Башҡорт теле 1 клас

Гарипова Шаура Исрафиловна

Предварительный просмотр:

4-се дәрес. Үткәреү ваҡыты   -------------------------

Дәрестең темаһы. Тартынҡы өндәр һәм хәрефтәр.

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

        Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: парлашып эшләү процесында парталашыңа  ярҙам итеү, уның эшен, фекерен күтәрешеү; үҙеңдең үтәгән эшеңә күршеңдең иғтибарын йәлеп итеү, уның баһаһын ишетеү һәм төшөнөү.

        Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: тартынҡыларға хас сифаттарҙы айыра белеү, уларҙы төркөмләү; тартынҡыларҙы һыҙма, символдар ярҙамында сағылдырыу һәм уларға таянып һөйләй белеү; дәфтәреңдә башҡарған эштең дөрөҫлөгөн һәм матур яҙылышын баһалау (дәфтәр поляһын ҡулланып; баһалау бағанаһын һ.б.)

        Предмет өлкәһендәге үҫеш: тартынҡы өндәр һәм хәрефтәр айырмаһын аныҡлау, уларҙы төҫлө фишкалар ярҙамында дәфтәргә төшөрөү (нәҙек-ҡалын әйтелешле өндәр), таблицаға төркөмләп урынлаштырыу һ.б.

        “Эш дәфтәре” менән эш. Ҡул суҡтарын үҫтереүгә эш (6-сы бит): бм, вә, дә, ди ижектәрен матур яҙыу. Уны “матур яҙыу”, “дөрөҫ яҙыу” критерийҙарына ярашлы баһалау.

        1-се эш. Эштең шарты менән танышыу. Уны үтәү тәртибен ниәтләү.

Бирелгән тартынҡы хәрефтәрҙе дөрөҫ итеп атау ([бы] ,[ды], [ҙы] ,[пы] һ.б.), тартынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтеү ([б], [д], [ҙ], [п] һ.б.).

        Тартынҡы хәрефтәрҙе (өндәрҙе) ике төркөмгә айырыу.

1-се төркөм: б, д, з, ҙ һәм 2-се төркөм: п, т, с, ҫ. Төркөмдәргә бүлеү критерийын асыҡлау. Яңғырау-һаңғырау тартынҡы өндәргә ҡарата төҫлө фишкалар төшөрөү.

        Һығымта: 1) бирелгән хәрефтәр (б-п, д-т, з-с, ҙ-ҫ) барыһы ла тартынҡылар; 2) улар яңғырау ([б],[д],[з],[ҙ), йәки һаңғырау [п], [т],[с], [ҫ]) тартынҡы өндәрҙең хәреф-тамғалары.

        “Эш дәфтәрен”дә эш (7-се бит). 1-се бирем. Дүрт төрлө тартынҡылар яңғырау тартынҡыларҙан торған төркөмдө тамғалау (д, г, ж, ғ).

        2-се эш.  Һүҙҙе ижеккә бүлеү эҙмә-эҙлеген асыҡлау:

 һүҙҙе әйтеү һәм ишетеү, төрлө ысулдар ҡулланып, уны ижеккә бүлеп әйтеү (ҡул сабыу, ручка менән партаға һуғыу, аяҡ менән иҙәнгә һуғыу, бармаҡтарҙы иҙәнгә ҡуйыу һ.б.).

 һүҙҙең һәр ижеген атау: себеш, се-беш, се – 1-се ижек, беш - 2-се ижек һ.б.

        Һығымта: һүҙҙә нисә һуҙынҡы булһа, унда шуныса ижек.

        Бирелгән һүрәттәрҙә төшөрөлгән предметтарҙы сағыштырыу. Уларҙы бер һүҙ менән дөйөмләштереп әйтеү өсөн ниндәй предметтың (хайуан, ҡоштоң) артыҡ булыуын асыҡлау: себеш, тауыҡ, өйрәк – ҡоштар, улар күпселек, ә тейен – берәү, тимәк, артыҡ предмет - тейен.

        3-сө эш. Тартынҡылар таблицаһын өйрәнеү. Ундағы график-символ тәғлимәтте ҡулланып, тартынҡылар тураһында һөйләү, һығымта яһау.

Һығымта. Таблицаға өс төркөм тартынҡылары урынлаштырылған: 1) яңғырау-һаңғырау парлы тартынҡылар: б-п, в-ф, г-к, ғ-ҡ, д-т, ҙ-ҫ, ж-ш;

2) парһыҙ яңғырау тартынҡылар (сонор): й, л,м,н, ң, р; 3) парһыҙ яңғырау тартынҡылар: х,һ.

        Таблицаға ниндәй тартынҡылар индерелгән? Ошо һорауға яуап эҙләү. Ц, ч, щ тартынҡылары тураһында һөйләшеү. Боронғо башҡорт телендә ц хәрефле һүҙҙәр булыуы. Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр (ц, щ хәрефтәренә). Бындай һүҙҙәрҙе өйрәнеүҙе киләһе класҡа ниәтләү.

        “Эш дәфтәре”ндә эш. Тартынҡы тураһында белгәндәрҙе тикшереү (тест). Дөрөҫ яуапты тамғалау(себеш, тауыҡ, ҡаҙ, тейен)

        4-се эш. “Февраль” тексын күсереп яҙыу. Уны “матур яҙыу”, “дөрөҫ каллиграфик почерк менән яҙыу” критерийҙары буйынса баһалау. Цукерман “Баһалау бағанаһы”нда яҙыуҙы баһалау.

        5-се эш. Сәскә” таждарында бирелгән ижектәрҙән һүҙҙәр төҙөү һәм яҙыу. Был һүҙҙәргә ҡарата эш биремдәре уйлау.

        6-сы эш. “Март” тексын уҡыу. Һөйләмдең төшөп ҡалған һүҙен асыҡлау. Ул һүҙгә характеристика.

        Дәрес аҙағында эшләнгән эштәргә байҡау яһау:

        Дәрестә һәм “Эш дәфтәре”ндә бирелгән эштәргә күҙ һалыу. Иң еңел үтәлгән эштәрҙе билдәләү. Ауырҙарына етди иғтибар бүлеү. Ябай ҡәләм менән дәфтәр поляһында “ауыр” урынға тамға һалыу.

        Дәрестәге үҙ эшмәкәрлегеңде анализлау, баһалау.



Предварительный просмотр:

9-сы дәрес.       Үткәреү ваҡыты: -----------------------------

Дәрестең темаһы.Баш хәреф. Исем-фамилияларҙың яҙылышы.

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

        Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: тыуған республиканың данлыҡлы кешеләрен белеү. Уларға ихтирам тәрбиәләү.

        Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: шәхестәр менән ҡыҙыҡһыныу. Улар тураһында мәғлүмәт туплау һәм һөйләә белеү. Башҡарылған эш буйынса һығымта яһарға өйрәнеү. Эште күнегеүҙең шартына ярашлы аҙымлап эҙмә-эҙлекле үтәү. Үҙеңде борсоған һорауға яуап эҙләү һәм ул турала мәғлүмәт туплау тураһында һорау бирергә күнегеү.

        Предмет өлкәһендәге үҫеш: шәхестәр тураһында мәғлүмәтле булыу. Уларҙың исем-шәрифтәрен дөрөҫ яҙыу. Яҡындарыңдың исемдәрен яҙырға өйрәнеү.

        “Эш дәфтәре”ндә эш. Матур яҙыу минутлығы. Юлай, Кәрим һүҙҙәрен яҙыу. Парталашың менән бер-береңдең эшен Цукерман бағанаһында баһалау.

        1-се эш. Бирелгән һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын аңлатыу. Уҡыусыларҙың билдәле шәхестәр С. Юлаев, М. Кәрим, А. Пушкин тураһында нимәлер белергә теләүҙәре менән ҡыҙыҡһыныу. Балаларҙы мәғлүмәт алыу маҡсатында улар тураһында һорауҙар төҙөргә өйрәтеү.

        “Эш дәфтәре”ндә (14-се бит) эш. Фотоһүрәт урынына кеше исеме ҡуйып, бирелгән һөйләмде күсереп яҙыу (Был ҡыҙҙың исеме Баныу. Күршелә Сәлим исемле малай йәшәй һ.б.)

        2-се эш. Тексты уҡыу. Һәр һөйләмдән баш хәреф менән яҙылған һүҙҙәрҙе табып уҡыу. Уларҙың яҙылышын аңлатыу. Бирелгән шәхестәр тураһында белгәндәрең менән уртаҡлашыу.

        “Эш дәфтәре”ндә эш (15-се бит). Һүрәтте ҡулланып, бирелгән һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу(Һөйләмгә автобуста ултырған кешеләрҙең исемен өҫтәп яҙыу): Шофер Шәһит ағай. Пассажирҙар: Әминә, Зәбир, Таһир, Ишбай, Тәнзилә һ.б.

        Эшләнгән эште баһалау ( Дәфтәр поляһына балдар ҡуйыу: биш дөрөҫ яҙылған кеше исеме – 5 балл).

