Конспект урока " Марш и его разновидности" 1 класс
план-конспект урока

Хайруллина Разиля Аскатовна

Этот план -конспект составлен с учетом требований ФГОС нового поколения.Урок для детей с башкирским языком обучения.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon marsh_hm_unyn_torzre._konspekt.doc57.5 КБ

Предварительный просмотр:

Ишембай районы Әхмәр урта мәктәбенең  башланғыс кластар уҡытыусыһы

Хайруллина Рәзилә Әсҡәт ҡыҙы әҙерләне.

        

Класс: 1

Дәрестең темаһы:  Марш һәм уның төрҙәре

Маҡсат:    Уҡыусыларға «марш» жанры менән танышыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу; уларҙы  тыңлап маршҡа ғына хас булған характер һыҙаттарын  билдәләү;  марштар беҙҙең тормошобоҙҙо нисек биҙәй икәнен аңлатыу.

Йыһазландырыу: Музыка ҡоралдары төшөрөлгән плакат,композиторҙарҙың портреттары, төркөмдәрҙә эшләү өсөн таратма материал, ҡулдан эшләнгән музыка ҡоралы( мараксы)     

Музыкаль биҙәү :  компьютер, аудио система,баян.

Музыкаль материал:

  1. Баш. халыҡ йыры Любизар
  2. Йыр " Мин дә һалдат булырмын".
  3. Йыр "Әсәйемә бүләккә"
  4. Матвей Блантер -"Футбол маршы"
  5. П.И.Чайковский  "Ағас һалдаттар маршы "

6.  Прокофьев " Марш"

7. Мендельсон " Туй маршы"

8. Цирк маршы.

Дәрес барышы

I. Психологик комфорт булдырыу

Маршҡа кереү(баш. халыҡ йыры " Любизар")

( йырлап сәләмләү)

-Һаумыһығыҙ балалар!

-Һаумы уҡытыусыбыҙ!

-Уҡыусылар беҙгә бөгөн бик күп ҡунаҡтар килгән,уларға ла сәләмебеҙҙе еткерәйек.

Таң ата ла ҡояш сыға,

ҡояшлы беҙҙә һәр көн.

Ҡояш менән сәләмләйем

Әссәләмәғәләйкүм.!

2. Уңыш ситуацияһын ойоштороу

(Таҡтала композитор,башҡарыусы,тыңлаусы һүрәттәре)

-Был һүрәттәр һеҙгә танышмы? Унда кемдәр төшөрөлгән?

-Композитор, башҡарыусы,тыңлаусы.

-Кем ул композитор?

-Ул көйҙәр яҙа.

-Нимәләр ярҙамында яҙа?

-Ноталар.

-Ә һеҙ ноталарҙы беләһегеҙме?

-Беҙ композитор була алабыҙмы?(уның өсөн музыкаль белем алырға кәрәк)

- Кем ул башҡарыусы?(йырсы,ҡурайсы,бейеүсе).

-Беҙ башҡарыусы була алабыҙмы?

-Кем ул тыңлаусы?

-Бөтә кеше лә тыңлаусы була аламы?

-Яҡшы,тәртипле тыңлаусы ниндәй булырға тейеш?

-Ошо өс төшөнсә бер береһе менән нисек бәйләнгән?

- Уларҙың береһе генә булмаһа ла музыка   булмай.

(Д.Б. Кабалевский портреты эленә)

-Был кем,танынығыҙмы?

-Уның тураһында нимә беләбеҙ?( ул өс кит музыкала тигән китап яҙған).

- Балыҡтар тураһындамы?( өс кит ул- йыр,бейеү марш).

3. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

-Һеҙҙе дәрескә алып кергән  көй  һеҙгә танышмы?

-Беҙ был йырҙы йырлы марштар тураһында дәрес үткәргәндә тыңланыҡ.

