Методические разработки уроков

Гарипова Шаура Исрафиловна

Предварительный просмотр:

Башҡортостан ынйылары.

(Ҡала конкурсы сценарийы).

Сәхнә байрамса биҙәлгән. Талғын бейеү көйө. Ҡыҙҙар бейеүе .

Алып барыусылар сыға.

1-се алып барыусы: Өләсәйҙең күңел һандығы!

Ниндәй серҙәр һаҡлай икән ул?

Ғүмер буйы йыйған хазинамы,

Әллә инде күңел биҙәгеме,

Ниндәй серҙәр һаҡлай икән ул?

2-се алып барыусы:Өләсәйҙең күңел һандығын

Бер асаһы ине, асаһы...

Ата-бабам белгән йолаларҙы,

Халҡыбыҙҙың күңел ынйыларын

Бер асаһы ине, асаһы.

1-се алып барыусы: Ата-бабаларыбыҙҙың мираҫы... Ҡайҙа һуң ул? Сыңлауы күңелебеҙҙә генә һаҡланған сулпы-тәңкәләребеҙҙәме, әкиәт итеп кенә һөйләргә ҡалған бишек йырҙарыбыҙҙамы? Әллә инде ҡыңғыраулы туй дуғаларын биҙәгән, Һабантуйҙа ҡолға-бағаналарҙа елберләгән, хәҙер инде һандыҡ төптәрендә һарғая башлаған һөлгө-таҫтамалдарыбыҙҙамы?

2-се алып барыусы:Хөрмәтле, ҡунаҡтар! Бөгөнгө кисәгә йыйылыуыбыҙҙың маҡсаты – ҡиммәтле байлыҡтарыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың ижадын халыҡҡа күрһәтеү.

Байрамыбыҙ, кисәбеҙ мөбәрәк булһын, хөрмәтле дуҫтар!

1-се алып барыусы:Жюри менән таныштырырға рөхсәт итегеҙ:

Нефтекама ҡалаһы ҡала округының мәғариф бүлеге туған телдәр буйынса баш инспекторы Аҡмалтдинова Наилә Хәлим ҡыҙы.

2-се алып барыусы:Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы,Нефтекама филармонияһы режиссеры.

1-се алып барыусы:Лариса Вәзир ҡыҙы, “Сәйәр” бейеү ансамбле етәксеһе.

2-се алып барыусы:Вокал етәксеһе, Кәримов Илгиз Ҡәҙим улы.

Нефтекама ҡалаһы мәктәптәре коллективтары сығыштары.

1-се алып барыусы:Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Кисәбеҙ ахырына             яҡынлашты. Беҙ һеҙҙең менән һаубуллашабыҙ.

2-се алып барыусы: Һүҙҙе йомғаҡлап шуны әйтке килә. Ата – бабаларыбыҙҙың изге йолаларын онотмайыҡ, киң күңелле булайыҡ. Һеҙгә барығыҙға ла изгелек, именлек, игелек теләйбеҙ! Һау булығыҙ!



Предварительный просмотр:

 «Мостай - беҙҙең замандашыбыҙ

1.        Театрально- хореографическая композиция «Детство Мустая Карима».

(играет музыка колыбельная, плач ребенка, на сцену заходят Кендек әбей и маленький мальчик.

Кендек әбей: И балаҡайым кис тә етте, ашап алайыҡ әле, унан һуң йоҡларға кәрәк, ә мин һиңә йыр йырлармын, әйҙә инде, әйҙә  ашап йоҡлағас йоҡо тәмле була, үҫеп буйға етәрһең, ысын йөрәкле егет булырһың.

Колыбельная песня

Вед: (за кулисами)

Күктең көмбәҙенә туптар

Тревога һуҡты,

Ике донъя, ике заман

Алышҡа сыҡты

Тревога… тревога…тревога!

Илгә

Вәхшиҙәр килә.

Ҡан кәрәк, ҡан кәрәк ҡан

Уларға

Башкиҫәрҙәр коммунаны

Теләй быуырға

Ант итә халыҡ, ант итә, ант.

Шашынма,  Гитлер!

Күкрәктәр менән ҡапланыр

Изге ер.

Был ҡолдар Римлы түгел, юҡ.

Башҡа заман.

Халыҡ- ҡаһарман.

На сцену выходят: мать и сын.

Мать провожает сына и стихи за кулисами или читает сам сын:

« Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!»

Эйәрләне атай, ялын үреп,

Аҡбуҙ аттың ярһыу, ап-ағын,

Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының

Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Ышан атай, һин эйәрләп биргән

Аҡбуҙ атым минең абынмаҫ,

Йәшең тамған был ҡылысты,әсәй,

Һуғарырмын дошман ҡанына.

Йыуырмын мин дошман ҡаны менән

Илем кҡкрәгенең яраһын,

Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа

Үс һәм нәфрәт биргән ҡанатым.

Сал  ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,

Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,

Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,

Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең,

Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,

Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,

Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн--

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

песня «Шаймуратов генерал» 2 куплет

М. Карим медленно уходит, машет рукой, мать тоже провожая плачет, уходит за кулисы.

Дети поют.

   

ЭПИЗОД: « На войне»

На сцене костер, варится еда, Мустай пишет стихи

Көнбайышҡа табан үтте,

Ерҙе, күкте ялмап ут.

Ә хәҙер тамуҡ тынлығы—

Меңдән бер генә минут.

Төн. Атака уҙған ҡырға,

Һуңлап китек ай төштө,

Ул, тыныс ҡына эйелеп,

Танышын эҙләй төҫлө…

(Взрыв бомб, стрельба утихает, крики «Ур-ра!, победа! Отрывок из песни День победы.)

Стихи «ЕҢЕҮ»

Таралды һуңғы туптарҙың

Төтөнө.

Ғазаптар аша килде еңеүҙең

Был көнө

Беҙ оҙаҡ йылдар буйынса

Тир түгеп, тештәрҙе ҡырып, ҡан ҡойоп,

Бил бөгөп,

Еңеүҙең гүзәл ағасын

Үстерҙек,

Үлә яҙҙыҡ, тик үлемде

Үлтерҙек.

Ҡара суйын свастика

Гөрһөлдәп

Төштө ҡапланып Европа

Өҫтөнән.

Тыңламай Европа ҡылыстар

Ҡайрауын,-

Күтәрҙек беҙ тыныслыҡтың

Байрағын.

  СЛОВА ВЕДУЩИХ (ПАРЕНЬ И ДЕВУШКА)

1.        Хәйерле көн һеҙгә өлкәндәргә

     Хәйерле көн егет- ҡыҙҙарға,

2.        Хәйерле көн килгән ҡунаҡтарға

     Хәйерле көн барыһы--барыһына!

1.        Хөрмәтле, дуҫтар! «Мостай -беҙҙең замандашыбыҙ» тигән музыкаль- шиғри кисәбеҙҙе асыҡ тип иғлан итәбеҙ.

2.        Мостай Кәрим тыуып үҫкән ере Келәш ауылы, Өфөнән утыҙ-утыҙ биш саҡрымдар үрҙә, Дим йылғаһының түбәнге ағымында бер һыртлау битендә урынлашҡан. Урман, яландары, Дим туғайлыҡтары менән тоташҡан тәбиғәте матур төбәк ул.

1.        Мостай Кәрим 1919 йылдың 20 октяберендә Башҡортостандың Шишмә районы әлеге Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бик ишле ғаиләлә, айырыуса Оло инәһе  тәрбиәһендә, эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә. Тыуған ауылында тулы булмаған урта мәкәпте тамамлағас,ике йыл Өфө педагогия рабфағында уҡый. 1937-1941 йылдарҙа ул БДПИ- ның тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты булла.

2.        Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Мостай Кәрим армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронтта булла.

