Дәрес өлгөләре, презентациялар

Глимова Фәнилә Фуат ҡыҙы

Предварительный просмотр:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа с. Павловка

муниципального района Нуримановский район

Республики Башкортостан

Башҡортостан Республикаһы

Нуриман районы муниципаль районының

Павловка ауылы урта дөйөм

белем биреү мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем

биреү учреждениеһы

Тема: «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир».

Мифтахетдин Аҡмулланың

тормошо һәм ижады.

Провела: учитель

башкирского языка и литературы

Глимова Фаниля Фуатовна

Тема: «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир».

Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.

Маҡсат: 

М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү;

уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, һүҙ байлығын үҫтереү, үҙ фекерҙәрен аныҡ итеп әйтергә, сығыш яһарға өйрәтергә;

Аҡмулланың тормошо өлгөһөндә уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш уятыу, әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреү.

УУЭ каммилаштырыу:

Шәхси: уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш уятыу, әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреү.

Регулятив: ма3сатты 3уя 89м аны3 9йт9 беле7, 72 контроль, 72 ба8алау 89м тормош3а ашырыу;

Танып-белеү: к9р9кле м91л7м9тте 8айлап алыу, у3ыу, ты4лау, д9реслек, эш д9фт9р29ренд9ге материалдар2ы ү2 аллы табыу 89м баш3арыу;

Коммуникатив: ти4д9шт9ре мен9н аралашыу2ы 3ороу; телд9н 89м я2ма телм9р2е адекват 3абул ите7; 3уйыл1ан проблема буйынса 72 3арашы4ды те79л, д5р56, логик я3тан т525к 89м тасуири 9йтеп бире7.

Йыһазландырыу: М.Аҡмулланың портреты, китаптар күргәҙмәһе, интерактив та3та, компьютер, жетондар.

Дәрес барышы.

I.Ойоштороу мәле. Һаумыһығыҙ,уҡыусылар!

II. Уҡытыусының инеш һүҙе.

Дәрестең девизы:         

Бик йәштән үк ата йортон

Мәжбүр булдың ташларға,

Халыҡтар араһына сығып,

Яңы тормош башларға.

Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,

Сәсән телле бер мулла.

Яһилға һин дау  мулла,

Халҡыңа һин аҡ мулла. (Ф. Рәхимғолова).

Яһил (ғәр.) – 1) аҫтыртын, үтә ныҡ уҫал; яуыз;

2) наҙан, уҡымаған, белемһеҙ.

Дау – 1) дәғүәле тауыш, ыҙғыш: дау ҡубыу;

2) шау-шыулы оло талаш, әрләш.

Бына шундай шиғыр  юлдары арналған XIX быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән һәм ижад иткән  күренекле  шағир М.Аҡмуллаға.Уны  мәғрифәтсе-шағир тип йөрөтәләр.Мәғрифәт һүҙе нимәне аңлата һуң?

Әйҙәгеҙ белешмәнән ҡарап китәйек әле.

Мәғрифәт-ғәрәп теленән ингән һүҙ-аң-белем,культура

Мәғрифәтсе-аң-белем таратыусы-просветитель.

Аҡмулланың әҫәрҙәре башҡорттар араһында ғына түгел, ҡаҙаҡтар, татарҙар араһында ла яратып уҡыла, күп шиғырҙарын халыҡ яттан белгән. 2016 йылдың 14 декабрендә тыуыуына  185 йыл була. Бөгөн беҙ ошо мәшһүр шағирыбыҙҙың тормош юлы менән танышып китербеҙ. Ҡайһы бер шиғырҙарын да уҡырбыҙ.

III.Төп өлөш.

1-се уҡыусы.  М.Аҡмулланың сығышы, ата-әсәһе хаҡында.

         Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың декабрендә элекке Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе, 12-се Башҡорт кантоны, Күлиле Мең олосоноң (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы — икеһе лә аҫаба башҡорттар. Камалетдин ауылда мулла була. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың ғаиләһе ишле булғас, фәҡирлек менән көн итәләр.

2 - се уҡыусы. Аҡмулланың бала һәм үҫмер сағы.

Мифтахетдин  бәләкәйҙән бик шуҡ, тиктормаҫ, тынғыһыҙ бала булып үҫә. Әсәһе үлгәс, үгәй әсәһенең һәм өлкән ағаларының йәберләүен, һыйҙырмауҙарын да кисерә. Уның шуҡлығы ҡайһы ваҡытта эш боҙоуға  ла килтерә.Ошо хаҡта ул яҙып китә: “оятымдан ҡара яндым хатта” тип.Был ваҡиғаларҙан һуң ҡышҡы һыуыҡта, мәҙрәсәнән ҡасып, тирмәндә йәшенгән һәм ошонда ҡолаҡтарын туңдыра.Аяҡ бармаҡтарын да өшөтә.

Башланғыс белемде ул үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһынан ала. Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була.

Эҙләнеүсән,тынғыһыҙ Мифтахетдин был мәҙрәсәне лә ҡалдыра, тәүҙә Ырымбур яҡтарына бара, шунан Троицк мәҙрәсәһенә килеп уҡый башлай.Үҙ аллы фарсы,ғәрәп телдәрен өйрәнә, Көнсығыш әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына.

3-сө уҡыусы. Аҡмулла халыҡ араһында.

1850 йылдарҙың аҙағында тынғыһыҙ тәбиғәтле йәш шағир ил гиҙеп сығып китә. Башта Ырымбур тарафына йүнәлә, унан Яйыҡ, Миәс буйҙарына, Урал аръяғы далаларына юл тота. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим, мулдәкә булып таныла.

Үҙенең тыуған илендә атаҡлы башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе булып дан ҡаҙанған Мифтахетдин мәғрифәт йырын йырлай, ғилемгә арҡыры төшкән иҫке ҡарашлы муллаларҙан көлә, байҙарҙы шелтәләй. Әҙип 1895 йылдың 8(20) октябрендә, Ҡаҙағстандан тыуған яҡтарына ҡайтып килгән сағында, Миәс ҡалаһы менән Һарыстан станцияһы араһында фажиғәле һәләк була. Мифтахетдин Аҡмулла Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән.

4-се уҡыусы. Аҡмулланың автобиографик әҫәрҙәре.

Аҡмулла — XIX быуат башҡорт поэзияһында үҙенең ижады менән тотош бер поэтик мәктәп тыуҙырған иң ҙур мәғрифәтсе шағирҙарҙың береһе. Әҙиптең бик күп әҫәрҙәрендә уның мәғрифәтселек ҡараштары, халыҡ тормошонда яңылыҡҡа, донъяуи үҫешкә өлгәшеү өсөн аң-белемде, ғилем-һөнәрҙе хәл иткес көс тип раҫлаусы идеялары ғәйәт тәрән һәм үҙенсәлекле әйтеп бирелгән.

Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың бер китабы ғына баҫылып сыға. Ул 1892 йылда Ҡазанда сыҡҡан “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе” тигән китап.

Бынан һуң Аҡмулланың Ҡазанда тағы ике китабы донъя күрә. Береһе — 1904, икенсеһе — 1907 йылда. Аҡмулланың иң тулы йыйынтығы 1981 йыл Өфөлә башҡорт телендә баҫылып сыҡты. Уның китаптары татар, ҡаҙаҡ һәм урыҫ телдәрендә лә донъя күрҙе.

 5-се уҡыусы.

Республикала Аҡмулла исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарылды. Миәкә районы Туҡһанбай ауылында Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл уңайы менән 1981йылда йорт-музей асылды.Аҡмулла исемендәге премия  булдырылған.Ул исемгә Аҡмулланың тормошон,ижадын өйрәнеүселәр, уға арналған әҫәрҙәр яҙыусылар лайыҡ булған.( (Р.Шәкүр, Ә. Вәхитов, З.Басыров, Р.Сәхәүетдинова, З. Исмәғилев, Р. Солтангәрәева).

Шиғырҙары: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Минең ятҡан урыным – зиндан”, “Нәсихәттәр”, “Бәхет”, “Тиһеңме?”, “Донъя”, “Көн”, “Көҙ” һ.б.).

IV. Ял минуты.

V.“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғыры.

Аҡмулла –мәғрифәтсе,быны беҙ әле генә тормошо тураһында һөйләшкәндә үк иҫбатланыҡ. “Ҡара төндөң яҡты йондоҙо”булып, халҡыбыҙҙы белемгә,яңы тормошҡа саҡырған.Уның һүҙҙәре бөгөнгө көндә лә актуаль, сөнки белемлеләргә генә һәр ерҙә юл асыҡ.  Наҙанлыҡтан ҡурҡырға кәрәк , ти ул. Аҡмулла Салауаттан һуң икенсе булып, халҡыбыҙға  “башҡорттарым”тип өндәшкән.

“Башҡорттарым,уҡыу кәрәк!”шиғыры менән танышыу.

Һүҙлек эше.        

Наҙан – безграмотный;

Аңыра - невежда;

Илтифат ит (ғ.) – обрати внимание, запомни;

Шәрафәттәр (ғ.) – хөрмәт, почет;

Афәт (ғ.) – бәлә-ҡаза, бәхетһеҙлек;

Әүлиә (ғ.) – ясновидящий;

Кәрамәт (ғ.) – чуда (мөғжизә);

Жәләл булыр (ғ.) - рәхәт булыр, бөйөклөк.

Уҡыусыларҙы тасуири уҡытыу һәм һорауҙарға яуап алыу.

  • Аҡмулла башҡорттарҙы ни өсөн уҡырға, белем алырға саҡыра?
  • Белем-ғилемдең кешегә файҙаһы, ярҙамы нимәләрҙә күренә?

VI. Викторина.

Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән дәресебеҙҙең икенсе өлөшөнә күсәбеҙ. Викторина һорауҙарына яуап бирәйек. Был һорауҙарға яуап биреп, М. Аҡмулла ижады буйынса алған белемдәрегеҙҙе күрһәтерһегеҙ тип ышанам. Дөрөҫ яуаптарға жетондар биреләсәк.

Аҙаҡтан, уйын бөткәс, жетондарҙы һанап еңеүселәрҙе билдәләйәсәкбеҙ.

    Һорауҙар:

  1. М. Аҡмулла нисәнсе йылдарҙа йәшәгән? (1831-1895).
  2. Ул ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем алған? (Туҡһанбайҙа, Мәнәүеҙтамаҡта, Әнәстә, Стәрлебашта, Троицкиҙа).
  3. Ни өсөн уны Аҡмулла тип атайҙар? (Ҡаҙаҡтар уға тура һүҙлелеге, уҡымышлылығы өсөн Аҡмулла исемен бирәләр).
  4. Әҙиптең ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ? (“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Минең ятҡан урыным – зиндан”, “Нәсихәттәр”, “Бәхет”, “Тиһеңме?”, “Донъя”, “Көн”, “Көҙ” һ.б.).
  5. Аҡмулла ҡайҙа ерләнгән? (Миәс ҡалаһында).
  6. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырынан бер өҙөк һөйләгеҙ.
  7. Аҡмулла премияһы лауреаттары кемдәр? (Р.Шәкүр, Ә. Вәхитов, З.Басыров, Р.Сәхәүетдинова, З. Исмәғилев, Р. Солтангәрәева).
  8. Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү өсөн республикала нимәләр эшләнгән? (1981 йылда Туҡһанбай ауылында М. Аҡмулла музейы асылды, 1980 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән М. Аҡмулла исемендәге премия булдырылды, “Башҡортостан” киностудияһы “Аҡмулла” тигән документаль фильм төшөрҙө, З. Исмәғилев И. Дилмөхәмәтов либреттоһын “Аҡмулла” опера яҙҙы).
  9. Өфөләге ҡайһы уҡыу йорто Аҡмулла исемен йөрөтә? (Өфөлә, БДПУ)

Уҡытыусы: Ә хәҙер жетондарҙы һанап, еңеүсене билдәләйек.

VII. Йомғаҡлау.

VIII.  Өйгә эш. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын тасуири уҡырға.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Бик йәштән үк ата йортон Мәжбүр булдың ташларға , Халыҡтар араһына сығып , Яңы тормош башларға . Эй , Аҡмулла , Аҡмулла , Сәсән телле бер мулла . Яһилға һин дау мулла , Халҡыңа һин аҡ мулла . ( Ф . Рәхимғолова ).

Слайд 2

Яһил ( ғәр .) – 1) аҫтыртын , үтә ныҡ уҫал ; яуыз ; 2) наҙан , уҡымаған , белемһеҙ . Дау – 1) дәғүәле тауыш , ыҙғыш : дау ҡубыу ; 2) шау-шыулы оло талаш , әрләш .

Слайд 3

Мифтахетдин А ҡмулла 1831-1895

Слайд 4

Аҡмулла ( ысын исеме - Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы ) (1831— 1895) — күренекле башҡорт һәм татар шағиры , мәғрифәтсе . Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән , милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала . Башҡорт менән бер рәттән , башҡа төрки халыҡтар – ҡаҙаҡтар , уйғырҙар , ҡарағалпаҡтар ҙа уны үҙ тип күрә .

Слайд 5

Мәғрифәт - ғәрәп теленән ингән һүҙ - аң-белем,культура Мәғрифәтсе - аң-белем таратыусы-просветитель.

Слайд 6

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың 14 декабрендә элекке Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе, 12-се Башҡорт кантоны, Күлиле Мең олосоноң (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.

Слайд 7

Туҡһанбай ауылы

Слайд 9

Башланғыс белемде ул үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһынан ала. Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була. Эҙләнеүсән, тынғыһыҙ Мифтахетдин был мәҙрәсәне лә ҡалдыра, тәүҙә Ырымбур яҡтарына бара, шунан Троицк мәҙрәсәһенә килеп уҡый башлай.Үҙ аллы фарсы,ғәрәп телдәрен өйрәнә, Көнсығыш әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына.