(Бер уҡыусы һөйләй)

-Беҙ бөгөн дәрескә атлап кергән көй Башҡорт халыҡ йыры " Любизар",тип атала.

Француздарға ҡаршы  көрәштә башҡорт һалдаттары үҙҙәрен аямай һуғышҡандар,шуға күрә полководец Кутузов уларҙы маҡтап любезные вы мои башкиры молодцы,тип уларҙы маҡтаған. Һәм башҡорт яугирҙары үҙҙәренә ошо йырҙы уйлап сығарғандар.,шуға ла ул халыҡ йыры тип йөрөтөлә. Уны  композитор  ижад итмәгән.

- Һеҙ дәрескә нисек итеп атлап керҙегеҙ?( маршҡа атланыҡ)

-Тимәк бөгөн дәрестә ниндәй кит тураһында һөйләшербеҙ?(марш)

-Ә ниңә һеҙ уға ҡушылып йырланығыҙ?

- ни өсөн улар йырлы марштар?

-Уларға йырлап та маршировать итеп тә була..Ундай йырҙарҙы һалдаттар йырлап йөрөйҙәр.

-беҙ ҙә  буласаҡ һалдаттар тураһында йырлы марш өйрәнгәйнек,хәҙер шуны йырлап күрһәтербеҙ. Башта күнегеүҙәр эшләп алайыҡ.

Артикуляцион гимнастика:

 «Сәғәт» ( ауыҙ асылған,тел уңға,һулға хәрәкәт итә.)

«Кәнфит» ( ауыҙ ябыҡ, тел сиратлап уң, һул урттарға төртә.

«Ат» (йылмайырға,ат тояҡтары сығарған тауышты сығарырға)

«Ләпелдәк» (тел менән өҫкө ирендәргә тейеп дерелдәтергә)

Ә хәҙер тын алыу күнегеүҙәрен эшләйек.

1.«Сәскә»

Сәскәнең хуш еҫле еҫен танау аша еҫкәйбеҙ,ауыҙ аша сығарабыҙ.(яурындарҙы күтәрмәйбеҙ)

2.«Бәпембә» Орлоҡтарҙы осорабыҙ

һауаны танау аша һулайбыҙ,ауыҙ аша сығарабыҙ (оҙаҡ итеп өрөп сығарабыҙ,ҡапыл өрөп сығарабыҙ)

Тауыш көйләү күнегеүҙәре

тур, тур, тур, тур,  беҙҙең йырҙар бик матур.

 (Фразаны төрлө тауыштан йырлау)

-мин өҫкә менәм,мин аҫҡа төшәм.

-Ә хәҙер баҫып хәрәкәттәр менән" һАЛДАТ БУЛАМ" йырын ролдәргә бүлешеп  йырлайбыҙ.( малайҙар менән ҡыҙҙар ҡапма- ҡаршы тороп йырлайҙар)

-Афарин бик яҡшы башҡарыусылар булдығыҙ.

-Бөтә марштарға ла йырлап буламы икән?

- Белмәйбеҙ. Бәлки булалыр,бәлки юҡтыр.

-Ә һеҙҙең белгегеҙ киләме һуң?

-Тағы нимә белгегеҙ килә?

- мин марштар төрлө-төрлө буламы икәнен белгем килә.

- уларҙы ҡайҙа ,кемдәр башҡара,шуны белгем килә

-бөтә марштарға ла йырлап  бейеп буламы икән,шуны белгем килә.

-уларҙы нисек башҡаралар, кемдәргә кәрәк,ниндәй инструменттарҙа башҡаралар һ.б.

-Эйе беҙ бөгөн дәрестә төрлө марштар менән танышырбыҙ, ,уларҙы  тыңлап маршҡа ғына хас булған характер һыҙаттарын  билдәләрбеҙ,  марштар беҙҙең тормошобоҙҙо нисек биҙәй икәнен аңларға тырышырбыҙ.

