Внеклассное мероприятие на тему "Имена"(Исемдәрең матур кемдәр ҡушҡан?)
классный час на тему
Вреклассное мероприятие для начальных классов (на башкирском яззыке)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
vneklas._meropr._imena.docx | 18.39 КБ |

Предварительный просмотр:
Исемең матур ,кемдәр ҡушҡан?
Маҡсат:1.Исемдәрҙең килеп сығышы,халыҡ тарихы,йырҙары тураһында мәғлүмәт биреү,башҡорт исемдәре менән таныштырыу.
2.Уҡыусыларҙы эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү,сығыш яһарға өйрәтеү,тасуири ятлау күнекмәләрен,һөйләү телмәрҙәрен үҫтереү.
3.Башҡорт исемдәренә,халыҡ йырҙарына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу: компьютер,проектор,диаграммалар,китаптар күргәҙмәһе,уҡыусыларҙың ижади эштәре.Урындыҡ,кейем-һалым өйөлгән.Өҫтәлдәр ярымтүңәрәк рәүешендә ултыртыла.Музыка.
Сара барышы.
I.Инеш өлөш.”Сәлимәкәй”халыҡ йыры яңғырай.
Уҡытыусы һүҙе.Хәйерле көн,хөрмәтле уҡыусылар,уҡытыусылар,ата-әсәләр.Бына әле һеҙ бик матур халыҡ йырын тыңланығыҙ,уны ишеткәнегеҙ бар инеме?Был йырҙың исемен әйтегеҙ әле.
-“Сәлимәкәй”йыры.
-Эйе,был беҙҙең халҡыбыҙҙың иң матур йырҙарының береһе. Атамаһы кеше исеменән алынған.Был Сәлимә исемле ҡыҙға арналған.(ҡыҫҡаса тарихын һөйләй).Ә ни өсөн был йырҙан башлап ебәрҙек икән кисәбеҙҙе?Эйе,беҙ бөгөн һеҙҙең менән исемдәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ.Кисәбеҙ “Исемең матур-кемдәр ҡушҡан?”тип атала.
II.”Исемдәр тарихынан”
1.Уҡытыусы.
-Исемең кем?-тип бер-береһенә мөрәжәғәт итәләр кешеләр.
-Исемең нисек?-тип танышалар йәштәр.
-Кем балаһы булаһың?Ниндәй ырыуҙанһың?-тиҙәр ололар.
-Атың кем?Ҡайһы һыуҙы һыулайһың?-тип һорар булған боронғолар.Бына шулай танышҡандар кешеләр.”Ат”-ул исем тигәнде аңлата,хәҙерге көндә был һүҙ атама,атҡаҙанған тигән һүҙҙәрҙә һаҡланып ҡалған.Атҡаҙанған-исеме билдәле тигәнде белдерә.
Уҡыусылар,һеҙ бер-берегеҙ менән нисек танышаһығыҙ?Ҡайһы һорауҙы бирәһегеҙ?Эйе,күп осраҡта һеҙ “Исемең нисек?”-тип һорайһығыҙ,ә дөрөҫө “Исемең кем?” булырға тейеш икән.Әбына исем атау,исемләп өндәшеү ҡайһы осорҙа барлыҡҡа килгән икән?Был турала һеҙгә Әлфиә һөйләп китер.
Уҡыусыларҙың сығыштары.