Слайд 10

1850 йылдарҙың аҙағында тынғыһыҙ тәбиғәтле йәш шағир ил гиҙеп сығып китә. Башта Ырымбур тарафына йүнәлә, унан Яйыҡ, Миәс буйҙарына, Урал аръяғы далаларына юл тота. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим, мулдәкә булып таныла.

Слайд 12

Үҙенең тыуған илендә атаҡлы башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе булып дан ҡаҙанған Мифтахетдин мәғрифәт йырын йырлай, ғилемгә арҡыры төшкән иҫке ҡарашлы муллаларҙан көлә, байҙарҙы шелтәләй.

Слайд 13

1892 йылда шағир үҙе иҫән сағында нәшер ителгән берҙән-бер « Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе » китабы донъя күрә . Бында уҡытыу һәм тәрбиә биреү системаларын үҙгәртеп ҡороу тураһындағы ҡараштарҙы сағылдыра .

Слайд 14

Әҙип 1895 йылдың 8(20) октябрендә, Ҡаҙағстандан тыуған яҡтарына ҡайтып килгән сағында, Миәс ҡалаһы менән Һарыстан станцияһы араһында фажиғәле һәләк була. Мифтахетдин Аҡмулла Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән.

Слайд 15

Хәтер

Слайд 16

Миәкә районы Туҡһанбай ауылында Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл уңайы менән 1981йылда йорт-музей асылды .

Слайд 17

Музейҙан фрагменттар

Слайд 19

Миәкә районының Әнәс , Мәнәүезтамаҡ ауылдары мәктәптәрендә Аҡмуллаға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған ; Туҡһанбайҙа , Ҡырғыҙ-Миәкәлә һәм башҡа торама пункттарҙа , Мейәс ҡалаһы урамдарына Аҡмулла исеме бирелгән .

Слайд 20

1989 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырылған .

Слайд 21

Ғәзим Шафиҡов Зилфәт Басиров Заһир Исмәғилев Розалия Солтангәрәева Нурия Ирсаева Рәшит Шәкүр Риф Абдуллин

Слайд 22

«Баш ҡортостан » гәзитенең « Аҡмулла » тигән әҙәби -юмористик ҡушымтаһы һәм Миәкә районында « Аҡмулла төйәге » гәзите баҫылып сыға .

Слайд 23

1986 йылда композитор З. Ғ. Исмәғилев « Аҡмулла » операһын яҙа һәм тәүге тапҡыр 1996 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйыла .

Слайд 24

2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә . 2008 йылда уның төп корпусы алдында һәйкәл ҡуйылған

Слайд 25

2006 йылдан алып « Аҡмулла нәсихәттәре » Республика фольклор байрамы ойошторола , 2007 йылдан алып был байрам йыл һайын үткәрелгән Халыҡ ‑ара Аҡмулла көндәре сиктәрендә уҙғарыла .

Слайд 26

Аҡмулланың художестволы образын Кирәй Мәргән (« Өҙөлгән моң », 1966), Ғ. Шафиҡов (« Аҡмулла », 1986), Я. Хамматов (« Һыр-Даръя », 2000) һ. б. үҙҙәренең әҫәрҙәрендә тергеҙгәндәр .

Слайд 27

Башҡорттарым , уҡыу кәрәк , уҡыу кәрәк ! Арабыҙҙа наҙандар күп , уҡыу һирәк . Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай , Эй , туғандар , наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк ! Илтифат ит : уҡыуҙалыр шәрафәттәр , Яһиллектән килә ятыр ҙур афәттәр . Уҡығандар күктә осор , һыуҙа йөҙөр , Юҡтыр унда әүлиәлек , кәрамәттәр . Уҡығанға был донъяла жәләл булыр , Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр . Ырыҫ , дәүләт шишмәһен асам тиһәң , Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр . Алтыға берҙе ҡушып , һан ун булмай , Сәғәтте алға бороп , төн көн булмай . Белемлелек — арыҫландан көслө батыр, Шуға атланмай , һинең төшөң һис өн булмай .



Предварительный просмотр:

Башҡорт (дәүләт) теле

5 класс.

Тема: Аҙыҡ – түлек темаһын өйрәнеү. Ҡай2а? 8орауы.

Маҡсат: аҙыҡ – түлекте белдергән һүҙҙәрҙе үҙләштереү; аҙыҡ – түлек темаһына ҡағылышлы һүҙҙәрҙең, һүҙбәйләнештәрҙең актив һүҙлек составына инеүен булдырыу; 3ай2а? 8орауына яуап бирерг9 5йр9не7.

2) уҡыусыларҙы башҡортса әүҙем аралашыуға ылыҡтырыу, фекерләү ҡеүәһен,  телмәр күнекмәләрен, хәтерҙәрен үҫтереү; һөйләү күнекмәләрен камиллаштырыу; уҡыусыларҙа уҡыуға ынтылыш тәрбиәләү;

3)  башҡорт теленә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу, аҙыҡ–түлеккә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү.

Цели: 1) обобщение темы “Продукты”, повторение грамматики, активное использование слов и словосочетаний по теме;

 2) развитие речевой культуры, памяти, совершенствование разговорной речи на башкирском языке;

3)  проявление любви и интереса к башкирскому языку.

Йыһазландырыу: аҙыҡ-түлек төшөрөлгән предметлы һүрәттәр, модель-схема, дәреслектәр (2-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек-авт.Х. А. Толомбаев, М. С. Дәүләтшина), ноутбук, проектор, презентация.        

Актив һүҙлек: икмәк, бәлеш, ит, май, ҡаймаҡ, ҡоймаҡ, картуф, аш, һурпа, сәй, һөт, һут, туңдырма.

Пассив һүҙлек: тәмле, файҙалы, ирей, аҡ, ҡаты.

Типик һөйләмдәр: Был-икмәк. Икмәк тәмле. Был-шәкәр. Шәкәр ҡаты.

Грамматик төшөнсә: яратам-яратмайым. Мин картуф яратам. Мин бәлеш яратам. Мин туңдырма яратам. Мин һөт яратмайым. Мин май яратмайым. Мин колбаса яратмайым.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле
  • Балалар, бөгөнгө дәресте беҙ шиғыр менән башлайбыҙ. Әйҙәгеҙ бергәләп уҡыйыҡ.

Һаумы, ҡояш!
Һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!

- Дети, посмотрите друг на друга, улыбнитесь, мысленно передайте друг другу  самые лучшие пожелания.

- Ә хәҙер телмәребеҙ шыма, матур булһын өсөн күнегеүҙәр эшләп алайыҡ.

