Главные вкладки
Нугаманова Гузель Дамировна
Уҡытыусы – ниндәй ғорур исем!
Әсә һүҙе кеүек яғымлы!
Ирекһеҙҙән был һүҙ хәтерләтә,
Мәктәптәргә йөрөгән сағымды.
Уҡытыусы… Был һүҙҙең мәғәнәһен ябай тел менән әйтһәк, уҡытыусы – ул кешелек донъяһы туплаған тәжрибәне башҡаларға тапшырыусы кеше. Әммә, минеңсә, ысын педагог белем генә биреүгә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел, ул – тәрбиәсе лә, сөнки тигәндә уҡыусылары өсөн өлгө булып тора. Улар тормоштоң иң мөһим яҡтарын күбеһенсә тап уҡытыусыһынан күрәләр: нисек итеп кешеләр менән аралашырға, эшеңә, үҙеңә, тирә-йүнгә ниндәй ҡарашта булырға. Ошоларға бәйле уҡытыусы, минең ҡарашҡа, бик яуаплы профессия һәм үҙ-үҙен камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләргә бурыслы. Арҙаҡлы педагог К.Д.Ушинский ҙа « Уҡытыусы һәр даими уҡығанда ғына уҡытыусы булып ҡала»- тигән.
Мин уҡытыусы… Юғарыла әйтелгәндәр минең эшмәкәрлегемдә сағылыш табамы? Әлбиттә, һис шикһеҙ! Уҡытыусы тигән һүҙ кеүек матур ҙа, ғорур ҙа, йөрәктәргә үтеп инерҙәй, йылы ла һәм яғымлы ла яңғыраған башҡа һөнәрҙе табырға мөмкин түгелдер. Немец педагогы Адольф Дистервег: “Тәрбиәсе һәм уҡытыусы булып тыуырға кәрәк; уның менән тыумаштан килгән һәләте етәкселек итә”, - тип билдәләгән.
Минең өсөн “Кем булырға?” тигән һорау бөтөнләй булманы. Уҡытыусы булыу – минең бала саҡ хыялым, сөнки мине иҫ киткес яҡшы мөғәллимдәр уҡытты. Мин уларҙың беҙгә булған йылы мөнәсәбәттәре, белемдәре һәм уҡытыу һәләттәре менән һоҡландым, ә хәҙер үҙем һәр ваҡыт улар кеүек булырға тырышам. Улар минең өсөн дөрөҫ юл күрһәтеүсе маяҡ булып тора. Үҙемдең уҡыу йылдарын һаман да булһа һағынып иҫкә алам. Тап мәктәптә асыштарымдың шатлығын тойҙом, донъяның матурлығын күрҙем. Бөгөн ҙур ғорурлыҡ менән “Мин –уҡытыусы!” тип әйтә алам.
Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. Хәҙер аңлайым: был минең булмышым, минең тормош юлым. Мин уҡыусыларымды башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү теләген бойомға ашырам. Телем аша Башҡортостанымдың сал тарихы, мәшһүр сәнғәте, ҡабатланмаҫ тәбиғәте, киң күңелле халҡымдың бай ижады менән таныштырыу уҡытыу эшмәкәрлегемдең бер маҡсаты булһа, матур һәм ирекле Ватаным менән ғорурланыу тойғоһо, уға ҡарата һөйөү тәрбиәләү икенсе маҡсатым булыр. Бурыстарымдан – телебеҙҙе, бөтә ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу, һәм байытыу, киләсәккә белемле, әхлаҡлы, сәләмәт балалар тәрбиәләүҙе әйтер инем. Башҡорт теленең байлығын, матурлығын күрһәтеү, телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны өйрәнеүгә теләк тыуҙырыу – төп эштәремдең береһе.
Ниндәй ул заман уҡытыусыһы? Уҡытыусы яңы педагогик технологиялар ҡулланыу һәләтенә эйә булырға тейеш. Минең ҡарамаҡҡа, шәхсән-ориентирлау принцибына ҡоролған уҡытыу уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә ыңғай ҡараш формалаштырыуға булышлыҡ итә. Уҡытыусының йөрәгендә һәр ваҡыт мөхәббәт йәшәргә тейеш!