МИН – УҠЫТЫУСЫ. (эссе)
Уҡытыусы!
Ниндәй бөйөк исем!
Кешелеккә белем биреүсе.
Һәр көн һайын беҙҙең йөрәктәргә
Изгелек нурҙарын сәсеүсе.
Уҡытыусы... ниндәй изге мәғәнә, иҫ киткес сабырлыҡ, тормошҡа һәм үҙ эшеңә һөйөү тупланған был һүҙҙә... Эйе, тап үрҙәге шиғыр юлдарындағы кеүек Бөйөклөк тә бар был исемдә, сөнки уҡытыусыға донъялағы иң ҡиммәтле, иң ҡәҙерле әйбер – бала күңеле, бала киләсәге ышанып тапшырылған.
Мин уҡытыусы булырға бала саҡтан уҡ хыялландым. Бында уҡытыусы булған апайҙарымдың, тәүге тапҡыр хәреф танытып уҡырға өйрәткән тәүге уҡытыусым Миңзәлә Шәһәрғәзе ҡыҙының, 11 йыл буйына күңелемә белем орлоҡтары сәскән уҡытыусыларымдың-хәҙерге коллегаларымдың һәм һәр саҡ терәк булып, дәртләндереп тороусы ата-әсәйемдең роле һанап бөткөһөҙ булды.
Бала саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыялланып, әсәйем менән атайым эшкә киткәс, апайҙарым менән «уҡытыусы» булып уйнағаныбыҙ, бүлмә таҡтаһын, йә булмаһа шкаф ишеген синыф таҡтаһы урынына ҡулланыуыбыҙ – әле лә хәтеремдә.
Күпме ваҡыт үтте, төрлө ваҡиғалар булды! Мәктәп йылдары, дәрестәр, һуңғы ҡыңғырау, имтихандар... Күптәрҙе борсоған: “Ҡайҙа барырға, ниндәй һөнәр һайларға?” – тигән һорау миңә ҡағылманы. Минең маҡсатым асыҡ: уҡытыусы булырға!
Мәктәпте тамамлағас, бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырыр өсөн, Сибай педагогия колледжының башланғыс кластар факультетына уҡырға барҙым. Студент йылдарының башында уҡ дөрөҫ һөнәр һайлағаныма ныҡлы инанған инем инде.
Аллаға шөкөр, ниндәй шатлыҡ, минең ҡулымда диплом. Мин –уҡытыусы! Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты, мин балалар уҡытасаҡмын.
Тәүге хеҙмәт көнөм төпкөл һаналған Ҡолғана ауылында башланып китте. Тулҡынландырғыс беренсе дәрестәр..Шаулы мәктәп тормошо менән бер йыл үткәс, юғары белем алыу маҡсатында Стәрлетамаҡ педагогия академияһына барҙым һәм ситтән тороп тамамланым.
Тәүге мәлдәрҙә төрлө ҡыйынлыҡтар, мәшәҡәттәр килеп тыуһа ла, бала саҡ хыялыма хыянат итергә уй булманы, сөнки бөтә ауырлыҡтар ҙа – беҙ уларҙы еңеп сыҡһын өсөн бирелә.
Ҡыңғырау шылтырағас та, балаларҙың күҙҙәре янып тороуын, дәрес барышында һәр һөйләгән мәғлүмәтте йотлоғоп тыңлауҙарын күреү – минең өсөн оло бәхеткә әйләнде. Оҙаҡламай үҙемдең уҡыусыларымды көндән-көн нығыраҡ ярата, үҙ ғаиләм кеүек күрә башланым. Уҡытыу барышында һәйбәт билдә алған балалар ғына түгел, хатта иң шаян, тиктормаҫ уҡыусылар ҙа яҡын булып киттеләр. Ғөмүмән, һәр бала – ул шәхес. Үҙ һүҙле, шаян уҡыусыларҙың да, һәйбәт яҡтарын күрергә өйрәндем.
Уҡытыусының уңыш сере - балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулауында. Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү- минең педагогик хеҙмәтемдең төп бурыстары. Киң хеҙмәттәшлеккә өлгәшеү өсөн уҡытыусы ниндәйҙер кимәлдә артист, эҙләнеүсе, киң эрудициялы психолог та булырға тейеш. Мин тәрбиәләгән уҡыусылар киләсәктә илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр ҡылыр, тормошта лайыҡлы урын табырҙар, тип ышанам. Изге күңелле ышаныслы шәхестәр тәрбиәләп тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереү теләге менән атҡан таңдарға ҡыуанып, һәр үткән көнгә шөкөр итеп йәшәйем һәм эшләйем. Бәхетлемен: яратҡан эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем, ныҡлы терәгем һәм таянысым – ғаиләм, әсәйем, дуҫтарым, туғандарым бар. Һәр көн, ҡояштай балҡып, яратҡан эшемә- уҡыусыларым янына ашығам. Йылмаям - эшемде, балаларҙы яратам! Үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым.Уҡытыусы- минең булмышым!