Контроль-баһалама материалдар
Контроль эштәр
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусылар өсөн контроль эштәр | 709.19 КБ |
Башҡорт теленән дидактик материалдар | 259 КБ |
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Сәләм! Исемең кем?
1. Диалогты уҡы, тәржемә ит. Дөрөҫләп яҙ.
Сәләм, Артур. Һаумы, Саша? Хәлең нисек? Арыу әле. Ә үҙең ҡайҙан киләһең? Волейбол түңәрәгенән.
2. Диалогты тултырып яҙ.
– Һаумы,...
– Сәләм,...
– ...нисек?
– Арыу...
– Ҡайҙан...
– Волейбол...
3. Түбәндәге сәләмләү һүҙҙәре менән диалогтар яҙ.
Хәйерле иртә. Хәйерле көн. Һаумы. Һау бул. Хәйерле кис. Һаумыһығыҙ. Хушығыҙ.
4. Диалогтар алдынан тап килгән сәләмләү һүҙҙәрен яҙ.
– ..., Сәлим. – ..., Фәрит Камалович.
– ..., Диана. – ..., Илнур.
– ..., Рәмилә Сәғитовна. – ..., әсәй.
– ..., Илмира. –..., ҡыҙым.
– ... , ҡустым. – ... , улым.
– ... , апай. – ... , атай.
5. Диалогты тамамла.
– Тыныс йоҡо, ... – Хәйерле көн, ...
– Тәмле төштәр , .. – Һаумы , ...
– Хушығыҙ, ... – Хәйерле иртә, ...
– Оcрашҡанға тиклем, ... – Сәләм, ...
6. Һөйләмдәрҙе уҡы. Тәржемә ит.
Был мин. Минең исемем – Айрат. Был минең һеңлем. Уның исеме – Элина. Был минең өләсәйем. Уның исеме – Рәшиҙә. Был минең ағайым. Уның исеме – Артур.
7. Нөктәләр урынына -ым, -ем ялғауҙарын яҙ.
Минең һеңле..., әсәй..., атай..., ҡусты..., апай..., өләсәй..., олатай..., ағай..., бабай... .
8. Һөйләмдәрҙе тултырып әйт.
Минең исемем – ... . Атайымдың исеме – ... . Әсәйемдең исеме – ... . Ағайымдың исеме – ... . Ҡустымдың исеме – ... . Һеңлемдең исеме – ... . Апайымдың исеме – ... . Өләсәйемдең исеме – ... . Олатайымдың исеме – ... . Бабайымдың исеме – –... .
9. Нөктәләр урынына дөрөҫ ялғау яҙ.
Өлгө: Апайымдың исеме – Фәриҙә.
Апай... исем... – Фәриҙә. Әсәй... исем... – Лилиә. Ҡусты... исем... – Шамил. Өләсәй... исем... – Венера. Атай... исем... – Нәзир. Олатай... исем... – Бикбай. Һеңле... исем... – Әлфиә.
10. Һөйләмдәрҙе дөрөҫ тамамла.
Минең апайым – (Марат, Европа, Ағиҙел, Нажия).
Минең атайым – (Париж, Лена, Айһылыу, Азамат).
Минең ҡустым – (Лилиә, Рената, Эдуард).
11. Һөйләмдәрҙе тултыр.
Өлгө: минең әсәйем – Альбина.
Минең әсәйем – ... . Һинең әсәйең – ... . Уның әсәһе – ... .
Минең ҡустым – ... . Һинең ҡустың – ... . Уның ҡустыһы – ... .
Минең һеңлем – ... . Һинең һеңлең – ... . Уның һеңлеһе – ... .
Минең атайым – ... . Һинең атайың – ... . Уның атаһы – ... .
Минең ағайым – ... . Һинең ағайың – ... . Уның аҡаһы – ... .
Минең апайым – ... . Һинең апайың – ... . Уның апаһы – ... .
Минең исемем – ... . Һинең исемең – ... . Уның исеме – ... .
12. Һорауҙарға яуап бир.
Һинең исемең кем ?
Минең исемем – ...
Минең атайымдың исеме кем?
Һинең атайыңдың исеме – ...
Уның апаһының исеме кем?
Уның апаһының исеме – ...
Һинең өләсәйең исеме кем?
Минең өләсәйемдең исеме – ...
13. Һөйләмдәрҙе тамамла.
Минең этемдең исеме – ... . Минең бесәйемдең исеме – ... . Минең сысҡанымдың исеме – ... . Беҙҙең һыйырҙың исеме – ... . Беҙҙең аттың исеме – ... . Беҙҙең попугайҙың исеме – ... .
14. Һорауҙарға яуаптар яҙ.
Һин ниндәй ҡалала (ауылда) йәшәйһең?
Һинең йортоң ниндәй урамда?
Һин ниндәй республикала йәшәйһең?
Һинең республикаңдың баш ҡалаһы нимә?
