Ни өсөн әҙәпле булырға кәрәк? Кескәй инша.
Вложение | Размер |
---|---|
ni_oson_zple_bulyrga_krk.docx | 10.96 КБ |
Ни өсөн әҙәпле булырға кәрәк?
“Әҙәпте ғәҙәт итеп алһаң,һәр ваҡытта ла әҙәм булырһың”,ти ине өләсәйем.Башҡаларға хөрмәт күрһәтеүсе яҡшы күңелле әҙәпле кешеләр үҙҙәре лә хөрмәт күрә.Яҡшылыҡҡа һәр ваҡыт яҡшылыҡ ҡылырға кәрәк.Кешегә насар уйлы булған ,яуызлыҡ ҡылған кеше бер ваҡытта ла уңмаҫ.Тиҫтерҙәрем араһындда йөрөгәндә әҙәпһеҙ ҡыланып кеше аптыратып йөрөгән ҡайһы берәүҙәрҙе күреп йәнем әрней.Ҡысҡырып һөйләшеп ,йәмһеҙ итеп көлөп тороу тағы килешмәй.
Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә матур булғыбыҙ килә,ә кешенең төп матурлығы-тышҡы ҡиәфәтендә түгел,ә һөйкөмлө,әҙәпле булыуында.Күңеле матур булған кеше тормошта бәхетле була.
Шиһабетдинова Резида
Никто меня не любит
Как нарисовать портрет?
По морям вокруг Земли
Рисуем тыкву
Муравьиная кухня