тесты и разработки
6-сы класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән тест
1. Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан тапатмаҫ,
Тапаймын тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.
-Был өҙөк Ш.Бабичтың ҡайһы әҫәренән?
- “Башҡортостан” 2) “Тупраҡ”
2. “Бөркөт һауала үлә” әҫәренең авторы кем?
1)Р.Насыров. 2) Ә. Вахитов. 3)Ә. Бикчәнтәев.
3. “Бөркөт һауала үлә” әҫәрендә күкрәге менән амбразураны ҡаплаусы егет кем ул?
- Матросов. 2) Артюхов. 3) Лалетин.
4. Саша ни өсөн амбразураны күкрәге менән ҡаплай?
- Автоматының патрондары, гранаталары бөтә.
- Артабан барырға хәле ҡалмай.
5.А. Матросов ҡайҙа батырлыҡ күрһәтә?
- Мәскәүҙә. 2) Һамарҙа. 3) Өфөлә. 4) Чернушкиҙа.
6. Тылсымлы ҡош, тылсымлы ҡош,
Серемде мин әйтәйем,
Һайрасы һин өҙҙөрөп бер,
Йыр ярата әсәйем.
- Был шиғырҙың авторы кем?
- А. Игебаев. 2) Р. Ғарипов. 3) М.Кәрим.
7. “Ҡәнәфер сәскәһе” әҫәренең төп геройы кем?
- Гәүһәр. 2) Фәриҙә. 3) Ғәҙилә.
8. “Ҡәнәфер сәскәһе” әҫәренең авторы кем?
- М. Кәрим. 2) З.Биишева. 3) Й.Солтанов.
9. “Ҡәнәфер сәскәһе” әҫәрендә ниндәй байрам етеүе тураһында хәбәр ителә?
- Яңы йыл. 2) 8 март. 3) 23 февраль.
10. Фәриҙә өйөн табырға ярҙам иткән ҡыҙҙың исеме?
1) Әсмәбикә. 2) Ынйыҡай. 3) Нәсимә.
11. “Бер әсәнең зарыҡҡаны” ниндәй жанрға ҡарай?
1) хикәйә. 2) әкиәт.
12. “Әсәм ҡулдары” шиғырының авторы кем?
1) М. Кәрим. 2) Р. Ғарипов. 3) Р. Бикбаев.
13. Башҡортостан! Татлы балһың кеүек,
Дегетсе бер оҫта кеүекһең –
Кейеменә мазут еҫе һеңгән
Һин, гүйә, бер эшсән егетһең.
- Был шиғырҙың авторы кем?
- Н.Нәжми. 2) З. Биишева. 3) Р. Ғарипов.
14. “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” әҫәренең авторы кем?
- Й. Солтанов. 2) Н.Ғәлимов. 3) Ә. Бикчәнтәев.
15. Ш.Бабич ҡайһы йылдарҙа йәшәгән?
- 1890- 1934. 2) 1895- 1919. 3) 1886- 1913
.
5-се класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән тест
1. Р. Ниғмәтиҙең “Хәйерле юл һеҙгә !” әҫәрендә ҡайһы ҙур
байрам тураһында һүҙ бара?
1.)Белем көнө.
2) Уҡытыусылар көнө.
3) Республика көнө.
2. Ғ. Рамазановтың “Ураҡ өҫтө” шиғырында ниндәй йыл миҙгелендәге хеҙмәт емеше һүрәтләнгән?
- Ҡыш.
- Йәй
- Көҙ.
- Яҙ.
- Әкиәттә Әминбәк нисә һөнәр өйрәнә?
- Бер. 4.Дүрт.
2. Ике. 5.Биш.
3. Өс.
4. А. Карнайҙың “Урманда” хикәйәһендә йылан менән алйырҙан үлеменә нимә сәбәпсе була?
- Уңғанлыҡ.
- Матурлыҡ.
- Көнсөллөк.
5. “Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән” әкиәте ниндәй төргә ҡарай?
- Батыр6ар тураһында. 3. Тормош- көнкүреш әкиәте.
- Хайуандар тураһында.
6.”Хәмит күпере” хикәйәһендә Хәмит исемен нисек мәңгеләштерә?
- Халыҡ өсөн күпер һала. 2. Исемен ҡыйыҡҡа яҙып элә.
7. “Яралы китап ” хикәйәһендә һуғышта ҡатнашҡан Фәғилә нисек һәләк була?
- Командирын ҡотҡара.
- Минаға эләгә.
- Әсирлектә була.
8.Хат яҙ. Яҙ миҙгеле. Май яҙа. Былар ниндәй һүҙҙәр?
1.Омоним. 3. Антоним.
2. Синоним.
9. Эшлекле, егәрле,уңған,эшсән. Былар ниндәй һүҙҙәр?
- Омоним. 3. Антоним.
- Синоним.
10. Аҡ- ҡара, көн – төн, аҙ – күп. Былар ниндәй һүҙҙәр?