        3-сө эш. Сюжетлы һүрәттәрҙе ҡулланып телдән матур һөйләмдәр төҙөү. Һөйләмдән бәйләнешле текст төҙөү. Тексҡа исем ҡушыу.

        Ҡулланыу өсөн һүҙҙәр: ябалаҡлы, елбәҙәк ҡарҙар, ҡар өйҙө, ҡарҙан таҙартты, каток ялтырап китте.

        “Эш дәфтәре”ндә (15-се бит)  бирелгән һөйләмдәргә яҡындарыңдың (ҡартатайыңдың, ҡарсәйеңдең, үҙеңдең) исемдәрен ҡуйып яҙыу. Орфограмма аҫтына һыҙыу. Яҡындарыңдың исемен, атаһының исемен, фамилияһын атай белеү кәрәклеген төшөнөү.

        4-се эш. Билдәле шәхестәрҙең исем-фамилияларын уҡыу. Улар тураһында диалог ҡороу. Мәғлүмәт алыу маҡсатында һорауҙар төҙөү. Уларҙы бер-береңә һәм уҡытыусыға биреү. Һорауға яуапты тыңлау. Яуап өсөн рәхмәт әйтергә күнегеү.

        Һығымта яһарға өйрәнеү. Кешенең исем-фамилияларының дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләһен төҙөү: Кеше фамилияһы, исеме, атаһының исеме баш хәрефтән яҙыла: Шәкирова Кәримә Ғәли ҡыҙы.

        “Эш дәфтәре”ндә (15-се бит) эш. Бирелгән һүрәтте ҡулланып, туңдырмаға сиратҡа баҫҡан балаларға исемдәр ҡушыу. Уларҙы ҡулланып бирелгән һөйләмдәрҙе тулыландырып яҙыу: Мәҙинә туңдырма ала. Уның артында Зәйнәп тора.Һ.б.

        Эште тамамлағас, дәфтәр поляһында уның дөрөҫлөгөн тикшереп, балдар ҡуйыу.

        Дәресте йомғаҡлау. Балаларҙың уҡыу эшмәкәрлеген баһалау.



Предварительный просмотр:

10-сы дәрес. Үткәреү ваҡыты: -----------------------------------

Дәрестең темаһы. Хайуан ҡушаматтары.

Дәрес төрө. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: хайуандар тураһында хәстәрлек күрергә, уларға иғтибарлы булырға өйрәнеү; кеше-хайуан-тәбиғәт араһындағы бәйләнеш менән ҡыҙыҡһыныу; экология ҡанундарына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: хайуандарҙың тышҡы ҡиәфәттәренә ярашлы ҡушаматтар уйлап сығарыу; уларҙың ҡылыҡ-фиғелдәрен сағылдырған ҡушаматтар тағыу тураһында фекер йөрөтөү. Үҙең уйлағаныңды тартынмайынса бәйән итергә күнегеү, үҙ фекереңде башҡалар төшөнөрлөк итеп, ҡыҫҡа һәм аныҡ итеп әйтергә өйрәнеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: хайуан ҡушаматтарын белеү; уларҙы дөрөҫ  яҙырға күнегеү; һүрәттең сюжетына ярашлы бәләкәй хикәйә йәки һөйләшеү ҡорорға өйрәнеү.

1-се эш.Эште уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу маҡсатында ҡулланыу. Эштең шартын өйрәнеү. Уны анализлау. Балаларҙың белемдәрен актуалләштереү.

Аа, Әә хәрефтәрен өйрәнгәндә “Әлифба” дәресендә (дәреслектең  -се бите), шул хәрефтәр менән башланған кеше исемдәрен

А

а

Ә

ә

уҡырға өйрәнгәйнек. Ул дәрестәрҙә кеше исемдәрен яҙырға өйрәнгәндә, ниндәй дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәһен асҡайныҡ? Балалар “Әлифба” дәрестәрендә кеше исемдәренең баш (ҙур) хәрефтән яҙылыуы тураһында яңы ҡағиҙә төҙөүҙәрен иҫкә төшөрәләр. Тел ғилемендә был бик күптән ҡабул ителгән дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәһе булыуы тураһында уҡытыусынан тағы бер тапҡыр ишетәләр.

        Һығымта. Һәр кеше йәшенә ҡарап “малай”, “ҡыҙ”, “ҡатын-ҡыҙ”, “әбей-бабай” тигән атамалар ярҙамында атап йөрөтәләр. Был атама менән бик күп (меңәр, миллион) кешеләр төркөмөнә өндәшергә мөмкин. Ә исем билдәле бер айырым кешегә бирелгән танытма. Мәҫәлән, Әсмә, Усман, Ғилман һ.б. кеше исемдәре ҙур хәрефтән яҙыла.

б) ғәмәли мәсьәләне уҡыу мәсьәләһе итеп “үҫтереү” процесын ойоштороу.

        1-се эштең 1-се һөйләменең “Әнисә”, “бесәй”, “Һоросай” һәм “ҡушамат” һүҙҙәренең эстәлеге тураһында уҡыу диалогы.

        Диалог һорауҙары:

● “Әнисә” нимәне аңлата? Ул һүҙ нисек яҙыла?

● “Бесәй” һүҙе нимә аңлата? Шул бер һүҙ менән нимәләрҙе атап йөрөтәләр? Йорт хайуаны бесәй тураһында энциклопедиянан мәғлүмәт эҙләтеү (йыртҡыс хайуан юлбарыҫ тоҡомо, уларҙы ҡулға эйәләштереү һ.б.).

        Һығымта: бөтә донъя күләмендә киң таралған хайуан “бесәй” бик күп. Беҙҙең Башҡортостанда ғына уларҙың һаны бер нисә меңдер, моғайын. Уларҙың барыһы ла (5 меңме ул, миллионмы) “бесәй” тип атап йөрөтөлә.

        Һығымта. Бесәй тышҡы ҡиәфәте, ҡылыҡ-фиғеле, туҡланыуы һ.б. критерийҙар буйынса бер-береһенә ныҡ оҡшаған йорт хайуандарына дөйөмләштереп бирелгән атама. Бесәй һүҙе бәләкәй хәрефтән яҙыла.

●“Һоросай”, “ҡушамат” һүҙҙәренең эстәлеген асыҡлау өҫтөндә эште ойоштороу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.

1) “Атама”, “исем”, “ҡушамат” һүҙҙәренең мәғәнәһе өҫтөндә эш. Уҡыу диалогын ойоштороу. “Әлифба” дәрестәрендә алынған белемде актуалләштереү. Беҙҙе уратып алған предметтарҙың (ҡулдар менән тоторға, ҡапшарға йәки күҙҙәр менән күрергә мөмкин булған) һәр береһенең атамаһы бар. Мәҫәлән, өҫкө өлөшө тура дүртмөйөш (түңәрәк, овал һ.б.) формаһында ағастан эшләнгә һәм дүрт тояҡлы; өҫтөнә ашау-эсеү өсөн ашамлыҡтар ҡуйыла торған ҡоролма “өҫтәл” тип атала. Һеҙ ултырып белем ала торған кластағы ҡоролма “парта” тигән атама аҫтында йөрөтөлә һ.б.

2) “Исем” тигән һүҙ башҡорт телендә (l класс  программаһы сиктәрендә) нимә аңлата? Миҫалдар килтерегеҙ. Һ.б.        

3) “Ҡушамат” һүҙенең мәғәнәһен асыҡлау.

        1-се эштең тәүге һөйләменең һуңғы ике һүҙе тураһында уҡыу диалогы Әнисәнең бесәйе Һоросай ҡушаматлы.

        “Һоросай”, “ҡушамат” һүҙҙәре нимәне аңлата? Бирелгән һүҙҙәрҙең башҡорт лексикаһы, орфографияһы ғилемендә аңлатылышы. Кешеләрҙең бесәйҙәре (эттәре) булыуын асыҡлау. Мәҫәлән, Заһирҙың, Әлиәнең, Гүзәлдең, Тәлғәттең өйөндәге был хайуандар дөйөм атама менән “бесәй”(“эт”) тип йөрөтөлөүе һәм уларҙың һәр береһенә ҡушылған ҡушамат (Мыяубай, Иркәбикә, Аҡтырнаҡ, Муйнаҡ) булыуы тураһында әңгәмә ойоштороу.

        Балаларҙың әүҙем ҡатнашлығында хайуандар ҡушаматтарының ҙур хәрефтән яҙылыуы тураһында орфографик ҡағиҙәне формалаштырыу.

        Һығымта яһау. Дөйөмләштереүсе һүҙҙәр менән аталған “бесәй”, “эт”, “ат”, “һыйыр”, “һарыҡ”, “әтәс”, “тауыҡ” һ.б. атамалары аҫтында атап йөрөтөлгән хайуандарға кеше тарафынан билдәле бер ҡушамат бирелә.

Был хайуан ҡушаматтары ҙур хәреф менән яҙыла.

        “Эш дәфтәре”ндә “Матур яҙыу минутлығы” ойоштороу.

        2-се эш. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү (яңы төҙөлгән ҡағиҙәне ғәмәли эштәрҙе башҡарғанда ҡулланыу).