1.        Яу ҡырынан әйләнеп ҡайтҡас Мостай Кәрим ныҡлап әҙәби ижад эшенә тотона һәм бик күп йәмәғәт эштәрен алып бара. Ул 1951 йылдан 1962 йылға тиклем Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләй. Әҙәбиәтебеҙ алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде

2. Мостай Кәрим--Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы  лауреаты, Станиславский исемендәге премия лауреаты, Социалистик хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы лауреаты.

1.        Ә хәҙер сәхнәгә Шәрәфетдинова Зәлиәны саҡырабыҙ.

2.        Мостай….Мостай  Кәрим…Был исемде күптән инде яратып, үҙ итеп әйтергә өйрәнгәнбеҙ. Халҡыбыҙҙың, еребеҙҙең заманға лайыҡ улы—Мостай.

     Хәҙер инде әҫәрҙәре сит илдәрҙә лә юғары баһа алған атаҡлы әҙип

1.        Мостай Кәрим -үҙенең оҙайлы, ҙауыҡлы ижады менән Рәсәй әҙәбиәтенең генә түгел, Ватаныбыҙҙың дөйөм  мәҙәниәт үҫешенә лә йомғаҡ яһаны. Уның ижады йәш һәм киләсәк быуын өсөн юғары өлгө.

2.        Мостай кәримдең әсәрҙәре, шиғырҙары ижады күңелдә илһам дөрләтә, йөрәктең ҡеүәтен ижадҡа туплай…

1. Ә хәҙер  һеҙҙең алда Мостай Кәримдең шиғри ижадынан  «Тә

 



Предварительный просмотр:

Тема: Ж. Кейекбаев. “Бал ҡорттары ниңә кешегә эйәләшкән?” әкиәте

Класс : 3

Дәрестең маҡсаттары:

  • әҫәрҙең  йөкмәткеһен күҙаллау, уҡыусыларҙа фаразлау оҫталығын формалаштырыу;
  • текст менән эшләү оҫталығын үҫтереү (хәл-ваҡиғаларҙы, геройҙарҙың ҡылыҡ-фиғелдәрен, эшләгән эштәрен анализлау, сағыштырыу, һығымталар яһау);
  • тәбиғәткә, бал ҡорттарына ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Шәхси сифаттар өлкәһендәге үҫеш: бер-берең менән аралашыу мәҙәниәте тәрбиәләү; эшсән, һаҡсыл булырға, төрлө саҡта ысын кеше булып ҡалыу теләген тәрбиәләү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: үҙеңдең эшеңдән ҡәнәғәтләнеү ала белеү, бергә эшләгәндә эште тигеҙ бүлешеп үтергә өйрәнеү, бәхәсле ситуациянан бер-береңдең баһаһын төшөрмәйенсә сыға белеү, эште аҙағына еткерергә, үҙ-үҙеңде баһаларға өйрәнеү; үҙ фекереңде әйтергә, иҫбат итергә һәм һығымта яһарға өйрәнеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: әкиәт жанры үҙенсәлектәре менән танышыу; әкиәт геройҙарына хас һыҙаттарҙы асыҡлау; тасуири уҡыу; әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү; үҙ фекереңде тасуирлап һөйләргә өйрәнеү.

Дәрес барышы

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

  1. Психологик комфорт булдырыу

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн!

-Һаумы, ҡояш, һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Мин сәләмәт, мин матур

Салауат кеүек батыр!

- Бер-беребеҙгә ҡарайыҡ, йылмайыу бүләк итәйек. Уҡыусылар, бөгөнгө дәрес ябай дәрес түгел, ул серҙәргә бай. Беренсе серҙе сисер өсөн һеҙҙән иғтибарлылыҡ талап ителә. Тирә-яҡҡа күҙ һалығыҙ әле, кабинетта берәй үҙгәреш күрәһегеҙме? (стеналарҙа сәскәләр беркетелгән)

-Нимәләр улар? (сәскәләр)

https://encrypted-tbn0.gstatic.com/images?q=tbn:ANd9GcSOmZALtHxqIXbY9B8HoRsv-W3xyMshaHVfm14X89YvRR6BxHu1sw

-Ҡайһы берҙәрегеҙҙең сәскәләре ябай сәскә түгел, уларҙың артында тағы ла нимәлер йәшенгән. Нимә ул? (хәрефтәр)

-Хәрефле сәскәләр менән таҡтаға сығығыҙ, ә ҡалғандар ошо хәрефтәрҙән һүҙ төҙөгөҙ. Бергәләп бөгөнгө дәрестең темаһын асыҡлайыҡ. (ӘКИӘТ)

-Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә нимә эшләйәсәкбеҙ? (серле әкиәт донъяһына сәйәхәт итәсәкбеҙ). (Таҡта асыла, унда ӘКИӘТ тип яҙылған)

Кәйефте күтәреү. Үҙеңде эшкә көйләү.

Һығымта яһау: бөгөн дәрестә әкиәт менән танышасаҡбыҙ.

  1. Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу

Матур яҙыу минуты (таблицаларға беренсе баһа ҡуйыла)

-Дәфтәрҙәрҙе асайыҡ, бөгөнгө датаны, класс эшен яҙып  ҡуяйыҡ, әкиәт  һүҙен матур итеп дәфтәрҙәрҙә яҙыу.

-Уҡыусылар, бөгөн һеҙ дәрестә уҡыусы ғына түгел, уҡытыусы ролендә лә буласаҡһығыҙ, үҙегеҙҙең эшегеҙҙе үҙегеҙ баһалаясаҡһығыҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа таблицалар ята. Унда һәр эш төрөнә һеҙ баһа (оценка) ҡуйып барасаҡһығыҙ. Дәрес аҙағында һәр берегеҙ үҙенә дөйөм баһа ҡуясаҡ.

Эш төрө

Баһа

Матур яҙыу минуты

Өй эше

Әкиәтте уҡыу

Һорауҙарға яуап биреү

Төркөмдә эшләү

Һөйләмдәрҙе тулыландырыу

Мин бөгөн үҙемә нисәле ҡуям?

Минең төркөмдә иң яҡшы уҡыусының исеме:

-Ә һеҙ әкиәттәр яратаһығыҙмы?

-Ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ?

 Уҡытыусыны иғтибар менән тыңлау.

 Эште эҙмә-эҙлекле итеп, еренә еткереп башҡарыу.

 Һорауҙарға тулы яуаптар ҡайтарыу.

 

  1. Өй эшен тикшереү.

-Һеҙгә өй эше итеп нимә эшләп килергә ҡушылғайны? (әкиәт исемдәрен яҙып килергә) (таблицаларға икенсе баһа ҡуйыла)

Бер-береңдең яуабын тыңлау. Һығымта яһау.

4. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

- Бөгөнгө әкиәт нимә тураһында булыр икән? (прогнозлау) Нисек уйлайһығыҙ?

-Әйҙәгеҙ, тикшерәйек әле: дөрөҫ әйттегеҙме икән? Бының өсөн мин һеҙгә йәнһүрәттән өҙөк ҡарарға тәҡдим итәм. (йәнһүрәт – мультфильм)

(10 секундлыҡ ҡына йәнһүрәт күрһәтелә)

-Тимәк, әкиәтебеҙ нимә тураһында? (бал ҡорто тураһында)

https://encrypted-tbn2.gstatic.com/images?q=tbn:ANd9GcTE7OfXIExY1OMNOFY2I7UVQ45BanhYHnLF4x72O7TRgmc4qIALyA

-Дөрөҫ, ә бал ҡорттары тураһында нимә беләһегеҙ? (уҡыусыларҙың һөйләмдәрен тыңлау: Бал ҡорто – бөжәк. Бал ҡорттары сәскәләрҙән бал йыялар. Бал ҡорттары безелдәй. Бал ҡорттары умартала йәшәй. Умартасы умарта яһай.)

