Главные вкладки
Мои аудиозаписи
Мин үҙемде яратам
Опубликовано 24.10.2018 - 15:58 - Мирвалеева Илюза Флюровна
Мин үҙемде яратам
Яратам мин илемде,
Матур башҡорт телемде,
Уйнап-көлеп үткәрәм
Һәр бер яңы көнөмдө.
Ҡушымта:
Там, там, там, трам-там-там,
Мин үҙемде яратам.
Там, там, там, трам-там-там,
Мин һеҙҙе лә яратам.
Яратам атайымды,
Яратам әсәйемде.
Етәкләйем уларҙы
Биреп йылы усымды.
(Ҡушымта)
Баҫһам көҙгө алдына,
Күрәм унда үҙемде.
Һоҡланып ҡарап торам
Ала алмай күҙемде.
(Ҡушымта)
Ҡояш апай күктән беҙгә
Йылмайып ҡарап тора.
Мин һеҙҙе бик яратам, тип
Теләктәр теләп тора.
(Ҡушымта)