Зимняя природа. Глагол.
план-конспект урока

Тема:Зимняя природа. Глагол.

Цели урока:актуализация  знаний о глаголе как как части речи.;

уточнить и расширить знания  детей о признаках зимы, совершенствовать диалогическую речь;

умение участвовать в беседе отвечать на вопросы,развивать умение отмечать характерные признаки зимы  в природе, 

видеть красоту зимнего пейзажа.

Воспитывать любовь к природе, умение получать наслаждение от зимней природы.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл otkrytyy_urok.docx26.9 КБ

Предварительный просмотр:

Тема : Ҡышҡы тәбиғәт. “Ҡылым” һүҙ төркөмөн ҡабатлау. 7 класс.

Маҡсат :

1)  “Ҡылым” һүҙ төркөмөн ҡабатлау,  уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү.

2) тема буйынса уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен артабан үҫтереү; ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен асыҡлау;

3) Башҡортостан тәбиғәтен, уның матурлығын, байлығын күрһәтеү, һаҡларға өйрәтеү ;

4) шәхси, коммуникатив-универсаль уҡыу ғәмәлдәрен үҫтереү.        

Йыһазландырыу: электрон дәреслек ,  дәреслек, карточкалар.

I. Ойоштороу.

- Һаумыһығыҙ, балалар.

Б- Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым!
   Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
У- Ултырығыҙ.

У. Дәресебеҙҙе бик матур шиғыр юлдары менән башлап ебәрәйек.

   (Балалар уҡый)  Донъяла иң-иң матур ил -  

                      Ул минең Тыуған илем!
                      Донъяла иң-иң матур тел-
                       Ул минең туған телем!

У.   Ә хәҙер, балалар,  телебеҙҙе  шымартып алайыҡ. Экранда беренсеһе  тиҙәйткес . Дөрөҫ  һәм тиҙ уҡырға өйрәнәйек. Беренсе мин уҡып ишеттерәм.  (Мин уҡыйым). Үҙ аллы уҡығыҙ.    ( уҡынығыҙмы ?) Ә хәҙер хор менән уҡыйыҡ. Шәберәк уҡып ишеттерәйек.

 II.Артикуляцион күнегеү. Тиҙәйткес.

 

Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.

 Фонетик шиғыр. Артабан фонетик күнегеү уҡып алайыҡ. Уҡыусылар ҡабатлай.

Яңы яуған ҡар өҫтөнән

Ҡаҙҙар лап-лап үттеләр,

Ҡыҙыл тәпәйҙәре менән

Йондоҙ яһап киттеләр.

-Афарин, уҡыусылар.Уҡыусылар был фонетик күнегеү нимә тураһында?                     ( Уҡыусыларҙың яуабы). Ә аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирәләр? Бара һүҙе ниндәй һорауға яуап бирә ? ( Ни эшләй?) Нимә бара.Ҡара ҡарға бара. Үттеләр, киттеләр ниндәй һорауға яуап бирә? ( Ни эшләнеләр?) Ҡаҙҙар үттеләр, киттеләр. Ә бара , үттеләр , киттеләр һүҙе ниндәй һүҙ төркөмө тип атала? (Ҡылым).

У. Шулай итеп беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Беҙ бөгөн дәрестә ҡыш миҙгеле тураһында һөйләшәсәкбеҙ, һәм ҡылымды ҡабатлаясаҡбыҙ, күнегеүҙәр эшләйәсәкбеҙ, уҡыясаҡбыҙ. Һәр бер дөрөҫ яуапҡа бер мәрәй итеп ҡар бөртөгө һеҙгә тапшырам,  кем дә кем күберәк ҡар бөртөгө йыя, шуға яҡшы билдәләр ҡуясаҡмын.   ( Ҡыш тураһында экрандан һүрәттәр ҡарау)

 -Уҡыусылар, экранда нимәләр күрҙегеҙ?

У. - Ҡыш,ҡышҡы тәбиғәт тураһында.

- Дөрөҫ, ҡышҡы тәбиғәт тураһында. Эйе , ҡышҡы тәбиғәт иҫ киткес матур була.Бөтә ер аҡ ҡар менән ҡаплана.

 III.Дәрестең грамматик темаһын билдәләү.

-Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен һанап үтәйек.(ҡар яуа, бурандар була, сана, саңғы шыуабыҙ, ағастар ап-аҡ ҡар менән ҡаплана, һыуыҡ, өшөтә, Яңы йыл байрамы була)        

        -Хәҙер, уҡыусылар, дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып    ҡуяйыҡ.

Ун дүртенсе декабрь.

Шаршамбы.

Класта эш.

Ҡышҡы тәбиғәт.Ҡылым.

 

         - Ә хәҙер, уҡыусылар, карточкалар таратам. Текст өҫтөндә эш:

1.    Һөйләмдәрҙе  иғтибар менән уҡығыҙ.

2.    Һүҙлек эше.( миҙгел- время года, рәхәтләнеп- с удовольствием, һоҡланғыс-   восхитительный, аяҙ- ясный, ғәжәп – удивительный, ҡар өйөмө- снежная куча, ынйы – жемчужина, емелдәй – блестит).

3.    Бер уҡыусы  һүҙлек һүҙҙәрен уҡый. 

4.    Күсереп яҙығыҙ  

           5.    Һөйләмдәрҙең баш киҫәктәрен табығыҙ, аҫтына һыҙығыҙ.

 

Һөйләмдәрҙе  иғтибар менән уҡығыҙ.Күсереп яҙығыҙ.Һөйләмдәрҙең баш киҫәктәрен табығыҙ, аҫтына һыҙығыҙ.

Ҡыш

       Бына һағынып көткән ҡыш  та килеп етте. Һыуыҡтар башланды. Бөтә ер өҫтө, ағастар ап-аҡ ҡар менән  ҡапланды. Ҡыш көнө шундай матур! Ябалаҡлап  ҡарҙар яуа. Беҙ рәхәтләнеп саңғыла йөрөйбеҙ ,сана  шыуабыҙ . Хәҙер урманда тыныс. Ҡоштар һайрамай.Күп йәнлектәр ҡышҡы йоҡоға талған. Мин ҡыш миҙгелен яратам.

       V. Нығытыу. Дәреслек менән эшләү.

-    Яҡшы, уҡыусылар. Ә хәҙер дәреслектең 180-се битендәге Сафуан Әлибаевтың “Матур көн” шиғыры менән танышайыҡ. Сафуан Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Салауат районының Тирмән ауылында тыуған.  Балалар өсөн “Сағыу ҡояш — беҙҙең юлдаш” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1968 йылда донъя күрә.

         Шул осорҙан алып кескәйҙәр һәм өлкәндәр өсөн тиҫтәнән ашыу китабы нәшер ителә.                       1986 йылда “Өйөрмә” шиғырҙар йыйынтығы өсөн Сафуан Әлибаев Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһына, 1996 йылда “Тылсымлы шар” китабы өсөн ЮНЕСКОның Ганс Христиан Андерсен исемендәге халыҡ-ара почетлы дипломына лайыҡ була.

  1.  Шиғырҙы уҡытыусының уҡыуы.

             2.  Уҙ аллы уҡыу.

             3. Һүҙлек өҫтөндә эш.  Ә хәҙер яңы һүҙҙәр менән танышайыҡ.  (Ынйы- ынйы- жемчужина,ғәжәп – удивительный, бөртөк-крупинка, бәүелеп- кружась,күк – небо, он –мука, иләй – просеивает. 

         4. Сылбырлы уҡыу.

             5. Шиғырҙы анализлау. Шиғыр буйынса һорауҙар биреү.

 Был шиғыр нимә тураһында ? Шиғырҙа ҡышҡы көн нисек һүрәтләнгән ? (Көн матур, ап- аҡ ҡарҙар яуа) Автор ҡар бөртөктәрен нимә менән сағыштыра?  Яуған ҡарҙы  ынйы менән сағыштыра , иләктән  төшкән он менән сағыштыра.

 Афарин, уҡыусылар! Һеҙ арынығыҙ, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.

VI. Ялминуты

Ҡоштар кеүек осайыҡ,

Айыу кеүек атлайыҡ,

Ҡуян кеүек һикерәйек,

Бесәй кеүек һуҙылайыҡ,

Урындарға ултырайыҡ.

 VII. Төркөмләп эшләү.

-         Яҡшы, ял итеп алдыҡ, дәресте дауам итәбеҙ. Ә хәҙер төркөмдәргә бүленеп эшләйек. Беҙгә бында һүҙҙәр бирелгән.  Шул буталған һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.