1-се уҡыусы.Мин һеҙгә исемдәр нисек килеп сығыуы хаҡында башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләп китәйем .Борон-борон заманда йәшәгән,ти,бер бабай.уның яңғыҙ ғына улы булған,ти.Икәүҙән-икәү генә донъя көтөп ятҡанда бабай бик ҡаты ауырып киткән икән.Үлер сағында улына нимәлер тип әйтергә теләгән,тик”алп”тип кенә өндәшкән дә үлеп тә киткән,ти.Егет бер ни ҙә аңламай ҡалған,ти.Шунан егет урманға барып үҙенә уҡ-һаҙаҡ,һөңгө эшләп алған да ил гиҙергә сығып киткән,ти.Эй,бара,ти,эй бара.Бына бер саҡ алдына бик матур ҡыҙ килеп сыҡҡан,ти.Егет уны күреп һүҙһеҙ ҡалған икән,ти.”Эй,егет,һинең исемең кем?”тип һораған ҡыҙ.”Ә исем нимә була ул?”-тип аптыраған егет.”Бына һиңә ата-әсәйең кем тип өндәшә торғайны?”-тип әйткән ҡыҙ.”Атайым үлер сағында “алп”тип кенә әйтеп өлгөрҙө,”-тигән егет.”Ярай,улайһа,һинең исемең Алп була инде,Алпбатыр булыр,”-тигән ҡыҙ.Ана шул замандан алып кешеләр бер-береһенә исемләп өндәшә башлағандар,ти.
2-се уҡыусы.Борон заманда кешеләрҙең исемдәре бөтөнләй икенсе булған.Хәҙерге исемдәрҙән айырылып торғандар.Башҡорт исемдәре лә халҡыбыҙҙың төрлө йолаларына,ғөрөф-ғәҙәттәренә,ышаныуҙарына бәйле булған.Бөтә был исемдәрҙе,ғәҙәттә,өс төркөмгә бүлеп йөрөтәләр:
Тасуири исемдәр.
Ул кешенең ниндәйҙер үҙенсәлеген сағылдырған булырға мөмкин:Миңлебай,Миңһылыу.
Тәбиғәт күренешен күрһәтеүсе:Томансы,Буранбай,Ҡояшбикә.
Төҫтө белдергәндәре:Аҡйән,Күккүҙ:Үләнгә,сәскәгә оҡшатыу:Гөл ниса,Сәсәк һ.б.
Теләк исемдәр.Бала донъяға килеүе-ҙур ҡыуаныс.Шуға уны һаҡларға теләгәндәр һәм шундай исемдәр ҡушҡандар:Үлмәҫбикә,Теребай,
Ныҡ булһын тип:Тимербулат,Ҡоросбай,Алтынбикә һ.б.
Көслө булһын тип,Арыҫлан,Шоңҡар,Бүребай тигәндәр.
Арнау исемдәр.улар төрлө табыныу йолаларына бәйле.ямғыр,Елкәй,Абыз,Этҡол һ.б.
3-сө уҡыусы. Кеше исемдәре телдәге бөтә һүҙҙәр кеүек йәмғиәттә барлыҡҡа киләләр,йәмғиәттә үҙгәрәләр.Борон барлыҡҡа килгән исемдәр менән хәҙергеләре араһында ҙур айырма бар.Һәр замандың,һәр халыҡтың үҙ исемдәре.Иң борон башҡорттарға дин килеп ингәс,Фатима,Мөхәммәт,Ғайса,Хәҙисә кеүек исемдәр таралған.Октябрь революцияһынан һуң Рева,Люция,Вилена,Ингел кеүек исемдәр күбәйгән.
Хәҙер ҙә яңынан-яңы исемдәр уйлап сығарып торалар.Ләкин үҙ халҡыңдың исеме һәйбәтерәк.Башҡорт батырҙарының исемдәрен ҡушыу йышайҙы:Шайморат,Салауат,Кинйә.
III.”Исем ҡушыу”йолаһы.(Мулла,ата-әсә,сабый бала.Туғыҙынсы класс уҡыусылары сәхнәләштерә)
Уҡытыусы һүҙе.Балаға исем ҡушыу-яуаплы эш.кеше тыуғас та алған исемен ғүмере буйына йөрөтә.Ата-әсәләрҙең күбеһе исем ҡушыуға бик етди ҡарай,ләкин бөтөнләй уйламай ҡушыусылар ҙа бар.Яңы тыуған сабыйға исем һайлағанда исемдең ҡолаҡҡа ятышлы,яңғырашы-аһәңле,башҡортса һәм русса әйтелеше һәм яҙылышы уңайлы,яҡшы мәғәнәле булырға тейешлеген иҫәпкә алырға кәрәк.