        Һүрәттә бирелгән хайуандарҙың тышҡы ҡиәфәтен ентекләп иғтибар менән өйрәнеү. Уларға тышҡы ҡиәфәттәренә ҡарап, ҡушамат биреү. Был хайуандарҙың ҡушаматтарын дәфтәргә яҙып (Ҡашҡа, Алаҡай, Бөҙрәкәй, Аҡтүш). Уларҙың ҡылыҡ-фиғеленә хас сифаттарға нигеҙләнеп ҡушамат биреү мөмкинлеге булыуын асыҡлау (Отҡор, Саптар, Наҙлыҡай, Хәйләбикә һ.б.).

        “Эш дәфтәре”ндә (1-се, 2-се, 3-сө эштәрҙе) яңы өйрәнгән орфограмманы үҙләштереү маҡсатында эштәр башҡарыу. Һөйләмдең төшөп ҡалған һүҙен (хайуан ҡушаматын) яҙып ҡуйыу: 1)Бесәйемдең ҡушаматы – Һоросай. Этемдеке- Муйнаҡ. 2) Мин өс эт ҡушаматы беләм: Тыйнаҡ, Рекс, Аҡтүш. 3)Бирелгән һүрәтте һәм һүҙбәйләнештең моделен ҡулланып һүҙбәйләнеш төҙөп яҙыу: һөтлө Алаҡай, иркә Остоҡай.

        Ҡыр хайуандарының кешегә, тәбиғәткә булған файҙаһын билдәләү. Уларҙы һаҡлау тураһында 3-сө эш: дәреслектәге сюжетлы һүрәт буйынса эште ойоштороу. Төркөмдә һүрәт аҫтында бирелгән һорауҙарҙы бер-береңә бирешеү, яуаптарҙы тыңлау. Ҡыр хайуандарына (инә тейен, уның балаһы; инә терпе, уның балалары) ҡушаматтар биреү. Хайуандар ролендә һөйләшеү ҡороу. Телдән әкиәт төҙөү.

        4-се эш. Хайуан ҡушаматтарын уҡып ишеттереү. Һәр ҡушаматтың ниндәй хайуандарға бирелеүе һәм уның уға хужаһы ни өсөн шундай ҡушамат биргән (фаразлау)?

        Уҡыу диалогы йөкмәткеһе:

а)Аҡтояҡ – һарыҡҡа (кәзәгә) бирелгән ҡушамат. Үҙе ҡара, ә тояҡтары аҡ төҫтә булған өсөн, уны Аҡтояҡ тип атағандар.

б) Аҡтүш – эт ҡушаматы. Уның түш өлөшө аҡ төҫтә булғанға Аҡтүш тигән ҡушамат биргәндәр.

        5-се эш. Өйрәнелгән орфограмманы нығытыу маҡсатында “Тоғро дуҫтарым” (Ф.Ш. Сынбулатова) шиғырын тасури уҡырға өйрәнеү. Транскрипцияла бирелгән эт ҡушаматтарын дөрөҫ итеп яҙыу. Рифмалы һүҙҙәрҙе билдәләтеү һ.б.

        Дәрескә рефлексив анализ. Дәрестә өйөшторолған эштәрҙең ҡайһыһы төшөнөүгә ауырыраҡ булыуын асыҡлау. Уның сәбәптәрен билдәләү. Хайуан ҡушаматтары араһында иң оҡшаған бесәй, эт исемдәрен әйттереү. Кешеләрҙең хайуандарға булған мөнәсәбәте тураһында һығымта яһап, уларҙың бик аҡыллы, файҙалы йән эйәләре булыуын билдәләтеү.

        Балаларҙың дәрестәге эшмәкәрлеген баһалау. Дәрестең һәр этабында башғарған уҡыу материалына әйлнеп ҡайтыу. Уның йөкмәткеһен уны анализлау процесында тыуған проблеманы иҫкә төшөрөү. Яңы асылған төшөнсәне ҡабатлау. Дәрестә осраған хайуан ҡушаматтарын дөрөҫ яҙыу оҫталығы кимәлен (һәр бала үҙе билдәләй) асыҡлау:

  1. хайуан ҡушаматтары ни өсөн баш хәрефтән яҙылғанын аңлата беләм (төшөндөм);
  2. хайуан ҡушаматтарын дөрөҫ яҙа беләм (белмәйем әле).

         Төҫлө шаҡмаҡтар ярҙамында орфограмманы үҙләштереү кимәлен баһалау:

● йәшел шаҡмаҡ – дөрөҫ яҙырға ныҡлы өйрәндем;

● һары шаҡмаҡ – бик һирәк хата яһайым;

● ҡыҙыл шаҡмаҡ – яҙырға өйрәнә башланым (ҡайһы саҡ хаталар эшләйем).

                 Баларҙан дәрестән ҡәнәғәт йәки ҡәнәғәт булмауын смайлдар ярҙамында күрһәттереү.



Предварительный просмотр:

11-се дәрес. Дәресте үткәреү ваҡыты: ------------------------------

Дәрес темаһы. Ер-һыу атамалары.

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: төркөмләп эшләү процесында иптәштәреңдең фекерен тыңлай белеү, башҡаларҙың уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, килешмәгән осраҡта бәхәскә инеп, үҙ фекереңде дәлилләй белеү, башҡаларҙың һәм үҙ эшеңде баһаларға күнегеү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: картаның тәғәйенләнешен аңлау, уның шартлы билдәләре менән танышыу; картанан Башҡотостанды, уға сиктәш республика, өлкәләрҙе табып иҫтә ҡалдырыу.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: ер-һыу атамаларының яҙылыу ҡағиҙәһен үҙләштереү, һығымта  яһарға өйрәнеү.

I.1-се эш. 1) Тексҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында тыуған ер тураһында һөйләшеү ойоштороу:

-Текст нисек атала? (“Тыуған төйәк” тип атала).

-Нимә ул “төйәк”? (Тыуған ил, тыуған ер).

-Текстың исеменә ҡарап , унда нимә тураһында һүҙ барыуын фаразлап ҡара.

(Бер-нисә уҡыусының фаразын тыңлау).

-Ә һинең тыуған төйәгең нисек атала? (Башҡортостан).

-Беҙҙең республикабыҙҙың баш ҡалаһын әйт. (Өфө).

-Һин ниндәй ауылда (ҡалала) тыуғанһың һәм йәшәйһең?

-Ауылыңдың (ҡалаңдың) билдәле кешеләрен беләһеңме?

-Һин йәшәгән ауыл (ҡала)  эргәһендә ниндәй йылға, күл, тау бар? Исемдәрен әйт.

2)Тексты тасуири уҡыу.

3)Тексҡа ҡарата эш шарттары менән танышыу һәм үтәү:

-баш хәреф менән яҙылған һүҙҙәрҙе табыу, уҡыу;

-текста бирелгән яңғыҙлыҡ исемдәрҙе  үҙең йәшәгән ер-һыу атамалары менән алмаштырып уҡыу.

        II. 2-се эш. Һорауҙар һәм карта буйынса эш.

Дәреслектә бирелгән һорауҙарға яуап биреп һәм уҡытыусының өҫтәлмә һорауҙары аша киләһе эш төрҙәрен башҡарыу: “карта”  төшөнсәһен аңлау, уның ни өсөн кәрәклеген асыҡлау, картала офоҡ яҡтарын дөрөҫ билдәләү, унда Башҡортостандың ҡалаларын табыу, уларҙы иҫтә ҡалдырыу маҡсатында дәфтәргә яҙып ҡуйыу. Артабан картанан Башҡортостанға сиктәш өлкәләрҙе һәм республикаларҙы табыу.

        III. 3-сө эш. Күнегеүҙең шарты телмәр үҫтереүгә бәйле булыуын иҫәпкә алып һәм һәр баланы диалогта ҡатнаштырыу мөмкинселегенән сығып, эште парҙарҙа ойошторорға. Бала һорауҙы уҡый, ә парталаш дуҫы уға яуап бирә. Яуап ҡайтара алмаған осраҡта, һорауға яуапты икәүләп эҙләйҙәр.

Артабан эште төркөмдәрҙә дауам итергә мөмкин. Төркөмдәрҙә районың тураһында һөйләшеү ҡороу. Төркөмдәрҙең эшен тикшереү.

        IV. 4-се эш. Күнегеүҙең шартын уҡыу, үтәү: нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәр табып, һөйләмде тулыһынса уҡыу. Күсереп яҙыу ҡағиҙәһен иҫкә төшөрөү һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу. Республика, район, ауыл, тау, йылға исемдәрен табып, аҫтарына һыҙыу.

Һығымта яһау. Ер-һыу атамалары баш хәрефтән яҙыла.

        V.5-се эш. Ҡала исемдәрен ике төркөмгә бүлеп яҙыу. Ике-өс уҡыусы таҡтала, ҡалғандар урында эшләй. Эштәрҙе сағыштырыу, ҡала исемдәрен ниндәй үҙенсәлектәре буйынса төркөмләүҙәрен асыҡлау. Яҙған  барлыҡ исемдәрҙең уртаҡ яҡтарын табыу.

Һығымта яһау. Ҡала исемдәре һәр ваҡыт баш хәрефтән яҙыла.