1. Омоним.
2. Синоним.
3. Антоним.
11. Халыҡ йырҙарында нимә сағыла?
- Уй- кисерештәре,шатлыҡ- ҡыуаныстары, ҡайғы- хәсрәттәре.
- Бер нәмә лә сағылмай.
12. “Өс таған” әҫәрендә малайҙар Кирмәт тауын һәләкәттән ҡотҡарыу өсөн нимә эшләргә ҡарар итә?
1.Күлгә балыҡ ебәрергә.
2. Тау башына ағас ултыртырға.
3. Уны һаҡларға.
13. “Өс таған”дың башлығы итеп кемде һайлайҙар?
- Вәзирҙе.
- Ғабдулланы.
- Айҙарҙы.
14. Вәзирҙе ни өсөн “Өс таған”дан сығаралар?
1.Шәрифулланың бәкеһен сәлдергәнгә. 2. Үҙе башлыҡ булырға теләгәнгә.
15. “Урман ҡунағы” әҫәрендә ниндәй йәнлек бәләгә осрай
1.Ҡуян. 2.Төлкө. 3.Бүре. 4.Ҡоралай.
16. Ҡоралайға ниндәй йыртҡыс һөжүм итә?
1.Айыу.
2.Төлкө.
3.Бүре.
4. Эт.
17. “Миҙал” хикәйәһенең авторы кем ?
1. М.Кәрим.
2. З. Хисмәтуллин.
3. Р. Низамов.
4. Т.Ғиниәтуллин.
18. “Ерән ҡашҡа” шиғырының авторы кем?
- М. Кәрим.
- Н. Нәжми.
- Т.Йосопов
19. “Турыҡай” хикәйәһенең авторы кем?
- М. Кәрим.
- Н. Нәжми.
- А. Карнай.
- С. Агиш.
20. Бүреләр менән алышта кем еңеп сыға?
- Турыҡай.
- Ерән ҡашҡа.
- Йылҡы өйөрө.
21. ”Турғай” хикәйәһенең авторы кем?
- М.Кәрим.
- Н. Нәжми.
- А.Карнай.
22. Яҙ байрамына барыу өсөн ҡайһы ҡош еңеп сыға?
1. Турғай.
2. Ҡарға.
3. Сыйырсыҡ.
Тикшеренеү эшенең тезисы
Рәмәтуллина Әлиә Комсомол урта мәктәбенең- 9 класс уҡыусыһы.
Етәксеһе: Рәхмәтуллина .Ә .Н
Тикшеренеү эшенең маҡсаты һәм бурыстары:
Үҙебеҙҙең яҡта уны нисек әҙерләүҙәрен, бөгөнгө көндә уны ҡулланыу, дауа рәүешендә нисек файҙаланыуҙарын асыҡлау; шифалы ҡороттоң әҙәбиәттә, мәҙәниәттә, сәнғәттә, халыҡ ижадында сағылышын өйрәнеү;
Теманың актуаллеге: ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ризыҡтың бөгөнгө көндә лә киң файҙаланылыуы, уның әҙәбиәттә, мәҙәниәттә, сәнғәттә, халыҡ ижадында яҡтыртылыуы миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм уны белергә, аңларға тырышыу теләген уятты.
Эҙләнеү методикаһы: әҙәбиәттән, мәҙәниәттән, сәнғәттән, фольклорҙан өйрәнеү;
Практик әһәмиәте: киләсәк быуынға борондан тапшырыла килгән был файҙалы ашамлыҡтың мөһимлеге, шифаһы хаҡында еткереү, уның сағылышын төрлө йүнәлештә - әҙәбиәттә, мәҙәниәттә, сәнғәттә, халыҡ ижадында яҡтыртыу – беҙҙең бурыс, тип иҫәпләйем.
Йөкмәткеһе
l. Инеш өлөш
ll. Төп өлөш
Теоретик өлөш
- Ҡорот һәм уның үҙенсәлектәре
- Шифаһы нимәгә бәйле?
- Уны нисек әҙерләйҙәр?
- Дауа рәүешендә файҙаланыу
Практик өлөш
Шифалы ҡорот - әҙәбиәттә, мәҙәниәттә, халыҡ ижадында .
lll. Йомғаҡлау
lV. Ҡулланылған әҙәбиәт
V. Өҫтәлмә материалдар
Скачать:
2.14 МБ |
Предварительный просмотр:
Чтобы пользоваться предварительным просмотром презентаций создайте себе аккаунт (учетную запись) Google и войдите в него: https://accounts.google.com
Подписи к слайдам:
Слайд 1
Шифалы ҡорот – әҙәбиәттә , сәнғәттә , халыҡ ижадында .
Слайд 2
Ни Өсөн мин был темаҒа мөрәжәғәт иттем һуң ?
Слайд 3
Ниндәй тикшеренеү алымдары маҡсатыма ирешергә ярҙам итте?
Слайд 4