҡытыусыларға аңлатыу, уҡыусыларға ҡабул итеү өсөн ҡушма һөйләм синтаксисында ғына тугел,ғөмүмән тел фәнендә иң ҡатмарлы тема.Программа буйынса һигеҙенсе синыфта теманы өйрәнеүгә 16 сәғәт бирелә. Ошо ҙур бүлекте ете сәғәттә блоклап аңлатып,ҡалған сәғәттәрҙә үтелгәндәрҙе нығытыу маҡсатында күнегеүҙәр һәм ижади эштәр үткәрергә була.Теманы үткәндә терәк таблицалар ҡулланыу алымы менән эшләү ҙур һөҙөмтәләр бирә.Таблицаларҙы уҡытыусы менән берлектә уҡыусылар төҙөй ала. Терәк-таблицаларҙы төҙөгәндә түбәндәге алымдарға таянырға мөмкин.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл оҫталыҡ дәресе26.8 КБ
Файл master_klass_prezent.pptx517.7 КБ

Предварительный просмотр:

                                                                                                                                               

                                                                                                 Исламова Т.М.,                                 

                                                    республика инженер лицей –интернатының      

                                                    башҡорт теле  һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы,

                                                    Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы

                   Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе еңел үҙләштереү алымдары

  Мәктәптең төп бурысы – төрлө яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләү. Уҡытыусы һәм уҡыусы хеҙмәттәшлеге аша ғына ысын шәхес тәрбиәләп була.Үҙ иленә,туған халҡына,уның рухи байлығына,туған теленә оло ихтирам,тәрән һөйөү тәрбиәләү – уҡытыусылар алдына ҡуйылған маҡсат.

Ошо маҡсаттарға ирешеүҙең иң файҙалы юлы – дәрес. Дәрес –мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороуҙың төп формаһы.Шуға күрә “Бөгөнгө дәрестәр ниндәй булырға тейеш ?”,”Дәрестең сифатын нисек күтәрергә?”кеүек һорауҙарға яуап эҙләү- көнүҙәк мәсьәләләрҙән һанала.

 Беҙ Ватан педагогикаҺы  Һәм психологияһы ҡаҙанаштыры В.В. Давыдов менөн Д.Б Элькониндың «Үҫтереүле уҡытыу системаһы» концепцияһына, шулай уҡ Р.Ғ. Аҙнағоловтоң  «Уҡыусы шәхесен уҫтереүҙең лингводиктик  нигеҙҙәре»  хеҙмәтенә нигеҙләнеп, «Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү  аша ижади үҫешкән шәхес  тәрбиәләү» йүнәлешендә эшләйбеҙ.  Уҡытыу процесенда тикшеренеү методына таянып, түбәнге маҡсаттарҙы ҡуйҙыҡ:

  • Уҡыуға һәм белеү алыуға ыңғай мотивтар булдырыу;
  • Тәрән, ныҡлы һәм ғәмәли белем  формалаштырыу;
  • Шәхестең танып белеү активлығын, үҙаллылығын  һәм интеллектын үҫтереү;
  • Тормошта һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекере булған, үҙ ҡарашын яҡлай белгән,бай рухлы шәхес тәрбиәләү;

Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыусыларға дәрестәрҙә ниндәй эш алымдарын һәм ысулдарын ҡулланыу отошло?

Тел дәрестәрендә балаларҙың материалды аңлы үҙләштереүенә булышлыҡ итеү,ижади һәләтен үҫтереү өсөн терәк таблицалар алымын ҡулланабыҙ.Терәк таблицалар ҡулланыуҙы етенсе синыфтан башлайбыҙ.Сөнки беҙгә,7-се синыфҡа, Республикабыҙҙың төрлө район,ауыл мәктәптәренән уҡыусылар киләләр.Был алым менән уҡыта башларҙан алда, балаларҙын яңы теманы ҡабул итә алыу һәләттарен өйрәнәбеҙ.Терәк таблицалар,схемалар ҡулланыу уҡыусыларҙа күҙәтеүсәленлек,логик фекерләү уҫтереүгә һәм темаларҙы блоклап биреугә булышлыҡ итә. Был үҙ нәүбәтенә ижади эшләргә,бәләнешле  телмәр үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәр бирә,яҙма эштәрҙең төрлө төрҙәрен үткәрергә күп ваҡыт ҡалдыра.