Республика Президентының исеме кем?
Ҡала (ауыл) хакимиәте башлығының исеме кем?
Район хакимиәте башлығының исеме кем?
Һеҙҙең мәктәп директорының исеме кем?
Һинең тәүге уҡытыусыңдың исеме кем?
Һинең класс етәксеңдең исеме кем?
15. Нөктәләр урынына исемдәр яҙ.
Беҙҙең синыфта ... , ... , ... , ... исемле ҡыҙҙар уҡыйҙар.
Беҙҙең синыфта ..., ... , ... , ... исемле малайҙар бар.
Беҙҙең урамда ... , ... , ... , ... исемле кешеләр йәшәйҙәр.
Беҙҙең күршелә ... , ... , ... , ... исемле инәйҙәр йәшәйҙәр.
16. Һүҙҙәргә күплек ялғауы яҙ.
лар – ләр | ҙар – ҙәр | дар – дәр | тар – тәр |
ҡала - бала- төлкө- тәҙрә- уҡыусы- кеше- кино- | Ҡар- ҡыҙ- бай- күҙ- сәй- күмер- бейеү- | урман- телефон- таң- тейен- урам- ауыл- ҡәләм- | китап- синыф- завод- ишек- билет- сәс- теш- |
17. Һүҙҙәргә күплек ялғауы өҫтәп яҙ.
Ҡалала бейек – бейек йорт... төҙөлә.
Евросеттә төрлө телефон... һатыла.
Мин мультфильм... ҡарарға яратам.
Минең аҡыллы, тоғро дуҫ...ым күп.
Мин марка..., визитка..., значок... йыям.
18. Һүҙҙәргә дөрөҫ күплек ялғауын һайлап яҙ.
Китап – лар, тар, дар. Машина – лар, ҙар, тар.
Дәфтәр – ләр, ҙәр, тәр. Байрам – дар, лар, ҙар.
Тротуар – дар, ҙар, лар. Кеше – ҙәр, тәр, ләр
19. Һөйләмдәргә дөрөҫ һүҙҙәр яҙ.
Мин ҡыҙыҡлы ... уҡыйым.Минең әсәйем тәмле ... бешерә. Атайым ... ҡарарға ярата. Минең өләсәйем ... һөйләй. Минең ҡустым ... йыя. Минең һеңлем ... менән уйнай. Минең ағайым ... йөрөтә.
(машиналар, ҡурсаҡтар, аштар, значоктар, әкиәттәр, спорт ярыштары, китаптар, һүрәттәр, бәлештәр, уйынсыҡтар)
20. Ниндәй һүҙ артыҡ?
Лар – визитка, машина, парта, уҡыу.
Ҙар – ҡарағай, туй, урман, театр.
Ҙәр – Бейеү, күҙ, белем, тимер.
Дар – урам, бала, болан, вокзал.
Тәр – ҡәләм, ишек, һәләт, бишек.
Дәр – көн, күн, ирен, принтер, фильм.
21. Шиғырҙы тасуири уҡы, йөкмәткеһен һөйлә, ятла.
Толя, Анатолий.
Балалыҡ дуҫым ҡайҙа
Ул өйрәтте миңә дүрт һүҙ
Ер. Ут. Һыу. Һауа.
(Баязит Бикбай)
22. Мәҡәлдәрҙе күсереп яҙ, мәғәнәләрен аңлат, иҫеңдә ҡалдыр.
100 һум аҡсаң булғансы, 100 дуҫың булһын.
Ҡайҙа барһаң, дуҫың булһын ҡаршы сығып атың бәйләргә.
Дуҫ бәлә килгәндә һанала.
Дуҫыңдың ҡәҙерен бел.
Дуҫлыҡтың нигеҙе – тоғролоҡ.
23. Һөйләмдәрҙе тамамла.
Минең яҡын дуҫым .... . Ул ... урамында йәшәй. Дуҫым ... , ... ярата.
Минең дуҫым ... , .... , .... . Ул ... , ... , ... фәндәренән һәйбәт өлгәшә.
24. Йырҙы өйрән, йөкмәткеһен аңлат.
Килдем һеҙгә Иҙел диңгеҙ кисеп,
Ҡош булып ҡанатланып осоп.
Ҡош ҡанаттары түгел иңемдә,
Йыр ҡанаттары минең күңелемдә.
Ҡушымта:
Әйҙәгеҙ, дуҫтарым, йырлайыҡ бергә,
Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына.
Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына,
Йәшәйек донъяла йырлап ҡына.
25. Түбәндәге һүҙҙәрҙе ҡулланып, «Минең дуҫым» исемле хикәйә төҙө.
Аҡыллы, йәш, фәндәрен, уҡый, ярата, ярҙам итә, уйнайбыҙ, алмашабыҙ, кәңәштәр бирә, ҡатнаша, шатланам, рәхмәт
26. Дуҫыңдың тышҡы ҡиәфәтен һүрәтлә.