1-се төркөм                         2-се төркөм         3-сө төркөм

Ҡоштар темаһына бағышланған һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү

Яңы йыл байрамына бағышланған һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү

 Ҡыш миҙгеленә хас булған һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү

1. Турғай беҙҙең яҡта ҡышлай.

2. Беҙ ҡоштар өсөн тағараҡтар элдек.

1. Ҡыш бабай балаларға бүләктәр таратты.

2.Балалар шыршы тирәләй бейенеләр, йырланылар.

1.Бөтә ер ап-аҡ ҡар менән ҡапланды.

2. Балалар ҡыш көнө санала, саңғыла шыуалар.

 

-Афарин, матур һөйләмдәр төҙөнөгөҙ. Һөйләмдәрҙе  уҡыусылырҙан уҡытырға.

         

VIII. Ижади эш.

             Уҡыусылар, хәҙер ҡыш тураһында һынамыштар уҡып алайыҡ  

1. Бесәй моронон ҡаплап  ятһа, һыуыҡҡа.

2. Ҡышҡы урман ныҡ шаулаһа, йылы көндәр килеүен көт.

3.  Эт ҡарҙа аунаһа, буран сығыр.

4.  Ҡарға ҡарҡылдаһа, буран сығыуға.

5.  Төнөн бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар булмай.

6.  Төтөн тура сыҡһа, һыуыҡ була.

- Яҡшы, уҡыусылар. Әйҙәгеҙ, дәресебеҙҙе йыр менән тамамлайыҡ.

Тышта ҡар яуа, ҡар яуа

Ниндәй саф һауа,саф һауа,

Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ,

Сана шыуайыҡ,шыуайыҡ.

Ҡырға барайыҡ,
Юлдар ярайыҡ.
Биттәр ал булһын,
Күңелле ял булһын!

VI.  Баһалау.

-         Бөгөн дәрестә бөтәгеҙҙә әүҙем ҡатнаштығыҙ. Рәхмәт.Ә хәҙер ҡар  бөртөктәрен  һанап алығыҙ әле, кем күпме йыйған? Билдәләр ҡуйыу.

      VII.  Рефлексив анализ.

         Шулай итеп бөгөнгө дәрестә беҙ нимәләр өйрәндек,ниндәй яңылыҡтар алдыҡ.            ( Ҡылым һүҙ төркөмөн ҡабатланыҡ, һөйләмдәр төҙөнөк , шиғыр тураһында шиғыр ,һынамыштар уҡыныҡ.Дәресебеҙең маҡсатына ирештекме.

 

        VIII.Өйгә эш.   

    Ҡыш  миҙгеле тураһында һүрәт төшөрөргә.

 

 

 

 

 

 

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Контрольная работа по английскому языку №2 по теме « Неправильные глаголы» для 4 классов

Контрольная работа по английскому   языку №2по теме « Неправильные глаголы» для 4 классов...

ФРАЗОВЫЕ ГЛАГОЛЫ

Презентация для урока английского языка содержит материал по фразовым глаголам. Цель занятия – понять, что такое фразовые глаголы, выучить самые нужные из них и научиться их употреблять.Фразовыми глаг...

Общество и природа. Природа под охраной закона .

Цели и задачи преподавателя:1.Создавать условия для формирования знаний, умений по теме.     2.Формировать общие компетенции обучающихся:-понимать сущность и социальную значи...

Общество и природа. Природа под охраной закона .

Цели и задачи преподавателя:1.Создавать условия для формирования знаний, умений по теме.     2.Формировать общие компетенции обучающихся:-понимать сущность и социальную значи...

Открытый урок по теме: «Глагол. Правописание личных окончаний глагола» СПО 1 курс

Открытый урок по теме: "Глагол. Правописание личных окончаний глагола" для обучающихся 1 курса СПО. Технологическая карта...

А.С. Пушкин. «Зимнее утро». Картины зимней природы. Настроение стихотворения

данный урок разработан для того, что бы учащийся смог в дальнейшем проявлять интерес к чтению и изучению творчества А.С.Пушкина.Данный урок подойдет для учащихся 3-х классов....

Презентация к уроку А.С. Пушкин. «Зимнее утро». Картины зимней природы. Настроение стихотворения

Цель:продолжить знакомство с жизнью и творчеством А.С.Пушкина;развивать умение выразительно читать произведение, передавая интонацией настроение, находить нужный отрывок в тексте по вопросам, понимать...