-Умарта нимә ул? (һүрәтен күрһәтеү – умарта – улей, умартасы – пчеловод)        

-Бал ҡорттар гел умартала йәшәгәндәр микән? Гел кеше янында йәшәгәндәрме улар?

http://beeblog.ru/wp-content/uploads/9274.jpg                        http://www.profguide.ru/images/article/RifRkzeQzkz5N4Kz666dzzRKkh7By4r_.jpg

-Билдәле яҙыусы Жәлил Кейекбаев (портретын күрһәтеү) ошо һорау өҫтөндә оҙаҡ уйланып ултырған-ултырған да, әкиәт яҙған. Әкиәттең

исеме: БАЛ ҠОРТТАРЫ НИҢӘ КЕШЕГӘ ЭЙӘЛӘШКӘН? http://upload.wikimedia.org/wikipedia/ru/thumb/2/2f/%D0%9A%D0%B8%D0%B5%D0%BA%D0%B1%D0%B0%D0%B5%D0%B2.jpg/200px-%D0%9A%D0%B8%D0%B5%D0%BA%D0%B1%D0%B0%D0%B5%D0%B2.jpg

 Һорауҙарҙың мәғәнәһенә төшөнөп, уларға аңлы рәүештә яуап биреү.

Һөйләшеүҙә әүҙем ҡатнашып, үҙ фекереңде әйтеү, иҫбат итеү һәм һығымта яһау.

  1. Ғәмәли эштәр башҡарыу

- Дәреслектәрҙе асайыҡ. Ошо әкиәтте мин һеҙгә хәҙер уҡып сығам, ә һеҙ иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ, аҙаҡ әйтерһегеҙ: бында ниндәй геройҙар бар?

-Уҡытыусының уҡыуы. Һүҙлек эше уҡыу ваҡытында алып барыла (эйәләшкән – приручились, һунарсы – охотник, солоҡ – борть, Инә ҡорт – пчелиная матка, кәңәш – совет, собрание, яуыз – злой) – һүрәттәре күрһәтелеп барыла.

- Уҡытыусының уҡыуынан һуң һорауҙарға яуап биреү:

-Әкиәттең геройҙарын һанап сығайыҡ: һунарсы, бал ҡорттары, Инә ҡорт, айыу. Ниндәй йәнлектәр тураһында әйтелә: ҡуян, бүре, төлкө. Әйҙәгеҙ ошо йәнлектәр менән бергә бейеп, ял итеп алайыҡ.

  - Ял минуты.

-Уҡыусыларҙың уҡыуы.

3 абзацты сылбырлап уҡыйбыҙ: .... башлай, .... дауам итә. (беренсе төркөм)

Икенсе өлөштө күҙ йүгертеп, үҙаллы уҡыйбыҙ. (таблицаларға өсөнсө баһа ҡуйыла)

  • Текст өҫтөндә эш
  1. Һорауҙарға яуап биреү:

-Яҙыусы айыуҙы нисек итеп һүрәтләгән? Ул ниндәй, нимә эшләгән? Текстан яуап табып әйтергә лә була. (Айыу яуыз, ул солоҡто аҡтарып ташлаған.)

Яуыз тигәнде тағы ла нисек әйтеп була? (насар, алама) – был ниндәй һүҙҙәр? (синонимдар, предметтың билдәһен беледереүсе һүҙҙәр)

- Был әкиәттә һунарсы ниндәй? (яҡшы, һәйбәт) Һәйбәт икәнен ҡайҙан беләбеҙ? (балға теймәгән, солоҡто яҡшылап ҡарап, йүнәтеп ҡуйған)

-Ә бал ҡорттары ниндәй? (эшсән)

-Улар кешегә ниндәй һорау биргәндәр? (ниңә беҙҙең балды алманың?)

-Кеше нимә тип яуап ҡайтарған? (балды алһам, һеҙ ас ҡалыр инегеҙ)

-Бал ҡорттары кешенән ниндәй ярҙам һорағандар? (беҙҙе айыуҙан ҡотҡар, тигәндәр)

-Кеше уларҙы нисек ҡотҡарырға булған? (умарта эшләп биргән)

(таблицаларға дүртенсе баһа ҡуйыла)

- Төркөмдә эшләү

-Әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ: таҡтаға иғтибар итегеҙ: беренсе рәттә предметты белдергән һүҙҙәр, икенсеһендә билдә-һүҙҙәр. Нимә эшләргә кәрәк булыр икән? (һүҙбәйләнештәр төҙөргә) Беренсе төркөм – һунарсыға билдә-һүҙҙәр таба, икенсе – бал ҡорттарына, өсөнсө – айыуға. Һәр төркөмдән берәр уҡыусы сығып, берәр билдә-һүҙҙе ҡуя.

Һунарсы                              эшсән

Бал ҡорттары                    яуыз

Айыу                                      яҡшы

                                               алама

                                                тырыш

                                                 уҫал

                                               һәйбәт

-Һәр уҡыусы сығып, уҡтар менән һүҙҙәрҙе тоташтыра.

-һөйләмдәр төҙөйөк. (Яҡшы, һәйбәт һунарсы умарта эшләй. Тырыш, эшсән бал ҡорттары бал йыя. Яуыз, уҫал айыу бал ашай.)

-Бер һөйләмде дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ. (мәҫәлән, Тырыш бал ҡорттары бал йыя.)

(таблицаларға бишенсе баһа ҡуйыла)

 -  Ассоциация (ял итеп алыу)

-Иғтибар менән музыканы тыңлағыҙ. Ул беҙҙең дәрес менән нисек бәйләнгән? Уны тыңлағанда һеҙ кемде, нимәне күҙ алдына килтерҙегеҙ? Был музыка ниндәй геройға хас?

 - Әкиәттең йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнеү

-Һеҙ матур итеп һөйләмдәр төҙөнөгөҙ, ә бына бер уҡыусы ла әкиәтте һөйләргә булған, тик уның әкиәте бына ошолай килеп сыҡҡан. Уҡып ҡарайыҡ әле. Һеҙ нимә әйтерһегеҙ? Һөйләмдәр аңлашыламы? Нимә эшләргә тейешбеҙ?  (һөйләмдәр тулы түгел, уларҙы матурларға кәрәк)

 (Борон-борон заманада) Һунарсы йәшәгән.

(Урманда йөрөгәндә) Ул (солоҡто) күргән.

(Яуыз) Айыу (балды) ашаған. 

Һунарсы (бал ҡорттарына) ярҙам иткән.

Һунарсы (умарта) эшләгән. 

 (таблицаларға алтынсы баһа ҡуйыла)

-Һеҙ өйгә ҡайтып, атай-әсәйҙәрегеҙгә шулай матур итеп һөйләрһегеҙ.

Уҡытыусыны иғтибар менән тыңлау.

Һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп уҡыу, уларға аңлатма биреп барыу.

Һорауҙарҙың мәғәнәһенә төшөнөп, уларға аңлы рәүештә яуап биреү.

Ял минуты ваҡытында йәнһүрәттәге геройҙарҙың хәрәкәттәрен ҡабатлау.

Тексты иғтибар менән уҡыу.

Тексты үҙаллы уҡыу.

Текст буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү.

Класташтарыңдың фекеренә төшөнөү, уларға ҡарата хуплау һүҙҙәреңде белдереү.

Дөрөҫ һөйләмдәр төҙөү.

Матур яҙыу күнекмәләрен күҙ уңында тотоп, һөйләмдәрҙе дәфтәрҙәргә яҙыу.

Иғтибар менән тәҡдим ителгән музыканы тыңлау. Һорауҙарға яуап биреү.

Һөйләмдәрҙе тулыландырып, әҫәрҙең йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле итеп һөйләү.

  1. Рефлексив анализ. Баһалау.
  • Дәрестә үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ астығыҙ?
  • Автор беҙгә ошо әкиәте менән беҙгә нимә әйтергә теләгән икән? Нимәгә өйрәтергә уйлаған? (бал ҡорттары кеүек эшсән булырға,  һунарсы кеүек бөжәктәргә ҡарата һаҡсыл булырға, төрлө саҡта ысын кеше булып ҡалырға кәрәк)
  • Таблицаларығыҙға ҡарағыҙ әле. Һуңғы юлда Мин үҙемә нисәле ҡуям? тип яҙылған. Ошонда һәр берегеҙ үҙенә баһа ҡуя.