Буйы - ... . Яурыны - ... .Сәсе - ... . Ҡарашы - ... . Күҙҙәре - ... . Йөҙө - ... .
Маңлайы - ... . Ҡаштары - ... . Керпектәре - ... . Ҡулдары - ... .
Ҡолаҡтары - ... . Ауыҙы - .. . Эйәге - ... . Кәүҙәһе - ... . Тауышы - ... .
Һиңә нисә йәш?
27. Һөйләмдәргә һандар яҙ.
Миңә ... йәш. Минең апайыма ... йәш. Минең әсәйемә ... йәш Минең
ағайыма ... йәш. Минең өләсәйемә ... йәш. Минең ҡустыма ... йәш.
Минең атайыма ... йәш. Минең дуҫыма … йәш. Минең уҡытыусыма …
йәш. Минең еңгәмә … йәш. Минең еҙнәмә … йәш. Минең бабайыма … йәш. Минең инәйемә … йәш.
28. Һандарҙы өлгө буйынса яҙ.
1 – беренсе, берәр, берәү.
2 –
3 –
4 –
5 –
6 –
7 –
8 –
9 –
10 –
29. Һөйләмдә даталарҙы тултыр. Һандарҙы һүҙҙәр менән әйтеп ҡара.
1. Мин ... йылда тыуғанмын. 2. Минең әсәйем ... йылда тыуған. 3. Минең олатайым... йылда тыуған. 4. Минең һеңлем ... йылда тыуҙы. Бөйөк Ватан һуғышы ... йылда башланған. 6. Ю.А. Гагарин йыһанға ... осҡан. 7. Башҡорт халҡы Рәсәйгә ... ҡушылған. 8. Салауат Юлаев ... йылда тыуған. 9. Беҙҙең мәктәп ... йылда төҙөлгән. 10. Башҡортостан Республикаһының Флагы һәм Гербы ...йылда раҫланған. 11. Рәми Ғарипов ... йылда тыуған.
30. Ғәмәлдәрҙе эшлә, һандарҙы һүҙҙәр менән әйт.
25 х 125 = 1236 +281 = 36 х 12 = 16257 – 1685 = 259745 +137 = | 31+12 = 77: 11 = 1745 : 5 = 183 – 83 = 2391+347= |
31. Тейешле һандарҙы яҙып, шиғырҙы уҡы.
... синыфта мин,
Уҡыйым «...» кә, «...» кә.
Миңә ... йәш тулды,
... ( сы, се,сө) йәш миңә.
32. Тейешле зат алмаштарын һәм күплек ялғауҙарын яҙ.
Минең әсәй ... , ҡусты... , һеңле... , атай... , өләсәй... , ағай... .
Һинең әсәй... , ҡусты... , һеңле... , атай... , өләсәй... , ағай... .
Уның әсә... , ҡусты... , һеңле... , атаһы..., өләсә... , аға... .
Беҙҙең әсәй... ..., ҡусты... ..., һеңле... ..., атай... ..., өләсәй... …, ағай... ... Һеҙҙең әсәй... ..., ҡусты... ... ,һеңле... ... , атай ... ... , өләсәй ... ... , ағай ... ... .
Уларҙың әсәй... ... , ҡусты... ... , һеңле... ... , атай... ... , өләсәй... ... , ағай... ... .
33. Һорауҙарға яуаптар яҙ.
Һинең ағайың бармы, ағайыңа нисә йәш?
Уның һеңлеһе бармы, һеңлеһенә нисә йәш?
Һеҙҙең апайығыҙ бармы, апайығыҙға нисә йәш?
Уларҙың өләсәһе бармы , өләсәһенә нисә йәш?
34. Бирелгән шиғырҙа һүҙҙәрҙең затын билдәлә.
Мәңге балҡы, Башҡортостан!
Моңдарымдың моңо һиңә, Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө,
Башҡортостан – төйәгем һин. Иҫкән елгә тулҡын һирпә.
Һиндә тыуып, һиндә үҫтем, Башын эйгән башаҡтарҙа
Берҙән-берем, йөрәгем һин. Бөртөк-бөртөк йәшәү тиртә.
Һулап туймаҫ – һауаларың, Хазинаға, Башҡортостан,
Йомарт ерең – иҫ китмәле. Һәр тарафың һинең тулы.
Байлығыңды һанар өсөн Ҡабынғанһың, Уралымдың
Белеп торам һүҙ етмәҫен. Күкрәгендә йондоҙ булып.
Уйымда һин, ҡанымда һин,
Башҡортостан – ғәзиз әсәм.
Халҡыңа көс-ҡеүәт биреп,
Мәңге балҡы, мәңге йәшә!
35. Тейешле һүҙҙәрҙе ҡулланып, ҡотлауҙар яҙып өйрән.
Ҡәҙерле ... !
Һине ... менән ҡотлайым.
Һиңә ... , ... , ... , ... теләйем.