Дәрестәрҙә терәк таблицалар ҡулланыуҙың әһәмиәте шунда:

1.Грамматик теманың бөтә үҙенсәлектәрен бер ергә туплай һәм уларҙың бөтәһен бер юлы күрергә мөмкинлек бирә;

2.Терәк таблицаларҙы төрлө дәрестәрҙә(яңы тема аңлатыу,нығытыу ҡабатлау һ.б) уңышлы файҙаланып була;

3.Материалды эре блоктар менән өйрәнеүгә юл аса һәм шуның менән ваҡытты экономияларға ярҙам итә;

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр темаһы уҡытыусыларға аңлатыу, уҡыусыларға ҡабул итеү өсөн ҡушма һөйләм синтаксисында ғына тугел,ғөмүмән тел фәнендә иң ҡатмарлы тема.Программа буйынса һигеҙенсе синыфта теманы өйрәнеүгә 16 сәғәт бирелә. Ошо ҙур бүлекте ете сәғәттә блоклап аңлатып,ҡалған сәғәттәрҙә үтелгәндәрҙе нығытыу маҡсатында күнегеүҙәр һәм ижади эштәр үткәрергә була.Теманы үткәндә терәк таблицалар ҡулланыу алымы менән эшләү ҙур һөҙөмтәләр бирә.Таблицаларҙы уҡытыусы менән берлектә уҡыусылар төҙөй ала. Терәк-таблицаларҙы төҙөгәндә түбәндәге алымдарға таянырға мөмкин.

1-се алым

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр эсендәге баш һәм эйәрсән һөйләмдәрҙе еңел айырырға өйрәнеү юлдары:

I.Ҡушма һөйләм составындағы һөйләмдәрҙең грамматик нигеҙҙәрен билдәләгеҙ.

1.Нәҫелдәрендә китап яҙыусылар булмаһа ла,ул китап яҙып ташлаған.

Иҫкәрмә!

1.Ғүмерендә ҡулына китап алғаны булмаһа ла,китап яҙып ташлаған.

Һөйләмдәрҙең грамматик нигеҙҙәрен билдәләү аша ябай һөйләм икәнлеген иҫбатлау,аңлатыу мөһим.

II.Ҡушма һөйләм составындағы һөйләмдәр бер составлы ла, ике составлы һөйләмдәр рәүешендә лә килә ала.

 1.Мин әйткәнде иҫеңдә тот!

III.Тамамланған уй-фекерҙе белдергән үҙ аллы һөйләм – баш һөйләм. Быны күреү, аңлау өсөн ҡушма һөйләм эсендәге һәр һөйләмде айырым яҙып тикшереү һөҙөмтәлерәк.

1.Уҡытыусы ярҙам иткәнгә күрә,мин конкурсҡа ныҡлы әҙерләндем.

Иҫкәрмә!

1.Белем кәмей,һайыға,сөнки тормош көн,сәғәт,минут һайын үҫә,киңәйә,байыға (Р.Ғарипов).

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙең ҡайһы берҙәрендә баш һөйләм дә,эйәрсән һөйләм дә тамамланған уй-фекерҙе белдерә.

IV.Баш һөйләмде асыҡлап, уға буйһоноп килгән һөйләм – эйәрсән һөйләм.

1.Ырыҫ,дәүләт шишмәһен асам тиһәң,ғилем,һөнәр берҙән-бер әмәл булыр (М.Аҡмулла).

V.Эйәрсән һөйләмдәр эйәртеүле ҡушма һөйләмдең башында ла,уртаһында ла,аҙағында ла килә.

1.Кем китап уҡый,шул белемен арттыра.

2.Яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәре ,башҡорт халҡы күпме йәшәһә,шунса йәшәйәсәк.

3.Кәңәш шул:әҙәби әҫәрҙәрҙе күберәк уҡы!

2-се алым.