D:\Ляйсан\Рабочий стол\Все документы Ляйсан\гульназке\Рисунок2.jpg

  1. Өйгә эш.
  1. 1. Әкиәттең йөкмәткеһенә ҡарата иллюстрация төшөрөргә.
  2. 2. Дәреслектәге һорауҙарға яуап бирергә.
  3. 3. “Бал” темаһына сығыш әҙерләп килергә.

Бер эш төрөп һайлап башҡарыу.



Предварительный просмотр:

Тема: (ү) өнө, Үү хәрефтәре.

Маҡсат: уҡыусыларҙы Үү өн-хәрефе менән таныштырырға, дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәтергә; һүҙлек запасын байытырға; бәйләнешле телмәрҙәрен, логик фекерләү һәләттәрен, иғтибарҙарын үҫтерергә; тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләргә.

Дәрес барышы

  1. Психологик комфорт атмосфераһы булдырыу

Һаумы, ҡояш,

Һаумы, дуҫым,

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Мин сәләмәт, мин матур,

Салауат кеүек батыр!

Яйлап ултырам хәҙер,

Дәрес тыңларға әҙер!

-Кәйефегеҙ нисек? (бик яҡшы)

-Әле ниндәй дәрес бара? (әле башҡорт теле дәресе бара)

-Һеҙ дәрескә әҙерме? (беҙ дәрескә әҙер)

  1. Уңыш ситуацияһын ойоштороу.

-Дәрестә бик күп һөйләргә тура киләсәк, әйҙәгеҙ, телмәребеҙҙе шымартып алайыҡ. Экрандағы һүрәттәр тураһында тиҙәйткестәр әйтеү. (кәзә, күбәләк, бесәй, шыршы, бүре) – хор менән, индивидуаль.

http://mamaschool.ru/wp-content/uploads/2013/08/zagadki-pro-kozu.jpg  http://galerey-room.ru/images/045356_1385258036.png    http://ditirasha.ru/images/ris_152.jpg http://mamaschool.ru/wp-content/uploads/2012/09/0_7e282_c16d4c42_M.png http://vospitatel.com.ua/images/k/kot-rastr-2.png

Зә-зә-зә – бына аҡ кәзә.

Ләк-ләк-ләк – оса матур күбәләк.

Шы-шы-шы – урманда үҫә шыршы.

Сәй-сәй-сәй – бына ултыра бесәй.

 

-Бик яҡшы, телмәребеҙ дәрескә әҙер.

Экрандағы һүрәттәргә иғтибар итегеҙ (өкө, төлкө, бөркөт, өй, алма)

http://montessoriself.ru/wp-content/uploads/2014/09/s3.jpg http://kidwelcome.ru/content/images/lisa_mult.jpg http://900igr.net/Detskie_prezentatsii/nasekomye_i_ptitsy/Ptitsy_lesa_2.files/slide0025_image024.jpg http://freedizain.ru/media/k2/items/cache/d23f280ffd2608eb1dd978a8a9df6749_XL.jpg http://images.vector-images.com/clp/183659/clp62473.jpg

-Бында нимәләр күрәһегеҙ? Артыҡ предмет бармы? (алма) Бөтә һүҙҙәр нәҙек, алма һүҙе ҡалын. Ни өсөн нәҙек? (сөнки ө хәрефе нәҙек)

-(ө) өнөнә характеристика бирегеҙ (һуҙынҡы, нәҙек)

Ө хәрефе менән танышбыҙ. Тағы ла ниндәй хәрефтәр өйрәндек? (а, о, ә)

-Был өндәргә характеристика бирәйек. Төлкө һүҙенең өн моделен төҙөү  (бер уҡыусы таҡтала эшләй)

Таҡталағы схемаларға һүҙҙәр уйлау: ә-ә-,  а-а-, -о-о-.

Ял минуты.

  1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу
  1. Нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөн дәрестә нимә эшләйбеҙ? (яңы хәреф өйрәнәбеҙ)
  2. Һүрәткә ҡарап һөйләмдәр төҙөү (экранда күл һүрәте)

http://strana.ru/media/images/uploaded/gallery_promo21258812.jpg

-Ниндәй предметтар бар? (күл, өйрәк) Күл ниндәй? (түңәрәк, тоҙло, тәрән) Өйрәк нимә эшләй? (йөҙә) Һөйләм төҙөйбөҙ (Түңәрәк күлдә өйрәк йөҙә) – бер уҡыусы таҡтала һөйләм схемаһын төҙөй.

-Күл тураһында нимә беләһегеҙ?

Башҡортостанда күлдәр бик күп, мәҫәлән Аҫылыкүл, Ҡандракүл. (экранда фотолар күрһәтеү)

Күл һүҙенең моделен төҙөү.

-Был һүҙҙә нисә өн? Нисә һуҙынҡы өн? Был өндөң тамғаһын беләбеҙме? Тимәк, бөгөн дәрестә нимә эшләрбеҙ? (ү) өнө тураһында белербеҙ.

4. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

            1. Күл һүҙенән (ү) өнөн айырып алыу, уға тулы характеристика биреү. Был өндө нисек әйтәбеҙ? Был өндө йырлап, һуҙып әйтеп була, тимәк ул ниндәй? (һуҙынҡы) Нәҙекме, ҡалынмы?

            2. Үү хәрефе менән танышыу

-Был хәреф нимәгә оҡшаған? Ни өсөн улар икәү? (партала ҡәләм, ручкаларҙан хәрефте эшләү) Ниндәй һүҙҙәрҙә ү хәрефе йәшәй? (үгеҙ, бүре, үтек, үлән)

            3. Яҙма хәреф менән танышыу (дәфтәрҙә ҙур һәм бәләкәй хәрефте яҙыу)

5. Ғәмәли эштәр

Дәреслек менән эш.

Дәреслектәрҙе астыҡ, һүрәттәргә ҡарап, схемалар буйынса һүҙҙәр әйтеү. (күс һүҙенең төшөнсәһен аңлатыу), һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү.

6. Рефлексив анализ. Баһалау.

Дәрестә нимә өйрәндек, ул ниндәй өндө белдерә.

Үҙеңдең эшеңде нисек баһалайһың?



Предварительный просмотр:

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

http://madrasah2.ru/wp-content/uploads/2011/08/%D0%BA%D0%B0%D0%BA136.jpg

Маҡсат:1.Исемдәрҙең килеп сығышы, халыҡ тарихы, йырҙары тураһында мәғлүмәт биреү, башҡорт исемдәре менән таныштырыу.

2.Уҡыусыларҙы эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү, сығыш яһарға өйрәтеү, тасуири ятлау күнекмәләрен, һөйләү телмәрҙәрен үҫтереү.

3.Башҡорт исемдәренә, халыҡ йырҙарына  ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: компьютер, проектор, диаграммалар, китаптар күргәҙмәһе, уҡыусыларҙың ижади эштәре.

Сара барышы.

I.Инеш өлөш.”Сәлимәкәй” халыҡ йыры яңғырай.

Уҡытыусы һүҙе. Хәйерле көн, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар. Бына әле һеҙ бик матур халыҡ йырын тыңланығыҙ, уны ишеткәнегеҙ бар инеме? Был йырҙың исемен әйтегеҙ әле.

-“Сәлимәкәй” йыры.

-Эйе, был беҙҙең халҡыбыҙҙың иң матур йырҙарының береһе. Атамаһы кеше исеменән алынған. Был Сәлимә исемле ҡыҙға арналған. Ә ни өсөн был йырҙан башлап ебәрҙек икән кисәбеҙҙе? Эйе, беҙ бөгөн һеҙҙең менән исемдәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Кисәбеҙ “Исемең матур-кемдәр ҡушҡан?” тип атала.

II.”Исемдәр тарихынан”

1.Уҡытыусы.

-Исемең кем?-тип бер-береһенә мөрәжәғәт итәләр кешеләр.