Һәр саҡ ... , ... , ... бул!
Һинең ... .
36. Кемгә нимә бүләк итер инең? Бирелгән өлгө буйынса һөйләм төҙө.
Өлгө: Мин атайыма ручка бүләк итер инем.
Атайыма – ҡурсаҡ, аудиокассета, алъяпҡыс, ручка.
Өләсәйемә – һүрәт, асҡыс һауыты, шайба, шкатулка.
Ҡустыма – таҫма, күҙлек, диңгеҙ, шахмат.
Әсәйемә – туп, сәскә, йорт сысҡаны, шлем.
37. Һөйләмдәрҙең хатаһын төҙәт. Нөктәләр урынына тейешле һандар яҙ.
Мин ҡыш көнө тыуғанмын. Миңә апрелдә ... йәш тулды.
Әсәйем йәмле йәй көнө тыуған. Уға февралдә ... йәш тула.
Өләсәйем иртә яҙҙа тыуған. Уға сентябрҙә ... йәш тулды.
Һеңлем алтын көҙҙә тыуған. Уға мартта ... йәш тула.
38. Ҡылымдарҙы тейешле затта яҙ.
Апайым салат әҙерләнең. Һинең өләсәйең сәй ҡайнатам. Мин еләк йыяһың. Һин ҡорот эшләйем. Ул һурпа бешер.
39. Аш төрҙәре дөрөҫ төркөмләнгәнме, ниндәй хаталар киткән?
1. Ҡамыр аштары: билмән, салат, борщ, бәлеш, сәк-сәк, буҙа.
2. Йәшелсәләр: сөгөлдөр, бутҡа, шалҡан, еләк, ҡыяр, туҡмас.
3. Ит аштары: ҡаҙылыҡ, бешкән бауыр, кәбеҫтә, тауыҡ, бауырһаҡ.
4. Емештәр: һурпа, ҡарағат, алма, кишер, балыҡ, сейә, груша.
40. Һөйләмде дауам итеп яҙ.
Мин ҡоймаҡ бешерәм, ә апайым...
Әсәйем аш әҙерләй, ә өләсәйем..
Өләсәйем ҡымыҙ ҡоя, ә апайым..
Әсәйем бутҡа бешерә , ә мин..
41. Был һөйләмдәрҙе нисек дөрөҫләргә кәрәк?
1.Салатты бауырһаҡтан, кишерҙән, кәбеҫтәнән, иттән әҙерләйҙәр
2. Һурпаны һуттан, картуфтан, туҡмастан, еләктән әҙерләйҙәр.
3. Билмәнде ондан, иттән, йомортҡанан, сөгөлдөрҙән әҙерләйҙәр.
4. Ҡымыҙҙы туңдырманан, ҡатыҡтан, бейә һөтөнән әҙерләйҙәр.
5. Сәйҙе картуфтан, һыуҙан, һөттән, һуғандан әҙерләйҙәр.
Һин ҡайҙан?
42. Һорауҙарға дөрөҫ яуап тап.
Дуҫлыҡ Монументы ҡайҙа урынлашҡан?
Салауат Юлаев һәйкәле ҡайҙа тора?
Мәжит Ғафури паркы ҡайҙа?
Ҡурайға һәйкәл ҡайҙа төҙөлгән?
Урал тауы ҡайҙа урынлашҡан?
43. Был ҡалалар ҡайҙа төҙөлгән?
Мәскәү - , Баку - , Салауат - , Париж - , Астана - , Нью – Йорк - ,
Чимкент - , Лондон - , Рим - , Ҡазан - , Омск - , Магнитогорск - .
44. Ҡайҙан? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе яҙып ал.
Йәйге лагерҙа.
Мин быйыл йәйге лагерҙа ял иттем. Унда бик күңелле булды. Лагерҙа мин бик күп яңы дуҫтар таптым. Улар Башҡортостандағы төрлө ҡалаларҙан һәм ауылдарҙан килгәйнеләр. Лилиә менән Айбулат Баймаҡтан килгәндәр. Азамат – Салауаттан. Артур Нефтекаманан килгән. Әлфиә менән Алик Күмертауҙан килгәндәр. Фәриҙә менән Гөлнур Бөрйәндән килгәндәр, ә Рима – Бөрөнән икән.
45. Һөйләмдәрҙе дөрөҫләп әйт.
Санта Клаус Өфөлә йәшәй. Айыу ҡунаҡханала йәшәй. Тейен ер аҫтында йәшәй. Балыҡ урманда йәшәй. Пингвин сүллектә йәшәй. Бал ҡорто аквариумда йәшәй. Һайыҫҡан умартала йәшәй. Һуҡыр сысҡан ағас башында йәшәй. Ҡуян сыйырсыҡ ояһында йәшәй.
46. Һөйләмдәрҙе уҡы һәм тәржемә ит.