IV.Уҡыусыларҙың сығышы.Ижади эштәре менән таныштыралар:үҙҙәренең исемдәре нимә аңлата,ниндәй телдән ингән,кем ҡушҡан.Был исемгә йәки үҙҙәренә арнап ниндәй шиғырҙар ижад иткәндәр –уҡып ишеттерәләр.
Мәҫәлән,Ғайса:”Ғайса-ғәрәп теленән ингән исем.Пәйғәмбәр исеме.Был исемде миңә әсәйем ҡушҡан.
Беҙҙең класта бар малай
Исеме уның Ғайса.
Оҙаҡ уҡырға яратмай,
Футболға ул йыш ҡаса.
Айгөл:Минең исемем менән аталған йыр ҙа бар.Уны “Дәрүишхан” төркөмө башҡара.Беҙ Миләүшә менән шул йырҙы һеҙгә йырлап ишеттергебеҙ килә.
“Айгөлөм”йырын башҡаралар.
V. Һүҙ ата-әсәләргә бирелә.Ҡунаҡбаева Фатима Сәйфулла ҡыҙы.Минең дүрт балам бар,исемдәре:Илнур,Айнур,Ғайса,Айгөл.Илнур исеме ул заманда бик киң таралған ине,шуға ҡуштыҡ.Илнурға оҡшатып Айнурҙы атаныҡ.Икеһе лә исемдәрен бик яраталар.Айгөл исеме –башҡорт исеме,яңғырашы ла ,мәғәнәһе лә матур.Ғайса үҙе әйтеп китте,пәйғәмбәр исеме,дини исем булһын тинек.
Башҡа ата-әсәләр ҙә ғаиләләрендәге исемдәр тураһында һөйләп киттеләр.
-Балалар,ә һеҙҙең ғаиләгеҙҙә ниндәй исемдәр бар?Берәй ҡыҙыҡ ваҡиғаға бәйлеләре бармы?(Уҡыусылар менән әңгәмәләшеү)
VI. .”Беҙҙең мәктәптә ниндәй исемдәр күп?”
4-се уҡыусы.Айлина.Беҙ бишенсе кластан алып ун беренсе класҡа тиклемге уҡыусыларҙың исемдәрен тикшереп сыҡтыҡ.Ҡайһы телдән ингән исемдәр күп икәнен асыҡланыҡ.Диаграммалар төҙөнөк.Малайҙарҙың исемдәре:
Иң күбе ғәрәп теленән ингән: 74%,Инсаф,Ғәзинур,Мансур,Сафуан һ.б.
Фарсы теленән:Азат,Динар.-1%
Башҡорт теленән:Айҙар,Айнур,Байрас,Иштуған,Иҙел һ.б.-24%
Рус һәм башҡа ситтелдән ингән исемдәр ҙә бар:Айрат,-1%
Ҡыҙҙар исемдәре: Фарсы теленән-45%
Ғәрәп теленән: 20%
Башҡорт –12%
Башҡа телдәрҙән-23%
Дөйөм алғанда,Ғәрәп исемдәре-35%
Фарсы-26%
Ьашҡорт-24%
Башҡа телдәрҙән-15%
Малайҙар араһында иң таралған исемдәр-Динар,Ильяс,Даян.
Ҡыҙҙар араһында иң таралған исемдәр-Айгөл,Лилиә,Диана.
VII.Уҡытыусы.Башҡорт халҡының күп кенә йырҙары кемгәлер арналған,кеше исемдәре менән аталып йөрөтөлә.Йыр тыңлау:”Буранбай”,”Салауат”.Ә хәҙер уҡыусылар,ярышып алайыҡ:
кем кеше исеме менән аталған башҡорт халыҡ йырҙарын белә?(бүләк)
Кем заманса йырҙар күп белә икән?(бүләк)
“Салауат”йырын йырлау.Малайҙар башҡара.