-Исемең нисек?-тип танышалар йәштәр.

-Кем балаһы булаһың? Ниндәй ырыуҙанһың?-тиҙәр ололар.

-Атың  кем?Ҡайһы һыуҙы һыулайһың?-тип һорар булған боронғолар. Бына шулай танышҡандар кешеләр.”Ат”- ул исем тигәнде аңлата, хәҙерге көндә был һүҙ атама, атҡаҙанған тигән һүҙҙәрҙә һаҡланып ҡалған. Атҡаҙанған-исеме билдәле тигәнде белдерә.

Уҡыусылар, һеҙ бер-берегеҙ менән нисек танышаһығыҙ? Ҡайһы һорауҙы бирәһегеҙ? Эйе, күп осраҡта һеҙ “Исемең нисек?”-тип һорайһығыҙ,  ә дөрөҫө “Исемең кем?” булырға тейеш икән. Ә бына исем атау, исемләп өндәшеү ҡайһы осорҙа барлыҡҡа килгән икән? Был турала һеҙгә Гүзәл, Регина һәм Әмир һөйләп китер.

Уҡыусыларҙың сығыштары.

Гүзәл. Мин һеҙгә исемдәр нисек килеп сығыуы хаҡында башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләп китәйем. Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер бабай. Уның яңғыҙ ғына улы булған, ти. Икәүҙән-икәү генә донъя көтөп ятҡанда бабай бик ҡаты ауырып  киткән икән. Үлер сағында улына нимәлер тип әйтергә теләгән, тик ”алп” тип кенә өндәшкән дә үлеп тә киткән, ти. Егет бер ни ҙә аңламай ҡалған, ти. Шунан егет урманға барып үҙенә уҡ-һаҙаҡ, һөңгө эшләп алған да ил гиҙергә сығып киткән, ти. Эй, бара, ти, эй бара. Бына бер саҡ алдына бик матур ҡыҙ килеп сыҡҡан, ти. Егет уны күреп һүҙһеҙ ҡалған икән, ти. ”Эй, егет, һинең исемең кем?” тип һораған ҡыҙ.”Ә исем нимә була ул?”-тип аптыраған егет.” Бына һиңә ата-әсәйең кем тип өндәшә торғайны?”-тип әйткән ҡыҙ. ”Атайым үлер сағында “алп” тип кенә әйтеп өлгөрҙө,”-тигән егет. ”Ярай, улайһа, һинең исемең Алп була инде, Алпбатыр булыр,”-тигән ҡыҙ. Ана шул замандан алып кешеләр бер-береһенә исемләп өндәшә башлағандар,ти.

Әмир. Борон заманда кешеләрҙең исемдәре бөтөнләй икенсе булған. Хәҙерге исемдәрҙән айырылып торғандар. Башҡорт исемдәре лә халҡыбыҙҙың төрлө йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, ышаныуҙарына бәйле булған. Бөтә был исемдәрҙе, ғәҙәттә, өс төркөмгә бүлеп йөрөтәләр:

Тасуири исемдәр.

Ул кешенең ниндәйҙер үҙенсәлеген сағылдырған булырға мөмкин: Миңлебай, Миңһылыу.

Тәбиғәт күренешен күрһәтеүсе: Томансы, Буранбай, Ҡояшбикә.

Төҫтө белдергәндәре: Аҡйән, Күккүҙ: Үләнгә, сәскәгә оҡшатыу: Гөлниса, Сәсәк.

Теләк исемдәр. Бала донъяға килеүе-ҙур ҡыуаныс. Шуға уны һаҡларға теләгәндәр һәм шундай исемдәр ҡушҡандар: Үлмәҫбикә, Теребай.

Ныҡ булһын тип: Тимербулат,Ҡоросбай, Алтынбикә.

Көслө булһын тип, Арыҫлан, Шоңҡар, Бүребай тигәндәр.

Арнау исемдәр. Улар төрлө табыныу йолаларына бәйле: Елкәй, Абыз, Этҡол.

3-сө уҡыусы. Кеше исемдәре телдәге бөтә һүҙҙәр кеүек  йәмғиәттә барлыҡҡа киләләр, йәмғиәттә үҙгәрәләр. Борон барлыҡҡа килгән исемдәр менән хәҙергеләре араһында ҙур айырма бар. Һәр замандың, һәр халыҡтың үҙ исемдәре. Иң борон башҡорттарға дин килеп

ингәс, Фатима, Мөхәммәт, Ғайса, Хәҙисә кеүек исемдәр таралған. Октябрь революцияһынан һуң Рева, Люция, Вилена, Ингел кеүек исемдәр  күбәйгән.

Хәҙер ҙә яңынан-яңы исемдәр уйлап сығарып торалар. Ләкин үҙ халҡыңдың исеме һәйбәтерәк. Башҡорт батырҙарының исемдәрен ҡушыу йышайҙы: Шайморат, Салауат, Кинйә. 

III.”Исем ҡушыу”йолаһы. (Мулла,ата-әсә, сабый бала. 4-се класс уҡыусылары сәхнәләштерә)

Уҡытыусы һүҙе. Балаға исем ҡушыу-яуаплы эш, кеше тыуғас та алған исемен ғүмере буйына йөрөтә. Ата-әсәләрҙең күбеһе исем ҡушыуға бик етди ҡарай, ләкин бөтөнләй уйламай ҡушыусылар ҙа бар. Яңы тыуған сабыйға исем һайлағанда исемдең ҡолаҡҡа ятышлы, яңғырашы-аһәңле, башҡортса һәм русса әйтелеше һәм яҙылышы  уңайлы, яҡшы мәғәнәле булырға тейешлеген иҫәпкә алырға кәрәк.

IV.Уҡыусыларҙың сығышы. Ижади эштәре менән таныштыралар: үҙҙәренең исемдәре нимә аңлата, ниндәй телдән ингән, кем ҡушҡан. Был исемгә йәки үҙҙәренә арнап ниндәй шиғырҙар ижад иткәндәр – уҡып ишеттерәләр.

Айгөл: Минең исемем менән аталған йыр ҙа бар. Уны “Дәрүишхан” төркөмө башҡара. Беҙ Әлиә менән шул йырҙы һеҙгә йырлап ишеттергебеҙ килә.

“Айгөлөм” йырын башҡаралар.

V.”Беҙҙең мәктәптә ниндәй исемдәр  күп?”

4-се уҡыусы. Айһылыу. Беҙ беренсе кластан алып дүртенсе класҡа тиклемге уҡыусыларҙ  ың исемдәрен тикшереп сыҡтыҡ.Ҡайһы телдән ингән исемдәр күп икәнен асыҡланыҡ. Диаграммалар төҙөнөк. Малайҙарҙың исемдәре:

Иң күбе ғәрәп теленән ингән: 74%, Инсаф, Ғәзинур, Мансур, Сафуан һ.б.

Фарсы теленән: Азат, Динар.-1%

Башҡорт теленән: Айҙар, Айнур,Иштуған, Иҙел һ.б.-24%

Рус һәм башҡа ситтелдән ингән исемдәр ҙә бар: Айрат,-1%

Ҡыҙҙар исемдәре: Фарсы теленән-45%

Ғәрәп теленән: 20%

Башҡорт –12%

Башҡа телдәрҙән-23%

Дөйөм алғанда, Ғәрәп исемдәре-35%

Фарсы-26%

Ьашҡорт-24%

Башҡа телдәрҙән-15%

Малайҙар араһында иң таралған исемдәр-Динар, Ильяс, Даян.

Ҡыҙҙар араһында иң таралған исемдәр- Айгөл, Лилиә, Диана.

VI.Уҡытыусы.Башҡорт халҡының күп кенә йырҙары кемгәлер арналған,кеше исемдәре менән аталып йөрөтөлә. Йыр тыңлау: ”Буранбай”, ”Салауат”. Ә хәҙер уҡыусылар, ярышып алайыҡ:

кем кеше исеме менән аталған башҡорт халыҡ йырҙарын белә?