1. Иртәгә буран буласаҡ. 2. Бөгөн көн һалҡын. 3. Кисә еүеш ҡар яуҙы. 4. Сентябрь ямғырлы булды. 5. Октябрь аяҙ булды. 6. Ноябрь йылы булды. 7. Декабрҙә ямғыр яуҙы. 8. Ҡыш бик һалҡын булды. 9. Яҙ иртә киләсәк. 10. Йәй эҫе буласаҡ. 11. Көҙ һуң киләсәк.
47. Нөктәләр урынына тейешле һүҙҙәрҙе яҙ.
1. Яҙ көнө ... йәшәрә, ... күбәйә, ... япраҡ яра, ... таша. (һыуҙар, ерҙәр, ағастар, сәскәләр.)
2. Йәй көнө ... бешә, ... өлгөрә, ... һыу инәләр, ... башлана. (бесән, игендәр, еләктәр, балалар.)
3. Көҙ көнө ... һарғая, ... ҡойола, ... башлана, ... йылы яҡҡа осалар. (ҡоштар, уҡыуҙар, япраҡтар, үләндәр.)
4. Ҡыш көнө ... яуа, ... туңа, ... һыуына, ... ояларына йәшенәләр, ... сыға, ... тау шыуалар, ... килә. (ҡыш бабай, йәнлектәр, һыуҙар, ҡар, көндәр, балалар, буран.)
48. Ваҡытты һүҙ менән әйт.
12 : 23; 10 : 15; 7 : 45; 23 : 53; 3 : 16; 24 : 46; 19 : 50, 11 : 29.
49. Ваҡытты һандар менән күрһәт.
1. Мин иртән етенсе яртыла торам.
2. Дәрестәр икенсе биш минутта бөтә.
3. Сәғәт өстә мин төшкө аш ашайым.
4. Киске бишкә тиклем саф һауала уйнайым.
5. Унынсы ун биш минутҡа тиклем дәрестәр әҙерләйем.
6. Сәғәт унда йоҡларға ятам.
7. Һәр көн алты сәғәт уҡыйым.
8. Минең ун биш дискым бар.
9. Миңә атайым бер йөҙ туҡһан биш һумлыҡ шахмат алды.
10. Минең өләсәйемә етмеш ете йәш.
50. Нөктәләр урынына кәрәкле һандарҙы яҙ.
1. Бер аҙнала ... тәүлек бар.
2. Бер тәүлектә ... сәғәт бар.
3. Бер сәғәттә ... минут бар.
4. Бер йылда ... көн бар.
5. Бер айҙа ... тәүлек бар.
51. Ҡылымдарҙы хәҙерге заманда үҙгәрт.
Мин уҡыйым... Мин китәм ... Мин атлайым ...
Һин уҡый ... Һин кит ... Һин атлай...
Фәрит уҡый ... Азат кит... Әлфиә атлай...
Беҙ уҡый .... Беҙ кит ... Беҙ атлай...
Һеҙ уҡый ... Һеҙ кит ... Һеҙ атлай...
Фәриттәр уҡый ... Азаттар кит ... Әлфиәләр атлай...
52. Ҡылымдарға киләсәк заман ялғауын яҙ.
Мин Һин Ул Беҙ Һеҙ Улар
Кит – китәм, китәһең, китә, китәбеҙ, китәһегеҙ, китәләр.
Яҙ
Йүгер
Көл
Атла
Уҡы
Баҫ
53. Ҡылымдарға үткән заман ялғауын яҙ.
Мин Һин Ул Беҙ Һеҙ Улар
Ал – алдым, алдың, алды, алдыҡ, алдығыҙ, алдылар.
Кил
Ҡайт
Уҡы
Яҙ
Атла
Көл
Баҫ
Йүгер
Электрон почтаң бармы? Телефоның нисек?
54. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлаштыр.
1. Миңә алып ағайым телефоны бирҙе кеҫә.
2. Йәйелмәле оҡшаны миңә кеҫә был телефоны.
3. Бик ул уңайлы ҡулланырға.
4. Сәғәте телефондың фотообъективы бар диктофоны.
5. Мин рәхмәт ҙур әйттем өсөн ағайыма бүләк.
55. Һөйләмдә нимә дөрөҫ түгел?
1. Әсәйем йәйелмәле өй телефоны һатып алды.
2. Мин өй телефонын кеҫәгә һалдым да урамға сыҡтым.
3. Телефондың фотообъективын алдым да шыршыны фотоға төшөрҙөм.
4. Ҡустым телефон диктофонына матур һүрәт төшөрҙө.
56. Һөйләмдәрҙе уҡы, оҡшаш һөйләмдәр төҙө.
1. Кисә беҙ компьютер һатып алдыҡ.
2. Бөгөн беҙ компьютерға яңы программа ҡуябыҙ.
3. Иртәгә компьютерҙа эшләргә өйрәнәсәкбеҙ.
(телефон, машина, телевизор, мотоцикл, китап, коньки)
Музыка яратаһыңмы?