Һөйләм киҫәктәренең һорауҙары менән эйәрсән һөйләмдәрҙең һорауҙары тап килеүе

Дәреслектә эйәрсән һөйләмдең ун өс төрө бирелә. Уҡыусыларға уларҙың һорауҙарын иҫтә ҡалдырыу ауыр. Шуға күрә, нығыраҡ аңлайышлы булһын өсөн VII синыфта үтелгән һөйләм киҫәктәренең атамаларын һәм һорауҙарын иҫкә төшөрөп, эйәрсән һөйләмдәрҙең дә атамалары һәм һорауҙары тап килеүен иҫкәртеү урынлы. Ошолай ике теманы сағыштырып, һорауҙарҙы иҫтә ҡалдырыу отошло.

Бында шулай уҡ килештәрҙең һорауҙарын белеү ҙә ярҙам итә. Мәҫәлән, эйә, аныҡлаусы, тултырыусының һорауҙары килеш һорауҙары менән тап килә.

3-сө алым.

Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары

Белеүебеҙсә, эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары бик күп. Ул саралар барыһы ла 5-7-се кластарҙа үтелеүенә ҡарамаҫтан, уҡыусылар материалды ауыр үҙләштерә. Уҡыу ҡулланмаһында тәҡдим ителгән таблицала улар барыһы бер ергә тупланған. Уҡыусылар материалды даими рәүештә ҡулланып, эйәртеүле ҡушма һөйләм темаһын үтеп бөткәндә, терәк таблицаһыҙ ҙа эшләй башлайҙар.

Иғтибар!

1.Һәр ваҡыт тиерлек бәйләүсе сара эйәрсән һөйләмдең аҙҙаҡҡы өлөшөндә урынлаша. Мәҫәлән:Уҡыусы тырышҡанға уҡытыусы шатлана.

2.Бәйләүсе саралар айырым һүҙҙәр йә ялғауҙар рәүешендә бирелә. Мәҫәлән:Уҡыусының белеме төплө булғанға,уҡытыусы ҡәнәғәт.Уҡыусының белеме төплө булған өсөн,уҡытыусы ҡәнәғәт.

3.Бер нисә бәйләүсе сара бергә бирелеүе ихтимал. Мәҫәлән:Уҡыусы тырышып уҡыуына ҡарамаҫтан,миҙал бирмәнеләр.

 4-се алым.

Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары һәм уларҙа тыныш билдәләренең ҡуйылышы

Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары күп булған кеүек, уларҙа тыныш билдәләренең ҡуйылышы ла ҡатмарлы темаларҙың береһе.    

1.Искәндәр уҡыған мәктәп – Кейекбаев урамында.

2.Искәндәр уҡығандың һин яртыһын да уҡымағанһың.

3.Искәндәр уҡығанға, шатланам мин.

4.Искәндәр уҡығанды яратмайһың һин.

5.Искәндәр уҡығанда, һин яҙҙың.

6.Искәндәр уҡығандан һиңә зыян булмаясаҡ.

   5-се алым.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе еңел үҙләштерергә ярҙам иткән алымдарҙың иң мөһиме ул – һөйләмдәрҙең мәғәнәһе (йөкмәткеһе) уҡыусылар тормошона яҡын,аңлайышлы һәм төҙөлөшө яғынан ябай булыуы.

Ике һөйләмде сағыштырып ҡарайыҡ. Тәҡдим ителгән һөйләмдәрҙең ҡайһыһын тикшереүе еңелерәк?

1.Кем дә кем яҡын киләсәктә идара итеү, сәнәғәт, фән һәм башҡа өлкәләрҙә етәксе булып эшләрлек юғары квалификациялы белгес булырға теләй, шул бөгөндән үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйырға һәм уға ынтылырға тейеш.

2.Кемдең уҡыуы яҡшы, шуның киләсәге өмөтлө.

 6-сы алым.                                                                                                  

 Бер һөйләмде нигеҙ итеп алып,эйәрсән һөйләмдең төрлө төрҙәрен биреү.

1.Көршәктәр эшләнеп бөтөүгә, … .

2.Көршәктәр эшләнеп бөткәндә, … .

3.Көршәктәр эшләнеп бөткәс, … .

4.Көршәктәр эшләнеп бөтөү менән, … .

5.Көршәктәр эшләнеп бөткәне бирле, … .

Шулай итеп,эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе еңел үҙләштереү өсөн ниндәй генә алымдарҙы ҡулланһаң да,улар төрлө яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләүгә йүнәлтелгән булырға тейеш икәнлеген күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.