VI. 6-сы эш. Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәрҙе ҡуйып, һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу эшен ойоштороу. Эш шартын уҡыу; нөктәләр урынына тейешле хәреф табыу, ул һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнөү, яҙылышына иғтибар итеү; күсереп яҙыу ҡағиҙәһе нигеҙендә һөйләмдәрҙе яҙыу. Парталашың менән бер-береңдең эшен тикшереү,”Цукерман” контроль бағанаһында эшләгән эште баһалау.

VII. Дәрескә рефлексив анализ.

  • Дәрестә башҡарылған эштәрҙе иҫкә төшөрөү.
  • Был эштәрҙе үтәгәндә осраған ауырлыҡтарҙы асыҡлау.
  • Еңел башҡарылған эштәрҙе билдәләү.
  • Нимәгә өйрәндем тигән һорауға яуап биреү:

-Тыуған төйәгем тураһында белемем артты.

-Карта төшөнсәһен аңланым.

-Картала офоҡ яҡтарын билдәләргә өйрәндем.

-Ер-һыу атамаларының баш хәрефтән яҙылыуына төшөндөм. Һ.б.



Предварительный просмотр:

13-сө дәрес. Үткәреү ваҡыты: ----------------------------------------

Дәрес темаһы.Хәбәр һөйләм

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: башҡорт халыҡ ижады (мәҡәлдәр) аша үҙеңдә эшһөйәрлелек сифаттарын тәрбиәләү; ҡош-ҡорт, хайуан атамаларын дөрөҫ әйтергә, уларҙың сифаттарын матур, йылы һүҙҙәр аша әйтә белергә күнегеү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш:  һорауҙарға дөрөҫ һәм тулы яуап биреү, парталаш дуҫың менән диалог ҡорорға күнегеү.  Дәфтәреңдә башҡарған эштең дөрөҫлөгөн һәм матур яҙылышын баһалау (дәфтәр поляһын ҡулланып).

Предмет өлкәһендәге үҫеш: һөйләмдең әйтелеү маҡсатына ҡарап, хәбәр һөйләм булыуын билдәләй белеү, уның дөрөҫ яҙылыуын иҫтә ҡалдырыу.

        I.1-се эш. Һөйләмдең сиген билдәләү һәм уны дөрөҫ итеп күсереп яҙыу эшен ойоштороу:

1) һөйләмдәр теҙмәһен уҡыу;

2) унда нисә тамамланған уй-фекер булыуын асыҡлау;

3) һығымта  яһау: был теҙмәгә дүрт  тамамланған уй-фекер һалынған, тимәк, дүрт һөйләм булырға тейеш;

4) һөйләмдең сиген табып билдәләү;

5) уның нимә белдереүен, ниндәй интонация, тойғо менән уҡылыуын (тыныс, һорау, шатланыу), һөйләм аҙағында ниндәй тыныш билдәһе ҡуйылыуын асыҡлау;

6) күсереп яҙыу.

7) парталашың менән бер-береңдең эшен тикшереү, дәфтәрҙең поляһында ”Цукерман” контроль бағанаһы буйынса эште баһалау.

Һығымта: һәр һөйләмдең сиге була. Ул ҙур хәрефтән башлап яҙыла, һөйләм һуңында нөктә ҡуйыла. Әгәр һөйләмде телдән әйтһәк, уны икенсе һөйләмдән пауза менән айырабыҙ.

Был эш процесы уҡыусының һөйләмдәр теҙмәһенән һәр һөйләмде аңлы айыра белеүен, уның сиген дөрөҫ билдәләүен һәм күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәү-үтәмәүен күҙәтеүгә, һөйләм төшөнсәһен ауыр үҙләштергән балаларҙы билдәләргә һәм улар менән дәрес барышында индивидуаль эшләргә булышлыҡ итәсәк..

        II. 2-сеэш. Парлашып эшләүгә тәғәйенләнә. Эштең шартын уҡыу, планлаштырыу, үтәү. Тәүҙә һорауҙы үҙ аллы уҡыу, иғтибарлы тыңлау,  уға дөрөҫ яуап биреү. Һорауҙар буйынса парталаш дуҫың менән диалог ҡороу. Класс алдында 2-3 парҙың һөйләшеүен тыңлау.

        III. 3-сө эш. Ф.Ғөбәйҙуллинаның “Тыуған ерем” шиғырын тасуири уҡыу һәм

Күсереп яҙыуҙы ойоштороу. Эш процесында  һүҙҙә [йа], [йэ] өндәренең дөрөҫ яҙылыуын, күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәү кимәлен күҙәтеүҙе дауам итеү. Эште дөрөҫ үтәмәгән балаларға ярҙам итеү, хатаһын иҫкәртеү.

        IV. 4-се эш. Күнегеүҙең шартын уҡыу, мәғәнәһенә төшөнөү, эш шартын төркөмдәрҙә эҙмә-эҙлекле үтәү:

  1. беренсе бағананан мәҡәлдең тәүге яртыһын уҡыу;
  2. икенсе бағананан уның дауамын табыу;
  3. мәҡәлде тулыһынса уҡыу, мәғәнәһенә төшөнөү;
  4. уның ниндәй осраҡта ҡулланыу мөмкинселеген асыҡлау;
  5. дәфтәргә күсереп яҙыу;

V. 5-се эш. Был эш телдән башҡарыла. Һүрәттәге предмет атамаларын әйтеү, тыңлау. Бирелгән  һүҙҙәрҙе уҡыу, мәғәнәләренә төшөнөү. Хәрәкәтте белдергән һүҙҙәрҙең ҡайһы предметлы һүрәткә тап килеүен асыҡлау. Уларҙы ябай ҡәләм ярҙамында һыҙыҡтар менән тоташтырыу. Килеп сыҡҡан һүҙбәйләнештәр менән һорауҙар төҙөү һәм уларға яуап биреү эшен ойоштороу.

          Эш барышында  һәр баланың иғтибарлылығын, эште үтәү шартын аңлауын, һөйләм эсендәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлаштырыуын күҙәтеү, һөйләмде дөрөҫ төҙөй белмәгән балаларға ярҙам итеү эшен дауам итеү.

VI. 6-сы эш. Парҙар менән эшләү. Эштең шартын уҡыу, бирелгән ғәмәли эштәрҙең  үтәү тәртибен планлаштырыу:

  1. сәскә таждарында бирелгән һүҙҙәрҙе уҡыу, мәғәнәләрен асыҡлау;
  2. буталып бирелгән һүҙҙәрҙе тамамланған уй-фекерҙе аңлатыу тәртибендә теҙеү, йәғни һөйләм төҙөү;
  3.  һөйләмдең әйтелеү маҡсатына ҡарап, хәбәр һөйләм булыуын, уның артына

 нөктә ҡуйылыуын асыҡлау;

  1. килеп сыҡҡан һөйләмдәрҙе яҙыу, уларҙы  сағыштырыу, оҡшаш һәм айырма яҡтарын  табыу;

Һығымта. Хәбәр һөйләмдең әйтелеү маҡсаты: ул кемдер, нимәлер тураһында хәбәр итә. Тыныс (баҫалҡы) тауыш менән әйтелә, уҡыла.  Хәбәр һөйләм аҙағында һәр ваҡыт нөктә ҡуйыла.

        VII.  Дәрескә рефлексив анализ. Дәрестә ниндәй эштәр башҡарылыуын хәтергә төшөрөү һәм уны башҡарғанда ниндәй аңлашылмаусанлыҡ, ҡыйынлыҡ осрауын билдәләү.

Нимәгә өйрәндем тигән һорауға яуап биреү.



Предварительный просмотр:

17-се дәрес. Үткәреү ваҡыты: --------------------------

Дәрес темаһы. О-ө хәрефтәре.

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

        Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: эшләнәсәк эште ойоштороу планын күҙаллай белеү;  эшләнгән эшеңде тикшереү, уның һөҙөмтәләрен барлау һәм баһалау һәләтен үҙләштереү; әсә кешенең иң бөйөк, изге кеше булыуын иҫбатлау, уны һәр ваҡыт яратырға, ихтирам һәм ярҙам итергә күнегеү.

        Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: һүҙ эсендәге өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе күҙәтә, сағыштыра  һәм уларҙың  оҡшашлыҡтары, айырмалыҡтары тураһында һығымта яһай белеү, һығымтаны график символдар менән күрһәтеү.

        Предмет өлкәһендәге үҫеш:  башҡорт теленең төп законын белеү: һүҙҙең беренсе ижеге нәҙек булһа, ҡалғандары ла нәҙек; һүҙҙең беренсе ижеге ҡалын булһа, башҡалары ла ҡалын була. Башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш ҡанунын, ҡағиҙәһен өйрәнеү: о-ө хәрефле һүҙҙәр.