57. Һөйләмдәрҙе уҡы, оҡшаш һөйләмдәр төҙө.
1. Минең ағайым филармонияла эшләй.
2. Ул – халыҡ музыка ҡоралдары ансамблендә ҡурайсы.
3. Ағайым оҙон көйҙәрҙе бик оҫта уйнай.
58. Һөйләмдәрҙе тамамла.
1. Салауат Низаметдинов һәм Игорь Крутой – танылған ...
2. София Ротару һәм Флүрә Килдейәрова – талантлы ...
3. Гүзәл Сөләймәнова менән Рудольф Нуриев – күренекле...
4. Александр Буйнов менән Урал Ибәтуллин – билдәле ...
(йырсылар, композиторҙар, балет бейеүселәре, эстрада йырсылары, актерҙар, кинооператорҙар, бейеүселәр)
59. Һөйләмдәрҙең хаталарын төҙәт.
1. Ҡурай – һөйәктән эшләнә, сиртеп уйнала.
2. Ҡумыҙ – ҡыллы уйын ҡоралы, һыҙғыһы бар.
3. Пианино – телдәренә баҫып, өрөп уйнайҙар.
4. Скрипка – көпшәнән эшләнгән, иренгә терәп уйнайҙар.
5. Флейта – телдәренә баҫып, күреген һуҙып уйнайҙар.
6. Думбыра – торба, телдәренә баҫып уйнайҙар.
7. Гитара – иҙәнгә ҡуйып, өрөп уйнайҙар.
8. Баян – ауыҙға терәп,бармаҡ менән сиртеп уйнайҙар.
9. Арфа – теҙгә ҡуйып, сымдарына сиртеп уйнайҙар.
60. Һөйләмдәрҙе уҡы, оҡшаш һөйләмдәр төҙө.
1. Лилиә Ишемйәрова – ҡыҫҡа ҡара сәсле, бәләкәй буйлы, ҡара күҙле. Ул һәр ваҡыт сағыу кейем кейә.
2. Тәнзилә Үҙәнбаева – ҡара тулҡынла сәсле, һоро күҙле, уртаса буйлы. Ул башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара.
3. Фәрит Бикбулатов – зәңгәр күҙле, аҡ сәсле, оҙон буйлы. Ул «Тыуған моңдар» тапшырыуын алып бара.
4. Николай Басков –
5. Наташа Королева –
6. Александр Масляков –
61. Һөйләмдәргә тейешле һүҙбәйләнештәрҙе өҫтә.
1. Башҡорт Академия драма театры йәшел түбәле ҙур яҡты бинала урынлашҡан. Унда... бар
2. Опера һәм балет театры ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән. Ул ... урынлашҡан.
3. «Нур» татар театры яңы бинала урынлашҡан. Ул ... сауҙа үҙәгенән алыҫ түгел.
4. Милли Йәштәр театры Ленин урамында урынлашҡан. Унда... бар
5. Рус драма театры Дәүләт циркы янында төҙөлгән.
Уның фойеһында ... бар.
6. Ҡурсаҡ театры Октябрь проспектында төҙөлгән. Уның алдында ... бар.
(балалар өсөн майҙансыҡ, «Башҡортостан», тәбиғәт мөйөшө, музей, картиналар галереяһы, Ленин урамында)
62. Һөйләмдәрҙең дауамын яҙ.
Фидан Ғафаров –
Риф Ғәбитов –
Вәлит Илембәтов –
Роберт Заһретдинов –
Азат Айытҡолов –
Редик Фәсхетдинов –
Олег Янковский –
Памела Андерсен –
Әлфиә Авзалова –
63. Бирелгән һүҙҙәр алдынан ниндәй һүҙҙәр ҡулланырға мөмкин?
Йүгерәм, атлайым, яҙам, һөйләйем, йырлайым, ашайым, йоҡлайым, уҡыйым, уйнайым, һикерәм, бейейем.
(оҫта, яҡшы, шәп, әкрен, матур, тәртипле, етеҙ, тасуири, тиҙ, оҙаҡ, бейек)
64. Бирелгән һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланып, һауа торошо тураһында һөйләмдәр төҙө.
Аяҙ тора, һыуыҡ ямғыр, епшек ҡар, әсе ел, ябалаҡлап яуа, ҡапыл һыуыта, ҡояшлы көн, буран башлана, томан төшә, эҫе көн, йылы ямғыр, тымыҡ көн, йылыта, боҙола.
65. Һөйләмдәрҙе дөрөҫләп яҙ.
Ҡышын ҡоштар йылы яҡтан ҡайтты. Октябрь айында түтәл яһап, йәшелсә сәстек. Июль айында сана менән тау шыуҙыҡ. Декабрь башында каникулдар башланды. Йәй буйы һыуыҡ буран булды. Яҙын бәрәңге ҡаҙып алдыҡ. Сентябрҙә әсәйҙәр байрамы үткәрҙек. Мартта уҡыуҙар башланды.