Тамаҡты ҡарағанда доктор нимә әйтергә ҡуша? (а-а-а-а)

Ҡаҙҙар нисек  ҡаңғылдай? (ға-ға-ға)

Эттәр нисек ырылдай? (р-р-р)

Тишек шарҙан һауа нисек сыға? (с-с-с)

Бал ҡорто нисек йырлай. (бҙҙҙ-бҙҙҙ-бҙҙ)

Ҡарға   нисек ҡарҡылдай. (ҡар-ҡар-ҡар)

Йылан   нисек ыҫылдай. (ҫҫҫ-ҫҫҫ-ҫҫҫ)

Ту4дырма, ту4дырма,

Барма3тары4 ту4дырма.

                         (Р.Ура3сина)

Ирек иген иге7се,

Илг9 икм9к бире7се.

                         (З.Биишева)

Икм9к.

Икм9кте кем д9 ярата:

Мине4 9с9й,

Атай 2а,

А1айым да,

Апайым да,

%л9с9й,

Олатай 2а.

Т9мл9п-т9мл9п ашай уны
*е4лем д9,

Энек9ш т9,

Ду6тарым да.   (Сафуан  (либай)

Беседа с учащимися на тему: «Хлеб – главный продукт на столе».

Хлеб дает нам силы для жизни и работы. Без него не наешься досыта, без него все не вкусно. Хлеб надо любить, беречь, ценить.

Хлеб - большое богатство. Икм9к – 2ур байлы3.

-Бына беҙҙең телмәребеҙ хәҙер дәрескә әҙер.

2.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

-        Уҡыусылар,беҙ бөгөн аҙыҡ–түлек атамаларын ҡабатлайбыҙ.

(слайдтар мен9н эш)

3. Тема8ын, ма3сатын билд9л97.

Та3тала 87229р2е у3ыу: 56т9лд9, партала,  м9кт9пт9, класта.

- Т9ржем9 итеге2. Ним98е а4лашылмай? Ял1ау2ар

-Б5г5н д9рест9 шул ял1ау2ар2ы 7т9бе2. Т9ржем9 итерг9 5йр9н9бе2.

4. Проблемалы ситуация тыу2ырыу.

- Алма 56т9лд9 ята. Алма 3ай2а ята?

(3ай2а? 8орауын та3та1а я2ыу). У3ыу.

- 56т9лд9, партала,  м9кт9пт9, класта (87229рг9 3арап ним9 9йт9 ала8ы1ы2?)

-3ай2а? 8орауын бирг9нд9 рус  теленд9 – на столе, на парте, в школе, в классе; баш3орт теленд9 - 56т9лд9, партала,  м9кт9пт9, класта

-Са1ыштыры1ы2. Нинд9й айырма бар? (рус теленд9 872 алдында, 9 баш3орт теленд9 872г9 ял1ау булып б9йл9неп кил9).

- Тим9к ним9 9йтерг9 була? (Баш3орт теленд9 3ай2а 8орауына яуапта 872г9 ял1ау б9йл9н9).

- Ял1ау2ар бер т5рл5м5? (Ю3, т5рл5-т5рл5).

- Ю1ары кластар2а 3а1и29л9р2е 7т9бе2.

 

Ним9л9р? (Что?)

56т9лд9р      

к9шт9л9р    

м9кт9пт9р

пеналдар    

китаптар

д9фт9р29р

Ҡай2а? (Где?)

56т9лд9

к9шт9л9

…….

….....

……

…….

                                                 

5. Ял минуты.

6. Парлап эшл97.

- Һеҙҙең парта өҫтөндә карточка ята, һеҙ иптәшегеҙ менән бирелгән һүҙҙәрҙең парын табығыҙ. (слайд)

3айма3               хлеб
кишер                  огурец
ҡоймаҡ                сметана
һут                        морковь
ҡыяр                     каша  
бут
ҡа                    сок
аш                         блины

икмәк                    капуста

к9бе6т9                 картофель

картуф                  суп

-        Тикшереп алайыҡ.

-        Үҙегеҙҙе баһалағыҙ.

7.  Я4ы теманы ны1ытыу. Та3тала 85йл9мд9р. Д5р56 итеп я2ыу.

Магазинда икм9к, ш9к9р, балы3, сыр, 85т 8атыла.

Ба3сала алма, груша, 3ара1ат, крыжовник, 3урай ел9ге  769.

Ба3сала та1ы ла ним9л9р 769? Я4ы 87229р 5йр9н9йек 9ле.

8. *72лек эше.

3ауын – дыня

3аба3 – тыква

борос – перец

9флисун – апельсин

с5г5лд5р –свёкла

9. *7229р2е тартыу  (перетягивать слова, обучение письму – упр. 1)

10. Китап мен9н эш.

54 – се бит, 2-се к7неге7. Т9ржем9 ите7.

 

11. *орау2ар1а яуаптар.

- М9кт9пт9 ашхана бармы? М9кт9п ашхана8ында 8е2 ним9л9р ашай8ы1ы2?

Ним9л9р ашар1а ярата8ы1ы2? Ним9 яратмай8ы1ы2? Ашар алдынан 3улдары1ы22ы йыуа8ы1ы2мы? (руки моем перед едой, фрукты тоже моем).

12. Йом1а3лау.

-        Уҡыусылар һеҙгә бөгөнгө дәрес оҡшанымы?

-        Нимәләр белдек? Нимәләргә өйрәндек?

- Бе2 д5р56 ту3ланабы2мы? (Слайд 3арау)

13. %йг9 эш.

*7229р ятлар1а.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 2

Ту4дырма, ту4дырма, Барма3тары4 ту4дырма. (Р.Ура 3сина )

Слайд 3

Ирек иген иге7се, Илг9 икм9к бире7се. З.Биишева

Слайд 4

Т5лк5 бешер2е бут3а, Т5лк5 килде 3уна33а. З.Биишева

Слайд 6

56т9лд9 партала м9кт9пт9 ба3сала

Слайд 7

икм9к

Слайд 8

3ойма3

Слайд 9

к9бе6т9

Слайд 10

ит

Слайд 11

к9нфит

Слайд 12

бут3а

Слайд 13

с9й

Слайд 14

картуф

Слайд 15

алма

Слайд 16

3айма3

Слайд 17

бал

Слайд 18

3арбуз

Слайд 19

банан

Слайд 20

шоколад

Слайд 21

3орот

Слайд 22

б9леш

Слайд 23

т у4дырма

Слайд 24

балы3

Слайд 25

85т

Слайд 26

помидор

Слайд 27

кишер

Слайд 28

сыр

Слайд 29

аш

Слайд 30

йоморт3а

Слайд 31

май

Слайд 32

8ут

Слайд 33

3айма3 хлеб кишер огурец ҡоймаҡ сметана һ ут морковь ҡыяр каша бутҡа сок аш блины икм әк капуста к9бе6т9 картофель картуф суп

Слайд 34

Баһалау критерийҙары: 0 хата – «5» 1-2 хата – «4» 3 хата – «3»

Слайд 35

Ял минуты

Слайд 36

*72лек эше. 3ауын – дыня 3аба3 – тыква борос – перец 9флисун – апельсин с5г5лд5р –свёкла

Слайд 37

ВРЕДНЫЕ ПРОДУКТЫ 1. Жевательные конфеты, пастила, " чупа - чупсы ". 2. Чипсы кукурузные, картофельные 3. Сладкие газированные напитки 4. Шоколадные батончики 5. Сосиски и колбасы 6. Жирное мясо 7. Майонез 8. Лапша быстрого приготовления 9. Соль 10. Попкорн. 11. Сладости. 12. Фаст-фуд



Предварительный просмотр:

Тема: Рәүеш. Рәүештәрҙең яһалышы. (7 класс).