I.1-се эш. Был эш башҡорт теленең сингармонизм законын үҙләштереүгә нигеҙләнеп бирелә.  Эштең эҙмә-эҙлекле үтәү планын күҙаллау:

1)һүҙҙәрҙе уҡыу;

2)уларҙың оҡшаш һәм айырма яҡтарын табыу;

3)ике төркөмгә бүлеп яҙыу;

4)һүҙҙәрҙең уртаҡ билдәләрен табып, аҫтарына һыҙыу;

оло               бөйөк

ойоҡ              һөлөк

Һығымта: а)башҡорт телендә һүҙҙең тәүге ижеге нәҙек булһа, ҡалғандары ла нәҙек була, ә ҡалын булһа, башҡалары ла ҡалын була;

б)башҡорт телендә һүҙҙең тәүге ижегендә о-ө хәрефтәре килһә,  киләһе ижектәрҙә лә ошо уҡ хәрефтәр һаҡлана.

II. 2-се эш. Сәскә таждарындағы ижектәргә тейешле икенсе ижек табып, һүҙ яһау, уны уҡыу:

а)өн-дәү, өл-гәш, өй-көм, өр-кә, өс-лөк;

б)оҡ-шаш, ол-пат, ос-ҡон, ор-соҡ, оҫ-та;

Төҙөлгән һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙыу һәм ғәмәли эштәр башҡарыу: һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлау; о-ө хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштырыу, уртаҡ яҡтарын билдәләү; һығымта яһау.

Һығымта: башҡорт телендә һүҙ яһағанда нәҙек ижеккә нәҙек ижек өҫтәлһә, ҡалын ижеккә ҡалын ижек өҫтәлә.

III. 3-сө эш. Белешмә һүҙҙәрҙе ҡулланып, һөйләмдәрҙе тулыландырыу, күсереп яҙыу. Парталашың менән бер-береңдең эшен тикшереү, хаталы яҙылған һүҙ булһа, аҫтына ҡыҙыл ҡәләм менән һыҙыу, хатаны  иҫкәртеү; айырыуса матур, дөрөҫ каллиграфия менән яҙылған һүҙҙәрҙе табып, аҫтарына йәшел  ҡәләм менән һыҙыу Парталашыңдың эшен баһалау: бөтә һүҙҙәр ҙә дөрөҫ һәм матур яҙылһа-дәфтәр поляһында йәшел шар, 1-2 хатаһы булһа-күк шар, унан да күберәк хата табылһа-ҡыҙыл шар төшөрөү. (Ҡыҙыл төҫ хәүефте билдәләүсе төҫ булыуын иҫкәртеү; баланы күсереп яҙыу эшенә етди ҡарарға, булған хаталарҙы ҡабатламаҫҡа тигән фекергә  алып килеү).

IV. 4-се эш. Әнисә Таһированың “Әсәйем өйҙә юҡта” шиғырын уҡыу, иғтибарлы тыңлау, йөкмәткеһенә төшөнөү, һүҙлек өҫтөндә эш һәм тасуири уҡыуҙы ойоштороу. О-ө хәрефле һүҙҙәрҙе табыу, транскрипцияларын төҙөү, яҙылышын ғәмәли иҫбатлау һәм һүҙҙе үҙ-үҙеңә әйтеп яҙҙырыу, яҙылышын тикшереү.

V. 5-се эш. Тейешле ижекте табып, һүҙ яһап уҡыу, килеп сыҡҡан һүҙҙең мәғәнәһен асыҡлау. Һүҙгә һорау ҡуйыу (ниндәй?-моңло, нимә?-борғо һ.б.).  Ниндәй һүҙ төркөмөнә инеүен билдәләү. Мәҫәлән, моң-ло-предметтың билдәһен белдерә һ.б. Һүҙҙе үҙ-үҙеңә әйтеп яҙҙырыу. Был эште үтәү процесында уҡыусының башҡорт теленә хас булған сингармонизм законын ғәмәли үҙләштереүен күҙәтеүҙе дауам итеү, әгәр хатаһы булһа иҫкәртеү.

VI. 6-сы эш. Күнегеүҙең шарты менән танышыу. Эште парҙарҙа ойоштороу. Уны үтәү планын төҙөү:

1)йомаҡты уҡыу;

2) һүҙҙең һыҙмаһы һәм йомаҡтың йөкмәткеһе буйынса билдәһеҙ һүҙҙе табыу;

3)уны үҙ урынына ҡуйып, йомаҡты яңынан уҡыу;

4)йомаҡтың яуабын сисеү.



Предварительный просмотр:

18-се дәрес. Үткәреү ваҡыты: -----------------------------------

Дәрес темаһы. У-ү хәрефле һүҙҙәр.

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

        Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау; уҡытыусы һәм класташтарыңдың фекерен тыңлай белеү; эҙләнеүҙәр аша яңы мәғлүмәт ала белеү;  күмәк көстөң  ҙур бәләнән ҡотолоу сараһы булыу мөмкинселеген асыҡлау.

        Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: шиғырҙы тасуири уҡыу, уның төп фекерен асыҡлай белеү. Бирелгән шиғыр һәм һүрәтте ҡулланып һөйләү оҫталығын камиллаштырыу. Башҡорт теленә генә хас сифатты билдәләү, һығымта яһау, һығымтаны график схемала күрһәтеү.

        Предмет өлкәһендәге үҫеш: Башҡорт теленең сингармонизм законын үҙләштереү; у-ү хәрефле һүҙҙәр. Башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш ҡанунын ҡулланып һүҙҙәргә ижек өҫтәү.

I. 1-се эш. Эш шартын уҡыу, йөкмәткеһенә төшөнөү.

Бирелгән һүҙҙәрҙе уҡыу, аңлашылмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлау. Һәр һүҙҙең парын табыу, уларҙы өлгөгә ярашлы яҙыу. Яҙғанда хәреф элементтарын дөрөҫ, матур яҙыуға иғтибар итеү. Үҙ-үҙеңдең эшен дәфтәр поляһында “Цукерман” контроль бағанаһы буйынса баһалау.

Ни өсөн һүҙҙәрҙе ошо тәртиптә парлауға асыҡлыҡ индереү. Һәр парҙың һүҙҙәрен сағыштырыу. Уларҙың оҡшашлыҡтарын һәм айырмаларын билдәләү. Һүҙҙә у-ү хәрефтәре ҡайһы осраҡта килеүенә һығымта яһау.

Һығымта: әгәр һүҙ ҡалын булһа у хәрефе, ә нәҙек булһа ү хәрефе яҙыла.

        II. 2-се эш. Һүрәтле диктант яҙыу. Эштең шартына төшөнөү һәм башҡарыу тәртибен күҙаллау:

  1. һүрәтте ҡарау, унда төшөрөлгән предметтың атамаһың әйтеү. Үҙең әйткәнде тыңлау, ишетеү. Һүҙҙе ижеккә бүлеү һәм үҙ-үҙеңә әйтеп яҙҙырыу: үр-мәк-се, сү-кеш, ү-лән, тур-ғай, тү-ңә-рәк, ту-ғыҙ, ҡур-саҡ.
  2. Парталашың менән бер-береңдең эшен тикшереү. Баһалауҙы ойоштороу. Дәфтәр поляһына ҡурайҙың ете тажын төшөрөү (яҙған ете һүҙгә тура килтереү маҡсатында).

Парталашыңдын ешен ошо һүрәттә баһалау):

 һәр дөрөҫ һәм матур яҙылған һүҙ өсөн ҡурайҙың бер тажы һары төҫкә буятыла бара.

III. 3-сө эш. Схемаға ярашлы  у-ү хәрефле һүҙҙәр йыйыу. Был эште төркөмдәр араһында ярыш формаһында ойоштороу отошло буласаҡ. Берҙән балалар еңеү маҡсатында сәмләнеп күберәк һүҙ уйларға тырышһалар, икенсе яҡтан уларҙың логик фекерләү һәләттәре, һүҙ байлыҡтары үҫешә, аңлы рәүештә эште дөрөҫ тә , етеҙ ҙә башҡарыуға яуаплы ҡараш тәрбиәләнә.

Артабан был һүҙҙәргә ижек өҫтәү эшен дауам итеү. Мәҫәлән, ҡул, ҡул-дар, ҡул-дар-ҙы һ.б. Һығымта яһау.

Һығымта:

  1. [у] өнөн һәм у хәрефен ҡалын һүҙҙәрҙә әйтәбеҙ, ишетәбеҙ һәм яҙабыҙ, ә [ү] өнөн һәм хәрефен –киреһенсә, нәҙек һүҙҙәрҙә ҡулланабыҙ.
  2. Башҡорт телендә тәүге ижек ҡалын булһа ҡалғандары ла ҡалын, тәүге ижек нәҙек булһа ҡалғандары ла нәҙек була.

IV. 4-се эш. Г. Юнысованың “Ямғыр” шиғырын тасуири уҡырға өйрәнеү.

Сюжетлы һүрәтте һәм шиғырҙы ҡулланып, ямғырлы көндө күҙ алдына килтереп, ямғыр тураһында һөйләшеү ойоштороу.

V. 5-се эш. Эш шартына төшөнөү. “Бесәйҙең өйө яна” рус халыҡ әкиәте  буйынса бирелгән эште  төркөмдәрҙә ойоштороу:

        а)1-се төркөм.  Шиғырҙың тәүге дүрт юлына тура килгән һүрәтте таба.