Аслаева Дилә башҡарыуында”Алтынай”йыры.
VIII.Әҙәбиәттә кеше исемдәре менән аталған әҫәрҙәр бармы?
С.Злобин”Салауат Юлаев”романы,
Ғ.Ибраһимов”Кинйә”,Б.Рафиҡов”Ҡараһаҡал” һ.б.
Ә бына шағир Ш.Бабич “Исемдәр баҡсаһында “тигән шиғырҙар яҙған.
Бишенсе класс уҡыусылары таныштырып үтһендәр әле.
Асия,Гөлсара,Нәфисә һ.б. арналған шиғырҙарҙы тасуири ятлайҙар.
IX.Тимәк,уҡыусылар,беҙ бөгөн кеше исемдәре,уларҙың килеп сығышы,исем ҡушыу йолаһы менән таныштыҡ.Әҙәбиәттә лә ,сәнғәттә лә кеше исеме менән аталған бик матур әҫәрҙәр бар икәнен белдек.Ә хәҙер ошо темаға уйындар уйнап алайыҡ әле.
X.Күңелле уйындар.
1.Ике командаға бүленеп исемдәр уйларға.Ҡыҙҙарға Ил –дан малайҙар исеме,малайҙарға Гөл-дән ҡыҙҙар исемдәре яҙырға.
2.Ике командаға ла бер үк кроссворд бирелә.кем тиҙерәк?
3.”Аҙым һайын бер исем”-билдәләнгән ерҙән алып күрһәтелгән урынғаса аҙым һайын берәр исем әйтеп барып етергә.Исемдәр ҡабатланмаҫҡа тейеш.
4.Алып барыусы әйткән хәрефкә башланған исемле кешеләр тора.Тиҙлек,отҡорлоҡ.
5.”Наза”уйыны.
Уҡытыусы.Балалар,бөгөн беҙ һеҙҙең менән бик матур итеп белем дә,ял да итеп алдыҡ.Һәр ерҙә,һәр эштә шулай ,исемегеҙгә тап төшөрмәй ,әүҙем ,тырыш булып йөрөгөҙ.Уҡыуҙа ла,ялда ла уңыштар һеҙгә!

По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Методические разработки уроков и внеклассных мероприятий
Примеры уроков с использованием различных технологий: критическое мышление, проблемное обучение, дифференцированное обучение. Внекласные мероприятие, отражающие тему патриотического воспитания....
Сценарий внеклассного мероприятия, посвященного 200-летнему юбилею Отечественной войны 1812 года.
Основной задачей мероприятия является обогащение знаний учащихся о героическом прошлом своего народа, страны. У современных юношей и девушек необходимо вызывать интерес к прошлому и настоящему с...
Внеклассное мероприятие по английскому языку для 2 класса "We know the ABC"
Данный материал представляет собой конспект урока с постановкой цели и задачами. Урок является обобщением по изучению алфавита,проходит в игровой форме с использованием песен и стихотворений....
Внеклассное мероприятие
Этика для современных молодых людей, что то очень далекое и забытое, а уж этические нормы в профессии вообще вещь непонятная. В разработке своего мероприятия я постаралась в доступной форме рассказать...
внеклассное мероприятие "Вместе мы сильнее"
Цель внеклассного мероприятия «Вместе мы сильнее» - формирование у учащихся негативной позиции к ПАВ и их применению, пропаганда здорового образа жизни....
Интегрированное внеклассное мероприятие по математике и информатике "Мы самые умные и сообразительные"
Данное мероприятие я проводила в Набережночелнинском медколледже со студентами, поступившими в колледж на базе 9 классов. Вашему вниманию представлены разработка мероприятия и презентация. Мероприятие...