Дидактическая игра
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Дидактик уйынн «Б ашҡортостан » Маҡсат : балаларҙы Башҡортостандын күлдәре, йылғалары, ҡырағай хайуандары, тауҙары, яҙыусылары менән таныштырыуҙы дауам итеү. Балаларҙын бәйләнешле телмәрен, һанау һәләтлеген, ан-зиһенен, фекерҙәрен уҫтереү. Тыуған ергә ҡарата һөйөү тойғоһон тәрбиәләү. Уйын тәртибе : һорауҙарға дөрөҫ яуапты һүрәт менән күрһәтеп Башҡортостандын картаһын төҙөү. Был уйын биш-алты йәштән тәғдим ителә, төркөмсә менән йәғни индивидуаль үткәрелә.
Һорауҙар Тау башында балҡый бер ҡала, ул ҡала ниндәй тип атала ? (Өфө ) 2. Башҡортостандағы ин ҙур йылга ? ( Ағиҙел) 3. Был батырыбыҙ менән ҡала, хоккей клубы, урамдар исемен йөрөтәләр? (Салауат Юлаев) 4. Башҡорттарҙын милли эсемлеге? (Ҡымыҙ) 5. Үҙе тәмле, үҙе шифалы, сәскәнән йыйып алалар? (Бал) 6. Башҡортостандын символы? (Ҡурай) 7. Башҡортостандағы ин бейек тау? (Ямантау) 8. Башҡортостандағы ин ҙур күл? (Аслыкүл) 9. Ин көслө ҡырағай хайуаны, уны урман хужаһы тип йорөтәләр? (Айыу) 10. Шүлгәнташ мәмерйәһе ниндәй районда урынлашҡан? (Бөрйән) 11.Ер шарынын картаһына Ҡараһан яҡшы ғына,- Башҡортостан шул картала Бер япраҡ саҡлы ғына. Был һүҙҙәрҙен авторы кем? (Мостай Кәрим)
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт !!!