Маҡсат: һүҙ төркөмө булараҡ, рәүештәрҙең яһалышы, төрҙәре менән танышыу, дөрөҫ  яҙыу, телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен аңлатыу, ҡуйылған проблеманы эҙмә-эҙлекле сисеү; анализлау, сағыштырыу һөҙөмтәһендә һығымта яһарға өйрәтеү; телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү, балаларҙа ижади хис тәрбиәләү.

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы  бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу, рәүеш һүҙ төркөмө менән таныштырыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, эш алымдарының дөрөҫлөгөн баһалау, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле итеп әйтергә өйрәнеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү, үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте эҙләргә, тейешле йүнәлештә ҡуллана белергә өйрәнеү;

в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, хеҙмәттәшлек итә белеү;

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттарын, аралашыу этикетен үҫтереү, кейем кейеү, һатып алыу үҙенсәлектәрен белеү, уңышлы уҡыу эшмәкәрлеге критерияһы нигеҙендә үҙ-үҙеңә баһа бирә белеү.

Предмет-ара бәйләнештәр: туған тел, урыҫ теле, тормош һабаҡтары.

Дәрес төрө: яңы тема өйрәнеү дәресе.

Йыһазлау: дәреслек, мультимедиа презентацияһы, таратма карточкалар.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.

Хәйерле көн, матур ҡыҙҙарға!

Хәйерле көн, батыр улдарға!

Хәйерле көн, ҡунаҡтарға!

-        Балалар, бөгөнгө дәресте беҙ шиғыр менән башлайбыҙ. Әйҙәгеҙ бергәләп уҡыйыҡ.

Һаумы, ҡояш!

Һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!

- Дети, посмотрите друг на друга, улыбнитесь, мысленно передайте друг другу  самые лучшие пожелания.

- Ә хәҙер телмәребеҙ шыма, матур булһын өсөн күнегеүҙәр эшләп алайыҡ.

Тамаҡты ҡарағанда доктор нимә әйтергә ҡуша? (а-а-а-а)

Ҡаҙҙар нисек  ҡаңғылдай? (ға-ға-ға)

Эттәр нисек ырылдай? (р-р-р)

Тишек шарҙан һауа нисек сыға? (с-с-с)

Бал ҡорто нисек йырлай. (бҙҙҙ-бҙҙҙ-бҙҙ)

Ҡарға   нисек ҡарҡылдай. (ҡар-ҡар-ҡар)

Йылан   нисек ыҫылдай. (ҫҫҫ-ҫҫҫ-ҫҫҫ)

2. Кроссворд сисеү. Һүҙҙәрҙең  антонимдарын табып, яуаптарҙы кроссвордҡа

И

Р

Т

Ә

Г

Ә

Ш

Ә

П

Й

Ә

Й

Ә

Ү

Э

Л

Е

К

Б

А

Ш

Т

А

тултырырға.

Бөгөн түгел …иртәгә.

Яй түгел …шәп.

Һыбай түгел …йәйәү.

Хәҙер түгел … элек.

 Аҙаҡ түгел … башта.

 

Уҡыусылар, кроссвордта ниндәй һүҙ килеп сыҡты? РӘҮЕШ.

Уҡыусылар, был һүҙҙәр ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

Улар ниндәй һүҙ төркөмдәренән килә? – Нисек? Ни рәүешле? Былар – рәүештәр.

3. Тема, ма3сатты билд9л97.

Әсәйем матур гөлдәр үҫтерә. Тамсы гөлө матур үҫкән.

Парлы һөйләмдәрҙе сағыштыр. 2. Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәр нимәне асыҡлай? 3. Исемде асыҡлағандары ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? Иҫеңә төшөр. 4. Ҡылымды асыҡлағандары тураһында нимә әйтерһең?)

Слайдта бирелгән һүҙбәйләнештәрҙән рәүеш булғанын ғына дәфтәрегеҙгә яҙып алығыҙ. Ике минут ваҡыт.

Матур ҡыҙ, тиҙ йөрөй, яҡшы көн, яҡшы белә, йәйәү бара, йәйәүле кеше, алыҫ район

Тимәк рәүеш ҡылым алдынан ғына килә.

Уҡып ишеттерегеҙ. Бер нисә бала уҡый.

Афарин!

4. Мотивация булдырыу, уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

- Уҡыусылар, афариндар, һеҙ маҡтау һүҙҙәренә лайыҡһығыҙ. Һеҙҙең менән ошо

эштәрҙе эшләгәндән һуң слайдҡа маҡтау һөйләмдәре яҙып ҡуйҙым. Иғтибар итегеҙ:

йәйәләр эсендә рәүештәрҙең рус телендәге варианты бирелгән, уларҙы тәржемә

итеп, дөрөҫ уҡырға кәрәк буласаҡ. - Уҡыусылар дәрескә бөгөн (хорошо )

әҙерләнгән.   ( Яҡшы)

– Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа (по – башкирски) һөйләшәләр.   (Башҡортса)

- Балалар яуапты( быстро – быстро) тапты.  (Тиҙ – тиҙ)

Ошо һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ, уҡыусылар, улар нисек яһалған?

Яҡшы һүҙенең ялғауы бармы? – Юҡ.Тимәк был һүҙ тамырҙан ғына тора.

Башҡортса һүҙенең ялғауы бармы? – Бар – сы ялғауы ярҙамында яһалған.

Тиҙ – тиҙ һүҙенең ялғауы бармы? – Юҡ, улар ҡабатланып килгән.

Эйе, уҡыусылар, рәүештәр ялғауҙар ярҙамында ла формалаша, тамырҙан ғына ла торорға мөмкин, ҡушма һүҙҙәргә лә әйләнә икән. –

Ә ни өсөн, уҡыусылар, беҙ рәүештәрҙе нисек яҙырға белмәй икеләнеп ҡалдыҡ?

(– Сөнки беҙ әле рәүештәрҙең яһалышын белмәйбеҙ).

- Дөрөҫ. Тимәк беҙ бөгөнгө дәрестә алдыбыҙға ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?

(- Бөгөн дәрестә рәүештәрҙең яһалышын белергә тигән маҡсат ҡуябыҙ).