Кем заманса йырҙар күп  белә икән?

“Салауат”йырын йырлау. Малайҙар башҡара.

VII.Әҙәбиәттә кеше исемдәре менән аталған әҫәрҙәр бармы?

С.Злобин ”Салауат Юлаев” романы,

Ғ.Ибраһимов ”Кинйә”, Б.Рафиҡов ”Ҡараһаҡал” һ.б.

Ә бына шағир Ш.Бабич “Исемдәр баҡсаһында“ тигән шиғырҙар яҙған.

   4 а класы уҡыусылары таныштырып үтһендәр әле.

Амалия, Әлфиә, Гүзәл һәм Ләйлә арналған шиғырҙарҙы тасуири ятлайҙар.

VIII.Тимәк, уҡыусылар, беҙ бөгөн кеше исемдәре, уларҙың килеп сығышы, исем ҡушыу йолаһы менән таныштыҡ. Әҙәбиәттә лә, сәнғәттә лә кеше исеме менән аталған бик матур әҫәрҙәр бар икәнен белдек. Ә хәҙер ошо темаға уйындар уйнап алайыҡ әле.

IX.Күңелле уйындар.

1.Ике командаға бүленеп исемдәр уйларға. Ҡыҙҙарға Ил –дан малайҙар исеме, малайҙарға Гөл-дән ҡыҙҙар исемдәре яҙырға.

2.Ике командаға ла   бер үк кроссворд бирелә. Кем тиҙерәк?

3.”Аҙым һайын бер исем”-билдәләнгән ерҙән алып күрһәтелгән урынғаса аҙым һайын берәр исем әйтеп барып етергә. Исемдәр ҡабатланмаҫҡа тейеш.

4.Алып барыусы әйткән хәрефкә башланған исемле кешеләр тора.Тиҙлек, отҡорлоҡ.

5.”Наза”уйыны.

Уҡытыусы.Балалар,бөгөн беҙ һеҙҙең менән бик матур итеп белем дә, ял да итеп алдыҡ. Һәр ерҙә, һәр эштә шулай, исемегеҙгә тап төшөрмәй, әүҙем, тырыш булып йөрөгөҙ.Уҡыуҙа ла, ялда ла уңыштар һеҙгә!



Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

                           Тема:     Й хәрефе (йомғаҡлау)

(башҡорт теленән дәрес өлгөһө)

 Класс: 2 А

Үткәрҙе: Ниғәмәтуллина Л.Р.

Маҡсат:

й хәрефенең һүҙҙәрҙә яҙылышын ҡабатлау; яҙыу һәм һөйләү телмәр күнекмәләрен үҫтереү; алғыштар тураһында төшөнсә аңлатыу; уларҙың әһәмиәтен, бөгөнгө тормошта ҡулланыу мөмкинлеген аңлатыу; уҡыусыларҙа бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәт, иғтибарлылыҡ, ярҙамсылыҡ тәрбиәләү.

Йыһазлау:

таҡтала: предмет, билдә, хәрәкәт һүҙҙәренең схема-моделдәре; йо, йы, йү, йә, йө, йе ҡушымсалары яҙылған плакат, алғыш һүҙе яҙылған плакат.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле.
  • шиғыр һөйләү
  • дежур уҡыусының отчеты
  1. Уҡыусыларҙың психологик яҡтан әҙерләү.

-Бер-беребеҙгә ҡараныҡ, йылмайҙыҡ, бер-беребеҙгә һәр саҡ мәрхәмәтле, ярҙамсыл булайыҡ. Ә дәресте яҡшы кәйеф менән башлайыҡ.

3. Дәрестең маҡсаттарын әйтеү.

-Уҡыусылар, таҡтаға ҡарағыҙ ҙа бөгөн дәрестә нимәләр эшләйәсәгебеҙҙе прогнозлап ҡарайыҡ.

-Эйе, бөгөн дәрестә й хәрефенең һүҙҙәрҙә яҙылышын ҡабатлап үтәбеҙ, яңы һүҙҙәр тупларбыҙ, матур һөйләмдәр төҙөп, телмәребеҙҙе байытырбыҙ, шулай уҡ яңы белемдәр ҙә алырбыҙ.

4. Өй эшен тикшереү (дәфтәрҙәрҙе йыйыу)

5. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

-Беҙҙең белеүебеҙсә, й хәрефе ул бик хәйләкәр хәреф. Ул бөтә һуҙынҡы өн белдергән хәрефтәр менән дуҫ түгел. Әйҙәгеҙ, иҫкә төшөрәйек, ниндәй хәрефтәр янында й хәрефе йәнәшә тормай. Әкиәттәрҙе барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Хәҙер беҙгә Азалия әкиәт һөйләй.

Бер ваҡыт й хәрефе үҙенә дуҫтар эҙләргә сыҡҡан. Бара торғас, бер өйгә тап булған. Өйҙә һуҙынҡы өндө белдергән хәрефтәр йәшәй ти! Ул күҙенә күренгән бөтә хәрефте лә ҡунаҡҡа саҡырған, ә өйҙөң түбәһендә ултырған а, у хәрефтәрҙе күрмәгән. Ҡыйыҡта баҫып торғани хәрефен үҙенең күләгәһе тип уйлаған. Саҡырылған хәрефтәр бөтәһе лә уға ҡунаҡҡа киткән. Шул саҡ ашыҡҡанға күрә, э хәрефе абынып йығыла һәм е-гә оҡшап ҡала. Ҡунаҡтар й хәрефе менән дуҫлашып, бергә ижектәр төҙөй: йо, йө, йә, йү, йы, йе.

Тимәк, беҙ уларҙың дуҫлығын иҫбатлап күнегеүҙәр башҡарасаҡбыҙ.

Ял минуты.

  1. Төп өлөш.
  1. матур яҙыу минуты

йола һүҙен яҙыу

-Ниндәй йолалар беләһегеҙ?

Алғыш әйтеү йолаһы менән танышыу.

Алғыш – берәй эш эшләгәндә, йола башҡарғанда кешеләргә әйтелгән изге теләк. Алғыш әйтеү – изге теләк теләү тигән һүҙ.

Яңы кейем кейгән кешенән: “Ҡайҙан алдың, хаҡы күпме” тип һорау матур түгел, ә ысын күңелдән:

Күлдәгең ҡотло булһын,

Йылы тәнеңдә туҙһын!  – тип алғышлау – ул йола һаҡлау, әҙәплелек.

Өй ҡотлағанда:

-Өйөгөҙ ҡотло булһын!

Имен йәшәргә яҙһын!

-Рәхмәт! Әйткәнең килһен! – тип әйтәләр.

(Диалог төшөнсәһен иҫкә төшөрөү)

Һуғым алдынан:

-Һуғым һимеҙ булһын,

Ите татлы булһын,

йөҙөң яҡты булһын! –

-Бергә-бергә ашарға яҙһын! – тип яуаплағандар.

Шулай итеп, алғыш әйтеү – башҡаларҙың күңелен күтәреү, дәртләндереү, аралашыуҙы еңеләйтеү, кешеләргә иғтибарлы булыу ул. Алғышлау – бер-береңә яҡшы мөнәсәбәтле булыу, изге теләк ул.

-Алғыштарҙы уҡыу, береһен дәфтәргә яҙыу.

2) й хәрефенә предмет, билдә, хәрәкәт-һүҙҙәр туплау.

-парлап эшләү

-таҡтала яҙыу

-һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү

-бер һөйләмде дәфтәргә яҙыу  

3) китап менән эш

220-се күнегеү – уҡыу;

һүҙлек эше: аңғармаҫтан, белмәмеш, гәйеп, ярҙы.

-Был күнегеүгә ниндәй мәҡәл тура килә? (Хаталаныу ғәйеп түгел, хатаны танымау ғәйеп)

-Ә һеҙ тағы ла ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

Күнегеүҙең беренсе һөйләмен дәфтәргә яҙыу:

Йәмилә аңғармаҫтан бер сынаяҡты ярҙы. (эйә, хәбәрен табыу)

-Был һөйләмдә ниндәй орфограммалар бар?