 

 

 

 


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Эйәртеүле ҡушма һөйләмд әрҙе еңел үҙләштереү алымдары Өфө ҡалаһы Республика инженер лицей-интернаты, Т.М.Исламова

Слайд 2

Маҡсаттар: Уҡыуға һәм белем алыуға ыңғай мотивтар булдырыу; Тәрән , ныҡлы һәм ғәмәли белем формалаштырыу; Шәхестең танып белеү активлығын, үҙаллылығын , интеллектын үҫтереү; Тормошта һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекере булған, үҙ ҡарашын яҡлай белгән,бай рухлы шәхес тәрбиәләү ;

Слайд 3

1 2 3 4 5 6 7 Алымдар

Слайд 4

Алымдар: Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр эсендәге баш һәм эйәрсән һөйләмдәрҙе еңел айырырға өйрәнеү юлдары. Һөйләм киҫәктәре менән эйәрсән һөйләм һорауҙарының тап килеүе. Эйәрсән һҡйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары. Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары һәм уларҙа тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе еңел үҙләштерергә ярҙам иткән алымдарҙың иң мөһиме ул – һөйләмдәрҙең мәғәнәһе (йөкмәткеһе) уҡыусылар тормошона яҡын, аңлайышлы һәм төҙөлөшө яғынан ябай булыуы. Бер һөйләмде нигеҙ итеп алып, эйәрсән һөйләмдәрҙең төрлө төрҙәрен төҙөү. Бер һөйләмде нигеҙ итеп алып, эйәрсән һөйләмдең төрлө формаларын биреү.

Слайд 5

1-се алым Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр эсендәге баш һәм эйәрсән һөйләмдәрҙе еңел айырырға өйрәнеү юлдары I.Ҡушма һөйләм составындағы һөйләмдәрҙең грамматик нигеҙҙәрен билдәләгеҙ: (Нәҫелдәрендә китап яҙыусылар булмаһа ла), [ ул китап яҙып ташлаған ] .

Слайд 6

Иҫкәрмә! Ғүмерендә ҡулына китап алғаны булмаһа ла,китап яҙып ташлаған . Һөйләмдәрҙең грамматик нигеҙҙәрен билдәләү аша ябай һөйләм икәнлеген иҫбатлау,аңлатыу мөһим.

Слайд 7

II.Ҡушма һөйләм составындағы һөйләмдәр бер составлы ла, ике составлы һөйләмдәр рәүешендә лә килә ала: [ Шуны хәтереңдә тот ] : I составлы (яҡшылыҡ еңәсәк!) II составлы

Слайд 8

III.Тамамланған уй-фекерҙе белдергән үҙ аллы һөйләм – баш һөйләм. Быны күреү, аңлау өсөн ҡушма һөйләм эсендәге һәр һөйләмде айырым яҙып тикшереү һөҙөмтәлерәк. ( Уҡытыусы ярҙам иткәнгә күрә ) [ мин конкурста еңеүсе булдым ] .

Слайд 9

Иҫкәрмә! [ Белем кәмей,һайыға ] ,сөнки (тормош көн,сәғәт,минут һайын үҫә,киңәйә,байыға ) .( Р.Ғарипов). Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙең ҡайһы берҙәрендә баш һөйләм дә,эйәрсән һөйләм дә тамамланған уй-фекерҙе белдерә.

Слайд 10

V . Эйәрсән һөйләмдәр эйәртеүле ҡушма һөйләмдең башында ла,уртаһында ла,аҙағында ла килә: 1. Кем китап уҡый ,шул белемен арттыра. 2 . Яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәре, башҡорт халҡы күпме йәшәһә ,шунса йәшәйәсәк. 3 . Кәңәш шул: әҙәби әҫәрҙәрҙе күберәк уҡы!

Слайд 12

3-сө алым Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары Иғтибар! 1 . Һәр ваҡыт тиерлек бәйләүсе сара эйәрсән һөйләмдең аҙҙаҡҡы өлөшөндә урынлаша. Мәҫәлән : Уҡыусы тырышҡан ға уҡытыусы шатлана. 2 . Бәйләүсе саралар айырым һүҙҙәр йә ялғауҙар рәүешендә бирелә. Мәҫәлән : Уҡыусының белеме төплө булған ға , уҡытыусы ҡәнәғәт . Уҡыусының белеме төплө булған өсөн , уҡытыусы ҡәнәғәт. 3 . Бер нисә бәйләүсе сара бергә бирелеүе ихтимал. Мәҫәлән : Уҡыусы тырышып уҡыу ына ҡарамаҫтан , миҙал бирмәнеләр .