Дөрөҫ, тимәк рәүештәрҙең яһалышын үҙләштерергә тигән маҡсат ҡуябыҙ.

Шулай уҡ, уларҙы телмәрҙә урынлы ҡулланырға өйрәнергә, дөрөҫ яҙыу күнекмәһе өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ. Дәрестә берҙәм, тырышып эшләһәк, маҡсатыбыҙға ирешербеҙ тип ышанам.

5. Яңы материалды үҙләштереү буйынса балаларҙың эшмәкәрлеге.

(Слайдта рәүештәрҙең төрҙәрен сағылдырған таблица күрһәтелә).

Тамыр              Яһалма                       Ҡушма

иртәгә                ауылса                          бер аҙ

кисә                  ҡышын                          ялан баш

һәйбәт              башҡортса                     саҡ - саҡ

оҙаҡ                  елдәй                             арлы - бирле

шәп                  рәхәтләнеп                     аяҡ – өҫтө

 “Һорау – яуап” алымы:

- Хәҙер, уҡыусылар, беренсе бағаналағы һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ, улар нисек

яһалғандар?

- Беренсе бағанала бирелгән һүҙҙәр тамырҙан ғына тора, уларға бер

ниндәй ҙә ялғау ҡушылмаған.

- Тимәк улар ниндәй рәүештәр? - Улар тамыр рәүештәр.

- Икенсе бағаналағы һүҙҙәргә ҡарайбыҙ. Улар тураһында нимә әйтербеҙ, нисек

яһалғандар?

- Икенсе бағаналағы һүҙҙәр ялғау ярҙамында яһалғандар. Улар яһалма

рәүештәр була.

- Һәм, өсөнсө бағаналағы һүҙҙәргә ҡарайбыҙ. Бында инде нимә тип әйтерһегеҙ?

- Бында һүҙҙәр төрлөсә яһалған, «бер аҙ”, “ ялан баш” һүҙҙәре ике һүҙҙән

тора, улар айырым яҙылалар, ә “саҡ – саҡ”, “арлы – бирле”, “йым – йым”

тигән һүҙҙәр дефис аша яҙылалар, улар ҡабатланып киләләр.

- Тимәк, уҡыусылар рәүештәр яһалышы буйынса ниндәй төрҙәргә бүленәләр?

– Рәүештәр яһалышы буйынса тамыр, яһалма, ҡушма булалар.

– Нисек яһалалар? Тамыр рәүештәр тамырҙан ғына тора, яһалма рәүештәр

яһаусы ялғауҙар ярҙамында яһала, ҡушма рәүештәр ике һүҙҙән тора һәм

ҡабатлау юлы менән дә яһалалар.

- Ҡабатлау юлы менән яһалған ҡушма рәүештәр нисек яҙылалар?

- Ҡабатлау юлы менән яһалған ҡушма рәүештәр дефис аша яҙылалар.

6. Ял минуты.

Был бармаҡ олатай,                                      

 Был   бармаҡ өләсәй,                                      

 Был  бармаҡ  атай,                                                              

Был  бармаҡ  әсәй,                                        

Был  бармаҡ  бәләкәй

Уның  исеме …

7. Таҡтала текст.

Беҙҙең өйҙә бөгөн байрам. Беҙгә ҡунаҡтар килде. Өләсәйем бәлеш, ҡоймаҡ бешерҙе. Әсәйем тәмле торт, кәнфиттәр һатып алды. Байрам бик күңелле булды.

8. Һүҙлек эше.

берәгәйле – должным образом; как следует

илке-һалҡы – кое-как; так себе

Арымай-талмай – неутомимо, не покладая рук

Көскә-көскә – еле-еле, кое-как

9. Дәреслек менән эш.

182- се бит 90-сы күнегеү.

10.Эш. Ҡушма рәүештәр яһарға.

Һирәк

Арымай

Илке

Яҙлы

Көскә

Әленән

Баш

Аҙмы

Тиҙ

тиҙ

талмай

көскә

көҙлө

әле

түбән

мирәк

күпме

һалҡы

11. Һорауҙарға яуаптар.

1. Что обозначает наречие:    1. Предметтың билдәһен

                                                    2. Хәрәкәттең исемен

                                                    3. Хәрәкәттең билдәһен

                                                    4. Предметтың һанын

2. На какие вопросы отвечает наречие:

  1. Ҡасан?  Ҡайҙа?   Нисек?   Ни өсөн? Ни рәүешле?
  2. Кем?  Нимә?  Ни?  Кемдеке?
  3. Ни эшләй?  Ни эшләне?   Ни эшләйәсәк?
  4. Ниндәй?   Ни төҫлө?  Ҡайһы?

3.В каком ответе даны наречия:

  1. Ҡарбуҙ, өҫтәл, алма, һут, китап
  2. Иртәнсәк, кисен, алыҫта, юғары, тиҙ
  3. Матур, сибәр, нәфис, гүзәл, зифа
  4. Ашыға, яратты, уйланы, осраштылар

12. Йомғаҡлау.

Нисек уйлайһығыҙ, уҡыусылар, дәрес башында ниндәй маҡсат ҡуйылғайны? (рәүештәрҙең төрҙәрен, яһалышын үҙләштерергә)

- ҡуйған маҡсатҡа ирештекме?

- Рәүештәр ни өсөн төрлөсә яҙыла? - Сөнки рәүештәрҙең төрлө төрҙәре бар

- Уларҙың ниндәй төрҙәре бар? - Тамыр, яһалма, ҡушма.

- Ҡасан дефис аша яҙылалар? - Парлау, ҡабатлау юлы менән яһалған рәүештәр дефис аша яҙылалар.

13. Уҡыусының хеҙмәтен, эшмәкәрлеген баһалау.

  1. Бөтә эштәрҙе лә дөрөҫ эшләнем – 3 балл
  2. Таҡтаға сығып эшләнем – 1 балл
  3. Урындан дөрөҫ яуап бирҙем – 3 балл
  4. Һорауға яуап бирергә тырыштым – 1 балл
  5. Яҙма эште тулыһынса башҡарҙым – 1 балл
  6. Уҡытыусыны бөтә дәрес барышында  иғтибар менән тыңланым – 1 балл

1-3 балл – “3”

3-6 балл – “4”

6-нан күберәк – “5”


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 2

Тамаҡты ҡарағанда доктор нимә әйтергә ҡуша ? Ҡаҙҙар нисек ҡаңғылдай ? Эттәр нисек ырылдай ? Тишек шарҙан һауа нисек сыға ? Бал ҡорто нисек йырлай . Ҡарға нисек ҡарҡылдай . Йылан нисек ыҫылдай . (а-а-а-а) ( ға-ға-ға ) (р-р-р) (с-с-с) ( бҙҙҙ-бҙҙҙ-бҙҙ ) ( ҡар-ҡар-ҡар ) ( ҫҫҫ-ҫҫҫ-ҫҫҫ )

Слайд 3

р т ә г ә ш ә п ү ә й ә й э л е к б а ш т а и

Слайд 4

Әсәйем матур гөлдәр үҫтерә . Тамсы гөлө матур үҫкән .