5. Йомғаҡлау.

-Дәрестә беҙ нимәләрҙе ҡабатлап үттек? ниндәй яңы белемдәр алдыҡ?

6. Өй эше: 223-сө  күнегеү – мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатырға.



Предварительный просмотр:

НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ

БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

Һуғыш михнәттәрен күргән балалар…

(дәрес өлгөһө)

Башҡарҙы: Ғарипова Г.Р.,

башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Нефтекама, 2014

БАШКИРСКАЯ ГИМНАЗИЯ

ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД НЕФТЕКАМСК

Дети военных лет…

(разработка урока)

Выполнила: Гарипова Г.Р.,

учитель башкирского

языка и литературы.  

Нефтекамск, 2014

Класс: 4

Предмет: башҡорт әҙәбиәте

Тема: Һуғыш михнәттәрен күргән балалар. ( М.Кәрим. “Беҙҙең өйҙөң йәме”. “Ҡайт инде, атай, ҡайт!” )

Маҡсат: М.Кәрим  тормошо һәм ижады менән яҡыныраҡ таныштырыу; аңлы, йүгерек уҡыу күнекмәләрен үҫтереү; иғтибар, хәтер, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү; һүҙ байлыҡтарын арттырыу; уҡыусыларҙа илебеҙҙең тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты, китаптары күргәҙмәһе.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Психологик комфорт булдырыу

Һаумыһығыҙ, балалар.Ниндәй матур көн бөгөн. Кәйефегеҙ нисек? (Слайдта “йылмайлиҡтар” менән танышыу) Ниндәй тойғолар тыуҙыра? Күршегеҙгә ҡарап йылмайығыҙ һәм эстән генә уға дәрестә уңыштар теләгеҙ.

Дәрескә әҙерлекте баһалау.

Уңыш ситуацияһын ойоштороу

Өйгә эште тикшереү, уңышлы яҡтарҙы билдәләү, баһалау.

Артикуляцион гимнастика. Тизәйткестәр өҫтөндә эшләү

Телмәрҙе дәрескә әҙерләү.

 “Интеллектуаль ҡаршылыҡ”  ситуацияһын тыуҙырыу.

Слайдта һеҙгә таныш булған шиғыр юлдары. Был шиғыр юлдарының авторы кем?

           Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

          Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.

          Тәү башлап мәктәп ишеген

          Үрелеп асҡан көнөм.

Бөгөнгө дәрестең темаһын билдәләргә.

Анализлау, тулы яуаптар менән һөйләй белеү.

Дәрестең темаһын, планын күҙаллау.

 Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

  1. М.Кәрим тураһында нимә беләһегеҙ? Ниндәй шиғырҙарын уҡынығыҙ? Уны ниндәй кеше итеп күрәһегеҙ? Һөйләгеҙ. (Слайдта М.Кәримдең биографияһы)
  2. Төркөмдәрҙә мини-тикшереү эше. Бирем: уҡыясаҡ әҫәрҙең исеменә таянып уның йөкмәткеһен асыҡлағыҙ.

  1. Ял минуты.
  2. Әҫәр өҫтөндә эш.

Һүҙлек эше.

1-се бүлекте уҡытыусы уҡый. Балаларҙың  уҡығанды аңлауҙарын тикшереү.

Уҡыусыларҙың тасуири уҡыуы. Һайланма уҡыу.

Һүҙ менән һүрәтләү.

Әҫәргә ниндәй һүрәт төшөрөр инегеҙ? Китапта бирелгән һүрәт менән танышыу, әҫәрҙең ҡайһы өлөшөнә тура килеүен асыҡлау.

Һорауҙарға яуап биреү.

Автобиографик әҫәр төшөнсәһен асыҡлау.

Сәләмләйбеҙ һауаны,

Именлек булһын өсөн.

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы,

Именлек булһын өсөн.

Төркөмдә аңлашылмаған10 һүҙҙе яҙып алырға. Эштәр менән алышыу, һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлау. Төркөмдә эшләү.

Һорауҙарға  тулы яуап биреү, үҙҙәренең кисерештәрен менән бүлешеү.

Тулы яуап биреү.

Ғәмәли эштәр

Төркөмдәрҙә эш.

1-се төркөм. Ни өсөн автор әҫәргә шундай исем биргән?

2-се төркөм. Автор төп геройҙарҙы ниндәй һүҙҙәр менән анализлай?

3-сө төркөм. Һеҙҙеңсә, автор ниндәй фекер еткерергә уйлаған?

Эштәрҙе яҡлау.

Рефлексив анализ. Баһалау.

Бөгөн дәрестә беҙ нимә эшләй алдыҡ? Бөгөнгө осрашыу нимә менән иҫегеҙҙә ҡалыр?

Кем үҙе өсөн яңылыҡ асты?

Өй эше дифференциаль бирелә.  

  1. Йәмил исеменән атаһына хат яҙырға.
  2. Өлкәндәрҙән һуғыш тураһында мәғлүмәт йыйыу.

Баһалау.

Тулы яуап биреү.

“Уңыш экран”ын тултырырыу.

Нимә белә инем

Ниндәй яңылыҡтар белдем

Үҙемде нисәгә баһаланым.



Предварительный просмотр:

3-сө  класс. Йомғаҡлау дәресе.

Уҡытыусылар эшмәкәрлеге

Уҡыусы  эшмәкәрлеге

1.Психологик комфорт булдырыу

-Хәйерле иртә, балалар.

Бөгөнгө дәресте теләк теләүҙән башлайыҡ. Тотоноштоҡ, бер-берегеҙгә ҡарап йылмайыштыҡ, яҡшы теләктәр әйтәйек. Таҡтаға иғтибар итегеҙ. Әйҙәгеҙ, хор менән уҡыйыҡ.

Һаумыһығыҙ, балалар!

Хәйерле иртә,

Имен булһын көнөгөҙ!

Һәйбәт булһын кәйефтәрегеҙ!

Көр булһын күңелегеҙ!

Балалар хор менән уҡып сыға.

Дуҫына рәхмәт тойғоһо белдереү, парталаш дуҫыңа  уңыштар теләп, дәрестә дәртләнеп эшләүгә ынтылыш алыу.

2. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу ситуацияһы

Һығымта

Тимәк, беҙ дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырға тейешбеҙ?

Нимә эшләрбеҙ икән?

Хәтерҙәрен, иғтибарлы тыңлау күнекмәләрен үҫтереү.

Һығымта

3. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

1. “Һүҙҙәр яһа” уйыны. Карточкалағы төрлө ижектәрҙән ҡылымдар яһау.

Аш, ҡул, яулыҡ, мең, яҡ, япраҡ, көн

- Ниндәй һүҙҙәр барлыҡҡа килде?

- Уларҙы ниндәй ҡағиҙәгә таянып төҙөнөк?

2.Төркөмләп тикшереү эше.

Беренсе төркөм: ҡушма һүҙҙәрҙең яһалышын аңлытырға, ике тамыр ҡушып яһалған һүҙҙәрҙең миҫалын килтерергә.

Икенсе төркөм: ь,ъ билдәләре ҡушма һүҙҙәрҙе ҡасан яҙыла?һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр.

Өсөнсө төркөм:таҡтала бирелгән ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙырға.

Һығымта

-Әйҙәгеҙ, үҙегеҙ иҫбатлағанды йомғаҡлап ҡуяйыҡ. Шулай итеп, ҡушма һүҙҙәр тураһында нимә әйтә алабыҙ?

Хәтерҙәрен, иғтибарлы тыңлау күнекмәләрен үҫтереү.

Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп эшләргә өйрәнеү, һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен үҫтереү. Ижади һәләтен үҫтереү.

Һығымта

 Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп эшләргә өйрәнеү, һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен үҫтереү.