2-се төркөм.  Шиғырҙың икенсе дүрт юлына тура килгән һүрәтте таба.

3-сө төркөм.  Шиғырҙың өсөнсө дүрт юлына тура килгән һүрәтте таба.

4-се төркөм.  Шиғырҙың һуңғы  дүрт юлына тура килгән һүрәтте таба.

Эштәр тикшерелә һәм таҡтала һәр төркөмдөң эше айырым “Цукерман” контроль бағанаһында баһалана бара.

б) Төркөмдәрҙә бергә  тасуири уҡыуҙы ойоштороу: һәр төркөм үҙенә тәғәйенләнгән шиғыр юлдарын тасуири уҡырға өйрәнә.

в) Төркөмдәрҙең уҡыуын тыңлау, таҡтала “Цукерман” контроль бағанаһында төркөмдәрҙең эшен баһалауҙы дауам итеү.

г) Төркөмдәрҙә әкиәтте  һөйләргә өйрәнеү, аранан иң оҫта һөйләүсене һайлау.

д)”Иң оҫта әкиәтсе” бәйгеһе. Һәр төркөмдән  бер уҡыусының әкиәт һөйләүен тыңлау һәм “Цукерман”бағанаһында баһалау эшен дауам итеү.

е)Төркөмдәрҙең эшенә йомғаҡ яһау һәм дөйөм класс эшенә баһа биреү.

ж) Әкиәттән үҙ аллы у-ү хәрефле  һүҙҙәрҙе табыу һәм өсәр һүҙ күсереп яҙыу.



Предварительный просмотр:

21-се дәрес. Үткәреү ваҡыты: ------------------------------

Дәрес темаһы. Й хәрефе ҡайҙа һәм ҡасан яҙыла?

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

        Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: бирелгән эш шартына төшөнөргә уны үтәү тәртибен күҙалларға һәм һәр эште еренә еткереп үтәргә, һөҙөмтәһен күрергә, ғәҙел баһалауға күнегеү. Төркөмдә килешеп эшләргә өйрәнеү.

        Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: й хәрефе һүҙҙең төрлө өлөшөндә килеү осраҡтарын күҙәтеү, сағыштырыу, модель буйынса һүҙҙәр төҙөп уҡыу; һығымта яһау; һүҙ байлығын арттырыу.

        Предмет өлкәһендәге үҫеш: й хәрефе һүҙҙең төрлө урынында килеү осрағын ғәмәли үҙләштереү.

I. 1-се эш. Модель буйынса һүҙҙәр төҙөп уҡыу. Бөтә һүҙҙәрҙә лә [й] өнөнөң әйтелешен сағыштырыу, уның һәр ваҡыт йомшаҡ өн булыуын билдәләү. Һүҙҙәрҙе сағыштырыу, күҙәтеү эше аша й хәрефенең һүҙ башында, уртаһында, аҙағында килеү осраҡтарын ғәмәли үҙләштереү.

 Һығымта: й хәрефе һүҙҙең башында ла, уртаһында ла, аҙағында ла яҙыла.

II. 2-се эш. Эште төркөмдәрҙә башҡарыу тәртибен асыҡлау: эш шартын уҡыу, күҙаллау; һүҙҙәр теҙмәһен уҡыу, уларҙың мәғәнәһен асыҡлау; һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштарыу, уртаҡ яҡтарын табып төркөмләп яҙыу.

. Й хәрефенең каллиграфик яҡтан дөрөҫ яҙылышына  иғтибар итеү.

Һығымта: Й хәрефеә, ө, ү, ы, о, е һуҙынҡылары алдынан ғына  яҙыла. Й хәрефенән һуң бер ваҡытта ла  а, о, у, э хәрефтәре яҙылмай, сөнки й хәрефе уларҙан алда йөрөргә яратмай.

        II. 3-сө эш.

Күнегеүҙең шарты менән танышыу: һүҙҙәрҙә йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсалары аҫтына һыҙ. Эште  эҙмә-эҙлекле үтәү тәртибен күҙаллау: күнегеүҙең шартлы билдәһенә иғтибар итеү һәм был эштең күсереп яҙыу өсөн тәғәйенләнгәнен асыҡлау. Күсереп яҙыу ҡағиҙәһе нигеҙендә һөйләмдәрҙе яҙыу һәм күнегеү шартын үтәү эшен ойоштороу. Был эш үҙ аллы башҡарыла.Эш процесында уҡыусының күсереп яҙыу ҡағиҙәһен ғәмәли үҙләштереүен, эш шартын аңлап үтәүен күҙәтеү. Аңламаған балаға ярҙам итеү, хаталарын иҫкәртеү. Яҙғанда дөрөҫ ултырыуға иғтибар итеү. Парталашың менән бер-береңдең эшен тикшереү. Дәфтәр поляһында “Цукерман” контроль бағанаһы буйынса һабаҡташыңдың эшен баһалау.

        IV. 4-се эш. Эш шартын уҡыу. Төркөмләү өсөн бирелгән һүҙҙәрҙе иғтибар менән уҡыу, тыңлау, ишетеү. Һәр һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнөү, улар менән телдән һөйләмдәр төҙөү. Һүҙҙәрҙе өс төркөмгә  бүлеп яҙыу. Ҡалған ваҡытты иҫәпкә алып, эште үҙ аллы йәки төркөмдәрҙә үтәргә була. Эште төркөмдәрҙә ойошторған осраҡта: 1-се төркөм й хәрефе- һүҙ башында, 2-се төркөмй хәрефе -һүҙ уртаһында, 3-сө төркөм й хәрефе һүҙ аҙағында килгән һүҙҙәрҙе һайлап яҙа. Һәр төркөм үҙенең эше буйынса һығымта яһай:1-се төркөм: й хәрефе һүҙ башында яҙыла; 2-се төркөм: й хәрефе һүҙ уртаһында яҙыла; 3-сө төркөм: й хәрефе һүҙ аҙағында яҙыла. Төркөмдәрҙең фекерҙәренән сығып дөйөм һығымта яһау.

          Һығымта.  Й хәрефе һүҙ башында, уртаһында, аҙағында яҙыла.



Предварительный просмотр:

1-се дәрес.   Үткәреү ваҡыты   -------------------------

Дәрес темаһы. Алфавит.

Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.

Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.).

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: диалогтың мәғәнәһенә төшөнөп, һөйләшеүҙә ҡатнашыу; һүрәткә ҡарата булған тойғо-кисерештәреңде белдерергә өйрәнеү; көн иткән урын, тыуған төйәк төшөнсәһен нығытыу.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: һүрәт-конструкцияла сағылдырылған төп принципты аңлау; ундағы факттарҙы ҡулланып, уҡыу диалогында ҡатнашыу; нимәнелер аңламаған осраҡта баҙнатһылығыңды еңеп, һорау бирергә күнегеү; өйрәнгән уҡыу материалы буйынса һығымта яһарға һәм уны дөрөҫ формалаштырып класҡа әйтергә баҙнат итеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: алфавит хәрефтәрен билдәле тәртиптә хәтерҙә ҡалдырыу; уларҙың төп үҙенсәлектәрен айырып билдәләү һәм уларға таянып хәрефтәрҙе классификациялау.

        I. Ғәмәли уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

        1-се эш “Алфавит иле” һүрәте буйынса эш.

        1)Күнегеүҙең шартын уҡыу. Уны башҡарыу тәртибен күҙаллау һәм эҙмә-эҙлекле үтәү планын ҡороу:

а)һүрәтте ҡарау, өйрәнеү;

б)һуҙынҡылар урамында “йәшәүсе” хәрефтәрҙе барлау.

Уларға ҡарата бирелгән өн тамғаһының тура килеү-килмәүен асыҡлау.

1-се йорт нәҙек һуҙынҡы хәрефтәр: ә,ө,ү,и,э - 

2-се йорт ҡалын һуҙынҡы хәрефтәр: а,о,у,ы-

3-сө йорт ике өндө белдереүсе хәрефтәр: е, е, ю, я -

в) тартынҡылар урамында “йәшәүсе” хәрефтәрҙе барлау; хәрефтәр ниндәй үҙенсәлектәре буйынса төркөмләнеүен асыҡлау.

1-се йорт – парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡылар: б-п, г-к,в-ф,ж-ш, д-т, з-с; 2-се йорт – танау (сонор) өндәр:й, р, л,м, н, ң, 3-сө йорт – һ.б.

        Ғәмәли мәсьәләне хәл итеү. Был йорттоң 1-се подъезының 1-се ҡатында ниндәй тартынҡылар “йәшәй”? 2-се подьезының 3-сө ҡатында ?

“Әлифба” дәрестәрендә төҙөгән тартынҡылар таблицаһын ҡулланып, балаларҙың белемдәрен актуалләштәреү. 2-се һәм 3-сө ҡаттағы һорау билдәһе ҡуйылған буш бүлмәләрҙәге  тартынҡыларҙы асыҡлау. Ғ-ҡ һәм ҙ-ҫ яңғырау-һаңғырау парлы тартынҡыларҙы үҙ бүлмәләренә урынлаштырыу.