Слайд 5

Матур ҡыҙ , тиҙ йөрөй , яҡшы көн , яҡшы белә , йәйәү бара, йәйәүле кеше , алыҫ район

Слайд 6

Онотма ! Һө йләмдә эштең эшләнеү ваҡытын , уры­нын , сәбәбен , рәүешен , ниндәй хәлдәрҙә үтәлеүен аңлатҡан һүҙҙәр рәүеш тип атала . Улар күп ваҡытта ҡылымға эйәреп , нисек ? ҡасан ? ҡайҙа ? күпме ? н и тиклем ? һорауҙарының береһенә яуап була .

Слайд 7

Уҡыусылар дәрескә ( хорошо) әҙерләнгән . Малайҙар ҙа , ҡыҙҙар ҙа (по – башкирски) һөйләшәләр . Балалар яуапты (быстро – быстро) тапты . яҡшы башҡортса тиҙ тиҙ

Слайд 8

Тамыр Яһалма Ҡушма иртәгә ауылса бер аҙ кисә ҡышын ялан баш һәйбәт башҡортса саҡ - саҡ оҙаҡ елдәй арлы-бирле шәп рәхәтләнеп шәп-шәп

Слайд 10

Тамыр рәүештәр : х әҙер, элек, яй, ныҡ, кисә, шәп һ. б.

Слайд 11

Яһалма рәүештәр: Һүҙгә яһаусы ялғау ҡушылып яһалған рәүештәр яһалма рәүештәр була. Мәҫәлән: яҙ-яҙын, ҡыш-ҡышын, йылы-йылылай, батырҙар-батырҙарса һ. б.

Слайд 12

Рәүеш яһаусы ялғауҙар: Рәүеш яһаусы ялғауҙар: 1 . –са /- сә: уның - уныңса, минең - минеңсә, байҙар - байҙарса, уйлаған - уйлағанса, яңы-яңыса; 2. –лата / -ләтә: күрә - күрәләтә, ике - икеләтә, аҡса - аҡсалата; 3. –тай / -тәй, -дай/-дәй, -ҙай / -ҙәй, -лай /- ләй: балыҡ - балыҡтай, көмөш -көмөштәй, үлән - үләндәй, тау - тауҙай, сәскә - сәскәләй;

Слайд 13

4. –ын / - ен / - өн: яҙ - яҙын, иртә - иртән, төн - төнөн, йәй - йәйен; 5. өсөнсө зат ялғауы ҡушылған һүҙҙәрҙән оҡшатыу рәүеше яһау өсөн, ул һүҙгә –ндай /- ндәй ялғауҙары ҡушыла: йылға балығы – йылға балығындай, бәпкә үләне - бәпкә үләнендәй.

Слайд 14

Ҡушма рәүештәр: 1.Рәүештәр парлы һүҙҙәрҙән тора: ара-тирә, илар-иламаҫ, арлы-бирле ,еңел-елпе, йәйен-ҡышын һ.б. 2.Рәүештәр ике тамырҙан (ике һүҙ ҡушылыуҙан) яһала: быйыл- был йыл, барыбер- бары бер, бөгөн- был көн һ.б. 3. Рәүештәр бер үк һүҙҙең ҡабатланыуы менән яһала: йым-йым, саҡ-саҡ, илай-илай, бергә-бергә һ.б. 4. Һ үҙҙәрҙе бәйләү юлы менән : ялан аяҡ, баш түбән, аяҡ өҫтө һ.б.

Слайд 15

Онотма ! Рәүештәр яһалышы яғынан өс төргә бүленә . 1. Тамыр — хәҙер , тиҙ , элек , гел , шәп . 2. Яһалма — яҙын , ҡышын , йәйен , йылылай , эҫе­ләй , ҡояштай , һинеңсә . 3. Ҡушма — үрле-түбәнле , илке-һалҡы , иртә­ле-кисле , шәп-шәп , гел-гел .

Слайд 16

Ял минуты

Слайд 17

Был бармаҡ олатай, Был бармаҡ өләсәй, Был бармаҡ атай, Был бармаҡ әсәй, Был бармаҡ бәләкәй Уның исеме …

Слайд 18

*72лек эше. берәгәйле – должным образом; как следует и лке-һалҡы – кое-как ; так себе а рымай-талмай – неутомимо, не покладая рук к өскә-көскә – еле-еле, кое-как

Слайд 19

Эш: Ҡушма рәүештәр яһарға Һирәк Арымай Илке Яҙлы Көскә Әленән Баш Аҙмы Ти ҙ тиҙ талмай көскә көҙлө әле түбән мирәк күпме һалҡы

Слайд 20

Баһалау критерийҙары: 0 хата – «5» 1-2 хата – «4» 3 хата – «3»

Слайд 21

Что обозначает наречие: 1. Предметтың билдәһен 2. Хәрәкәттең исемен 3. Хәрәкәттең билдәһен 4. Предметтың һанын

Слайд 22

На какие вопросы отвечает наречие: Ҡасан? Ҡайҙа? Нисек? Ни өсөн? Ни рәүешле? Кем? Нимә? Ни? Кемдеке? Ни эшләй? Ни эшләне? Ни эшләйәсәк? Ниндәй? Ни төҫлө? Ҡайһы?

Слайд 23

В каком ответе даны наречия: Ҡарбуҙ, өҫтәл, алма, һут, китап Иртәнсәк, кисен, алыҫта, юғары, тиҙ Матур, сибәр, нәфис, гүзәл, зифа Ашыға, яратты, уйланы, осраштылар

Слайд 24

Определите, на какие вопросы отвечают выделенные слова : Март йылы булһа, яҙ һалҡын булыр. Нисек? Ҡасан? Ҡайҙа? Нимә?

Слайд 25

Раскройте скобки : ( На дорогу ) сүп - сар ташлама. ( Перед дождем ) сәскә еҫе ( сильнее ) аңҡый. Дуҫың булһа, булһын ( вместе ) утҡа инерлек. Немец ҡатыны Маргарет Эрсен саф ( по-башкирски ) һөйләне. Ямғыр яуһа ла,уңыш ( много ) булманы. ( С улицы ) машина тауышы ишетелә. Башҡорт аттары эҫелекте лә, һалҡынлыҡты ла ( легко ) кисерә. Батырҙар күмелгән ерҙән халыҡ ағымы ( никогда ) туҡтамай. Юлға Ямғыр алдынан нығыраҡ бергә башҡортса күп Урамдан еңел бер ҡасан да

Слайд 26

Бөтә эштәрҙе лә дөрөҫ эшләнем – 3 балл Таҡтаға сығып эшләнем – 1 балл Урындан дөрөҫ яуап бирҙем – 3 балл Һорауға яуап бирергә тырыштым – 1 балл Яҙма эште тулыһынса башҡарҙым – 1 балл

Слайд 27

1-3 балл – “3” 3-6 балл – “4” 6-нан күберәк – “5”

Слайд 28

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!