4. Ғәмәли эштәр

1. Текст өҫтөндә эш.

Баш һәм  эйәрсән киҫәктәрен табыу, аҫтына һыҙыу.

Һығымта

Шулай итеп, һөйләм киҫәктәре ниндәй була?

2. Әңгәмә. Мәҡәлдәрҙең бөтәһенә лә ниндәй исем биреп була? Нимә тураһында улар? Оҡшаған мәҡәлде файҙаланып, үҙ фекерегеҙҙе ҡыҫҡаса әйтеп китегеҙ.

Ял минуты

3. Дәфтәрҙә эш.Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙгә фонетик анализ эшләргә

Тикшереү. Дөрөҫ һәм матур итеп яҙылған дәфтәрҙе документ камера ярҙамында күрһәтеү.

Һығымта

4.Төркөмдә эшләү

Һүрәттәрҙе ҡарағыҙ. Балалар нимә эшләй? Әйҙәгеҙ, уларға исем бирәйек.

Бирелгән схемаға ярашлы диалогты тулыландырырға.

-Һаумы, …..

- …..,….

- Хәлдәрең нисек?

-……..

5. Парлап эшләү

Һеҙҙең иғтибарығыҙға төрлө һүрәттәр бирелгән. Уларға таянып диалог төҙөгөҙ.

Тикшереү

Диалог телмәрҙең ниндәй төрөнә инә?

Схеманы тулыландырайыҡ.

Телмәр

яҙма

һөйләү

эске

Диалог, уйлау, мимика, дәфтәрҙә эш, телефондан  һөйләшеү, инша, телевизор ҡарау

Һығымта

Мин дәресте теләктән башлаған инем. Хәҙер һеҙ ҙә тиҙ генә төркөмдәргә бүленеп, берәр теләк уйлап, ошо ҡағыҙҙарға яҙырға кәрәк буласаҡ.

Парлап эшләү, һөйләм киҫәктәрҙе табыу.

Һығымта

Баш һәм эйәрсән киҫәктәргә, баш киҫәктәр төп мәғәнәне белдерә, эйәрсән киҫәктәр һөйләмде тулыландыра

Тәнде ял иттереү.Физик күнекмәләрҙең кеше һаулығына ыңғай йоғонто яһауын төшөнөү.

Күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү, уҡыу күнекмәләрен нығытыу, тейешле интонация менән уҡырға өйрәнеү,

Һығымта

Бер-береңде тыңларға, иптәшеңдең яуаптарын тулыландырырға өйрәнеү.

Төркөмдәрҙә кәңәшләшеп эшләргә өйрәнеү, һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен үҫтереү. Ижади һәләтен үҫтереү.

Һығымта

Фекерҙәрен иҫбатларға өйрәтеү. Үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт тәрбиәләү.

5. Рефлексив анализ.

Беҙ бөгөн дәрестә мин нимәне ҡабатланым? тулыландырҙым

Мин …….ҡабатланым.

Мин ……….белдем, эшләнем!

Дәрестә эшләгән эштәрен анализлау, баһалау. Үҙ хеҙмәтеңдең кәрәклеген тойоу, эшләгәнеңдән ләззәт алыу тойғоһо тәрбиәләү.

6. Баһалау. Өй эше.

Эшегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ? Алдығыҙҙа ятҡан йәшел (бар нимә лә аңлашылды), һары (яуап бирә алмаған бер нисә һорау ҡалды), ҡыҙыл (бөгөнгө  тема минең өсөн ауыр булды, өйҙә был теманы тағы ла ҡарап сығырға кәрәк буласаҡ) түңәрәктәр менән баһалағыҙ.

Өй эше.

Эшләгән эшеңде ғәҙел баһаларға өйрәнеү.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

М.Кәримдең “Оҙон- оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә "Аҡйондоҙ” бүлегендә мөхәббәт концепцияһы

Слайд 2

1. “Оҙон оҙаҡ бала саҡ” әҫәренең “Аҡйондоҙ” бүлеген анализлау. Идея- тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға характеристика биреү. 2. Уҡыусыларҙың һөйләм телмәрен үҫтереү, уйланырға,фекерләргә өйрәтеү,һүҙлек байлығын арттырыу. 3. Бөйөк әҙибебеҙҙең ижады менән ғорурланыу тойғоһо, мөхәббәткә ихтирам тәрбиәләү. Маҡсат.

Слайд 3

1. Нимәгәлер ҡарата булған бер- береһенә бәйләнешле һәм мөнәсәбәтле ҡараштар системаһы. 2. Ижад эшендәге, әҫәрҙәге төп фекер, төп идея. Концепция

Слайд 4

“ Түбән остан тулҡын-тулҡын булып гармун моңо ағылып килде. Башта ул кемгәлер йомшаҡ ҡына, яғымлы ғына һуҙып өндәшкәндәй булды,унан һуң ярһып- ярһып эс серҙәрен һөйләргә кереште, бара торғас, нимәлер инәлергә,ялбарырға,үтенергә тотондо,аҙаҡ килеп, үкереп илап ебәрҙе, ҡапыл тынды ла быуылып- быуылып үкһеп алды.Юҡ, гармун үҙ йәшенән үҙе сәсәмәне.Ул саҡ ҡына тын алды ла, ашҡынып- ашҡынып һайрап, ғәләмгә үҙенең буласаҡ шатлыҡтарын, өмөттәрен, күкрәгенә һыймаҫ дәрттәрен һибә башланы.Был моң ағышын мин инде ишетеп кенә түгел,хатта күрәм дә төҫлө. Ул ағыш, нурҙар сәсә-сәсә, Түбән остан Юғары осҡа һуҙыла”.

Слайд 5

“ Оҙон – оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса ҡуйылған “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” спектакленән өҙөк. Режиссеры А. Абушахманов, ролдәрҙә: Мәрәһим – А.Ғафаров, Аҡйондоҙ- С.Буранбаева. (видеояҙма)

Слайд 6

Кластер Мөхәббәт көрәш тормош бәхет көс өмөт тоғоролоҡ матурлыҡ ышаныс

Слайд 7

1. Мөхәббәт. 2. Бәхетле,ышаныслы. 3. Хисләндерә,һоҡландыра, байыта. 4. Доньяла иң изге тойғо. 5. Йөрәк, күңел, тойғо, шатлыҡ, йәшлек,мөғжизә Синквейн

Слайд 8

Мөхәббәт- ул мәңгелек. Йөрәгендә хис- тойғолар йөрөткән кеше насарлыҡ эшләй алмай. Бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп, хатта әжәлдән дә өҫтөн булырға тейеш. Мөхәббәт йәшәүгә дәрт, көс, ышаныс, таяныс, өмөт биреүсе изге тойғо. Мөхәббәт- ул.....

Слайд 9

Һауалағы бөркөт һымаҡ Ғорур инем. Йәш инем. Бар доньяға баш бирмәнем, Мөхәббәткә баш эйҙем. Тик бөгөлмәҫ билем Хатта Пәйғәмбәр Мөхәммәткә, Нескә талдай бөгөлә ул Һаман шул Мөхәббәткә. Әммә әжәл ҡаршыһында Теҙләнергә самам юҡ. Шул уҡ Мөхәббәт алдында Теҙләнермен- сарам юҡ!

Слайд 10

Мостай Кәрим мөхәббәт алдында ғүмере буйы баш эйҙе,мөхәббәт уға көс бирҙе, мөхәббәттән илһамланып ижад итте. Шуға ла уның әҫәрҙәрендә иң иҫтә ҡалғандары мөхәббәт геройҙары. Аҡйондоҙ менән Мәрәһим, Зөбәржәт менән Аҡйегет, Мария Тереза менән Любомир Зух. Улар менән бергә уттарҙа янды, көйҙө, хисләнде. Мөхәббәт Мостайҙы үлемһеҙ итте,исемен алтын хәрефтәр менән әҙәбиәт тарихына яҙҙы.

Слайд 11

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!