66. Һүҙбәйләнештәр алдынан мин, минең һүҙҙәрен ҡулланып, һөйләмдәр төҙө.
матур күлдәк матур йырлайым
оҫта тегенсе оҫта бейейем
таҙа дәфтәр таҙа яҙам
яҡшы дуҫ яҡшы әҙерләнәм
биш кассетам «биш»легә уҡыйым
күп уйынсыҡ күп уйнайым
шәп телефон шәп йүгерәм
67. 66-сы күнегеүҙәге һүҙбәйләнештәр менән һәм теркәүесен ҡулланып, һөйләмдәр төҙө.
Мәҫәлән: Мин матур йырлайым һәм оҫта бейейем.
Минең биш кассетам һәм күп уйынсыҡтарым бар.
68. Нөктәләр урынына һорауға тап килгән ялғауҙар менән яуаптар яҙ.
Мин (ҡайҙа?) ҡалала, … , … , … , … йәшәйем.
Мин (ҡайҙа?) мәктәптә …, … , … , … уҡыйым.
Мин(ҡайҙа?) киноға, ..., … , … , …, … барам.
Мин(ҡайҙан?) ауылдан, ... ,…, … ,… киләм.
Мин (ҡайҙан?) походтан, ..., … , …, … ҡайтам.
Мин(нимәне?) ағасты, … , … , … , … күрәм.
Мин(нимәлә?) ултырғыста, …, …, … ултырам.
Мин(нимә?) икмәк, ..., …, … , … ашайым.
69. Нөктәләр урынына башҡорт өндәрен яҙ.
...с...й, к...н, ...тек, с...с, к...б...л...к, к...г...рсен, т...лк..., у...ытыусы, ...амыр, м...кт...п,с...ск..., бес...й, у...ыусы, с...л...м, к...с, т...ш, ...л...н, б...ре, к...рк..., б...лм..., т...б..., б...шм...к, би...р..., т......р..., юй...ыс, д...фт...р, а...ай, а...ас, япра…, ба...ма, та...ма, ...илем, ...ариф, ту...ан, ...аумы, ...алам, ...айы... ...ан, ...ара...ат, сей..., мил...ш, та...та, б...хет, шатлы..., с...л...м...тлек, ...л...с...й, ...усты, ...е...ле, й...ш, ел..к, й..шел, ...ара, а...,...ары, к...к, ал...ыу, ...оро, ...ан, к...л.
70. Һөйләмдәрҙә һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлаштыр.
1. Мәктәпкә киләм мин. 2. Дәресеңде һин әҙерлә. 3. Яҡшы уҡый ул. 4. Көндәр башланды һалҡын. 5. Япраҡтары һарғайҙы ағас. 6. Һигеҙҙә башлана дәрестәр сәғәт. 7. Өйрәнәбеҙ беҙ башҡортса. 8. Ҡалала йәшәйбеҙ беҙ. 9. Яңы һалдылар беҙгә мәктәп. 10. Көҙ тирәһенә ултырттыҡ мәктәп ағастар.
71. Һөйләмдәрҙе дөрөҫләп яҙ.
1. Һиптек көнө һыу яҙ уларға. 2. Файҙаһы икәнен беләбеҙ ағастың беҙ күп. 3. Күстек яңы беҙ йортҡа туғыҙ ҡатлы. 4. Йәй ремонтланыҡ көнө беҙ яңы фатирҙы. 5. Ҡурайын башҡорт сит беләләр илдәрҙә лә. 6. Европа Йомабай яһаған Иҫәнбаев сығыш илдәрендә. 7. Мәшһүр ҡыуандырҙы менән Ғата ҡурай Сөләймәнов моңо халыҡтарҙы. 8. Урынлашҡан көньяҡ Башҡортостан Уралда. 9. Тыуған борон-борондан төйәге булған ерҙәр башҡорттарҙың был. 10. Атала өсөн улар дә тип ерле шуның халыҡ.
174. Бирелгән хәрефтең шаҡмаҡтарын тултыр, табылған яуаптар менән һөйләмдәр уйла.
2 | 3 | ||||
1 | |||||
| 4 | ||||
5 | |||||
10 | |||||
6 | |||||
7 | |||||
9 | 8 |
1. Иң ҡәҙерле кеше.
2. Ҡыҙҙар исеме.
3. Әсе үлән.
4. Сәсҡә.
5. Һыу транспорты.
6. Тәмде белдерә.
7. Йәйен өлгөрә.
8. Сәйгә ҡушып ашайҙар.
9. Машинаны йөрөтә.
10. Тәмле әскелт емешле ҡыуаҡ.
(Кәнфит, кәмә, әрем, әсе, әсә, мәк,
сейә, тәгәрмәс, еләк, Әсмә)
177. Түбәндәге шаҡмаҡтарҙы тултыр.