Слайд 14

Иптәштәре әйткәнгә башҡалар ҙа ҡушылды . Уҡыуҙар башланғас, электрон дәреслектәр килеп етте . Әгәр тырышып уҡыһа, телефон бүләк итәсәктәр. Имтихан бишлегә бирелһен тип, ул тырышты. Өйгә эш күп булған өсөн, уҡыусы барыһын да эшләп өлгөрмәне. Уҡытыусы нисек өйрәтһә, ул шулай эшләй. Ханбикә шул тиклем матур йырлай, әйтерһең дә, һандуғас һайрай. Тәртип бар ерҙә белем бар.

Слайд 15

1 . Иптәштәре әйткәнгә башҡалар ҙа ҡушылды. төбәү килеш ялғаулы үткән заман сифат ҡылым тыныш билдәһе ҡуйылмай 2. Уҡыуҙар башланғас , электрон дәреслектәр килеп етте. хәл ҡылымдың II формаһы өтөр 3. Әгәр тырышып уҡыһа , телефон бүләк итәсәктәр. әгәр теркәүесе, шарт һөйкәлеше Өтөр 4. Имтихан бишлегә бирелһен тип, ул тырышты. I зат бойороҡ һөйкәлеше һәм тип бәйләүесе Өтөр 5-6. Өйгә эш күп булған өсөн , уҡыусы барыһын да эшләп өлгөрмәне. үткән заман сифат ҡылым һым өсөн бәйләүесе Өтөр 7. Уҡытыусы нисек өйрәтһә, ул шулай эшләй. нисек алмашы – шулай мөнәсәбәт һүҙе Өтөр 8. Ханбикә шул тиклем матур йырлай, әйтерһең дә , һандуғас һайрай. әйтерһең дә теркәүесе өтөр 9. Тәртип бар ерҙә белем бар. төрлө һүҙ төркәмдәре һәм ерҙә һүҙе Тыныш билдәһе ҡуйылмай

Слайд 16

4-се алым Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары һәм уларҙа тыныш билдәләренең ҡуйылышы

Слайд 18

5-се алым Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе еңел үҙләштерергә ярҙам иткән алымдарҙың иң мөһиме ул – һөйләмдәрҙең мәғәнәһе (йөкмәткеһе) уҡыусылар тормошона яҡын,аңлайышлы һәм төҙөлөшө яғынан ябай булыуы

Слайд 19

Ике һөйләмде сағыштырып ҡарайыҡ. Тәҡдим ителгән һөйләмдәрҙең ҡайһыһын тикшереүе еңелерәк ? Кем дә кем яҡын киләсәктә идара итеү, сәнәғәт, фән һәм башҡа өлкәләрҙә етәксе булып эшләрлек юғары квалификациялы белгес булырға теләй, шул бөгөндән үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйырға һәм уға ынтылырға тейеш. Кемдең уҡыуы яҡшы, шуның киләсәге өмөтлө.

Слайд 20

6-сы алым Бер һөйләмде нигеҙ итеп алып, эйәрсән һөйләмдәрҙең төрлө төрҙәрен төҙөү Искәндәр уҡыған мәктәп – Кейекбаев урамында. Искәндәр уҡығандың һин яртыһын да уҡымағанһың. Искәндәр уҡығанға, шатланам мин. Искәндәр уҡығанды яратмайһың һин. Искәндәр уҡығанда, һин яҙҙың. Искәндәр уҡығандан һиңә зыян булмаясаҡ.

Слайд 21

7-се алым Бер һөйләмде нигеҙ итеп алып,эйәрсән һөйләмдең төрлө формаларын биреү Көршәктәр эшләнеп бөтөүгә, … . Көршәктәр эшләнеп бөткәндә, … . Көршәктәр эшләнеп бөткәс, … . Көршәктәр эшләнеп бөтөү менән, … . Көршәктәр эшләнеп бөткәне бирле, … .