Предварительный просмотр:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа с. Павловка

муниципального района Нуримановский район

Республики Башкортостан

Баш3ортостан Республика8ы

Нуриман районы муниципаль районыны4

Павловка ауылы урта д5й5м

белем бире7 м9кт9бе

муниципаль бюджет д5й5м белем

бире7 учреждение8ы

Тема: Ду6лы3. Исемд9р2е4

килеш мен9н 72г9реше. (Дружба. Склонение имён существительных).

Провела: учитель

башкирского языка и литературы

Глимова Фаниля Фуатовна

 Тема: Ду6лы3. Исемд9р2е4 килеш мен9н 72г9реше. (5-се класс)

Ма3сат: ысын ду6лы3 тура8ында т5ш5нс9 бире7; грамматика буйынса 7телг9нд9р2е 3абатлар1а, ситема1а килтерерг9; у3ыусылар ара8ында я3шы м5н9с9б9тт9р булдырыу; ду6ы4а то1ро, намы6лы булыу ке7ек сифаттар т9рби9л97.

УУЭ каммилаштырыу:

Шәхси: ду6ы4а то1ро, намы6лы булыу ке7ек сифаттар т9рби9л97.

Регулятив: ма3сатты 3уя 89м аны3 9йт9 беле7, 72 контроль, 72 ба8алау 89м тормош3а ашырыу;

Танып-белеү: к9р9кле м91л7м9тте 8айлап алыу, у3ыу, ты4лау, д9реслек, эш д9фт9р29ренд9ге материалдар2ы у2 аллы табыу 89м баш3арыу;

Коммуникатив: ти4д9шт9ре мен9н аралашыу2ы 3ороу; телд9н 89м я2ма телм9р2е адекват 3абул ите7; 3уйыл1ан проблема буйынса 72 3арашы4ды те79л, д5р56, логик я3тан т525к 89м тасуири 9йтеп бире7.

Йы8азландырыу: «Исемд9р2е4 килеш мен9н 72г9реше» тема8ына таблица, карточкалар, интерактив та3та, компьютер.

Д9рес барышы:

  1. Ойоштороу моменты.

Йома3тар яр2амында кроссворд сисеп д9ресте4 тема8ын беле7.

Р

А

Д

И

О

#

У

Р

А

Й

%

^

Т

(

Л

А

Л

М

А

А

Й

Ы

У

#

У

Я

Н

  1. Y2е 85йл9й, 72е к7ренм9й,

      Y2е к72г9 к7ренм9й,

      Са3ыр8а4 килм9й. (радио)

  2. #ыр2а 76к9н бер бала

      %йг9 килеп мо4 8ала. (3урай)

  3. Д7рт егетк9 бер б7л9к. (56т9л)

  4. #ы2арып беште, ерг9 т5шт5. (алма)

  5. Й9йен – урманда батша,

      #ышын – 3ар2ан да а6та. (айыу)

  6. Й9йен - 8оро, 3ышын -  а3,

      #ы63а 3ойро3, шеш 3ола3. (3уян)

У3ытыусы.

Бе2 б5г5н д9рест9 ду6лы3 тура8ында 85йл9шербе2, «исемд9р2е4 килеш мен9н 72г9реше» тема8ын 3абатларбы2.

*орау2ар1а яуаптар бире7. (4г9м9 ойоштороу.

    Ним9 ул ду6лы3?

   *е22е4 я3ын ду6ы1ы2 бармы?

   II. Я4ы теманы 72л9штере7.

1. Фонетик к7неге7.

   Ду68ы2 кеше – ут8ы2 кеше,

   Ду68ы2 й9ш9м9й кеше.

   #ошто4 к5с5 – 3анатында,

    Ду6лы3та кеше к5сл5.  (#.(либаев).

  1. Ши1ыр2ы тасуири у3ыу, т9ржем9 ите7

2. Хор мен9н ши1ыр2ы у3ыу.

3 А6тына 8ы2ыл1ан 87229р2е4 нинд9й килешт9 ик9нен 9йте7.

2. Т5рк5мд9рг9 б7ленеп к7неге729р эшл97.

1-се т5рк5м.  74-се к7неге7. *7229р2е эй9лек килешт9 я2ыр1а.

2-се т5рк5м.  77-се к7неге7. *7229р2е т5б97 килешт9 я2ыр1а.

3-с5 т5рк5м.  79-сы к7неге7. *7229р2е т5ш5м килешт9 я2ыр1а.

   *5йл9мд9р т5257.

3. Интерактив та3та мен9н эш.

Слайдтан 3арау.

У3ытыусы. Р9миз исемле малай 8е2г9 хат я2ып еб9рг9н. (хат мен9н танышыу, бирелг9н к7неге729р2е телд9н эшл97).

    а) «Ду6тарым» тексын тасуири у3ыу, т9ржем9 ите7.

    б) к7неге729р эшл97. Ду6тар1а хас сифаттар2ы билд9л97.

    в) тестар эшл97.

4. *72лек эше.

ду6 – друг

ду6лы3 – дружба

я3ын ду6 – близкий друг

ысын ду6лы3 – настоящая дружба.

  1. Карточкалар мен9н эш.

2 у3ыусы та3тала эш баш3ара . Улар эшл9г9н ва3ытта класта1ы 89р у3ыусы1а карточкалар таратыла.

Та3тала1ы эшт9р:

1) 85йл9мд9ге  87229р29 ял1ау2ар2ы я2ып б5т5р5рг9 89м нинд9й килешт9 ик9нен 9йтерг9.

 (лфи9 сумка… аса. С9ри9 сумка… 39л9м ала.

2) «А2аш3ан х9рефт9р»

65т99лг (8ала), т3аата1 (я2а), м9тк9пн9т (3айта).

Карточкала1ы биремд9р.

М969л9н,

1-се карточка

*5йл9мд9р т525п я2ыр1а.

1) у3ыусы, бара, м9кт9п…

2) 56т9л…, альбом, ята.

2-се карточка

«А2аш3ан 87229р»

  1. 9с9йем, кил9, магазин1а
  2. Завод3а, атайым, кит9

3-с5 карточка

Т9ржем9 итерг9

  1. В классе есть ученики.
  2. Айнур берет словарь.
  3. Оля читает книгу.

  1. М939лд9р.

Й52 8ум а3са4 бул1ансы, й52 ду6ы4 бул8ын.

Ысын ду6 б9хет8е2лект9 8ынала.

III. Йом1а3лау.

Баш3ортостанда й5229н ашыу милл9т бар. Улар татыу й9ш9й29р. Бе2 29 8е22е4 мен9н, класта ду6лы3 бул8ын 5с5н тырышайы3. Татыу й9ш9йек.

IV. %йг9 эш. «Мине4 ду6ым» тема8ына инша я2ыр1а.