2 | 3 | |||||
1 | ||||||
9 | ||||||
4 | ||||||
10 | ||||||
8 | ||||||
5 | ||||||
7 | 6 |
1. Үрнәк.
2. Һан
3. Йәшелсә.
4. Малай исеме.
5. Уралған әйбер.
6. Ҡыйбатлы таш.
7. Дан.
8. Йәнлек.
9. Төнгө ҡош.
10. Эт балаһы.
(Көсөк, Рөфҡәт, шөһрәт, сөгөлдөр, өс,
төргәк, өкө, төлкө, өлгө, көмөш)
181. Бирелгән шаҡмаҡтарҙы тултыр, яуаптар менән һөйләм төҙө.
2 | 1 | |||||
3 | ||||||
5 | ||||||
4 | ||||||
1. Юғары белемле кеше.
2. Һүҙҙең асылы.
3. Малай исеме.
4.Яҙыусы Азатың фамилияһы.
5. Өҫ кейеменең бер өлөшө.
(Яға, Мағазов, мәғәнә, ғалим, Әғләм)
185. Шаҡмаҡтарҙы тултыр, яуаптар менән һүҙбәйләнештәр төҙө.
3 | 2 | ||||||
1 | |||||||
4 | |||||||
5 | |||||||
6 | |||||||
7 | |||||||
8 | |||||||
1. Кейемдең бер өлөшө.
2. Яҙыусы ижады.
3. Дөрөҫләү.
4. Ағас.
5. Оҙон - …
6. Ерле халыҡ.
7. Ҡыйбатлы таш.
8. Аҡ, ҙәңгәр, күк.
(Әҫәр, аҫаба, ҡыҫҡа, раҫлау, уҫаҡ, кеҫә, төҫ,
аҫылташ)
182. Бирелгән аңлатмаларҙың яуаптарын шаҡмаҡтарға яҙ. Табылған яуаптарға күплек ялғауҙарын өҫтә.
1 | 4 | |||||
2 | ||||||
3 | ||||||
5 | ||||||
6 | ||||||
1. Уның менән шыуалар.
2. Ат егеү өсөн кәрәк.
3. Төндән һуңғы ваҡыт.
4. Ҡыҙҙар исеме.
5. Йыйып алынған иген.
6. Һунарсы ҡош.
(Уңыш, саңғы, Таңһылыу, шоңҡар, таң,
ыңғырсаҡ)
190. Шаҡмаҡтарҙы тултыр, яуаптар менән һөйләмдәр уйла.
2 | ||||||
1 | ||||||
3 | ||||||
8 | 4 | |||||
5 | ||||||
7 | 6 | |||||
9 |
1. Уның аша өйгә яҡты төшә.
2. Өйөлгән утын.
3. Тәртипле.
4. Йылға атамаһы.
5. Ҡыҙыҡ менән …
6. Һыуыҡ тейеп ауырыу.
7. Йылға атамаһа.
8. Йыл миҙгеле.
9. Ҡайын ағасының ҡабығы.
(Туҙ, әҙәпле, Үҙән, Мәҙәк, көҙ, Еҙем, әрҙәнә, киҙеү, тәҙрә)
194. Шаҡмаҡтарҙы тултыр. Яуаптар менән һөйләмдәр төҙө.
1 | 5 | ||||||||
2 | |||||||||
6 | 7 | ||||||||
3 | |||||||||
8 | |||||||||
4 | |||||||||
1. Балыҡ тотоу ҡоралы.
2. Ондан эшләнгән иҙмә.
3. Аҙыҡ – түлек.
4. Яуым – төшөм.
5. Йылға атамаһы
6. Ҡыҙҙар өсөн уйынсыҡ.
7. Емеш.
8. Ат егеү өсөн әйбер.
(Ҡамыр, Ҡариҙел, ҡармаҡ, ризыҡ, ҡар,
ҡурсаҡ, ҡауыр, нуҡта)
197. Шаҡмаҡтарҙы тултыр. Һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙө.
1 | ||||||
2 | ||||||
4 | 5 | |||||
3 | ||||||
1. Яҫы итеп ҡырҡылған туҡмас.
2. Ныҡ ал булмаған төҫ.
3. Тау араһындағы түбән урын.
4. Игендең һабағы.
5. Маҡтаныу.
(Алһыу, һалам, уйһыу, маһайыу, һалма)
200. Шаҡмаҡтарҙы тултыр, яуаптарға күплек ялғауҙарын өҫтә. Һөйләмдәр төҙө.
1 | 3 | |||||||
4 | ||||||||
2 | ||||||||
5 | ||||||||
|
1. Йәйен генә йәшәүсе матур ҡанатлы бөжәк.
2. Эшкәртелгән тире.
3. Йылға атамаһы.
4. Өйөлгән бесән.
5. Ағас һауыт.
(Рәүҙәк, күн, күбәләк, күбә, күнәк)