        Тартынҡылар урамында өҫтәге бер ҡатлы йортта “йәшәүсе” тартынҡы хәрефтәрҙе әйттереү: ң, р, м. Был йортта тағы ниндәй хәрефтәр йәшәргә тейеш? Һорау билдәһе ҡуйылған урында ниндәй хәреф йәшеренгән? Ул хәрефтәрҙе асыҡлау (й, л, н). Улар ниндәй тартынҡылар тип аталыуын билдәләү (парһыҙ яүғырау тартынҡылар). Й, р, л, м, н, ң яңғырау тартынҡыларнының өн моделдәрен ҡарау                             (                                 )

        Тартынҡылар урамында аҫҡы рәттә бер ҡатлы һоро төҫтәге йәшел ҡыйыҡлы йортта йәшәүсе тартынҡылар тураһында һөйләшеү. Х, һ хәрефтәре - парһыҙ һаңғырау тартынҡылар. Улар ниндәй өндәрҙе белдереүен бирелгән өн моделдәре ярҙамында асыҡлау                                   (                          )

        Тартынҡы урамында аҫҡы рәттәге һары төҫтәге сәскә ҡыйыҡлы йортта йәшәүсе парһыҙ һаңғырау тартынҡылар тураһында һөйләшеү. Ц, ч, щ хәрефтәре сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә, нигеҙҙә рус һүҙҙәрендә осрауын һыҙыҡ өҫтөнә алыу. Улар бирелгән өндәрҙең график һыҙмаһын моделен ҡарау

        Йортһоҙ ҡалған нәҙек һәм ҡалын айырыу билдәләре (ь, ъ) тураһында диалог ҡороу.

II. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. Уҡыу ситуацияһы тыуҙырыу.

        Булат менән Бикә төҙөгән конструкцияны (хәрефтәрҙе өйҙәргә урынлаштырыу) башҡа төрлө итеп үҙгәртеп ҡороуға , йәғни балалар башҡарған ғәмәли мәсьәләне уҡыу мәсьәләһе итеп үҙгәртеп ҡороуға йүнәлтеү (Алфавит хәрефтәрен йорттарға башҡа төрлө урынлаштырырға мөмкинме?)

        а) У. Дәрес башында эшләнгән эшкә рефлексия яһау.

          У. Булат менән Бикә өндәрҙең тамғаларын, йәғни хәрефтәрҙе ниндәй принцип (үҙенсәлек) нигеҙендә йорттарға урынлаштырған?

        Б. Әйтелешенә ҡарап.

        У. Аныҡлабыраҡ әйтәйек. Ниндәй әйтелеш хаҡында һүҙ бара?

        Б. Ауыҙҙан һауа иркен сыҡһа, йәғни ҡаршылыҡ осраһа – һуҙынҡылар барлыҡҡа килә: ә, а, ө, о һ.б. Өндө әйткән саҡта тел, теш, аңҡау ҡаршылыҡ эшләһә, тартынҡылар барлыҡҡа килә: б, в, м, һ.б.

        У. Был ике үҙенсәлек буйынса хәрефтәрҙе ике урамға бүлеп урынлаштырыу.

        Артабан Булат менән Бикәнең хәрефтәрҙе өйҙәргә бүлеү үҙенсәлектәрен иҫкә төшөртөү (рефлексия).

        б) уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу (ғәмәли мәсьәләне уҡыу мәсьәләһенә әйләндереү).

        Булат менән Бикә төҙөгән конструкцияны икенсе төрлө итеп үҙгәртеп ҡороу мөмкинме? Ә нисек? Алфавит хәрефтәрен урамдарға башҡа төрлө бүлеп урынлаштырыу юлын (ысулын) эҙләргә кәрәк (уҡыу мәсьәләһе).

        III. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

        а) Төркөмгә йыйылып был мәсьәлә буйынса кәңәш ҡороу. Ҡаралама ҡағыҙҙа алфавит хәрефтәрен “урамдарға” урынлаштырыу.

        б) уңышлы башҡарылған бер нисә эште таҡтаға элеү һәм уҡыу мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында балалар төҙөгән конструкцияны (тәҡдимдәрен-гипотезаларын) анализлау. Мәҫәлән: 1-се конструкция (тәҡдим-гипотеза): яҙылышында овал (түңәрәк) формаһы булған хәрефтәрҙе бер урамға (а, о, ө, э, ю, е, ё, я, б, с, ф, в, ъ), ә икенсеһенә таяҡса элементы булған хәрефтәрҙе:н, п, к, и, ш, т, ж, ү өсөнсө урамға элмәк элементы булғандарын; ҫ, щ, ң, ы, ҡ, в, һ, у, д, з.

        в) һығымта яһау.

        Конструкцияны төҙөгәндә хәрефтәрҙең һүрәтләнеше төп үҙенсәлек булыуын биләдәләү. Был яңы ысулды асыуға күреү органы, күҙҙәр булышлыҡ итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алыу.

        Булат менән Бикәнең конструкцияһы ишетеү органдары (ҡолаҡтар) булышлығында төҙөлөүен билдәләү.

        г) “Алфавит иле” һүрәте буйынса телдән әкиәт төҙөү. 

Алфавит илендә 42 хәреф йәшәгән. Ул ил бәләкәй генә бер ауылға оҡшап торған. Унда ике ҙур урам булған. 1-се урамда тартынҡылар, икенсеһендә һуҙынҡылар йәшәгән. Нәҙек һәм айырыу билдәләрен(ь, ъ) – ярһамсы хәрефтәр тип йөрөткәндәр. Улар көндә бер йортта ҡунаҡ булып, ҡунып сығалар. Үҙ йорттары юҡ икән.

        Тартынҡылар һәм Һуҙынҡылар урамында йәшәгән хәәрефтәр татыу йәшәйҙәр икән.

        Әкиәт төҙөү буйынса эште төркөмдәрҙә ойоштороу отошло буласаҡ. Һәр төркөмгә бер йортта “йәшәүсе” хәрефтәр тураһында әкиәт төҙөргә тәҡдим итеү, эште аныҡ үтәргә булышлыҡ итәсәк.

        Әкиәт төҙөү өсөн түбәндәге башланғыс һөйләмдәрҙе тәҡдим итеү:

Мәҫәлән:

  1. Йәйғор ҡыйыҡлы дүрт ҡатлы йортта йәшәгән, ти, парлы тартынҡылар...
  2. Х һәм Һ хәрефтәре ҡыйығында ҡурай үләне үҫеп ултырған йортта йәшәгән, ти...
  3. Алһыу төҫлө йортта йәшәгән, ти, бик татыу хәрефтәр - А,О, У, Ы.

        IV. Ғәмәли эштәр.

а) 2-се эш. Таҡтаға Алфавит эленә. Алфавитты күҙәтеү, өйрәнеү өсөн ваҡыт биреү. Алфавит тураһында һорауҙар төҙөргә тәҡдим итеү. Быға өйрәтеүҙең тәүге осоронда, йәғни балалар тарафынан һорауҙар булмаған осраҡта, дәреслек персонаждарын ҡулланып, эш итеү отошло буласаҡ. “Белмәҫйән”(“Отҡор”) ошондай һорау төҙөгән йәки “Уны бына нимә ҡыҙыҡһындыра”, тип һорауҙы уҡытыусы үҙе яңғырата ала: Алфавитта нисә хәреф? Ул ниндәй хәрефтән башлана? Алфавитта һәр хәрефтең ҙурыһы һәм бәләкәйе бирелгән, ә ни өсөн нәҙек айырыу (ь) һәм ҡалын айырыу билдәһенең (ъ) ҙур хәрефе юҡ? һ.б.

        Артабан программа материалын өйрәнеү сиктәрендә, баланы баҙнатһыҙлығын еңеп, ҡыҙыҡһындырған йәки аңлашылмаған нәмә тураһында һорау бирергә күнектерергә кәрәк.

         Алфавитты күҙәтеү һөҙөмтәһендә түбәндәге һығымталар яһала:

         Алфавитта 42 хәреф.

         Алфавитта һәр хәрефтең билдәле бер урыны бар. Уны боҙорға ярамай.

         Һәр хәрефтең исеме бар: Ааа, Бббы, Вввы һ.б.

 Алфавит тормошта кәрәкле. Мәҫәлән,класс журналында балаларҙың фамилиялары алфавит тәртибендә яҙыла. Китапханала үҙеңә кәрәк китапты алфавит ярҙамында эҙләп табырға була.

        Алда башҡарылған эштәрҙе йомғаҡлау маҡсатында “Алфавит” тексын күсереп яҙыуҙы ойоштороу.

        Эште үтәү процесында күҙәтеү алып барыу һәм күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәүҙе талап итеү:

1. Тексты тотошлай уҡып сыҡ.

2. Тәүге һөйләмде уҡы. Ауыр яҙылышлы (орфограмма) һүҙҙе тап. Уның яҙылышын хәтерлә.

3. Һөйләмде ҡабат уҡы. Уны хәтереңдә ҡалдыр(ятлап ал).

4. Һөйләмде үҙ-үҙеңә әйтеп яҙҙыр.

5. Яҙған һөйләмде тикшер (китаптағы яҙылышы менән сағыштыр).