Беҙ бергәләп ошо маҡсаттарға ирешербеҙ тип уйлайым. Һеҙ миңә ярҙам итерһегеҙме?

4. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

- Марш ул француз теленән тәржемә иткәндә  хәрәкәтләнеү, тигеҙ баҫып атлап йөрөү тигәнде аңлата.

Әлбиттә музыкаға маршировать итеп атлау бик күңелле һәм еңел,сөнки марштарҙың музыкаһы дәртле,тантаналы,ғорур яңғырай.

Марштар улар бик күп төрлө. Тантаналы,хәрби,спорт,уйынсыҡ хатта ҡайғылы марштар ҙа була. Бөгөн дәрестә уларҙың ҡайһы берҙәре менән танышырбыҙ., уларҙың төрҙәре тураһында бәләкәй генә музыкаль проект эшләрбеҙ.

-Минең йомағым нимә тураһында булыр?

Кем беренсе,кем алда

Кем көслө һәм кем етеҙ?

Уның менән дуҫ булһаң,

ауырымаҫһың һис бер.(спорт)

Тимәк,хәҙер спорт маршын тыңлап китәбеҙ.

Ниндәй спорт төрөнә  ҡарай икән,уйлап ултырығыҙ..

1.Футбол маршын тыңлау

-Һеҙ уны ишеткәнегеҙ бармы? Ҡайҙа?

- Музыканың характеры ниндәй?(плакатҡа ҡарап әйтәләр)

- Еңел,тиҙ,тантаналы.

2. Туй маршын тыңлау

-Был марш һеҙгә танышмы?

-Уны ҡайҙа ишеткәнегеҙ бар?

-Характеры тантаналы,талғын, моңһоу.

3. Цирк маршын тыңлау

-Ә был маршты ҡайҙа ишеттегеҙ?

-Уны нисек характерларһығыҙ?

-күңелле, шаян, көлкөлө, дәртле.

- Башҡа төрлө марштарҙы  ишеткәнегеҙ бармы?(армияға оҙатҡанда,еңеү көнөн байрам иткәндә)

(Таҡтаға Чайковскийҙың портреты эленә)

-Беҙ бөгөн тағы бер рус композиторы П.И. Чайковский менән танышырбыҙ.

53 кенә йыл йәшәһә лә бөтәһе 80 әҫәр яҙған. Улар араһында унлап опера һәм өс балет бар. Ул бик тә балаларҙы яратҡан һәм улар өсөн дә матур-матур көйҙәр ижад иткән. Шуларҙың береһе " Ағас һалдаттар маршы".Ниндәй һалдаттар ағас була ул?

- Уйынсыҡ.

- Хәҙер беҙ үҙебеҙ ҙә уйынсыҡтарға әйләнәбеҙ.Марштың яратҡан уйын ҡоралы барабанда малайҙар барабан һуғалар,ҡыҙҙар ҡурсаҡтар кеүек хәрәкәт яһайҙар.

4.(" Ағас һалдаттар маршын"тыңлау,хәрәкәттәр яһау)

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ был көйгә ысын һалдаттар хәрәкәт итәме?

-Юҡ,сөнки уның характеры еңел,яҡты,нескә, сағыу,күңелле,көлкөлө.

Ә хәҙер яңы эш төрө тәҡдим итәм. Мин бер нисә тапҡыр ҡул сабам,ә һеҙ иғтибар менән тыңлағандан һуң  шуны уҡ ҡабатлайһығыҙ. Ҡулдарҙы әҙерләнек,тыңлайбыҙ.

(БЕР НСӘ ТАПҠЫР ЭШЛӘП ҠАРАЙБЫҘ)

Ә һеҙ иғттибар иттегеҙме икән ҡулды сапҡанда тауыш йә оҙон ,йә ҡыҫҡа ишетелә. Оҙон һәм ҡыҫҡа тауыштарҙың аралашып килеүе музыкала ритм,тип атала.(хор менән ҡабатлау)

Музыкала ритмды һуҡма музыка ҡоралдары бигерәк тә асыҡ сағылдыра.