6. Хата булһа, төҙәт.

        б) 4-се эш. Бирелгән хәрефтәр теҙмәһе рәттәрен өйрәнеү.  Һәр теҙмәгә хас үҙенсәлекте билдәләү. Был үҙенсәлек боҙолған осраҡты (артыҡ хәрефте) билдәләү.

        в) “Эш дәфтәре”ндә эшләү. Кроссворд сисеү.

        г) 5-се эш. Һүрәт буйынса мажаралы хикәйә төҙөү. Уға исем ҡушыу.

        Һүрәттең йөкмәткеһенә ярашлы хәүеф, шаяртыу тигән һүҙҙәргә аңлатма биреү өҫтөндә эш. Һүрәттә бирелгән ситуацияны ҡулланыу, мөнәсәбәт ҡороу, ауыр хәлдәрҙән сығыу юлдары тураһында әңгәмә ҡороу. Урынлы шаяртыу сетерекле ситуацияларҙан сығыу ысулы булыуын төшөндөрөү.

        д) 6-сы эш. Телдән алфавиттың тәүге ун хәрефен тәртип буйынса әйттереү. Алфавиттан ике өндө белдергән хәрефтәрҙе әйттереү.

“Эш дәфтәрендә” эшләү. Һөйләмгә кәрәкле һүҙҙе өҫтәп яҙыу. Яҙған һөйләмдәрҙән фәһемле мәғлүмәтте билдәләү.

                 II. 2-се эш.Тексты күсереп яҙыу алдынан “Күсереп яҙыу” ҡағиҙәләрен баланың иҫенә төшөрөү. Тексты күсереп яҙыу. Яҙып бөткәс, тикшереү. Ябай ҡәләм менән матур яҙылмаған урындарҙы хата ебәргән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙыу, шул юл тапҡырында поляға өндәү билдәһе ҡуйыу. Дәфтәр поляһында “Цукерман” контроль бағанаһында эште баһалауҙы ойоштороу.

                 III.3-сө эш.Болот һүрәте эсендә бутап бирелгән хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙҙөрөү (аша, мул, әсәй, итек). Төҙөлгән һүҙҙәрҙең оҡшаш яҡтарын биләдләтеү:

Аша,мул һүҙҙәре өс хәрефтән тора, нәҙек әйтелешле һүҙҙәр.

Итек, әсәй һүҙҙәре дүрт хәрефтән тора, нәҙек әйтелешле һүҙҙәр.

Аша, итек, әсәй һүҙҙәре юлдан юлға күсереү өсөн ижеккә бүленмәй.

Аша, әсәй, итек һүҙҙәре һуҙынҡы хәрефтән башлана.

         IV. 4-се эш. Күнегеүҙең шартын өйрәтеү. Башҡарыу тәртибен күҙаллау. 1-се рәттә ә хәрефе артыҡ, сөнки бында нәҙек һуҙынҡылар бирелгән.

2-се рәттә м-л тартынҡылары артыҡ, сөнки улар парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡылар рәтенә инмәй.

        V. 5-се эш. Сюжетлы һүрәтте ҡарап сығыу. Сюжет геройҙарын атау. Улар тураһында мажаралы хәл-ваҡиғалар уйлап сығарыу. Ҡулланыу өсөн һүҙҙәр тәҡдим итеү: урман ситендәге, түңәрәк күл, шыуырға саҡырҙы, риза булды, парлашып, ҡар ишелеп төштө, күҙ асып йомғансы, елдәр иҫкән.

        VI. 6-сы эш. Башҡарылырға тейеш эштең шартына төшөнөү.

        Алфавиттың тәүге ун хәрефен 2-3 уҡыусынан  телдән әйттереү. Хор менән әйттереү

        Алфавиттың ике өндө белдергән хәрефтәрен телдән әйттереү.

V. Дәрескә рефлексив анализ, эшмәкәрлекте баһалау.

Дәрес этаптарын иҫкә төшөрөү. Нимәләр эшләнем? Нимәгә өйрәндем? Нимәгә төшөнөп бөтмәнем? Артабан нимә өҫтөндә эшләргә?

        Үтелгән тема буйынса һығымта яһау.

1) Алфавит хәрефтәре ике төркөмгә бүленеүе һәм:  

2) тартынҡы һәм һуҙынҡы хәрефтәр (1-се эш),

3) нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар,

4) парлы һәм парһыҙ яңғырау-һаңғырау тартынҡылар.

5) Алфавиттағы хәрефтәр һаны. 42 хәреф. 27 тартынҡы, 13 һуҙынҡы (2-се эш)

6) Алфавит хәрефтәренән төрлө һүҙҙәр төҙөргә мөмкин: ике, өс, дүрт, биш хәрефтән. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүленеү үҙенсәлеген белергә кәрәк.

        Рефлексия. Мин әле нимәне төшөнөп етмәйем?

        Һығымта: Алфавиттың хәрефтәренең билдәле-бер тәртиптә бирелеүен төшөнөргә һәм алфавитты яттан белергә.



Предварительный просмотр:

      Кәрәкле хәрефтәрҙе яҙ. (з, ҙ, ҫ, с)

Мага...ин,

ә...ерләй,

уҡыу...ы,

ә...рә,

ҡә...ерле,

ду...лыҡ,

ҡу...ты,

о...он,

бо...,

бе...ҙең,

һиге...,

йө...

Кәрәкле хәрефтәрҙе яҙ. (з, ҙ, ҫ, с)

Мага...ин,

ә...ерләй,

уҡыу...ы,

ә...рә,

ҡә...ерле,

ду...лыҡ,

ҡу...ты,

о...он,

бо...,

бе...ҙең,

һиге...

йө...

Кәрәкле хәрефтәрҙе яҙ. (з, ҙ, ҫ, с)

Мага...ин,

ә...ерләй,

уҡыу...ы,

ә...рә,

ҡә...ерле,

ду...лыҡ,

ҡу...ты,

о...он,

бо...,

бе...ҙең,

һиге...,

йө...

Кәрәкле хәрефтәрҙе яҙ. (з, ҙ, ҫ, с)

Мага...ин,

ә...ерләй,

уҡыу...ы,

ә...рә,

ҡә...ерле,

ду...лыҡ,

ҡу...ты,

о...он,

бо...,

бе...ҙең,

һиге...,

йө...

Кәрәкле хәрефтәрҙе яҙ. (з, ҙ, ҫ, с)

Мага...ин,

ә...ерләй,

уҡыу...ы,

ә...рә,

ҡә...ерле,

ду...лыҡ,

ҡу...ты,

о...он,

бо...,

бе...ҙең,

һиге...,

йө...

Кәрәкле хәрефтәрҙе яҙ. (з, ҙ, ҫ, с)

Мага...ин,

ә...ерләй,

уҡыу...ы,

ә...рә,

ҡә...ерле,

ду...лыҡ,

ҡу...ты,

о...он,

бо...,

бе...ҙең,

һиге...,

йө...



Предварительный просмотр:

Тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып, тексты күсереп яҙ.

Һин Ирәмәл тауы башына менгәнең бармы Уның түбәһенә менеү еңел түгел Унда менеү ү үҙе бер батырлыҡ Ирәмәл өҫтөнән аҫҡа ҡараһаң – мөғжизә Иҫең китмәле матурлыҡ донъяһы йәйрәп ята.

Тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып, тексты күсереп яҙ.

Һин Ирәмәл тауы башына менгәнең бармы Уның түбәһенә менеү еңел түгел Унда менеү ү үҙе бер батырлыҡ Ирәмәл өҫтөнән аҫҡа ҡараһаң – мөғжизә Иҫең китмәле матурлыҡ донъяһы йәйрәп ята.

Тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып, тексты күсереп яҙ.

Һин Ирәмәл тауы башына менгәнең бармы Уның түбәһенә менеү еңел түгел Унда менеү ү үҙе бер батырлыҡ Ирәмәл өҫтөнән аҫҡа ҡараһаң – мөғжизә Иҫең китмәле матурлыҡ донъяһы йәйрәп ята.

        Тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып, тексты күсереп яҙ.

Һин Ирәмәл тауы башына менгәнең бармы Уның түбәһенә менеү еңел түгел Унда менеү ү үҙе бер батырлыҡ Ирәмәл өҫтөнән аҫҡа ҡараһаң – мөғжизә Иҫең китмәле матурлыҡ донъяһы йәйрәп ята.

        Тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып, тексты күсереп яҙ.

Һин Ирәмәл тауы башына менгәнең бармы Уның түбәһенә менеү еңел түгел Унда менеү ү үҙе бер батырлыҡ Ирәмәл өҫтөнән аҫҡа ҡараһаң – мөғжизә Иҫең китмәле матурлыҡ донъяһы йәйрәп ята.

        Тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып, тексты күсереп яҙ.

Һин Ирәмәл тауы башына менгәнең бармы Уның түбәһенә менеү еңел түгел Унда менеү ү үҙе бер батырлыҡ Ирәмәл өҫтөнән аҫҡа ҡараһаң – мөғжизә Иҫең китмәле матурлыҡ донъяһы йәйрәп ята.