-Плакаттан һуҡма инструменттарҙы табып күрһәтегеҙ.

Был инструменттар марштарҙың иң яҡын дуҫтары. Хәҙер үҙебеҙ әҙерләгән музыка ҡоралы менән маршҡа  ҡушылып уйнайбыҙ.

5.Музыка ҡоралында уйнау  С. Прокофьев " Марш"

5. Алған белемдәрҙе нығытыу. Төркөмдәрҙә зш.

 Марштарҙың төрлөлөгө тураһында проект әҙерләү..

-Һәр төркөм һүрәттәр араһынан марштарҙың төрөн белдергәнен айырып алып таҡтаға йәбештерә.

6. Йомғаҡлау. Рефлексив анализ. Баһалау.

Уҡыусылар дәрес башында беҙ үҙебеҙгә ҡуйған маҡсаттарға ирештекме икән? Һеҙ дәрестә бөгөн нимәләр белдегеҙ?

Мин бөгөн дәрестә марштарҙың төрлө булыуын белдем

Миңә ағас һалдаттар булыу оҡшаны

Хәҙер мин марштарҙы айыра беләм.

Мин туй маршы булғанға аптыраным.

Миңә үҙем әҙерләгән инструментта уйнау оҡшаны.

Күмәкләп эшләү оҡшаны.

Хатта ҡайғылы марштарҙың булыуына мин аптыраным.

Тормошта марштар беҙгә кәрәкме икән?

Һеҙгә дәрес оҡшанымы? Бармаҡтар менән күрһәтегеҙ.

-Яңы ғына Әсәйҙәр байрамы булып үтте. Беҙгә лә ҡунаҡҡа бөгөн бик күп әсәйҙәр килгән ,әйҙәгеҙ уларға үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы бүләк итәйек.

" Әсәйемә бүләккә" башҡарыу.

Афарин,бик яҡшы башҡарыусылар булдығыҙ.Ә хәҙер альбомдарығыҙға бөгөнгө дәрестә ишеткән марштар тураһында һүрәт төшөрөгөҙ


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект урока по математики в 7 классе, презентация.

Тема урока: «Закрепление знаний учащихся о наречии» Тип урока:урок закрепления знаний. Формы организации учебной деятельности: фронтальная, парная, индивидуальная. ЦЕЛИ УРОКА:1. Образовательные:обо...

Конспект урока по математике в 5 классе «Сложение и вычитание десятичных дробей»

урок изучения нового материала по теме "Сложение и вычитание десятичных дробей" в 5 кл...

Конспект урока русского языка в 8 классе. Тема: "Развитие речи. Подготовка к сочинению-рассуждению на лингвистическую тему по упр.290, 291"

Данный урок развития речи дает представление о сочинении-рассуждении на лингвистическую тему на примере предложенного шаблона и дополнительного материала.Дети смогут написать сочинение-рассуждение о з...

Конспект урока по математике в 6 классе.Тема :" Противоположные числа"

Урок закрепления знаний и способов деятельности.На уроке применяется накопительская система оценок....

Конспект урока литературного чтения во 2 классе Тема урока: «А.С.Пушкин – великий русский писатель»

Задачи:- познакомить с понятиями «поэма»;- познакомить со вступлением к поэме «Руслан и Людмила» А.С. Пушкина- дать первоначальное представление о сказочной поэме;- познакомить...

Конспект урока по музыке в 3м классе УМК Критская Е.Д., Сергеева Г.П., Шмагина Т.С. Тема урока: «Тихая моя, нежная моя, добрая моя мама».

Конспект урока по музыке в 3м  классеУМК Критская Е.Д., Сергеева Г.П., Шмагина Т.С.Тема урока: «Тихая моя, нежная моя, добрая моя мама»....